30 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Афарин, Альбина!

Күптән түгел Мәскәү ҡалаһының “Ингосстрах” үҙәк офисында студенттарҙың эштәре буйынса В.И. Щербаков исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Быйыл унда Мәскәү, Әстерхан, Өфө, Дондағы Ростов, Саранск һәм башҡа ҡалаларҙың 16 алдынғы юғары уҡыу йортонан 42 студент ҡатнашты. Был мәртәбәле конкурста Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курсында белем алыусы яҡташыбыҙ, Аҡморон ауылы ҡыҙы Альбина Ҡунысбаева икенсе урынға, иҫтәлекле бүләккә һәм 30 мең һум күләмендәге аҡсалата премияға лайыҡ булды. Уны был оло еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уҡыуында уңыштар теләйбеҙ. 
Айгөл Иҙелбаева.

Серле клиент”

Рәсәй почтаһы” дәүләт унитар предприятиеһы ситтәге маркетинг хеҙмәттәре менән килешеү төҙөп, үҙенең ҡул аҫтындағы предприятие хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген баһалай. Маркетинг хеҙмәте вәкилдәре почта бүлексәләренә клиент булараҡ мөрәжәғәт итә һәм шул ваҡытта почта бүлексәһе хеҙмәткәрен өс критерий буйынса тикшерә: компетентлылығына, тышҡы ҡиәфәтенә, кешеләр менән мөғәмәләһенә баһа бирә. Әлеге ваҡытта беҙҙең ҡала почта бүлексәләрендә “серле клиенттар” булып киткән дә инде, улар район буйынса ла йөрөйәсәк.
C. Кейекбирҙина.

Һыуыҡтар буласаҡ әле

Башинформ” агентлығы белдереүенсә, киләһе аҙнала республикала һалҡын буласаҡ. Дүшәмбегә тиклем һыуыҡтар көтөлмәй, аҙна уртаһында иһә һауа температураһының -40 градусҡа тиклем төшөүе күҙаллана.

Буласаҡ һалдаттар өсөн

25 ғинуарҙан 25 февралгә тиклем район мәғариф учреждениеларында хәрби-патриотик тәрбиә айлығы үткәреләсәк. Мәктәптәрҙә, зоналарҙа “Йәгеҙ әле, егеттәр!” ярышы, винтовканан атыу, “Зарница” һымаҡ спорт саралары, ветерандар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, уларға шефлыҡ ярҙамы ҡаралған.
А. Ишназаров.

Түңәрәк өҫтәл” үтте

Ошо көндәрҙә 105-се профессиональ лицейҙың китапханаһында уҡыу йортонда белем алған егеттәр ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Унда “Хәҙерге заман йәштәренең проблемалары, перспективалары”, “Үҙемдең буласаҡ ғаиләмде нисек күҙ алдына килтерәм” тигән темалар ҡаралды. Бындай сара лицейҙа артабан да үткәреләсәк.
З. Сапарова, йәштәр бүлеге белгесе.

Һайлау – 2012

Һайлау агитацияһы башлана

Муниципаль район хакимиәтендә Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашыу үтте.
4 февралдән 3 мартҡа тиклем депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн үтә лә мөһим осор – әүҙем агитация ваҡыты, – тине район Советы секретары Р.З. Ишбулатов. – “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлауға хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында”ғы Федераль Закон һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы Кодексында депутатлыҡҡа кандидаттарҙың хоҡуҡтары теркәлгән һәм уларҙың теүәл үтәлешен территориаль һайлау комиссияһы менән участка һайлау комиссиялары контролдә тотасаҡ.
Депутатлыҡҡа кандидаттар килешеү нигеҙендә 4 февралдән үҙҙәренең биләгән вазифаларынан ваҡытлыса бушатыла ала. Улар шулай уҡ үҙҙәренә биш ярҙамсы йәлеп итергә хоҡуҡлы. Кандидаттарға үҙ һайлау округы һайлаусылары менән осрашыуҙар үткәрергә мөмкин.
Лилиә ТАКАЕВА.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

 
А.С. Сафин етәкләгән “Уңыш” АХК-һы – райондың ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Кооператив былтыр урып-йыйыу эштәре, мал аҙығы әҙерләү, орлоҡ һәм фураж һалыу йомғаҡтары буйынса район хеҙмәт ярышында еңеү яулағайны. Әле хужалыҡ мал ҡышлатыуҙы уңышлы алып бара, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә.
Үткән йыл йомғаҡтарына арналған тантаналы йыйылышта ла кооператив малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.
Г. Мирзина фотоһы.




