25 янв. 2012 г.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр


Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК уҙған йылды юғары күрһәткестәр менән тамамланы. Кооператив  мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса районда 1-се урынды яулаһа, малсылыҡ комплексы йомғаҡтары буйынса ла иң юғары баһаға лайыҡ булды. Күптән түгел үткән тантаналы йыйылышта  коллектив I дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Ғәлим Булат улына иһә аҡсалата премия тапшырылды.

А. Ишназаров фотоһы.

Яңылыҡтар

Тәҡдимдәрегеҙ булһа...
Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлеге янында Йәмәғәт советы ойошторолдо. Муниципаль район хакимиәте бинаһының беренсе ҡатында (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36) граждандарҙан мөрәжәғәттәр һәм тәҡдимдәр ҡабул итеү өсөн махсус йәшник ҡуйылды. Унда теләгән һәр кем хоҡуҡ һаҡлау өлкәһенә булған ялыуҙарын, һорауҙарын, теләк-тәҡдимдәрен ҡалдыра ала. 

Балаларға – баҡса
Быйыл ҡалабыҙҙың “Малыш” микрорайонында бер нисә ҡатлы ҙур һәм заманса балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Төҙөлөш һәм коммуналь-торлаҡ хужалыҡ буйынса муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары К.П. Замотаев әйтеүенсә, ошо маҡсатта республика бюджетынан 120 миллион һум аҡса бүленә. 220 урынға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө апрель тирәһендә башланасаҡ.

Пособие арта
2012 йылдың 1 ғинуарынан бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие күләме артты, ул 14266 һумға тиң. Шулай уҡ 1,5 йәшкә тиклем баланы тәрбиәләү буйынса ла пособие артты: беренсе баланы ҡарау буйынса – 2674 һум 90 тин, икенсе һәм унан һуңғыларына 5349 һум 79 тин. Йөклөлөктөң иртә сроктарында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр түләнә торған пособие күләме – 534 һум 98 тин.

Газ үткәреү дауам итә

Былтыр республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы – Темәстә 14 километр оҙонлоғонда газ үткәргес төҙөлгәйне. Быйыл бында был тәңгәлдәге эштәрҙе тамамлау планлаштырыла. “Зәңгәр яғыулыҡ” селтәрен газ станцияһына тоташтырыу өсөн тағы ла 2 километр тирәһе газ үткәргес төҙөләсәк.

C. КЕЙЕКБИРҘИНА.

Семинарҙар

Алдынғы хужалыҡ тәжрибәһендә
Үткән шәмбелә Ленин исемендәге АХК-ла уҙған кәңәшмәлә тәжрибә уртаҡлашырлыҡ һәм
фәһем алырлыҡ өлгөләр күп булды. Уның менән район хакимиәте башлығы
И.Х. Ситдыҡов етәкселек итте.
Сара Таулыҡай бригадаһында хужалыҡ рәйесе Ғ.Б. Сәлимов һәм баш зоотехник Ҡ.Р. Уразбаев оҙатыуында һөтсөлөк комплексының эше менән танышыуҙан башланды.

Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Баймаҡ ҡалаһының РОСТО ДОСААФ рәйесе Сәйетов Рамир Шәкирйән улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
 
* * *
 
Башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн Баймаҡ районы биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Иң-иңдәр тәбрикләнде

Райондың халыҡ хужалығы тармағындағы үткән йыл йомғаҡтары һәм үҙ һөнәренең алдынғылары билдәләнде
Райондың агросәнәғәт комплексы үҫешенә ҙур  өлөш индергәндәре өсөн түбәндәге ауыл хужалығы предприятиелары белгестәре Почет грамотаһына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булдылар:
Алмаев Виктор Николаевич – “Уңыш” АХК-һы Калинин бүлексәһенең мал һимертеү майҙансығы бригадиры,
Ғафарова Фәриға Борхан ҡыҙы – “Уңыш” АХК-һының Йәнйегет бүлексәһе бригадиры,
Ғибатов Зәбир Ишбулды улы – “Рассвет” АХК-һы бригадиры,
Ишмырҙина Эльвира Әмир ҡыҙы – “Байҡара” агрофирмаһы” ЯСЙ-һының зоотехник-селекционеры,
Латыпов Рәмил Ғиниәт улы – “Таналыҡ” АХК-һының ферма мөдире,
Мәхейәнов Биктимер Әхмәт улы – “Мырҙаҡаев” КФХ-һының ферма мөдире,
Огнев Александр Васильевич – “Рассвет” АХК-һы зоотехнигы,
Сыңғыҙов Искәндәр Хәмзә улы - “Баймаҡ” ҒПБ-һы ЯСЙ-һының йылҡысылыҡ бригадиры,
Үҙәнбаев Шамил Фитрат улы– Ленин исемендәге АХК -ның ферма мөдире,
Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы – Ленин исемендәге АХК-ның баш зоотехнигы.    
“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы – 2011” исеме,  чемпион таҫмаһы, аҡсалата премия менән түбәндәге малсылыҡ хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде:
Һауынсылар араһында
Иҫәндәүләтова Мәүсирә Фәтих ҡыҙы – “Байҡара” агрофирмаһы” ЯСЙ-һы,
Ишмөхәмәтова Нурсилә Фирғәт ҡыҙы – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
Күлибаева Мәфрүзә Сөнәғәт ҡыҙы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы,
Ҡотлоғужина Мөнирә Рәфҡәт ҡыҙы – Ленин исемендәге АХК,
Рәхмәтуллина Люциә Әхмәҙулла ҡыҙы – “Ибраһимов Т.Г.” ШП-һы,
Рашева Миләүшә Йомағол ҡыҙы – “Союз” ЯСЙ-һы,
Сәғәҙиева Гөлсәсәк Әхмәт ҡыҙы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы,
Сәғитова Сәриә Әхмәҙиә ҡыҙы – “Таналыҡ” АХК-һы,
Сәфәрғәлина Көнһылыу Зәки ҡыҙы – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
Сирбаева Мөнирә Яҡуп ҡыҙы – Ленин исемендәге АХК,
Таштимерова Әнзиә Әнүәр ҡыҙы – “Рассвет” АХК-һы,
Утарбаева Нурия Асрар ҡыҙы – Салауат исемендәге АХК,
Шәйәхмәтова Миңниса Миңлебай ҡыҙы – “Байҡара” агрофирмаһы,
Йәнтилина Нуриҙә Фазылйән ҡыҙы – “Уңыш” АХК-һы,
Йәнтүрина Сәриә Зәки ҡыҙы – “Таналыҡ” АХК-һы.
Быҙау ҡараусылар араһында
Орлова Рәйсә Энгельс ҡыҙы – “Рассвет” АХК-һы.
Малсылар араһында
Ғазин Ислам Хәсән улы – “Таналыҡ” АХК-һы,
Горшенин Риза Иҙрис улы – “Байҡара” агрофирмаһы,
Дәүләтбаев Юлай Фәрит улы – “Уңыш” АХК-һы,
Данилов Андрей Евгеньевич - “Рассвет” АХК-һы,
Дауытов Фәһим Исмәғил улы – “Уңыш” АХК-һы,
Ишмөхәмәтов Кинйәғәле Айытбай улы - “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
Ленкин Виктор Алексеевич – “Баймаҡ” ҒПБ-һы,
Мөхәмәтйәров Мөрит Фәрит улы – “Байҡара” агрофирмаһы,
Райманов Рәйес Фәрит улы – “Аҡморон” АХК-һы,
Салихов Айсыуаҡ Йәноҙаҡ улы – Ленин исемендәге АХК,
Сербененко Владимир Леонидович – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
Сирбаев Ринат Сәйфулла улы – Ленин исемендәге АХК,
Тайыпов Юлай Салауат улы – Салауат исемендәге АХК,
Үҙәнбаев Шәфҡәт Фирғәт улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы,
Урманов Сәлихйән Шәрифйән улы – “Алғаҙы” ЯСЙ-һы,
Ямантаев Зекриә Зәкир улы – “Таналыҡ” АХК-һы,
Әминев Амур Зиннәтулла улы – “Әминева Г.М.” КФХ-һы.
Йылҡы көтөүселәр араһында
Иҫәнғолов Рәхимйән Вәлиәхмәт улы – “Союз” ЯСЙ-һы,
Исмәғилев Зәбир Өмөтбай улы – “Уңыш” АХК-һы,
Үҙәнбаев Ғәфүр Насип улы – “Аҡморон” АХК-һы.

Беҙҙең интервью

Кемдәр субсидияға хоҡуҡлы?
Былтыр торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияны районда 2489 ғаилә алған. Субсидияның дөйөм суммаһы 17 миллион 162 мең һум булып, уртаса күләме 882,06 һум тәшкил иткән. Торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияға ҡағылышлы йыш бирелгән һорауҙарға Баймаҡ районы буйынса субсидия секторы мөдире Ләйсән Рамаҙан ҡыҙы Мезина яуап бирә.

– Кемдәр субсидия алыуға хоҡуҡлы?
– Субсидия – ул килеме түбән булған граждандарға дәүләт тарафынан күрһәтелгән һәм кире ҡайтарылмай торған социаль ярҙам. Был адреслы социаль программа эшһеҙ граждандарға, 1-2 балалы тулы булмаған ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә һ.б. йүнәлтелә. Торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияны алыуға торлаҡ хужаһы (торлаҡ йорт, торлаҡ йорттоң бер өлөшө, фатир, фатир өлөшө), дәүләт йәки муниципаль торлаҡ менән файҙаланыусы, шәхси торлаҡ бүлмәгә инеп түләп йәшәүсе  дәғүә итә ала. Торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән сығым (төбәк стандарттары сиктәрендә) ғаилә килеменән артҡан осраҡта ғына  граждандарға субсидия бирелә.  Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: субсидия юллаусының торлаҡ һәм коммуналь түләүҙәр буйынса бурысы булмауы йәки бурыстарҙы ҡаплау тураһында килешеү төҙөү шарт. Субсидия алты айға тәғәйенләнә, ошо ваҡыт уҙғас, ҡабаттан беҙҙең бүлеккә документтар йыйып тапшырырға кәрәк. 
– Субсидия алыусының ғаилә составы нисек билдәләнә?
– Субсидия алыусының үҙе менән бергә бер йортта йәшәүселәр ғаилә составына инә.
– Торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артыуы субсидия күләменә йоғонто яһаймы?
– Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының төбәк стандарттары үҙгәргән көндән алып, субсидияның да күләме ҡабаттан иҫәпләнә. Мәҫәлән, былтыр субсидияларҙы ҡайтанан иҫәпләү БР Хөкүмәтенең “2011 йылға Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының республика стандарттары тураһында”ғы ҡарарына ярашлы башҡарылды. Ошо уҡ ҡарар нигеҙендә ғаиләнең йыйылма сығымы күләмендә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә граждандарҙың сығымы өлөшөнә максималь рөхсәт ителгәнсә яңы республика стандарты билдәләнде. Ул граждандарҙың субсидия күләмен дә арттырҙы. Субсидиялар шулай уҡ йәшәү минимумы күләме үҙгәргәндә лә ҡайтанан иҫәпләнә. 2012 йылдың 1 ғинуарынан йәшәү минимумы хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн 5861 һум, пенсионерҙарға – 4471, балаларға 5374 һум тәшкил итә. Ошо сәбәпле субсидия күләме 1 ғинуарҙан яңынан иҫәпләнде.
– Субсидия юллау өсөн ниндәй документтар кәрәк?
– Билдәләнгән формалағы ғариза; ғариза биреүсенең һәм ғаилә ағзаларының паспорттары, балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары, торлаҡ йортҡа найм килешеүе, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ һ.б. күсермәләре, ғаилә составы тураһында белешмә, ғариза биргән көнгә ҡарата уҙған алты айға килемдәр (эш хаҡы, пособие, пенсия һ.б.) тураһында белешмә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн һуңғы түләүҙәрҙе раҫлаусы документтар (квитанциялар һ.б), ғариза биреүсенең льготаларға хоҡуҡтарын раҫлаусы документтар,  ғариза биреүсенең һаҡлыҡ кенәгәһе күсермәләре.
Субсидия өсөн кәрәкле документтар исемлеге райондың бөтә ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә лә бар.
Тулыраҡ мәғлүмәтте райондың субсидия секторынан түбәндәге адрес буйынса алырға була: Баймаҡ ҡалаһы, Пименов урамы, 81 (элекке хәрби комиссариат бинаһында), телефоны: 2-26-11. Эш режимы: эш көндәрендә 8.30-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем.

Иҫтәлекле даталар

Ветерандар ойошмаһына – 25 йыл
Баймаҡ районы ветерандарының тәүге конференцияһы 1987 йылдың 24 ғинуарында булғайны. Был сарала төрлө ойошма-предприятиеларҙан делегаттар ҡатнашты. Конференцияның эше менән партия етәкселек итте. Ошонда Борхан Абдулла улы Сәмиғуллин һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район һәм ҡала советы рәйесе итеп һайланды. Уның урынбаҫары булып В.Б. Буранбаев, йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш тотоу буйынса С.С. Самарбаев, секретарь вазифаһына Г.Р. Яҡупова ҡуйылды.

