5 нояб. 2012 г.

Проблемаларҙың хәл ителешен көтәбеҙ

Киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһы үҙенең олпат юбилейын билдәләйәсәк. Беҙ оло тантананы ҡаршы алырға әҙерме? Был олпат датаны билдәләүгә ниндәй өлөш индерәсәкбеҙ? Тағы ла ниндәй эштәрҙең башҡарылыуын теләр инегеҙ? Ошо һорауҙарҙы баймаҡтарға йүнәлттек.

Ә.З. Сәйғәфәров, мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе:
– Баймаҡ бөгөн ҙур үҙгәрештәр кисерә. 1971 йылда ҡалаға күсеп килгәндә, саң-туҙандар уйнап тора ине, үҫеп ултырған ағастар ҙа булманы. Бөгөн ул бөтөнләй икенсе һулыш менән йәшәй. Йорттар ҡалҡып сыға, юлдар төҙөлә, йәшелләндереү буйынса ла байтаҡ саралар күрелә.

Ҡасандыр беҙҙең төбәктә йәшәгән “Башзолото” тресы мөдире Федр Үлмәсовтың “Таналыҡ-Баймаҡ тау-байыҡтырыу округы”  баҫмаһы менән танышып сыҡҡайным. Шул дәүерҙә үк ул Баймаҡ ҡалаһының киләсәге, уны социаль һәм иҡтисади үҫтереү мәсьәләһен күтәреп сыға. Ләкин улар билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашмай ҡалған: тимер юл да, мәғдән эшкәртеү заводы ла юҡ. Халыҡты эш менән тәьмин итеү маҡсатында Баймаҡта эшкәртеүсе сәнәғәт бик тә кәрәк. Башҡорттарҙың күп өлөшө Баймаҡта йәшәй. Ләкин эш булмау сәбәпле, улар ситкә сығып китергә мәжбүр. Баймаҡты һаҡлап ҡалыу өсөн эш урындары булдырыу мотлаҡ.

Шулай уҡ Баймаҡта туризм тармағын үҫтереү ҙә отошло булмаҡсы. Археологик ҡаҙыныу эштәре беҙҙең төбәктә боронғо ҡаласыҡтарҙың булыуын иҫбатлай. Тыуған яғыбыҙҙа мөғжизәле, иҫтәлекле урындар күп. Ҡунаҡ ҡаршылағанда ерле халыҡ та үҙ-үҙенән алға ынтыла, мәҙәниәте үҙгәрә, тормошо яҡшыра. Шунлыҡтан был тәңгәлдә эш алып барыу мөһим.

Беҙҙә күп эштәр һүҙҙә генә тороп ҡала. Уларҙы тормошҡа ашырғанда, Баймаҡ күптән алға киткән райондарҙың береһе булыр ине. Бындай сараларҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Хеҙмәт коллективтары, шәхси йорт хужалары үҙ биләмәләрен төҙөкләндерергә, йәшелләндерергә бурыслы.

Гөлшат Рим ҡыҙы Байдәүләтова, 4-се мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, Баймаҡ ҡала Советы депутаты:
– Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейын билдәләү маҡсатында мәктәптә махсус саралар планы ҡабул ителгән. 2012/13 уҡыу йылдарында ошо тәңгәлдә байтаҡ эштәр көтөлә. Ҡалабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар, ижади конкурстар, экскурсиялар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта мәктәпте һәм уның биләмәһен төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса ла ҙур эштәр планлаштырабыҙ.

Беҙҙең мәктәп ҡала үҙәгендә урынлашҡан. Юбилейға әҙерлек сиктәрендә С.Юлаев проспектын киңәйтеү ҡаралыуын хуплап ҡаршы алдыҡ. Мәктәп ҡаршыһында  автобус туҡталышын булдырыу ҙа  көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгән. Был балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Елдәй етеҙ елгән водителдәрҙән балаларыбыҙҙы һаҡлайбыҙ тиһәк, проблеманы кисекмәҫтән хәл итеү мотлаҡ. Тағы ла шуныһы, беҙҙең мәктәпкә ҡала осонан да уҡыусылар килә. Күбеһе йәйәү йөрөй. Иртәнсәк үтә лә ҡараңғы булыу сәбәпле, балалар өсөн ата-әсәләр генә түгел, беҙ, уҡытыусылар ҙа, борсолабыҙ. Урам яҡтыртҡыстары иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртыла һүнә. Өҫтәүенә, берәҙәк эттәр ҙә күп.

Үрҙә әйтеп кителгән проблемаларҙың хәл ителеүен уҡытыусы, әсәй һәм ҡала Советы депутаты булараҡ та үтенеп һорайым.

Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.