5 февр. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Бөгөн Баймаҡта БР Урал аръяғының дала һәм тау-урман зоналарында мал ҡышлатыу барышы һәм 2012 йылдың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтә. Уның эшендә БР ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев етәкселегендәге делегация, район хакимиәте башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы һәм бүлек начальниктары ҡатнаша.
Гәзитебеҙҙең был һаны ошо сараға арнала.
Кәңәшмәнең эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Һандар һәм факттар

  • Районда 21 ауыл хужалығы предприятиеһы, 187 КФХ, 17 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ бар. Былтыр АПК өлкәһендә эшләгән бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары 46 берәмеккә артҡан.
  • Дөйөм сәсеү майҙаны 109 мең гектар тәшкил итә.
  • 2011 йылда тулайым 2 млрд 201 млн һумлыҡ продукция етештерелгән, был уҙған осорға ҡарағанда 17,5 процентҡа күберәк. Үҫемлекселек продукцияһы 991 млн һум (7 тапҡырға артҡан), малсылыҡтың тулайым продукцияһы 1 млрд 210 млн һум тәшкил итте.
  • Уҙған йылда 749 тонна һөт продукцияһы (пакетланған һөт һәм ҡатыҡ),1053,4 тонна икмәк, 5,2 тонна кондитер изделиелары, 8,8 тонна туңдырылған ит ярымфабрикаттары, 6 тонна колбаса изделиелары һәм деликатестар етештерелгән. 167 тонна он һәм 990 тонна ҡатнаш аҙыҡ сығарылған.
  • Районда техник потенциалды яңыртыу дауам итә. Былтыр 10 млн һумдан ашыу суммаға техника һәм ҡоролмалар алынған, был 2010 йылға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк.
  • БР Президенты һәм Хөкүмәтенең ныҡлы ярҙамы ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороуҙа ҙур роль уйнаны. Республика һәм федераль кимәлдәге бюджеттан 60 млн һум субсидия бүленде.
  • Көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу дауам итә. Былтыр ошо проект сиктәрендә Баймаҡта ҡеүәтле ит эшкәртеү комбинаты файҙаланыуға тапшырылды.
  • Бөгөн районда 42259 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 20491 һауын һыйыры, бөтә төр хужалыҡтарҙа 9028 баш йылҡы аҫрала.
  • Темәстә тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле һөт комбинаты төҙөлә, уны быйыл асыу күҙ уңында тотола.
  • “Аҡморон” АХК-һы, “Байҡара” агрофирмаһы, “Ҡолонсаҡ” ЯСЙ-һы башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусына эйә. «Толпар», «Богачёвка» ЯСЙ-ларында ла тоҡомсолоҡ репродукторҙары булдырыласаҡ.
  • ”Баймаҡ” ғилми -производство берекмәһе менән “Аҡморон” АХК-һы – йылҡысылыҡ спорты буйынса республикала киң танылыу алған хужалыҡтар. Тәүгеһендә “Аҡъял” ипподромы уңышлы эшләй, унда республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштар даими ойошторола.
  • Республика Хөкүмәте кимәлендә төбәктең, шул иҫәптән Баймаҡ районының, ауыл хужалығын үҫтереү буйынса айырым программа әҙерләнә.

“Йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ”

