27 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

“Ҡыҙыу линия” эшләй
Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән исем юллау буйынса “Ҡыҙыу линия” ойошторолдо. Һорауҙар менән эш көндәрендә сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 273-52-12 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.
 
Эйәһеҙ эттәр тураһында
Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте 2012 йылдың 19 ғинуарында “Баймаҡ ҡала биләмәһендә эйәһеҙ һәм берәҙәк эттәрҙе тотоу тәртибе положениеһы тураһында” ҡарар ҡабул итте. Хакимиәттең мәғлүмәт стендына (Баймаҡ ҡалаһы, Горький урамы, 26, 2-се ҡат) ҡуйылған был ҡарар менән һәр кем таныша ала.
С. Кейекбирҙина.
 
«Иман нуры» конкурсы үтәсәк
Баймаҡ районы мөхтәсибәте, Баймаҡ районы китапханаһы Ҡөрьәнде яттан уҡыу буйынса 5 йәштән 12 йәшкәсә һәм 13 йәштән 18 йәшкәсә балалар араһында район бәйгеһе үткәрә.
Бәйге 3 турҙа: I тур – урындағы мәсеттәрҙә, II тур – төбәктәрҙә, III  тур – Баймаҡ ҡала мәсетендә үтәсәк. Район бәйгеһендә төбәктәрҙә 1-се урын алған балалар ҡатнашасаҡ. 31 март сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә конкурсҡа йомғаҡ яһала. Унда төрлө йылдарҙа “Иман нуры” бәйгеһендә еңеүселәр саҡырыла.
А. Иҙелбаева.

Хәйриә концерты

Сыңғыҙ ауылы клубында “Туйсиндарҙың туй тамашаһы” тип аталған хәйриә концерты үтте. Ауылдаштарының сауап-фатихаһын алыу маҡсатында Флүрә, Йәмил, Радмир, Айнур, Рәмил Туйсиндар, Фәнис Сирбаев һәм баянсы Дим Шәрәфиев ерҙәштәренә йыр-моң кисәһе бүләк итте. Концерттан төшкән килем тотошлайы менән ауылдың имам-хатибы Хөрмәтулла Туйсинға тапшырылды. Клуб тултырып ихлас килгән ауылдаштары концерттан ҡәнәғәт булып, уларға артабан да уңыштар теләне.
Айбулат Хәлилов, Сыңғыҙ клубы
мөдире.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр


А.Б. Шәрипов етәкләгән “Рассвет” АХК-һы өсөн уҙған йыл уңышлы булды. Кооператив малсылыҡ комплексын ҡышҡа тейешле кимәлдә әҙерләне, урып-йыйыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығып, етерлек күләмдә орлоҡ, фураж һалды. Һөҙөмтәлә, коллектив район хеҙмәт ярышында еңеп сыҡты.
Хужалыҡтың малсылыҡ тармағы ла үткән йылда һөҙөмтәле эшләне. Күптән түгел Баймаҡта үткән йыл йомғаҡтарына арналған тантаналы йыйылышта “Рассвет” АХК-һы малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткескә өлгәшкәне өсөн II дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.

Айбулат Ишназаров фотоһы.

Иң-иңдәр тәбрикләнде
2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса түбәндәгеләр һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип табылды:
«Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы» – Вәхитова Фәниә Ғиләж ҡыҙы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы;
“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”:
 Васючкова Юлиә Хөрмәт ҡыҙы, Бикеш ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы,
Хәмитова Гөлнара Флүр ҡыҙы, Сибай ауыл биләмәһе хакимиәтенең ер эштәре буйынса белгесе,
Ҡаҙаҡбаева Инзилә Хәйбулла ҡыҙы, Темәс ауыл биләмәһе хакимиәтенең хәрби иҫәп буйынса белгесе;
“Йыл имам-хатибы” – Раев Юламан Лоҡман улы, Шүлкә ауылы имам-хатибы.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, чемпион таҫмаһына һәм аҡсалата премияға түбәндәге хеҙмәткәрҙәр лайыҡ булды:
Дашкин Андрей Сәмиғулла улы – “УК ЖФБ” ЯСЙ-һының иретеп йәбештереүсеһе,
Моталлапов Радмир  Егетбай улы – “БРСУ” МУП-ы водителе.
Транспорт, элемтә һәм төҙөлөш предприятиелары араһында:
Биктимеров Зөфәр Зөлҡәрнәй улы – “Башкиравтодор” ААЙ-һының Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы юл эшсеһе,
Ғәбитов Айбулат Зиннур улы – Баймаҡ район элемтә үҙәгенең производство лабораторияһы электромеханигы,
Тимофеев Андрей Константинович – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы автокрансыһы,
Исламғолов Нурғәле Ҡорбанғәле улы – “Баймаҡ ПМК-һы” иретеп йәбештереүсеһе,
Самарбаев Шәһит Мәрүән улы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының технологик ҡоролмалар буйынса слесары,
Бүләков Ирек Байморат улы – “Геосервис” ЯСЙ-һының әйҙәүсе белгесе,
Артыҡаева Гөлшат Муллахмәт ҡыҙы – “Башҡортостан Республикаһының техник инвентаризациялау бюроһы” ДУП-ының Баймаҡ район-ара филиалы төҙөлөш һәм ҡоролмаларҙы инвентаризациялау буйынса технигы,
Сакин Мәүлитдин Хәмит улы – “Башавтотранс” ДУП-ының Баймаҡ АТП-һы йөк ташыу колоннаһы водителе,
Буранбаев Рәил Әхмәт улы – “Башавтотранс” ДУП-ының Баймаҡ АТП-һы пассажирҙар ташыу колоннаһы водителе.

