9 нояб. 2012 г.

“Ғәйепһеҙгә ыҙа сиктек...”


Сәйәси золом ҡорбандары... Ғәйепһеҙгә ыҙа сиккән, ниндәйҙер ошаҡсыға ярай алмаған кешеләр... Уларҙың кемеһелер заманына күрә етеш йәшәй, ә бәғзеһе бигерәк тура һүҙле була. Колхоз-совхоз активистары ла был исемлекте тулыландыра, “планды” тултырырға ярҙам итә.

Ошо көндәрҙә район китапханаһында район хакимиәте менән берлектә “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” исемле золом ҡорбандары балалары – Ғәлиә Әминева, Гөлсирә Абдуллина, Менәүрә Сәйфуллина, Хәйерниса Нурмөхәмәтова, Раҡия Кәримова, Әхәт Мостафин, Фазулла Сарин, Әхиәр Исхаҡов һәм Хәлфетдин Ишморатов менән осрашыу кисәһе үтте. Сарала шулай уҡ район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, ҡаланың 105-се профессиональ лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Зәлиә Солтанова һәм уның студенттары ҡатнашты.

Кисәне алып барыусы Сәрүәр Иҙелбаева: “Кеше тормошонда яһаған хаталары аша йәшәргә өйрәнһә, халыҡтарҙы фажиғә өйрәтә. Йән өҙөрҙәй әрнеүле хәл-ваҡиғалар аҙ булманы илебеҙ тарихында. Аяуһыҙ эшләгән Сталин репрессияһы тирмәненә партия, совет, хужалыҡ етәкселәре, 100 меңләп бер ғәйепһеҙ ябай хеҙмәтсәндәр эләгә”, – тип тарихҡа бер аҙ сәйәхәт итеп алды. Артабан һүҙ ҡунаҡтарға, сәйәси золом ҡорбандарына бирелде.
 
Ғәлиә Әминева 1937 йылда Өмөтбай ауылында донъяға килә. Тиҙҙән уның ата-әсәһе Магнитогорск ҡалаһына күсә. Шулай бер ваҡыт ауыл яғынан быларға НКВД начальнигы ҡунаҡҡа килеп сыға. Һүҙ артынан һүҙ сығып, атаһы Әмин Садиҡ улына бер туған ағаһын нисек ҡулға алыуҙары, атыуҙары тураһында бәйән итә: “Һинең ағайың “Алла бирһә был власть бөтәсәк!” тип ҡупырайып ултыра ине, кәрәген бирҙек!” – ти ул. Был һүҙҙәрҙе ишеткән атайым уны осора һуға. Әсәйем ҡурҡып, ҡунаҡтан атайым өсөн ғәфү үтенеп тә ҡарай, әммә ул уҫал ҡараш ташлап сығып китә”, – тип хәтерләй был көндө Ғәлиә апай. Күп тә тормай Әмин Садиҡ улы ла ҡулға алына. Уны Алыҫ Көнсығышҡа оҙаталар. Ул яҡтарҙа 10 йыл йөрөгәндән һуң, һаулығын ҡаҡшатып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Ғәлиә Әмин ҡыҙы тыныс ҡына хәтерләй алмай, һөйләгән саҡта ирекһеҙҙән тамған күҙ йәштәрен һөртөп-һөртөп ала: “Беҙҙең яҡты көнөбөҙ ҡарайҙы. Тиҫтерҙәрем мине “бандит балаһы”, тип үсекләне. Ғәрлегемдән ҡыҙҙарҙы, көсөм етһә, малайҙарҙы ла туҡмап китә торғайным. 1955 йылда исеме аҡланғас, атайым күҙ йәштәре аша: “Бына бит бер ғәйепһеҙгә ыҙа сиктек!” – тине. 
 
Гөлсирә Абдуллинаның да яҙмыш ептәре сәйәси золом менән барып тоташа. Уның атаһы 1941 йылда, 55 йәшендә, ҡулға алына һәм шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайтмай. 1943 йылда “ауырып үлде” тигән хат килә, әммә һуңынан асыҡланыуынса, ул атылғандар исемлегендә булып сыға.
 
Ә бына Хәйерниса Нурмөхәмәтованың атаһы зинданда данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт менән бергә ултырған. “Йоҙаҡтарҙың үҙенән-үҙе шартлап асылыуын атайым иҫе китеп һөйләне. Яҙмышы ла башҡа ҡорбандарҙыҡы һымаҡ ныҡ аяныслы булманы. Бәлки Мөжәүир хәҙрәттең фатихаһы төшкәндер”, – тине ул хәтирәләргә бирелеп.
 
Әхиәр Исхаҡов: “Минең атайым батша хөкүмәтендә 25 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан кеше. Йәше оло булғанлыҡтан уны һуғышҡа алманылар. Әммә 1947 йылда “алып киттеләр”. Ауырлыҡтарҙы аҙ күрмәнек. Төрлө кәмһетелеүҙәргә дусар булдыҡ. Кеше партияға инә, беҙҙе алманылар. 1954 йылда Өфөгә барған саҡта композитор Хөсәйен Әхмәтов менән осрашырға тура килде. Ул колхоз рәйесенә: “Был балаларҙы кәмһетмәгеҙ, уларҙың атаһы яҡшы кеше ине”, – тигән хат яҙып бирҙе. Шунан һуң тормошобоҙ бер аҙ яҡшырҙы”, – тип һөйләне.
 
Раҡия Кәримованың яҙмышы туранан-тура сәйәси золом менән бәйле булһа ла: “Үҙемде сәйәси золом ҡорбаны, тип атай алмайым. Совет заманында матур йәшәнек. Эйе, ауырлыҡтар ҙа булды. Ашарға ризыҡ, яғырға утын булманы. Шулай ҙа зарланырға яратмайым. Әсәйем шулай өйрәтте. Мин уҡыным, кеше булдым”, – тине.
 
Кешене яҙмыш йөрөтә, тиҙәр. Ул был ҡорбандарҙы себер тарафтарына ла, алыҫ көнсығыш яҡтарына ла алып бара. Ауыр яҙмыш менән һынай, бер ғәйепһеҙгә ҡорбан итә. Осрашыуҙа Фазулла Сарин әруахтарға бағышлап ҡөрьән уҡыны.  Шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, ә һөйләшеү сәй табынында дауам итте.

Эльмира Кейекҡужина.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий