10 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Газ селтәре һуҙыла

Уҙған йылда “Газсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы ҡалала һәм ауылдарҙа газ селтәре төҙөлөшө буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы. Ҡаланың 20 урамында яңы селтәр барлыҡҡа килде. Бөгөн уларҙы йорттарға бүлеү эштәре дауам итә.

Юлдар ҡарҙан таҙартыла

Һуңғы һыуыҡтар ҡалалағы барлыҡ коммуналь хужалыҡтарҙы айырым режимда эшләргә мәжбүр итте. Бигерәк тә “Башкиравтодор” ААЙ-һының Баймаҡ ДРСУ-һы һәм “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы коллективтарына ҙур бурыстар һалына. Райондың иң төпкөл ауылдарында йәшәүселәр менән дә бәйләнеш булдырыр өсөн юлсыларға тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә.

Әбделкәримдәр гөрләп йәшәй

Әбделкәрим ауыл биләмәһе Рәсәй тарихы йылы һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре йылына ҡарата ауылдар араһында үҙешмәкәр художестволы смотр башланы. Уны Алғаҙы ауылы халҡы асты. Йәнбирҙиндар ғаиләһенең сығышы, Зилә Урманованың бейеүе, Сәлимә Урманова, Рәшит Мөхәмәтйәров, Таңһылыу һәм Рита Урмановаларҙың йырҙары дәррәү алҡыштарға күмелде.
Шулай уҡ Алғаҙы, Әбделкәрим, Йомаш, Ишбирҙе ауылдарының 40 йәштән олораҡтары өсөн спорт ярышы үтте. Волейболда йомаштар еңеү яулаһа, өҫтәл теннисында Ишбирҙенән Йәҙгәр Дәүләткилдин, шашкала Әбделкәримдән Ғилмитдин Юлдыбаев, ә инде гер күтәреү һәм армспортта Йомаштан Илфат Дәүләтбаев иң көслөһө булып танылды.
Лилиә ТАКАЕВА.

Мәүлит байрамы

Ишмөхәмәт ауылының “Нур-иман” мәсетендә Мәүлит байрамы үтте. Аяттар, мөнәжәттәр уҡылды, вәғәздәр әйтелде. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләй-һис-сәләмдең ғүмер тарихына байҡау яһалды. Был сарала ололар ҙа, йәштәр ҙә ихлас ҡатнашты. Тантана артабан аш-һыуҙан һығылып торған сәй табыны янында дауам итте.
Оло байрамды ойошторғандары өсөн ауылыбыҙҙың имам-хатибы Ғәйнислам Бейешевҡа, мәзин Сәфәрғәле Йәрмуллинға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Асия Үлйәбаева, китапханасы.

Ололарҙы ҙурлап

Ярат ауылында ауыл биләмәһе советы, “Атайсал”, ағинәйҙәр клубтары, ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана, мәктәп коллективтары ярҙамында күркәм саралар булып тора. Яңыраҡ улар 80 йәштән олораҡ ағинәйҙәр менән осрашыу үткәрҙе. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының эшенә отчет яһалып, баһа бирелде. Ошондай сараларҙы ойоштороуға күп көс һалған ауылдаштарыбыҙға ололар исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.
М. Мөхәмәтйәнов.

Саңғы юлы саҡыра!

11 февралдә Сибайҙың ҡала паркында күмәк халыҡ ҡатнашлығында XXX Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғы юлы-2012» саңғы ярыштары үтәсәк. Ул үҙенең күләме, ҡатнашыусылары менән илебеҙҙә ҡыш миҙгелендә үткәрелгән иң ҙур спорт сараһы булараҡ билдәле. Ярышта һәр кем ҡатнаша ала, сәғәт 12-лә башлана .


Иғтибар итегеҙ: «тура бәйләнеш»

10 февралдә муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан сираттағы «Тура бәйләнеш» ойошторола. Һеҙҙең һорауҙарығыҙға Баймаҡ АТП-һы директоры Артыҡаев Ирек Фәйзулла улы (т. 2-26-36) һәм Баймаҡ автовокзалы директоры Кәйекбирҙин Кирәймәргән Әғзәм улы (т. 2-25-93) яуап бирә.
Үрҙә күрһәтелгән телефон номерҙары буйынса көндөҙгө сәғәт 10-дан 12-гә тиклем шылтырата алаһығыҙ.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Тәүге һөҙөмтәләр ҡыуаныслы

Февраль аҙағында Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы Программаһын ҡабул итеүгә бер йыл тула. Бөгөн инде ниндәйҙер һөҙөмтәләр тураһында һөйләргә мөмкин. Ошо хаҡта үҙенең блогында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов бына нимәләр яҙа: “Шуныһы һөйөнөслө, ошо осор эсендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Атап әйткәндә, урындағы хакимиәттәр Республика адреслы инвестиция программаһы менән эффектлыраҡ эшләй башланы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эше әүҙемләште. Урал аръяғы өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең айырым программаһы ҡабул ителде. Бынан тыш, Программаны Ауыл хужалығы министрлығы менән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты аша тормошҡа ашырыу яйға һалынды. Был эш башҡа йүнәлештәр буйынса ла дауам итәсәк.

Башланғыстарыбыҙҙа банк өлкәһенең дә яҡлауын таптыҡ. Банк хеҙмәткәрҙәре төбәк райондарына сығып, халыҡ, эшҡыуарҙар менән осраша, консультациялар бирә – быларҙың, әлбиттә, һөҙөмтәһе ҙур”.
Үҙенең сығышында Илшат Азамат улы төбәктәге мөһим ваҡиғаларҙы ла билдәләй. “Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән Баймаҡ ит эшкәртеү комбинаты айырым иғтибарға лайыҡ, – ти ул. – Унда 200 млн һум инвестиция йәлеп ителде. Предприятиеның проект ҡеүәте – тәүлегенә 7 тонна колбаса изделиелары һәм ит деликатестары. Темәстә тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле заводты төҙөү проектын тормошҡа ашырыу башланды. Инвестиция күләме 200 млн һумдан ашасаҡ. Производство йыл аҙағына эшләп китер тип ышанабыҙ.
Шулай уҡ республикала 2013 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү Программаһы ҡабул ителде; урман хужалығы мәсьәләләре лә уңышлы тормошҡа ашырыла”, – тип яҙа ул үҙенең блогында.
И.А. Тажетдинов киң мәғлүмәт сараларына, блогерҙарға һәм әүҙем йәмәғәтселәргә айырым иғтибар бүлә: “Һеҙҙең ярҙам беҙгә бик кәрәк, – тип билдәләй ул, – Программаны тормошҡа ашырыу йүнәлешендә һеҙҙең һәм төбәк халҡының тәҡдимдәренә, фекерҙәренә мохтажбыҙ. Әйҙәгеҙ, блогта (http://zauralie.livejournal.com/) күмәкләшеп фекер алышайыҡ!”
А.Салауатов әҙерләне.

Һайлау – 2012

Үҙ фекерегеҙҙе булдырығыҙ

Ил башлығын һайлауға күп ваҡыт ҡалманы. Рәсәй Президенты кем булыр? Кемгә тауыш бирергә? Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ нимә уйлай икән?
Ш.Т. Әбдрәхимов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары:
Президент һайлауы бик көсөргәнешле буласаҡ. Ваҡыт яҡынлашҡан һайын, был тағы ла нығыраҡ һиҙелә. Шуның өсөн дә беҙҙән ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Кем ҡулына яҙмышыбыҙҙы ышанып тапшырырға? Был үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә Президентлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды программаларын ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Кем булһа ла барыбер, тип һайлауға бармай ҡалырға ярамай. Революция яһап ҡына ҡырҡа үҙгәреш индереп булмай, уның өсөн тағы ла 20 йыллап ваҡыт китәсәк. Үткәндәргә һығымта яһап, хәҙерге тормошто сағыштырып ҡарарға кәрәк. Гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләр, “зәңгәр экран”дарҙа барған тапшырыуҙар менән генә танышып ҡалмай, алдынғы ҡарашлы, аҡыллы фекерҙәрҙе лә тыңлап өйрәнергә кәрәк.
Т.Ш. Бикҡолов, район ветерандар советы рәйесе:
Уҙған тормош менән хәҙергеһен сағыштырып ҡарағанда, бөгөн күпкә яҡшыраҡ йәшәүебеҙ шик тыуҙырмай: пенсияны ваҡытында алабыҙ, халыҡҡа төрлө кимәлдәге социаль ярҙам даими күрһәтелә. Шунлыҡтан, илдә барған ошо сәйәсәтте артабан да дауам итергә кәрәк, тип уйлайым.
Буласаҡ Президентҡа теләктәрем дә бар: бигерәк тә ауыл ерендә эш урындары булдырыуға иғтибар бирергә кәрәк. Күп кенә ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ситкә китеп эшләргә мәжбүр. Был үҙе үк ғаиләне тарҡатыуға килтерә. Урында киң ҡулланыу тауарҙары, аҙыҡ-түлек етештереү производствоһын артабан да үҫтерергә кәрәк. Шәхси эшҡыуарлыҡ алыпһатарлыҡ менән генә сикләнергә тейеш түгел.
Лилиә ТАКАЕВА.

Рәсми бүлек


Район хакимиәтенең отчеты тураһында

Уҙған йыл эшмәкәрлеге буйынса муниципаль район хакимиәтенең отчеты ойоштороласаҡ
Райондың 2011 йылдағы социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни-рухи үҫеше йомғаҡтары тураһында халыҡты тулыраҡ мәғлүмәт менән тәьмин итеү һәм урындағы эштәрҙең торошон яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итеү маҡсатында Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте ҡарар итә:

1. 2012 йылдың 25 мартына тиклем ҡаланың предприятиеларында, учреждениеларында һәм ойошмаларында, райондың барлыҡ ауылдарында муниципаль район хакимиәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчеттар ойошторорға.
2. Муниципаль район хакимиәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчет менән райондың ауыл биләмәләренә сығыусы мәғлүмәт төркөмдәренең составын һәм графигын раҫларға.
3. Муниципаль район хакимиәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчет менән ҡаланың предприятиеларына, учреждениеларына һәм ойошмаларына сығыусы мәғлүмәт төркөмдәренең составын һәм графигын раҫларға.
4. Ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына, район һәм ҡаланың предприятие, учреждение һәм ойошма етәкселәренә (килешеү буйынса) мәғлүмәт төркөмдәренең халыҡ менән осрашыуҙарын тейешле кимәлдә әҙерләргә һәм унда структура подразделениеларының барлыҡ етәкселәренең һәм баш белгестәрҙең ҡатнашыуын тәьмин итергә.
5. Мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенә мәғлүмәт төркөмдәренең халыҡ менән осрашыуҙарынан һуң төҙөлгән протоколдар буйынса йыйылыштарҙа әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен, тәҡдимдәрҙе дөйөмләштерергә һәм уларҙы муниципаль район хакимиәте башлығына тәҡдим итергә.
6. Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Р.Ф. Иҫәнбаевҡа йөкмәтергә.
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Депутаттар эшкә йомғаҡ яһаны

Дүшәмбелә ҡаланың 1-се мәктәбендә икенсе саҡырылыш Баймаҡ ҡалаһы ҡала Советының һуңғы ултырышы үтте. Уның менән ҡала Советы рәйесе Г.В. Давыдов етәкселек итте. Ултырышта 6 мәсьәлә ҡаралды.
Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се федераль Закон талаптарына бәйләп, ҡалала башҡарылған төрлө кимәлдәге эштәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Төҙөкләндереү саралары халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса ла саралар күреләсәк, тип белдерҙе Исмәғил Әхмәт улы. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға “Халыҡ өсөн эшләргә” Мөрәжәғәтнамәһенең төп бурыстарына туҡталып, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне.
Ултырышта ҡаралған ике төп мәсьәлә буйынса артабан фекер алышыуҙар дауам итте. Унда “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры С.Я. Рысбаев, “Водоканал” ЯСЙ-һы директоры О.А. Ноздрачев, “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Байбулатов, “Баймаҡ АТП-һы”ның баш инженеры Р.Р. Байбулатов һәм район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһаны.