Иң-иңдәр тәбрикләнде

Сәнәғәт предприятиелары араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, чемпион таҫмаһына һәм аҡсалата премияға түбәндәге хеҙмәткәрҙәр лайыҡ булды:
Фролова Татьяна Николаевна – “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һының ҡаҙанлыҡ ҡулайламалары операторы,
Әфләтунов Айнур Шәфҡәт улы – “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һының ҡаҙанлыҡ ҡулайламалары операторы,
Хренов Дмитрий Иванович – “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте водителе,
Бабошкин Сергей Михайлович – “Водоканал” ЯСЙ-һының һыу алыу ҡоролмаһы участкаһы мастеры,
Харламов Фәнил Сазит улы – “Баймаҡ урманы” ДУП-ының урман ҡырҡыусыһы,
Пуликов Геннадий Иванович – “Баймаҡ ҡатнаш аҙыҡ комбинаты” ЯСЙ-һы машинисы,
Сәйетҡолов Илгиз Дамир улы – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һының обрубщигы,
Кәримов Илдус Риф улы – “Һаҡмар леспромхозы” ЯСЙ-һы механигы,
Юлдашбаева Рәсимә Һөйөндөк ҡыҙы – “БИП Комфорт-Плюс” ЯСЙ-һы бухгалтеры,
Айытбаев Фидан Ғилман улы – “БИП Комфорт-Плюс” ЯСЙ-һы станоксыһы,
Ғәлина Лилиә Мөҙәрис ҡыҙы – статистика бүлегенең баш белгесе,
Әминева Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы – “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы ДУП-ының китап төпләүсеһе,
Әҙеһәмов Ришат Фидай улы – “Баймаҡ урмансылығы” ДБУ-һының участка лесничийы,
Иванов Владимир Леонидович – “Баймаҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы” водителе.
Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыу урындары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармаҡтары араһында:
Гераськина Галина Геннадьевна – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы ашнаҡсыһы,
Сафронова Надежда Васильевна – “Баймаҡ икмәк заводы” ААЙ-һы икмәк бешереүсеһе,
Иҫәнбаев Нәзир Нәбиулла улы – “Шөгөр М+” ЯСЙ-һы ваҡлаусыһы,
Янбулатов Самат Зиннәт улы – “Р.М. Солтанов” шәхси предприятиеһы рамсыһы,
Ҡыуатова Фәниә Тәүфиҡ ҡыҙы – “Ф.Т. Ҡыуатова” шәхси предприятиеһының сауҙа буйынса менеджеры,
Буранова Гөлдәр Кинйәбай ҡыҙы – “Г.Х. Ибраһимова” шәхси предприятиеһының “Гөлназ” магазины һатыусыһы,
Хөсәйенова Рәшиҙә Фәрғәт ҡыҙы – “З.В. Минаева” шәхси предприятиеһының “Хыял” магазины һатыусы-кассиры,
Сөләймәнова Наталья Васильевна – “Г.Д. Давыдова” шәхси предприятиеһының “Идея” магазины һатыусыһы,
Тулыбаев Ринат Ришат улы – “Р.Ф. Ирназаров” шәхси предприятиеһы водителе,
Төхвәтуллин Айрат Булат улы – “Р.Ф. Ирназаров” шәхси предприятиеһы пилорамсыһы,
Ҡарасурин Ноғман Ғәлимйән улы – “А.А. Филин” шәхси предприятиеһы тракторсыһы,
Епифанов Сергей Викторович – “В.Д. Епифанов” шәхси предприятиеһының етәксе урынбаҫары.

