20 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Күсмә ҡабул итеү
20 ғинуарҙа сәғәт 11-ҙән район хакимиәтенең 301 бүлмәһендә (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36) дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты рәйесе Новиков Сергей Владимирович граждандарҙы күсмә ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 3-10-07.
 
Хәүефһеҙ объект
Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре 17 ғинуарҙан 24 ғинуарға тиклем “Хәүефһеҙ объект” тип аталған профилактик операция үткәрә. Ул дәүләттең, граждандарҙың милкен енәйәти ҡул һуҙыуҙан һаҡлау, ошо йүнәлештә ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыу өсөн үткәрелә. “Хәүефһеҙ объект” профилактик операцияһына ҡағылышлы һорауҙары йәки тәҡдимдәре булған кешеләр 3-10-50, 2-16-54 телефондары буйынса шылтырата ала.  
 
Техниктар ярышҡан
Баймаҡ йәш техниктар станцияһында фәнни-техник, спорт-техник, коллектив эштәргә конкурс үткәрелгән. Унда район-ҡала мәктәптәренән 67 уҡыусы ҡатнашып, 49 эш ҡаралған. Балалар үҙҙәренең эшен яҡлап сығыш яһаған. Владислав Әмирханов (Ҡуянтау), Айбулат Ҡазаҡбаев (3-сө мәктәп), Илгиз Мырҙабулатов (Темәс), Лилиә Йәнәлина, Рузилә Йәндәүләтова (4-се мәктәп) еңеүсе тип табылған.
 
Хәтер кисәһе
Йомаш ауылында 15 йыл клуб мөдире булып эшләгән Фәрит Тойғоновтың Хәтер кисәһе үткәрелгән. Ул заманында 30-ҙан ашыу һуғыш ветеранынан торған ансамбль төҙөүе менән билдәле. Роза Саникина менән Гөлдәр Абдуллина алып барған фәһемле кисәлә 70-се йылдарҙың йырҙары яңғыраған, йомаштар Фәрит Тойғонов тураһындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашҡан.
 
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Йәштәр эштәре буйынса сектор хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, уларҙы алама ғәҙәттәрҙән йолоп ҡалыу өсөн “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тип аталған күңелле старттар ойошторасаҡ. Ярыш ял паркында үтәсәк. Унда ҡала мәктәбе уҡыусылары үҙ-ара көс һынашасаҡ. Артабан спорт ярыштарына каникулға ҡайтасаҡ студенттар йәлеп ителәсәк.
Г. Иҫәнгилдина. 

Уларға рәхмәтлебеҙ
Ишейҙә төрлө мәҙәни саралар йыш үткәрелә. Ауыл халҡы байрамдарҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән Илдус Әбдрахманов, Азамат Исҡужин, Фәрзәнә Ҡотлобаева, Вәзимә Буранбаеваға ҙур рәхмәтен белдерә.
З. Ниғмәтуллина, клуб мөдире.

Мал ҡышлатыу

“Төп маҡсат – малсылыҡты үҫтереү”
Ҡасандыр төп тармаҡтар буйынса элекке позицияларын юғалтҡан, айырыуса малсылығы көрсөккә терәлгән “Рассвет” АХК-һының һуңғы йылдарҙа производствоны үҫтереү йүнәлешендә етди һынылыш яһауы, иң артта һөйрәлеүселәр рәтенән бөгөн тотороҡло эшләүсе хужалыҡтар сафына баҫыуы иғтибарға лайыҡ. Йәш, әммә етерлек эш тәжрибәһе булған белгесте – А.Б. Шәриповты кооперативҡа етәксе итеп тәғәйенләү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе – “Рассвет” АХК-һы әле ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа районда лайыҡлы урын биләй һәм күп күрһәткестәр буйынса  башҡаларға өлгө булып тора.

Мал ҡышлатыу миҙгеленә хужалыҡ йылдағыса тейешле кимәлдә әҙерләнде. Тупланған 720 т бесән, 2900 т сенаж, 350 т силос һәм 460 т фураж 585 баш һыйыр малын, шул иҫәптән 250 һауын һыйырын, имен ҡышлатыу һәм уларҙан яҡшы продукция алыу мөмкинлеген бирә. Мал аҙығының сифаты ла юғары, ул 1-се класс талаптарына яуап бирә.

Һайлау – 2012

Яңы саралар ҡулланыласаҡ
“Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында”ғы федераль Закондың 20-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2011 йылдың 28 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауында тауыштарҙы һанағанда техник саралар – һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланыу тураһында”ғы бойороғона нигеҙләнеп, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы республиканың 178 һайлау участкаһына һайлау бюллетенен эшкәртеү комплексы (КОИБ) урынлаштырырға ҡарар итте. Беҙҙең районда КОИБ-тар 5 участкала: Темәстә икәү, Билалда, Ниғәмәттә һәм Түбәлә ҡуйыласаҡ.
Шулай уҡ тағы ла бер яңылыҡ: Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2011 йылдың 27 декабрендәге “2012 йылдың 4 мартында Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарында тауыш биреү биналарында видеокүҙәтеү тәртибе тураһында”ғы 82/635-6-сы ҡарарына ярашлы, барлыҡ һайлау участкаларында ла видеокүҙәтеү саралары ҡулланыласаҡ. Был медицина учреждениеларындағы, хәрби частарҙағы, ғәйепләнеүселәр тотолған урындарҙағы, поляр станцияларҙағы, алыҫ һәм барып етеүе ҡыйын булған урындарҙағы һайлау участкаларына ғына ҡағылмай.
Алынған видеояҙмалар трансляцияһы Интернет селтәре сайтында башҡарыласаҡ. Трансляция ваҡыты – участка һайлау комиссияһы эшләй башлағандан алып урындағы ваҡыт менән киске сәғәт һигеҙгә тиклем һәм Мәскәү ваҡыты менән киске туғыҙҙан алып һайлау эшмәкәрлеген тамамлағанға тиклем.  
Һайлаусылар видеокүҙәтеү хаҡында алдан иҫкәртеләсәк. Тауыш биреү биналарына ингәндә, шулай уҡ эстә лә күренгән урында “Бинала видеокүҙәтеү алып барыла” тигән яҙыулы А4 форматындағы табличкалар эленәсәк.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Ултырыштар

Йәмәғәт советы эшен дауам итә
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлеге янында Йәмәғәт советы ойошторолоуы һәм уның беренсе ултырышы хаҡында гәзитебеҙҙә декабрь айында мәғлүмәт булғайны. Ошо шишәмбелә был йәмәғәт ойошмаһы ағзалары сираттағы ултырышҡа йыйылды. Уны советтың рәйесе И. Ҡыуатов алып барҙы.
Кәңәшмәлә эште ниндәй юҫыҡта дауам итеү, хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендә башҡарыласаҡ бурыстар, тәртип боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү тураһында төрлө фекерҙәр һәм аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә район хакимиәте бинаһының беренсе ҡатында граждандарҙан Йәмәғәт советына булған мөрәжәғәттәрен ҡабул итеү өсөн махсус йәшник ҡуйыласаҡ. Унда район һәм ҡала кешеләренә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын, тәҡдимдәрен, ялыуҙарын ҡалдырырға мөмкин. Ул мөрәжәғәттәр Йәмәғәт советы ултырыштарында ҡараласаҡ һәм эске эштәр бүлеге етәкселеге менән берлектә контролгә алынасаҡ, хәл итеү юлдары өйрәнеләсәк.
Ғөмүмән, йәмәғәт ойошмаһы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға үҙ өлөшөн индерер һәм был йәһәттән ҡулдан килгәндең барыһын да эшләр тип ышанғы килә.
Үҙ хәбәрсебеҙ.

Халыҡ иғтибарына

Пенсия өҫтәмәләре арта
2012 йылдың 1 ғинуарынан республикабыҙҙың 123 меңдән ашыу эшләмәүсе пенсионеры пенсияларына федераль социаль өҫтәмә ала башланы. Был беҙҙең райондың 3626 пенсионерына ҡағыласаҡ.
Өҫтәмә түләүҙең был төрө эшләмәүсе пенсионерҙарға беренсе тапҡыр 2010 йылдың 1 ғинуарында тәғәйенләнгәйне. Һәр пенсионерға социаль өҫтәмә түләү күләме төрлөсә һәм ул пенсия күләменә, аҡсалата айлыҡ түләүенә, төбәк түләүҙәренә бәйле. Әгәр уларҙың суммаһы билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән булһа, социаль өҫтәмә түләү тәғәйенләнә.
Башҡортостан Республикаһында 2012 йылға пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы 5220 һум тип билдәләнде.
2012 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандың барлыҡ пенсионерҙарына ла (әгәр 2010-2011 йылдарҙа уларға федераль социаль түләү тәғәйенләнгән булһа) өҫтәмә түләүҙең яңы күләме Пенсия фонды органдарында һәм халыҡты социаль яҡлау органдары мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп автоматик рәүештә башҡарыласаҡ.
Һорауҙарығыҙ булһа 3-18-70 телефонына шылтыратығыҙ.
Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Төҙөкләндереү эштәре әүҙемләшә
Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур көс һала. Урамдарҙы яҡтыртыу, ҡарҙан таҙартыу, ҡоймаларҙы яңыртыу... Һанап кителгәндәр тынғыһыҙ коллективҡа йөкмәтелгән бихисап эштәрҙең бер нисәүһе генә.
Баймаҡта ойошторолған урам комитеттары рәйестәре менән берлектә эшләү үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.  Улар менән булған осрашыуҙа күтәрелгән бөтә һорауҙар, үтенестәр, ялыуҙар буйынса етди саралар күрелә. Ошо йәһәттән Салауат Юлаев проспектында, Йәштәр, Ҡарлы, Әлибаев, Рәсәй, Сөләймәнов урамдарында тәүлектең ҡараңғы ваҡытында яҡтыртыу өсөн бағаналарға лампалар ҡуйылды. Киләһе айҙарҙа көс Кәкрауыл биҫтәһенә, шулай уҡ ҡаланың көньяҡ-көнсығыш микрорайондарына йүнәлтеләсәк, бында ла урамдарҙы тулыһынса яҡтыртыу планлаштырыла.

Берәҙәк эттәр – көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Бөгөн улар халыҡҡа ҙур хәүеф менән янай. Ошо көндәрҙә эттәрҙе “йоҡлатыу”ға тәғәйенләнгән махсус ике ҡорал һатып алынған. Был уларҙан ҡотолорға ярҙам итер, моғайын.
Ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу – ҡышҡы миҙгелдә идаралыҡтың көндәлек эше. Был тәңгәлдә етди саралар күрелә. Күптән түгел алынған ике берәмек техниканың көсө тулыһынса файҙаланыла. Ошо көндәрҙә Көньяҡ микрорайонының Бөрйән урамында автобус туҡталышы павильоны урынлаштырыласаҡ. Көндәр йылыныу менән мосолман зыяратының ҡоймалары ла тулыһынса яңыртыласаҡ.
Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы көсө менән Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы артындағы Таналыҡ боҙонда балалар өсөн төҙөлгән һырғалаҡты күптәр яратып өлгөрҙө. Ул март баштарына тиклем эшләйәсәк. Ләкин кемгәлер был матурлыҡ һәм уңайлыҡ оҡшамай, буғай: прокат пунктын емереп асып, ун пар коньки, тюбингтарҙы урлағандар! Был эш буйынса әле эҙләү-тикшереү бара. Тап ошондай ҡырағайҙарса мөнәсәбәт ҡалабыҙҙың үҫешенә ҙур аяҡ сала ла инде. 
Идаралыҡтың ҡаланы төҙөкләндереү буйынса пландары ярайһы ҙур ғына. Улар тормошҡа ашҡан осраҡта халыҡҡа бихисап өҫтәмә эш урындары буласаҡ. БРСУ директоры И.И. Ғәтиәтов уларҙы әлегә сер итеп ҡалдырыуҙы һораны.
Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығының әлегәсә ныҡлы ғына биләгән бинаһы юҡ. Шул йәһәттән бөгөн улар элекке Түбә руднигы идаралығының базаһын ремонтлай башлаған. Ә әлегә Инфар Ильяс улы бөтә булған һорауҙар, тәҡдимдәр, ялыуҙар менән 2-14-44 телефондары аша мөрәжәғәт итеүҙәрен һораны.
Л. Разгилева.
Автор фотоһы.

Хоҡуҡ һаҡлау

Килешеүҙе үтәмәгән өсөн
Баймаҡ прокуратураһы ҡаланың Тыныслыҡ урамы, 9-сы йортта йәшәүселәрҙең һорауы буйынса “УКЖФБ” ЯСЙ-һының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ закондарын күҙәтеү-күҙәтмәүен тикшерҙе.
Тикшереү барышында йәмғиәттең был күп фатирлы йортто тейешле кимәлдә тотоу, ваҡытында ремонт үткәреү буйынса граждандар менән килешеү төҙөгәне асыҡланды. 2011 йылдың апрелендә йортта һыу торбаларын ремонтлау эше үткәрелгән. Әммә “УКЖФБ” ЯСЙ-һы төҙөкләндереү эштәренән һуң йортто, подъезды тейешле кимәлдә тәртипкә килтермәгән. Мәҫәлән, 1-се подъездағы иҙән таҡталары нығытылмаған, ә был кешеләрҙең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Стеналарҙың ҡубып, емерелеп төшөүе лә ойошманың килешеүҙе күҙәтмәүен дәлилләне.

Эшҡыуарҙар иғтибарына

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән граждандар контролдә тотоусы органдар тарафынан 2012 йылда үҙҙәренең ҡасан тикшереләсәген белә ала. Бының өсөн республика прокуратураһының сайтына инергә кәрәк. Унда быйыл ниндәй орган һәм ҡасан һеҙҙе тикшерәсәге тураһында яҙылған.
“Дәүләт һәм муниципаль органдарҙың тикшереүе барышында юридик һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау” федераль Законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы йыл һайын тикшереүҙәр планы төҙөй. Бындай махсус план ҡабул итеү эшҡыуарҙарҙы нигеҙһеҙ һәм законһыҙ тикшереүҙәрҙән яҡлай.
Республика прокуратураһының сайты http://bashprok.ru/. “2012 йылда эшҡыуарҙарҙы тикшереү планы” өлөшөн ҡарағыҙ.
Шулай уҡ һеҙ бар ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙар менән Баймаҡ прокуратураһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.  
И. РӘХМӘТУЛЛИН,
район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Финанс ярҙам

Һыу ҙа, газ да, ут та булды
Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы – Темәс ауылы йылдан-йыл яңырыу кисерә. Бөгөн бында 1 мең хужалыҡта 3600 кеше йәшәй. Тарихи урындары, арҙаҡлы шәхестәре менән дә танылыу яулаған төбәк ул.
Туғыҙ ауылды берләштергән Темәс ауыл биләмәһендә башҡарыласаҡ бөтә саралар ҙа Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһына индерелгән. Республика бюджетынан бүленгән махсус аҡса ярҙамында ауылдарға “зәңгәр яғыулыҡ”, электр энергияһы, һыу селтәре төҙөлә.
Темәс ауылының леспромхоз биҫтәһендә 12 километр оҙонлоҡта газ торбалары һуҙылған. Әлеге ваҡытта урамдарҙа һәм өйҙәрҙә монтажлау эштәре дауам итә. Был уңайлыҡты һәр кем тулы күләмдә файҙаланыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Хоҙайбирҙин, Йәштәр, С.Юлаев, Н.Вәлиева, Совет, З.Вәлиди, Аҡмулла урамдарында һыу селтәре яңыртылған. Ғөмүмән, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһы ауылда элек-электән ҡала килде. 1969 йылдарҙа һалынған селтәрҙәр күптән инде туҙған, иҫкергән. Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Г.Н. Тайсина белдереүенсә, ауыл буйынса һуҙылған 12 километрға яҡын селтәрҙең ҡалған өлөшөн быйыл яңыртыу күҙаллана.

Көнүҙәк мәсьәлә

Ҡышын да һыу баҫа...
Элек ҡалабыҙҙың иң матур урамдарының береһе булған Коммунистик урамын быйыл һыу баҫып аптырата. Бынан бер нисә йыл элек тә был урамда шәре сығып, урыны-урыны менән бәләкәй катоктар барлыҡҡа килтерһә, быйыл иһә урамдың яртыһын һыу баҫты, кешеләрҙең өйҙәренән алып юлға тиклем ҡалын боҙ менән япты. Ҡыш көнөндә һыу кисеп йөрөргә теләмәгән автомобиль хужалары был урам юлын әллә нимәгә әйләндерҙе. Шул тирәләге йорт хужалары иһә баҙҙарына һыу төшмәһен өсөн төрлөсә – ҡарҙан, ҡом-таштан һ.б. “баррикадалар” ҡорҙо. Ләкин улар ғына һыуға ҡаршылыҡ түгел шул... 

Был проблеманы ҡала хакимиәте яҡшы белә. Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин әйтеүенсә,  мәсьәлә өйрәнелә һәм тейешле саралар күрелә. Яңы йылға тиклем үк яуаплы коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре тарафынан ҡалынайып киткән боҙ йырылған һәм урамдағы юл аша торба һалынып, һыу ағымына йүнәлеш бирелгән. Ләкин  ошо көндәрҙә Коммунистик урамында ҡабаттан шәре сығып, юлды баҫа башланы. “Ер аҫты һыуҙарын “йүгәнләүе” ауыр. Ошондай уҡ хәлдәр Ключевая, Асылов, К.Маркс кеүек урамдарҙа ла күҙәтелә. Һыу баҫыуҙың сәбәптәре аныҡлана. Күп кенә кескәй инештәрҙе кешеләр үҙҙәренең ихтыяждары өсөн быуа, һыу юлдарын ҡаплап ҡый түгә. Йылға ағышының быуылыуы, элекке һыу трассалары, һыуҙың күплеге һ.б. ҡышын шәре сығыуға сәбәпсе булырға мөмкин. Көндәр йылынғансы халыҡтың йорт-ҡураларына, баҙына һыу инмәһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Йәйгеһен иһә был мәсьәләне хәл итергә уйлайбыҙ”, – тине Исмәғил Әхмәт улы.

Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһы.
Тынғы белмәҫ ветеран
Билал ауыл Советының ветерандар советы рәйесе М.М. Айытбаевты районда тынғыһыҙ ветеран, билдәле йәмәғәтсе, халыҡ мәнфәғәтен әүҙем яҡлаусы депутат булараҡ яҡшы беләләр. Морат Мортаҙа улын йыш ҡына район хакимиәтендә, республиканың төрлө ведомстволары етәкселәренең граждандарҙы ҡабул итеү мәлдәрендә, хатта Президент Хакимиәтендә күрергә мөмкин – ул һәр саҡ ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлар өсөн килә. Һәм, әйтергә кәрәк, күп мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.

Морат Мортаҙа улы ошо ауылда тыуып үҫеп, ҡанат нығытҡан һәм бар ғүмерен туған хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнаған кеше. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Билалда 7 класты тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын “Урал” колхозында башлай. Был хужалыҡ 1957 йылда совхозға үҙгәртеп ҡоролғас, балта оҫталары бригадаһы етәксеһе булып китә. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан егетте “Һәүәнәк” совхозы етәкселеге артабан урман ҡырҡыу һәм файҙаланыу буйынса өлкән мастер итеп үрләтә. М.Айытбаев был яуаплы вазифаны 1995 йылға ҡәҙәр уңышлы тарта. Ошо йылдарҙа ул профком ағзаһы итеп һайлана, “Һәүәнәк” һәм “Күгиҙел” совхоздарының цех комитеты рәйесе була.

