8 нояб. 2012 г.

“Ҡотҡар мине, әсәй!..”


Кескәй туғандарын артабан ҡарай алмаясағын аңлаған үҫмер үҙ-үҙенә ҡул һала
Район-ҡалала аҙна һайын тиерлек үҙ-үҙен үлтереү йәки үлтерергә маташыу теркәлә. Улар араһында эскелеккә һабышҡан, тормош мәғәнәһен юғалтҡандар ғына түгел, ә үҫмерҙәрҙең, хатта балаларҙың да осрауы хафаға һала. 
 
“Әсәй! Үтенеп һорайым, ҡайттыҡ, һеңлем илай, тыммай. Ҡайттыҡ инде, зинһар!” Сибек кенә үҫмер малай өҫ-башы, сәсе туҙған әсәһен ялбарып-ялбарып саҡырҙы. Тик тегеһе: “Бар күҙемдән юғал! Илаһа ни – тымыр әле. Мин ни эшләйем!” – тип һаһылдашып көлгән ирҙәргә боролоп ултырҙы. 

Эҫе күҙ йәштәренә быуылып илаған малай кире өйөнә йүнәлде. Бында өс кесе туғанының өмөт тулы ҡарашы йөрәген өттө. Бер йәше тулмаған һеңлеһе һаман да илай. Үҫмер уңайһыҙланып булһа ла, күрше инәйгә инеп тағы ла һөт һораны. Йөҙө шәфҡәтлелек нурҙарынан сағылған әбекәй бер һүҙһеҙ һөт ҡойоп бирҙе. “Һеңлең илайҙыр инде. Әсәйеңә әллә нимә булды бит, һуңғы ваҡыт бөтөнләй туҡтай алмай башланы...” – тип һөйләнде үҙе. Үҫмер шулай ҙа ғәзиз кешеһе тураһында яман һүҙҙәр ишетергә теләмәне: “Юҡ, инәй, ул тиклем эсмәй хәҙер, эш эҙләп йөрөй бит ул”, – тип аҡланы әсәһен. Әбей баланың күңелен уйлап: “Эйе, эйе, шулай инде, заманалар ауырайып китте бит”, – тигән булды. 
 
Һөт тотоп ҡайтып барған үҫмер ниңәлер тормоштоң тик улар өсөн генә ауырайыуына бошондо. Уның тиҫтерҙәре рәхәтләнеп велосипед, скутерҙа саба, әсәһе әҙерләгән ризыҡтан баш тартып инәлтә, модалы итеп кейенә. Ә уны иртәнсәктән алып бер уй борсой – кесе туғандарына нимә ашатырға? Хәйер, үҫмер ҡайҙалыр юғалған әсәһе, ҡайҙан ризыҡ табыу тураһында уйлап, төндәрен дә йоҡламай йөрөп сыға. Малай ҡайһы саҡта интернатҡа барып урынлашыу теләге менән дә янып ҡуя. Тик кесе туғандарының ул саҡта ҡарауһыҙ ҡаласағын уйлап бошона. 
 
Бер көн туғандары аслыҡтан илағас, малай әсәһенән уларҙы балалар йортона тапшырыуын ялбара башлай. Тик ҡатын: “Мин барҙа улар етемәк булып йөрөмәйәсәк!” – тип аҡыра. “Һин барыбер уларҙы ҡарамайһың, улар астан үләсәк бит!” – тиеүенә, әсәһе ҡул һелтәп кенә ҡуя. “Ярай, бәлки, мин үлһәм аҡылыңа килерһең!” – ти малай.
 
Әммә балаһының ошо ҡурҡыныс һүҙҙәре лә аҙғын ҡатынды туҡтатмай. Ул балаларын үҫмер ҡулына тапшырып, рәхәтләнеп көн күрә. Балалар пособиеһы ла бер-бер артлы алмашынған әшнәләрен һыйлауға китә. 
Бер нисә көн эсеп йөрөгән әсәһен барып тапҡас, үҫмер уның ҡайтыуын ялбара. Тик әсәһе уны ғәҙәттәгесә ҡыуа башлай. “Улай булғас, мин аҫылынып үләм дә ҡуям. Ялҡтым барыһынан да!” – тип илай малай. Ғәзиз кешеһенең: “Үл әйҙә!” – тигән һүҙҙәрен ишетеп бала аптырап ҡала. Унан йортона йүгереп ҡайта һәм ҡустыһының әсәһенә барыуын, әгәр ҡайтып өлгөрмәһә үҙ-үҙенә ҡул һаласағын белдерә. Тик ҡатын был юлы ла балаһының һүҙҙәренә вайымһыҙ ҡала.
 
Ғәзиз кешеһен ғүмеренең аҙаҡҡы секундына тиклем көтә малай. “Әсәй, әсәй, ҡотҡар мине...” – тип бышылдай үҫмер. Унан был донъяла яңғыҙ ҡаласаҡ кескәй туғандарын уйлай. “Бәлки, улар өсөн минең үлемем хәйерлерәк тә булыр, ҡараусы булмағас, уларҙы балалар йортона тапшырырҙар, һеңлем дә  аслыҡтан аҙарынып иламаҫ...”
 
Эйе, бала саҡтан ололарҙың хәсрәтен үҙ иңенә алып, нисәмә йылдар ғәзиз кешеһенә бер һүҙ тейҙермәй, кесе туғандарын тәрбиәләгән үҫмерҙең йәне күккә осто. Үҙе һәләк булғандан һуң ғына танышҡан был баланың ни тиклем оло йөрәкле булыуы тетрәндерҙе. Үкенескә ҡаршы, өлкәндәрҙең рәхимһеҙлеге һәм битарафлығы, донъялағы иң ғәзиз кешеһенең хыянаты уның йәнен талсыҡтырҙы. Хәйер, бындай тормошто һирәк оло кеше күтәрә алыр ине. 
Үҙенең үлеме менән кесе туғандарының тормошон яҡшыртырға ынтылған малайҙы онотмайыҡ, ҡәрҙәштәр! Уның йәненә аяттар бағышланһын, был донъяла бер рәхәтлек күрмәгән, бер йылы һүҙ ишетмәгән бала, ниһайәт, тыныслыҡ тапһын ине...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.