Һайлау – 2012

Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауында теркәлгән кандидаттарға 1 февралдә “Һаҡмар” гәзите редакцияһында һайлау алды материалдарын баҫыу өсөн түләүле баҫма майҙанды бүлеү буйынса йәрәбә үткәрелә.
Йәрәбә 15.00 сәғәттә түбәндәге адрес буйынса үтәсәк: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты,38.
“Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында”ғы федераль Закондың 53-сө статьяһының 9-сы пунктына ярашлы, йәрәбәлә унда ҡатнашырға теләк белдереп яҙма заявка биреүсе кандидаттар ҡатнаша ала.
Заявкалар 2012 йылдың 31 ғинуарына 17.30 сәғәткә тиклем факс 8(34751) 3-13-26), e-mail (sakmar07@rambler.ru) аша йәки редакцияла  (адресы: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 38)  ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-13-26, 3-13-24.

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы.

Кәңәшмәләр

Берәҙәк мал өсөн – штраф!
Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин сираттағы кәңәшмәлә шәхси хужалыҡтағы малдарҙы көтөү тәртибе тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. Белеүебеҙсә, был йылдан-йыл һуҙылып килгән проблемаларҙың береһе. Кәңәшмәлә шәхси ихатаһында күпләп йылҡы малы көтөүселәр ҡатнашты.
– Көтөүгә ҡыуылмаған берәҙәк малдан ҡотолоуға етди саралар күреләсәк, – тине И.Ә. Бураншин. – Хәҙер Закон да беҙҙең яҡта. Баҫыуҙарҙы тәләфләгән, йәшеллекте юҡ иткән мал бикләнәсәк, ә хужаһына ҙур суммала штраф һалынасаҡ.
Ҡала башлығы белдереүенсә, Баймаҡ халҡының 344 баш йылҡыһы, 663 һыйыры, 236 ваҡ малы бар. Республика программаһына ярашлы ҡымыҙ етештереү өсөн субсидия алыусылар күп. Шәхси хужалыҡты үҫтереү, әлбиттә,  хуплауға лайыҡ, ләкин ҡайһы берәүҙәр, көтөү ойошторолоуға ҡарамаҫтан, малын ҡала урамдарына сығарып ебәрә. Тап шул сәбәпле, күп көс һалып үҫтерелгән йәшеллек, баҫыуҙарҙа иген юҡҡа сыға.
Ошо көндәрҙә Баймаҡҡа махсуслаштырылған ике техника алынасаҡ, уға тиҫтәнән ашыу малды тейәргә мөмкин. Уларҙың кемдеке икәнен билдәләү ауыр булмаясаҡ. Сөнки көндәр йылыта башлау менән малдарға шәхси номерҙар һуғыласаҡ. Был эш менән Урал аръяғы буйынса тоҡомсолоҡ предприятиеһы шөғөлләнәсәк. Хеҙмәтләндереү түләүле, бер баш малға тамға һуғыу 300 һум.
Кәңәшмәлә шулай уҡ йылҡы малын көтөүҙе ойоштороу буйынса тәҡдимдәр ҡаралды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Конкурс иғлан ителә