Сәсеүгә әҙерлек

“Маҡсатлы, берҙәм эш талап ителә”

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Баймаҡта үткән зона кәңәшмәһендә малсылыҡ тармағын үҫтереү, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү, аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү кеүек мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды. Бөгөн ошо кәңәшмәлә күтәрелгән актуаль проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ентекләберәк туҡталып үтәйек.
Тәбиғәт-климат шарттары ябай булмаған Урал аръяғының ауыл хужалығы тармағы бөгөн һәр яҡлап ярҙамға һәм үҫтереүгә мохтаж, – тип башланы үҙенең сығышын БР ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев. – Бөгөн төбәктә малсылыҡтың да, үҫемлекселектең дә хәле яҡшынан түгел. Шул уҡ ваҡытта техника менән тәьмин итеү кимәле насар, МТС-тарҙың да эшмәкәрлеген маҡтап булмай. Былтыр, мәҫәлән, республика буйынса үҫтерелгән уңыштың 200 мең тоннаһын юғалттыҡ.
Малсылыҡты күтәреү буйынса ла байтаҡ эшләйһе бар. Мал һаны һуңғы осорҙа 430 мең башҡа кәмегән. Иң мөһиме – беҙ тоҡомло малсылыҡты юғалттыҡ.
Быйылға төп бурыс – ауыл хужалығын үҫтереүҙе системалы нигеҙҙә, маҡсатлы һәм берҙәм эш менән дауам итеп, һөҙөмтәгә өлгәшеү. Бында, әлбиттә, дәүләт ярҙамы ла ҙур роль уйнаясаҡ. Иң беренсе сиратта техник потенциалды яңыртыу, республикала старт алған “500 һөтсөлөк фермаһын модернизациялау” программаһына яңы һулыш биреү, ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереүҙе дауам итеү маҡсат итеп ҡуйыла. Атап үтелгән программалар тураһында БР Президенты менән һөйләштек, ул үҙенең фатихаһын бирҙе. Февралдә үк уларҙы финанслай башлаясаҡбыҙ.

9 февраль—Халыҡ-ара Стоматолог көнө

“Теш врачы – яратып һайлаған һөнәрем”

Был тормошта һәр һөнәр эйәһенең дә тиерлек профессиональ байрамы бар. Календарҙың 9 феврале, йәғни бөгөн, Халыҡ-ара стоматолог көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙ өмөтлө, күптәрҙең яратҡан теш врачы Илдар Ришат улы Ишембәтов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Илдар Ришат улы, стоматолог булыу теләге һеҙҙә ҡасан уянды?
Юғары класс уҡыусыһы булғанда. Шул мәлдә алдағы тормошоң, һайланасаҡ һөнәрең тураһында ныҡлап уйлана башлайһың бит инде. Беҙ факультетҡа бер иптәшем менән йыйынғайныҡ, ул инә алмағас, хыялынан баш тартты.
Ә һеҙ медицина университеты студенты булып киттегеҙ...
Ҡана һуң шулай еңел булһа (йылмая). Тәүге йыл инә алманым, рабфакта әҙерлек курсында уҡып, икенсе йылына студент булып киттем. Башҡа һөнәргә уҡыу тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы.

Халыҡ иғтибарына

Ҡабул итеү тәртибе үҙгәрҙе

Башҡортостан Республикаһы буйынса 37-се Һалым инспекцияһы дәүләт теркәүе һәм һалым түләүселәр иҫәбен алып барыу, ККТ теркәүе, бухгалтер отчетын, һалым буйынса декларация һәм башҡа документтарҙы ҡабул итеү, бюджет, шул иҫәптән физик берәмектәрҙән мөлкәт һалымы буйынса иҫәп-хисапты сағыштырыу, һалым түләүселәрҙең һорауы буйынса белешмә һәм башҡа документтар алыу, һалым һалыу тураһында мәғлүмәттәр биреү мәсьәләләре буйынса һалым түләүселәрҙе (юридик, физик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар) 13 февралдән Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 50-се йорт, икенсе ҡат адресы буйынса ҡабул итә башлаясаҡ. Элеккесә “01”-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.
Һалым түләүселәрҙе ҡабул итеү графигы тураһында иҫкәртәбеҙ:
дүшәмбе, шаршамбы – 8.15 – 17.30,
шишәмбе, кесаҙна – 8.15 – 20.00,
йома – 8.15 – 16.15,
һәр айҙың икенсе һәм дүртенсе аҙнаһының шәмбеһе – 10.00 – 15.00 сәғ.
Көн һайын эшләйбеҙ, төшкө ашҡа тәнәфес юҡ.
Белешмәләр өсөн телефон:
һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге – 8 (34775) 3-17-25,
һалым түләүселәрҙе теркәү һәм иҫәп алып барыу бүлеге: 8 (34775) 3-13-97.
О. Мелехина,
начальник урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар
хеҙмәтенең 3 класлы советнигы.

