9 нояб. 2012 г.

«Баймаҡ чупакабраһы»

Районда билдәһеҙ йән эйәһе
тураһында имеш-мимештәр таралды

Һуңғы осорҙа Интернет селтәре “чупакабра” тигән бығаса билдәле булмаған йән эйәһенең ҡыҙырыуы, малға, атап әйткәндә, ваҡ малға һөжүм итеүе тураһындағы хәбәрҙәр менән тулды. Ярай, Интернетта ҡайһы бер осраҡтарҙа әҙәм ышанмаҫлыҡ юҡ-бар яҙыуҙарына беҙ күнегеп тә бөтөп барабыҙ инде. Ә бына  киң мәғлүмәт сараларының да был теманы күтәреүе нисектер уйға һала, борсолдора. Хәйер, хәҙер Рәсәйҙең күп кенә матбуғат саралары ла, сенсация артынан ҡыуып, шундай шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтар баҫырға әҙер генә тора.
 

Чупакабра тураһындағы хәбәр беҙҙең Баймаҡҡа ла килеп етте. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы райондың Сәйғәфәр һәм Байым ауылдарында билдәһеҙ йәнлектең һарыҡтарҙы ҡырыуы хаҡында бер нисә сюжет әҙерләп күрһәтте. Был хайуан Байымдағы бер нисә шәхси хужалыҡтың байтаҡ ҡына малын ҡырып өлгөрә. Чупакабраны күреүселәр ҙә бар, тигән хәбәр бар районға таралып, һуңғы осорҙа был хайуан менән “күҙгә-күҙ” осрашҡан кешеләр ҙә йышая башланы. Уны Байым, Ишей тарафтарында ла, хатта Баймаҡтың үҙендә лә “күргәндәр”. Был дөрөҫлөккә тап киләме икән? Әллә чупакабра тигән хайуан ысынлап та бармы?
Әйтергә кәрәк, билдәле ғалимдар, рәсми органдар был мәғлүмәтте кире ҡаға, ундай хайуандың булыуы мөмкин түгел, тигән фекерҙә улар. Был – бүре, төлкө, берәҙәк эттәрҙең генә эше булыуы мөмкин. Ошо хәл тураһында баймаҡтар нимә уйлай икән?
 
– Йорт хайуандарына һөжүм итеүсе билдәһеҙ йән эйәһе тураһындағы хәбәрҙәр уйҙырма ғына, – тип билдәләй БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса Сибай комитетының Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районындағы дәүләт инспекторы Фәйез Фәррәх улы Аралбаев. – Был хәлгә аңлатма ябай: ул бүре лә, берәҙәк эт тә булырға мөмкин. Сөнки хайуандарға аҙыҡ етмәй һәм улар кеше йәшәгән ерҙәргә яҡыная. Ә ни өсөн бер һарыҡты ғына тамаҡламай, бөтә көтөүҙе ҡырып һала һуң улар? Бының менән тәжрибәле бүре балаларын һунар итергә өйрәтә. Бүренең йыртҡыс йәнлек икәнен оноторға ярамай. Шуның өсөн кешеләргә һаҡ, уяу булырға , мал-тыуарын ирекле көтөүгә сығармаҫҡа кәрәк. Кәртә-ҡураны ла нығытыу мөһим.
 
Ә бына Байым ауылынан мәғариф ветераны, староста Нәғимә Заһит ҡыҙы Әминева шундай фекерҙә:
 
– Был бер ниндәй ҙә чупакабра түгел, ә бүреләр. Белеүебеҙсә, быйылғы йәй эҫе, ҡоро булды. Күрше Бөрйән һәм Йылайыр райондарында күп кенә майҙандарҙа урман янды. Ә беҙҙә, Аллаға шөкөр, был тәңгәлдә хәүеф булманы. Минеңсә, бүреләр аҙыҡ эҙләп беҙҙең яҡтарға күпләп килеп сыҡҡан. Беҙ урманға яҡын ғына йәшәйбеҙ. Күп кенә ауылдаштарым Байымда бүреләр йөрөүен үҙ күҙҙәре менән күргән.
 
Ошо уҡ ауылдан Зәйнетдин Ғәлиндың 5 баш һарығын билдәһеҙ хайуан юҡ итә. Хужа үҙе һөйләүенсә, ул сәүек эт тауышын ишетеп ҡала, әммә үҙен күрә алмай.
 
Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы Г.М. Азаматова әйтеүенсә, Сәйғәфәр ауылындағы мал ҡырағайлашҡан эттәрҙең ҡорбанына әүерелгән. Уның билдәләүенсә, аҙаҡҡы осорҙа эттәр ауыл һарыҡтарына һунар итеүен “туҡтатҡан”.
 
Ауыл хужалығы производствоһы ветераны, элекке һунарсы Фрунзе Исрафилов чупакабра кеүек имеш-мимештәргә ышанмай, бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, тип белдерә. “Бүре, ҡоторған төлкө, ҡарһаҡ, ҡырағайлашҡан эт, хатта сәүек тә ваҡ малға ташлана, – ти ул, – сөнки хәҙер йыртҡыс йәнлектәр аҙыҡ эҙләү маҡсатында күпләп ауылдарға яҡыная. Һуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәр мәсьәләһе лә оло проблемаға әйләнде. Улар ҡырағайлаша барып, ысын йыртҡысҡа әүерелә. Бүре, мәҫәлән, ҡырҙа йөрөгән көтөүҙәге малды ашамай, тәүҙә ҡырып сыға, һуңынан табышын эҙләп кире килә. Ҡарһаҡ та, кәүҙәгә ҙур булмаһа ла, бик сос, көслө хайуан, уның хатта кешегә ташланыуы мөмкин. Тимәк, бында ниндәйҙер билдәһеҙ йән эйәһе тураһында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ.
 
Бүреләрҙең күпләп ауылдарға яҡынайыуы башҡа тарафтарҙан да ишетелә. Ошо көндәрҙә генә Ҡолсоранан Нуретдин Самарбаев ауылға яҡын ғына ерҙә халыҡтың һарығын көткән мәлендә көпә-көндөҙ бүре малға һөжүм итә. Дөрөҫөрәге, ташланып өлгөрмәй, ваҡытында сара күреү арҡаһында көтөүгә зыян килмәй. Ғөмүмән, ауыл кешеләре иҫбатлауынса, быйыл бүре үҙен бик агресссив тота, бер нәмәнән дә, хатта кешенән дә ҡурҡмай.
 
Нимә эшләргә? Был тәңгәлдә һунарсыларға атҡан бүре өсөн, элекке замандарҙағы кеүек, аҡсалата дәртләндереү сараһы ҡулланыу, берәҙәк эттәр проблемаһын яйға һалыу кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта мал көтөүҙә лә тәртип булырға тейеш, берәҙәк малдың бурҙар йәки йыртҡыстар ҡорбанына әүерелеүе бер бөгөн генә түгел. Уяу булайыҡ, теләһә ниндәй имеш-мимештәргә ышанмайыҡ. Әйткәндәй, БСТ каналында Байым ауылындағы ошо хәл тураһында телефон аша һөйләүсе егеттең ысынында иһә Айбулат Әминев түгеллеге асыҡланды. Баҡтиһәң, икенсе берәү сенсация яһау маҡсатында шылтыратҡан икән. Күрәһең, кешене ҡурҡытып, унан кинәнес алыусылар беҙҙең Баймаҡта ла бар. Бик ҡыҙғаныс...

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.