Ойошмалар иғтибарына
Башҡортостан Республикаһы Иҡтисадты үҫтереү министрлығы социаль йүнәлештәге коммерциялы булмаған ойошмалар араһында субсидия алыуға конкурс иғлан итә. Конкурста еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 21 октябрендәге “2011-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһының социаль  йүнәлештәге коммерциялы булмаған ойошмаларына ярҙам итеү программаһы тураһында”ғы 365-се ҡарарына ярашлы, социаль әһәмиәттәге программаларҙы бойомға ашырыу өсөн федераль бюджет  саралары иҫәбенән субсидиялар бүленә.
Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһы Иҡтисадты үҫтереү министрлығы. Ҡатнашыусылар – социаль йүнәлештәге коммерциялы булмаған ойошмалар.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2012 йылдың 8 февраленә тиклем ҡабул ителә.  Заявкалар Башҡортостан Республикаһы Иҡтисадты үҫтереү министрлығына тапшырыла. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 252-се бүлмә (маҡсатлы программалар планлаштырыу бүлеге). Эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем: 9-ҙан киске сәғәт 6-ғаса (тәнәфес: сәғәт 13.30-ҙан – 14.30-ға тиклем).
2012 йылдың 8 февраленән һуң тапшырылған заявкалар конкурста ҡатнашмай.
Конкурс шарттары һәм талаптары буйынса мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы Иҡтисадты үҫтереү министрлығының рәсми сайтының (http://mineсon.bashkortostan.ru) “Социаль йүнәлештәге коммерциялы булмаған ойошмаларға ярҙам” бүлегендә табырға мөмкин.

Муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге.

Һөт һауыу


25 ғинуарға ҡарата

Ҡотлайбыҙ!

Уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлегендә һәм спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Байымова Линара Альберт ҡыҙы 2011/12 йылға Башҡортостан Президенты стипендияһына лайыҡ булды һәм Республика стипендиаты дипломы менән бүләкләнде.

һайлау – 2012

2012 йылдың 4 мартында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының өсөнсө саҡырылыш Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутаттар һайлау
Иҫке Тирмән округы
Мәзитов Ирмәк Рәхимйән улы, 1972 йылдың 2 сентябрендә тыуған, “Баймаҡ-ПМК-һы” ЯСЙ-һында мастер булып эшләй, Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан күрһәтелгән.
Фролов Сергей Александрович, 1973 йылдың 25 апрелендә тыуған, “Баймаҡ-ПМК-һы” ЯСЙ-һында иретеп йәбештереүсе булып эшләй, үҙ-үҙен күрһәткән.
Күлйортау округы

Конкурстар

Тәҡдимдәр ҡабул ителә
Ю.Мәҡсүтов исемендәге премия яңы лауреатын көтә
20 ғинуарҙа Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистика премияһы буйынса комиссия ағзаларының сираттағы ултырышы үткәрелде. Унда премияны Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы исеменән генә түгел, ә зыялылар клубы (“Атайсал”, ағинәйҙәр клубтары, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе) исеменән дә биреү кәрәкле тип табылды. Ошоға бәйле, комиссия яңы ағзалар менән тулыландырылды һәм уларҙың һаны һигеҙ кешегә еткерелде.
Конкурстың яңы положениеһына ярашлы, премия ике йыл һайын Юлай Мәҡсүтовтың тыуған көнөнә ҡарата (18 ғинуар) бирелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурста 35 йәшкә тиклемге, башҡортса йәки урыҫса яҙыусы матбуғат активистары, гәзит-журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Уларҙың очерктары, һүрәтләмәләре, аналитик мәҡәләләре Баймаҡ, Сибай, республика гәзиттәрендә баҫылған һәм Баймаҡ төбәгенә, уның арҙаҡлы кешеләренә бағышланған, башҡорт йәштәренең рухи үҫеш, әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләрен күтәргән, иҡтисад, социаль тормош проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асҡан булырға тейеш.
Һуңғы ике йыл өсөн премияны биреүгә тәҡдимдәр беренсел журналистар, башҡа йәмәғәт ойошмалары, редакциялар, хеҙмәт коллективтары, шулай уҡ айырым кешеләр тарафынан 5 февралгә тиклем район китапханаһында ҡабул ителә.
Февраль уртаһында Юлай Мәҡсүтовтың 50 йыллығына ҡарата Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһен үткәреү ҡарала. Унда шулай уҡ журналистың Баймаҡ кешеләре тураһында яҙылған очерктар китабының исем туйы, яңы лауреатҡа премия тапшырыу тантанаһы буласаҡ.

Рәшит Үтәев,
Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистика премияһы буйынса комиссия рәйесе.

Водителдәр иғтибарына

Техосмотр үтеү өсөн түләү тураһында
Быйылдан транспорт сараларын техник тикшереүҙе ЮХХДИ-ла (был функция 2014 йылға тиклем Дәүләт автоинспекцияһында ҡаласаҡ), шулай уҡ шәхси станцияларҙа үтергә мөмкин. Һуңғыларының эшмәкәрлеген Рәсәй автостраховкалаусылар союзы контролдә тота.
“Транспорт сараларының техник торошон тикшереү тураһында һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль Законға ярашлы, республика Хөкүмәте ҡарар ҡабул итеп,  Башҡортостанда транспорт сараларының техник торошон тикшереүгә түләү күләмен билдәләне. Раҫланған хаҡтарға ярашлы, 1 ғинуарҙан Башҡортостанда еңел автомобилдең техник торошон тикшереү өсөн иң күбендә – 450 һум, 3,5 тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы йөк машинаһы өсөн – 480 һум, һигеҙҙән артыҡ урыны булған биш тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы пассажирҙар автобусы өсөн 810 һум түләргә кәрәк буласаҡ.

