16 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Йылға йомғаҡ яһаласаҡ
Киләһе аҙнала халыҡ ижады үҙәгендә райондың халыҡ хужалығы тармағы үҙенең үткән йыл йомғаҡтарын барлаясаҡ. Тантаналы йыйылышта үҙ һөнәренең алдынғылары тәбрикләнәсәк, халыҡ таланттары ҙур концерт менән ҡыуандырасаҡ.
 
Студенттар менән осрашыу
3 февралдә Баймаҡта республика, Рәсәй, шулай уҡ сит илдәрҙәге юғары уҡыу йорттарында белем алыусы 5-се курс студенттары менән осрашыу үтәсәк. Был сара йәш белгестәрҙе уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң эшкә тыуған яғына ҡайтарыу маҡсатында ойошторола.
 
«БВ» – еңеүсе!
Уҙған йылдың һуңғы көндәрендә коллегаларыбыҙ – “Баймакский вестник” гәзите коллективы һөйөнөслө яңылыҡ кисерҙе. Улар Башҡортостан Республикаһында һайлау кампанияһына әҙерлек һәм уның барышы тураһындағы сараларҙы гәзит биттәрендә яҡтыртыу буйынса иғлан ителгән республика конкурсында  “2011 йылда Башҡортостан Республикаһында һайлау кампанияһын киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы яҡтыртыусы” номинацияһында еңеү яулап, III дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Хөрмәтле коллегаларыбыҙҙы ҙур уңыштары менән ҡотлап, киләсәктә лә ҡәләм үткерлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Л. Такаева.

90 йәшлек юбилей
Өмөтбай ауылында йәшәүсе донъяның әсе-сөсөһөн татыған, ғүмер йылғаһының шаршыларын кискән, ауылыбыҙҙың иң оло һәм абруйлы ағинәйе – Фәхиръямал Рамаҙан ҡыҙы Билалованың 90 йәше тулыу айҡанлы ауыл китапханаһы эргәһендә эшләп килгән “Атайсал” клубы ағзалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә кисә үткәрелде. Фәхиръямал инәйебеҙ оҙаҡ йылдар уҡыусыларға белем биргән, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы һатыусы булып эшләгән. Ул тормош иптәше менән ун бала тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн 18 ейән-ейәнсәре, 23 бүлә-бүләсәре, 2 тыуасары бар.
Әнүзә Мәжитова, китапханасы.

Дискотека ярышы
Ишмырҙа ауылында урамдар араһында  дискотека үткәреү буйынса ярыш ойошторолған. Ул аҙна буйына дауам иткән. Йәштәр дискотеканы төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, викторина һорауҙары, конкурстар менән биҙәгән. Ишмырҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, йәштәрҙең сараны юғары кимәлдә ойоштороуы, улар араһында эскелек һ.б. алама ғәҙәттәрҙең күҙәтелмәүе, сәләмәт тормош алып барыуы айырыуса ҡыуаныслы.

Ауыл хужалыҡтарында

Һөт етештереү арта
“Байҡара”ла миҙгел ойошҡанлы бара
...
Төш мәле. ”Байҡара” агрофирмаһының төп производство участкаһында – һөтсөлөк фермаһында, һауын мәле булмаһа ла, эш етерлек. Хужалыҡтың баш зоотехнигы Д.Ә. Йәнбәков малсылар Баязит Ҡашҡаров, Хәбир менән Миңлебай Йәнбәковтарҙың йәш малды тәрбиәләүҙәренә күҙ һалып, эштәренән ҡәнәғәт ҡалды. Уларға үҙенең теләк-талаптарын еткерҙе лә, 3-сө һауын көтөүе аҫралған базаға йүнәлде. Унда һауынсылар Миңниса Шәйәхмәтова, Әлмира Тотманова һәм Гөлйемеш Сапарова моциондан ҡайтҡан малдарҙы бәйләү эштәре менән мәшғүл ине. Дәүләтбай Әһел улын беҙ тап шул мәлдә тап иттек.

