23 янв. 2012 г.

Тантаналы йыйылыштар

Үткән йылға йомғаҡ яһалды
Ошо кесаҙна район халыҡ ижады үҙәгендә 2011 йыл йомғаҡтарына арналған тантаналы йыйылыш булды. Ҡала һәм район активы, хеҙмәт коллективтары алдынғылары саҡырылған был сарала үткән йыл уңыштары барланды, һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар тәбрикләнде, ағымдағы осорға уй-ниәттәр билдәләнде. Тантанала БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары, көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы кураторы, яҡташыбыҙ М.Б. Фәтхуллин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р.Р. Сырлыбаев, Йылайыр районы хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллиндарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Бик тә матур үтте был байрам, ул ысын мәғәнәһендә хеҙмәт алдынғыларына дан йырланы, яңы осорға дәрт уятты.

2011 йыл йомғаҡтары тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов төплө доклад менән сығыш яһаны. “Дөйөм алғанда, уҙған йыл күп параметрҙар буйынса емешле булды, – тип билдәләне Илшат Хәмит улы, – беҙ уны лайыҡлы атҡарып сыҡтыҡ, йыл яҡты һәм ваҡиғаларға бай булды. Уҙған осорҙа эш хаҡы 20 процентҡа артты, 16 процентҡа пенсия күләме күтәрелде. Эшһеҙлек кимәле 66-ға кәмене, теркәлгән никахтар һаны 62-гә күберәк булды. Үлем осраҡтары 58-гә кәмене. Ыңғай үҙгәрештәргә беҙ ҡала һәм район активының, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары хеҙмәтсәндәренең ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында өлгәштек”.
Хакимиәт башлығы халыҡ хужалығы тармағының һәр өлкәһенә айырым туҡталып, өлгәшелгәндәргә баһа бирҙе, хәл ителәһе мәсьәләләрҙе барланы.
Иң-иңдәр тәбрикләнде
Райондың халыҡ хужалығы тармағындағы үткән йыл йомғаҡтары һәм үҙ һөнәренең алдынғылары билдәләнде.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Ҡотло булһын фатирҙар!
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле ауазы йылдар төпкөлөндә ҡала барһа ла, илгә Еңеү алып килеп, кешелекте ҡоллоҡтан ҡотҡарып ҡалған яугирҙарыбыҙ алдында беҙ мәңге бурыслыбыҙ. Михнәтле йылдарҙы үҙ иңендә татып, фашистар менән йөҙгә-йөҙ килеп алышҡан олатайҙарҙың сафы һирәгәйеүе күңелдәргә һағыш өҫтәй. Шулай ҙа Хөкүмәт тарафынан яугирҙарға һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарына ярҙам күрһәтелеүе ҡыуандыра.

Ошондай иң ҙур шатлыҡтарҙың береһе – ул торлаҡ алыуға сертификат тапшырыу. Кисә был бәхетте Баймаҡтан Миңлеямал Иҫәндәүләтова, Зөләйха Салихова һәм Аҡморондан Фәрхиямал Рыҫҡужина (һүрәттә) кисерҙе. 

Урындағы үҙидара

Башлыҡтар белемдәрен камиллаштыра
Ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн семинар-уҡыуҙар ойошторолдо
Был улар өсөн ысын мәғәнәһендә бер мәктәп, сөнки ауыл халҡы төрлө һорауҙар, тәҡдимдәр менән иң тәүҙә үҙҙәренең башлығына мөрәжәғәт итә. Тимәк, ниндәй генә өлкә булмаһын, башлыҡ вазифаһын алып барыусы һуңғы яңылыҡтар, закондарға индерелгән үҙгәрештәр тураһында хәбәрҙар булырға, йәғни урындарҙа эште дөрөҫ ойошторорға, заман менән бергә атларға тейеш.

Әйтергә кәрәк, был уҡыуҙарҙа муниципаль район хакимиәтенең бөтә бүлектәре, төрлө хеҙмәттәр әүҙем ҡатнаша. Уҙған дүшәмбенән алып башлыҡтарға яңы положениелар, закондар, эшҡыуарҙар менән эшләү, килешеүҙәр төҙөү тураһында Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Сибай төбәк комитетының Баймаҡ бүлеге эксперт-белгесе Ғ.Р. Сафиуллин,  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы БР законын тормошҡа ашырыу, “Урындағы хакимиәт башлығының персональ менеджменты” һ.б. хаҡында муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Р.В. Ишембәтов лекция һөйләгән.

Рейд

Аяғыҙ йәш йөрәктәрҙе,
йәки Үҫмерҙәргә хәмер һатһаң...

Үҫмерҙәрҙе енәйәтселектән, эскелек, наркомания, тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәрҙән һаҡлау өсөн күп төрлө профилактик операциялар үткәрелә. Баймаҡ эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре үткәргән сираттағы рейдтар нәҡ ошо юҫыҡта булды.
Билдәле булыуынса, 21 йәшкә тиклемге йәштәргә—иҫерткес эсемлектәр, 18 йәшкә тиклемге балаларға тәмәке һатырға ярамай. Үкенескә ҡаршы, күп кенә сауҙа нөктәләре был законды урап үтергә тырыша.
Балиғ булмағандар эше буйынса бүлек инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Алина Марат ҡыҙы Рәхмәтуллина әйтеүенсә, 2—20 ғинуарҙа  районда “Балаларға, үҫмерҙәргә тәмәке, иҫерткес эсемлектәр һатыу һәм уларҙы был алама ғәҙәткә йәлеп итеүгә ҡаршы” йүнәлтелгән махсус профилактик операция үтте.

Хәтер

Яугир уҡытыусы
1945 йылдың онотолмаҫ Еңеү көндәре тарихта ҡала бара. Быуаттар үтһә лә халыҡтың тиңһеҙ батырлығы хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр. Ә һуғыш һәм тыл ҡаһармандарыбыҙҙың сафтары, үкенескә күрә, йылдан-йыл һирәгәйә.
Үткәндәрҙе ҡәҙерләү – мәрхүмдәрҙең рухын иҫкә алыу ул. Ауылдашыбыҙ, яугир-уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Лотфулла улы Баймөхәмәтов быға һис шикһеҙ лайыҡ. 1932-1933 йылдарҙа Иҫәндән эшкә ебәрелеп, ул Үрге Иҙристә совет мәктәбенең тәүге уҡытыусыһы була.

Редакция почтаһынан

Клуб гөрләй
“Халҡың йолаларын бел, ярат, ихтирам ит, киләсәк быуынға еткер!” – тип өйрәтә ололар йәш быуынды. Иң матур йолалар, байрамдар, тантаналы саралар, иҫтәлекле кисәләр тик мәҙәниәт йорттарында шаулап үтә. Был йәһәттән Басай ауылында клуб, Аллаға шөкөр, гөрләп тора. Халыҡ та әүҙем, ауылда таланттар ҙа күп. Шуға ла клуб мөдире Фирүзә Билгебаева рәхәтләнеп эшләй. 2007  йылдан ең һыҙғанып эшкә тотонған Фирүзә Шәрәфетдин ҡыҙы иң элек тәртипкә иғтибарын йүнәлтте,  таҙалыҡ булдырҙы. Клубҡа илке-һалҡы йөрөгән халыҡ өсөн был йорт хәҙер ял һәм уйын-көлкө урынына әүерелде. Йәштәр ҙә, ололар ҙа Фирүзә Шәрәфетдин ҡыҙының эшенән бик ҡәнәғәт, ул үткәргән һәр кисә күңелдәргә хуш килә. Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Театр яҙы-2010” район конкурсында беҙҙең клуб призлы урынға лайыҡ булды. Бында Фирүзә ханымдың, уның ҡулы аҫтында шөғөлләнгән ауыл халҡының өлөшө хәтһеҙ. Сәмле эш – йәмле эш, тигәндәй, Фирүзә Билгебаева тағы ла дәртләнеп, сәмләнеп эшләй башланы. Уға эшендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Земфира Яхина.
Басай ауылы.

Халыҡ иғтибарына

Мәғлүмәт туплайбыҙ
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы үткән быуат урталарында ҡалабыҙҙа эшләгән тау-металлургия техникумының 80 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә. Ошо маҡсатта эҙләнеү эштәре алып барыла, техникумдың музейын булдырыу өсөн документтар һәм экспонаттар йыйыла.
Тик 1932 йылдан 1949 йылға тиклем уҡыу йортоноң тәүге директорҙары булған Куклев, А.Т. Ғүмәров, Скуя, З.Ш. Уразаев, Смеловский, М.К. Гришин, Е.В. Кистяковский, А. Погосов, Скворцов тураһында мәғлүмәттәр туплауҙа ауырлыҡтар бар. Улар хаҡында информация бик аҙ. 1949 йылдан 1967 йылғаса эшләгән директорҙар Н.Ж. Йәмилев, А.А. Атанғолов, Ф.А. Ғәйнуллин, З.Я. Рыҫкилдин тураһында ғына мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған.
Эҙләнеү төркөмө ул кешеләр тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булыусыларҙың ярҙамына ышана һәм Баймаҡ ҡалаһы, Р. Ниғмәти урамы, 1 адресы буйынса колледжға мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай. Телефондар: 3-21-07, 2-11-47.
Х. Балапанов,
төркөм етәксеһе.