10 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Владислав – еңеүсе!
Баймаҡ йәш техниктар станцияһында тәрбиәләнеүселәр уңыштары, еңеүҙәре менән йыш ҡыуандыра. Ҡуянтау ауылынан Владислав Әмирханов 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының радиоэлемтә буйынса кубогы өсөн ярышта яҡшыларҙан булып танылды. Иң йәш ҡатнашыусының эше юғары баһаланып, диплом менән бүләкләнгән.

Мөғжизәле кисә
Ғүмәр ауылында ата-әсәләр, балалар өсөн “Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!” тип аталған мөғжизәле байрам кисәһе үткәрелгән. “Алтынай” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Миңзәлә Үҙәнбаева әйтеүенсә, сараға күп балалы һәм ауыр шарттарҙа тәрбиәләнгән кескәйҙәр ҙә саҡырылған. “Алтынай” хеҙмәткәрҙәренә матур кисәне үткәреүҙә “Мырҙаҡаев” КФХ-һы етәксеһе А.Ш. Мырҙаҡаев ҙур ярҙам күрһәткән.

“Иғтибар! Балалар!”
Баймаҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре “Иғтибар! Балалар!” профилактик операцияһын үткәрә. Улар уҡыусылар ҡышҡы каникулға сығыр алдынан осрашыуҙар уҙғарып, юл ҡағиҙәләре тураһында әңгәмәләр ойошторҙо. Балаларҙың каникул мәлендә ҡарауһыҙ ҡалып, юлда сана-саңғыла шыуыуы айырыуса ҙур хәүеф тыуҙыра. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең балалар уйнаған урында айырыуса иғтибарлы булырға тейешлеге тураһында иҫкәртә.

Округтар ярышҡан
Беренсе Этҡол ауылында алты округ араһында йыл буйына дауам иткән ярышҡа йомғаҡ яһалған. Ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова әйтеүенсә, махсус комиссия урамдарҙың төҙөклөгөнә, таҙалығына, кешеләрҙең йәшәйешенә, тәртибенә һ.б. иғтибар биргән. Беренсе урын – Әхмәр Буранбаев, икенсе Фәриға Хәлиуллинаның округына бирелгән. Еңеүселәр ауылдың Яңы йыл кисәһендә бүләкләнгән. Шуныһы әһәмиәтле, кешеләргә сәм-дәрт биргән ошондай ярышты үткәреү Беренсе Этҡолда матур бер йолаға әүерелгән.       

“Тыуым булғас...”
Ишмырҙа мәҙәниәт йортонда “Тыуым булғас, үлем дә бар” тип аталған үҙенсәлекле түңәрәк эшләй. Мәҙәниәт йорто директоры З.Т. Солтанғолова әйтеүенсә, ул кешеләрҙең һорауы буйынса асылған. Сөнки мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн кәфенлек тегеү һ.б. дини йолаларҙы атҡарыу өсөн йәштәрҙе өйрәтеү мөһим. Мәҙәниәт йортона әүҙем йөрөгән ағинәйҙәр был изге эшкә ҙур теләк менән тотонған.
Г. Иҫәнгилдина.

Техниканы – әҙерлек һыҙығына

“Уңыш” АХК-һы ремонтты башланы
“Уңыш” АХК-һы үҙенең техник һәм иҡтисади потенциалы буйынса райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, А.С. Сафин етәкләгән коллектив уҙған йылда производство конвейерын тотороҡло эшләтеүгә өлгәште, мал ҡышлатыу миҙгеленә яҡшы әҙерлек менән аяҡ баҫты, башҡа участкаларҙа ла эштәр ойошҡанлы барҙы.

Ғәҙәттә, кооператив техниканы, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлауға районда иң беренселәрҙән булып тотоноусан. Был юлы ла хужалыҡ етәкселеге техник базаны төҙөкләндереү эшен үткән йыл аҙағында уҡ башлауҙы хуп күрҙе. Иң тәүҙә Киров трактор һәм Ярославль мотор заводтары менән һөйләшеп, уларҙан туранан-тура запас частар алыу тураһында  ике яҡлы килешеүҙәр төҙөлдө. Был, иң беренсе сиратта, хужалыҡ өсөн уңайлы. Сөнки бындай партнерлыҡ сифатлы тауар алыу һәм, әлбиттә, сығымдарҙы кәметеү мөмкинлеге бирә. Шулай итеп, техникаға яңы һулыш өрөүҙә тәүге аҙымдар яһалды.

Сәләмәт тормош

Төҙөкләндереү дауам итә
Яңы йыл байрамдары алдынан ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында булырға тура килгәйне. Урман ҡупшыҡайы – матур итеп биҙәлгән шыршы янында 2-се мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары баян моңдарына күңел аса ине. Саф һауала зыҡ ҡубып шаярған, уйнаған балалар янында өйөрөлгән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҙа байрамға йәм өҫтәне.
Баймаҡтарҙың ял урыны – парк биләмәһе йәйгеһен дә гөрләне. Эшҡыуарҙар тарафынан ойошторолған төрлө аттракциондар, сауҙа, уйынсыҡ машиналар прокаты  үтемле булды.
Парк директоры Р.Й. Нәбиуллин менән осрашып әңгәмә ҡорғанда шул асыҡланды – бында ҡыш миҙгелендә лә эштәр туҡтамай, биләмәне төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү дауам итә. Уны халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән йәлеп ителгән эшселәр башҡара икән. 
– Байрам алдынан йәйгеһен фонтан булған урынға Яңы йыл шыршыһы ултырттыҡ, – ти Ришат Йомабай улы. – Бынан тыш  ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡтыҡ, ҡарға ояларын да бөтөрҙөк. Барыһы ла халыҡ күңелле ял итһен өсөн эшләнә, тик ҡайһы бер кешеләрҙең тәртибе генә күңелде ҡыра. Шул рәүешле шыршылағы гирляндаларҙы ла сафтан сығарҙылар.
Башҡараһы эштәр байтаҡ, беҙҙең пландарҙа – артабан да төҙөкләндереүҙе дауам итеү.
Яңы йыл алдынан да, ҡышҡы каникул мәлендә лә парк ҡала мәктәптәре уҡыусыларының экскурсия, спортсыларҙың саңғыла шыуыу урынына әүерелеп, шәп ял урыны булды.    
А. Ишназаров.

