1 февр. 2012 г.

Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың район Советы ултырышындағы отчет доклады тезистары


Ошо көндәрҙә муниципаль район Советының сираттағы ултырышы саҡырыла. Депутаттар фекер алышасаҡ төп мәсьәлә – Баймаҡ районы муниципаль районының 2011 йылдағы эш йомғаҡтары. Докладсы – муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. Алдан танышыу маҡсатында һәм мәсьәләне тикшереүҙә әүҙем ҡатнашыу өсөн докладтың тезистарын баҫабыҙ.
Отчет осоронда муниципаль район хакимиәте үҙ эшмәкәрлеген Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Президенттары Мөрәжәғәтнамәләре һәм Указдары, федераль һәм республика закондары, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарҙары, шулай уҡ муниципаль район Советы һәм Президиумы ҡарарҙарына нигеҙләнеп ойошторҙо.