3 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Иғтибар: «тура бәйләнеш»

РФ Эске эштәр министрлығының Баймаҡ ҡалаһындағы бүлеге ҡарамағында эш башлаған Йәмәғәт советы 7 февраль көнө 10-дан 12-гә тиклем “Тура бәйләнеш” уҙғара. Полиция, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эшенә бәйле һорауҙарығыҙ, тәҡдимдәрегеҙ, фекерҙәрегеҙ йәки ялыуҙарығыҙ менән билдәләнгән ваҡытта түбәндәге телефондарға шылтырата алаһығыҙ:
  • Ҡыуатов Иғдисам Ғиниәт улы, Йәмәғәт советы рәйесе, тел. 3-18-39,
  • Исхаҡов Афзал Абрар улы, рәйес урынбаҫары, тел. 3-16-53.

Энергия иҫәпле

Ҡаланың 1 мең шәхси йортона заман талаптарына яуап биргән автоматлаштырылған электр иҫәпләгестәре ҡуйылды. Улар файҙаланылған электр энергияһын район электр селтәрендә урынлашҡан үҙәк компьютер аша күҙәтеп барырға мөмкинлек бирәсәк. Ҡайҙа күпме энергия ҡулланылған, ҡайҙа иҫәпләгес туҡтап тора – һәр мәғлүмәт компьютер мониторында сағылыш табасаҡ.
Л. Такаева.

Студенттар, һеҙҙең өсөн!

Иртәгә, 3 февралдә, халыҡ ижады үҙәгендә сәғәт 2-лә республика, Рәсәй, сит илдәрҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар менән осрашыу үтәсәк.

“Тарихҡа байҡау”

Шундай исем аҫтында Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда студенттар араһында КВН үтте. Бында таулыҡайҙарҙың –“Әстәғәфирулла”, сыңғыҙҙарҙың –“Күсәбә”, буранбайҙарҙың “Оп-па, Буранбай” командалары тапҡырлыҡта, оҫталыҡта көс һынашып, тамашасыларға күңелле ял бүләк итте. Йәштәрҙең аҡыллы, зирәк булыуы ҡыуандырҙы.
Һөҙөмтәлә, таулыҡайҙар – “Иң оригиналь команда”, сыңғыҙҙар “Иң ихлас һәм дәртле команда”, буранбайҙар “Иң артист һәм берҙәм” номинацияларында еңеү яуланы.
С. Усманова,
Буранбай ауылы клуб мөдире.

Һайлау – 2012

Президент һайлау көнө яҡынлаша

Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәрҙе теркәү процедураһы тамамланды. Улар – Владимир Путин, Сергей Миронов, Владимир Жириновский, Геннадий Зюганов һәм Михаил Прохоров.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ил халҡының өстән ике өлөшө Президент һайлау бер турҙа үтәсәк, тип фаразлай.
Был аҙнала Президент һайлауының яңы осоро башлана: киң мәғлүмәт сараларында һайлау агитацияһы старт ала.

* * *
 
Ә беҙҙең яҡташтар Президент һайлауы, кандидаттар тураһында ниҙәр уйлай?
Әмир Сәйғәфәров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баймаҡ районы буйынса башҡарма комитеты рәйесе, Баймаҡ ҡалаһы:
Һайлау – ул ҙур сәйәси кампания. Конституция буйынса һәр граждан үҙенең фекерен белдерергә тейеш. Әлеге ваҡытта 5 кандидат теркәлде, тимәк, уйланырға ла урын бар. Минеңсә, кем Рәсәй халҡы, уның мәнфәғәте өсөн файҙалы һәм лайыҡлы эштәр башҡара, шуға тауыш бирергә кәрәк. Әлеге көндәге етәкселәргә эшмәкәрлеге яғынан һүҙ әйтә алмайым. Халыҡ менән тығыҙ эшләйҙәр, көн һайын тиерлек улар төрлө предприятие-ойошмаларҙа. Ғөмүмән, асыҡ сәйәсәт алып барыла. Әлбиттә, был сәйәсәттең оҡшамаған яҡтары ла бар. Даими рәүештә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Бына тағы ла икенсе ярты йыллыҡта газға, электрға хаҡ өҫтәүҙе планлаштыралар. Сеймал – үҙебеҙҙеке, уны эшкәртеүҙә үҙебеҙҙең кешеләр эшләй, бушлай уҡ булмаһа ла, ташламалар булырға тейештер, тип уйлайым. Мәҫәлән, ниндәй боларыштар барған Ливияла, Сәғүд Ғәрәбстанында халыҡҡа газ бушлай. Ошондай мәсьәләләр киләсәктә яйға һалынһын ине.
Рәфҡәт Дауытов, хеҙмәт ветераны, ветерандар советы рәйесе, Өмөтбай ауылы:
Күҙаллауымса, кемдең Президент итеп һайланасағы күптән билдәле инде. Бер генә теләгем бар: һайлау закон буйынса үтһен ине.
Ил Президенты иң тәүге нәүбәттә ауыл хужалығын үҫтереүгә күп көс һалырға тейеш, тип уйлайым. Халыҡҡа эш булһа, эш хаҡы түләнһә, илдең дә биле ныҡ булыр ине. Тағы ла бер мәсьәлә борсой: һуғыш осоронда тыуған балаларға иғтибар булмауы. 1932 йылға тиклем тыуғандарға “Тыл ветераны” тигән исем бирелде, ә бына унан һуңғы йылғыларға бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ. Ул быуындың ас-яланғас үҫеүе, эшкә иртә егелеүе, хатта атайһыҙ ҡалып, бер ниндәй ҙә ташламалар алмауы ҡыҙғаныс. Был ил, төбәк башлыҡтары хәл итә торған бик әһәмиәтле мәсьәлә. Минең менән күптәр килешәлер, моғайын.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Батырлыҡ

Ике кеше уттан ҡотҡарылды

... Бөтә ғаләм тәмле йоҡоға талған мәл. Бары тик кешелек именлеге һағында булғандар ғына һәр ваҡыт уяу... 31 ғинуар таңғы сәғәт 5 тула 8 минутта 114-се Баймаҡ янғын һүндереү часында телефон шылтырауы янғын һүндереүселәрҙе аяҡҡа баҫтыра: Баймаҡта Тыныслыҡ урамының 21-се йортонда ут сыҡҡан! 
 
Ҡарауыл начальнигы В.Т. Яхин етәкселегендәге команда сигнал алғандан һуң өс минут эсендә шул урында була. Бында водитель Радик Иҙелбаевтың да оҫталығы ҙур роль уйнай. Бындай осраҡта һәр секунд ҡәҙерле, алтынға бәрәбәр икәнлеген яҡшы белә улар. Ә иң мөһиме – ут сыҡҡан ике ҡатлы йорттағы халыҡты эвакуациялау, янғынды һүндереү буйынса дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү. Валер Яхин тап шулай итә лә. Янғын һүндереүсе Айнур Исхаҡов менән беренсе булып утҡа үҙе ташлана. Ун минуттан “ҡыҙыл әтәс”тең кикереге шиңә. Ләкин шул ваҡыт бүлмә эсенән ыңғырашҡан тауыштар ишетелә. Оҙаҡ уйлап тормай Валер Тәлғәт улы эскә ташлана һәм төтөн тулы ҡараңғы бүлмәләге карауатта бер ҡатын менән баланы табып ала. Үҙе ҡатынды, ә Айнур Исхаҡов баланы күтәреп, диспетчер Ирмәк Ғәлиндың саҡырыуы буйынса килеп еткән “Ашығыс ярҙам” машинаһына сығарып һалалар. Бөгөн улар икеһе лә реанимацияла, ғүмерҙәренә хәүеф янамай.
Янғындың сәбәбе – ҡатындың түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартыуы. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Әйткәндәй, В.Яхин янғын һүндереү часына 1997 йылда эшкә килә, шуның 14 йылын ҡарауыл начальнигы булып хеҙмәт итә. Ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып утҡа ташланған, уның артабан да шашып китеүенә юл ҡуймай, ике кешене уттан ҡотҡарған янғын һүндереүселәргә тыныс дежурлыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

2012 йыл Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде. Тейешле указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендәге сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды. Ойоштороу комитетына 2012 йылдың 10 февраленә тиклем тейешле саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеттары булдырырға, шулай уҡ саралар планын әҙерләргә, раҫларға һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итергә тәҡдим ителде, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.
«Башинформ».

