1 нояб. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эльмира – БР Президенты стипендиаты!

10 октябрҙә Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетының тантаналар залында 2012/13 йылға исемле стипендиялар һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһын алыусылар наградланды. Исемлеккә уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән студенттар, аспиранттар һәм докторанттар инде. БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультетында “Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит” һөнәре буйынса 4-се курста уҡыған  Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙы Эльмира Фәнил ҡыҙы Харрасова ла БР Президенты стипендиаты исеменә лайыҡ булды.

Башлыҡ кубогына ярыштар

Был аҙнаның шәмбеһендә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙенә волейболсыларҙы йыясаҡ. Бында хакимиәт башлығы кубогына волейбол буйынса район беренселеге уҙғарыла. Ярышта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 
А.ИШНАЗАРОВ.

Уҡыуҙар башланды

Ишмырҙа ауылының мәсетендә Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса уҡыуҙар башланды. Унда күбеһенсә мәктәп уҡыусылары белем ала. Сүрәләр, ғәрәпсә әлифба һәм намаҙ шарттарын өйрәтеүҙе бына бер нисә йыл инде хаҡлы ялдағы уҡытыусы Таңһылыу Яҡуп ҡыҙы Әфләтунова үҙ өҫтөнә алды.
Әмирхан Абыҙгилдин,
имам-хатип.

Иман нуры өләшә

Мерәҫ ауылында Ҡорбан ғәйете юғары кимәлдә үтте. Ҙур булмаған ауылда өс тиҫтәнән ашыу ғаилә ҡорбан салды. Мәктәп ашханаһында ауыл биләмәһе башлығы Т.М. Хафизова ярҙамы менән табын ойошторолдо. Ауыл халҡы һәр дини байрамды юғары кимәлдә үткәргән, йәштәргә, өлкәндәргә иман өләшкән имам-хатип Хәмзә Хафизовҡа бик тә рәхмәтле.
Д. Яхина,
ауыл китапханасыһы.

Ҡорбандарҙы иҫкә алып

Ишмырҙа мәҙәниәт йортонда сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған сара үткән. Унда Ярат, Ҡуянтау, Йылайыр, Бөрйәнйылға китапханасылары ла ҡатнашҡан. Мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сәйәси репрессияға эләккән яҡташтарының яҙмышын тетрәндергес итеп сәхнәләштергән. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан фәһемле сара юғары кимәлдә үткән.

Ҡотлайбыҙ!

Ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендәге уңыштары өсөн Салауат исемендәге АХК механизаторы Кәримов Рәйес Хәмзә улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

* * *
Иген культуралары үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн РФ Ауыл хужалығы министрлығының Дипломы һәм бронза миҙалы менән бүләкләнделәр:
Шәрәфетдинов Айрат Алик улы – “Шәрәфетдинов” КФХ-һы башлығы,
Миңлебаев Барис Фәйрүз улы – “Миңлебаев” КФХ-һы башлығы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.