13 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Аҡморон ауылынан мәктәп хеҙмәткәре Йәминева Альбина Хөрмәт ҡыҙы (5 бала тәрбиәләй) һәм Казанка ауылынан «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Растанғолова Айгөл Бердан ҡыҙы (5 бала тәрбиәләй) “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
* * *
2011 йылда физик берәмектәргә кредит биреү буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Рәсәй ауыл хужалығы банкының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы коллективы “Рәсәй ауыл хужалығы банкы” ААЙ-һының Башҡортостан төбәк филиалының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Программа тормошҡа ашырыла

БР Ауыл хужалығы министрлығында Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы булды. Унда 2011 йылда программаны үтәү буйынса башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Киләсәктә был йүнәлештә эште тағы ла әүҙемләштереү, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйылды.

Беҙҙең лаборатория – иң яҡшыһы!

Ошо көндәрҙә Өфөлә БР Ветеринария идаралығының коллегияһында үткән йылға йомғаҡ яһалды. Унда беҙҙең райондың ветеринария хеҙмәте иң яҡшыларҙың береһе булараҡ билдәләнде. В.Р. Рәмиев етәкләгән Баймаҡ төбәк ветеринария лабораторияһы республика конкурсында еңеү яулап, “БР-ҙың 2011 йылдағы иң яҡшы төбәк ветеринария лабораторияһы” номинацияһына лайыҡ булды. Еңеүсегә 280 мең һумлыҡ ламинар-бокс тапшырылды.

“Хәүефһеҙ транспорт”

Наркотик ҡулланып транспорт саралары менән идара итеүсе шәхестәрҙе асыҡлау маҡсатында 20 февралдән 20 мартҡа ҡәҙәр эске эштәр органдарының ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә район (ҡала) һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының врач-наркологтары “Хәүефһеҙ транспорт” исеме аҫтында наркотиктарға ҡаршы акция үткәрә.
А. Ишназаров.

Дәртле йәшлек

Байыш ауылы клубында “Дәртле йәшлек кистәре” исемле сара ойошторолдо. Уны мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Наилә Сөләймәнова, Эльвира Хәсәнова, Нурзиә Абдуллина үткәрҙе. Кисәгә 80-се йылдарҙағы йәш быуын саҡырылды. Сара төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар менән аралашып барҙы, унда һәр кем әүҙем ҡатнашты.
Н. Мортазина.

Депутат ҡабул итә

14 февралдә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем муниципаль район хакимиәтенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә муниципаль район Советына 2-се һайлау округынан депутат Хөснетдинова Райхана Фәйзрахман ҡыҙы граждандарҙы ҡабул итә.

Иғтибар итегеҙ: «тура бәйләнеш»

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитетының сираттағы ултырышында урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмаларында “Башҡортостан Республикаһында выждан азатлығы һәм дин тотоу иреклеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлеше тураһында”ғы мәсьәләне ҡарауға әҙерлек менән бәйле ағымдағы йылдың 14 февралендә республика халҡы менән “Тура бәйләнеш” ойошторола.
Үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе һәм һорауҙарығыҙҙы Комитет рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Күзбәков Рөстәм Сөләймән улына сәғәт 3-тән 5-кә тиклем түбәндәге телефон аша бирә алаһығыҙ: 8 (347) 276-84-97.
* * *
14 февралдә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы ҡануниәтте күҙәтеү һәм халыҡтың хоҡуҡи белемен күтәреү мәсьәләләре буйынса «Тура бәйләнеш» ойошторола. Һеҙҙең һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү өлкәһе буйынса Федераль хеҙмәт идаралығының Сибай территориаль бүлеге белгестәре яуап бирәсәк:
Ғарипова Лилиә Әҙеһәм ҡыҙы, 2-14-68,
Байгилдина Гөлдәр Йомағужа ҡыҙы, 2-14-68,
Әминева Рәсимә Мәзит ҡыҙы, 2-23-72.
Тура бәйләнеш” иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө 1-гә тиклем барасаҡ.

Һайлау – 2012

Тауыш биреүҙе веб-камералар күҙәтәсәк

Ошо көндәрҙә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә муниципаль берәмектәрҙә Президент һайлауына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Уны Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Марат Мөлөков алып барҙы.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиев, республикалағы барлыҡ участка һайлау комиссияларында, шулай уҡ территориаль һайлау комиссиялары биналарында видеокүҙәтеү саралары урынлаштырыла башланы, тине. Республика буйынса 3509 участка һәм 69 территориаль һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Дауаханаларҙа, тикшереү изоляторҙарында веб-камералар ҡуйылмаясаҡ.

