22 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Мәктәпкә исем бирелде
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 49-сы Ҡарары (17.02.2012) менән Байым ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбенә Мөхтәр Әхмәтғәзе улы Байымов исеме бирелде.

Милли көрәш буйынса
Учалы районында Советтар Союзы Геройы Ж.Сөнәғәтуллин призына милли көрәш буйынса турнир үткән. Унда Таулыҡай ауылы батыры Дим Ҡоланбаев үҙ ауырлығында беренсе урынды яулаған.

Мәргән уҡсылар
Баймаҡ ДОСААФ-ының “Мәргән уҡсы” клубында шөғөлләнеүсе балалар командаһы Белорет ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр араһында атыу буйынса ярышта ҡатнашып, II урынды яулаған. 1-се мәктәп уҡыусылары Илүзә Игебаева менән Фәнүр Ҡотлоғолов айырыуса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Хакимиәттәр ярышы
Быйыл Урал аръяғының район һәм ҡала хакимиәттәре араһындағы спартакиада шәмбе көнө Учалы ҡалаһында үткән. Унда йөҙөү, атыу, волейбол һ.б. буйынса сәмле ярыш ойошторолған. Баймаҡ район хакимиәте командаһы бәйгелә өсөнсө урынға сыҡҡан.

Ҡыйыу атай һәм етеҙ улдар
Бөгөн 4-се мәктәптә “Ҡыйыу атай һәм етеҙ улдар” тип аталған ҡала спорт сараһы үтә. Унда һәр мәктәптән икешәр команда (составында бер атай һәм ике ул) ҡатнаша. Сара үҫмерҙәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, уларҙы алама ғәҙәттәрҙән йолоп ҡалыуға йүнәлтелә. 
 
Аҙналыҡ үткән
Мерәҫ ауыл китапханаһында бөйөк яҙыусы Р.Ғариповтың ижадына арналған аҙналыҡ тамамланған. Сара барышында яҙыусының ижадын һөйөүселәр өсөн тематик кисәләр, викториналар, шиғыр һөйләүселәр конкурсы ойошторолған.
Г. Иҫәнгилдина. 
 
Шашка кубогына ярыш
26 февралдә Баймаҡтың шахмат клубында (4-се мәктәп) сәғәт 10-дан шашка буйынса район кубогына ярыштар үтә. Унда ҡала һәм райондың һәр теләгән шашкасыһы ҡатнаша ала (ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, уҡыусылар).
Район шахмат-шашка федерацияһы.

Ҡотлайбыҙ!
Һаҡмар” гәзитенең хаттар һәм социаль тормош бүлеге хәбәрсеһе Айгөл Иҙелбаева “Йәшлек” гәзите, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ойошторолған конкурста еңеү яуланы. Ул Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби премия лауреаты тип билдәләнеп, диплом менән бүләкләнде. 


Уңғандар беҙҙең арала
Регина Риф ҡыҙы Килмөхәмәтова Пенсия фонды идаралығының баш белгес-эксперты булып эшләй. Тырыш, эшһөйәр ҡыҙ урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә. Регинаның хыялы тормошҡа аша – ул юридик факультеттың студенты булып китә. 
 
Институтты уңышлы тамамлап, Регина Риф ҡыҙы Пенсия фонды идаралығына эшкә килә. Тәүге көндәрҙән хеҙмәтенә яуаплы ҡарауы, һәр эште еренә еткереп үтәүе менән коллегаларының ихтирамын яулай. Тиҙҙән тырыш хеҙмәткәр идаралыҡтың баш белгес-эксперты итеп үрләтелә. Регина Риф ҡыҙы отчеттарҙы ҡабул итеү, рәсми документтарҙы әҙерләү, аңлатыу эштәре алып барыу һ.б. бурыстарҙы еңел, оператив һәм юғары сифатта башҡара. Шуға күрә Пенсия фонды идаралығының баш белгес-эксперты үткән йыл йомғаҡтары буйынса район хеҙмәт ярышында еңеп, хаҡлы рәүештә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Регина Риф ҡыҙын был оло еңеүе менән ҡотлап, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө

Иң изге һәм ҡәҙерле бурыс
Хөрмәтле райондаштар, ҡәҙерле ветерандар!

23 февралдә беҙ дәүләт байрамын – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Матур йолаға ярашлы, был көндө бар ир-егеттәрҙе – Бөйөк Ватан һәм локаль һуғышы ветерандарын, шинель кейеп, хәрби присяга биргән йәш һалдаттарҙы, хатта әле донъяға килгән ир сабыйҙарҙы ла тәбрикләйбеҙ. Сөнки халҡыбыҙ уларҙың һәр береһендә Тыуған иленең, яҡындарының һаҡсыһын һәм яҡлаусыһын күрә.
Был байрам ил һалдаттарының элек-электән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙәренең тарихи дәлиле булыуы менән дә ҡәҙерле. Сөнки илебеҙҙе дошмандан һаҡлау ир-егеттәребеҙ өсөн иң изге, ҡәҙерле бурыс булып һаналып, һәр саҡ ҡәҙер-хөрмәт ителгән, данланған.
Беҙ Рәсәйҙең именлеген һәм тыныслығын һаҡлаған, уның хәүефһеҙлеген тәьмин иткән армиябыҙ менән һәр саҡ ғорурландыҡ һәм сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Ысын йөрәктән Ҡораллы көстәр яугирҙарын, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һалдаттарҙы һәм запастағы офицерҙарҙы, районыбыҙҙың бар ир-егеттәрен матур байрам менән ҡайнар ҡотлайым! Бар күңелемдән ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, тыныслыҡ һәм эшегеҙҙә, хәрби хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем!
И. СИТДЫҠОВ,
муниципаль район хакимиәте башлығы.


Һәр саҡ иленә тоғро
Хөрмәтле дуҫтар!
Ысын күңелдән һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!
Тыуған илде һаҡлау – дәүләтебеҙҙең һәр гражданының изге бурысы ул. Төрлө быуын кешеләре Рәсәй Ҡораллы Көстәренең данлыҡлы тарихы, көс-ҡеүәте менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Рәсәй Һалдаты һәр саҡ хәрби присягаға тоғро ҡалыуы, Ватанына булған сикһеҙ һөйөүе менән айырыла. Ул нисәмә быуын Тыуған ил һаҡсылары аманат итеп ҡалдырған традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлай, киләсәк быуынға тапшыра. Шуға күрә халҡыбыҙ бөйөк полководецтар һәм ябай һалдаттарҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығы тураһында бер ҡасан да онотмай, уларҙың рухын, ышанысын, батырлығын үҫеп килгән быуынға өлгө итеп ҡуя.
Бөгөн беҙ ветерандар алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Халҡын, Тыуған илен фашизм ҡоллоғонан һаҡлап ҡалған кешеләргә мәңге рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ юғары профессионализм, ҡаһарманлыҡ хас булған, ил һағында торған һалдаттарыбыҙҙы ла ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым. Барығыҙға ла бәхет, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйем, изге бурысығыҙҙы үтәгәндә тик уңыштар юлдаш булһын.
Х. ХӘМИТОВ,
БР Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы.

Һайлау – 2012

Кандидаттар халыҡ менән осраша
Түбәндәге график буйынса Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашыуҙар ойошторола:
21 февралдә сәғәт 2-лә 105-се һөнәрселек лицейында (тел. 3-16-53) –Х.Х. Хәмитов, С.Х. Ғәлин;
24 февралдә сәғәт 2-лә ҡаланың 4-се мәктәбендә (тел. 2-13-01) – Г.Р. Байдәүләтова, З.Х. Абдуллина, В.Р. Хисмәтуллин, С.Ш. Мирзин;
24 февралдә сәғәт 4-тә ҡаланың 1-се мәктәбендә (тел. 3-11-65) – И.И. Ғәтийәтов, А.А. Ишбирҙина, З.М. Бикйәнова, З.А. Ҡаһарманова, Ш.Ш. Ирназаров, Н.Ф. Үҙәнбаев;
24 февралдә сәғәт 5-тә Баймаҡ лицей-интернатында (тел. 2-11-38) – З.А. Әбсәләмов, Н.И. Филипов;
27 февралдә сәғәт 2-лә ҡаланың 2-се мәктәбендә (тел. 2-12-65) – Р.С. Рәхимов, Р.Х. Абдулов, И.С. Бәхтийәров, Н.Ф Ильясова;
27 февралдә сәғәт 2-лә “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында (тел. 3-36-52) – Л.А. Симирикова, Р.Т. Гәрәев;
28 февралдә сәғәт 2-лә ҡаланың 3-сө мәктәбендә (тел. 3-15-16) – И.Р. Мәзитов, С.А. Фролов, Г.В. Давыдов, П.А. Чернов, Р.Р. Морозова, И.Н. Сирусин;
29 февралдә сәғәт 2-лә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында (тел. 2-11-47) – У.Х. Аллаяров, А.Х. Иблиәминов, Н.Ю. Ғәйнуллина, Р.Р. Әхмәтова.
Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте.

Мәғлүмәт төркөмө – халыҡ араһында

Осрашыуҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды
Күптән килгән матур йола буйынса, район хакимиәте уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә отчет яһау маҡсатында ҡала һәм район халҡы менән осрашыуҙарҙы башланы. Мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлек начальнигы Р.В. Ишембәтов етәкләгән төркөм үткән йома Беренсе Этҡол ауыл биләмәһендәге халыҡ менән осрашты. Осрашыуҙарҙы Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова алып барҙы.

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө

Тыуған илен яратҡан кешеләрҙең байрамы
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан БР Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы, Афғанстан һ.б. ут нөктәләрендә сынығыу алған, күп һанлы наградаларға лайыҡ булған Х.Х. Хәмитов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Хөрмәт Хәмит улы, былтыр хәрби хеҙмәткә саҡырыу нисек үтте?
2011 йылдағы хәрби саҡырыуҙың һөҙөмтәләре бик яҡшы. Беҙ республика буйынса ла тик ыңғай яҡтан билдәләндек.
Әрмегә төрлө ҡараш булған заманда, һеҙҙе борсоған күренештәр ҙә барҙыр?
Мине ҡайһы бер ата-әсәләрҙең улдарының армия сафында хеҙмәт итеүенә ҡаршы килеп, уларҙы ҡайҙалыр йәшереп тотоуы аптырата. Бындай егеттәргә штраф һалына, шулай уҡ енәйәт эше лә ҡуҙғатылыуын онотмаһындар ине.
Хәрби комиссариат алдында әрмегә оҙатыу ҡайһы саҡта ҡот осмалы мәжлескә әүерелә...
Эйе. Бына бер егетте армияға оҙатырға лаяҡыл иҫерек өс ҡатын килгән ине. Береһе – әсәһе, ҡалғандары – туғандарылыр инде. Шул тиклем имәнес күренеш ине: ҡатындар үҙҙәре ни ҡыланғанын белмәй, ҡолап китәләр. Был мәхшәр йәш егеттең күңелендә ҡаласаҡ, хеҙмәт иткән сағында күҙ алдында торасаҡ. Әрмегә оҙатыусылар ошо хаҡта уйланһындар, үҙҙәрен тәртипле тотһондар ине.
Буласаҡ һалдаттарҙың ниндәй һыҙаты һеҙгә оҡшамай?
Һуңғы йылдарҙа ҡайһы берәүҙәренең ныҡлап эскелеккә һабышыуы. Яңы тормош башлаған 18-21 йәшлек егеттәр араһында хәмер ҡолона әүерелгәндәрҙе күреүе бик ауыр.
Баймаҡ егеттәре нисек хеҙмәт итә?
Шуныһы ҡыуаныслы, яҡташтарыбыҙ араһында тәртип боҙоп йөрөгән һалдаттар юҡ. Баймаҡ ҡалаһынан Һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт иткән Дамир Зиннәтуллин, Рәил Ирғәлин, Ғүмәр ауылынан Илһам Исчурин, Темәстән Хәйҙәр Изгин, Ғәҙелбай егете моряк Нурйән Иҫәнғоловтарҙың хәрби часынан рәхмәт хаттары килеп тора.
Армияға үҙ теләге менән киткән егеттәр бармы?
Әлбиттә, бар. Мәҫәлән, Баймаҡтан Рәфис Сирғәлин ныҡышып, медицина тикшереүен яңынан үтеп, ҙур теләк менән Ватан һағына китте. Хәҙерге ваҡытта бик яҡшы хеҙмәт итеп йөрөй.
Һеҙгә армия сафындағы егеттәрҙең ата-әсәләре мөрәжәғәт итәме?
Эйе, төрлө һорау менән киләләр. Кемдер улының кәйефе өсөн борсола, кемдер күптән хәбәр алғаны юҡ. Шуға күрә Баймаҡ һалдаттары хеҙмәт иткән часть командирҙары менән телефон аша йыш һөйләшергә тура килә.
Армиялағы “бабайлыҡ”, йәғни йәш һалдаттарҙы кәмһетеү ҡайҙан барлыҡҡа килә тип уйлайһығыҙ?
Был күренеш бөтә ерҙә лә бар, тип әйтеп булмай. Ғөмүмән, “бабайлыҡ” кешенең үҙен тота белмәүҙән килә бит ул. Кемдер коллективта йәшәп өйрәнмәгән, икенселәр физик яҡтан бик көсһөҙ, рухи яҡтан да характерһыҙ, бәғзеләр картуф әрсей, иҙән йыуа белмәй йәки теләмәй. Ошонан китә лә инде аңлашылмаусанлыҡ. Буласаҡ һалдаттарға кәңәшем шул – Ватанды һаҡларға алдан әҙерләнегеҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Улдарын артыҡ иркәләтеп үҫтергән әсәләрҙе лә аңламайым. Беҙҙең ҡалала ла шундай егеттәр бар – 18 йәше тулып үтеп киткән, ә һаман әсә итәгенә йәбешеп йөрөй. Әсәйҙәр ғүмер буйы улының проблемаһын хәл итеп йәшәй алмаясағын яҡшы аңларға тейеш, һаман уны әпәүләп, киреһенсә, балаһының тормошон ғына боҙа бит ул.
Контракт буйынса хеҙмәт иткән егеттәребеҙ ҙә бар.
Эйе. Ғөмүмән, теләге, һаулығы, белеме булған егеттәргә өйҙә эшләмәй ятҡансы, контракт буйынса хеҙмәт итергә кәңәш итер инем. Сөнки хәҙерге ваҡытта рядовойҙар ғына 33 мең һум эш хаҡы ала. Контракт буйынса хеҙмәт иткән егеттәрҙең үҙҙәрен генә түгел, ә ата-әсәһен, туғандарын ҡарауы ҡыуандыра.
Хәрби училищела уҡырға хыялланған егеттәр бармы?
Эйе, әлегә улар алты кеше. Беҙ хәрби училищеға йыйынған егеттәргә ярҙам итәбеҙ. Уҡырға ингәндәре бик матур итеп белем ала, рәхмәт әйтәләр. Уйлап ҡараһаң, 2-се курста белем алған курсант 7 мең һум стипендия алһа, 3-сө курста ул 12,5 мең һумға барып етә. Бынан тыш уларҙы бушлай кейендерәләр, ашаталар, юлда йөрөүгә лә льготалар ҡаралған.
Һеҙҙеңсә, Ватанды һаҡлаусылар көнө кемдең байрамы?
Тыуған илен яратҡан һәм уны һаҡларға әҙер торған бар кешеләрҙең байрамы.
Ошо байрам көнөндә гәзит уҡыусыларыбыҙға ниҙәр теләр инегеҙ?
Барыһына ла бәхет һәм йорт-илдең имен булыуын теләйем.
Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Байрам менән һеҙҙе!


Яҙмышын хәрби тормошҡа бағышлаған
Айнур Хәләф улы Хәмитов – Мерәҫ ауылы егете. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә, ныҡ, сыҙам булып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, 105-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. 
 
Егет тиҫтерҙәренән армия сафына ныҡлап әҙерләнеүе менән айырылып тора. Буласаҡ һалдаттың тырышлығы үҙе өсөн бик тә кәрәкле булып сыға. Айнур, Чечен Республикаһында һуғыш ҡыҙған мәлдә армия сафына алынып, ут эсендәге Грозный ҡалаһына барып эләгә.
Яу йылдарын үҙ яҙмышында кисергән кешеләр “тәүге өс көндә генә ҡурҡыныс, һуңынан күнегәһең” тиһәләр ҙә, тәү тапҡыр үлем менән йөҙгә-йөҙ килгән йәш егеттәргә еңелдән булмай. Шулай ҙа Айнур Хәмитов, бар ауырлыҡтарҙы йырып сығып, бик яҡшы хеҙмәт итә. Ут эсенә ингән егетте Хоҙай Тәғәлә аралап, ул тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайта.
Тыныс тормоштағы эшһеҙлекте, эскелекте күргән Айнур Хәмитов хәрби хеҙмәтен дауам итергә була. Һәм ул тағы ла тынысһыҙ Чечен Республикаһына барып эләгә. Был юлы утлы сынығыу үткән Айнур Хәләф улы яңы армияға алынған йәш һалдаттарҙы ҡурсалап, уларға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора. Күрәһең, һуғыш менән һыналған яугирҙар араһында “бабайлыҡ” төшөнсәһе, йәш һалдаттарҙы кәмһетеү-рәнйетеү, үҙен башҡаларҙан өҫтөн тотоу кеүек һыҙаттар бөтөнләй юҡ тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер.
Айнур Хәмитовты әсәһе Бәҙерниса Миңлеғәле ҡыҙы һәм атаһы Хәләф Хәбибрахман улының изге фатихалары бәлә-ҡазанан ҡурсып, ул тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Күп һанлы наградалар эйәһе, өлкән сержант Айнур Хәмитов хәҙерге ваҡытта Алкино ҡасабаһында хеҙмәт итә. Үҙен тулыһынса хәрби тормошҡа бағышлаған, яҙмышын тик Ватанды һаҡлауға бәйләгән Айнур өйләнеп, тормош юлдашы менән бер ул үҫтерәләр. “Ватан – берәү генә, уны һаҡларға кәрәк. Үҫеп килгән малайҙар ошо хаҡта бер ҡасан да онотмаһын ине”, – ти өлкән сержант.
Эйе, илебеҙҙе Айнур Хәмитов кеүек сая, көслө рухлы, ғорур егеттәр һаҡлағанда, халҡыбыҙҙың тормошо һәр саҡ тыныс, күгебеҙ аяҙ булыр.


Рәфил – сик һаҡсыһы
Ир-ат – батыр ҡанаты,
Ир-ат – яуҙың ҡанаты.
Ватанды һаҡлау элек-электән ил азаматтарының мөҡәддәс бурысы. Хәҙерге заманда армия сафынан ҡасып ҡалырға ынтылыусылар осраһа ла, хәрби тормошто үҙ иткән ысын башҡорт егеттәренең күплеге ҡыуандыра.

Рәфил Рафаил улы Сөләймәнов та, йәш кенә булһа ла, тоғро ил улы, яҡшы һалдат булыуы менән айырылып тора. Спорт менән шөғөлләнгән, сабыр, аҡыллы егетте, әрме сафына алынғас, сик һаҡсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул хеҙмәт итеүенең тәүге көндәренән үҙен ысын иптәш итеп таныта. Хәрби күнекмәләр ҙә Рәфилгә бик еңел бирелә. Шуға күрә ул артабанғы яҙмышын һалдат тормошо менән бәйләп, контракт буйынса хеҙмәтен дауам итә. Башҡорт егете Рәфил Сөләймәнов Ҡытай сигендә алты йыл һаҡта тора. Үҙенә һәм башҡаларға талапсан, ғәҙел, һәр эште еренә еткереп башҡарған Рәфил Рафаил улын хеҙмәттәштәре лә, командирҙар ҙа ихтирам итә.
Төньяҡ Кавказда сәйәсәт үҙгәреп, болғаныштар башланған осорҙа һынауҙар үткән тәжрибәле сик һаҡсыһы Рәфил Сөләймәнов Абхазияға ебәрелә.
Ғүмер буйы колхоз эшендә тырышып эшләгән, матур итеп донъя көткән Рафаил Әүхәҙи улы һәм Мәғзүмә Нәбиулла ҡыҙына улдарынан һәр саҡ “Бында барыһы ла һәйбәт, хеҙмәт итеүе тыныс”, – тигән хәбәр генә килә.
Сөләймәновтар – Беренсе Этҡол ауылының ихтирамлы, абруйлы ғаиләһе. Ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова улар тураһында: “Эшһөйәр, бик матур ғаилә. Кемдер тормошҡа зарланғанда, улар мал көтөп, тырышып донъя көтә. Балаларын да бик аҡыллы итеп тәрбиәләйҙәр”, – тине.
Рәфилдең ҡустыһы Рауилға ла Осетияла ҡапыл сыҡҡан һуғыш мәлендә хеҙмәт итергә тура килә. Йәш һалдат, иңенә төшкән ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы күтәреп, имен-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Рәфил Рафаил улы хәҙерге ваҡытта Чечен Республикаһында хеҙмәт итә. Сик һаҡсыһының бер айы заставала, икенсе айы хәрби әҙерлек менән үтә. Ата-әсәһе, кескәй һеңлеһе Эльвира, туғандары тураһында хәстәрлек күргән Рәфил Рафаил улы телефон аша көн дә уларҙың хәлен белешә, үҙе өсөн борсолмауҙарын үтенә.
Күңеле менән хәрби тормошто һайлап, сик һағына баҫҡан сержант Рәфил Сөләймәновҡа именлек-һаулыҡ, уңыш-шатлыҡҡа төрөнөп, хәрби баҫҡыс буйынса үрләүен теләйбеҙ.


Кадеттар батырлыҡ дәресе үтә
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан район китапханаһында 105-се һөнәрселек лицейының кадеттар төркөмө менән батырлыҡ дәресе үткәрелде. Һөйләшеүгә Афғанстан яуын үткән Нәзир Нурмөхәмәт улы Әбйәлилов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 105-се һөнәрселек училищеһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Хәлил Зәбир улы Ғүмәров, һәүәҫкәр композитор Борис Мөхәммәт улы Хәйретдинов, ағинәйҙәр клубы ағзаһы Яңылбикә Баймурзина саҡырылған ине.
Сараны ойоштороп алып барыусы Сәрүәр Иҙелбаева һәм Зарема Абайдуллина тәүҙә районыбыҙҙың тарихына ҡанлы эҙҙәр менән яҙылған, тыныс ваҡытта тоҡанған Афған, Чечен һуғышы тураһында һөйләп үтте. Эйе, тыуған яғына цинк табуттарҙа ҡайтҡан егеттәрҙең йәшләй өҙөлгән яҙмыштары мәңге уңалмаҫ яра булып ҡалды. Батырҙарса һәләк булған һалдаттар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Яугир-интернационалист Н.Әбйәлилов яуҙа юғалтҡан иптәштәрен хәтеренә алып, күңел әрнеүҙәре менән уртаҡлашты. Унан кадеттарға: “Йәш ваҡыттан спорт менән дуҫ булһағыҙ, армия сафында хеҙмәт итеүе еңел буласаҡ. Беҙ Афғанстанда һәләк булған дуҫым Рәфҡәт менән саңғы ярыштарына ҙур теләк менән йөрөй торғайныҡ. Буш ваҡыттарыбыҙ ҡышҡы саф һауала үтте. Минең теләгем бер – һеҙгә һуғышты кисерергә, ут эсенә инергә яҙмаһын”, – тине.
Х.З. Ғүмәров: “Беҙҙең училищеның тәүге сығарылыш уҡыусыларының күбеһе Афғанстанға барып эләкте. Сөнки шул саҡта тау иленә совет ғәскәре индерелгәйне. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, училище егеттәре был һуғышта һынатманы, барыһы ла командование тарафынан тик яҡшы яҡтан билдәләнде. Афғанстан, Чечня ғәрәсәтендә һ.б. һуғыштарҙа егеттәребеҙҙең ғүмере өҙөлөүе аяныслы, илебеҙгә килгән оло бәхетһеҙлек. Һеҙ – буласаҡ һалдаттар. Шуға күрә ғүмерегеҙҙе хәмер, тәмәкегә әрәм итмәй, спорт менән шөғөлләнеп, ысын Ватан һаҡсыһы булып үҫегеҙ. Спорт менән тынсыу спорт залында түгел, ә саф һауала, бигерәк тә ҡышҡыһын, шөғөлләнеүе файҙалы булыуын, бындай күнекмәләрҙең физик яҡтан да, рухи яҡтан да нығытыуы хаҡында онотмағыҙ”, – тип һөйләне.
Батырлыҡ дәресенә килгән кадет корпусын Ринат Мансур улы Әйүпов етәкләй. Кадеттар башҡа уҡыусыларҙан нимәһе менән айырыла һуң? Был егеттәр һәм ҡыҙҙар (эйе-эйе, бер нисә ҡыҙ ҙа бар) тулыһынса хәрби режим буйынса йәшәй. Улар ятаҡтың айырым бер ҡатын биләй. Кадеттарҙың һәр сәғәте уҡыуға, физик күнекмәләргә бағышлана. Уларҙы урамда осратһаң да, хәрби кейемдәренең бөхтәлегенә, үҙҙәрен ипле, тыныс, ғорур тотоуына һоҡланып ҡарайһың. Китапханала үткән сараны ла кадеттарҙың күңеленән үткәреүе, Тыуған илде һаҡлау тураһындағы патриотик китаптар менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы асыҡ күренде. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла киләсәктә үҙен хәрби тормошҡа бағышлаясаҡ тип әйтеп булмай. Шулай ҙа ғүмеренең иң матур мәле – йәшлек осоронда бер нисә йыл ысын һалдат булып йәшәүҙәре күңел һәм тән сынығыуы алыуға, иленең ысын патриоттары булып үҫеүгә булышлыҡ итәсәк. 105-се һөнәрселек лицейына йыйынған балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә теләгебеҙ шул – кадет төркөмөн һайлағыҙ! Бында һеҙҙе ысын ил улы, тоғро Ватан һаҡсыһы итеп тәрбиәләйәсәктәр.
Махсус битте Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.

Кәңәшмәләр

Шифаханала – ветерандар пленумы
Билдәле булыуынса, үткән аҙнала “Талҡаҫ” шифаханаһында урындарҙағы ветерандар советтары рәйестәренең бер аҙналыҡ ялы ойошторолдо. Улар унда һаулыҡтарын нығытып ҡына ҡалманы, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты.
Йома көндө шифаханала Баймаҡ районы ветерандар советының 4-се пленумы уҙғарылды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Т.Н. Денисова, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары М.С. Сәғитова ҡатнашты. 
 
Йыйылышты асып, ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов ошондай әүҙем ял ойошторғандары өсөн район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа рәхмәт белдерҙе.
Унан һуң ойошма рәйесе урынбаҫары М.З. Иҫәнғолов ветерандар советының барлыҡҡа килеү тарихы, эш маҡсаттары тураһында һөйләне, үткән йылға йомғаҡ яһаны, пландар менән таныштырҙы.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Йылылыҡ өсөн яңыса түләү
Баймаҡ ҡалаһының “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2012 йылдың 1 ғинуарынан файҙаланған йылылыҡ өсөн түләү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙер иһә ҡулланыусылар элекке кеүек аралашсы булып торған “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы аша түгел, ә туранан-тура предприятие менән иҫәпләшә башланы. Йәғни, ғинуар айындағы фатир түләүҙәре квитанцияһында идарасы компания “йылылыҡ өсөн” тигән графаны төшөрөп ҡалдырҙы. Ә был төр хеҙмәт өсөн түләү квитанцияһын “Йылылыҡ селтәре” үҙе тарата. Киләсәктә килешеү буйынса был яуаплы эш почта хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтеләсәк. Йылылыҡ өсөн «Уралсиб», «Промтрансбанк» банкында, почтала, предприятиеның кассаһында түләргә мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә барған үҙгәртеп ҡороуҙарға ярашлы, киләсәктә йылылыҡ өсөн түләү ике төрҙән торасаҡ. Беренсеһе – фатирҙарҙы, ә икенсеһе, улар ысынында ла йылытылһа, дөйөм ҡулланышта булған урындарҙы, мәҫәлән, подъезд, ҡыйыҡ, подвалдарҙы йылытҡан өсөн түләү.
Яңы индерелгән хеҙмәт төрө предприятиеның эшен күпкә еңелләштерер, тигән өмөттәбеҙ. Сөнки быға тиклем түләнгән аҡсаның аралашсы аша инеүе халыҡ, башҡа төр предприятиелар өсөн дә күп проблемалар тыуҙырҙы.
Лилиә ТАКАЕВА.

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

Туған телем – үҙем өсөн,
башҡа тел – көнөм өсөн”, –
ти Баймаҡ ҡыҙы, полиглот Ләйсән Мәүлитова
Тел – тере шишмә! Һәр халыҡтың үҙенең генә шишмә сығанағы, уның үҙенсә генә сылтырап ағышы, айырым тәме бар. Шул шишмә моңдарында уның тарихы ла, бөгөнгө йәшәйеше, киләсәге лә. Эйе, телһеҙ халыҡ – илһеҙ. Аллаға шөкөр, барыбыҙҙың да “әсәй” тип асылған наҙлы теле, йәнебеҙ яралған, кендегебеҙ киҫелгән, күңелебеҙ береккән ере бар. Унда беҙҙең яҙмыш, беҙҙең ғүмер.
Телем, илем тип йән атыусы йәштәр бихисап. Шуларҙың береһе – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Ләйсән Мәүлитова менән әңгәмә тәҡдим итәм.

Мәҙәниәт


Йырлап-бейеп йәшәүҙәре бер ғүмер...

Темәстәр “Мираҫ” фестиваль-смотрын башланы 
 

Районыбыҙҙа тематик үҙешмәкәр смотр-конкурсын үткәреп, яңы таланттар билдәләү, һуңынан еңеүселәрҙең концертын ойоштороу матур йолаға әүерелгән. 16 февралдә халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй тарихы йылына арналған “Мираҫ” район фестиваль-конкурсы старт алды. Үҙенсәлекле сараны башлау хоҡуғы темәстәргә тапшырылғайны.