6 янв. 2012 г.

7 ғинуар – раштыуа байрамы

Һәр йортҡа шатлыҡ килһен
Хөрмәтле яҡташтар!
Ысын йөрәктән һеҙҙе Раштыуа байрамы менән ҡотлайым!
Был матур көн шатлыҡ, яҡтылыҡ һәм киләсәккә өмөт нурҙары менән һуғарылған. Раштыуа – яңы тормош башланыуының билдәһе. Ул ышаныс, күңел таҙалығы, эскерһеҙлеккә ҡоролған. Шуға күрә кешеләргә тағы ла яҡшыраҡ булырға ярҙам итә, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, ғәҙеллек сифаттарын бүләк итә. Был байрам кешеләрҙе изге эштәргә өндәй, иғтибарыбыҙҙы ярҙамға мохтаж, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалыусыларға йүнәлтә.
Беҙҙең хоҙур, матур тыуған яғыбыҙҙа элек-электән төрлө милләт, дин вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәгән. Раштыуа байрамы ла кешеләрҙе бер-береһен аңлашыуға, килешеүгә саҡыра. Шуға күрә тыуған яғыбыҙҙа һәр саҡ тыныслыҡ, бер-беребеҙгә ихтирамлы һәм иғтибарлы булып йәшәүебеҙ тик үҙебеҙгә генә бәйле икәнлеген онотмаһаҡ ине. Тик бергәләшеп кенә уртаҡ йортобоҙ – районыбыҙҙың именлеген һаҡлап, уны тағы ла матур, етеш, яҡшыраҡ итә алабыҙ.
Ошо матур ҡышҡы байрам көндәрендә һәр йортҡа шатлыҡ килеп, тылсымлы, мөғжизәле нурҙарына сорнаһын. Раштыуа байрамынан алған яҡтылыҡ һеҙгә йыл дауамында көс-дәрт, юғары кәйеф бирһен. Тыуған яғыбыҙҙы үҫтереү өсөн хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуанысҡа ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Мөхәррир һүҙе

Яңы йылға – яңы өмөттәр менән!
Кеше үҙенең булмышы,эске донъяһы, тәбиғәте менән шулай ҡоролған: яңы йылдан ул һәр ваҡыт ниндәйҙер мөғжизә көтә, быға тиклем тормошҡа ашмай ҡалған хыялдарының ниһайәт үҙенә йөҙ менән боролоуына өмөтләнә, өр-яңы уй-ниәттәр  менән йәшәй. Һәм был яҡшы сифат та. Сөнки әҙәм балаһы һәр ваҡыт яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылырға, изгелеккә өмөт итеп йәшәргә тейеш. Шунһыҙ тормоштоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине, моғайын.
Үткән йыл илебеҙ, республикабыҙ һәм районыбыҙҙың тормошо төрлө сәйәси-ижтимағи ваҡиғаларға бай булды. Рәсәйҙең яңырыуға курс алыуы (инде нисәнсе тапҡыр), Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау, Башҡортостаныбыҙҙың һәм шул иҫәптән районыбыҙҙың сәйәси, социаль-иҡтисади тормошондағы үҙгәрештәр – быларҙың барыһы ла хәҙер инде үткән 2011 йылда, тарих биттәрендә тороп ҡалды. Шул уҡ ваҡытта йәнде тетрәтерлек, барса халыҡты уйға, хафаға һәм ҡайғыға һалған мәлдәр ҙә булманы түгел. Татарстанда “Булғар” теплоходының һыу аҫтына китеүе, Ярославлдән “Локомотив” хоккей командаһының авиакатастрофала һәләк булыуы, Дәүләт Думаһына һайлауҙың һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булмаған халыҡтың үҙ хоҡуҡтарын яҡлап митингыларға сығыуы, Тыва Республикаһында көслө ер тетрәү һәм башҡалар... Был ваҡиғаларҙың барыһы ла хәҙер  тарих йылъяҙмаһына теркәлгән бер бит кенә. Шулай ҙа беҙгә уларҙың һәр береһенән һабаҡ алырға, башҡаса ундай күңелһеҙ мәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн тырышырға кәрәк.
Әле тыуған 2012 йыл Аждаһа исеме менән нарыҡлана. Уны хәтергә төшөргәс тә бәләкәй саҡта өләсәйҙәрҙең әкиәттәренән ишетеп үҫкән, тылсымлы китаптарҙан таныш тирә-яғына утлы ялҡын сәскән өс башлы имәнес дейеү күҙ алдына килеп баҫа. Шулай ҙа был әкиәт геройынан ҡурҡырға ярамай, киреһенсә, уның беҙҙе ҡурсалап яҡларына ышанырға, уның ярҙамына өмөт итергә кәрәк. Ни тиһәң дә әле яңы башланып торған йыл да тарихи ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Шуларҙың иң мөһиме һәм әһәмиәтлеһе, әлбиттә, 4 мартта уҙасаҡ Рәсәй Президентын һайлауҙыр. Был кампанияның шыма һәм тауыш-тынһыҙ ғына үтеүе бик икеле. Ана бит, нисәмә кеше ил башлығы булырға теләк белдерҙе. Был үтә яуаплы вазифаға дәғүә итеүселәрҙең һәр береһенең үҙ программаһы, үҙ маҡсаты, уй-ниәттәре. Шулай ҙа халыҡ айыҡ аҡыл менән был һайлау-һынауҙы ла лайыҡлы үткәреп ебәрер тип ышанырға кәрәк. Баймаҡтар был яҡтан һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды һәм киләсәктә лә шулай булыр тип ышанайыҡ, хөрмәтле яҡташтар.
Тормоштоң йәме киләсәккә өмөттә, тиелгәйне баштараҡ. 2012 йыл да һәр кемебеҙгә тик шатлыҡ-ҡыуаныстар, һөйөнөслө хәбәрҙәр, бәхетле көндәр генә килтерһен! Яңы башланып торған йылда ла беҙҙең менән, туған телебеҙҙә донъя күргән яратҡан гәзитебеҙ менән бергә ҡалыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Ижади коллективыбыҙ быйыл гәзит уҡыусыларҙы тағы ла фәһемлерәк, уйландырырлыҡ мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы репортаждар, йәнле әңгәмәләр, һуңғы “ҡыҙыу” яңылыҡтар менән ҡыуандырасаҡ. Тик донъялар ғына имен торһон! Барығыҙға ла ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, яңы үрҙәр, ҡояштың яҡты нурҙарына мансылған бәхетле көндәр һәм айлы төндәр, балалар, ейәндәр бәхете, изгелектәр генә насип булһын! Яңы йыл менән!
Илһам Йәндәүләтов,
“Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы директоры
 (баш мөхәррире).

