18 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Семинар-кәңәшмә уҙасаҡ
Иртәгә Ленин исемендәге АХК базаһында райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәреләсәк. Улар мал ҡышлатыу барышы менән танышасаҡ, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм башҡа тармаҡтарҙағы хәлдәрҙе өйрәнәсәк.
 
Башлыҡтар – уҡыуҙа
Кисә “Талҡаҫ” шифаханаһында райондың ауыл биләмәләре башлыҡтарының уҡыуҙары башланды. Бер аҙна дауамында улар төрлө мәсьәләләр буйынса лекциялар тыңлаясаҡ, кәңәшмәләрҙә ҡатнашасаҡ. Унда шулай уҡ район хакимиәте етәкселеге, башлыҡ урынбаҫарҙары һәм бүлек мөдирҙәре сығыш яһаясаҡ.
 
Төҙөлөш мартта тамамланасаҡ
Билдәле булыуынса, Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөлә. Объекттың төп подрядсыһы –  “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы – әле бинаның ҡыйығын ябыу менән мәшғүл. Бер үк ваҡытта төҙөүселәр йылытыу системаһын ҡороу менән шөғөлләнә. Объектты март айында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
 
Шахмат яңылыҡтары
Үткән шәмбелә ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса  район беренселеге уҙғарылды. Тәүге урындарҙы Зөһрә Баййегетова (Таулыҡай), Нина Семенова һәм Зилә Вилданова (Баймаҡ) яуланы. Ә ир-егеттәр араһында турнир ял көндәрендә дауам итәсәк.  
 
Буласаҡ бейеүселәр өсөн
Балалар ижады үҙәгенең яңы ойошторолған “Юниор” спорт бал бейеүҙәре коллективы үҙенә 7-17 йәштәрҙәге балаларҙы йыя. Программала Латин Америкаһы һәм Европа ижады өлгөләрен өйрәтеү ҡаралған. 
 
Спартакиада көндәлеге
Был йомала Граф күле буйында ҙур сара үткәреү ҡаралған – унда көньяҡ-көнсығыш төбәк зонаһының почта хеҙмәткәрҙәре спартакиадаға йыйыласаҡ. Улар ҡышҡы спорт төрҙәренә ингән саңғы ярышында, эстафетала, шулай уҡ армспортта, арҡан тартышыуҙа көс һынашасаҡ.

Айбулат Ишназаров. 

Уңғандар беҙҙең арала

Лайыҡлы баһаланды
Ленин исемендәге АХК үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән билдәле. Кооперативтың алдынғы механизаторы Наил Солтанов хужалыҡта ғына түгел,  район кимәлендә лә танылыу яулаған хеҙмәтсәндәрҙең береһе.

Наил Рәшит улы хеҙмәт юлын бынан теүәл ике тиҫтә йыл элек туған хужалығында механизатор булып башлай. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, йәнә яратҡан эшенә тотона – тракторға ултыра. Бына шул ваҡыттан алып ул һөнәренә тоғро булып ҡала. Н.Солтанов һәр ауыл хужалығы кампанияһында әүҙем ҡатнаша, уны ойошҡанлы атҡарып сығыуға үҙенең тос өлөшөн индерә. Яҙ – ер эшкәртә, иген сәсә, йәй – мал аҙығы әҙерләй, көҙ ер һөрә, һалам ташый. Ҡышҡы осорҙа иһә юлдарҙы ҡарҙан таҙарта. Ғөмүмән, алдынғы механизаторҙың тракторы йыл әйләнәһенә туҡтамай.