Ауыл хужалығы



Тынысланырға урын юҡ

Районда мал ҡышлатыу миҙгеле дауам итә. Көндәлек тулайым һауым 173 центнер тәшкил итә, был 5 центнерға күберәк. Көндәлек тулайым һауым буйынса Ленин исемендәге АХК алдынғылыҡты бирмәй – 50 центнер етештерә, был уҙған осорға ҡарағанда 4,5 центнерға күберәк. “Уңыш” (24 ц), “Рассвет” (17,1 ц), “Баймаҡ” ҒПБ-һы (17 ц), “Байҡара” (16,5 ц), Салауат исемендәге (11,3 ц) хужалыҡтарҙа ла продукция алыу кимәле юғары. Көндәлек уртаса һауым буйынса ла ошо уҡ хужалыҡтар үҫешкә өлгәшә. Һөттөң тауарлылығы “Урал”, Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Аҡморон”, “Байҡара”, ҡуйылығы “Рассвет”, “Байҡара”, Ленин исемендәге хужалыҡтарҙа иң юғарыһы. Йыл башынан 365 быҙау алынған. Был эш “Уңыш”, Ленин исемендәге, Салауат исемендәге, “Байҡара” хужалыҡтарында яҡшы ойошторолған.
Малды яһалма ҡасырыу эше менән “Рассвет”, “Уңыш”, Ленин исемендәге, “Байҡара”, “Октябрь” хужалыҡтарында әүҙем шөғөлләнәләр.
Яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы. Бөгөн орлоҡ фондын, техника-ауыл хужалығы машиналарын сәсеүгә әҙерләү эштәре дауам итә. Һалынған 13377 тонна орлоҡтоң 5954 тоннаһы таҙартылған, был 44 процент тәшкил итә. “Октябрь”, “Урал”, Салауат исемендәге, “Рассвет”, Ленин исемендәге, “Таналыҡ” хужалыҡтары, “Толпар” ЯСЙ-һы был эште тамамланы. Ләкин шул уҡ “Новатор-Баймаҡ”, “Йылайыр”, “Байҡара”, “Богачевка” хужалыҡтарында был мәсьәләгә битарафлыҡ күрһәтәләр. “Уңыш” АХК-һына, “Баймаҡ” ҒПБ-һына һәм урындағы МТС-ҡа ла был тәңгәлдә эште әүҙемләштерергә кәрәк.
Райондың ауыл хужалығы тармағы конвейеры тотороҡло эшләй, шулай ҙа тынысланырға урын юҡ. Малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе арттырыу, быҙау алыу һәм уларҙы тәрбиәләүҙе тейешле контролдә тотоу, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте әүҙемләштереү өҫтөндә эшләйһе бар әле.
А. Салауатов.

Рәсми бүлек

Эш ваҡыты нормаһы тураһында

Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына, “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында”ғы БР Законына, 2011 йылдың 12 сентябрендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2012 йылда республика биләмәһендә түбәндәге көндәр ял һәм байрам көндәре тип билдәләнә:
  • 23 февраль – Ватан һаҡсылары көнө;
  • 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө;
  • 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы;
  • 9 май – Еңеү көнө;
  • 12 июнь – Рәсәй көнө;
  • 19 август – Ураҙа байрамы;
  • 11 октябрь – Республика көнө – Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларация ҡабул ителгән көн;
  • 25 октябрь – Ҡорбан байрамы;
  • 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.
Билдәләнгән календарь осорға эш ваҡыты нормаһын иҫәпләү тәртибенә ярашлы, эш ваҡыты нормаһы биш көнлөк эш аҙнаһынан, ике көн ялдан (шәмбе, йәкшәмбе) тора, тип билдәләнде. Ул көндәлек эш сменаһының оҙайлығынан сығып иҫәпләнә:
40 сәғәтлек эш аҙнаһында – 8-әр сәғәт тура килә;
эш аҙнаһы эш сәғәтенән кәмерәк булһа, эш сәғәте һаны биш эш көнөнә бүленә.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 95-се статьяһына ярашлы, эш көнө йәки смена оҙайлығы байрам алды көндәрендә бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Әгәр байрамдан алда ял көнө тура килһә, ул эш көнө оҙайлығына йоғонто яһамай.
2012 йылда ике көнлөк ялы булған 246 эш көнө буласаҡ, шул иҫәптән 8 ҡыҫҡартылған эш көнө (22 февраль, 7 март, 28 апрель, 8 май, 9 июнь, 10 һәм 24 октябрь, 29 декабрь) һәм 120 ял көнө, шул иҫәптән 15 көн байрамда ял итәсәкбеҙ. Бынан тыш өҫтәмә ялға 4 көн бирелә: 6 һәм 9 ғинуар, 20 август, 5 ноябрь. Был 1 һәм 7 ғинуарҙың, 19 августың, 4 ноябрҙең ял көндәренә тура килеүенә бәйле.
Ә. Билалова,
хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау
идаралығы бүлегенең әйҙәүсе белгесе.

Сәйәсәт

Владимир Путин: “Тотороҡлолоҡ – ул туҡтап ҡалыу түгел, ә алға хәрәкәт итеү”

РФ Хөкүмәте Премьер-министры, Рәсәй Президенты
вазифаһына кандидат Владимир Путин киң мәғлүмәт саралары һәм Интернет селтәре аша заманыбыҙҙың иң киҫкен мәсьәләләренә ҡарата мөнәсәбәтен белдерҙе. Ул үҙенең тәүге программа мәҡәләһен “Рәсәй туплана – беҙ яуап бирергә тейеш саҡырыуҙар” тип атаны.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына уның сығышынан өҙөк килтермәксебеҙ:
4 мартта Рәсәй граждандары һайлау участкаларына килеп, ил башлығын һайлаясаҡ. Әлеге ваҡытта илдә төрлө дискуссиялар бара. Бер нисә һорау буйынса үҙемдең позициямды белдереп үткем килә. Рәсәйгә ниндәй хәүеф һәм бурыстар янай? Глобаль иҡтисадта һәм сәйәсәттә ниндәй урын биләйәсәкбеҙ? Уйын ҡағиҙәләрен барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашасаҡбыҙмы, әллә ваҡиғалар ағышына ҡушылып китербеҙме? Ниндәй ресурстарға таянып үҙебеҙҙең позицияларыбыҙҙы нығытасаҡбыҙ һәм тотороҡло үҫеште тәьмин итәсәкбеҙ?

Һорау – яуап

Эш хаҡы түләмәһәләр...

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың сираттағы һорауҙарына район прокурорының өлкән ярҙамсыһы И.З. Рәхмәтуллин яуап бирә.
Беҙҙең предприятиела бер нисә ай эш хаҡы түләмәйҙәр. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?
Эш хаҡы түләнмәгән осраҡта граждандар прокуратураға йәки судҡа мөрәжәғәт итә ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: әгәр етәкселәр хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләмәһә, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы буйынса яуапҡа тарттырыла. Уның буйынса штраф, ойошма-предприятиеның эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыу ҡаралған.
Минән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүҙе талап итәләр...
Рәсәй Федерацияһында бағыусылыҡ ярҙамы ирекле рәүештә генә күрһәтелә. Әгәр был мәжбүри талап булһа, һеҙ прокуратураға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. РФ Енәйәт кодексы буйынса бағыусылыҡты талап иткән етәкселәргә ҡарата коррупцияға бәйле енәйәт эштәре ҡуҙғатыласаҡ.
Бурысҡа аҡса биреп торғайным, хәҙер кире ала алмайым. Миңә нимә эшләргә?
Әгәр һеҙҙең аҡса биреп тороуығыҙ нотариус аша йәки ирекле форма менән ҡағыҙға теркәлгән булһа, һеҙ судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бәхәс килеп тыуған осраҡта, тейешле документтарҙы әҙерләп, дәғүә ғаризаһы яҙырға кәрәк буласаҡ.
Йәйгеһен юл ситендәге үләнде сабырға мәжбүр итәләр...
РФ Конституцияһының 37-се статьяһына ярашлы, илебеҙҙә мәжбүри хеҙмәт тыйылған. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәр һәм уҡыусылар ижтимағи файҙалы хеҙмәткә ирекле рәүештә генә йәлеп ителеүе мөмкин.

Яҡты рухы күңелебеҙҙә...

Икенсе Этҡол ауылының беҙ йәшәгән урам осонан мәктәпкә ҡәҙәр бер саҡрым араның уртаһында урынлашҡан почта бүлексәһенә уҡыуҙан һуң һуғылмай ҡайтҡан бер бала ла булмағандыр. Әсе елле көҙ, ажғыр буранлы ҡыш, ямғырлы яҙ көндәрендә уҡыусы балалар туптырлашып почтаға инеп йылынып, хәл алып сыға инек. Изге йәнле Люциә еңгәйҙең бер ваҡытта ла, иҙәнде тапайһығыҙ, эшләргә ҡамасаулайһығыҙ, тигәнерәк ризаһыҙлыҡ белдергәнен ишетмәнем, киреһенсә, ауыҙ-мороно өшөп йә еүешләнеп килеп ингән балаларҙы, үҙ балалары кеүек күреп йәлләп, мейес эргәһенәрәк саҡырып, тиҙерәк йылындырыуҙы хәстәрләне. 

Бөтәһе менән дә ҡыҙыҡһыныусан балаларға телефон аппаратының нисек эшләгәнен аңлата, хатта трубкаһын ҡолаҡҡа терәп тылсымлы “алло, алло” һүҙҙәрен ҡысҡырып ҡарарға ла рөхсәт итә, сағыу һүрәтле конверт, открыткаларҙы күрһәтә торғайны. Шул арала балаларҙың нисек уҡыуҙары, ниндәй билдәләр алыуҙарын һорашып, ата-әсәләренең хәл-әхүәлдәрен белешеп, уларға сәләм-теләктәр әйтергә өлгөрөп, йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп оҙатып ҡала ине. Һәр ваҡыт барыһына ла мөләйем йөҙлө Люциә еңгәйҙең почтаға ингән кешеләр менән аралашҡанын күҙәтеп, һөйләшкәндәрен тыңлап, өлкәндәрҙең үҙ хеҙмәттәрен атҡарыуҙағы тырышлыҡтары, бер-береһенә ихтирамлы, илтифатлы мөғәмәлә, мөнәсәбәттәренән фәһем алдыҡ, тормош тәжрибәһе тупланыҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бәләкәй генә, ләкин тос һабаҡ алдыҡ. Люциә Хәйбулла ҡыҙы ауылдаштарының береһенең дә тормошона битараф булмағандыр, сөнки ул һәр баланың ата-әсәһен, ағай-апайҙарын исемләп белә торғайны. Үҙе күп балалы ғаиләлә үҫкән аҡыллы, тәрбиәле әсә үҙ балаларына ғына түгел, башҡаларға ла һөйкөмлө, йомшаҡ күңелле яҡын кеше булды.
Ауыл кешеләренең барыһы ла радио тыңлап, телевизор ҡарау мөмкинлегенә эйә булғанға тиклем почта бүлексәһе тышҡы тормош менән берҙән-бер бәйләнеш урыны ине. Ул тирәнән өлкәндәр ҙә почтаға һуғылмай, хәл-әхүәлен һөйләп, донъя хәлдәрен белешмәй үтмәгәндер. Уның етәксеһенең халыҡ араһында абруйлы булыуы шунан күренә. Әгәр берәйһе: “Люциә килен әйтте әле...”, – тип берәй яңылыҡ һөйләһә, бөтәһе лә иғтибар менән тыңлап, етди фекер, тоғро мәғлүмәт булыуына һис тә шикләнмәнеләр.

Рейд

Аҡылыңды томалама – ҡыш аямаҫ!

Ҡыш үҙенең ажарлығын күрһәтеп, термометр уҡтары 30 градус һыуыҡҡа яҡынлашҡан кистә беҙ – Баймаҡ эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйы Айҙар Яҡшығолов, балиғ булмағандар эше буйынса бүлек инспекторы Айнур Абдуллин, муниципаль район хакимиәтенең балаларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса сектор мөдире Зинера Шаһиева һәм Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре – рейдҡа йүнәлдек. Маҡсатыбыҙ – насар йәшәгән, ата-әсәһе эскелеккә һабышҡан балаларҙың йәшәйешен ҡарау.

Йоҡлама – туңаһың!

Тәү сиратта, бар ҡалаға билдәле Юбилей урамы, 17-се йортта урынлашҡан ятаҡҡа индек. Шунда уҡ ишек төбөндә лаяҡыл иҫерек йәш егет иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Ул һөйләшә алырлыҡ хәлдә түгел ине. Вахтала ултырған апай: “Бына нимә эшләтергә лә белмәйем, бында ултырһа туңып үлә бит. Әйткәнде аңларлыҡ хәлдә түгел, бигерәк ныҡ иҫерек”, – тине. 
 
Туңып барған егетте уятып маташҡанда, яныбыҙҙағы ишек асылып китеп, хәмер йоғонтоһонда “батырға” әүерелгән йәш ир килеп сыҡты. Ул шунда уҡ беҙгә ҡысҡыра-аҡыра башланы. “Һеҙҙең ни эшегеҙ бар, кем нисек теләй – шулай йәшәй. Теймәгеҙ егеткә! Ул һеҙгә ҡамасаулаймы ни? Башҡа милләт кешеһе ултырһа, моғайын, һеҙ уға тейергә ҡурҡыр инегеҙ!” Иҫерек кешенең һүгенеү, әшәке һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышып, йәш егетте уятырға маташабыҙ. Тик ҡыҙмаса булып алған “герой” беҙҙең өндәшмәүебеҙҙе ҡурҡыу менән бутап, уның һайын шаша башланы. Участка полицейскийының уға хулиганлыҡ өсөн протокол төҙөләсәге тураһында иҫкәртеүен ишеткәс, ҡатыны ирен һөйрәкләп индереп алып китте.
Эйе, хәмер йоғонтоһонда милләт исеменән генә түгел, ә бар кешелек исеменән дә оран һалып булалыр. Тик ошо ятаҡ тупһаһында туңып үлеп барған йәш егетте ниңәлер бер кем дә ҡотҡарырға ашыҡмаған. Был көндө рейд булмаһа, егеттең өшөп үләсәге көн кеүек асыҡ бит.
Ятаҡтың тәүге ҡатында тәмәке көйрәткән ҡатындарға тап булдыҡ. Береһе беҙҙе күреү менән бер яҡ ҡулын ҡосаҡлап, шымып ҡалды. Башланып ҡына торған мәжлескә көмөшкә алып килгән икән. Эсемлекте кемдән алыуын һорағас, “Билдәле инде, “Веселый дом”дан! Барығыҙ ҙа ҡарағыҙ, һәр фатирҙа һаталар”, – тип кенә ҡуйҙы.
А.Яҡшығолов тарафынан бүлмәләге янғын хәүефһеҙлеге, паспорт режимы тикшерелде.

Атай – иҙәндә, әсәй – ҡунаҡта...

Өсөнсө ҡатта ҡарауһыҙ йөрөгән бала иғтибарҙы йәлеп итте. Уның ҡайҙа йәшәүен һораша башлағас, бер бүлмәгә алып килде. Уныһының ишеге асыҡ, иҙәндә иҫерек атаһы йоҡлап ята. Әсә кеше лә ваҡытын “бушҡа” әрәм итмәй, икенсе бүлмәлә ҡунаҡ булып ултырған булып сыҡты. Бүлмәлә бала өсөн бер ниндәй аҙыҡ-түлек, уйынсыҡтар юҡ. Был ғаилә балиғ булмағандар эше буйынса комиссияла теркәүҙә лә тора икән. 
 
Киләһе ҡатта 3-4 йәш тирәһендәге малай һәм ҡыҙыҡай йүгереп йөрөй ине. Боҙҙай һыуыҡ иҙәндә берәүһенең ойоҡсан ғына йөрөүен күреп, аптырап ҡалдыҡ. Ҡайҙа йәшәгәндәрен һораша башлағас, бер бүлмә ишеге асылып китте. Ундағы өлкән йәштәрҙәге ир балаларҙы үгәй ҡыҙы ҡалдырыуын белдерҙе. Уның бүлмәһендә лә балалар өсөн ашарға бер ни ҙә булмауын күреп, “бала ҡараусыға” был хаҡта әйткәс, “Уларҙы мин ҡарамайым – апалары ҡарай”, – тине. Тик ул күрһәткән бүлмә бикле булып сыҡты. Оҙайлы ваҡыт шаҡығандан һуң, унан иҫерек ир килеп сығып, беҙҙе әрләй башланы. Кескәйҙәрҙе алып ҡалған ҡатыны, малай һәм ҡыҙыҡайҙы ул түгел, ә үгәй ҡартатай ҡарарға тейешлеген белдерҙе. Шулай итеп, төнгө ун бер тулып килгәндә, күптән йоҡларға тейешле балалар иҫеректәр тулы ятаҡта яңғыҙы тороп ҡалған булып сыҡты. Айнур Абдуллин тиҙ арала кескәйҙәрҙең әсәһен күреү кәрәклеген белдерҙе.

Риэлтор ҡорбаны

Йәш әсә Чекмарев урамы, 10-сы йортта урынлашҡан ятаҡта йәшәгән булып сыҡты. Ҡағыҙҙарға күмелеп ултырған әсәнең бүлмәһе йыйнаҡ, йылы, балалары өсөн уйынсыҡтары теҙеп ҡуйылған. Әсәнән ни өсөн кескәйҙәрен ҡурҡмайынса шундай ҡот осмалы шарттарҙа ҡалдырыуын һораша башлағас, илап ебәрҙе. “Мин нимә эшләргә тейеш? Отчет яҙырға кәрәк, ә улар менән булмай – ҡамасаулайҙар. Ярҙамлашырға әсәйем дә юҡ. Аталары алимент түләмәй. Әгәр һеҙ мине телевизорҙан күрһәтһәгеҙ, эшһеҙ ҙә ҡаласаҡмын! Унда инде балаларымды тыныс күңел менән етем итә алаһығыҙ!” – тине.
Йәш ҡатындың проблемалары бының менән генә бөтмәгән икән. Ошо кескәй генә бүлмәне ул риэлтор аша әсәлек капиталына алған булып сыҡты. Уға “ярҙам” күрһәткән риэлтор 70 мең һум аҡса бирергә тейеш икән, тик ул юҡҡа сыҡҡан. Һатып алған бүлмәһенең документтары лә теүәл түгел, аҡса ла елгә осҡан. 
 
Гәзит аша күпме генә иҫкәртеүебеҙгә ҡарамаҫтан, ҡатындарҙың риэлторҙар тоҙағына эләгеүе борсоуға һала. Кескәйҙәрен хәүефле ерҙә ҡалдырып, эшенә йәбешеп ятҡан йәш ҡатын әсәлек капиталына бүлмә түгел, ә бәләкәй йорт алыуы ихтимал ине бит. Тик еңел юл эҙләргә түгел, ә үҙенә йүгерергә, тырышырға кәрәк булған. Ул осраҡта балаларҙы ла ҡайҙалыр ҡалдырып йөрөргә кәрәкмәҫ ине. Ә хәҙер ике балалы әсәне бүлмәнән ҡыуып сығарыуҙары ла ихтимал, сөнки риэлтор аҡсаһын ғына түгел, ә тейешле документтарын да бирмәгән. Вайымһыҙ, бер ҡатлы ҡатындар бар саҡта, уларҙы алдаусылар ҙа буласаҡ. Бәлки, район кимәлендә ошо риэлторҙарға ҡаршы ниндәйҙер сара күрелер? Юғиһә, улар әсәлек капиталы булған бар ҡатындарҙы талап бөтмәйенсә, тынысланмаясаҡ. Әйткәндәй, риэлторҙарҙан алданған ҡатындар милиция, прокуратура, судҡа мөрәжәғәт итергә ҡурҡмаһындар ине. РФ Енәйәт кодексы буйынса уларҙы яуапҡа тарттырып була.

Балаһын хәмергә һатып

Артабан эскелек менән мауығып, күрше-тирәһенә генә түгел, үҙ балаһына тыныс тормош бирмәгән ҡатындың ишеген шаҡыныҡ. Ул инвалид ҡыҙы менән йәшәй. Буй еткергән улы Себер яҡтарында эшләп әсәһен, һеңлеһен аҡса менән тәьмин итә. Тик ул вахтаға юлланыу менән фатир эскеселәр ояһына әүерелә. Ҡатын 15-16 йәштәрҙәге ҡыҙы өсөн дә ҡурҡмай, ирҙәр йыя. Айныға башлау менән, ҡыҙын ашарға теләнселәргә сығара. “Баш төҙәтергә” уйлаһа инде, ҡыҙын кешеләрҙән “на хлебушек” тип һорандырып, көмөшкәгә йүгерә. Ҡатындың таңға ҡарай айнығып, баш ауыртыуына сыҙай алмай: “Ярҙам итегеҙ, дауалағыҙ мине!” – тип илағаны ла була. Тик көмөшкә тотоп килгән шешәләштәрен күреү менән, яңы тормош башларға уйлауын онота. Беҙгә, ишек артында кемдер ипләп кенә һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, асманылар. Унан ҡыҙҙың: “Өйҙә берәү ҙә юҡ, асмайым”, – тигәне ишетелде. Күрәһең, әсәһе үҙе генә алдашыуы етмәгән, балаһын да хәйлә юлына баҫтырып өлгөргән. Әйткәндәй, һуңынан фатирҙа, беҙ шаҡыған мәлдә, ысынлап та, ҡатындың сираттағы «шайтан туйы» ойоштороуы асыҡланды. Тик көндән-көн йышайған мәжлестәр гонаһһыҙ ҡыҙ баланың яҙмышын яра һуҡмаҫмы? Хәйер, ғәзиз балаһын әсәһе аямағас, рейдтар мәлендә генә уға ярҙам итеп буламы инде?