Рәсәй тарихы йылы

Гәзит биттәрендә – һуғыш ауазы

Бөйөк Ватан һуғышы... Бөйөк Еңеү... Уның ҡиммәттәрен, ҡәҙерен ошо осорҙо үҙ елкәһендә татып, әсе йәштәр аша кисергәндәр генә аңлайҙыр.  Әлеге мәлдә 4-се мәктәптең 1-се ҡатында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған күсмә күргәҙмә ҡолас йәйгән. Хәрби Дан республика музейы тарафынан был күргәҙмә былтыр уҡ ойошторолоп, әлеге көндә 11-се районда халыҡҡа тәҡдим ителә, тиҙҙән ул Сибайҙа урын аласаҡ.

Баймаҡ тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Наилә Ғәлина әйтеүенсә, унда “Комсомольская правда” гәзитендә 1941 – 1945 йылдарҙа донъя күргән һуғыш тураһындағы материалдар тупланған. Күргәҙмәнең мәктәп бинаһында ойошторолоуы күпкә отошло – көн һайын 4-се мәктәптең төрлө класс уҡыусылары уның менән таныша икән.

Cаралар

Әҙәпле булам, тиһәң...

“...Әлиә әхирәте Сәриәгә ҡунаҡҡа килгән. Уның ситлектә ултырған тутыйғошон күреп ҡалған да: “Минең дә тутыйғошом бар ине, үлде. Улар тиҙ генә үлә лә ҡуя ул”, — тип ысҡындырған. Артабан нисек кенә уйнарға маташмаһын, Сәриә һөйләшмәгән. Әлиәгә ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмаған. Ул ниндәй яңылышлыҡ эшләгән?”

Балалар китапханаһы менән муниципаль район хакимиәтенең йәштәр секторы “Әҙәплелек әлифбаһы” тип аталған проект төҙөп, уға ярашлы саралар үткәрергә планлаштыра. Яңыраҡ шул  сараларҙың тәүгеһе балалар китапханаһында үтте һәм “Әҙәм күрке – әҙәп” тип аталды. 4-се мәктәптең Гөлсөм Моталова етәкләгән 7-се “в” класы уҡыусылары йәш сағында балалар уҡытып, унан һаҡлыҡ банкыһында 37 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, әле иман юлына баҫҡан Таңһылыу Иҫәндәүләтова менән осрашты. Таңһылыу Мостафа ҡыҙы балаларға дини тәрбиә тураһында һөйләне, әҙәплелеккә өндәне.
Балалар китапханаһы мөдире Гөләйшә Рафиҡова  үрҙә әйтеп кителгән төрлө тормошсан ситуацияларҙа үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға кәрәклеге тураһында аңлатты, уларҙың да фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынды.

Cпорт

Саңғыла –  почтальондар!

23 ғинуарҙа “Ирәндек” тау саңғыһы комплексында Баймаҡ, Учалы, Белорет, Күгәрсен райондары һәм Сибай ҡалаһы почтамт хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы үтте. Сикәләрҙе семетеп алған әсе ел дә өркөтмәне: саңғыға баҫып елдәй етеҙ елде хат ташыусылар.
– Баймаҡ районында сираттағы спорт ярышы үтә, быға  бик шатбыҙ, – тине муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин. – Ярышта еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә була. Ләкин иң мөһиме – ялығыҙ файҙалы һәм күңелле үтһен, бер-берегеҙ менән аралашығыҙ, көс-дәрт туплағыҙ...

Артабан Баймаҡ почтамты хеҙмәткәрҙәре театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Әкиәт персонаждары, “Буран” ҡаргиҙәрендә килеп еткән почтальон Печкин да шаян таҡмаҡтары менән күңелдәрҙе күтәрҙе.
Спартакиаданың баш судьяһы, район хакимиәтенең физкультура һәм спорт секторы мөдире И.Н. Хәмитов ярыш шарттары менән таныштырғандан һуң күңелле уйындар башланып китте. Тәүге һынау: ҡатын-ҡыҙҙарға – 500, ир-егеттәргә 1000 метр аралыҡҡа саңғыла ярышыу. Ул 45 һәм 55 йәшкә тиклемгеләр араһында барҙы. Судьяның һыбыҙғыһы “старт” биреү менән  саңғысылар уҡтай алға ынтылды. Бер-береһен уҙып китеүҙәр, ҡолап, яңынан саңғыға баҫып алға ынтылыуҙар... Дәртләндергән шат тауыштар аҫтында финиш һыҙығын беренсе булып Белорет командаһы саңғысыһы үтте.