9 нояб. 2012 г.

Йорттар ремонтлана


Баймаҡ ҡалаһындағы бер нисә күп ҡатлы йорттоң ҡыйыҡтары яңыртылыуын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғандыр, моғайын. Улар капиталь ремонт яһау адреслы республика программаһына ингән. Йорттарҙа барған төҙөлөш эштәре менән беҙ ҙә таныштыҡ.
 

“2012 йылда күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса республика адреслы программаһы”нда (Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 16 июлендә ҡабул ителгән 235-се ҡарары менән раҫланған) торлаҡ фондын капиталь ремонтлау өсөн торлаҡ милекселәренә һәм муниципалитеттарға ярҙам күрһәтеү саралары ҡаралған. Баймаҡ ҡалаһында был программа буйынса быйыл ун күп ҡатлы йортҡа ремонт яһаласаҡ.
Һәр йортта ремонт эштәре аныҡ саралар планы, смета буйынса алып барыла. Уларҙың ҡыйыҡтары ремонтлана, файҙаланылған йылылыҡты, һыуҙы һәм электр энергияһын иҫәпләү приборҙары ҡуйыла, канализация селтәре алмаштырыла. Башҡарыласаҡ эштәрҙә шул йорттарҙа йәшәүселәрҙең дә теләктәре иҫәпкә алынған.
 
Торлаҡ йорттарҙы ремонтлау өсөн республика бюджетынан 9,8 миллион һум, ҡала бюджетынан 4,2 миллион һум бүленгән. Торлаҡ милекселәре тарафынан 736 мең һумға иғәнә тупланған. Һөҙөмтәлә, йыйылған 14,736 миллион һумға ҡаланың “Арҡайым”, “Чекмарев”, “Ҡояшлы” һәм “Юбилей” торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә ҡараған йорттарҙа ремонт эштәре башҡарыласаҡ.
 
Бөгөн уларҙың ҡыйыҡтарын тулыһынса яңыртыу буйынса эштәр тамамланыуға табан бара. Шуларҙың алтыһы профилле ҡалай менән ябыла. Бер үк ваҡытта эске инженер селтәре лә яңыртыла.
 
Төҙөкләнеп ҡалған йорттар ҡалабыҙҙың бер биҙәге булыр, ә уларҙа йәшәүселәргә шатлыҡ өҫтәр, тип ышанабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.