Рәсми бүлек


Район Советы ултырышы була

3 февралдә сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының XXXIX ултырышы уҙа.
Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр сығарыла:
1. Муниципаль район хакимиәте башлығының һәм хакимиәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығының йыллыҡ отчеты.
2. Баймаҡ районы муниципаль район Советы рәйесенең һәм Советының 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында Совет рәйесенең йыллыҡ отчеты.
3. 2012 йылда муниципаль район территорияһында ергә аренда хаҡының күләмен билдәләү тәртибен раҫлау хаҡында.
4. 2012 йылға территориаль-иҡтисади зона коэффициентын һәм мөлкәт менән файҙаланған өсөн бер квадрат метрҙың хаҡын раҫлау тураһында.
5. 2012 йылға муниципаль райондың муниципаль милкен хосусилаштырыу буйынса сараларҙың прогноз планын раҫлау тураһында.
6. 2012 йылға Баймаҡ районы муниципаль район бюджетына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү хаҡында.
Ултырышҡа район Советы депутаттары, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, район һәм ҡаланың хужалыҡ, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ауыл мәҙәниәт йорто директорҙары, клуб мөдирҙәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдирҙәре, имам-хатиптар, участка полицейскийҙары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.

Ултырыштар

Төп маҡсат – бурыстарҙан ҡотолоу

Уҙған аҙнала ҡала биләмәһендә йорт комитеттары рәйестәренең сираттағы ултырышы үтте. Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ә. Бураншин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырҙы. “Әлегә тиклем халыҡты йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү өлкәһендә етди авариялар юҡ. Шулай ҙа тынысланырға ярамай, әле ҡыш уртаһы ғына.
Проблемалар ҙа юҡ түгел: төбәктә газ, электр, һыу буйынса иң күп бурыс беҙҙең районға тап килә. Дөйөм бирәсәк 7 миллион һум тирәһе. Бөгөнгә күп ҡатлы йорттарҙа 5 мең тирәһе кеше йәшәй, йәғни 2 мең самаһы абонент хеҙмәтләндерелә. Ҡайһы берәүҙәрҙең бурысы 100 мең (!) һумдан ашып китә. Был тәңгәлдә “УКЖФБ” ЯСЙ-һы юристары эшләй, шулай уҡ суд һәм суд приставтары хеҙмәте аша бурыстарҙы түләтеү буйынса шөғөлләнәсәкбеҙ”, – тине сығышында Исмәғил Әхмәт улы. Артабан ул йорт комитеттары рәйестәренә һәр йорт буйынса кемдең күпме бурысы йыйылыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы директоры С.Я. Рыҫбаев быйылдан башлап йылылыҡ өсөн туранан-тура иҫәпләшеү башҡарылыуы тураһында һөйләне. Ул йорт комитеттары рәйестәренең фатирҙарҙы йылытыу өсөн билдәләнгән нормативтар, тарифтар хаҡындағы һорауҙарына яуап бирҙе. “Водоканал” ЯСЙ-һы, район электр селтәре, “БРСУ” МУП-ы, идарасы компаниялар (улар Баймаҡта өсәү) етәкселәренә лә һорауҙар күп булды. Йәмәғәтселек башланғысында йөрөгән йорт комитеттары рәйестәренең үҙ бурыстарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы ҡыуаныслы. Һәр хәлдә ултырышҡа килгәндәренең хеҙмәтләндереү сифаты, тәҡдимдәре, дөйөм алғанда, һәр проблеманы белеп сығыш яһауы киләсәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эштәр яйланасағына ишара түгелме ни?
Сәлимә Кейекбирҙина.

Беҙҙең интервью

Ветеринария хеҙмәте нисек эшләне?

Йыл башында үткәндәргә баһа биреү, ағымдағыһына уй-ниәттәр билдәләү, проблемаларҙы асыҡлау йолаһы бар йәмғиәттә. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринария станцияһы начальнигы А.А. Иҫәнов менән ойошторолған диалогта беҙ был хеҙмәттең уҙған осорҙағы эшмәкәрлегенә байҡау яһарға, райондағы эпизоотик һәм ветеринар-санитар хәлде баһаларға тырыштыҡ.