Халыҡ иҫәбе

Кәмейбеҙме, артабыҙмы?..
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре яңыраҡ киң мәғлүмәт сараларында донъя күрҙе. “Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 29 декабрҙә баҫылған һанында ла был мөһим сараның ҡыҫҡаса йомғаҡтары бар. Ана шул мәғлүмәттәрҙең бер нисәүһенә иғтибарығыҙҙы йүнәлтке килә.
Халыҡ һаны. Башҡортостан Республикаһында ул 2010 йылдың октябрь айына 4 млн 72 мең 292 кеше тәшкил итә (2002 йыл менән сағыштырғанда 32 мең кешегә кәмерәк – 99,2 процент). Шул уҡ ваҡытта ҡала һәм райондар буйынса ла һандар төрлөсә. Мәҫәлән, Баймаҡ районы менән ҡалаһында һуңғы 10 йыл эсендә халыҡ һаны 61437 кешенән 58572 кешегә тиклем кәмегән (95,3 процент). Шул иҫәптән, ауылдарҙа йәшәүселәр 44214 кешенән 40862 кешегә тороп ҡалған (92,4 процент). Баймаҡ ҡалаһының үҙендә иһә халыҡ һаны 17223 кешенән 17710 кешегәсә артҡан. Йәғни, һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәүселәрҙең ниндәйҙер өлөшө район үҙәгенә күсенеп ултырған. Был ҡалала яңы “Көньяҡ” биҫтәһенең тиҙ арала ҡалҡып сығыуы менән дә туранан-тура бәйле. Шулай ҙа ауылдағы халыҡтың күпселек өлөшө эш эҙләп ситкә (Себергә, башҡа ҙур ҡалаларға) сығып киткән. Бының төп сәбәбе, әлбиттә, коллектив хужалыҡтарҙың бөтөүе арҡаһында күптәрҙең эшһеҙ тороп ҡалыуы менән бәйле.
Күрше-тирә райондарҙы алып ҡараһаҡ, Әбйәлилдә халыҡ һаны һуңғы тиҫтә йылда 43262 кешенән 45551-гәсә артҡан (105,3 процент). Бөрйәндәр бер кимәлдә ҡалған (16839 һәм 16698). Йылайырҙар иһә район үҙәгендә лә, ауылдарҙа ла беҙҙең һымаҡ кәмегән (91, 5 процент). Хәйбулла районында халыҡ һаны бер кимәлдә һаҡланып ҡалһа (101 процент), Аҡъярҙа иһә 25 процентҡа күбәйгән. Был, әлбиттә, район үҙәгендә һуңғы йылдарҙа тау-мәғдән сығарыу сәнәғәте менән бәйле производство үҙәктәренең асылыуы менән аңлатыла. Киләсәктә Аҡъяр ауылы интенсив рәүештә үҫешәсәк, тип билдәләй эксперттар. Сибай ҡалаһы халҡы ла 60144 кешенән 63838-гәсә артҡан (106,1процент).
Халыҡтың милли составы. Был һандар 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарынан әллә ни айырылмай. Башҡортостанда урыҫтар 1 млн 432 мең 906 кеше (дөйөм халыҡтың 36,1 проценты), башҡорттар 1 млн 172 мең 287 кеше (29,5 процент), татарҙар 1 млн 9 мең 295 кеше (25,4 процент). Ҡалғандары сыуаштар, мариҙар, украиндар, удмурттар, мордвалар, белорустар һәм башҡа милләттәр (9 процент). Республиканың 40 проценты самаһы ауыл ерендә, 60 проценты ҡалаларҙа йәшәй.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Шәфҡәтлелек

Айлыҡ гөрләп үтте
Инвалидтар көнө уңайынан Шәфҡәтлелек айлығы иғлан ителгәйне. Уның барышында төрлө саралар үткәреүгә күп көс һалынды. Мәҫәлән, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн буфет, оҫта ҡулдарҙың эштәренән торған һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, өйҙәргә патронаж, Л.Азаматова һәм Р.Ғәҙелшин иҫтәлегенә арналған спорт саралары, “Илсебикә-тау” ресторанында Тәмлетамаҡ көнө, музей, кинотеатрға сәйәхәт, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы ашханаһында Яңы йыл кисе, инвалид балалар өсөн Яңы йыл байрамы, бүләктәр, сәй табыны кеүек саралар гөрләп үтте. Әгәр ҙә күңелдәре киң шәфҡәтле кешеләр булмаһа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтмәһә, бындай саралар булмаҫ та ине. Уларҙың барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.
А. Ламзина, инвалидтар йәмғиәте рәйесе.

Социаль өлкә

Ауылдарға йән өрҙө
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З.Хәмитовтың инициативаһы менән ауыл биләмәләренә финанс ярҙам күрһәтелеүен халыҡ хуплап ҡаршы алды. Сөнки тап шуның арҡаһында урындарҙа юлдар төҙөкләндерелә, урамдар яҡтыртыла, зыяраттар кәртәләнә... Түбәндәге ауыл биләмәләрендә лә шундай саралар башҡарыла.

Фекер

Оҙон булһын ғүмерең, ҡурайым!
Билдәле ҡурайсы, йырсы, фольклор йыйыусы һәм педагог Ғата Сөләймәнов 1912 йылдың 15 июнендә районыбыҙҙың 1-се Төркмән ауылында донъяға килгән. Уны БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, республикала ҡурай буйынса беренсе профессиональ педагог булараҡ беләбеҙ. Беҙ Башҡортостанға бик күп талант эйәләре биргән бай тарихлы ауылыбыҙҙан шундай арҙаҡлы шәхестең сығыуына ғорурланабыҙ.