Редакция почтаһынан

Хаттарҙан юлдар
Яңы йыл байрамдары, ниһайәт, артта ҡалды. Уны һәр кем, һәр ауыл халҡы үҙҙәренсә үткәргән һәм ошондай йөкмәткеле, әммә һуңлаған хаттар редакциябыҙға һаман да килә әле. Уларҙы оҙон итеп баҫып булмағанға күрә, өҙөктәрен генә бирергә булдыҡ.
“Өлкән йәштәгеләрҙе Яңы йыл байрамы бик үк ҡыҙыҡһындырмайҙыр, тип уйлайбыҙ, – тип яҙа Семеновск ауылынан Миңзәлә Мырҙабаева. – Улар, моғайын, көндәлек эштәрен теүәлләп, төнгө 12-лә ял итәләрҙер. Ошоно уйлап беҙ, Семеновск ҡатын-ҡыҙҙары советы, ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә 75 йәш һәм унан өлкәндәрҙе “Зәңгәр ут” кисәһенә йыйҙыҡ. Ҡыҙыҡлы уйындар йыр-бейеү, ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы. Тәмле сәйҙәр эсеп, ҡыңғырауҙар тағылған, кашауай саналар егелгән аттарҙа ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙы өйҙәренә ҡәҙәр оҙаттыҡ. Кисә үҙебеҙгә лә бик оҡшаны, инәйҙәрҙең ҡыуаныстары беҙгә ҡанат ҡуйҙы”.
Ата-әсәләр комитеты ағзаһы Гөлгөнә Үҙәнбаеваның хатында: “Билал мәктәбендә Яңы йыл маскарадын үткәреүгә урындағы эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, мәсет һәм хәлдәренән килгән ата-әсәләр бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Уларға, шулай уҡ ҡалаға барып, үҙ машиналарында бүләктәр һәм күстәнәстәр алып ҡайтырға ярҙам иткән Илдар Күсәрбаев һәм Нәғимйән Биктимеровҡа, байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләр комитеты ағзалары Люциә Кәримова һәм Миңлегөл Амановаға ҙур рәхмәт. Шундай ярҙамсыл, ихтирамлы ауылдаштарыма эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем”, – тигән юлдар бар.
Иҫке Сибайҙан Әнисә Абдулғазина Сәфәр айы тураһындағы хатын һуңлатып килтергәнгә күрә, ваҡытында баҫа алманыҡ. Ул унда был айҙың хикмәттәре, был көндәрҙә уҡыласаҡ сүрәләрҙең тәртибе һ.б. тураһында яҙған. “Был көндәрҙе бушҡа үткәрмәйек, иртәнән алып ҡояш байығансы доғала уҙғарһаҡ, үҙебеҙ өсөн бик ҙур файҙа. Пәйғәмбәребеҙгә салауат уҡыйыҡ!” – ти ул.