Йылды барлап

Полиция эшенә йомғаҡ яһалды
Районыбыҙҙы енәйәтселектән ҡурсыу, граждандарҙың тыныс тормошон тәьмин итеү өсөн йыл һайын Баймаҡ эске эштәр бүлеге үҙенең эшмәкәрлегенә анализ үткәреп, йомғаҡ яһай. 13 ғинуарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, район суды рәйесе Ғ.Р. Ҡотлобаева, прокурор вазифаһын башҡарыусы Ф.М. Йәрмөхәмәтов, эске эштәр бүлегенең ветерандар советы рәйесе Р.И. Асҡаров ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә полиция хеҙмәткәрҙәренең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы йүнәлтелгән профилактик саралар район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә алып барыла. Бигерәк тә терроризм, экстремизм, наркомания кеүек заман афәттәре менән көрәшкә ҙур иғтибар бирелә.
Былтыр районыбыҙҙа 1133 енәйәт теркәлгән.  925 енәйәт эше судҡа йүнәлтелгән, 269-ы төрлө сәбәптәр менән туҡтатылған. Енәйәттәрҙе асыу кимәле үткән йылға ҡарағанда 2,1 процентҡа артҡан.
Ауыр һәм үтә ауыр 149 енәйәт теркәлгән (уҙған йылға ҡарағанда 78 осраҡҡа кәмерәк). Шулай уҡ үлтереү һәм үлтерергә маташыу (42,9%-ҡа аҙыраҡ), яуыз ниәт менән һаулыҡҡа зыян килтереү (60%), көсләү һәм көсләргә маташыу (91,3%), үлтереү менән янау   (25,6%), мутлыҡ (55,8%), талау (66,7%), ҡурҡытып алыу (28,6%) кеүек енәйәттәр аҙайған. Шулай уҡ йәмәғәт урындарында ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа кәмегән. Полиция хеҙмәткәрҙәре фатирға баҫып инеп талау йәки ҡорал ҡулланып енәйәт ҡылыуҙарға юл ҡуймаған.
2011 йылда 347 иҡтисади енәйәт теркәлгән. Алдап аҡса алыу кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар асылған. Шулай уҡ кеҫә ҡараҡтары, фатирҙан, баҡса йорттарынан, магазин, складтарҙан урлашҡан кешеләр тотолған. Шуныһы әһәмиәтле: үлтереү, үлтерергә маташыу, көсләү, талау, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше кеүек ауыр енәйәттәр тулыһынса асылған.
Әлбиттә, борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Ул балиғ булмағандар тарафынан енәйәт ҡылыуҙарҙың йышайыуы. Шулай уҡ сит ил граждандарының хоҡуҡ боҙоуҙары, машинаны ҡыуып алып китеү  күбәйгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһе – йәмәғәт урындарында, урамдарҙа граждандарҙың хәүефһеҙлеген яҡлау. Кәңәшмәлә был йәһәттән хоҡуҡ һаҡсыларының яҡшы эшләүе билдәләп үтелде.
Район буйынса иң күп енәйәт ҡылыу Баймаҡ ҡалаһында теркәлгән. Шулай уҡ Йылайыр, Түбә, Иҫке Сибай, Күсей, Татлыбай, Аҡморон, Ярат, Таулыҡай ауыл биләмәләрендә лә хоҡуҡ боҙоуҙар йышайған.
Былтыр районда 36 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияла 15 кеше һәләк булған, 39-ы төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. 4 юл фажиғәһендә 5 бала йәрәхәтләнгән. Юлдың насар булыуы сәбәпле – 7, йәйәүлеләр ғәйебе менән 9 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы булған. Төрлө ойошма-предприятие етәкселәренә урам-юлдарҙы тейешле кимәлдә тотмағаны өсөн 197 иҫкәрмә эшләнгән, 53 етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
2012 йылда 2652 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Улар араһында ата-әсәләрҙең балаһын ҡарамауы, врач рөхсәтенән тыш наркотик тәьҫирле дарыуҙар ҡулланыу, көмөшкә менән кәсеп итеү һ.б. бар. Улар өсөн 300700 һум күләмендәге штраф һалынған.

