8 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Акцияға әүҙем ҡушылайыҡ!

Республикала 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры генерал М.Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме (үлгәндән һуң) биреүҙе юллау буйынса ҡултамғалар йыйыу дауам итә. “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” проектын 112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейы коллективы, “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһы, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы ойоштора һәм уға республика, унан ситтә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылды. Ошо көндәрҙә акция беҙҙең ҡала һәм районда ла старт алды. Унда әүҙем ҡатнашайыҡ!

Халыҡ фронты” киләсәк

9 февралдә район хакимиәтендә “Халыҡ фронты” вәкилдәре граждандар менән осрашасаҡ. Уларҙың маҡсаты – илебеҙҙә ҡабул ителгән Программаларҙы халыҡ иғтибарына еткереү. Шуға күрә осрашыуҙа ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр, ауылдарҙың социаль үҫеше, үҙ эшеңде асыу өсөн ҡаралған льготалар һ.б. тураһында һүҙ барасаҡ.

Еңеү яуланылар

Үткән аҙнала Өфөлә ушу-саньшоу буйынса ярышта ҡатнашҡан “Барыҫ” көнсығыш һуғыш алымдары клубы тәрбиәләнеүселәре сираттағы еңеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Көсөргәнешле бәйгелә Динар Иҙелбаев, Тимур Мостафин, Ғәлим Рәхмәтуллин – беренселекте яулаһа, Азалия Ахунйәнова, Вил Муллағәлләмов, Динислам Ласынов, Вадим Кутепов, Науруз Гараев, Ерлан Мәмбәтҡоловтар ҙа бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Тағы ла янғын

Кисә таңғы етелә Буранбайҙа бер йорт янып киткән. Һөҙөмтәлә ике кеше дауаханаға килтерелгән. Хәҙерге ваҡытта тәфтишселәр фажиғәнең сәбәбен асыҡлай. Көндәрҙең һыуыҡ булыуы сәбәпле, кешеләрҙең мейесте артыҡ ҡыҙыу яғыуы, электр приборҙарын самаһыҙ ҡулланыуы ла ҡазаға килтереүе мөмкин.

Хеҙмәтсәндәрҙе тәбрикләп

Ошо көндәрҙә Ярат ауылында “Кеше эше менән матур” тигән кисә үтте. Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған был сарала урындағы хужалыҡта ҡырҡ йылға яҡын намыҫ менән эшләгән хөрмәтле малсылар Рәшит Кәримов, Нурислам Сәйғәфәров, Нурмөхәмәт Исчурин, Шәһиҙә Ғүмәровалар тәбрикләнде. Уларға “Мырҙаҡаев” КФХ-һы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ҡаргиҙәр” операцияһы

БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 27 ғинуарындағы 65-р бойороғона ярашлы һәм шәхси секторҙағы юлһыҙ ерҙән йөрөүсе мототранспорт сараларының иҫәбен асыҡлау маҡсатында 1 февралдән 29-ына тиклем район биләмәһендә “Ҡаргиҙәр” айлығы үткәрелә.

Ҡотлайбыҙ!

Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе директоры Иванов Виталий Николаевич Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Һөт һауыу

(6 февралгә ҡарата йылдағы көндәлек һауым, килограмдарҙа.)
Хужалыҡтар
2011
2012
Ленин ис.
8,9
10,4
Рассвет”
3,9
7,4
Байҡара”
4,1
6
Баймаҡ”
4,2
4,9
Уңыш”
3,1
4,3
Октябрь”
2,5
3,9
Йылайыр”
3,5
3,9
Союз”
2,5
3,6
Мырҙаҡаев”
2,5
3,5
Таналыҡ”
3,5
3
Салауат ис.
2,9
2,7
Аҡморон”
1,8
1,3
Урал”
1,1
1,2
Район буй.
3,4
4,7


Кәңәшмәләр

Системалы, программалы ҡараш кәрәк”

БР ауыл хужалығы министры кәңәшмәлә шундай бурыс ҡуйҙы
Билдәле булыуынса, үткән шәмбе Баймаҡта Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгенең дала һәм тау-урман зоналарында мал ҡышлатыу барышы һәм 2012 йылдың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған зона кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәтенең АПК-ны үҫтереү һәм тәбиғәтте файҙаланыу бүлеге начальнигы И.Р. Һаҙыев, ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев, уның урынбаҫарҙары, төбәк райондарының хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы һәм бүлек начальниктары, “Рәсәй ауыл хужалығы банкыһы” ААЙ-һы, Ветеринария идаралығы етәкселәре ҡатнашты.

