2 янв. 2012 г.

Яңы йыл, яңы бәхет менән!


Хөрмәтле райондаштар һәм ҡунаҡтар!
2011 йыл тиҙҙән тарих биттәрендә ҡаласаҡ һәм  иң яратҡан, күңел йылыһы өләшкән ғаилә байрамы – Яңы йыл киләсәк. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана.
Йолаға ярашлы, байрам алдынан үткән йылға йомғаҡ яһала һәм алдағы көндәргә яңы маҡсаттар ҡуйыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, республикабыҙ Президенты һәм Хөкүмәте ярҙамы менән 2011 йылда районыбыҙҙың үҫеше өсөн бик күп эштәр башҡарылды.
Мин һеҙгә тыуған еребеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ,фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, терәк-таянысығыҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Уҙып барған йыл беҙҙең хәтеребеҙҙә сағыу, бай хәл-ваҡиғалары менән һаҡланасаҡ.
Яңы йылдың яҙмышы – беҙҙең ҡулда. Шуға күрә 2012 йыл районыбыҙҙың үҫешен, халҡыбыҙҙың йәшәү шарттарын юғары кимәлгә күтәргән яуаплы мәл булһын.
Ысын күңелдән һеҙҙе яҡынлашып килән Яңы йыл менән ҡотлайым! Бар изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ яҡшылыҡ һәм мөхәббәт нурҙарына сорналһын.
Хөрмәтле яҡташтар, шатлыҡ-ҡыуаныс, ныҡлы һаулыҡ һәм ҙур-ҙур уңыштар һеҙгә! Яңы йыл, яңы бәхет менән!
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.


Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
Хөрмәтле ҡала һәм район халҡы!
Һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Яңы йыл – ул барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Беҙ ошо мәлдә үткән йылды хәтергә төшөрәбеҙ. Әлбиттә, бөтәһе лә булды: бәхет һәм буш өмөттәр, шатлыҡ һәм һағыш, асыштар һәм юғалтыуҙар. Беҙ уларҙы хәтер һандығына һалып ҡуйҙыҡ. Уҙған йыл ваҡиғаларына баһа биреп, беҙ тәүге сиратта  яҡындарыбыҙ, ғаиләбеҙ, йылды үҙебеҙ нисек үткәреүебеҙ тураһында уйлайбыҙ. Сөнки республика һәм бөтә ил тормошо беҙҙең яҙмыштарҙан, эшебеҙҙән һәм хистәребеҙҙән ярала.
Шуны ҡыйыу әйтергә мөмкин: тарихта ҡаласаҡ 2011 йыл һөҙөмтәлә беҙҙең өсөн бөтә йүнәлештәр буйынса ла ыңғай булды һәм беҙҙең күп нәмәгә һәләтле, ҙур маҡсаттарға ирешә алыуыбыҙҙы асыҡ күрһәтте.
Яратҡан байрамыбыҙ – Яңы йыл беҙҙең иң яҡшы кешелек сифаттарыбыҙ – изгелек, ышаныс, ғәҙеллек, аҡыл, шулай уҡ балаларыбыҙға һәм атай-әсәйҙәребеҙгә, туғандар һәм яҡындарға, тыуған йортобоҙға һәм Ватанға һөйөү тирәләй берләштерә. Һыуыҡ ел-бурандарына ҡарамаҫтан, ул яҡты һәм йылы байрам булып ҡала.
Алда бихисап яҡты байрам көндәре. Һеҙҙең барлыҡ изге уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын. Һәр ғаиләлә сәләмәтлек һәм именлек хөкөм һөрһөн. Аҡ бәхеттәр һеҙгә! Яңы йыл менән!
Хөрмәт менән – Рафаэль Сырлыбаев, Башҡортостан
Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.