Һайлау – 2012

Президентлыҡҡа дәғүәселәр кем?
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президентын һайлау Федерация Советы ҡарарына ярашлы ағымдағы йылдың 4 мартында уҙасаҡ. Беренсе тапҡыр Рәсәй Президенты 6 йылға һайланасаҡ.
“Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында”ғы федераль Законға ярашлы, Президент посына 35 йәштән үткән һәм ил биләмәһендә 10 йылдан оҙағыраҡ йәшәгән һәр граждан дәғүә итә ала. Ил башлығы вазифаһына һайланыуға кәртәләр ҙә юҡ түгел (мәҫәлән, иректе сикләү урындарында булыу, сит ил гражданлығы алыу һ.б.). Һайлауҙарҙа ике ысул менән: үҙ-үҙеңде күрһәтеү һәм теркәлгән сәйәси партиянан кандидат булараҡ ҡатнашырға була.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса Президент вазифаһына 10 кеше дәғүә итә: ЛДПР рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Жириновский (партия тарафынан күрһәтелгән),  КПРФ-тың Үҙәк комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Геннадий Зюганов (партия тарафынан күрһәтелгән), Иркутск өлкәһе губернаторы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Дмитрий Мезенцев (үҙ-үҙен күрһәткән), “Ғәҙел Рәсәй” партияһының депутаттар палатаһы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Миронов (партия тарафынан күрһәтелгән), рәсми теркәлмәгән “Воля” партияһы лидеры Светлана Пеунова (үҙ-үҙен күрһәткән),  “ОНЭКСИМ төркөмө” ЯСЙ-һы президенты Михаил Прохоров (үҙ-үҙен күрһәткән), РФ Хөкүмәте рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Владимир Путин (партия тарафынан күрһәтелгән), Ырымбур халыҡ-патриотик союз рәйесе, “Зорро” ЯСЙ-һының генераль директоры Ринат Хамиев (үҙ-үҙен күрһәткән), “Яблоко” партияһының сәйәси комитет ағзаһы, Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышы депутаты Григорий Явлинский (партия тарафынан күрһәтелгән), рәсми теркәлмәгән “Свобода и народовластие” партияһы лидеры Виктор Черепков (үҙ-үҙен күрһәткән). Партиялар тарафынан күрһәтелгән кандидаттар Үҙәк һайлау комиссияһында күптән теркәлгән дә инде. Ә үҙ-үҙен күрһәтеүселәр һайлаусыларҙан 2 миллион ҡултамға йыйып тапшырырға тейеш. Әйткәндәй, ҡултамғаларҙың 18 ғинуарға тиклем тапшырылыуы мотлаҡ.
Шулай итеп, Рәсәйҙә Президент һайлауын уҙғарыуға әҙерлек әүҙемләшә бара. Хәҙерҙән үк кандидаттар һайлаусыларҙың тауыштары өсөн көрәш башланы. Оҙаҡламай бар урындарҙа ла һайлауҙар, кандидаттар тураһында плакаттар эленәсәк.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы
материалдарына нигеҙләнеп,
С. Кейекбирҙина әҙерләне.

«01» хәбәр итә

Һаҡһыҙлыҡтың һөҙөмтәһе насар
Үткән йылдың 31 декабрендә, Яңы йыл ҡаршыларға ни бары 2 сәғәт кенә ҡалғас, Темәс ауылындағы бер йортта янғын сыҡты. Эскән килеш һаҡһыҙ тәмәке тартыу арҡаһында ирле-ҡатынлы өй хужалары был яҡты донъя менән хушлашты. Ниндәй фажиғә! Улар өсөн башҡаса Яңы йыл, бүтән байрамдар булмаясаҡ... Үҙҙәренең һаҡһыҙлығы үҙҙәрен ер йөҙөнән юйҙы.
8 ғинуарҙа киске 11-ҙә ҡаланың Пролетар урамы, 4 адресы буйынса, мейесте ҡыҙыу яғыу сәбәпле, ут сыҡты.
14 ғинуарҙа Урғаҙа ауылындағы бер йортҡа «ҡыҙыл әтәс» ҡунған, ә кисә таңғы 5-тә тағы ла Темәс ауылының “Өсөнсө ферма” биҫтәһендәге бер йортта янғындан ҙур ғына зыян күргәндәр. Шөкөр, был юлы ҡорбандар юҡ. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәбе асыҡлана.
Халыҡты янғын хәүефһеҙлеген теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Электр йылытҡыстарын, янып ятҡан мейесте, балаларҙың үҙҙәрен генә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, шырпыны алыҫ тотоғоҙ, һарай-кәртә тирәләрен һәр ваҡыт тикшереп тороғоҙ.
30 декабрҙән алып 20 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы айырым режим бара. Муниципаль район хакимиәтенең ҡарары буйынса был осорҙа штрафтар ҡиммәтләнә.
Иршат Әбүбәкиров,
Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса
янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге начальнигы.

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау участкалары булдырыу тураһында

2002 йылдың 12 июнендәге «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында»ғы 67-се Федераль закондың 19-сы статьяһы, 2003 йылдың 10 ғинуарындағы «Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында»ғы 19-сы Федераль закондың 15-се статьяһына нигеҙләнеп һәм Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы менән килешеү нигеҙендә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте ҡарар итте

«Һаҡмар»ға килә хаттар

Гәзитебеҙ фәһемле булһын!
Күңелдәргә яҡты өмөттәр, киләсәккә ышаныс өҫтәп, Яңы – 2012 йылды ла ҡаршы алдыҡ. Ул беҙҙең һәр кемебеҙ өсөн бәхет-шатлыҡтар ғына алып килеүен, балаларҙың тик шат тауыштары яңғырауын, донъяларҙың имен булыуын теләйек.
Яңы йыл әле генә тыуһа ла, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың әүҙем яҙыша башлауы, яңылыҡтары, ҡыуаныстары менән ихлас уртаҡлашыуҙары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә. Быйыл да һеҙҙән фәһемле, матур эстәлекле хаттар алырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Билдәле булыуынса, 2012 йыл – Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә гәзит уҡыусыларыбыҙ ошо ҡыҙыҡлы өлкәне лә урап үтмәҫ, тип уйлайбыҙ.
“Һаҡмар” гәзитенә төрлө проблемалар күтәреү менән бер рәттән, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим иткән хаттар ҙа килһен ине. Шулай уҡ кешеләрҙең аноним хат яҙыуы йәки гәзит аша үҙенең шәхси мәсьәләләрен (күршеһенә, туғандарына яла яғыу һ.б.) хәл итергә маташыуы ла борсоуға һала. Әлбиттә, беҙ бар хаттарҙы ла ҡарайбыҙ, тикшерәбеҙ, тейешле органдарға йүнәлтәбеҙ, әммә уларҙы гәзиттә баҫтырып булмауын аңлаһағыҙ ине.
2012 йылда гәзитебеҙҙең йөкмәткеһе һеҙҙең ярҙамығыҙ менән тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемле һәм уҡымлы булыр тип ышанабыҙ, дуҫтар!

Әсә – бөйөк исем

Мөршиҙә Әнүәр ҡыҙы Йәндәүләтова – ун балаға ғүмер бүләк иткән бәхетле әсә. Маҡтанырға ла хаҡы бар уның: биш улы, биш ҡыҙы матур тәрбиә алып үҫеп килә. Тормош иптәше Миндәүләт менән бына 23 йыл татыу ғүмер итәләр. Был ғаиләлә үҫкән балалар изге күңелле, шат һәм бөхтә булыуы менән айырылып тора. Йыр-моңға ла маһир улар: өҙҙөрөп йырлайҙар һәм бейейҙәр. Йәндәүләтовтар ғаиләһендә һәр саҡ татыулыҡ хөкөм һөрә, балалар бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл, эшсән һәм тырыш. Өй эсе таҙа, күркәм, бөтәһе лә үҙ урынында, әйтерһең дә яңғыҙ бала тәрбиәләнә. Балаларҙа ошо күркәм сифаттарҙы тәрбиәләүҙә атай кеше Миндәүләттең һәм Мөршиҙәнең роле баһалап бөткөһөҙ. Иң оло яуаплылыҡ, әлбиттә, әсә иңенә төшә.
Бала, ғаилә өсөн түккән көсөн, хеҙмәтен баһалап, бөтәбеҙ ҙә әсәгә оло хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Мөршиҙә Әнүәр ҡыҙы ла “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде, ғаиләгә “Газель” автомашинаһын да бирҙеләр.
10 бала әсәһе Мөршиҙә Йәндәүләтоваға алдағы тормошонда, эшендә уңыштар, көслө рухлы, һәр ваҡыт шулай изге күңелле, сәләмәт булыуын, балаларының игелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.

Беҙ – Кирәй Мәргән тоҡомо

Һыуҙар аға, таштар ҡала,
Таш араһында ҡом ҡала.
Ризыҡ яҙған ергә ирҙәр бара,
Тарихтарға һыймаҫ дан ҡала.
Кешелек тормошонда, аңында тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиғалар булып тора. Ошондай билдәле тарихи шәхес, беҙҙең тоҡомдоң данлыҡлы кешеһе Кирәй Мәргәндән башланған шәжәрәбеҙҙе  бәйән итмәксемен. Беҙҙең тамырға күҙ һалһаң, ул түбәндәге сылбырҙан тора:
Кирәй Мәргән-Һары Мәргән (1596 йыл) –Һөйөндөк-Әликәш Һөйөндөков (1679-1755) – Бикбулат (1715-1755) – Манһыр-Мөхиббә (1755) – Хәмит – Сәбилә (1781) – Мөхәмәтхәсән – Һандуғас-Хәсәновтар фамилияһына нигеҙ һалыусы (1827) – Хәйрелвара – Мөбинә – беҙҙең ата-әсәй, Әхмәҙулла һәм Разия –мин һәм Учалы һылыуы – ҡатыным. 
Рус дәүләтенә ингәндән һуң, башҡорттарҙың төп бурысы булып хәрби хеҙмәт тора. Беҙҙең ырыу ҙа феодализмдың бар ауырлыҡтарын үҙ иңендә татый.
Салауат ихтилалы баҫтырылып, башҡорттар ауыл-ауылы менән ҡырылғандан һуң, күп тә үтмәй Парижға барып етерлек егеттәр үҫеп етә. Яңынан-яңы ҡаһармандар сафҡа баҫа. Күптәре үҙ аттары, үҙ кейеме менән һуғыша. Улар бик оҫта, мәргән уҡсы була. Париж урамдарында башҡорт аттарының эҙҙәре ҡалған тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Шварцбург ҡалаһының бейек башняһында бер яугирҙың уғы ҡала. Ә мәргәнлек бәйгеһендә бер башҡорт уҡсыһы сиркәү башындағы шарҙың ҡап уртаһына тейҙерә. Илгә еңеү алып килә улар! Ошо һуғышта беҙҙең Хәсән ҡартатайыбыҙ заурядный хорунжий була. Атайымдың бер туған ағаһы Ризуан Хәсән улы Һөйөндөков ай һайын Ырымбурға һыбай барып, Хәмитов Хәсән Хәмит улына заурядный хорунжий булғаны өсөн бирелгән пособиены алыр булған.
Беҙҙең тыуған ауыл – Манһыр. Старатель балалары булараҡ, бала саҡтан алтын йыуҙыҡ. 1947 йылда алтын хаҡы ҡапыл арзанайҙы, шуға күрә ауыл таралды. Атайыбыҙ Хәйрелвара Хәсән улы Хәсәнов Варшавала хеҙмәт итә. Сил илде күргән атайыбыҙ уның йорттарына иҫе китеп: “Уларҙы кеше эшләмәгән, ендәр эшләгәндәрҙер”, – тип һөйләй торғайны.

Хеҙмәтен яратып башҡара

Эше ауыр булһа ла, унан йәм-тәм табып тир түгеүселәр һәр саҡ һоҡланыу тойғолары уята. Нәҡ шундай бәхетлеләр рәтенә “Мырҙаҡаев” КФХ-һында эшләгән һәм ауыл халҡына ысын күңелдән ярҙам иткән веттехник Рафаил Ҡужахмәт улы Хәмитовты индерергә була. Уның эшен “Тиҙ ярҙам» хеҙмәткәрҙәренеке менән дә сағыштырырға мөмкиндер.

Рафаил Хәмитов веттехник һөнәрен үҙләштергәндән һуң, 1975 йылда Карл Маркс исемендәге колхозға юллама ала. Бер йылдан, ысын ир-егеттәр бурысын үтәп, Совет Армияһында хеҙмәт итә башлай. Унда ла тик өлгөлө яҡтан билдәләнеп, үҙенең коллективына әйләнеп ҡайта. Күп тә үтмәй Түбәнге Иҙрис һылыуы Миңлегөл менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Бәхетле ата-әсә өс балаға ғүмер биреп, уларҙы үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Миңлегөл ханым 32 йыл колхозда һауынсы булып тырышып эшләне, ә колхоз бөткәс, һатыусы булып эшкә урынлашты. Рафаил Ҡужахмәт улы иһә 36 йыл инде үҙенең хеҙмәтен яратып башҡара. Был эшһөйәр ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет-именлек, балаларының изгелеген күреп йәшәргә Хоҙай насип итһен.

Ағинәйҙәр шундай була ул!

Аҡморон һәм Сәйғәфәр ауылы ағинәйҙәренең осрашыуы беҙҙең өсөн үҙе бер матур үҙенсәлекле тарих бите булып ҡаласаҡ. Был фәһемле кисәне Аҡморон ауылының ветерандар советы рәйесе Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы Фәттәхова ветерандарға ҡағылышлы льготалар менән ябай һәм асыҡ итеп таныштырып башлаһа, Мөршиҙә апай Әбдразаҡова үҙҙәренең концертын шиғыр юлдары менән дәртле итеп алып барҙы.
Беҙҙең ағинәйҙәргә уларҙың оҙон көйҙәргә матур итеп йырлауҙары, Роза апай Тимербаеваның сығарған таҡмаҡтары хуш килде.

Киләсәккә аҙымды бөгөн яһа!

Өфө, Өфө... Ниндәй тылсымлы һүҙ
Уралымда үҫкән кешегә!
Бөтә юлдар Римгә илтә, тиҙәр,
Дөрөҫ түгел, буш был һүҙҙәр,
Бөтә юлдар илтә Өфөгә!
Тап ошо шиғырҙағы кеүек беҙҙе лә юлдар Өфө яҡтарына илтте. Беҙ, Баймаҡ лицей-интернатының 11-се “а” синыфы уҡыусылары, Өфөгә – юғары уҡыу йорттарын ҡарарға юлландыҡ. БДУ, БДПУ, ӨДАТУ, БДМУ, ӨДНТУ, БДАУ кеүек уҡыу йорттары беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Улар үҙҙәренең факультеттары, сығарылыш уҡыусылары өсөн мөһим булған мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан уҡыу йортона инергә теләген белдерҙе.
Өфөнөң иң күренекле урыны – С.Юлаев һәйкәле янында класыбыҙ менән иҫтәлеккә фотоға төштөк. Шулай уҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын ҡарап күңел астыҡ. Артистар үҙ ролдәрен шундай ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы, шуға күрә беҙгә был спектакль бик оҡшаны. “Родина” кинотеатры беҙҙе үҙенең 3D форматында әкиәт донъяһына алып китте. Сәйәхәттең һуңғы көнөндә класташтарыбыҙ менән шыршы янындағы һырғалаҡта туйғансы шыуҙыҡ, Ләлә-Тюльпан мәсетенә барып, мулланың өгөт-нәсихәттәрен тыңлап, үҙебеҙҙең уй-теләктәребеҙ ҡабул булыуына, именлек-һаулыҡҡа доға ҡылдыҡ, хәйер тараттыҡ.
Был сәйәхәттән беҙ бик яҡшы тәьҫораттар менән, төйәгебеҙҙең барлыҡ матурлығына, күркәмлегенә һоҡланып, киләсәктә үҙебеҙҙең барыр юлдарыбыҙҙы билдәләп, фәһем алып ҡайттыҡ.