Ҡунаҡтар тәүҙә “Башҡорт деликатестары” ит комбинатында булып, ҡеүәтле предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты, артабан “Урал аръяғы” МТС-ына барҙы.
Әйтергә кәрәк, был сара конструктив диалог рәүешендә үтеүе, агросәнәғәт комплексындағы иң актуаль мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереүе һәм проблемаларҙы хәл итеүҙе бергәләп өйрәнеүе менән айырылып торҙо. “Бай потенциалға эйә булһа ла, Урал аръяғы райондарында тармаҡ торошо яҡшынан түгел, – тип билдәләне Эрнст Фәрит улы, – бында климат шарттарының да ябай булмауы йоғонто яһай. Шуның өсөн беҙгә маҡсатлы, берҙәм эш талап ителә. Төбәкте яңы кимәлгә күтәреү йүнәлешендә системалы, программалы ҡараш мөһим”.

Рәсми бүлек

Алға маҡсаттар билдәләнде

Уҙған йомала Халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының XXXIX ултырышы булды. Уны район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Көн тәртибенә 8 мәсьәлә сығарылды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов райондың былтырғы эш һөҙөмтәләренә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Көньяҡ-көнсығыш төбәкте комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы, Баймаҡта ҙур күләмдәге эштәр башланды һәм ул киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Был халыҡтың йәшәү кимәлен күпкә күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Һандарға күҙ һалһаң, башҡа райондар менән сағыштырғанда, иң ҙур финанс ярҙам тап Баймаҡҡа тура килә, тип белдерҙе И.Ситдыҡов.
Муниципаль район Советының 2011 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова сығыш яһаны. Ике доклад буйынса фекер алышыуҙа ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡтағы бүлексәһе рәйесе Р.Ш. Сәйетов, Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Г.У. Сәлимова, “Уңыш” АХК-һы рәйесе А.С. Сафин, ҡаланың 4-се мәктәбе уҡытыусыһы И.Н. Сирусин, “Хисмәтуллин” КФХ-һы етәксеһе, Баймаҡ ит комбинаты директоры М.М. Хисмәтуллин, Ярат ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ә. Әхмәтов, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары И.С. Бәхтийәровтар сығыш яһаны.
Муниципаль район Советының быйылға эш планы менән Совет секретары Р.З. Ишбулатов таныштырҙы.
2012 йылға район бюджетына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында муниципаль район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары Р.И. Сирғәлин сығыш яһаны.
2012 йылда муниципаль район территорияһында ергә ҡуртым хаҡының күләмен билдәләү тәртибен раҫлау, территориаль-иҡтисади зона коэффициентын һәм мөлкәт менән файҙаланыу өсөн бер квадрат метрҙың хаҡын билдәләү, муниципаль райондың муниципаль милкен хосусилаштырыу буйынса сараларҙың прогноз планын раҫлау тураһында милек менән идара итеү комитеты рәйесе Р.В. Рәхимғолов мәғлүмәт бирҙе.
Ултырыш аҙағында мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов ҡаланың 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең статусын лицей итеп үҙгәртеү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны.

Осрашыуҙар

Эх, студент саҡ – шаян саҡ,

Ғәмһеҙ, әүҙем, наян саҡ...

Һуңғы арала районыбыҙ студенттарына ҙур иғтибар бирелә: осрашыуҙар үткәрелә, матди ярҙам күрһәтелә. Үткән аҙнала ла ялға ҡайтҡан студенттар өсөн “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт ярыштары, бассейнда йөҙөү, аҙна аҙағында йомғаҡлау кисәһе ойошторолдо.

Йомғаҡлау сараһы халыҡ ижады үҙәгендә үтте. Унда әүҙем студенттар бүләкләнде, улар тарафынан концерт, скетч күрһәтелде.

Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы ҡарары, №176, 3 февраль 2012 йыл

Участка һайлау комиссиялары рәйестәрен тәғәйенләү тураһында
Участка һайлау комиссиялары рәйестәрен тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәрҙе ҡарағандан һуң һәм “Һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм Рәсәй Федерацияһы граждандарының референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында”ғы Федераль Закондың 27-се статьяһына, Башҡортостан Республикаһы Һайлауҙар тураһындағы кодекстың 26-сы статьяһына ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы участка һайлау комиссиялары рәйестәрен тәғәйенләне

Йылды йомғаҡлап



Янғындарҙан һаҡ булайыҡ

Донъяның әле ул осонда, әле был осонда булып торған күңелде тетрәндергес хәл-ваҡиғалар беҙҙең Баймаҡты ла урап үтмәй: янғындар, утта һәләк булыусылар, юл-транспорт фажиғәләре... Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге начальнигы И.И. Әбүбәкиров менән әңгәмәләштек.

Иршат Исҡужович, 2011 йылды бүлек индәй һөҙөмтәләр менән тамамланы?
Былтыр янғын һүндереүселәр халыҡтан 250-нән ашыу саҡырыу алды. Йәғни, улар һәр кемгә төрлө хәл-ваҡиғаларҙа беренсе булып ярҙамға ташлана. Янғындарҙы һүндереү, юл-транспорт фажиғәләренә тарығандарға ярҙам итеү, урман һәм кипкән үләнде уттан йолоп ҡалыу – былар барыһы ла янғын һүндереүселәрҙең бурысы. Һандар теле менән әйткәндә, былтыр 65 янғын (2010 йылда – 64) һәм 30 янғын сығыу осрағы теркәлгән (130) һәм ул 3025100 һумлыҡ (2270000 һум) матди зыян килтергән. Утта 7 кеше һәләк булған (алдағы йылда 4 кеше, шул иҫәптән 2 бала), 5 кеше, шул иҫәптән 1 бала, төрлө тән йәрәхәттәре алған (10 кеше, шул иҫәптән 2 бала).
Районда күберәк ҡайҙа янғын сыға һәм утҡа нимә сәбәп була?
Янғын башлыса халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, электр ҡоролмаларын, мейесте эксплуатациялау ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, балаларҙың шуҡлығы арҡаһында сыға. Тағы ла бер ҡурҡыныс сәбәп – кеше мөлкәтенә ут төртөү. Шулай уҡ транспорт сараларын, газ ҡоролмаларын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен күҙәтмәү ҙә күңелһеҙ хәл менән тамамланған осраҡтар бар.
Баймаҡ ҡалаһында – 10, Ишмырҙа – 8, Темәс – 4, Сибай – 4, Ниғәмәт – 4, Татлыбай – 3, Йомаш – 3, Семеновск – 3, Бикеш – 3, Моҡас – 3, Әбделкәрим – 3, Йылайыр – 2, Аҡморон – 2, Ишмөхәмәт – 2, Түбә – 1, Ярат – 1, Күсей – 1, Мерәҫ – 1, Ишбирҙе – 1, Ярат – 1, Күсей – 1, Таулыҡай ауыл биләмәләрендә 1 янғын сыҡҡан. Үрҙә һанап киткән янғындарҙа Темәс ауыл биләмәһендә – 3, Сибай, Ниғәмәт, Йылайыр, Аҡморон, Түбә ауыл биләмәләрендә берәр кеше һәләк булды.

Саралар

Һалҡын ҡыштағы йылы осрашыу

Һәләтле кеше һәр нәмәлә лә һәләтле, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ошо көндәрҙә Ярат ауылында Ғәлимә Әхмәтованың “Күңелем түренән” тип аталған китабының исем туйында булғанда башымда тик шундай уйҙар ғына өйөрөлдө...

