5 нояб. 2012 г.

Намыҫлы тормош юлы

Байым ауылы үҙенең бай тарихы, атаҡлы шәхестәре менән дан тота. Ғалим һәм яҙыусы Мөхтәр Байымов, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Абдрахман Зарипов, БР-ҙың атҡаҙанған механизаторы Рәсүл Мөхәмәтйәнов, мәшһүр ҡурайсы һәм бил бирмәҫ көрәшсе Шәкирйән Ғәлин, производствоны оҫта ойоштороусы Рәсих Байымов кеүек арҙаҡлы уҙамандары менән билдәле был төбәк.

Байымовтар – ауылдың иң ырыҫлы, затлы нәҫелдәренең береһе. Мөхтәр Байымовтың бер туған ҡустыһы Рәсих Әхмәт улын беҙ райондың, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә күп көс һалған арҙаҡлы шәхес булараҡ хәтерләйбеҙ. Бәләкәйҙән тормоштоң әсе-сөсөһөн татып үҫә ул. Ағаһы Мөхтәр “халыҡ дошманы” тип иғлан ителгәс, репрессия шауҡымы ғаиләгә ҡағылмай ҡалмай, әлбиттә. Ошо арҡала Этҡолдағы мәктәпте тамамлай алмай – колхозға эшкә төшә. 1951 йылда Темәс педучилищеһына уҡырға инә, бер йылдан урман хужалығында хеҙмәт юлын дауам итә. 1957/58 йылдарҙа – НиколоБерезовка урман мәктәбен, 1960 йылда – Түбә урта мәктәбен, 1967 йылда Свердловск урман институтын тамамлай. Ошо йылдар эсендә ул Темәс урмансылығында объездчик, урман технигы, Этҡол урмансылығы лесничийы ярҙамсыһы, Юлыҡ урмансылығында етәксе булып эшләй. 1967 йылда Рәсих Әхмәт улын Этҡол урмансылығына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Бер йылдан инде тәжрибәле белгесте Баймаҡ урман хужалығының баш лесничийы итеп үрләтәләр. 1971-1973 йылдарҙа Р.Байымов ошо ойошманың директоры вазифаһын уңышлы башҡара.

Рәсих Әхмәт улын артабан тағы ла яуаплыраҡ эшкә – Баймаҡ район башҡарма комитетының капиталь төҙөлөш бүлегенә өлкән мелиоратор, унан һуң ауыл хужалығы идаралығына баш инженер-ерҙе файҙаланыу буйынса белгес итеп тәғәйенләйҙәр. Ә 1991 йылдан инде Баймаҡ ҡалаһы һәм районының ер ресурстары комитетын етәкләй. 1996 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Сибай ҡалаһының ер ресурстары комитетында рәйес булып эшләй.
Ҡайҙа, кем генә булып эшләмәһен, Рәсих Әхмәт улы тыуған еренең патриоты булып ҡалды, коллективтың социаль мәсьәләләрен хәл итеү, кадрҙар үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлде. Баймаҡ ҡалаһы тирәләй ағас ултыртыу ҙа тап уның инициативаһы, көсө менән тормошҡа ашырыла, бөгөн ул урман булып бар тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Үткән быуаттың 70-се йылдарында Р.Байымов ауыл хужалығы предприятиеларында эске хужалыҡ проекттарын индереүҙә, һуғарыу системаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.

– Рәсих Әхмәт улы – үҙ эшен камил белгән белгес, коллектив эшмәкәрлеген оҫта ойоштороусы етәксе булды, – тип хәтерләй райондың милек менән идара итеү комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты Райхана Вәкил ҡыҙы Күлдебаева. – Миңә уның менән оҙаҡ йылдар бергә эшләргә тура килде. Р.Байымов йәштәрҙең кәңәшсе-тәрбиәсеһе, ысын остаз ине, йәштәрҙе, күп нәмәгә өйрәтте. Талапсан булды, эштең һөҙөмтәлелегенә ныҡ иғтибар бирҙе. Бүлмәлә ултырып түгел, ә урындарҙа булып, практик нигеҙҙә эшләргә өйрәтте. Ғәҙел кеше ине Рәсих Әхмәт улы, кеше менән яҡшы мөғәмәләлә булды, һәр кемдең хәленә инә белде. Йәш кадрҙар үҫтереүҙе үҙенең бурысы тип һананы, балаларына ла тейешле белем бирҙе. Ғөмүмән, матур сифаттарға эйә булған кеше һәм етәксе ине ул...

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Р.Байымов тыуған ауылына күсеп ҡайта, уның социаль инфраструктураһын үҫтереүгә күп көс һала. Имам-хатип булып, халыҡты дингә, иманға әйҙәй, тәрбиәүи саралар алып бара. Уны ауыл халҡы тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй.

Рәсих Әхмәт улының намыҫлы хеҙмәте “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, БР Ауыл хужалығы министрлығы, район Советының Почет грамоталары менән баһаланған.
Гүзәл Иҫәнгилдина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.