Афарин!

Кремлде лә күрҙек беҙ!
Республиканан 115 балаға Кремль шыршыһында ҡатнашыу бәхете насип булды. Баймаҡтағы 2-се мәктәптең 8-се “б” класы уҡыусыһы Гүзәлиә Рәхмәтуллинаға ла улар араһында булыу бәхете йылмая.
Ул тик “бишле”гә уҡығаны, башҡорт теленән олимпиадала, бейеү буйынса мәктәп һәм ҡала күләмендәге конкурстарҙа  яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн бындай Яңы йыл бүләгенә лайыҡ булған. Тәьҫораттарын белеү ниәтендә Гүзәлиә менән осраштыҡ. Ул ҡыуанысы менән ихлас бүлеште.

 – Байрам 24-26 декабрҙә үтте. Өфөлә Р.Ғарипов исемендәге гимназияла бер төн йоҡланыҡ та, иртәгеһенә сәғәт 10-да Мәскәүгә остоҡ. Баш ҡалаға урындағы ваҡыт менән 10-да барып төштөк. Беҙҙе “Гамма-Дельта” отеленә урынлаштырҙылар. Мин унда Стәрлетамаҡтан Наҙгөл исемле ҡыҙыҡай менән йәшәнем. Кискеһен отелдең концерт залында “Лукоморье” тигән мюзикл күрһәттеләр. Иртәнсәк шыршы байрамына алып киттеләр. Беҙ Кремлдең икенсе ҡатындағы байрамда ҡатнаштыҡ. Беҙҙе Рәсәй Президентының ҡатыны Светлана Медведева ҡотланы. Унда ҡыҙыҡлы “Яңы йыл әкиәте” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәттеләр, фотоға төштөк, күстәнәстәр тараттылар. Кискеһен Измайлов соборында булдыҡ. Иртәгеһенә ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙҙе яҡшы итеп ҡарап ҡына йөрөттөләр. Үҙемә бик күп дуҫтар таптым. “Вконтакте” сайты аша аралашып торабыҙ.
Күҙҙәре ике йондоҙ кеүек янып һөйләгән ҡыҙҙың киләсәккә хыялын белешеү ниәтемә: “Мәскәүгә уҡырға барам тип ҡайттым!” – тип йылмайҙы.
Гүзәлиәнең әсәһе – 2-се мәктәптең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Нелли Рәхмәтуллина: “Уның класташтары барыһы ла яҡшы уҡый, һөҙөмтәләргә ирешә. Ҡыҙым быйыл ундай ҙур сарала дүртенсе ҡатнашыусы. Берәүһе Президент шыршыһында булды, берәр уҡыусы “Орленок”та, Сочиҙа ял итте. Гүзәлиә Марина Шәрипова етәкләгән “Экзотик” бейеү студияһында яратып шөғөлләнә. Быға тиклем скрипка, вокал, милли бейеү кластарына йөрөнө, үҙен эҙләне. Әле, ниһайәт, ошо өлкәне һайланы. Кремль шыршыһынан Мәскәүҙә уҡыу теләге менән янып ҡайтты. Киләсәккә маҡсат – һөнәр һайлау һәм Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарын яулау. Һәләтле балаларҙы күрә, үҫтерә белгән Республика Хөкүмәтенә ҙур рәхмәт”, – тине ул.
Киләсәктә Гүзәлиәгә изге ниәтен тормошҡа ашырып, Мәскәү вуздарының студенты булып китеүен, иң мөһиме, яратҡан һөнәренә эйә булып, иленә тоғро хеҙмәт итеүен теләйек!
Айгөл Иҙелбаева.
һүрәттә: Г.Рәхмәтуллина (уңдан беренсе) дуҫтары менән.