Өйөбөҙҙөң ҡото – балаларыбыҙ


Яҙмыш уларҙы юҡҡа ғына осраштырмағандыр. Икеһе лә уңған, егәрле. Бөгөн улар Йәнйегет ауылының биш бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләһе. Һүҙ Гөлзиә һәм Зөфәр Көмөшҡоловтар хаҡында.

Хаттарҙан юлдар

Аҡ халатлыларға
Әйтер һүҙҙәребеҙ Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының балалар бүлеге тураһында. Фәрдиә Ғәлийән ҡыҙы Ғүмәрова был коллективҡа эшлекле, изгелекле, намыҫлы табиптар, шәфҡәт туташтарын туплаған. Миңә  улым менән ошо бүлектә ятырға тура килгәйне. Унда алған ыңғай тәьҫораттарҙы ҡағыҙға ғына төшөрөп бөтөрлөк түгел. Хеҙмәткәрҙәр балаларға, ата-әсәләргә яҡшы мөғәмәләлә, бик яғымлы итеп һөйләшәләр. Иң ҡыуандырғаны – был бүлектә “Аллаға шөкөр”, “Бисмилләһи” һүҙҙәре йыш яңғырай. Беҙ уларҙың барыһы өсөн ихлас күңелдән доға ҡылып, рәхмәт әйтәбеҙ.
Абдулҡадир һәм Сибәғәтулла Фазлиәхмәтовтар.
Баймаҡ ҡалаһы.
* * *
...Баймаҡ ҡала дауаханаһының хиругия бүлеге хеҙмәткәрҙәренә гәзиттә рәхмәт һүҙҙәрен йыш уҡырға тура килә. Бында ысынлап та кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырған табиптар эшләй. Бүлек мөдире И.Ғ. Хәсәнов, хирург А.Т. Иманов, барлыҡ медицина персоналына бер кешене лә айырмай матур итеп тәрбиәләгәндәре өсөн бар ауырыуҙар исеменән рәхмәт белдерәм.
Ш. Әбделғафаров.
Ҡыуат ауылы.

Һабаҡташтар осрашты
...Беҙҙе ҡыуаныстарға күмеп, 1968 йылда I Этҡол мәктәбенең 10-сы а һәм 10-сы б класын тамамлаусыларҙың осрашыуы үтте. Быйыл беҙҙең барыбыҙға ла 60-ар йәш тулды. Осрашыу мәктәптә үтте. Йәүҙәт Мөхәмәтйәров һәм Тәнзилә Ишембәтова һабаҡташтарының тормош юлы менән таныштырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә класташыбыҙ был донъяны мәңгелеккә ташлап китте. Уларҙы һәм мәрхүм уҡытыусыларыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Артабан  осрашыу Таулыҡай ауылында дауам итте.  Йыр-моңға һәм шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер һағышҡа сорналған сара һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Һабаҡташтар менән биш йылдан тағы осрашырға һөйләштек.
Римма Хәсәнова.     

Урамыбыҙҙа оло ҡайғы
...Оло баһаға лайыҡ кеше ине ул беҙҙең күршебеҙ Тәфтизан Сабирйән улы Ушанов. Йәтеш, еңел кәүҙәле Тәфтизан бер ҡасан да тик тормаҫ ине: әле генә һыу алып ҡайтып барһа, унан ҡайһы арала юл аша сыҡҡан ҡаҙҙарын ҡыуа... Кем менән һөйләшһә, танышһа ла, олоһо-кесеһе менән тиҙ генә уртаҡ тел табыр ине. Гөлшат менән ике ул, ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Уларҙың пар килеп, аҡыллы балалар тәрбиәләүенә һәр кем һоҡланды. Эйе, урамыбыҙҙы матәм төҫө ҡапланы. Сөнки беҙ шул тиклем яҡын һәм ҡәҙерле күршебеҙҙе юғалттыҡ. Уның ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре иман нурынан балҡып торһон.
Рәйсә Хәсәнова, мәғариф ветераны.