5 нояб. 2012 г.

Депутаттарға яңы бурыстар билдәләнде


1 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советының беренсе ойоштороу ултырышы уҙҙы. Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариаты етәксеһе З.И. Еникеев, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары А.В. Лихачев, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.

Баймаҡ районы муниципаль район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Артабан сараны депутаттар составынан төҙөлгән инициатива төркөмө етәксеһе Д.Ғ. Арсланов алып барҙы. Депутаттар “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль Закондың 36-сы статьяһының 2-се бүлегенә, “Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара органдары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законының 12-се статьяһының 4-се бүлегенә һәм Баймаҡ районы муниципаль район Уставының 21-се статьяһының 2-се бүлегенә таянып, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советының рәйесе итеп бер тауыштан 16-сы Төркмән һайлау округы депутаты Динара Юрис ҡыҙы Сәйғәфәрованы һайланы.
 
Район Советы рәйесе көн тәртибенә муниципаль район Советының даими комиссияларын булдырыу мәсьәләһен сығарҙы. Шулай итеп, бюджет һәм милекселек, сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, ғәҙәттән тыш хәлдәр, аграр мәсьәләләр һәм экология, социаль-гуманитар, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция буйынса комиссия ойошторолдо.
 
Артабан ултырышта 2012 йылға ҡаралған муниципаль район бюджетына төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.И. Сирғәлин сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 28 октябрендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү Программаһын раҫлау тураһында”ғы 335-се ҡарарына төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов мәғлүмәт бирҙе. 
 
Ултырыш һуңында депутаттарға депутатлыҡ знактары һәм мандат тапшырылды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.