Дин һәм иман

Мәүлит байрамы үткәрелде

Халыҡтың дини белемен арттырырға кәрәк!” – район имамдары ошо фекерҙә
Ошо көндәрҙә бар донъя мөьмин мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөн – Мәүлит байрамын үткәрҙе. Был күркәм тантана айҡанлы дүшәмбелә райондың имам-хатиптары Беренсе Этҡол ауылы мәсетенә йыйылды.

Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, алыҫ тарафтарҙан килеп еткән ҡунаҡтар алдында башта райондың имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хажи Буранбаев сығыш яһаны. Ул был байрамды донъя мосолмандарының айырыуса яратыуын әйтеп үтте.
Мәүлит ул тыуыу тигәнде аңлата, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө, – тине хажи. – Хәҙерге быуын, йәштәр уны белмәй, мәғәнәһен аңламай. Шуға күрә беҙҙең бында йыйылыуыбыҙҙың да төп сәбәбе ошо.
Артабан һүҙҙе муниципаль район хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин алып, дин әһелдәренең йыйылышып ошондай матур сара ойоштороуына район хакимиәте исеменән рәхмәт белдерҙе.

Осрашыуҙар

Баймаҡ студенттары һәр саҡ әүҙем

Ғәҙәттә, студент тиһәң, дәрестә йоҡо һимертеүсе йәки бөтөнләй лекцияларға йөрөмәгән, сессиянан сессияға ғына китап тотҡан, һәр ваҡыт ниндәйҙер тарихҡа тарып ҡына барған мәңге ас бәндә күҙ алдына килә. Һан яғынан күп булмаһа ла, студенттар араһында ундайҙар ҙа осрай. Көләмәстәр ҙә тап шундайҙарҙы тәнҡитләй. Әммә үткән аҙналағы осрашыуҙан һуң: “Шөкөр, баймаҡтар араһында ялҡау студенттар юҡ икән”, – тигән фекер уянды.
Осрашыу кисәһе тотошлайы менән студенттарҙың концерттарынан, улар тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙән ҡоролғайны. Бигерәк тә Сибай педагогия колледжы менән Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡыусылары йыр-моңға маһирлығы, йор һүҙлеге, шаянлығы менән тамашасы күңелен яуланы. “Экзотик” бейеү студияһы ҡыҙҙарының сығыштары ла сараға биҙәк өҫтәне. Ә алып барыусылар Сөмбөл Юлбахтина менән Руслан Хисамиев үрҙә телгә алған ялҡау студенттар тураһында ла, йылғыр, теле менән телеп һалғандар хаҡында ла ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп көлдөрҙө, викторина үткәрҙе. Унда еңгән студенттар кискеһен үтәсәк дискотекаға бушлай билет, башҡа төрлө приздар менән бүләкләнде.

Матур ғаилә — ил күрке

Мөхәббәт нурҙарына сорналып

Самауыр янында сөкөрҙәшеп сәй эскән бәхетле парға ҡарап, һоҡланып туя алманым. Матур ғаилә – ил күрке... Бына кемдәр тураһында әйтелгән был аҡыллы һүҙҙәр.
Лүзә Сибәғәт ҡыҙы һәм Рәшит Тәхәү улы Яҡшыбаевтар бынан илле йыл элек булған ваҡиғаларҙы шундай күңел йылылығы, бер аҙ һағыш менән хәтеренә алды.

Ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырған, күрмәлекле, аҡыллы Рәшит Яҡшыбаев әрмелә хеҙмәт иткән саҡта (унда ла ул иң яҡшылар рәтендә була), Муллаҡай ауылына йәш, сибәр фельдшер эшкә килә. Уның һылыу ғына түгел, ә иҫ киткес уңған, миһырбанлы булыуын күргән Рәшит Тәхәү улының ағаһы: “Тәк, был фельдшер беҙҙең килен буласаҡ!” – тип белдерә. Ағай кешенең һүҙҙәре фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килә. Йәштәр танышҡас та бер-береһен оҡшата. Тик әрменән белемгә һыуһап ҡайтҡан егет Өфөгә ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Шулай ҙа бер мәл, каникулы тамамланырға ике көн генә ҡалғанда, ул һөйгәненә тәҡдим яһай.