Баймаҡ лицей-интернатына – 55 йыл

Осрашайыҡ, класташтар!
“Балалар, тороғоҙ, йүгерегеҙ зарядкаға!”. Бүлмәбеҙгә дежур тәрбиәсе инеп утты яндыра, бөтәбеҙ ҙә һикереп тороп, спорт формаһын кейеп, зарядкаға теҙеләбеҙ. Коридорҙың осонан һәлмәк кенә баҫып Айҙар Йыһанша улы Хөсәйенов күренә. Ул йыш ҡына таң менән килеп шулай тикшерә.
Иртәнге аштан һуң дәрестәргә ҡыңғырау зыңғырлай. Алъяпҡыстар, ҡыҙыл галстуктар тағып, беҙ кабинеттарға йүгерәбеҙ. Дәрестәр һиҙелмәйсә үтеп тә китә. Уҡыусылар төшкө ашҡа йыйыла. Был аҙнала беҙҙең 8-се “а” класы ашханала дежур. Икмәк бүлгән бүлмәлә малайҙар эшләй, ә ҡыҙҙар тәрилкә йыуа, уҡыусыларға аш ташый. Бындағы эш тиҙ генә, конвейер шикелле башҡарыла. Сәғәт 2-лә ашхана бушап ҡала. Бына тағы ла ҡыңғырау. Класс бүлмәһенә беҙҙең тәрбиәсебеҙ Фәүзиә Такаева килеп инә. Ул шул тиклем талапсан, ғәҙел кеше. Беҙ теҙмә буйынса дәрестәрҙе әҙерләргә тейешбеҙ.
Иң көтөп алған көнөбөҙ – шәмбе. Кискеһен спортзалда нәфис фильм күрһәтәләр, ә унан һуң өлкән синыфтар ял кисәһе ойоштора. Кемдер ял кисәһенә, берәүҙәр киноға, бәғзеләр ҡайтып китергә әҙерләнә. Беҙгә өлкән класс уҡыусыларының гармунға өҙә баҫып бейеүҙәре, аҡҡош шикелле вальста әйләнеүҙәре оҡшай, бер яҡ ситтә иҫебеҙ китеп уларҙы күҙәтәбеҙ. Киске 11-гә яйлап бүлмәләргә таралышабыҙ. Бөгөн отбой һуңыраҡ. Бүлмәләш ҡыҙҙар йоҡларға әҙерләнә, тәрбиәсе инеп утты һүндерә һәм беҙ төнө буйы ҡыҙыҡ нәмәләр  һөйләшеп сығабыҙ. Күҙ алдымдан интернатымдың оҙон бер аҙнаһы кино таҫмаһы кеүек үтте. Ә ҡасан ғына булды был онотолмаҫ көндәр... Эйе, ғүмер аҡҡан һыу кеүек үтеп тә киткән.
Төптән уйлап ҡараһаң, интернатым мине күп нәмәгә өйрәтте, тормошта бирешмәҫкә, үткен булырға, ғөмүмән, иң изге сифаттарҙы тәрбиәләне. Буласаҡ һөнәремде лә мин еңел һайланым. Районда сит телдәр уҡытыусылары булманы, ә интернатҡа Өфөнән йәш кенә ҡыҙҙар килеп уҡыта торғайны. Инглиз теле буйынса һөнәр һайлауыма улар этәргес көс биргәндер.
Быйыл беҙҙең интернатты тамамлауыбыҙға 40 йыл. Класташтарым Рәсүл, Мирза, Заһита, Айһылыу, Шәмсинур, Мөслимәне мәктәпте бөткәндән алып күргәнем юҡ. Һеҙ ҡайҙа? Әйҙәгеҙ, класташтарым, тағы ла бер тапҡыр туған мәктәбебеҙгә йыйылайыҡ, үткәндәрҙе иҫләйек, бала саҡ эҙҙәренән атлайыҡ, алһыу таңдарҙы ҡаршылайыҡ!

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Уңыштар беҙгә юлдаш
Башҡорт теленә һөйөү әсәнән бирелә, тиһәләр ҙә, уны үҫтереүҙә, байытыуҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының да роле ғәйәт ҙур. Ошо йәһәттән бар тырышлығын һалып, ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй эшләп йөрөүселәр бихисап. Шуларҙың береһе – Таһир мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Р. Байраҡаева.

Гөлкәй Радик ҡыҙы – беҙҙең ауыл килене. Өфөләге китапхана техникумын тамамлап, ете йыл Баймаҡ үҙәк район китапханаһында эшләй. Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Хәҙер тиҫтә йылдан ашыу Таһир мәктәбендә уҡыусыларға Әсә теле серҙәрен өйрәтә. Өс йылдан ашыу тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып та эшләне. 

Суд залынан

Саҡырылмаған ҡунаҡ фажиғәһе
Хөкөм эскәмйәһенә ултырған кешеләрҙе күреп (араларында урамда көн дә тиерлек осраған, йөҙҙәре таныш әҙәмдәр ҙә осрап ҡуя), йыш ҡына ауыр уйҙарға ҡалаһың. Яҙмыштың ни тиклем аяуһыҙ булыуын, бер секундҡа ғына үҙеңде ҡулдан ысҡындырыуың ниндәй ҡазаға килтереүен аңлайһың. Хөкөм ителеүселәрҙең барыһын да кешелек сифаттарын юғалтҡан вәхшиҙәр тип әйтеп булмай. Кемдер үҙен һаҡлауҙың самаһын арттырған, бәғзе берәүҙәрҙең зиһенен ниндәйҙер ҡара көс томалаған, кемеһелер хәйерһеҙ сәғәттә ҡазалы урынға килеп эләккән...
Шулай ҙа Баймаҡ район суды хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бик һирәк енәйәт айыҡ аҡыл менән ҡылына, бар фажиғәнең башында – эскелек, иҫерткес эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу ята. Сираттағы әҙәм балаһы ла шешә ҡоллоғонан, яңғыҙлығынан ысҡына,  әҙәми тормошҡа ылыға алмай, өсөнсө мәртәбә хөкөм ителде.