17 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар


«Тура бәйләнеш»

18 февралдә, шәмбе көнө, сәғәт 19.30-ҙан 21.30-ға тиклем «Вся Уфа» телеканалында БР Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов менән «Тура бәйләнеш» ойошторола. Һорауҙар менән 8 (347) 255-90-27 телефонына йәки http://www.allufa.ru сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Халыҡ менән осрашыуҙар

Ошо аҙнала райондың 2011 йылдағы социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни-рухи үҫеше йомғаҡтары тураһында халыҡты тулыраҡ мәғлүмәт менән тәьмин итеү һәм урындағы эштәрҙең торошон яҡшыртыу маҡсатында муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы мәғлүмәт төркөмдәренең урындарҙа халыҡ менән осрашыуы башланды.

Ышаныслы аҙымдар менән

Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһына ярашлы, 2011-2015 йылдарҙа “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтен модернизациялауға ҙур саралар ҡаралған. Былтыр ошо тәңгәлдә 35 миллион һумдан ашыу сумма тотонолған. Һалҡында ҡата торған ҡатнашмалар буйынса формалар әҙерләүҙең механикалаштырылған линияһы сафҡа индерелде, насостар етештереү һәм энергия генерацияһы цехтары асылды. Әле марганецлы ҡойолма әҙерләү проекты буйынса эш алып барыла. Ул тормошҡа ашҡандан һуң 75 кешегә яңы эш урыны буласаҡ.

Ветерандар ял итә

Ошо аҙнала “Талҡаҫ” шифаханаһында урындарҙағы ветерандар советтары рәйестәренең бер аҙналыҡ ялы ойошторола. Улар бында ял итеп кенә ҡалмай, ә төрлө сараларҙа ла ҡатнашасаҡ. Ветерандар өсөн эшлекле һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ҡаралған, ошонда уҡ уларҙың пленумы ла үтәсәк.

“Ышаныс телефоны”

Үҫмер балалар һәм йәштәр араһында суицид йәки башҡа төр кризис буйынса профилактика эштәре алып барыу маҡсатында “Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге” дәүләт автономиялы учреждениеһында тәүлек әйләнәһенә “Ышаныс телефоны” эшләй.
Телефон: 8 (347) 273-09-00. Шылтыратыу бушлай.
Лилиә ТАКАЕВА.

«Ышаныс телефондары»

2-26-85, 8 (347)128
Хоҡуҡ һаҡлау органдарына граждандарҙың ышанысын булдырыу, енәйәтселек менән көрәште көсәйтеү маҡсатында Баймаҡ эске эштәр бүлегендә һәм Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығында «ышаныс телефондары» эшләй. Һәр кеше әҙерләнгән йәки ҡылынған енәйәттәр тураһында аноним рәүештә «ышаныс телефондары»на шылтырата ала.

Һөйөнөслө яңылыҡ


Ярат мәктәбенә — яңы автобус!

Район башлығы биргән һүҙендә торҙо
14 февраль Ярат мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр өсөн иҫтәлекле лә, шатлыҡлы ла көнгә әүерелде. Был көндө “УралСиб” банкы ААЙ-һы “Ирекле иғәнә” Программаһы буйынса мәктәпкә автобус бүләк итте. Бер миллион 200 мең һумлыҡ транспорт балаларҙың уңайлылығы өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән. 22 урынлыҡ автобуста ике медицина аптечкаһы, һәр ултырғыста хәүефһеҙлек ҡайышы, багаж һалыу өсөн айырым урын булдырылған. Ул бик йылы булыуы менән дә ҡыуандыра.
Ярат мәктәбендә 112 уҡыусы белем ала. Шуларҙың 38-е Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдарынан йөрөп уҡый. Шуға күрә мәктәп яңы автобусҡа күптән мохтаж ине.

Мәктәп директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева: “Беҙҙең коллектив, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр автобус алырға ярҙам итергә вәғәҙә биреп, уны үтәгән муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа бик тә рәхмәтле. Шулай уҡ район етәксеһенең һәм уның урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллиндың тырышлығы менән Йәрмөхәмәт һәм Ғүмәр мәктәптәренә компьютер ҙа бирелде. Был балаларға тырышып уҡырға, ә уҡытыусыларға хеҙмәтен тағы ла яҡшыраҡ башҡарырға көс-дәрт өҫтәй”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты.

15 февраль—Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө


Күңелдәрҙә әле һуғыш ауазы...

Йыл һайын райондың яугир-интернационалистары осрашып, һуғышта һәләк булған иптәштәрен иҫкә ала, проблемалары менән уртаҡлаша, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. Кисә лә улар 1-се мәктәптә уҡыусылар менән әңгәмә ҡорҙо, “Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге” психологтары ойошторған сарала ҡатнашты.
Артабан яугир-интернационалистар яуҙа һәләк булған иптәштәрен иҫкә алып, мемориаль таҡтаға сәскәләр һалды. Ошонда уҡ ойошторолған митингта хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов яугирҙарҙы тәбрикләп үтте, уларға изге теләктәрен еткерҙе. Афғанстан һуғышын кисергән һалдаттар яу йылдарын хәтеренә алды. Был көндө яугир-интернационалистар ер йөҙөндә башҡа бер ҡасан да һуғыш булмауын, йәш кенә малайҙарҙың ут эсенә ебәрелмәүен теләне.
Эйе, Афғанстан ғәрәсәте илебеҙҙең, бынамын тигән улдарын юғалтҡан районыбыҙҙың тарихына ҡанлы эҙҙәр менән яҙылған. Шуға күрә 15 февраль көнө бер ҡасан да онотолорға тейеш түгел.
Г. Салауатова.
Автор фотоһы.

РФ Президентын һайлауға 16 көн ҡалды


Һайлау – 2012

Әҙерлек эштәре нисек бара?
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урындарҙа әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?
Ҡотлогилдин Й.Й., Басай ауылындағы 1046-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе:
– Беҙҙә һайлауға әҙерлек тулы ҡеүәтендә бара. Әлеге мәлдә һайлаусыларыбыҙҙы барлайбыҙ, исемлектәр асыҡлана: бөгөн улар – 192. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, уҡытыусылар, йәмғиәтебеҙҙең алдынғы ҡарашлы кешеләре булараҡ, тарихи әһәмиәткә эйә ваҡиғаға әҙерлек барышында әүҙем ҡатнаша. Һайлау алды агитацияһы башланыу менән информаторҙар үҙ эшенә тотондо ла инде. Улар үҙҙәренә беркетелгән урамдар буйлап һәр йортҡа инеп, кешеләрҙең исемлеген дөрөҫләй, халыҡты һайлау көнөндә гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡыра.
Участка һайлау комиссияһында мәғлүмәттәр яҙылған стенд эшләнгән, дежурлыҡ ойошторолған. Һайлау үтәсәк залда ике видеокамера ҡуйылған. Ғөмүмән, ойоштороу эштәре әүҙем бара.
Кәйекбирҙин М.Ә., Ишмөхәмәт ауылындағы 1069-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе:
– Беҙҙең ауылда мөһим сараға тулы әҙерлек алып барыла. Әлеге ваҡытта һайлаусыларҙың исемлеген аныҡлайбыҙ, ситкә китеп эшләүселәр, студенттар менән һөйләшеүҙән һуң, 383 һайлаусы теркәлде. Быйыл 7 ауылдашыбыҙ беренсе тапҡыр үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. Шулай уҡ иң беренсе булып һайлауға килеүсе, иң өлкән һайлаусы ла ситтә ҡалмаясаҡ. Уларҙың барыһын да иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Һайлау участкаһында мәғлүмәт стенды төрлө материалдар менән тәьмин ителгән. Уларҙа Президентлыҡҡа кандидаттар тураһында тулы мәғлүмәт табырға мөмкин. Урындағы һайлау комиссияларының ултырышы даими үтеп тора. Әле теркәүҙән төшөрөү тураһындағы таныҡлыҡ бирелә башланы.
Һайлау участкаһын тейешенсә йыһазландырыу, дежурлыҡ ойоштороу, хәүефһеҙлек саралары күреү, ғөмүмән, һайлауҙы юғары кимәлдә ойоштороп үткәреү өсөн тырышабыҙ. Һайлау үтәсәк залда ике видеокамера урынлаштырылған.
Лилиә ТАКАЕВА.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр


Спорт өлкәһендә 2011 йылдағы ҡаҙаныштары өсөн спортсыларға түбәндәге званиелар бирелде:

”Иң яҡшы тренер – 2011”
Мукаев Ринат Ирек улы – ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең юғары категориялы тренеры. Ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса Башҡортостан Республикаһының өс тапҡыр чемпиондарын һәм күп тапҡыр призерҙарын тәрбиәләүсе.
“Иң яҡшы команда – 2011”
1999-2000 йылғы ҡыҙҙарҙың баскетбол командаһы — Башҡортостан Республикаһының күп тапҡыр призерҙары һәм чемпиондары. Ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы Евгения Викторовна Путенихинаның тәрбиәләнеүселәре.
“Иң яҡшы йыйылма команда”
Ҡаланың шашкасылар йыйылма командаһы – райондың күп тапҡыр призерҙары һәм Мәләүез ҡалаһында үткән XIII Ауыл спорт уйындарының финал ярышы еңеүсеһе. Команданың капитаны Хәйризаман Зиннәт улы Үтәев.
“Иң яҡшы спортсы – 2011”
Рөстәмов Дастон Халмурад улы — бокс буйынса ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев призына XXXIII Бөтә Рәсәй традицион мемориалы еңеүсеһе, бокс буйынса Рәсәй-ара һәм халыҡ-ара турнирҙары призеры.
“Иң яҡшы спортсы – 2011”
Гаджиева Ләйлә Ризван ҡыҙы – ушу-саньшоу буйынса Рәсәй чемпионы, Аргентинала донъя кубогын яулаусы, шулай уҡ ушу-таолу, ушу-саньда буйынса күп тапҡыр республика һәм Волга буйы округы чемпионы. “Барыҫ” клубы тәрбиәләнеүсеһе.

Сәйәсәт



«Путиндың фекерҙәрен хуплайым»

«4 мартта Рәсәй граждандары ил Президентын һайлау өсөн һайлау участкаларына барасаҡ. Әле йәмғиәттә бик күп бәхәстәр бара. Киң тикшерелергә тейешле ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекеремде әйтергә кәрәк, тип иҫәпләйем», – тип башлай үҙенең программа мәҡәләләрен Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры, ил Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путин.
Рәсәйгә ниндәй хәүеф янай һәм уның алдында ниндәй бурыстар тора? Ҙур сәйәсәттә һәм иҡтисадта ҡайһы урынды яуларға тейешбеҙ? Ваҡиғалар ағышына ярашлы барасаҡбыҙмы, әллә уйын ҡағиҙәләрен булдырыуҙа ҡатнашасаҡбыҙмы? Ниндәй ресурстар ярҙамында үҙебеҙҙең позицияны нығыта һәм тотороҡло үҫеште тәьмин итә аласаҡбыҙ? РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың биш программа мәҡәләһендә ошо һорауҙарға яуап бирелә, уларҙы хәл итеү юлдары тәҡдим ителә.
Ул программа мәҡәләләре тураһында беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ниндәй фекерҙә? Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Темәс мәктәбе директоры Зөлхизә Кәлимулла ҡыҙы Ғәйнанова.

Депутат аңлатма бирә



Педагогтарға медицина тикшереүе бушлай

РФ-ның Дәүләт Думаһы депутаты, һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева педагогтарҙың медицина тикшереүе өсөн түләргә тейеш түгеллеге хаҡында мәғариф учреждениелары етәкселәренә аңлатма бирә.

– Миңә педагогтарҙың медицина тикшереүе өсөн үҙ кеҫәләренән түләргә мәжбүр булыуҙары хаҡында күп мөрәжәғәт итәләр. Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре һәм курсанттар ҙа ошо мәсьәләне күтәреп сыҡты. Минең һорау буйынса Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһынан алынған мәғлүмәттәр ҙә был фактты раҫланы.

Төбәкте үҫтереү программаһы



РАИП: 2012 йылға ниндәй эштәр күҙаллана?