Күңелендә тыуып үҫкән ауылына, дуҫ-туғандарына оло һөйөү йөрөткән, йәш быуынға телебеҙ нескәлектәрен, динебеҙҙең бөтмәҫ хазина икәнлеген төшөндөрөүгә үҙенең ҙур өлөшөн индергән, балаларға тәрбиә биреүҙе үҙенең яҙмышы итеп алған хаҡлы ялдағы уҡытыусы, РФ мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны, 2006 йылда Республика сәсәндәр бәйгеһе лауреаты, Салауат йыйыны сәсәндәр бәйгеһе дипломанты ул Ғәлимә апай. Яңыраҡ донъя күргән “Күңелем түренән” тигән китабында уның шиғырҙары, бәйеттәре, мөнәжәттәре урын алған.
Ярат мәктәбендә ойошторолған кисәгә Ғәлимә апайҙың йәшлек дуҫтары, класташтары, ауылдаштары, мәктәп балалары йыйылды. Кисәне асып, мәғариф ветераны Рәсимә Назарова авторҙың тормош юлы менән таныштырҙы.

Хәтер

Кеше эше менән маҡтаулы

Бик тә дөрөҫ һүҙҙәр. Сабыр холоҡло, бәләкәйҙән ауырлыҡтарҙы кисеп йөрөп үҫкән кеше, әгәр ҙә хеҙмәт булмаһа, иңенә төшкән ундай аһ-зарҙы нисек күтәрә алыр ине икән? Ниғәмәт ауылынан Рауил Хәсәнов хаҡында һүҙем.
Рауил Фәйзрахман улы дүрт балалы ғаиләлә икенсе булып үҫә. Һеңлеһе йотлоҡ йылында, ҡустыһы ҡоҙоҡҡа батып һәләк була. Хәбибрахман ағаһы, Ырымбур юғары зенит артиллерия училищеһын тамамлап, әрмелә хеҙмәт иткән сағында фажиғәле рәүештә был донъя менән хушлаша. Малай 4 йәшендә атайһыҙ ҡала. Атаһы – Фәйзрахман Хәсәнов – 112-се Башҡорт атлы дивизияһында һуғыша, дәү кәүҙәле офицер була. Шулай итеп яҡындарын юғалтҡан Рауилға ҡышҡы һыуыҡтарҙа Түбә ауылына йөрөп уҡырға тура килә. Ашар ризығы, кейер кейеме булмағас, уҡыуын ташлап, эшкә урынлаша. 1957 йылда әрме сафына алына, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, туған колхозына механизатор булып эшкә урынлаша. Йәйен комбайнда, ҡышын тракторҙа йөрөй. 40 йыл механизатор булып эшләй. Маҡтаулы хеҙмәте өсөн 70-се йылдарҙа В.И. Лениндың тыуған көнөндә юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Шул йылдарҙа район советы депутаты итеп һайлана. 1973 йылда Социалистик ярышта еңеүсе, 1974 йылда районда чемпион булып таныла, III дәрәжәле Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан эшенә тоғро ҡала Рауил Фәйзрахман улы.

Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 60 йыл

Үткәрелмәй ҡалған ижад кисәһе...

Ошо көндәрҙә төбәгебеҙҙә йәшәү һуты, уты алған һәм ошо ергә мәңге тоғро ҡалған яҡташ яҙыусы, шағир, сатирик Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 60 йыл... Ғәҙәти булмаған, хатта, әйтергә яраһа, сәйер кеше хаҡында “ул шулай ине, былай ине” тип яҙып та булмай. Шул саҡ 5 йыл элек – уның 55 йәше тулыуы уңайынан “йәнгүҙәй”ҙәр менән ижад кисәһен үткәрәбеҙ тип йыйынған саҡтағы сценарий иҫкә төштө. Шуны табып алдым. Сценарий яҙылды, әммә кисә үткәрелмәне – Буранбай ағай, ғәҙәтенсә, юҡҡа сыҡты. Ул саҡта был тәбиғи кеүек күренде, уның даими рәүештә юғалып алыуына күнегеп тә бөткәйнек. Бер аҙҙан ул сәнскеле һүҙҙәрен үҙенән алда ташлап пәйҙә була ине. Хәҙер ҙә шул хәл ҡабатланыр – уң яҡтағы буш еңен кеҫәһенә ҡыҫтырып, мыйыҡтарын тырпайтып, китапхана яғындағы боролоштан килеп сығыр төҫлө. Тик мәңгегә киткәндәр кире ҡайтмай шул...