Яңы йыл кисендә

Ишетелә төҫлө Ҡыш бабайҙың
Пар аттарҙа сабып килгәне,
Янындағы ҡыҙы Ҡарһылыуҙың
Сылтыратып ихлас көлгәне.
Онотолһон әйҙә борсолоуҙар,
Бошоноуҙар ҡалһын был йылда.
Ихлас ҡыуандырыр ҙур уңыштар,
Насип булһа, килер быйыл да.
Ҡупшы шыршылағы йондоҙсоҡтай
Күңелдәрҙән шатлыҡ һибелә.
Тирә-йүнде аҡлыҡ, сафлыҡ ҡаплай,
Еребеҙгә Яңы йыл килә!
Зилә Ғәйетҡолова.

Хроника

Төҙөлөүсе Темәс һөт комбинатының директоры вазифаһына күсерелеү сәбәпле, Камалетдинов Бикйән Таңғатар улы Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһынан бушатылды.
Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп эштәр идарасыһы Тайсина Гөлдәр Нурулла ҡыҙы тәғәйенләнде.
Эштәр идарасыһы вазифаһына Йәнсурин Рауил Хөрмәт улы тәғәйенләнде.

Конкурс еңеүселәре билдәләнде

Билдәле булыуынса, ай башында районда Яңы йыл тройкалары, биналарҙы һәм боҙ ҡаласыҡтарын байрамса биҙәү буйынса смотр-конкурс иғлан ителгәйне. Ошо көндәрҙә  комиссия йөрөп тикшереп сыҡты.

Биләмәләрҙә Яңы йылға әҙерлек төрлөсә башҡарылған. Шуны билдәләргә кәрәк – Ғүмәр, Әхмәр һымаҡ бәләкәй ауылдарҙа байрам ҡаласыҡтары ҡороу, шыршыларҙы биҙәүҙә халыҡ айырыуса тырышлыҡ күрһәткән. Комиссия ағзаларына Яңы йыл тамашаһын күрһәтеүҙә Буранбай, Татлыбай халҡына етеүсе булманы.
Шулай итеп, боҙ ҡаласыҡтары ҡороу һәм биҙәү буйынса беренсе урынға Әбделкәрим, икенсегә Таулыҡай һәм Ҡолсора ауыл биләмәләре сыҡты. Өсөнсө урын иһә Ярат, Татлыбай, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенә  тапшырылды.
“Иң яҡшы театрлаштырылған һәм массалы Яңы йыл тамашаһы” номинацияһында беренсе урын алған Татлыбай ауылы халҡы комиссия ағзаларын һәр йылдың нимә белдергәнен күрһәтеп ҡаршы алды. Урамдан үткәндә өйҙәренең алдында кемдер йыл символы тип һыйыр, эт бәйләгән, берәүҙәр сусҡа, маймыл булып кейенгән. Тамашасылар аҙаҡтан усаҡ янында йыйылған йондоҙнамә билдәләренең кәңәш ҡороуын ҡараны.
Икенсе урынға лайыҡ булған Ғүмәр халҡы тамашаға бигерәк ихлас булды. Ҡыҙыҡлы костюмдар (“Һыйыр”, “Үгеҙ”, “Сысҡан”, “Блондин ҡыҙ”), телевизорҙан сығыш шуны дәлилләне. Буранбайҙар ҙа бирешмәне, йыр-моң менән барыһын да уҙҙырып, үҙҙәрен мәҙәни кешеләр төбәге тип йәнә лә иҫбатланы. Өсөнсө урында булған Һаҡмар, Ҡолсора, Әхмәр, Семеновск ауылдары халҡының да сығыштары иғтибарға лайыҡ ине. 
Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың “транспорт сараһы” – Яңы йыл тройкалары ярышын барыһы ла яратып ҡараны. Быйыл “Уңыш” АХК-һы беренсе урын алды. Икенсе урын “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Октябрь” АХК-һына тапшырылды. Ниғәмәт ауыл биләмәһе, “Таналыҡ” АХК-һы, Билал ауыл биләмәһе өсөнсөгә лайыҡ булды.
Әйткәндәй, тройкалар конкурсы тип иғлан ителһә лә, бер йәки ике ат егеүселәр ҙә осраны. Төҫтәре бер иш, иң мөһиме – үҙ-ара талашмаған аттарҙы һайлау мәшәҡәтле эш булып торһа ла, ярыш шарттарын барыһы ла үтәргә тейеш ине. 
Байрамға әҙерлек эштәрендә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн С.Р. Йыһаншинаға (Күсей ауыл биләмәһе башлығы) һәм Таулыҡай, Төркмән, Беренсе Этҡол, Ҡолсора мәктәптәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Унан тыш тырыш ғаиләләр - Ҡәҙриә һәм Ғирфан Булатовтар, Зифина Шәйҙуллина, Илдар Биктимеров, Кәрим Булатов (Әбделкәрим), Фәрхәт Әхмәтов (Иҫке Сибай), Зилә һәм Рәсүл Мостафиндар (Үрге Иҙрис), Зөлфирә Күсәбаева (Мерәҫ), Айбулат Ғайсин (Өмөтбай) тәбрикләнде.   
Яңы йыл сараларына яҡшы әҙерлек өсөн Рәхмәт хаттары шулай уҡ номинант тип билдәләнгән ауыл биләмәләренә һәм биләмә башлыҡтарына – М.С. Сәғәҙәтова (Таулыҡай), Ф.Ә. Әхмәтов (Ярат), Х.Ғ. Булатов (Әбделкәрим), Р.С. Ишмырҙин (Ҡолсора), Г.У. Сәлимова (Семеновск), М.С. Вәлишин (Ишбирҙе), Г.Й. Азаматова (Беренсе Этҡол), ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншинға тапшырылды.  
Айбулат Ишназаров.
Е. Ғүмәрова фотоһы.

Беҙ – «аждаһа»лар!

Тормошта төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр, күренештәр була. Хатта уларҙы күреп “Кинофильмдарҙы ысынбарлыҡтан алалар икән!” – тип уйлап ҡуяһың.

Күҙ алдына килтерегеҙ – ябай ауыл мәктәбе. Бишенсе класс. Унда дүрт малай һәм бер ҡыҙ белем ала. Үҙҙәре шундай шаян, шуҡ, белемгә ынтылыусан ул Мөхәмәт Рафиҡов, Илмир Мансуров, Ирәндек Ишмөхәмәтов, Илнур Рыҫкилдин, Раушания Сәлимйәнова. Был һыҙаттарҙы уларҙа класс етәксеһе, Йәнйегет мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы Рафиҡова тәрбиәләй.
Бында нимәгә ғәжәпләнергә тиһегеҙме? Улар барыһы ла – «Аждаһа»лар! Эйе-эйе, балалар ҙа, уҡытыусы ла, йәнә Мөхәмәт һәм Ирәндектең әсәләре (1964 һәм 1976 йылғылар) Аждаһа йылында донъяға килеп, 2012 йылды түҙемһеҙләнеп көтә.
Аждаһа йылында тыуған кешеләр ғәҙел, ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусан булыуы менән айырылып тора. Улар ялҡауҙарҙы, һүлпәндәрҙе, аҡылһыҙҙарҙы яратмай. Аждаһа матур йылмайһа ла, кәрәк саҡта ауыҙҙарынан ут та сығара ала. Бигерәк тә кемдер уның шәхси биләмәһенә һорауһыҙ килеп инһә. Әгәр инде Аждаһаның әйберенә ҡул һуҙырға уйлаһағыҙ... Һеҙҙең менән ни буласағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Ләлә Һөйөндөк ҡыҙынан: “Шул тиклем күп «Аждаһа»лар бер урынға йыйылған. Ысынлап та, һыҙаттарығыҙ ошо йылға тап киләме?” – тип һорайым. Уҡытыусы көлөмһөрәп: “Тулыһынса тап килгәнбеҙ, шикләнерлеге лә юҡ. Шулай ҙа был күренештең ыңғай яҡтары күберәк”, – тине.
Ысынлап та, тырыш балалар тик яҡшы билдәләргә уҡырға ынтыла, төрлө олимпиада, ярыштарҙа, мәҙәни сараларҙа оло теләк менән ҡатнаша. Тик киләсәктә кем буласаҡтарын әлегә сер итеп һаҡлайҙар.
“Аждаһа йылынан ниҙәр көтәһегеҙ?” – тигән һорауға, улар дәррәү итеп: “Тик уңыштар ғына, сөнки был – беҙҙең йыл!” – тип яуап бирҙе.
Эйе, уларҙың теләктәре фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килһен.
Бөгөн беҙҙең ишекте ҡағасаҡ Аждаһа ялҡауҙарҙы, алдаҡсыларҙы яратмай, ә дәртле, рухлы, тынғыһыҙ, эшһөйәр кешеләргә тылсым таяғын бирәсәк. Шуға күрә барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда, дуҫтар!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Мөғжизәләр булып тора!

Кескәй бала өйҙәренә килеп ингән һаҡаллы Ҡыш бабай, һылыу Ҡарһылыу, уға эйәргән Ҡуянға ҡарап һоҡланыуынан тын ҡала. Юҡ-юҡ, ҡунаҡтар улар ғына түгел, төрлө йәнлек булып кейенгәндәре ишек төбөндә тапана. Бала тәүҙә ҡаушап, унан батырайып әсәһе менән әҙерләгән шиғырын, йырын йырлап ишеттерҙе. Ҡыш бабай уны маҡтап, арҡаһынан һөйөп алды. Шыршы тирәләй йырлап-бейеү, Ҡыш бабайҙың алдында ултырыу, Ҡарһылыуҙың йомаҡтарына яуап биреү... Эйе, былар барыһы ла кескәйҙең йыл буйы ҡәҙерләп һаҡлаған хәтирәһе буласаҡ, уны шәфҡәтле, миһырбанлы итеүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Бындай матур кисә ҡайҙалыр ҙур ҡалала, артистар тарафынан ойошторола икән тип уйлаһағыҙ – яңылышаһығыҙ. Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре атҡара был матур йоланы. Ҡыш бабай–Илдар Шәйәхмәтов (мал ҡараусы), Ҡарһылыу – Ләйсән Иҫәндәүләтова (ауыл китапханасыһы), Сәкинә Сөләймәнова һәм Рәмзиә Сәйетҡолова (мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре), гармунда өҙҙөрөп уйнаусы – Зариф Сапаров (художество етәксеһе) һәм уларҙы ойоштороусы Зөлфиә Солтанғолова (Ишмырҙа мәҙәниәт йорто директоры).
Балаларға байрам бүләк итеү уйы физик мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙең йәшәйешен биҙәү теләгенән килә уларға. “Көндәр буйы өйөндә ултырған, йүгереп уйнай алмаған ҡыҙҙар һәм малайҙарға мөғжизә бүләк итеү – беҙҙең өсөн оло бәхет. Улар ғына түгел, ә ата-әсәләре лә һәр көнгә оло ышаныс менән йәшәй бит. Кешенең өмөтөн һүрелтергә ярамай, киреһенсә, уны тағы дөрләтеп ебәрергә кәрәк”, – ти улар.
Ысынлап та, мөғжизә бүләк иткән апай-ағайҙарҙы һәр кем йыл һайын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уларға ярҙам күрһәткән ауыл биләмәһе, “Байҡара” агрофирмаһы етәкселегенә бик тә рәхмәтле. Сөнки йыл һайын шыршы ҡуйыу, кескәйҙәргә тәмлекәстәр таратыу өсөн, үкенескә ҡаршы, ҙур хыял ғына етмәй, матди ярҙам да кәрәк.
Зөлфиә Тимербулат ҡыҙы Солтанғолова әйтеүенсә, ауылда Яңы йыл гөрләп үтә. 30 декабрҙә бар ауыл менән шыршы янында 2012 йылды ҡаршылайҙар. 31 декабрҙә һәр кем ғаиләһе менән байрамды үткәрһә, 1 ғинуарҙан башлап улар тағы төрлө әкиәт геройҙарына әүерелеп, балаларҙы ла, ололарҙы ла ҡыуандыра.
Эйе, ауылдаштарына, бигерәк тә кескәйҙәргә бәхет-шатлыҡ бүләк иткән был изге күңелле кешеләргә тик уңыштар теләге килә. Яңы йыл һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың бар теләктәрен тормошҡа ашырһын!

Ҡыш бабай миңә кәләш...

Яңы йыл минең һәм ҡатыным өсөн иң ҡәҙерле байрам. Сөнки беҙ ошо көндә, дөрөҫөрәге төндә  таныштыҡ. Баймаҡта дуҫтарым менән урам ҡыҙырып йөрөгәндән һуң, ауылдан яңы күсеп килгән ағайым менән еңгәйемә ашыҡтым. Яңы өйләнешкән парҙы уңайһыҙлауы ҡыйын һымаҡ булһа ла, еңгәйем ихлас күңелдән саҡырғас, ризалаштым. Подъезға етеп барғанда бер ҡыҙҙың илауын күреп ҡалдым. Тәүҙә үтеп киттем дә, унан ниндәйҙер көс мине кире борҙо. Тегенең янына барып ипләп кенә “Нимә булды?” – тинем. Ҡыҙ миңә боролоп ҡараны ла, ҡурҡып китте. Шулай булмай ни? Ул бәләкәй генә, ә мин унан ике башҡа ҙурыраҡ, тауышым да ҡалын ғына. Ҡыҙ шөрләһә лә: “Һеҙгә нимә кәрәк?! Хәҙер мин һеҙҙеме!..” – тине лә әзмәүерҙәй егетте ни эшләтергә белмәй тынып ҡалды. Ҡыҙға үҙемдең уны йәлләп туҡтауымды саҡ аңлата алдым. Баҡһаң, иптәш ҡыҙҙары менән Яңы йыл кисәһен бергә үткәрергә һөйләшеп, аҡса йыйғандар. Был аҙыҡ-түлекте һатып алып килгәндә ун һум аҡсаһын юғалтҡан. Ә совет заманында 10 һум хәҙерге мең һумдан ҡиммәтерәк ине. Был уртаҡ аҡсаға улар ауылдары яғына таралышырға тейеш булған. Башҡа береһенең дә аҡсаһы юҡ. Ҡыҙҙарына аҡсаны юғалтыуын нисек әйтергә белмәй ҡурҡып илап тора икән. Ҡурсаҡтай нәфис кенә ҡыҙҙы шул тиклем йәлләнем. Кеҫәмдәге һуңғы ун һумлыҡты сығарып уға тотторҙом. Үҙемдең кеҫәлә тинлектәр генә ҡалды. Ҡыҙ аҡсаны алыуҙан ҡырҡа баш тартты, шулай ҙа мин уны “бурысҡа” тигән булып өгөтләй алдым. Шул саҡ мин эргә-тирәлә шау-шыу тынып ҡалғанын тойоп, сәғәтемә күҙ һалдым. Сәғәт ун ике тула биш минуттан! Бәләкәй генә ҡыҙҙа ҡайҙан шундай көс табылғандыр, мине етәкләп йүгертеп алып китте. Беҙ ҡыҙҙар йыйылған бүлмәгә барып ингәндә сәғәт ун икене һуға башлаған ине. Зиләйлүгем менән ошо яңы тыуған йылдың 8 мартында уҡ өйләнештек. Аллаға шөкөр, бик бәхетле йәшәйбеҙ.    
Ғәлийән ХӘБИРЙӘНОВ.
Урғаҙа ауылы.


...ә миңә туғандар бүләк итте
Яңы йыл алдынан ғына эшем буйынса Күмертау ҡалаһына юлланырға тура килде. Эшемде эш итәм тип ике көн саптым. Ни тиклем тырышһам да 30 декабрҙә ҡуҙғалған автобусҡа өлгөрмәнем. Ул саҡта кеҫә телефоны түгел, бындайы ла һирәк кешелә генә бар. Ҡатыным менән Яңы йылға ҡунаҡтар саҡырыуыбыҙҙы уйлап бошондом. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, 31-е лә мин Баймаҡ яҡтарына ҡуҙғалған автобусҡа инә алманым. Ҡунаҡхананан сығып киткәйнем, уныһында ла урын ҡалмаған. Вокзалда ултырҙым-ултырҙым да, урам буйлап киттем. Күңелем төшөп, ҡаланы ҡыҙырам. Халыҡ майҙанға йыйылған, шау-гөр килеп күңел аса. Ана, тағы бер төркөм кешеләр гармун тартып, йырлашып килә. Шул саҡ береһе яңғыҙ ситтә торғаныма иғтибар биреп, яныма килде. “Эй, дуҫ, ниңә бойоғоп тораһың байрамда?” – тип һораны. Тегегә бар бәләмде һөйләп бирҙем. “Ул да булдымы ҡайғы! Имен-һау ғына бул, тыуған яғыңа ҡайтырһың. Туҡта-туҡта, Баймаҡ тиһеңме?” – тип һораша башланы. Сабит менән әңгәмәләшә торғас, туғандар булыуыбыҙҙы асыҡланыҡ. Быны белгәс, уға ҡунаҡҡа йыйылған бар кешеләр мине ҡосаҡлай башланы. Араһында Ҡуянтау ауылынан Мөхтәр ҡорҙаш та (хәҙер мәрхүм инде) булып сыҡты. Аҙашып ҡалып үткәргән Күмертауҙағы Яңы йыл байрамым иң еллеһе булды. Ҡорҙаш менән 1 ғинуарҙа күңелле генә килеп төшкәс, еңгәгеҙ әҙерәк асыуланып алды алыуын. Әммә шул төндән алып, бына хәҙер 30 йылдан ашыу Күмертауҙағы Мәҡсүтов туғандарыбыҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ. Шуға күрә ҡартайһам да Яңы йыл мөғжизәләренә лә, әкиәттәргә лә ысын күңелдән ышанып йәшәйем.
Мансур ИҘРИСОВ.
Баймаҡ ҡалаһы.

Яҡташтарыбыҙҙың күңел түренән


– Ысын күңелдән бар район халҡын Яңы йыл менән ҡотлайым! Ҡайҙа ғына булһам да, баймаҡтар тураһында матур, йылы һүҙҙәр ишетеп ҡыуанып, ғорурланып йәшәйем. Яңыраҡ Өфөлә студенттар менән осрашыу үткәреп, йәштәребеҙҙең күңелен үҫтергән өсөн район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа һәм бар етәкселәргә рәхмәтемде белдерәм. Был сара беҙҙең райондың үҫешенә ныҡлы йоғонто яһаясаҡ. 
Бибисара Азаматова.
Өфө ҡалаһы.

– Хөрмәтле ҡәрҙәштәрем! Баймаҡ һыуын эсеп үҫһәм дә, яҙмыш миңә сит ҡалаға күсергә насип иткән. Шулай ҙа мин үҙемдең рухлы башҡорт еренән булыуымды һис ҡасан хәтеремдән сығармай, “беҙ – баймаҡтар!” тип йәшәйем. Килгән йылдың Аждаһаһы ҡара булһа ла, йыл үҙе тик аҡ төҫтәргә, аҡ бәхеттәргә мансылһын.
Гүзәлиә Ырыҫҡолова.
Бөрө ҡалаһы.

– Минең ҡәҙерле яҡташтарым! Сәғәт 12-не һуҡҡанда сит ерҙәрҙә һеҙҙе һағынып, һеҙгә бәхет, шатлыҡ, мөхәббәт, ғаилә именлеге теләп йәшәгән ырыуҙаштарығыҙ барлығын онотмағыҙ. Ҡайҙа булһаҡ та, бер-беребеҙҙең йөрәк йылыһын, терәк-таянысын тойоп йәшәргә яҙһын!
Морат Ирназаров.
Силәбе өлкәһе, Пласт ҡалаһы.