Районды үҫтереүгә 294 млн һум аҡса бүленә
Былтыр йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән Республика адреслы инвестиция программаһына (РАИП) ярашлы, быйыл төбәкте, шул иҫәптән Баймаҡ районын, социаль-иҡтисади үҫтереү әүҙем дауам итәсәк. Атап үтелгән Программаға беҙҙең райондан 23 объект индерелгән һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға 294 млн һум самаһы аҡса бүленәсәк. Ошо хаҡта муниципаль район хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев һөйләй:
– РАИП-ҡа ярашлы, быйыл ҡалала һәм районда халыҡ хужалығы тармағы объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса ғәйәт ҙур эштәр атҡарыласаҡ. Әйтергә кәрәк, уларҙы тормошҡа ашырыу район инфраструктураһын үҫтереүҙә етди аҙым булып тора. Мәҫәлән, ҡалала Хоҡуҡ йорто төҙөлөшө, ниһайәт, тергеҙеләсәк. Программа буйынса был объектҡа 5,4 млн һум бүленә – был төҙөлөштө тамамлау өсөн беренсе транш. Шул уҡ ваҡытта Семеновск алтын йыуыу фабрикаһы буйынса ла “боҙ ҡуҙғалды” - предприятиеның хужалыҡ эшмәкәрлегенән күрелгән экологик зыянды бөтөрөү өсөн проект-тикшереү эштәренә 10 млн һум аҡса планлаштырылған.
Программаға ярашлы, реконструкцияланған Темәс ауыл мәҙәниәт йортоноң проектын хәл итеүгә 500 мең һум аҡса бүленәсәк. Райондың коммуналь өлкәһен үҫтереү дауам итәсәк, бының өсөн 84,5 млн һум аҡса биреү күҙ уңында тотола. Атап әйткәндә, ҡаланың Көньяҡ микрорайонының инженер коммуникацияларын төҙөүгә (һыу һәм электр менән тәьмин итеү) 12 млн һум аҡса ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта Ҡуянтау һәм Аҡморон ауылдарындағы һыу үткәргестәрҙе яңыртыу маҡсат итеп ҡуйыла, бының өсөн уларҙың һәр береһенә 1-әр млн һум аҡса бүленәсәк. Беренсе Этҡол һәм Икенсе Этҡол ауылдарында халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе тормошҡа ашырыла – тәүгеһенә – 6, икенсеһенә 7 млн һум һалынасаҡ. Бынан тыш, Программаға Күлтабан ауылында урам һыу селтәрҙәрен яңыртыу ҙа индерелде, уның күләме – 1 млн һум. Әйткәндәй, бөтөн проекттар буйынса ла проект-смета документацияһы әҙерләнә, подрядсы булып “Башагропромпроект” һәм “Башгипроагропром” дәүләт унитар предприятиелары сығыш яһай.

15 февраль—Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө


Афғанстанда ул разведчик ине...

Һуғыш... Әҙәм балаһы ошонан да ҡурҡынысыраҡ, афәтлерәк бәләгә тарығаны бармы икән? Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, ҡояш аҫтында күберәк урын яулар өсөн ҡан ҡойоштар бара. Әҙәм балаһы юғары аңлы, әхлаҡи ҡанундар буйынса йәшәй башлауына ҡарамаҫтан, хәҙерге ваҡытта ла һуғыштар туҡтамай.
Ә инде ата-әсә хәстәрен, һөйөүен күреп, тыныс күк аҫтында ғына йәшәгән 18-20 йәшлек малайҙарҙың ут эсенә ебәрелеүе иң ҡурҡыныс күренештер ул. Илебеҙҙең аҫыл улдарын һәләк иткән Афғанстан яуы йылдар төпкөлөндә ҡала барһа ла, унан алған яралар әле лә һыҙлай, әрней.
Районыбыҙҙың яугир-интернационалистарының бер ғаилә булып йәшәүе, яуҙа һәләк булған иптәштәрен онотмауы, бер көс булып уҡмашыуы оло ихтирамға лайыҡ.

Нәзир Нурмөхәмәт улы Әбйәлиловтың да яҙмышы Афғанстан менән бәйле. Түбә ҡасабаһында донъяға килгән, артабан Сибай һөнәрселек училищеһында белем алған егет үҙен алда ҡанлы, аҙым һайын әжәл эҙәрлекләгән һуғыш көтә тип уйланымы икән? Юҡтыр. Нәзир Нурмөхәмәт улы бар тиҫтерҙәре кеүек ил өсөн кәрәкле һөнәр үҙләштереп, Совет Армияһы сафына алынасағын түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки ул саҡта армияла хеҙмәт итеү оло мәртәбә, ғорурлыҡ булып һанала.