Арслан Айҙар улы, уҙған хужалыҡ йылы райондың ветеринария хеҙмәте өсөн нисек булды, ниндәй эштәр бойомға ашырылды?
Уҙған осорҙа райондың ветеринария хеҙмәте һөҙөмтәле эшләне. Эпизоотик һәм ветеринар-санитар именлекте тәьмин итеү буйынса мәсьәләләр тулыһынса үтәлде.

Конкурстар

“Йыл уҡытыусыһы-2012”

Үткән аҙна мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн үтә лә ҡыҙыу булды: 25 – 27 ғинуарҙа ҡалабыҙҙың 2-се мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы үтте. Уны мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Ильясов асып, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Жюри составы менән таныштырғандан һуң, сәхнәгә 23 ҡатнашыусы сыҡты. Улар араһында 7 башланғыс класс, 4 рус теле һәм әҙәбиәте, 3-әр башҡорт теле һәм әҙәбиәте, математика, 2-шәр инглиз теле, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте тарихы, 1-әр биология һәм рәсем дәрестәре уҡытыусылары бар ине. Тәүге көндә конкурсанттар инновацион педагогик проекттарын тәҡдим итте, 26-һында ҡаланың төрлө мәктәптәрендә дәрес күрһәтте, үҙҙәре үк дәрескә анализ яһаны, класс сәғәттәре үткәрҙе. Беренсе турға йомғаҡ яһалғандан һуң 8 ҡатнашыусы икенсе турға сыҡты. 27 ғинуарҙа улар 20 минутлыҡ оҫталыҡ дәресе, дебат күрһәтте.

Шулай итеп энәһенән ебенә тиклем күҙҙән үткәреп, ниһайәт, конкурсанттарҙың хеҙмәтенә, тырышлығына йомғаҡ яһалды. “Йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсының абсолют еңеүсеһе исеменә 4-се мәктәптең йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ уҡытыусыһы Илшат Сирусин (һүрәттә) лайыҡ булды. Шулай уҡ Баймаҡ лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сафа Ишҡыуатов менән 2-се мәктәптең математика уҡытыусыһы Альбина Насырова конкурстың еңеүселәре тип табылды.

Хоҡуҡ һаҡлау


Таныш булығыҙ: участка полицейскийҙары

Баймаҡ ҡалаһы 5 административ участкаға бүленгән. Уларҙың һәр береһенә участка полицейскийы беркетелгән. Улар граждандарҙы ҡабул итә, биләмәһендәге йорттарҙы ҡарай, насар йәшәгән ғаиләләрҙе, төрмәнән сыҡҡан кешеләрҙе контролдә тота. Баймаҡ ҡалаһында участка полицейскийҙарының ике участка пункты бар: тәүгеһе – С.Юлаев проспекты, 33-1, тел.3-11-08, икенсеһе Тыныслыҡ урамы, 7а (ишеге дауахана яғынан, эш телефоны юҡ) адресы буйынса урынлашҡан.

1-се административ участка – Үҙәк микрорайонын – полиция капитаны Айҙар Әхмәр улы Яҡшығолов етәкләй. Граждандарҙы С.Юлаев проспекты, 33-1 адресы буйынса дүшәмбе – 10.00-11.30, шишәмбе – 19.00-20.30, шәмбе 10.00-11.30 сәғәттәрҙә ҡабул итә. Телефоны – 8 960 803 93 78.

2-се административ участка – Дауахана, ГРП микрорайонында – полицияның өлкән лейтенанты Ришат Морат улы Йәнғазин эшләй. Граждандарҙы Тыныслыҡ урамы, 7а адресы буйынса дүшәмбе – 10.00-11.30, шишәмбе – 19.00-20.30, шәмбе – 10.00-11.30 сәғәттәрҙә ҡабул итә. Телефоны – 8 962 543 07 17.

3-сө административ участка – БЛМЗ, Көньяҡ микрорайондары буйынса полиция майоры Сәғит Әбдрахман улы Әминев граждандарҙы Тыныслыҡ урамы, 7а адресы буйынса дүшәмбе – 10.00-11.30, шишәмбе – 19.00-20.30, шәмбе – 10.00-11.30 сәғәттә ҡабул итә. Телефоны – 8 937 342 24 51.

5-се административ участка – Мөкәсәй микрорайоны һәм шулай уҡ Мерәҫ, Бәхтигәрәй, Иҫән ауылдарында полиция капитаны Салауат Лоҡман улы Йәнбирҙин эшләй. Граждандарҙы С.Юлаев проспекты, 33-1 адресы буйынса дүшәмбе – 10.00-11.30, кесе йома – 19.00-20.30, шәмбе – 10.00-11.30 сәғәттә ҡабул итә. Телефоны – 8 961 358 44 61.

4-се административ участка – Малыш микрорайонында полиция капитаны Винер Юнир улы Аткин эшләй. Граждандарҙы С.Юлаев проспекты, 33-1 адресы буйынса дүшәмбе – 15.00-16.30, шишәмбе – 19.30-20.00, шәмбе – 10.00-11.30 сәғәттәрҙә ҡабул итә. Телефоны – 8 961 360 60 45.
Граждандар участка полицейскийҙарына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса һәр саҡ мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ полиция хеҙмәтенең эш сифатын күтәреү буйынса тәҡдимдәрегеҙ булһа йәки һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ боҙолған осраҡта, участка полицейскийҙары һәм балиғ булмағандар эше буйынса бүлек начальнигы А.А. Моратов йәки уның урынбаҫары С.Ю. Яксановҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (тел. 3-19-12).

Юбиляр түрҙе биҙәр

“Иң ҙур бүләк – яҡындарымдың йылмайыуы”

Уны районыбыҙҙа ғына түгел, ә республика, күрше төбәктәрҙә лә бик яҡшы беләләр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт өлкәһендә оҙайлы йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн БР Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булған, ил буйынса һирәк кешегә бирелгән “Рәсәй профессионалы” миҙалы менән бүләкләнгән, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының Почет грамотаһы һәм тағы бихисап наградаларға лайыҡ район китапханаһы директоры, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина менән булыр әңгәмәбеҙ.



Луиза Ҡаһарман ҡыҙы, ошондай бихисап наградаларға лайыҡ кеше ниндәй хистәр кисерә икән?
Хеҙмәтеңде күреүҙәре, уны лайыҡлы баһалауҙары кемгә оҡшамаһын?(Йылмая). Дөрөҫөн әйткәндә, был миҙалдарҙы күптән алып ҡарағаным да юҡ ине әле. Ә бына Р.Өмөтбаев һ.б. яҙыусылар яҙған хаттарҙы бик ҡәҙерләп һаҡлайым, уларҙың йылы һүҙҙәрен уҡып көс алам. Күптәре был донъяны ҡалдырып китһә лә, уларҙы мине яҡлаусы һәм һаҡлаусы фәрештәләрем кеүек күрәм.

Йәмәғәт ойошмаларында киләсәккә пландар билдәләнде

Үткән йомала район китапханаһында “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубтарының киңәйтелгән ултырышы булды.

Сарала клубтарҙың рәйестәре Ғ.С. Баймурзин һәм Х.М. Биктимерова 2011 йылға йомғаҡ яһаны. Темәс ауылының “Атайсал” клубы етәксеһе С.Ғ. Вәлиев, Йомаштан – М.М. Килдеғошов, I Этҡолдан ағинәйҙәр клубы рәйесе Х.Р. Рыҫбаева эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Тикшерелгән мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа Баймаҡтан – Ә.Исхаҡов, С.Батталова, Әбделкәримдән – Й. Ҡашҡаров, Ишмөхәмәттән – И. Әхмәтов, Ишмырҙанан К. Әфләтунов һ.б. ҡатнашты.
Китапхана хеҙмәткәре В.Ә. Ишбаева районыбыҙҙың крайҙы өйрәнеүселәре һәм тарихсылары ҡулынан сыҡҡан яңы китаптар, ә Е.А. Викторова Рәсәй тарихы йылы айҡанлы ойошторолған күргәҙмә менән таныштырҙы.
Р.Р. Рыҫмөхәмәтова иһә район-ҡала үҫешенә үҙ ваҡытында тос өлөш индергән етәкселәр тураһында библиографик йыйынтыҡ сығарыу хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Атайсал” клубының быйыл үткәрәсәк саралары ғәмәлдә Рәсәй тарихы йылына, 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына, Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына арналасаҡ.
Ултырышта шулай уҡ район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Сарала тыуған яҡтың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеүҙә һәм пропагандалауҙа, йәш быуынды арҙаҡлы шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләү өлкәһендә әүҙем эшләгәндәре өсөн “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубтарының ағзалары Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Н. СОЛТАНОВА,
Атайсал” клубы сәркәтибе.

Осрашыуҙар

Ике яҡ өсөн дә файҙалы булды

Үткән шәмбелә халыҡ ижады үҙәгендә районыбыҙ мәктәптәре, һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары БДУ, БДМУ, БДАУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ, ӨДИСА (Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы), БДУ-ның Сибай институты вәкилдәре менән осрашты. Ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илдус Зәйнуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Ильясов сәләмләне. Илдус Әдиф улы районыбыҙҙың социаль-иҡтисади хәленә байҡау яһаны, бөгөн дефицит һаналған һөнәрҙәрҙе һанап китте. Башҡорт дәүләт аграр университетын былтыр 55 студент тамамлаһа, шуларҙың бишәүһе генә тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. “Былай барһа, ауыл хужалығы тармағында эшләрлек кеше булмаясаҡ”, – тип күҙаллауҙарын еткерҙе ул. Районыбыҙға аграр тармаҡ өсөн белгестәр, айырым фән уҡытыусылары, агрономдар, зоотехниктар, механизаторҙар, хореографтар, үҙәк ҡала дауаханаһына егермеләп белгес етешмәй икән. Сығарылыш класс уҡыусылары менән профориентацион эштәр алып барыу зарурлығы хаҡында һүҙ булды.
Юғары уҡыу йорттары вәкилдәре үҙҙәре эшләгән вуздар тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Уҡыусыларыбыҙ уҡыу йортона ҡабул итеү имтихандары, ятаҡта йәшәү шарттары, спорт, ижад менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре менән дә ҡыҙыҡһынды.
Фәһемле осрашыу БДУ-ның Сибай институты һәм ӨДИСА студенттары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды.
Айгөл Иҙелбаева.

Халыҡ иғтибарына

Декларация тапшырыу кампанияһы башланды

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең 37-се район-ара инспекцияһы 2012 йылға декларация кампанияһы башланыуы тураһында хәбәр итә.
2011 йылда түбәндәгеләрҙән килем алыусылар Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 228-се һәм 229-сы статьяларына ярашлы, йәшәгән урыны буйынса 2012 йылдың 30 апреленә тиклем 3-НДФЛ формаһы буйынса физик берәмектәр килеменә һалым буйынса һалым декларацияһы тапшырырға бурыслы:
1) Торлаҡты, торлаҡ булмаған күсемһеҙ милекте, транспорт сараларын ҡуртымға биреүҙән;
2) Өс йылдан аҙыраҡ ваҡытта үҙ милкегеҙҙә булған күсемһеҙ мөлкәтте (торлаҡ йорт, фатир, ер участкаһы, баҡса йорто), башҡа мөлкәтте (транспорт саралары, металлолом, төҙөлөп бөтмәгән объект, гараж, төҙөлөш материалдары, торлаҡ булмаған биналар һ.б.) һатыуҙан;
3) Физик берәмектәр менән гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәр буйынса эш башҡарыуҙан йәки хеҙмәт күрһәтеүҙән;
4) Бүләк итеү килешеүенән (әгәр бүләк итеүсе һәм бүләк алыусы яҡын туғандар булмаһа);
5) Отош түләнгәндә һалым агенттары тарафынан физик берәмек килеменә һалым һалынмаған осраҡта лотерея отоуҙан (приз, бүләк, натураль формала килем алғанда эш биреүсе һ.б. тарафынан һалым тулы кимәлдә тотолмаған булһа).
О. Мелехина,
37-се район-ара инспекция начальнигы урынбаҫары.