Халыҡ иҫәбе

Беҙ ҡайҙа һәм күпме?
Федераль Дәүләт статистика хеҙмәте 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Яңы йылға аяҡ баҫҡанда халыҡты ҡыҙыҡһындырған күрһәткестәр менән таныштырабыҙ.
2002 йылдан алып Рәсәй халҡы 2,3 миллионға кәмегән. Рәсәй Федерацияһында 142 миллион 857 мең кеше йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә илдә 8,5 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан.
Рәсәй Федерацияһы донъяла халыҡ һаны буйынса Ҡытай, Һиндостан, АҠШ, Индонезия, Бразилия, Пакистан, Бангладештан  ҡала һигеҙенсе урынды биләй. Рәсәйҙәр 2386 ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабала, 134 мең ауылда йәшәй.
Рәсәй Федерацияһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙән 10,8 миллионға күберәк – 1 мең ир-атҡа 1136 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Бынан тыш, беҙҙең илдә йәшәүселәр ҡартая бара: халыҡтың уртаса йәше 39-ҙы тәшкил итә. Рәсәйҙә 33 миллион ғаилә бар. Илебеҙҙәге ғаиләләр нигеҙҙә ике балалы (21,5%). Бер балалылар 19,4 процент.
Иң күп һанлы халыҡ – урыҫтар (111 миллион кеше), шулай ҙа улар 8 йыл эсендә 4 миллионға кәмегән. Рәсәйҙә 5,31 миллион татар, 1,93 миллион украин, 1,58 миллион башҡорт һәм 1,44 миллион сыуаш йәшәй.
36,7 миллион кеше – урта, 27,5 миллион кеше юғары белемгә эйә. Эшкә һәләтле йәштән олораҡтар һаны 1,9 миллионға артҡан.
Балалар һәм үҫмерҙәр һаны 3,2 миллион кешегә кәмегән, ләкин һуңғы йылдарҙа 8 йәшкә тиклемге сабыйҙар һанының яҡынса 20 процентҡа үҫеүе күҙәтелә.
Эшкә яраҡлы йәштәге халыҡ һаны 1 миллионға кәмегән.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яртыһынан күберәге (54 процент) тәүге балаһын 20-24, 20 проценты 20 йәшкә тиклем, 7 проценты 30 һәм унан да олораҡ йәштә тапҡан.
2010 йылда 54,6 миллион шәхси йорт теркәлгән. Күмәк йорт хужалыҡтарында 1,8 миллион кеше иҫәпкә алынған. 34 мең йортһоҙ хужалыҡ теркәлгән (2002 йылда – 68 мең).
Халыҡтың 70 проценттан ашыуы бер килем сығанағы иҫәбенә йәшәй. 15 миллион кеше шәхси ярҙамсы хужалыҡтан килем ала. 1,4 миллион кеше (халыҡтың 1 проценты) эшһеҙлек буйынса пособиены йәшәү сығанағы тип күрһәткән, шуларҙың 771 меңе өсөн ул – аҡса ингән берҙән-бер урын. Стипендия алыусылар һаны 17 процентҡа кәмегән.
Һаҡлыҡ аҡсаһы, дивидендтар, проценттар иҫәбенә йәшәүселәр 641 мең кеше тәшкил итә.
Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостанда 4 миллион 72 мең 292 кеше йәшәй. Халыҡтың 60 проценты – ҡалала, ҡалғаны ауыл ерендә көн күрә. 820 мең кеше – пенсионер, 742 меңе – 16 йәшкә тиклемге балалар. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостанда йәшәүселәрҙең уртаса йәше – 38. Республикала 1 мең ир-егеткә 1139 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Бөтәһе 1 миллион 900 мең көслө зат вәкиле, 2 миллион 168 мең ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
1 мең кешегә: 560 ир-егет һәм 477 ҡатын-ҡыҙ рәсми никахта тора, 260 ир-егет һәм 177 ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да никахта булмаған, 53 ир-егет һәм 82 ҡатын-ҡыҙ рәсми айырылышҡан. 1 мең кешегә 183 тол ҡатын һәм 34 тол ир тура килә.
1 мең кешенең 170-е – юғары белемле.
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Яңы йылда ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Әсәлек капиталын – балалар баҡсаһына
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән әсәлек (ғаилә) капиталын тотоноуға тағы ла үҙгәрештәр индерелә. Ошоға тиклем дәүләт сертификатына эйә булыусылар әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, балаға белем биреү һәм әсәнең хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереү өсөн тотона ине. Яңы ҡағиҙәләр буйынса әсәлек капиталынан сабыйҙы балалар баҡсаһына, шул иҫәптән шәхси (түләүле) баҡсаға йөрөткән өсөн түләүгә лә рөхсәт бирелә.

Алколазер кемгә ҡурҡыныс?
Йәмғиәтте ялмап алған эскелекте кәметеүгә йәнә бер аҙым яһалырға тора. Һөйөнөслө (әллә көйөнөслө) яңылыҡ бигерәк тә руль артында ултырыусыларға ҡағыла. Эш шунда, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тиҙҙән машиналағы кешенең спиртлы эсемлек эсеү-эсмәүен алыҫтан уҡ билдәләй торған үҙенсәлекле приборға эйә буласаҡ. Ләкин уның икенсе яғы ла бар: мәҫәлән, таксистарға эскән пассажирҙы ла йөрөтөргә тура килә. Ә алколазер кемдән спирт быуы таралыуын билдәләмәй. Автобус водителдәрен дә, моғайын, аҙым һайын туҡтатырға тура киләсәк. Сөнки йәмәғәт транспортында кемдәр генә йөрөмәй. Бынан тыш, спирт быуы ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйбер-ҙәренән дә сығыуы ихтимал. Шулай ҙа белгестәр етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә вәғәҙәләй.

Ауырыма. Эшһеҙ ҡалаһың
Яңы законға ярашлы, дәүләт хеҙмәткәре дүрт айҙан ашыу ауырығанлыҡ ҡағыҙы буйынса эш урынында булмаһа, уның менән хеҙмәт килешеүен өҙөргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, хеҙмәткәрҙе эшенән бушатырға ҡарар ителһә, законға ярашлы, уға дүрт айлыҡ эш хаҡы күләмендә матди компенсация түләү мөһим. Компенсацияға, хеҙмәт хаҡына ҡушып, төрлө айлыҡ өҫтәмәләр ҙә индерелергә тейеш.
Законда ниндәй ауырыуҙар булғанда хеҙмәткәр менән килешеүҙе бер яҡлы өҙөргә ярамағанлығы ла асыҡлана. Элекке кеүек үк, етәксе чиновникты отпуск йәки декрет ялы ваҡытында эшенән бушата алмай.

Билетҡа хаҡтар арта
2012 йылдың 1 ғинуарынан илдә тимер юл транспорты билеттарына хаҡтар яҡынса 10 процентҡа артты. Шулай уҡ, календарь осорҙарына ҡарап, ҡайһы бер көндәрҙә ташламалар яһау ҙа ҡаралған. Миҫал өсөн, 8 майҙа һәм 9 Май – байрам көнөндә поезға билетты 50 процентҡа арзаныраҡҡа һатып алырға мөмкин. Ә Яңы йыл алдынан, йәғни 29, 30 декабрҙә, билет хаҡтарының 20 процентҡа ҡиммәтерәк булыуы көтөлә.

«Хеҙмәт ветераны» таныла
2012 йылдың 1 ғинуарынан “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы үҙ көсөнә инде. Унда оҙаҡ йылдар хеҙмәт стажы булғандарға “хеҙмәт ветераны” исеме биреү һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәр ҡаралған. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға – 35, ә ир-егеттәргә 40 йыл хеҙмәт стажы тулғандарға ҡағыла.

Иң яҡшы уҡытыусылар өсөн
Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан Республикаһы 2012 йылда федераль бюджеттан 7,4 миллион һум аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Хәрби полиция ойоштороласаҡ
2012 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй армияһында хәрби полиция эш башлаясаҡ. Яңы ойошма гарнизон хеҙмәтен күҙәтеү проблемаларын, дисциплинар батальондар һәм хәрби автоинспекция мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, комендант бурысын үтәйәсәк, әммә енәйәттәрҙе тикшереү менән булышмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларға әлеге ваҡытта офицерҙар башҡарыусы тәүтикшереү бурысын йөкмәтеүҙәре лә ихтимал. Хәрби полицияның баш идаралығы Рәсәй оборона министрлығына буйһонасаҡ.

Теш ҡуйҙыртырға теләһәгеҙ
Башҡортостан Хөкүмәтенең 7 декабрҙәге ҡарары менән “Башҡортостан Республикаһында 2012-2014 йылдарҙа граждандарҙың айырым категорияларына теш протездары ҡуйыу буйынса социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу” айырым маҡсатлы программаһына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер биш һәм унан күберәк балиғ булмаған балалы әсәләр ҙә ошондай уҡ ташламаға эйә. Программаға ярашлы, теште льготалы ҡуйыуға йәки протездарҙы йүнәтеүгә субсидия өс йылға бер тапҡыр бирелә.

Эшҡыуарлыҡ һаналасаҡ

2012 йылда беҙҙе йәнә иҫәп алыу көтә. Был юлы кешеләрҙе түгел, иҡтисадты тикшерәсәктәр. “Башҡортостанстат” сираттағы ҙур эшкә тотонорға ниәтләй – тауарҙы етештереү һәм һатыуға тотонолған сығымдарҙың ҡайһы берҙәренә статистик күҙәтеү үткәрәсәктәр. Ул быйыл икенсе кварталда уҙасаҡ һәм 2011 йылғы иҫәп алыуҙың һөҙөмтәләрен дә үҙ эсенә аласаҡ.

Пособие күләме арта

2012 йылда Башҡортостанда бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 14266,12 һум буласаҡ. РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, балаға йәш ярым тулғансы түләнә торған пособиеның да күләме бер аҙ артасаҡ. Атап әйткәндә, республикала минималь пособие 2674,90 һум күләмендә билдәләнгән. Бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие 14625,31 һумдан артмаҫҡа тейеш. Эшләүсе граждандар өсөн был пособиеның күләме элеккесә – һуңғы эш урыны буйынса ике йылға уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә ҡала.
Йөклөлөктөң тәүге айҙарында медицина ойошмаларына иҫәпкә торған ҡатындарға бер тапҡыр түләнә торған һәм ерләүгә түләнгән пособиелар, район коэффициентын иҫәпкә алып, 2012 йылдан 534,98 һум һәм 5192,94 һум тәшкил итәсәк.
Республика баҫмаларын файҙаланып, Л. Такаева әҙерләне.

Афарин!

Шулай ул Буранбай егеттәре!..
Буранбай ауылы аҫыл сәнғәт әһелдәрен биреүе менән танылған төбәк. Марсель Ҡотоев, Иҙел Аралбаев, Юнир Һағынбаев, Иршат Ҡарасурин... Был исем һәр беребеҙгә яҡшы таныш, шулай бит? Күптән түгел республиканы шаулатҡан “Башҡорт йыры” телевизион йыр бәйгеһендә улар барыһы ла үҙ көстәрен һынап ҡараны һәм унда Марсель – икенсе, Иҙел – өсөнсө урындарҙы яулаһа, Юнир – “Халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусы”, Иршат – “Өмөт” номинацияларына эйә булды.

Ул ғына түгел, яңыраҡ Өфө ҡалаһында “Ҡурай” йыр-моң каналы ойошторған “Наза” дискотекаһында Юнир Һағынбаев «Ҡурай» каналының “Йыл йырсыһы” тип танылды.
Шулай ул үҙебеҙҙең егеттәр!
Айгөл Иҙелбаева.

Гран-при – Азаматта!


Ял көндәрендә “Сулпылар” республика телевизион йыр конкурсын ҡарап барыусылар, моғайын, иғтибар иткәндер – ҡалабыҙҙың 4-се мәктәбенең 4-се «в» класы уҡыусыһы Азамат Ғөбәйҙуллин тәбиғи күкрәк моңо менән барыһын да таң ҡалдырып, һәр ваҡыт алда барҙы. Ә яңыраҡ ул Өфөнән Гран-при алып, бүләккә нетбук, йомшаҡ уйынсыҡтар, “Аҡбуҙат” журналының логотиплы футболкаһын, баш кейемен  тейәп ҡайтып төштө. Яйын табып уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Азамат, һин ҡасандан алып йырлай башланың? Был һәләтең кемдән килә?
– Минең атайым матур йырлай, гармунда оҫта уйнай. Бәләкәйҙән күреп үҫкәнгә, мин дә йырларға шул тиклем яратам. Миңә “Урал”, “Ҡаһым түрә”, “Ирәндек бөркөтө” кеүек халыҡ йырҙары ныҡ оҡшай. Рэп стилен яратмайым.  “Айыуҡай” балалар баҡсаһына йөрөгәндә тәрбиәсем Миңлегөл Мерәҫова минең менән ныҡ шөғөлләнде. Ул мине 5 йәшемдә үк “Сулпылар”ҙа ҡатнаштырҙы. Унда ла финал  концертына эләккәйнем. Әле мәктәптә уҡыһам да, Миңлегөл Миңнулла ҡыҙы минең өсөн йүгереп йөрөнө. Уға ҙур рәхмәт. Әйткәндәй, уның 6 йәшлек ҡыҙы Әлфинә Абдуллина ла “Сулпылар”ҙа өсөнсө урын яуланы.
– Тимәк, һин шунда уҡ “Сулпылар”ҙа сирҡаныс алғанһың. Конкурс нисек, нисә турҙа ойошторолдо?
– Тәүге туры Сибайҙа июнь айҙарында үтте. Унда көньяҡ-көнсығыш райондарынан 250 бала ҡатнашһа, шуларҙың 24-е генә киләһе турға үтә алды. Икенсе, өсөнсө турҙар Өфө ҡалаһында ойошторолдо.
– Унда ниндәй йырҙарҙы    башҡарҙың?
– Мин М.Фәйрушин репертуарынан “Әсәйем бар шул минең”, Р.Миңнуллин һүҙҙәренә Вилүр Мәүлитов яҙған “Һыбайлылар” йырҙарын башҡарҙым. Өсөнсө турҙа ошо һуңғы йырыма төшөрөлгән клипты күрһәттеләр. Башҡа ҡатнашыусылар өсөн клипты Өфөлә төшөрһәләр, минең йырыма клип төшөрөү өсөн махсус рәүештә Баймаҡҡа килделәр. Ҡуянтау ауылында төштөк.
– “Сулпылар”ҙа ҡатнашыуҙан үҙең өсөн ниндәй һабаҡ алдың?
– Баһалама төркөмөнөң: “Әсәйем бар шул минең” йырын йырлаған сағыңда илап ултырҙыҡ. Хатта балауыҙ һыҡҡан өсөн бер-беребеҙҙән оялып киттек. Нотаны таҙа алаһың, тауыш һиңә Хоҙайҙан бирелгән”, – тип әйтеүҙәре ҡанатландырҙы. “Киске Өфө” гәзите мине фотоға төшөрөп алды, ғаиләбеҙ тураһында унда мәҡәлә донъя күрәсәк.
– Һине уңышың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәрҙе яуларға яҙһын!
Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.

Шәфҡәтлелек

Бар ул Ҡыш бабай!
Декабрь башында Башҡортостан Республикаһының “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһына Баймаҡ лицей- интернатынан хат килеп төшә. Унда мәктәптә 17 баланың етем булыуы, уларҙы Яңы йыл менән бүләкләү өсөн бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәләр. Коллектив был хатты алғас та, күп тә уйлап тормай, хеҙмәткәрҙәрҙән аҡса йыйып, үҙҙәре тос ҡына күстәнәс тоҡсайы әҙерләй. Унда емеш-еләк, һуттар, шәп кенә уйынсыҡтар тултырыла. Шулай итеп, 27 ғинуарҙа изге бурыс башҡарыла – Баймаҡ лицей-интернатының 17 етем уҡыусыһы өсөн әҙерләнгән кулектарҙы “Баймаҡ урмансылығы”  дәүләт учреждениеһы директоры Дамир Абдуллин үҙ ҡулдары менән тапшырҙы. Балаларҙың ҡыуанысын күрһәгеҙ икән!.. Лицей-интернаттың тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ғәлимә Юнысованың ҡыуаныстан “Ура!” ҡысҡырыуынан интернаттың тәҙрәләре зыңлап китте.

 – Яңы йыл байрамына беҙгә бер кемдең дә бындай йомарт бүләк әҙерләгәне юҡ ине әле! Бигерәк тә үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусыһы Дамир Далха улынан, ул етәкләгән коллективтан алыу – беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс! – тип Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы ихлас һөйөнөүен йәшермәне.
Изге күңелле кешеләр бар, улар – беҙҙең арала. “Баймаҡ урмансылығы”  дәүләт учреждениеһы коллективының был батырлыҡҡа тиң аҙымын бүтәндәр өсөн матур үрнәк итеп күрһәтерлек. Уларҙың үҙҙәренә лә Яңы йылда иҫәнлек-һаулыҡ  насип булһын, тик яҡшылыҡтар ғына яуһын, ерҙә күпме ҡар бөртөгө бар – шул тиклем хыялдары тормошҡа ашһын!
Ошонан һуң кем Ҡыш бабай юҡ тип әйтә һәм иҫбат итә ала?..

«Яңы хужа – Аждаһаны Ҡаршылайыҡ шау-шыуһыҙ!»


Гәзит уҡыусы әгәр иҫләһә, шиғри күңелле райондаштарыбыҙ өсөн Яңы йыл уңайынан ҡыҙыҡлы бер конкурс иғлан иткәйнек. Унда беҙ 3 шиғырҙың тәүге 2 юлын бирҙек, ә уҡыусыларыбыҙ  ҡайһыныһын теләй, шуныһын һайлап, үҙҙәре дауам итеп яҙырға тейеш ине. Бына тәҡдим иткән юлдар:
1. Әстәғәфирулла тәүбә,
Ҡарһылыуға ни булған?..

2. Яңы йылдың кисендә
Ҡыш бабай юҡҡа сыҡҡан...

3. Алып ҡайттыҡ шыршыны,
Тышта буран шыңшыны...
Аллаға шөкөр, гәзит уҡыусыларыбыҙ әүҙем булып сыҡты. Конкурстың положениеһы 13 декабрҙә донъя күрһә, 14-ендә үк Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе Хәжәр Монасипованан бик тә ҡыҙыҡ шиғыр юлдары килде. Уның артынса башҡалары ла оҙаҡ көттөрмәне – көн һайын ҡапсыҡ-ҡапсыҡ хаттарҙан хатта өҫтәлебеҙ күмелеп китте. Беҙҙе көлдөрөп, күңелде күтәргәнегеҙ өсөн конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡыҙыҡлы шиғырҙарҙы гәзитебеҙ битендә баҫабыҙ. Юмор аша баҡҡанда хәсрәттәр ҙә сүптәй тойолор, йылыбыҙ ҙа гөрләп үтер, Алла бирһә!

Әстәғәфирулла тәүбә,
Ҡарһылыуға ни булған?..
...Ирендәре турһайышҡан,
Күҙҙәренә йәш тулған...
Элемтәсе һайыҫҡан
Хат килтергән бөгәсә,
Төрлө-төрлө ғәйбәт һөйләп,
Шыҡырлаған төнгәсә.
Уның һүҙенсә балалар
Бөтөнләй аҙған икән,
Инде килеп ҡайһылары
Юлдан да яҙған икән...
Уҡымайҙар, мәктәпкә тик
Шаярырға баралар,
Урамда эт һуғара, ти,
Төркөм-төркөм балалар.
Китап-фәлән уҡымайҙар,
Өйгә ҡайтып инмәйҙәр.
Ололарҙың кәңәштәрен
Ҡолаҡҡа ла элмәйҙәр.
Имеш, был балалар хәҙер
Яңы йылды көтмәйҙәр,
Ҡыш бабайҙы һағынмайҙар,
Бүләк өмөт итмәйҙәр...
Илап ебәрҙе Ҡарһылыу
Көмөш сәсен туҙҙырып.
Әсе елдәр сеңләнеләр,
Ҡарһылыуҙан уҙҙырып.
Һайыҫҡандан саҡ ҡотолоп
Ҡарһылыу хатты асты,
Уҡып сыҡҡас, хайран булып,
Бер миҙгелгә шаҡ ҡатты.
Хат башында был балалар
Үҙ хәлдәрен яҙғандар:
Имен-һауҙар, тырышалар,
Һис юҡ юлдан яҙғандар.
Ололарҙы ололайҙар,
Уҡыйҙар дүрткә, бишкә.
Дәррәү башҡарып ҡуялар,
Тотонһалар бер эшкә.
Яңы йылға матур итеп
Шыршы биҙәп ҡуйғандар.
Барыһы ла саҡырылған –
Дуҫ-иштәр һәм туғандар.
Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы
Саҡырғандар ҡунаҡҡа,
Яңы йылды ҡаршы алып
Уйнап-көлөп тормаҡҡа.
Бына шулай өҫкә сыҡты
Һайыҫҡандың ялғаны.
Ҡар илендә һайыҫҡанға
Дуҫ-серҙәш тә ҡалманы.
Ҡарһылыу бик шатланған,
Көмөш сәсен тараған,
Бүләктәрен барлаған,
Боҙ-көҙгөгә ҡараған.
Әстәғәфирулла тәүбә,
Ҡарһылыуға ни булған?
Ике күҙе – ике йондоҙ,
Йөҙө тулған ай булған!..
Зөбәйлә Маннапова.
    Ҡаҡтуғай ауылы.

...Ат санаһына ултырып
Тау түбәненә шыуған.
Аптырашып балалар
Теҙелеп ҡарап торған.
Уйлағандар: әллә инде
Шундай замана тыуған?
Оҙаҡламай участкауай
Уның артынан ҡыуған.
Баҡһаң, сана үрге осҡо
Өмөт ҡарттыҡы булған...
Лилиә.
Ишбирҙе ауылы.

...Йоҡа кейенеп йөрөгәс,
Ҡарһылыу өшөп туңған.
Әстәғәфирулла тәүбә,
Ҡарһылыуға ни булған?
Ҡыш бабайға эйәралмағас,
Өйҙә ултырһа ни булған?
Әстәғәфирулла тәүбә,
Ҡарһылыуға ни булған?
Яңы йылды алдан ҡаршылап
Әҙерәк һуҡмыш булған.
Ҡарағайлы урманында
Мәғсүм шыршыны йыҡҡан.
    Файза Булатова.
    Әбделкәрим ауылы.

...Ап-аҡ күлдәк урынына
Джинсылар кейеп алған.
    Миңзәлә Барлыбаева.
    Ғүмәр ауылы.

...Иртәлектән сығыу менән
Ҡыш бабайға яу һалған:
“Йөрөмәйем һинең менән,
Инде кейәүгә сығам!
Бәпәй табам – әсәй булам,
Икәү итһәм – капитал,
Бишәү булһа – миҙал тағам,
Булам хәтәр капитан!
Унауға тултырһам – ГАЗель,
Ҙур ғаиләм буласаҡ.
Ошо теләгемде үтә,
Етте миңә баласаҡ!”
    М. Дауытбаева.
    Үрге Таулыҡай ауылы.
   
...Сәсен ҡырҡҡан, салбар кейгән,
Был ниндәй ҡыҙ тип торам.
    Зифа Хәлисова.
    Иҫке Сибай ауылы.

...Ике күҙе йәшкә тулған,
Ҡыш бабайын һағынған.
Күҙ йәшенә йыуылып
Буяуы ағып төшкән.
Аждаһаны ошо хәлдә
Нисек ҡаршылар икән?
Рәйес Латыпов.
Муллаҡай ауылы.

...Ҡуян йылын оҙатҡанда
Аждаһаға юлыҡҡан.
Гөлиә Ғөбәйҙуллина,
Аҡморон мәктәбенең
9-сы класс уҡыусыһы.

...Шампан шарабы алам тип
Самопал тотоп алған.
Ҡарһылыуҙы Ҡыш бабай
Эҙләп йөрөй урманда.
Бизнес менән шөғөлләнгәс,
Эше бармы байрамда?
Ғәйшә Хәсәнова.
Баймаҡ ҡалаһы.