Кәңәшмәләр

Йәштәргә – дәүләт ярҙамы

Ошо кесе йомала муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында ауылда йәшәүселәргә тәғәйенләнгән дәүләт программалары менән таныштырыу маҡсатында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эш төркөмө ауыл биләмәләре йәштәре вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе.
Унда шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыуҙы тамамлаусыларҙы эш менән тәьмин итеү бүлеге мөдире А.М. Мөхәмәтшин, Рәсәй ауыл йәштәре союзы вәкиле И.И. Аҡбашев, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр һәм кадрҙар менән эшләү буйынса беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ҡатнашты.
Үҙенең сығышында Азат Миңлеғәле улы ауыл ерендә йәшәүсе йәштәр өсөн булдырылған дәүләт программалары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Илнар Илһам улы иһә “2012-2014 йылдарҙа яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам итеү” маҡсатлы программаһы һәм “2012-2014 йылдарға Башҡортостан Республикаһы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарының ауыл хужалығы тәьминәт-һатыу кооперацияһын үҫтереү” тармаҡлы маҡсатлы программаһы буйынса мәғлүмәт бирҙе. Ул шулай уҡ Рәсәй ауыл йәштәре союзы, уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторының әйҙәүсе белгесе Р.Фәйзуллин һәм мәғлүмәт-консультация үҙәгенең белгес-эксперты Ф.Баййегетов ауылда йәшәүсе һәм эшләүсе йәштәргә, белгестәргә тәғәйенләнгән маҡсатлы дәүләт программаларында ҡатнашыу тәртибе, шарттары тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Унан һуң район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин 2011-2015 йылдарға ҡабул ителгән Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы Программаһының үтәлеше, райондың перспектив үҫеше һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
Кәңәшмә һуңында йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Айбулат Ишназаров.

Уңғандар беҙҙең арала


Аҡморон” АХК-һы йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса районда иң уңышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Төбәктә генә түгел, республикала ла башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса билдәле тоҡомсолоҡ репродукторы булып танылған һәм йылҡысылыҡ спорты өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән хужалыҡ был йүнәлештә үткән осорҙа ла һөҙөмтәле эшләне. Предприятие арғымаҡтары “Аҡбуҙат” ипподромында, төбәк һәм район кимәлендәге ярыштарҙа иң етеҙҙәре булып танылды, производствола ла яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Ҡымыҙ һатыуҙан – 800 мең, тоҡомло йәш мал һатыуҙан 740 мең һум табыш алынған. Шул уҡ ваҡытта тоҡомсолоҡ репродукторы өсөн – 630 мең, ҡымыҙ етештергәнгә 930 мең һум субсидия бирелгән. Хужалыҡ етәксеһе Р.Р. Әсәнов әйтеүенсә, артабан йылҡы һанын, айырыуса бейә малын арттырыу, спорт аттарын тәрбиәләүгә иғтибарҙы көсәйтеү маҡсат итеп ҡуйыла.
Тармаҡтағы уңыштарҙа йылҡысылыҡ бригадаһының хеҙмәте ҙур. Йылҡы көтөүсе булып эшләгән Ғәфүр Үҙәнбаев үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Ғәфүр Насип улы район хеҙмәт ярышында еңеп, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды.

Техосмотр

Тракторҙарҙы иҫәпкә ҡуйыу тураһында

2012 йылдың 1 ғинуарына район һәм ҡала биләмәһендә 1667 трактор һәм үҙйөрөшлө машина, 368 тағылма теркәлгән. Уларҙың араһынан 1214 трактор һәм үҙйөрөшлө машина, 259 тағылма (дөйөм иҫәптең 73%-ы) шәхси секторға тура килә. Шул уҡ ваҡытта халыҡта Гостехнадзор инспекцияһында теркәлеү үтмәгән, кешеләрҙең ғүмеренә, һаулығына, мөлкәтенә һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф тыуҙырған техника байтаҡ. Былтыр тракторҙар ҡатнашлығында 4 юл-транспорт ваҡиғаһы, 2 үлем осрағы булған. Был техниканың тейешле тәртиптә теркәлмәүе һәм дәүләт техосмотрын үтмәүе асыҡланған.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығына ҡарата

Юбилейға әҙерлек башланды

Белеүебеҙсә, 2013 йылда Баймаҡ ҡалаһы үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов 2011 йылдың 11 ноябрендә “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Был оло байрамды ҡаршы алыуға бер йыл тирәһе ваҡыт ҡалды. Шуға ярашлы Баймаҡта ниндәй эштәр башҡарыласаҡ? Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин менән булған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Исмәғил Әхмәт улы, Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуҙы билдәләүгә ниндәй әҙерлек саралары ҡаралған?
Алда торған юбилей байрам итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙе, эшмәкәрлегебеҙҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән оло бер сара. “Үҙ эшеңде тағы ла яҡшыраҡ башҡар” принцибы бөтә эштәрҙең дә төп нигеҙе булып торасаҡ, һәм беҙҙең иң тәүге бурыс – Баймаҡ үҙенең юбилейын тағы ла яҡшыраҡ күрһәткестәр менән ҡаршы алырға тейеш.

Социаль мәсьәлә

Бурыстар мәжбүри түләттерелә

Пенсия фонды идаралығы һәм Баймаҡ район-ара суд приставтары хеҙмәте менән берлектә үткән кәңәшмәлә страховка иғәнәләрен түләтеүгә йүнәлтелгән сараларға йомғаҡ яһалды.
2011 йылда суд приставтары хеҙмәте тарафынан 23579 мең һумды түләтеү буйынса 1466 башҡарма производство эше ҡуҙғатылды. Һөҙөмтәлә, Пенсия фонды бюджетына 4093 мең һум бурыс ҡайтарылды.
Страховка иғәнәләре буйынса бурыстарҙы тулыһынса түләттереү маҡсатында йыш ҡына суд приставтары менән берлектә рейдтар ойошторола. 2011 йылда бурыслыларҙың йәшәгән урындарына 166 тапҡыр сығырға тура килде. Рейд барышында уларҙан аҡса түләттерелде йәки милектәренә арест һалынды. 5 кешегә Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу бөтөнләй тыйылды. 48 башҡарма документ буйынса бурыс – эш хаҡынан, ә 31-е буйынса пенсиянан мәжбүри түләттереләсәк. Ул ай һайын килемдең 50 проценты күләмендә, бурыс тулыһынса ҡапланғанға тиклем тотолоп барасаҡ.

Хеҙмәт пенсиялары артты

РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән хеҙмәт пенсияларының бөтә төрҙәренең дә күләме 7 процентҡа артты. Һәр пенсионерға, пенсияһының күләменә ҡарап, төрлөсә өҫтәлә. Ике пенсия алыусыларҙың хеҙмәт пенсияһы ғына арта. Һөҙөмтәлә, Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 560 һумға артып, 8560 һум, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 8900 һум тәшкил итә.
Баймаҡ районы һәм ҡалаһында уртаса хеҙмәт пенсияһы 461 һумға арта, уртаса хеҙмәт пенсияһы күләме 7023 һумға, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 7506 һумға тиң.
Һорауҙар өсөн телефон: 3-18-70.
Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Рәми Ғариповтың тыуыуына – 80 йыл

Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль бураны...

Ыжғыр буранлы февраль айында донъяға килеп, бар тормошон – халҡына, яҙмышын – теленә, булмышын милләтенә бағышлаған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына быйыл 80 йыл тула. Ошо датаға ярашлы февраль айында районда Рәми Ғариповтың бай ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисәләр, викториналар, “Игебай мәктәбе”, “Таңсулпан”, “Шоңҡар” клубы ағзалары араһында “Ни өсөн миңә Р.Ғарипов ижады оҡшай?” темаһына ижади конкурс үткәреү планлаштырыла.

Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының 14 ғинуарҙағы сираттағы ултырышы ла Рәми Ғарипов ижадына арналасаҡ. Ғашиҡтар көнө уңайынан ул “Мөхәббәт өсөн йәшәмәйем, йәшәү өсөн кәрәк МӨХӘББӘТ!” тип атала. Әҙәбиәт һөйөүселәр, сәғәт 11-ҙә үҙәк район китапханаһына рәхим итегеҙ!
А. Иҙелбаева.

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ

Ҡанымдың һуңғы тамсыһы – илем, халҡыма

Шағир Х.Ҡунаҡбайҙың тыуыуына – 100 йыл

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп әҙиптәр ҡәләмдәрен мылтыҡҡа алмаштыра. Башҡорт шағиры Хөсәйен Ҡунаҡбай ҙа шулар рәтендә.
Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев (Хөсәйен Ҡунаҡбай) 1912 йылдың 12 февралендә районыбыҙҙың (ул саҡта – Әбйәлил районы) Таһир ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалыуы сәбәпле, көтөүсе булып йөрөй. Унан һуң балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925-1929 йылдарҙа Темәс ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер аҙ ваҡыт Бөрйән районында волисполком секретары, Иҫке Монасип ауылы мәктәбе мөдире һәм уҡытыусы булып эшләй. 

Юбиляр түрҙе биҙәр

Күңеле лә, ғүмере лә нурлы уның

Илебеҙ төрлө боролоштар кисереп, уҡытыусы һөнәренә ниндәй генә ҡараш булмаһын, был бөйөк исемде һәр саҡ юғары тотҡан кешеләр бихисап. Миңә, яңы ғына завуч булып эшләй башлаған йәш уҡытыусыға, тәжрибәле, көслө, үҙ предметын яҡшы белгән Разия Кирам ҡыҙы Хәсәнова менән эшләү бәхете тейҙе.
Тыуған илде, тәбиғәтте яратыу, кешелеклелек сифаты тәрбиәләүҙә, күңелдәрҙә иман нуры ҡабыҙыуҙа Разия Кирам ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Бар ғүмере буйына тормош иптәше Әхмәҙулла Хәйривара улы менән районыбыҙҙың мәктәптәрендә эшләне улар. 
 
Һәр саҡ асыҡ, йылы ҡарашлы, бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Разия Кирам ҡыҙын уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа берҙәй хөрмәт иттек. Кәрешкә ауылында башланғыс мәктәп урынында үҫеп сыҡҡан ҙур урта мәктәптә Разия Кирам ҡыҙы 2 йыл эсендә “Икмәк” музейы булдырҙы, эксперименталь математика майҙансығы эшләй башланы. Мин уның менән көслө математика уҡытыусыһы булараҡ ҡына түгел, ә яҡшы кешеләр тураһында яҙған мәҡәләләрен уҡып та һоҡлана инем.