Баш белгес оҙатыуында малсылыҡ комплексының барлыҡ участкалары менән яҡындан танышып, производство конвейерының тотороҡло эшләүенә тағы бер ҡат шаһит булырға тура килде.

Һайлау – 2012

Тауыштарҙы машина иҫәпләй
Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарында илдең 5233 һайлау участкаһында тауыштарҙы иҫәпләүҙең техник сараларын – һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын (КОИБ) ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул итте. 2011 йылдың декабрендә уҙған һайлауҙарҙа бындай комплекстар 76 субъектта 4828 һайлау участкаһында ҡулланылды.
Башҡортостанда һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы һайлауҙарҙа байтаҡтан бирле ҡулланыла. Беренсе тапҡыр был техник сара 2003 йылда Дәүләт Думаһына һайлау мәлендә республиканың 22 һайлау участкаһында файҙаланылғайны.
Былтыр Дәүләт Думаһына һайлауҙа Башҡортостан ҡала һәм райондарының 178 һайлау участкаһында тауыштар атап үтелгән комплекстар тарафынан иҫәпләнде. Өфөлә 14 комплекс урынлаштырылһа, Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһындағы 11 һайлау участкаһының барыһында ла эшләне.

“Башинформ».

Рәсми хәбәр

Хәүефһеҙлек режимы индерелә
Районда янғын хәүефе артыу сәбәпле һәм 2003 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се федераль Законға ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте район биләмәһендә 2011 йылдың 30 декабренән 2012 йылдың 20 ғинуарына тиклем янғынға ҡаршы айырым режим индереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Халыҡ иғтибарына!

Ҡалала 7-се маршрут автобусы хәрәкәте тергеҙелде (үҙгәрештәр менән). Иртәнсәк 07.15 сәғәттә Бөрйән урамынан (Көньяҡ микрорайоны) ҡуҙғала, һуңғы туҡталыш Мерәҫ һәм Коммунистик урамдар киҫелешендә. Башланғыс һәм һуңғы туҡталыш араһында ваҡыт арауығы 30 минут.
Эш көндәрендә автобус хәрәкәте 20.15 сәғәткәсә, ял һәм байрам көндәрендә 17.15 сәғәткә тиклем.
Ололарға юл хаҡы – 10 һум, мәктәп уҡыусыларына – 5 һум.
Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте.

Йәшәгеҙ һеҙ гел татыу!

Йәшәгеҙ һеҙ гел татыу!
Татыулыҡтың сере бер-береңде ҡәҙер итеүҙән киләлер. 10 йыл күрше булып йәшәп, был ғаиләнең берҙәмлегенә, татыулығына һоҡланмаған көнөм юҡ. Бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тула тип ишеткәс, хайран ҡалдым, һиҙмәҫтән ҡулға ҡәләм алдым.

...Тәкәһуҡҡан ауылында көн иткән Фәйзулла Сырлыбаевтың апаһы Түбәнге Яйыҡбай ауылына кейәүгә сыҡҡас, ул ошо ауылда йәшәгән Ишбикә исемле һылыу менән таныша. Йәштәр күп тә үтмәй ҡауыша. Шулай итеп, ошо көндәргә 60 йыл үтеүенә улар үҙҙәре лә ышанып етмәйҙер. Уларға күпте кисерергә тура килә, Ишбикә инәйҙең атаһы мәрхүм булып ҡуйғас, әсәһен күсереп алып, 17 йыл бергә көн итәләр. 1967 йылда улар Тәкәһуҡҡандан Баймаҡҡа күсеп килә. Өс балаға ғүмер, һәр береһенә матур тәрбиә биреп, тормош юлына аяҡ баҫтыра  Сырлыбаевтар. Әле Миңнур исемле ҡыҙҙары Өфөлә йәшәй, ике бала, бер ейәнсәр үҫтерә. Баймаҡта йәшәгән Гөлнур апайҙың үҙенең өс балаһы, бер ейәне бар,  Рәйес ағай ҙа өс бала, ике ейәнсәр һәм бер ейән тәрбиәләй. Аҙнаның аҙағы етеүгә был ишле ғаилә бер ҡорға – атай йортона йыйыла. Ихата балаларҙың шат тауыштарына күмелә.

Закон һәм беҙ

Штрафтар күләме артты
2012 йылдың 1 ғинуарынан Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 12-се бүлегенә индерелгән штрафтарға ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Шулай итеп, светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтамай үткән өсөн штраф күләме 1 мең һум тәшкил итә. Элек уның суммаһы 700 һумға тиң ине.

Күңел түренән

Изгелек эшләргә ашығайыҡ!
Донъяла яҡшы кешеләр барыбер күберәк. Әгәр ҙә улар балаларға изгелек эшләһә, был бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Беҙҙең мәктәптең бағыусыһы, Сибай ҡалаһының “Универсал” ойошмаһы етәксеһе, хөрмәтле ауылдашыбыҙ Ишкилде Фазулла улы Ғафаров та шундай кеше. Ул үҙе лә: “Изгелек эшләргә ашығайыҡ, сөнки яҡшылыҡ икеләтә үҙеңә әйләнеп ҡайта”, – ти.

Хәтер

Яҡын дуҫ һәм тәжрибәле юрист ине...
Районыбыҙ үҙенең билдәле шәхестәре, көслө рухлы кешеләре менән билдәле. Уларҙың рәтенә Салихйән Мөхәмәтғариф улы Иҫәнамановты ла индерергә була.

Салихйән 6 балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы береһенән-береһе бәләкәй балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн заводта тырышып эшләй. Иң өлкән Сабирйән исемле улдары Баймаҡ техникумында уҡый, бик һәләтле булыуы, матур шиғырҙар ижад итеүе менән айырылып тора. Уның шиғырҙары әле лә Иҫәнамановтарҙың ғаиләһендә ҡәҙерләп һаҡлана.

Уҡырға саҡырабыҙ

Дини рухлылар өсөн
Баймаҡ ҡалаһында мосолмандарҙың дини ихтыяжын үтәгән мәхәллә ойошторолғандан алып ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү курстары эшләп килә. Ул халыҡҡа иман нуры таратыу кеүек изге маҡсатты үтәй. Башта уҡыусылар һаны 5-6 кеше генә булһа, хәҙер улар йөҙҙән ашып китте. Был хәҙерге заман кешеһенең ислам, иман һәм ихсан төшөнсәләрен үҙ эсенә алған дин ғилеме менән ҡыҙыҡһыныуы арта барыуын күрһәтә. Сөнки Ҡөрьән – ул фән, хикмәт һәм бәхет сығанағы. Уның нуры күҙгә күренгән һәм күренмәгән донъяларҙы, әҙәм балаһының күңелен, аҡылын яҡтырта, ауырыуҙарға шифа һәм ял бирә. Ҡөрьән аша кеше сафтан-саф ҡеүәтле намыҫҡа, көслө иманға эйә була. Ә саф иман шишмәһе Ҡөрьәндең тәмен татыған кеше унан һис айырыла алмай.
Халыҡтың һорауы буйынса, Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев етәкселегендә 16 ғинуарҙан өс айлыҡ “Ислам дине нигеҙҙәре һәм Ҡөрьән һабаҡтары” исемле уҡыу курстары Баймаҡ район китапханаһында (һәр дүшәмбе 18.30 сәғәтәттә) һәм Сибай ҡалаһында Островский урамы, 5-се йортта (һәр шәмбе, йәкшәмбе 10.00 сәғәттә) эш башлай. Белешмә өсөн телефон 8 927 926 39 39.
Уҡырға теләгән бар дини рухлы ҡәрҙәштәребеҙҙе саҡырабыҙ.