Хәтирәләр

Йәшлегемә ҡайтыр инем...
Фотоальбомды ҡулыма алһам, ғүмер китабымды тотҡандай, һәр ваҡыт йылы хәтирәләргә биреләм. Бына 1981 йылда төшкән фото. Бында беҙ – 12 ҡыҙ – Таулыҡай ауылы фермаһынан 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бәләкәй һәм Күсәбә йылғаларының ҡушылған ерендә урынлашҡан йәйләүгә күсенгән йәштәр. Ағастар араһында йәшенеп кенә ултырған будкалар беҙҙе йылмайып ҡаршы алды. Бында урынлашып йәшәй башланыҡ. Аллаға шөкөр, ауыр һүҙ, бер-береңде рәнйетеү беҙҙең өсөн ят ине.
Бер-береңде хөрмәтләп йәшәү – үҙе оло бәхет булған икән. Сәй эскән саҡта көлөшкән тауыштар әллә ҡайҙа яңғырап торор ине. Һөт ташыған машинабыҙҙың шоферы Салауат ағай Мөхәмәтшинға тынғылыҡ булманы инде ул. Уның тауышын да ишетмәй торғайныҡ.
“Ауылға концерт килә”, – тиһәләр, һауымды тиҙ генә тамамлап, ауылға саба инек. Үҙебеҙ ҙә ураҡ ваҡытында игенселәр алдында концерт менән сығыш яһарға өлгөрә инек.
Тик ике ҡыҙыбыҙ хәҙер арабыҙҙа юҡ инде – йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсте. Йәндәре йәннәттә булһын. Ҡалған ҡыҙҙар, Аллаға шөкөр, матур итеп донъя көтә. Хәмер менән мауығыу тигән нәмә уларға хас түгел.
Үткәндәрҙе,
        матур үткәндәрҙе
Уйҙар менән генә айҡайым...

Тәрбиә

Балаларҙы милли рухта үҫтерәйек
Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай.
Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ. Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһы Башҡортостандың яңы гражданинын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Хәтер

Яҡшы һүҙ, изге эш – мәңгелек
18 ғинуарҙа ”Йәшлек” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар Союздары ағзаһы Юлай Мәҡсүтовҡа 50 йәш тулған булыр ине...

Оҙон ғүмер эсендә йөрәкте тетрәтер ваҡиғаларға, күңелде арбар  кешеләргә байтаҡ тап киленгәндер. Эш ваҡиғаларҙың эре һәм шаулы, кешеләрҙең атаҡлы һәм дәрәжәле булыуында түгел. Хикмәт шунда: улар хәтергә һеңеп ҡалалар ҙа, бар өмөтөңдө юйып, хәсрәткә батҡаныңда, йәки бар донъяңды онотоп, тантана иткәнеңдә ҡалҡып сығалар. Сығалар ҙа асылыңды  барлайҙар. Харап булдым, тип артыҡ өҙгөләнмәйһеңме, мәртәбәгә мендем, тип артыҡ  маһаймайһыңмы – шуны иҫкәртәләр.

Иғтибар!

Техникум уҡыусылары, тауыш бирегеҙ!
Баймаҡ тау-металлургия техникумы музейы асыласаҡ
2012 йылдың майында Баймаҡ тау-металлургия техникумына 80 йыл тула. Был белем усағы 35 йыл эсендә (1932 – 1967 йылдар) илебеҙҙең тау-мәғдән сәнәғәте өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләне. Техникум көньяҡ-көнсығыш райондарының тәүге урта-һөнәри уҡыу йорто булды һәм оҙаҡ йылдар престижлы белем усағы булып һаналды. Уның сығарылыш уҡыусылары араһында производство етәкселәре, ғалимдар, йәмәғәт һәм ижад эшмәкәрҙәре, үҙ эшенең оҫталары аҙ түгел.
Баймаҡ тау-металлургия техникумы Урал аръяғы райондарының үҫеше өсөн тос өлөш индерҙе: уның Сибайҙа, Учалыла, Орскиҙа филиалдары асылды. Ҡала һәм районыбыҙ халҡы был уҡыу йортоноң ҡасандыр беҙҙә булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Баймаҡ тау-металлургия техникумы базаһында эшләүсе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы ул саҡта һалынған нигеҙ, йолаларҙы киләсәккә еткереүҙе үҙ бурысы тип һанай.
Баймаҡ тау-металлургия техникумының музейын ойошторорға йыйынабыҙ. Шуға күрә уның элекке сығарылыштарының, хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлектәр, фотоһүрәттәр, уҡыу йорто, СССР-ҙың төрлө предприятиеларында практика үтеү, эшләү менән бәйле документтар һ.б. килтереүҙәрен һорайбыҙ. Шулай уҡ музейға килтерелгән әйберҙәр, эш ҡоралдары, макеттар, әсбаптар һ.б. өсөн дә бик рәхмәтле булыр инек.
Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Р.Ниғмәти урамы, 1.
Т.Сәйғәфәрова,
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының
Баймаҡ филиалы директоры.