Райондың агросәнәғәт комплексы бөгөн ниндәй мәшәҡәттәр менән йәшәй? Мал ҡышлатыу, үҫемлекселек тармағын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү нисек бара? Яңы осорға ниндәй уй-ниәттәр билдәләнә, ниндәй проекттар тормошҡа ашырыласаҡ? Ошо һорауҙарға яуап биреүен һорап, беҙ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкировҡа мөрәжәғәт иттек. Ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
Районда малсылыҡ тармағын ҡышлатыу миҙгеле ойошҡанлы бара. Ныҡлы мал аҙығы базаһы малды имен ҡышлатыу, продукция етештереүҙе арттырыу мөмкинлеге бирә. Тулайым, көндәлек уртаса һауым кимәле үткән осорға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Айырыуса Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”, “Байҡара”хужалыҡтарында, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә эштәр көйлө бара. Йыл башынан 412 баш быҙау алынған, был эш Ленин исемендәге, “Байҡара”, “Уңыш” хужалыҡтарында яҡшы ҡуйылған.
Мөһим кампания – яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы. Быйыл беҙгә 64 мең гектарҙа иген, 10 мең гектарҙа техник һәм 36 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сәсеү бурысы тора. Ҡаты бойҙай, борсаҡ, ҡарабойҙай, майлы етен (лен.– ред.), майлы шипкән (рыжик.– ред.) кеүек иҡтисади яҡтан табышлы культуралар майҙандары артасаҡ. Бөгөн был яуаплы миҙгелгә әҙерлек ҡыҙа бара. Һалынған 13377 тонна орлоҡтоң 80 проценты таҙартылды. Ленин исемендәге, “Октябрь”, “Урал”, “Рассвет”, Салауат исемендәге, “Таналыҡ”, “Союз”, “Толпар” хужалыҡтары был эште тамамланы, башҡаларында дауам итә. Шул уҡ ваҡытта 53 тонна кукуруз һәм борсаҡ орлоғо алаһы бар. Бөгөнгә яҙғы иген культуралары орлоғоноң 93,4 проценты тикшерелгән.
Сәсеүҙә минераль ашламалар ҡулланыу мөһим урынды биләй. Быйыл беҙгә 6 мең тонна ашлама һәм 10 млн һумлыҡ ағыулау препараттары һәм гербицидтар талап ителә.
Машина-техника паркының ныҡ туҙыуы бер кемгә лә сер түгел. Әле район хужалыҡтарында техника, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау дауам итә. Был эш менән “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә, Ленин исемендәге, “Уңыш”, “Рассвет”, “Йылайыр” хужалыҡтарында әүҙем шөғөлләнәләр. Бөгөнгә бөтәһе 495 тракторҙың 346-һы, 153 йөк автомобиленең 127-һе төҙөк.
Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Быйыл Күлтабандағы мегаферма төҙөлөшөнөң беренсе сираты сафҡа инәсәк – бының өсөн республика бюджетынан 40 млн һум аҡса бүленде. 3-сө кварталда унда 500-600 баш тоҡомло тана индереү күҙ уңында тотола. Шул уҡ ваҡытта Ленин исемендәге һәм “Рассвет” АХК-лары “2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау” маҡсатлы программаһында, 5 фермер хужалығы “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашыу өсөн заявка бирҙе.
Ғөмүмән, беҙ йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ һәм көтөләсәк кампанияларҙы аграрийҙар тейешле кимәлдә атҡарып сығыр тигән ышаныстабыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр


М.Б. Салихов етәкләгән “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарын ойоштороуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Былтыр мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса предприятие II дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Быйыл йыл йомғаҡтарына арналған тантаналы йыйылышта ла хужалыҡ яҡшы яҡтан билдәләнде. Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип табылды, ә Марат Булат улы Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Айбулат Ишназаров фотоһы.



Яңы алымдар ҡулланыла

Ҡасандыр производство күрһәткестәре буйынса артта һөйрәлгән “Рассвет” АХК-һы һуңғы биш йыл эсендә ҙур һынылыш яһап, бөгөн инде тотороҡло эшләүсе, перспектив йүнәлештәрҙе билдәләүсе алдынғы хужалыҡтар рәтенә баҫты. А.Б. Шәриповтың оҫта етәкселегендә кооператив ауыл хужалығы комплексын ойоштороуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшә, хужалыҡ итеүҙең яңы алымдарын ҡуллана.
Малсылыҡта ныҡлы үҫеш күҙәтелә, бөгөн үткән осорға ҡарағанда 7,5 центнерға күберәк һөт етештерелә, көндәлек уртаса һауым да 3 килограмға артыҡ. Был – районда иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Бөгөн мал ҡышлатыу ойошҡанлы бара, барлыҡ участкалар ҙа тотороҡло эшләй.
Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек яҡшы. Орлоҡ фонды тупланған, ул таҙартылған. Әле техниканы ремонтлау дауам итә, элиталы орлоҡ, минераль ашламалар алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Хужалыҡта техник потенциалды яңыртыу, яңы технологияларҙы үҙләштереүгә иғтибар көслө. Техника паркы быйыл өр-яңы 2 берәмек МТЗ-82.1 тракторы менән тулыланасаҡ; мал аҙығы таратҡыс, һөттө һыуытыу ҡоролмаһы алынасаҡ. Бынан тыш, кооперативтың малсылыҡты артабан үҫтереү, үҫемлекселектә нуль технологияһын ҡулланыуҙы дауам итеү йүнәлешендә аныҡ маҡсаттары бар. Хәйер, был комплекслы эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн мөмкинлеге етерлек хужалыҡтың.
А. Салауатов.
Айбулат Ишназаров фотоһы.


Райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн түбәндәге хужалыҡ етәкселәре Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде:
Абҙаҡов Мирза Шәкирйән улы – “Таналыҡ” АХК-һы рәйесе,
Ҡасҡынов Рәүеф Хәмитйән улы – “Союз” ЯСЙ-һы директоры,
Мырҙаҡаев Айҙар Шәрифйән улы – “Мырҙаҡаев А.Ш.” КФХ-һы башлығы,
Салихов Марат Булат улы – “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе” ЯСЙ-һы директоры,
Үҙәнбаев Марсель Фәрит улы
Байҡара” агрофирмаһы” ЯСЙ-һы директоры.

Рәсми бүлек

Хужалыҡ кенәгәһе тураһында

Февраль башынан ҡалала һәр йортҡа йөрөү юлы менән хужалыҡ кенәгәһе тултырыласаҡ. Был эшкә 12 кеше йәлеп ителде, улар инструктаж үтте, тейешле танытма алды. Ҡала кешеләренә был сараны үткәреүҙә һәр яҡлап булышлыҡ итеүен һорайбыҙ.
Ҡала хакимиәте.


Ҡала Советы ултырышы була

6 февралдә көндөҙгө сәғәт 3-тә ҡаланың 1-се мәктәбенең актовый залында Баймаҡ ҡала Советының ултырышы була. Ултырышҡа Баймаҡ ҡала Советы депутаттары, ҡаланан һайланған муниципаль район Советы депутаттары, предприятие, ойошма һәм учреждениелар етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, эске эштәр бүлегенең участка хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре саҡырыла.

АПК-ны үҫтереү

Мәғлүмәт ярҙамы һәм консультация кәрәкме?

Ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә эффектлы планлаштырыу һәм хужалыҡ менән идара итеү, финанс һәм инвестиция анализы, баҙар талаптары нигеҙендә ресурстарҙы файҙаланыуҙы оптималләштереү мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү, АПК предприятиелары эшмәкәрлегенең проблемаларын асыҡлауҙа ярҙам итеү, производствоның төрлө аспекттары буйынса мәғлүмәттәр биреү маҡсатында ойошторолған ауыл хужалығын консультациялау системаһы Башҡортостанда 2007 йылдан алып үҫешә. Баймаҡ районында иһә мәғлүмәт-консультация үҙәге (артабан – МКҮ) 2009 йылдан бирле эшләй. Уның менән Сирбаев Рөстәм Фирғәт улы етәкселек итә.
Быйыл 1 ғинуарҙан “Баймаҡ” МКҮ-һенең хеҙмәткәрҙәр штаты артып, ул 8 кеше тәшкил итә. Бөгөн беҙҙә директор, баш бухгалтер, әйҙәүсе зоотехник, агроном, инженер, юрист, белгес-эксперт, водитель эшләй. Үҙәктең төп бурысы булып проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү, аграрийҙарға баҙар, хоҡуҡи, технологик, иҡтисади, фәнни-техник һәм башҡа мәғлүмәттәр биреү тора. Инновациялар тураһында мәғлүмәт тә бөгөнгө заманда ҙур роль уйнай.

Мал ҡышлатыу

Тотороҡло үҫеш юлында

Ярат ауылында урынлашҡан “Мырҙаҡаев” КФХ-һы районда тотороҡло эшләп килгән фермер хужалығы булараҡ билдәле. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса был предприятие “Йыл КФХ-һы” исеменә лайыҡ булды, ә уның етәксеһе Айҙар Шәрифйән улы оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. 
 
Әлеге ваҡытта хужалыҡта мал ҡышлатыу миҙгеле ойошҡанлы бара, барлыҡ производство участкаларында ла эш гөрләй. Ферма мөдире Б. Мәхийәнов оҙатыуында малсылыҡ комплексында йөрөгәндә быға шаһит булдыҡ.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Абруйлы төҙөүсе һәм етәксе


Был көндәрҙә Ленин исемендәге колхоздың элекке рәйесе Әғзәм Ғәлләм улы Салихов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғүмеренең был данлы артылышын ул бай тормош тәжрибәһе туплаған абруйлы аҡһаҡал булып ҡаршылай. Үткән тормош юлына әйләнеп ҡарап, юбиляр хаҡлы рәүештә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә: үҙенән һуң иҡтисады ныҡлы хужалыҡ ҡалдырҙы (иң мөһиме, эш хаҡы буйынса бер ниндәй бурысһыҙ), ул әле лә алдынғылар рәтендә; ғаиләһенән уңды – хәләле Зөбәйрә Дәүләтҡол ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисерә, ике ҡыҙы менән улдары матур тормош көтә, ун ейән-ейәнсәренә шатланып бөтә алмайҙар; урындағы ветерандар советы һәм район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша.