9 нояб. 2012 г.

Юл ҡағиҙәләрен боҙһаң...


Һуңғы осор илдә, шул иҫәптән республикала ла, иҫерек килеш юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыу йыш теркәлә. Шуға күрә водителдәрҙе хәмер йоғонтоһонда авария ҡылған һәм кешенең һаулығына зыян килтергән өсөн РФ Енәйәт Кодексының 264-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы хөкөмгә тарттырыласағы тураһында иҫкәртәбеҙ. Әгәр фажиғәнең сәбәпсеһе машинала йөрөргә өйрәнеп йөрөүсе булһа, уның өсөн инструктор яуаплылыҡ тота.

Авариянан зыян күреүсенең күреү, ишетеү, һөйләшеү һәләтен юғалтыуы, психик яҡтан тотороҡһоҙға әүерелеүе, битендә уңалмаҫ яралар булыуы, тулыһынса хеҙмәткә яраҡһыҙ ҡалыуы, йөклө ҡатындарҙың тыумаған сабыйына зыян килеүе — һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү тип һанала. Уның кимәлен суд-медицина экспертизаһы билдәләй.
Иҫерек килеш руль артына ултырыу, авария ваҡытында бер йәки күберәк кешенең һәләк булыуы яуаплылыҡты ауырлаштырыусы хәл-шарттарға инә. РФ Енәйәт Кодексының 264-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы—4 йылға, 4-се бүлеге буйынса—7 йылға, 6-сы бүлеккә ярашлы 9 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Бынан тыш, авария ҡылған кеше водитель таныҡлығынан да мәхрүм ителә.
Хөрмәтле водителдәр! Иҫерек килеш руль артына ултырып, һеҙ бик күптәрҙең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуығыҙҙы онотмағыҙ. Ябай юл ҡағиҙәләрен үтәү күп бәлә-ҡазаларҙан алып ҡаласағын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.

И. МОРТАЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.