...Алһыу бите буҙарған,
Ике күҙе дүрт булған!
– Йыл да килеп Түбәләрҙе
Байрам менән ҡотланым,
Инергә лә ҡурҡманым.
Быйыл килеүгә кемдер
Мөғжизә яһап ҡуйған:
Клубтары йылынған –
Ҡурҡам иреп ҡуйыуҙан!
Әлфиә Иҫәнбаева.
Түбә ауылы.

...Ҡарһылыуҙы төндә килеп
Мәскәй әбей урлаған.
Гөлнур Мәмбәтова,
Аҡморон мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.

...Әллә Ҡар бабайҙы үпкән –
Ирене ҡатып туңған.
Нәфисә Мәмбәтова.
Аҡморон ауылы.
   
Яңы йылдың кисендә
Ҡыш бабай юҡҡа сыҡҡан...
...Шыршы алырға тип Ишбирҙе
Ҡушаҡҡа барып сыҡҡан.
Урыҫсаны белмәгәс
Илап ебәргән бахыр.
Аңлағандар аҙашҡанын,
Ҡунған ул шунда ахыр...
Лилиә.
Ишбирҙе ауылы.

...Көмөшкәсе Сәмиға
Өйөнә алып ҡайтҡан.
Эшкәлекте һуғып алғас,
Өйөндә дауыл ҡупҡан.
Яңы йыл еткәнен иҫләп
Ҡыш бабай сығып
            ҡасҡан.
Миңзәлә Барлыбаева.
Ғүмәр ауылы.
   
...Яңы йыл тыуғанын көтөп
Ҡыш бабай бик асыҡҡан.
Нәсимә Хәйбуллина.
Иҫке Сибай ауылы.

...Көмөшкәселәр саҡырып,
Уны аяҡтан йыҡҡан.
Аптырамаған клуб мөдире –
Уға оҡшағанды тиҙ тапҡан.
Файза Булатова.
    Әбделкәрим ауылы.

...Вазифаһын онотоп,
Бүләген һуң таратҡан.
Ҡыш бабайҙың кейемендә
Йөрөһә көн дә эшкә,
Яңы йылдың етеүен
Онотмаҫ ине һис тә.
Мәрзиә Сыңғыҙова.
Ҡолсора ауылы.

...Йыл буйына эшһеҙ йөрөп
Ул кешелектән сыҡҡан.
Ҡыш бабайҙы урмандан
Алып ҡайттыҡ ҡунаҡҡа.
Балалар, күршеләр килде
Ҡыш бабайҙы күрмәккә.
Ҡыш бабай йомарт икән,
Бүләге лә күп икән.
Киләһе Яңы йыл шулай
Күңелле үтһә икән!
Ҡыш бабайҙың быймаһына
Ҡар тулғандыр, ахыры.
Бейеүенең һис рәте юҡ,
Ҡартайғандыр, ахыры...
Р. Шаһиева,
Ҡыш бабайҙың тиңдәше.
    Семеновск ауылы.

...Баҡтиһәң, ул ҡапыл ғына                                                                     
Баймаҡҡа сығып сапҡан.
Хакимиәттә аҡса юҡ                                           
Ҡыш бабайҙың тоғона.
Бағыусы эҙләп бабай
Ары-бире һуғыла.
Мәктәп, баҡса һәм клубы                                    
Күптән бағыусы тапҡан.
Тик меҫкен Ҡыш бабай ғына                             
Бер ниһеҙ тороп ҡалған.
Шуға күрә бабайыбыҙ
Һыпыртҡан ти Баймаҡҡа,
Йәһәт кенә спонсор табып,
Тоҡ тултырып ҡайтмаҡҡа.
Эшҡыуарҙар бик күп икән
Баймаҡ тигән ҡалала.
Ҡыш бабайҙың тоғо тулған,
Йөрөй торғас баҙарҙа.
Яңы Йыл байрамы менән
Бөтәгеҙҙе ҡотлайбыҙ.
Ихлас ярҙам иткәнеңә
Бик ҙур рәхмәт, Ҡотоев!
        Ишдәүләт Сафиуллин. Үрге Яйыҡбай ауылы.
   
...Ҡарһылыу һис тә ҡайғырмай –
Алып торор прокаттан.
Йәмил Сәйдәлиев,
2-се мәктәптең 3-сө “б” класы уҡыусыһы.

...Ҡарһылыуҙы эҙләп барып
Мажараға юлыҡҡан.
З. Ғарифуллина.Ҡуянтау ауылы.

...Мәжлестең төп ҡунағын
Әллә кем алып ҡасҡан.
Әллә шеш-ҡолаҡ Ҡуян
Алып китеп урманға
Ҡыш бабайҙы өгөтләп
Ҡалмаҡ микән бер йылға?..
Ҡуйсы, ҡуйсы, булмаҫ хәл...
Сөнки Аждаһа-туған
Ана, түрҙә ултыра.
Үҙенең батша булырын
Белеп осоноп тора.
Әллә инде Ҡыш бабай,
Боланына ултырып,
Санта дуҫын күрергә
Китте микән буталып?
Сәғәт ун ике тулды,
Ә бабайым һаман юҡ.
Бына килде һайыҫҡан
Һәм әйтте шундай ҡыҙыҡ.
Имеш, беҙҙең Ҡыш бабай,
Бүләктәр юғалған да,
Ел-дауылдар ҡутарып,
Бүләк эҙләй урманда.
Шул саҡ ҡупты
                   ҙур ғауға,
Барыһының уйында
Ҡыш бабайға ярҙам итеү,
Унһыҙ ниндәй
                байрамдар?
Бер саҡ буран уйнатып
Ҡыш бабай килеп төштө,
Ниндәй хәлгә тарығанын
Беҙҙең менән бүлеште.
“Мин, – тине аҡ Ҡыш бабай, –
Урманға сәфәр ҡылдым.
Шыршылар теүәл икән,
Шунан ҡәнәғәт ҡалдым”.
Бына шулай беҙҙең яҡта
Яңы йыл гөрләп үтә.
Шау-гөр килеп балалар
Ҡыш бабайҡайҙы көтә.
Зинира Баймөхәмәтова,
Баймаҡ лицей-интернатының 11-се “а” класы уҡыусыһы.

Алып ҡайттыҡ шыршыны,
Тышта буран шыңшыны...
...Әллә һиҙеп ҡалды микән
Сәлдергәнде, эх, шуны.
Алып ҡайтҡас һалып ҡуйҙым
Өйөбөҙҙөң баҙына.
Ул шыршыны сығарҙым мин
Ошо йылдың яҙына.
Тышҡа сығыр әмәлем юҡ –
Буран шыңшый ҡолаҡта.
Һаман шыңшый тышта буран,
Баҙға тығып ҡуйһаҡ та.
Ҡыуанып киттем: был хурлыҡ
Төштә генә булғанға.
Тирләгәнмен лыс һыу булып,
Уянып киттем таңға.
Шыршыһыҙ ҙа үтеп китте
Көтөп алған байрамым.
Буран өйгә инмәһен, тип
Хоҙайымдан һораным.
Хәжәр Монасипова.
Беренсе Этҡол ауылы.

...Буран кәйефте боҙманы –
Биҙәнек беҙ шыршыны.
Айһылыу Харрасова.
Әхмәр ауылы.

...Хужалары эсеп ятҡас,
Аҡбай астан шыңшыны.
Шыршыны биҙәп ултыртҡас,
Беҙгә биг(е)рәк оҡшаны.
Ялға балалар ҡайтһа,
Юйылыр күңел юшҡыны.
Алып ҡайттыҡ шыршыны,
Тышта буран шыңшыны.
Тышта буран шыңшыманы,
Өйҙә ирем шыңшыны.
Әллә ҡайҙан табып эсә —
Күралмайым ошоно!
Файза Булатова.
Әбделкәрим ауылы.

...«Ҡулға аҡса төшә» тиеп,                                 
Ус төптәре ҡысыны.
Урмандарға барып индек                                      
Алты-ете машина.
Һайыҫҡандар сәләм бирҙе
Ҡунып ағас башына.
“Һә” тигәнсә кузовтарҙы                                         
Шыршы менән тултырҙыҡ.
Унан инде шау-гөр килеп
Ял итергә ултырҙыҡ.
Ҡайтырға ғына сыҡҡайныҡ,
Урмансыға тотолдоҡ.
Ярай әле баш эшләне –
«Ярты» биреп ҡотолдоҡ.
Йүнселлекте закон тыймай –
Эшҡыуарға юл асыҡ.
Шыршыларҙы һата-һата
«Малдар» йыйҙыҡ бер ҡапсыҡ.
Иркен заманалар килде:
Тик ятма, йүгер, эшлә!
Шыршы һатып байып була,
Булһаң лесникка әшнә.
И. Сафиуллин.
Үрге Яйыҡбай ауылы.

...Айныҡҡас күреп ҡалдыҡ –
Алып ҡайтҡанбыҙ мышыны.
Миңзәлә Барлыбаева.
Ғүмәр ауылы.

...Яңы хужа – Аждаһаны
Ҡаршылайыҡ шау-шыуһыҙ!
    Йәмил Сәйдәлиев,
    2-се мәктәптең 3-сө “б” синыфы уҡыусыһы.

...Урлап гонаһлы булғансы,
Һатып ал һуң шыршыны!
Мөхәммәт Ситдыҡов.

...Буран тимәй байрам иттек,
Аҙаҡ баштар шаңҡыны.
Гөлиә Ғөбәйҙуллина,
Аҡморон мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.

...Ә күңелдәрҙә тантана,
Оло байрам шауҡымы!
Нәфисә Мәмбәтова.
Аҡморон ауылы.

Беҙ ҡурҡмайбыҙ бурандан –
Яңы ҡайттыҡ урмандан.
Алһыу Вәлитова,
Байым мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.

...Урманда ине тәүҙә,
Хәҙер ул өйҙә – түрҙә.
Балалар тәтәй теҙә,
Яңы йыл килә беҙгә!
Л. Вәлитова,
Байым мәктәбе уҡытыусыһы.

...Тәрән-тәрән көрттәр һалып
Ҡар бураны шашынды.
Ә өйҙә шундай рәхәт –
Шыршы тора емелдәп.
Аждаһа йылы килә
Беҙгә бәхеттәр теләп!
Байрас Һиҙиәтуллин,
Үрге Иҙрис мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.

...– Юҡ иттегеҙ, тиеп күпме
Ҡағыҙ, ҡәләм, шырпыны.
Әлфиә Иҫәнбаева.
Түбә ауылы.

Шулай итеп... конкурсҡа Буранбайҙан Шәфҡәт ағай Әбйәлилов  йомғаҡ яһай – ул өс “баш”ты бергә ҡушып, бер шиғыр яҙған.
Алып ҡайттыҡ шыршыны,
Тышта буран шыңшыны.
Шыңшыны тышта буран
Йәмһеҙ ҡалды, тип, урман.
Әстәғәфирулла тәүбә,
Ҡарһылыуға ни булған?
Быйылғы йыл ул тәүгә
Яңғыҙы тороп ҡалған –
Яңы йылдың кисендә
Ҡыш бабай юҡҡа сыҡҡан,
Йыл хужаһы Аждаһа
Эскән тип уны йотҡан!
Булһа ине Яңы йыл
Араҡыһыҙ, шыршыһыҙ:
Ҡырылабыҙ араҡынан,
Ҡырҡылған урман шыҡһыҙ...

Бына Шулай. Яңы йыл менән, дуҫтар!!!