Матур ғаилә – ил күрке


«Тырыш булһаң ғына ырыҫ килер»

Шундай фекерҙә Килмөхәмәтовтар ғаиләһе
Ҡатмарлы заманда йәшәһәк тә, районыбыҙ ауылдарында шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ярҙамында гөрләтеп донъя көткән һәм тыуған ерҙәренә береккән йәш ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөнөслө. Һыйыр малы үрсетеү, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ тармаҡтары менән айырыуса уңышлы шөғөлләнгән Ирәндек буйы халҡы маҡтауға лайыҡ. Йәмле Шалтыран йылғаһы буйын һыулаған Икенсе Төркмән ауылында ла ана шундай уңған кешеләр йәшәй. Гүзәлиә менән Данил Килмөхәмәтовтарҙы ошо төбәктең күптәргә үрнәк булырлыҡ йәш ғаиләһе тип беләләр.

Данил – Сәкинә менән Камил Килмөхәмәтовтарҙың кесе улы. Түбәнге Иҙрис ауылы һылыуы Гүзәлиәне атай йортона килен итеп төшөргән мәлдән улар ошо ырыҫлы нигеҙҙә гөрләтеп тормош көтә. Әйткәндәй, Камил Шәрифулла улы (үкенескә ҡаршы, хәҙер инде мәрхүм) менән Сәкинә Нурфәйез ҡыҙы барлыҡ ғүмерҙәрен урындағы “Ирәндек” совхозының производствоһын үҫтереүгә арнаған арҙаҡлы хеҙмәт алдынғылары. Ғаилә башлығы биш тиҫтә йылға яҡын хужалыҡта чабан, йылҡы ҡараусы, келәт мөдире, бригадир, ә тормош иптәше һауынсы булып эшләй. Эштәге ҡаҙаныштары өсөн улар төрлө миҙалдар һәм Почет грамоталарына лайыҡ була. Бөгөн Сәкинә Нурфәйез ҡыҙы бәхетле әсә һәм ҡәйнә, хәстәрлекле өләсәй булып ғаилә усағын һүрелтмәй йәшәй.

“Атайсал” тауышы


Башҡараһы эштәр күп


Мәғлүм булыуынса, район китапханаһы янында “Атайсал” клубы эшләп килә. Уның положениеһына ярашлы, ошондай ойошмалар һәр ауылда булырға тейеш. Клуб составына иң абруйлы, көслө рухлы, зыялы кешеләр инә.
«Атайсал»дарҙың маҡсаты:
  • районыбыҙҙың, ҡаланың һәм һәр ауылдың тарихын ентекләп өйрәнеү, тулыландырыу,
  • тыуған яҡ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙе барлау, уларҙың исемдәрен яҡташтарыбыҙға еткереү һәм мәңгеләштереү,
  • арҙаҡлы шәхестәребеҙ өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү, уларҙа тыуған яҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү,
  • халыҡ араһында әхлаҡи-дини тәрбиә эше алып барыу һ.б.

Хоҡуҡ һаҡлау


Эскелек бәләһе

Яңы йыл байрамдары алдынан райондың бер ауылында вәхшиҙәрсә кеше үлтерелә. Был фажиғәнән һуң РФ Енәйәт кодексы 105-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Тикшереү барышында шул асыҡланды: төнгө ике тирәһендә бергә эсеп ултырған ирҙәр талашып китә. Асыуын еңә алмаған берәүһе, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алып, икенсеһенә 40 мәртәбә сәнсә. Ауыр йәрәхәттәр алған кеше шунда уҡ йән бирә.
21 ғинуарҙа икенсе ауылда ҡурҡыныс енәйәт ҡылына. Бында ла юҡ-барҙан башланып киткән бәхәс кеше үлтереү менән тамамлана. Ғәйепләнеүсе ҡорбанының башына ултырғыс менән һуға. Һөҙөмтәлә, уныһы аңына килмәйенсә, дауахананың реанимация бүлегендә йән бирә.
Хәҙерге ваҡытта был үлтереүҙәр буйынса тикшереү эштәре алып барыла.
Кешеләрҙең иғтибарын шуға йүнәлткем килә: был фажиғәләрҙең сәбәпсеһе—самаһыҙ эскелек. Шуға күрә “шайтан һыуының” ҡолона әүерелеүҙән һаҡ булығыҙ.
Р. СОЛТАНОВ,
БР буйынса РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитетының
Сибай район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе.