15 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Халыҡты ҡабул итәләр

2012 йылдың 15 февралендә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем муниципаль район хакимиәтенең 204-се кабинетында халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Һорауҙарығыҙға муниципаль район хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы З.Б. Бүләкова, Баймаҡ район-ара суд приставтары хеҙмәтенең өлкән суд приставы Р.Р. Өмөтбаева, Баймаҡ районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Т.Н. Соболева, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының нотариаль округы нотариусы С.С. Исҡужина, Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса дәүләт теркәүе бүлеге регистраторы Ю.В. Максимова яуап бирә.

Темәстәр концерт ҡуя

16 февралдә киске 7-лә сәғәттә халыҡ ижады үҙәгендә Темәс ауылы үҙешмәкәр сәнғәт коллективының смотр концерты үтәсәк. Ул илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылына бағышлана. Тамашаға рәхим итегеҙ.

Янғынға ҡаршы

Йәш техниктар станцияһы һәм Баймаҡ янғын һүндереүселәре 3-сө мәктәптә ҡала командалары араһында ярыш үткәрҙе. Уҡыусылар янғын хәүефһеҙлеге, медицина ярҙамы күрһәтеү һ.б. буйынса көс һынашты. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды – 2-се мәктәп, икенсене – 4-се, өсөнсөнө БЛИ командаһы яуланы.

Операциялар бара

Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Штраф” һәм “Браконьер” профилактик операцияларын үткәрә. Уның барышында административ штраф түләмәгән граждандар яуапҡа тарттырылған һәм законһыҙ рәүештә һунар иткән кешеләр тотолған.

Китапханасылар семинары

Кисә район китапханасыларының семинары үтте. Унда 2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған саралар үткәреү планы ҡаралды һәм яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәр Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Г. Иҫәнгилдина.

Яҙғы тамсылар” гөрләне

Үткән аҙнала халыҡ ижады үҙәгендә ике көн дауамында ҡала һәм район буйынса “Яҙғы тамсылар” конкурсы гөрләп уҙҙы. Йәш таланттар өс йәш категорияһында халыҡ һәм эстрада йырҙарын тәҡдим итте. Еңеүселәр Дүртөйлө ҡалаһында үтәсәк “Яҙғы тамсылар” республика конкурсында сығыш яһаясаҡ.
А. Иҙелбаева.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Сертификаттар тапшырылды

Тағы 16 кеше фатирлы булды
Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен үҙ иңендә татып, фашистарҙы тар-мар иткән ветерандар, тылда фиҙаҡәр хеҙмәте менән еңеү яулаған инәйҙәр тураһында хәстәрлек күреү матур йолаға әүерелде.
10 февралдә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин тантаналы рәүештә торлаҡҡа сертификаттар тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, был көндө ике һуғыш ветераны һәм 14 тол ҡалған инәй бәхетле сертификат эйәһе булды. 
 
Илдус Әдиф улы Зәйнуллин: “Әлбиттә, фатир алыу хоҡуғы һеҙгә алдараҡ бирелгән булһа, тормошоғоҙҙо күпкә еңеләйтер ине. Шулай ҙа беҙ ҡалған көндәрегеҙҙең шатлыҡ-бәхеткә төрөнөп, уңайлы, йылы өйҙә үтеүен теләйбеҙ. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә мөрәжәғәт итеп шуны әйткем килә: фатир һайлағанда үҙегеҙ тураһында түгел, ә ололар хаҡында уйлағыҙ. Туғандар араһында низағ-талашҡа юл ҡуйылмаһын. Ветерандарыбыҙҙың яңы торлаҡта рәхәтләнеп, һау-сәләмәт, оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ”, – тине.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Иң-иңдәр тәбрикләнде

Күптән түгел йыл йомғаҡтарына арналған сарала “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, чемпион таҫмаһына һәм аҡсалата премияға түбәндәге хеҙмәткәрҙәр лайыҡ булды:
Рәхмәтуллина Гөлсимә Мисбах ҡыҙы – Аҡморон ауыл советы биләмәһенең баш бухгалтеры,
Йосопова Рәмзиә Булат ҡыҙы – Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш бухгалтеры,
Артыҡаев Вадим Зөлфәр улы – халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең баш бухгалтеры,
Илсенбаева Әлфизә Ислам ҡыҙы – финанс идаралығының финанс секторы бүлеге мөдире,
Ғәбитова Хазина Булат ҡыҙы – ”Россельхозбанк” ААЙ-һының баш иҡтисадсыһы,
Хәмитова Гөлназ Шәриф ҡыҙы – ”Уралсиб” банкының баш бухгалтеры.
Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, чемпион таҫмаһына һәм аҡсалата премияға түбәндәге хеҙмәткәрҙәр лайыҡ булды:
Иванов Виталий Николаевич – 2-се мәктәп директоры,
Хәмзина Сәрүәр Фәруҡ ҡыҙы – ”Йондоҙло” балалар баҡсаһы мөдире,
Әминева Рәмзиә Әшрәф ҡыҙы – 105-се һөнәрселек лицейының математика уҡытыусыһы,
Алсынбаева Раушания Әҡсән ҡыҙы – ”Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы”ның Баймаҡтағы филиалы уҡытыусыһы,
Хәмитов Зиннур Рәхимйән улы – Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусыһы,
Фәйезова Мөнирә Ишмөхәмәт ҡыҙы –”Күбәләк” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе,
Түләкова Венера Әхмәтйән ҡыҙы – йәштәр комитеты ҡарамағындағы социаль-психологик хеҙмәттең педагог-психологы,
Байғужина Миңзәлә Ғәлимйән ҡыҙы – ”Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге”нең педагог-психологы,
Хачин Владислав Анатольевич – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының производство уҡытыуы буйынса мастеры,
Әбдрәхимова Сания Роберт ҡыҙы – Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йорто директоры,
Яхин Рәшит Абрар улы – үҙәк ҡала дауаханаһының физиотерапия бүлеге мөдире,
Ҡашҡарова Зөләйха Әхмәт ҡыҙы – үҙәк ҡала дауаханаһының акушер бүлеге акушеркаһы.
Башҡа ойошмалар араһында:
Привалова Вера Анатольевна – Бикеш почта бүлексәһе начальнигы,
Акимова Галина Васильевна – Ҡуянтау почта бүлексәһе почтальоны,
Килмөхәмәтова Регина Риф ҡыҙы – Баймаҡ почтаһының баш белгес-эксперты.

Һайлау – 2012

Киләсәкте һайлайбыҙ

РФ Президентын һайлау көнө яҡынлашҡан һайын көсөргәнешлек тә арта бара. Ил башлығы кем булыр? Түбәндә һайлауға бәйле уй-фекерҙәр тәҡдим итәбеҙ.
Р.В. Мараканова, Пенсия фонды идаралығы начальнигы: «Алда торған һайлау – үтә лә мөһим сараларҙың береһе. Бөгөн ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, ләкин зарланырға бер сәбәп тә юҡ. Хөкүмәтебеҙ яңы донъяға килгән сабыйҙы тәрбиәләү мәшәҡәттәренән алып, вафат булыусыларҙы ерләүгә тиклем бурысты үҙ өҫтөнә ала.
Пенсия, пособиеларҙы көнләп түгел, бер нисә айлап ала алмаған ваҡыт артта ҡалды. Бөгөн бөтөнләй икенсе тормошта йәшәйбеҙ. Әсәлек капиталы йылдан-йыл индексацияланып, хәҙер 387640 һумға етте. Пенсия ла йылына бер нисә тапҡыр өҫтәлә. Шуныһын да әйтергә кәрәк, һәр кемгә пенсия алдан билдәләнгән графикка ярашлы ваҡытында тапшырыла. Бынан тыш өҫтәмә түләүҙәр, пособиелар ҙа бар. Шуға күрә киләсәктә лә имен тормошта йәшәр өсөн, бөгөн алған йүнәлештәр мотлаҡ дауам итергә тейеш, тип уйлайым. Райондаштарым да ошо фекерҙе хуплар, тип ышанам».
В.Д. Иҙрисова, Баймаҡ ҡалаһындағы 992-се участка һайлау комиссияһы секретары: «Беҙҙең һайлау участкаһы ҡалала иң ҙурҙарҙан һанала: бөтәһе 2700 һайлаусыбыҙ бар. Бөгөн исемлектәргә төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индереү буйынса эш алып барабыҙ. Кемдәр ситкә китеп эшләй, йәиһә уҡый – барыһын да иҫәпкә алабыҙ. Өйҙә һайлаусыларҙың да исемлектәре бар.
Беҙҙең һайлаусылар һәр саҡтағыса был сараға етди иғтибар бирә. Шулай ҙа гражданлыҡ бурысын үтәүҙән ҡырҡа баш тартыусылар ҙа юҡ түгел. 4 мартта үтәсәк Президент һайлауында беҙҙең участка һайлаусылары әүҙемлек күрһәтер, тип ышанам».
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Кәңәшмәләр

Ваҡ малға – иғтибар

Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин сираттағы кәңәшмәлә шәхси хужалыҡтарҙағы ваҡ малды көтөү тәртибе тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. Белеүебеҙсә, был йылдан-йыл һуҙылып килгән проблемаларҙың береһе. Кәңәшмәлә шәхси ихатаһында күпләп ваҡ мал көтөүселәр ҡатнашты.
Берәҙәк малдан ҡотолоуға етди саралар күреләсәк, – тине Исмәғил Әхмәт улы. – Хәҙер Закон да беҙҙең яҡта. Баҫыуҙарҙы тәләфләгән, йәшеллекте юҡ иткән берәҙәк мал бикләнәсәк, ә хужаһына ҙур суммала штраф һалынасаҡ.
Ҡала биләмәһе башлығы белдереүенсә, Баймаҡ халҡының 236 ваҡ малы бар. Ләкин уларҙың күптәре, көтөү ойошторолоуға ҡарамаҫтан, ҡала урамдарын гиҙә. Тап шунлыҡтан күп көс һалып үҫтергән йәшеллек, ә баҫыуҙарҙа иген юҡҡа сыға.
Ултырыш һуңында ваҡ малды көтөү өсөн ҡаланан ситтә махсус кәртә булдырырға, тигән тәҡдим индерелде һәм даими рәүештә уларҙың иҫәбен алып барыу кәрәклеге әйтелде.
Лилиә ТАКАЕВА.

 Һөт һауыу
(13 февралгә ҡарата йылдағы көндәлек һауым, килограмдарҙа.)
Хужалыҡтар
2011
2012
Ленин ис.
8,9
10,8
Рассвет”
3,9
7,5
Байҡара”
6
6,8
Баймаҡ”
3,3
4,9
Уңыш”
2,9
4,7
Мырҙаҡаев”
2,9
4,5
Октябрь”
3,2
4,3
Йылайыр”
3,7
4
Союз”
4
3,6
Таналыҡ”
3,5
3,2
Салауат ис.
3
2,8
Аҡморон”
1,8
1,7
Урал”
3,6
1,2
Район буй.
3,9
4,8

Райондың ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, көндәлек тулайым һауым 187 центнер тәшкил итә, был уҙған осорҙан 5 центнерға күберәк. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге (54 центнер) һәм “Рассвет” (18,8 центнер) АХК-лары иң яҡшы үҫешкә өлгәшә. “Уңыш” (28 ц), “Байҡара” (18,9 ц) хужалыҡтарында, “Баймаҡ” ҒПБ-һында ла (17,5 ц) һөҙөмтәле эшләйҙәр.
Бөтә хужалыҡтарҙа ла тиерлек технологик һәм хеҙмәт дисциплинаһы аҡһай. Шул уҡ ваҡытта күп предприятиеларҙа диспетчер хеҙмәтенең эше яйға һалынмаған. Был мәсьәләләр контролгә алынасаҡ.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Пилот проекты үҙен аҡлай

Билдәле булыуынса, былтыр 14 февралдә Өфөлә БР Президенты Р.З. Хәмитов етәкселегендә республика Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы үткәрелеп, унда 2011-2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы ҡабул ителгәйне. Атап үтелгән кәңәшмәлә ҡатнашып, беҙ “Һаҡмар” гәзите биттәрендә ошондай фекерҙе әйтеп үткәйнек: “Районыбыҙ яңы дәүергә аяҡ баҫа. Ҡасандыр үгәйһетелгән төбәк бөгөн килеп дәүләттән тейешле ярҙам алырға һәм үҙенең халыҡ хужалығын, социаль инфраструктураһын үҫтерергә тейеш. Башҡорт милләтенең төп этник өлөшө йәшәгән төбәк һәм республика яҙмышында төп ролде уйнаған халыҡ быға күптән лайыҡ. Сөнки Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәге – уникаль төйәк, ул тарихыбыҙҙың алтын фонды, республиканың киләсәге”.

Һайлау – 2012

Президент һайлау – мөһим ваҡиға

Рәсәй халҡын мөһим һайлау көтә – 4 мартта ил башлығын һайлаясаҡбыҙ. Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы уға әҙерлек барышы менән таныштырыу маҡсатында Баймаҡ районы муниципаль районы буйынса территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов менән булған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

Шәрәфетдин Шәрифулла улы, 4 мартта Рәсәй Президентын һайлаясаҡбыҙ...
Эйе, беҙҙең алда ҙур яуаплылыҡ тора – 4 мартта Президент ҡына түгел, ә үҙ яҙмышыбыҙҙы хәл итерҙәй кеше өсөн тауыш бирәсәкбеҙ. Шуға күрә лә бынан да мөһимерәк һайлауҙың булыуы мөмкин түгел. Рәсәй Президентын элекке кеүек дүрт йылға түгел, ә алты йылға һайлаясаҡбыҙ. Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең һуңғы исемлеге билдәләнде. Улар – Владимир Жириновский, Геннадий Зюганов, Сергей Миронов, Михаил Прохоров һәм Владимир Путин.
Ошо уҡ көндә Баймаҡ ҡалаһы ҡала Советына ла депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Баймаҡта 15 һайлау округы ойошторолған һәм уларҙа депутатлыҡҡа 30 кандидат теркәлгән. Бынан тыш 4 мартта Әбделкәрим, Бикеш, Йылайыр, Ишбирҙе, Сибай ауыл биләмәләре ауыл Советтарына ла өҫтәмә депутаттар һайлау үтәсәк.

Уҙамандарға ҡәҙер һәм хөрмәт

Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып…”

Беҙ, яҡташтарығыҙ, Һеҙҙе йыраусы, виртуоз ҡурайсы, баянсы, мандолинасы, көйҙәр ижад итеүсе йырсы, музыкант, йәш ҡурайсыларҙы тәрбиәләүсе педагог, сәнғәт коллективтарының етәксеһе тип беләбеҙ. Һеҙҙең тормошҡа, йыр-моңдарыбыҙға оло мөхәббәт тойғоһон һаҡлауығыҙ, ихтыяр көсөгөҙ, ташып, эркелеп торған дәртегеҙ һәм эшсәнлегегеҙ һәр кемебеҙҙә хөрмәт һәм һоҡланыу тыуҙыра. Ә бит ете тиҫтә арауығындағы ғүмер юлығыҙ таҡыр ғына булмағандыр. Ауыр һуғыш йылдарына тура килгән бала сағығыҙ, биш йәштә генә төҙәтә алмаҫ бәхетһеҙлеккә тарыуығыҙ күңел яраларын тәрәнәйтә барғандыр. Әммә һеҙ, Прометей шикелле, кешеләрҙе яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәнегеҙ, тау шишмәһе кеүек ташып сыҡҡан көслө бәрхәт тауышығыҙ, милли моңоғоҙ менән бейеклектәргә саҡыраһығыҙ.

14 февраль—Ғашиҡтар көнө

Йыл һайын бар Ер шарында Ғашиҡтар көнөн билдәләү матур йолаға әүерелде. Шуныһы ҡыуаныслы: был көндө егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына түгел, ә ир һәм ҡатын, әсәйҙәр менән балалар бер-береһенә бүләктәр әҙерләй. Үҙенсәлекле байрам кисенә бар йөрәк йылыһы һалынып тәм-томдар бешерелә, ғаилә табыны әҙерләнә. Ысынлап та, әйҙәгеҙ көнөбөҙҙөң хозурлығын күрергә, бер-беребеҙҙе ихтирам итергә, ҡәҙерләргә, яратырға өйрәнәйек...

Мөхәббәт донъяны ҡотҡарыр...

Ошо йырҙың һүҙҙәрен ишеткән һайын, А. тураһында уйлайым. Минең мөхәббәтем дә һине ҡотҡарыр, алама ғәҙәттәреңде ташлап, яҡшы уҡый башларһың, тәртибең төҙәлер, тип ышанам. Мәктәпте тамамларға һанаулы ғына ваҡыт ҡалыуын аңлап, ең һыҙғанып уҡыуыңа тотонһаң ине.
Тик һин һаман да шундай шаян, үтә ныҡ ҡыйыуһың. Башҡалар өндәшмәй ултырғанда ла, уҡытыусылар менән бәхәсләшәһең, кластан ҡыуылып сығаһың, директорға йүнәлтеләһең. Үҙеңә оло һөйөү менән баҡҡан, беренсе парта артында ултырған ҡыҙҙы күҙеңә лә элмәйһең. Ә мин бит һине беренсе класта уҡ оҡшаттым. Хатта бер йыл буйы бер парта артында ла ултырҙыҡ. Һин йыш ҡына китаптарыңды өйҙә онотоп ҡалдыра торғайның, икебеҙ бер биткә текәлгәндә миңә бер яҡтан уңайһыҙ булһа, икенсе яҡтан, бәхеттең етенсе ҡатында йөҙҙөм.
Ә бер ваҡиға мәңгелеккә минең йөрәгемдә уйылып ҡалды, һин минең геройым булыуын дәлилләне. Бер көн мин китабымды өйҙә онотоп ҡалдырҙым һәм шул көндө беҙҙең класты завуч менән мәктәп комиссияһы тикшерҙе. Исемемде линейкала әйтәсәктәрен уйлап, ҡалтырап ултырғанда, һин үҙеңдең китабыңды минең яғыма шылдырып һалдың. Һине китаптарыңды теүәл алып килмәгәнең өсөн күмәкләп әрләгәндә, мин шаңҡып, бер һүҙ ҙә әйтә алманым, унан бар батырлығымды йыйып, ҡаршы һүҙ әйтергә йыйынғанда, ҡарашың менән мине туҡтаттың. Ул көндө беҙ бергәләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Мин һиңә матур итеп рәхмәт тә әйтә алманым, буғай. Һин: “Ярай, бер ҡурҡынысы ла юҡ, мин әрләнеп өйрәнгәнмен бит инде. Ә һинең һәр ваҡыт тәртипле булғаныңа күнеккәндәр”, – тип һыҙғыра-һыҙғыра китеп тә барҙың.
Шул көндө мин һиңә ғашиҡ булдым. Мөхәббәтем мине ҡанатландыра, йәшәү мәғәнәһе бирә. Тик тиҙҙән һуңғы ҡыңғырау яңғырап, беҙҙе айырасағы ғына күңелемде яралай. Һин беренсе парта артында ултырған ҡыҙҙың күҙҙәрендәге оло һөйөүҙе күрерһең һәм яуап бирерһең, тип ышанам.
Был хәл Ғашиҡтар көнөндә булһа, мин донъяла, ысынлап та, мөғжизә булыуына ышаныр инем.
GUI.SHAN.


“Хыялым – сая, ғорур башҡорт егете...”

Йәшлек... Шул тиклем матур, ҡабатланмаҫ мәл. Йәштәр биҙәнмәй, төҙәнмәйенсә лә, үҙ сафлығы, нәзәкәтлеге менән һоҡландыра. Шул уҡ ваҡытта йәшлегенең ҡәҙерен белмәгән ҡыҙҙар һәм егеттәр булыуы ла күңелде әрнетә. Әйҙәгеҙ, йәштәргә һүҙ бирәйек. Улар бер-береһендә ниндәй сифаттарҙы үҙһенмәй икән? Буласаҡ тормош юлдашы итеп кемде күрәләр?
Иҙел:
Бөгөн, ысынлап та, ҡыҙҙарға ҡарап хайран ҡалырға була: яҡшы яҡтан һәм киреһенсә. Күп ҡыҙҙарҙың ауыҙына тәмәке ҡабып, һыра ҡосаҡлап йөрөүҙәре күңелде ҡыра. Шунан шул эсемлек менән аҡылдарын томалап, нимә һөйләгәнен, ҡыланғанын белмәүҙәре тағы ла ҡыҙғанысыраҡ. Ә бит улар буласаҡ әсәләр! Уларҙан нимә өмөт итәһең? Әлбиттә, барыһы ла ундай түгел: аҡыллы, тыйнаҡ, һөйкөмлө, наҙлы, ғөмүмән, яҡшы ҡыҙҙар ҙа бар. Бына барыһы ла шундай булһа ине. Улар араһында минең буласаҡ кәләшем дә барҙыр, тип уйлайым.
Ғәзиз:
Ҡыҙҙарҙың ҡайһы саҡта егеттәрҙән уҙҙырып эсеүе, тәмәке тартыуы оҡшамай. Ә инде гүзәл заттың һүгенеүе айырыуса ҡурҡыныс булып яңғырай. Хәҙерге заман ҡыҙҙарының итәк кейгән ир кеүек ҡыланыуы ҡот осмалы. Етмәһә, күбеһе бешеренә лә белмәй. Мин һайлаясаҡ ҡыҙ матур, инсафлы булырға, һау-сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә тейеш.
Әлиә:
Егеттәрҙең үҙ-үҙенә үтә ныҡ ышаныуы, һауалы ҡыланыуҙары оҡшамай. Эсеп-тартып, теләһә нисек йөрөһәләр ҙә, ҡыҙҙарҙың фәрештә булыуын талап итеүҙәре лә аптырата. Дискотекаларҙа бейемәй, ситтән генә мыҫҡыл итеп ҡарап тороуҙары йәнде көйҙөрә. Мин аҡыллы, юғары белемле, матур егеткә генә кейәүгә сығасаҡмын.
Мәрйәм:
Хәҙерге егеттәрҙә иң оҡшамағаны – уларҙың китап уҡымауы. Күбеһенең Интернет заманында китап – иҫкелек ҡалдығы, тигән фекерҙә булыуы аптырата. Улар менән нимә тураһында һөйләшергә? Егеттәр, үҙ сиратында, мине артыҡ эреләнә тип иҫәпләй икән. Шулай ҙа тормош матурлығын күрә белгән, китаптар уҡырға яратҡан, төрлө илдәргә сәфәр итергә хыялланған сая, ғорур башҡорт егетен осратырмын тип ышанам.


Ил азаматтары – бөйөк хис тураһында

Мин донъяла бер нәмәнән ҡурҡам –
Мөхәббәтһеҙ тигән исемдән.
(Рауил Бикбаев)

Яҙмыш, яҙмыш, һиңә үтенесем шул:
Илһам ҡанатҡайынан ҡайырма!
Теләһәң уттарға һал, һыуҙарға һал,
Иллә мөхәббәттән айырма.
(Абдулхаҡ Игебаев)

О, мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.
(Мостай Кәрим)

Мөхәббәтте һорап алмайҙар –
Йөрәк менән генә яулайҙар.
(Риф Мифтахов)

Мөхәббәтһеҙ кеше — иң бәхетһеҙ,
Ул ҡот осҡос мыжыҡ, ҡаяулы,
Ғашиҡтар ҙа әүлиәләр түгел,
Тик мөхәббәт булғас – аяулы.
(Хәсән Назар)

Эй мөхәббәт! Һин дә яҙмыштарҙы,
Юрый ҡыландырған шикелле,
Ҡайһы ваҡыт ҡалай бутайһың бит,
Көҙҙө яҙҙай, яҙҙы көҙ кеүек.
(Самат Ғәбиҙуллин)

Башҡа байлыҡ миңә кәрәк түгел,
Мөхәббәтем – иң ҙур хазина.
Мин йәшәйем икән был донъяла,
Йәшәйем тик һөйөү хаҡына.
(Рафаэль Сафин)

Мөхәббәт ул – йәшлек юлдашы,
Шатлыҡ, һағыштарҙың юл башы.
(Рафаэль Сафин)