5 нояб. 2012 г.

Бәлә булмаһын өсөн

“Газ-Сервис” ААЙ-һы газ менән хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса сираттағы айлыҡты үткәрә. Уға ярашлы, ҡыш алдынан көнкүрештә “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡулланыу, газ ҡоролмаларын дөрөҫ эксплуатациялау мөһимлеге тураһында иҫкәртәбеҙ.   

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм сәнәғәт предприятиелары 15 млрд. кубометр күләмендәге тәбиғи газ ҡуллана. “Газ-сервис” ААЙ-һының төп маҡсаты – “зәңгәр яғыулыҡ” менән уларҙы туҡтауһыҙ тәьмин итеү. Бының өсөн газ селтәрҙәрен, ҡоролмаларын дөрөҫ һәм сифатлы хеҙмәтләндереү талап ителә. “Рәсәй Федерацияһында йорттарҙағы газ ҡоролмаларын тейешле кимәлдә тотоу һәм ремонтлау тәртибе тураһында”ғы Ҡарарға ярашлы, техник хеҙмәтләндереү өс йылға бер мәртәбә үткәрелә. Артабан, ҡоролманы етештереүсе билдәләгән гарантия ваҡыты үткәс, газ приборҙары йылына бер мәртәбә тикшерелә башлай. Техник хеҙмәтләндереү килешеү нигеҙендә үткәрелә, уның өсөн түләү шарттары ла шунда ҡарала.

Торлаҡ кодексы буйынса йорт эсендәге газ ҡоролмаларын тейешле кимәлдә тотоу һәм ремонтлау өсөн унда йәшәүселәр түләй. Техник хеҙмәтләндереү ваҡытында абоненттарға төҙөк булмаған приборҙарҙы алмаштырырға ҡушыла. Тик кешеләр үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн мөһим булған эште башҡарырға ашыҡмай. Ә бит газ ҡоролмаһының бер генә фатирҙа төҙөк булмауы ла, әллә нисәмә кешенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Көҙ-ҡыш миҙгеле етеп, газ менән ҡуллана башлағас, “Газ-Сервис” ААЙ-һының авария-диспетчер хеҙмәттәренә шылтыратыуҙар ҡырҡа күбәйә. Ни өсөндөр кешеләр йылытыу приборҙарын йәйгеһен рәткә килтереп, һыуыҡ миҙгелгә алдан әҙерләп ҡуймай.

Иң беренсе төтөн-вентиляция каналдарына иғтибар бирергә кәрәк. Мейестең насар тартыуы төтөн юлы боҙланыуҙан йәки унда ниндәйҙер сит әйбер килеп эләгеүгә бәйле булыуы ихтимал. Һөҙөмтәлә, һөрөм еҫе (угарный газ) бар йортҡа тарала. Бындай ағыуланыуҙан кеше йоҡлап китә һәм  һәләк була. Шуға күрә абай булығыҙ, газ мейесенең нисек тартыуын йыш тикшерегеҙ. Кирбестән эшләнгән төтөн юлы ваҡыт үтеү менән емерелә башлауы хаҡында онотмағыҙ. Һыуыҡтар төшмәҫ элек уны тикшерергә кәрәк. Әгәр ниндәйҙер проблема килеп тыуһа, ошондай эштәрҙе башҡарырға лицензияһы булған махсус белгестәрҙе саҡыртығыҙ.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү бик күп бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап ҡаласаҡ. Шуға күрә газ приборҙары менән ҡулланғанда:

  • газ торбаһына ептәр элеп, плитә өҫтөндә кер киптермәгеҙ,
  • форточканы асығыҙ,
  • мейесте, һыу йылытыу приборҙарын тоҡандырыр алдынан төтөн юлын тикшерегеҙ,
  • мейесте яндырғанда шиберҙы (завод мейесенең төтөн юлындағы ҡапҡасы) асырға онотмағыҙ,
  • вентиляция каналының тартыу-тартмауын ҡарағыҙ, уның рәшәткәһенә обой йәбештермәгеҙ,
  • күп фатирлы йорттарҙа шыйыҡландырылған газ тултырылған баллондар менән ҡулланыу ҡәтғи тыйыла,
  • газ менән ҡулланғандан һуң крандарҙы ябығыҙ,
  • төнгөлөккә, өйҙән сыҡҡанда газ приборҙарын эшләтеп ҡалдырмағыҙ.

Газ ҡоролмаһын күсергәндә махсус хеҙмәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был эшкә осраҡлы кешеләрҙе йәлеп итергә ярамай!
Фатирҙа, подъезда, баҙҙа һ.б. урында газ еҫе тойолһа, шырпы яндырыу, тәмәке тартыу, электр утын һәм приборҙарын яндырыу-һүндереү ҡәтғи тыйыла! Газ юлын ябырға, бинаны елләтергә һәм “04” хеҙмәтен саҡыртырға кәрәк. Бындай осраҡта осҡондан да шартлау барлыҡҡа килеүе ихтимал икәнлеген хәтерегеҙҙә тотоғоҙ!
Газ приборҙары менән ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанламау үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын онотмағыҙ.

Газ-Сервис” ААЙ-һы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий