26 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Мәғарифҡа аҡса

2012 йылға Башҡортостанда дөйөм белем биреү системаһын яңыртыуға федераль үҙәктән 2 миллиард 133 миллион һум, республика бюджетынан 142 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Финанс уҡыу йорттарына төрлө йыһаздар, уҡыусыларҙы ташыу өсөн транспорт һатып алыуға, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыуға, дистанцион белем биреүгә һ.б. йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ 121 мәктәпкә капиталь ремонт эшләнәсәк.

Яңы техника алынды

Райондың алдынғы хужалығы – Ленин исемендәге АХК техник потенциалын яңыртыуҙы дауам итә. Ошо көндәрҙә хужалыҡ ике өр-яңы МТЗ-82.1 тракторы һатып алды. Яңы техника кооперативтың алдынғы механизаторҙары Ғәйзулла Сағынбаев менән Зәки Ҡотлоғужинға беркетелде.

Эшһеҙлек тураһында

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса әлеге көндә районда 596 кеше эшһеҙ булараҡ иҫәпкә ҡуйылған. Был һан үткән ошо осор менән сағыштырғанда бер аҙға кәмерәк. Йыл башынан 11 кеше ҡабаттан һөнәр алыуға йүнәлтелгән: уларҙың унауһы ашнаҡсыға уҡыһа, берәүһе персонал буйынса менеджер һөнәрен үҙләштерә.

Фәһемле саралар үтә

Ошо көндәрҙә Мерәҫ мәктәбендә асыҡ класс сәғәттәре уҙа. Ҡыуандыҡ Әбдрәхимов уҡыусыларға дәүләт символдары тураһында асыҡ дәрес ойошторһа, Фәниә Раева халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Рәми Ғариповҡа арнап “Шәхес тыуа бала саҡтан” тип исемләнгән йөкмәткеле сара үткәрҙе.

Йәгеҙ әле, егеттәр!

Беҙҙең Төркмән ауылының мәҙәниәт йортонда 22 февралдә “Йәгеҙ әле, егеттәр!” бәйгеһе үтте. Йыр-бейеү, уйын-көлкө менән үрелеп барған кисә барыһына ла оҡшаны. Бәйгелә мәктәп, урындағы дауахана, Абҙаҡ ауылы ир-егеттәре әүҙем ҡатнашты.
З. Ғилманова, мәҙәниәт йорто режиссеры.

Хроника

Баймаҡ муниципаль район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ секторы мөдире итеп быға тиклем шәхси эшҡыуар булып эшләгән Гөлшат Мөхтәр ҡыҙы Асылова тәғәйенләнде.

АПК-ны үҫтереү

Фермерҙарға ярҙам буласаҡ

Билдәле булыуынса, күптән түгел Өфөлә Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының XXIII конференцияһы ойошторолдо. Сараның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев, уның беренсе урынбаҫарҙары А.С. Йыһаншин менән Н.А. Коваленко, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, банк вәкилдәре, район хакимиәте башлыҡтары, мәғлүмәт-консультация үҙәге директорҙары, фермерҙар ҡатнашты. Беҙҙең райондан был форумға хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, район фермерҙары ассоциацияһы рәйесе Р.Ф. Сирбаев, ошо үҙәктең әйҙәүсе зоотехнигы А.Р. Сәйфуллина, КФХ етәкселәре Р.Б. Арғынбаев, Б.Ф. Миңлебаев һәм А.А. Шәрәфетдинов барҙы.
Яңы эш башлаусы фермерҙар эҙмә-эҙлекле дәүләт ярҙамы аласаҡ, – тип белдерҙе вице-премьер, – быйылдан КФХ ойоштороу өсөн гранттар бүлеү, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, инженер инфраструктураһы, ерҙе теркәү өсөн бер тапҡыр матди ярҙам биреү ҡаралған. Дәүләт программаһы нигеҙендә фермерҙарға ярҙам итеү дауам итәсәк. Атап әйткәндә, аграрийҙар ҡыҫҡа сроклы һәм инвестиция кредиттарына, тоҡомло малсылыҡҡа, тибен йылҡысылығына, элиталы орлоҡсолоҡҡа субсидия аласаҡ. Шулай уҡ уңышты страховкалау практикаһы дауам итәсәк; ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ инвентары, минераль ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт тарафынан ҡапланасаҡ. Льготалы хаҡ менән яғыулыҡ-майлау материалдары бүленәсәк. Бер үк ваҡытта “500 ферма” проектын тормошҡа ашырыу башланды.
Конференцияла министрҙың беренсе урынбаҫарҙары А.С. Йыһаншин һәм Н.А. Коваленко, республика фермерҙар ассоциацияһы президенты Т.С. Торомтаев, БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары И.С. Әминев, “Рәсәй ауыл хужалығы банкы” ААЙ-һының Башҡортостан төбәк филиалы директоры И.Р. Мөхәмәтдинов, БР буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығының һалым һалыу бүлеге начальнигы Р.М. Ғарипова, “Башсельхозтехника” ДУП-ының генераль директоры И.С. Тимерғәлин сығыш яһаны.
Һуңынан фермерҙар ассоциацияһының етәксе органдарына һайлау үткәрелде. Бынан ары ойошманы БР Аграр союзы рәйесе З.И. Сәйетғәлиев етәкләйәсәк. Беҙҙең райондан танылған фермер Айрат Шәрәфетдинов иһә фермерҙар ассоциацияһының яңы Советына ағза итеп һайланды.
Азамат Мөхәмәтшин.

Һөйөнөслө яңылыҡ

«УралСиб»тан ҙур бүләк

Районыбыҙҙың үҫеше, уның йәшәйешен яҡшыртыу өсөн һуңғы арала күп эштәр башҡарыла. Шуларҙың айырыуса ҡыуаныслыһы – “УралСиб” банкы ААЙ-һының “Ирекле иғәнә” Программаһы буйынса баймаҡтарға оло ярҙам күрһәтеүе. Әлегә бар ярҙамдың 9 миллион 181 мең һумы килеп еткән.
Ярат мәктәбенә банктың 1 миллион 200 мең һумлыҡ автобус бүләк итеүе тураһында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. “УралСиб” банкы, районыбыҙ халҡын тағы ла ҡыуандырып, үҙәк ҡала дауаханаһының балалар бүлеге өсөн 5 миллион һум аҡса бүлде. Был ярҙам яңы медицина ҡорамалдары алыу өсөн тотоласаҡ. Шулай уҡ “Күбәләк” балалар баҡсаһы өсөн яңыраҡ 2 миллион 600 мең һум ебәрелеүе лә билдәле булды. Был аҡсаға “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы көндәр йылыныу менән баҡсаның тәҙрәләрен алмаштырасаҡ. Түбә балалар йортона иһә бүләккә бирелгән аҡсаның 67 мең һумына – һауыт-һаба йыуыу машинаһы, 287 мең һумға – спорт инвентары, 27 мең һумға ҡоро бассейн һатып алынған.
Билдәле булыуынса, ирекле иғәнә банк етәкселегенең махсус ҡарары буйынса һайлап алынған урындарға ғына бирелә. Шуға күрә иң ҙур иғтибар беҙҙең районыбыҙға бүленеүе икеләтә ҡыуаныслы. Был юҫыҡта муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡовтың Милли банк, «УралСиб» банктары етәкселәре менән бер йүнәлештә, тығыҙ эшләүе, улар менән уртаҡ тел таба белеүе, район мәнфәғәте өсөн янып йөрөүе, әлбиттә, мөһим әһәмиәткә эйә.
Киләсәктә лә беҙҙе ошондай һөйөнөслө яңылыҡтар урап үтмәҫ, тип ышанып, район етәкселегенә, “УралСиб” банкына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.

Тантаналар

Ватан һаҡсыларына бағышланды

Йыл һайын илебеҙҙең һәр мөйөшөндә Ватанды һаҡлаусылар көнө киң билдәләнә. Беҙҙең районда ла байрам айҡанлы ветерандар, яугирҙар, барлыҡ ир-егеттәр тәбрикләнде. Матур йолабыҙға ярашлы, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, уның урынбаҫарҙары, ҡаланың һәр предприятие-ойошма, учреждение вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалып, Ватаны өсөн йәнен биргән яугирҙарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. 
 
Артабан халыҡ ижады үҙәгендә тантаналы йыйылыш булды. Унда Ватанды һаҡлаусылар тәбрикләнеп, улар өсөн матур йөкмәткеле концерт ойошторолдо.
Илебеҙҙең һағында торған һалдаттарыбыҙ, Тыуған иле өсөн ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙарыбыҙ һәр саҡ халҡыбыҙ күңелендә булһын.
Г. Салауатова.

РФ Президентын һайлау

Ә һеҙ һайлауға бараһығыҙмы?

Гөлсирә Вәлиева, Ишбирҙе ауылы: “Бындай мөһим сараларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалғаным булманы. “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы булараҡ, һайлау барышында үҙебеҙҙең йырҙар, таҡмаҡтар менән сығыш яһайбыҙ, сәй табыны ойошторабыҙ. Ҡыҫҡаһы, бергәләп ошондай сараларҙы уҙғарабыҙ. Рәсәй Президенты һайлауына ла әҙерлек алып барабыҙ.
Кем өсөн тауыш бирергә тигән һорау мине бер ваҡытта ла борсоманы. Быға яуабым күптән әҙер. Ауылдаштарымды ла әүҙемлек күрһәтергә саҡырам”.
Баймаҡ ҡалаһының С.Юлаев урамынан бер ханым, исемен атамауҙы һораны: “Элегерәк һайлауҙа ҡатнаша торғайным, тик был урамға йорт һалып сыҡҡаны бирле йөрөгәнем булманы. Сөнки 1-се мәктәптә урынлашҡан һайлау участкаһында исемлектә хатта беҙҙең өй ҙә күрһәтелмәгән. Сәбәбен белешкәс: “Иҫке исемлекте ебәргәндәр”, – тип аңлаттылар. Ә инде һайлауға мотлаҡ барырмын, тип уйлайым. Кем өсөн тауыш бирергә лә уйлап ҡуйғанмын. Ләкин тағы ла беҙ исемлектә булмаһаҡ, нимә эшләргә?”
Нәзирә Ғүмәрова, Аҡморон ауылы: “Рәсәй Президенты итеп мин алдан күрә белгән, халыҡтың йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынған, илдең эске һәм тышҡы иҡтисадын яҡшы өйрәнгән, абруйлы, үҙенең оппоненттарынан ҡурҡмаған, ләкин уларҙы хөрмәт иткән, белемле, бер нисә сит телде белгән, илдең алға китешен күҙ уңында тотҡан кеше итеп күрәм. Ҡыҫҡаһы, мин тауыш бирәсәк кандидаттың Президент булыуына шигем юҡ”.
Булат Маннапов, Иҙрис ауылы: “Президент һайлауы яҡынлашҡан һайын көсөргәнешлек тә арта. Кем өсөн тауыш бирергә? Бөгөн һәр кемде ошо һорау борсойҙор, моғайын. Президентлыҡҡа кандидаттарҙың һәр береһен алып ҡарайыҡ. Уларҙың барыһы ла “алтын тауҙар” вәғәҙә итә. Ләкин кемеһенә ышанырға?
Уйлап ҡараһаң, беҙҙең Рәсәй һынауҙарҙы күп үтте: 1914 йыл, 1917-1919 йылдар, 1921 йыл, 1941 йыл, 1975 йыл, 1990 йыл... Былар барыһы ла тарих биттәрендә үҙенең ҡара таптарын ҡалдырҙы. Инде килеп 2012 йылда ла ниндәйҙер үҙгәрештәр кәрәкме?
Бөгөн илебеҙ һәр яҡлап та үҫешә, яңы һулыш менән йәшәй. Тормошобоҙ яҡшырғандан-яҡшыра. Быларҙың барыһы ла ил етәкселегенең дөрөҫ сәйәсәт алып барыу һөҙөмтәһе, тип аңларға кәрәк. Ябай халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртҡан күпме программалар эшләй. Шуға күрә кемде Рәсәй Федерацияһы Президенты итеп һайларға тигән һорау мине бер ҙә борсомай. Райондаштарыма ла мөрәжәғәт итеп, Президентлыҡҡа кандидаттарҙы ныҡлап өйрәнергә кәңәш итәм. Бөгөнгө менән үткәндәрҙе сағыштырып ҡарау ҙа етә. Ете түгел, етмеш ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә өйрәнәйек”.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Техосмотр

Ҡаргиҙәрҙәр тикшерелә

Билдәле булыуынса, БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 27 ғинуарындағы 65-р һанлы бойороғона ярашлы һәм шәхси секторҙағы юлһыҙ ерҙән йөрөүсе мототранспорт сараларының иҫәбен асыҡлау маҡсатында 1 февралдән 29-ына тиклем район биләмәһендә “Ҡаргиҙәр” айлығы иғлан ителгәйне.
Райондың Гостехнадзор инспекцияһы тарафынан район биләмәһендәге ҡаргиҙәрҙәрҙе тикшереү эштәре дауам итә. Бөгөн бөтәһе 17 транспорт иҫәпләнеп, шуның 15-е техосмотрҙы уңышлы үтте. Операция барышында тағы ла 3 ҡаргиҙәрҙең иҫәптә тормауы асыҡланды, һөҙөмтәлә уларҙың берәүһе теркәлде. Шулай уҡ “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының тау саңғыһы базаһы ҡаргиҙәрҙәре лә хәүефһеҙлеккә тикшерелде.
Р.Байымов,
Гостехнадзор инспекцияһының әйҙәүсе белгес-эксперты,
өлкән дәүләт инженер-инспекторы.

Сәйәсәт

Милли хәүефһеҙлек хаҡында, йәки “Армия – социаль лифт”

Ошо көндәрҙә “Российская газета”ла РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың Ҡораллы көстәрҙе реформалау һәм оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереү темаһына арналған сираттағы мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ул “Көслө булыу: милли хәүефһеҙлек гарантияһы” тип атала. Рәсәйҙә Ҡораллы көстәрҙе үҫтереү һәм оборона-сәнәғәт комплексын яңыртыу буйынса төрлө программалар ҡабул ителгән һәм улар ғәмәлгә ашырыла. Ошо маҡсатта алдағы ун йылға 23 триллион һум тирәһе аҡса бүлеү планлаштырыла.
Мәҡәләлә В.Путин армияны үҙгәртеп ҡороу – алдан уйланылған һәм, иң мөһиме, көнүҙәк ҡарар тип атай. Уныңса, үткән быуат өлгөләрендә барлыҡҡа килгән ҡораллы көстәр үҙенең мөмкинлеген файҙаланып бөттө. Киләсәктә һуңғы техника ҡаҙаныштары менән йыһазландырылған һәм һуғыш алып барыуға әҙер мобиль бригадалар булырға тейеш.
Оборона-сәнәғәт комплексын яңыртыу барлыҡ иҡтисадтың локомотивы буласаҡ. Был тармаҡты модернизациялау металлургия, машиналар төҙөү, химия сәнәғәте, радиоэлектроника, телекоммуникация һәм мәғлүмәт технологиялары кеүек тармаҡтарҙы ла үҙ артынан эйәртәсәк.
Беҙҙең маҡсат – профессиональ армия төҙөү, – тиелә мәҡәләлә. – Ләкин дәүләт хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан баш тартырға йыйынмай. Шундай итеп эшләргә кәрәк: армияла хеҙмәт итеү йөкләмә түгел, ә үҙенсә бер өҫтөнлөккә әйләнергә тейеш.
Мәҡәләнән күренеүенсә, хәрби бурысын үтәп ҡайтыусыларға юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөк бирелергә, уларға профессиональ имтихандар тапшырғанда дәүләт иҫәбенән өҫтәмә әҙерлек үтергә мөмкинлек булдырылырға тейеш. Шулай уҡ армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан һәм юғары белем алғандарға иң яҡшы Ватан һәм сит илдәрҙең бизнес-мәктәптәрендә уҡыуға бюджет гранттары биреү тураһында ла һүҙ бара. Бынан тыш, дәүләт граждан хеҙмәтенә, идара итеүселәр резервына ҡабул иткәндә лә хәрби бурысын үтәүселәргә өҫтөнлөк биреү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. “Армия мөһим социаль лифт булараҡ үҙенең традицион ролен кире ҡайтарырға тейеш”, – ти В.Путин.
Үҙенең статьяһында автор хәрбиҙәрҙе социаль тәьмин итеү мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бүлә. Улар социаль гарантияларҙың тулы пакеты менән тәьмин ителергә тейеш. Ул – медицина хеҙмәтләндереүе, санатор-курорт дауалауы, лайыҡлы пенсия, хеҙмәттән киткәс, эшкә урынлашыу мөмкинлеге.
Әйткәндәй, быйыл 1 ғинуарҙан хәрби пенсиялар 1,5 тапҡырға, хәрбиҙәргә аҡсалата довольствие 3 тапҡырға артты. Даими торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен 2013 йылдың аҙағынаса тулыһынса хәл итеү бурысы ҡуйыла.
Дөйөм алғанда, “Көслө булыу: милли хәүефһеҙлек гарантияһы” тигән мәҡәләнең төп темаһы хәрбиҙәрҙе социаль яҡтан яҡлау булып тора. Әлбиттә, күптәр хәрби хеҙмәткә яҙмышын бөтөнләй икенсе сәбәп, теләк менән бәйләгәндер, шулай ҙа социаль яҡтан тейешенсә яҡлаулы булыу – ул дәүләттең эшеңде, хеҙмәтеңде баһалауы, тип тә аңларға кәрәк. Ватан һағында тороусы граждан иғтибарын икенсе проблемаларға йүнәлтмәһен, үҙенең көнкүреш мәсьәләләре тураһында көйәләнмәһен өсөн дәүләт лайыҡлы шарттар тыуҙырырға тейеш. Әлбиттә, хәрби профессияның престижы күберәк аҡса эшләү , фатир алыу һ.б. мөмкинлектән генә тормай, тик унһыҙ ҙа булмай. Ил һаҡсылары үҙҙәренең ғаиләләре өсөн тыныс булырға тейеш. Шулай булғас, Путиндың мәҡәләһендәге торлаҡ алыу, социаль пособиеларҙы арттырыу, армиябыҙҙың контракт системаһына күсеү мәсьәләләре – заманыбыҙҙың мөһим проблемаһы һәм улар күптән көн ҡаҙағында тора.
Ғөмүмән, атап үтелгән мәсьәләләр тормошҡа ашырылһа, йәмғиәттең армияға ҡарата булған мөнәсәбәтен дә үҙгәртер, армия системаһына ла ыңғай тәьҫир итер.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Мәҙәниәт

Сәхнәлә – хоҡуҡ һаҡсылары

Хоҡуҡ һаҡсыларының оператив, мөһим хеҙмәте тынғыһыҙлығы менән айырылһа ла, улар төрлө спорт, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша
Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура райондары һәм Сибай ҡалаһының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең Сибай ҡалаһында үткән үҙешмәкәр смотр-конкурсы Башҡортостанда Эске эштәр министрлығының ветерандар ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә 50 йыл тулыуға бағышланды.
Тәүҙә һәүәҫкәр артистарҙы Сибай ҡалаһының эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы А.А. Алехин тәбрикләп үтте. Үҙенсәлекле сараны сәхнәнең хужалары – сибайҙар башланы.
Смотр-конкурста ҡатнашҡан биш коллектив та бай йөкмәткеле концерт әҙерләгән ине. Шуға күрә жюри хеҙмәткәрҙәренә иң-иңдәрҙе билдәләүе еңелдән булманы. Шуныһы ҡыуаныслы, ошо мәртәбәле конкурста Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре беренсе урынды яуланы. Гран-приға – сибайҙар, икенсегә – хәйбуллалар, өсөнсө урынға – ейәнсуралар һәм күгәрсендәр лайыҡ булды.
Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре өлкән лейтенант Ю.Р. Шаһимуллина, полиция старшинаһы А.А. Бикбулатов, сержант А.Б. Ҡаһарманов, өлкән лейтенант У.А. Яҡшыбаев, майор А.А. Йәнбәкова, капитан В.М. Новиков, штаб аналитигы З.С. Нәҙербаеваларҙың сығышы юғары баһаланып, айырым номинацияларға лайыҡ булды.
Баймаҡ хоҡуҡ һаҡсыларының халыҡ инструменттары ансамбле, хор, бейеү коллективы, ир-егеттәр вокаль ансамбле смотр-конкурстың лауреаты тип табылды һәм диплом менән бүләкләнде.
Сарала полиция хеҙмәткәрҙәренең балалары һәм отставкалағы милиция майорҙары Ф.М. Нәсибуллин, А.А. Абҙаҡов та әүҙем ҡатнашты.
Эшендә һынатмаған кеүек, йыр-бейеүгә маһир булған Баймаҡ эске эштәр бүлегенә артабан да уңыштар ғына йылмайыуын теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Конкурстар

Беҙҙең ҡалабыҙ матур эшсән йәштәре менән!

Тьфү, тьфү, күҙ теймәһен! Матурлыҡ менән Көс ярыша бит бында! Сибәрлек менән Ғәйрәт алыша... Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы Баймаҡ филиалының тамаша залында үткән “Эшсе ҡатын-ҡыҙ”, “Эшсе ир-егет” конкурсын ҡарағанда әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Аҡйондоҙ менән Мәрәһим ураҡ урып ярышҡан мәлдә әйтелгән ошо һүҙҙәр ирекһеҙҙән хәтергә килде. Ысынлап та, бында ла Матурлыҡ менән Көс ярышты. Көс тигәс тә, тура мәғәнәлә көрәшеү түгел, ә йәштәрҙең рухи көсө сағылды. Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр секторы белгесе Зөлфиә Саппарова бындай бәйгене ойоштороуға өс йыл рәттән үҙ көсөн һалды. Быйыл ир-егеттәрҙең дә ҡатнашыуы бәйгегә үҙе бер йәм өҫтәне.
Шулай итеп, 8 ҡатын-ҡыҙ, 7 ир-егет тәүге турҙа сәләмләне, үҙҙәре, һөнәри эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был турҙа “БИП Комфорт-Плюс” ЯСЙ-һы хеҙмәткәре Михаил Выродовтың баянда һыҙҙырып башҡорт көйҙәрен уйнауы, “Росгосстрах” ЯСЙ-һынан Гөлназ Рәхмәтуллинаның аудитория менән йылы бәйләнеш булдырыуы, үҙәк ҡала дауаханаһы педиатры-кардиологы Эльвира Латыпованың балаларҙың сәләмәтлеге хаҡында сикһеҙ мөхәббәт менән һөйләүе, хеҙмәттәштәренең уға арнап йыр башҡарыуы, Ләлә Мырҙабаева-Иҫәнбаеваның эше тураһында телефондан әсәһе менән һөйләшкән булып халыҡҡа еткереү алымы үҙенсәлеклелеге менән айырылып торҙо. Әлбиттә, башҡа сығыштар ҙа бер-береһенә оҡшамаған ине.
Икенсе турҙа конкурсанттар ҡул оҫталығын, яратҡан шөғөлдәрен күрһәтте. Бында ла ярыш көсөргәнешле барҙы: ҡатнашыусыларҙың һәр икенсеһе йырсы, өсөнсөһө бейеүсе булып сыҡты. “Бына ниндәй дәртле йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр эшләй икән ҡалабыҙҙа!” – тигән һоҡланыу, ғорурланыу хисе күңелдә әллә нисә тапҡыр баш ҡалҡытты. 1812 йылғы Ватан һуғышы, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы, тыуған яҡ, патриотизм тематикаһына арналған сығыштар көнүҙәк тә, үҙенсәлекле лә булыуҙары менән тамашасы күңелдәрен арбаны.
Әлбиттә, һәр конкурсант хеҙмәтенә булған һөйөүен күрһәтә, эш кейемен рекламалай һәм яратҡан шөғөлдәрен оҫта итеп еткерә алды. Әммә сәхнәнең тар, һалҡын һәм конкурсанттарҙың кейенеп-сисенә торған бүлмәләрендә ут булмауы, ара-тирә ҙур паузалар килеп сығыуы, аппаратураның ураған һайын “фокустар” күрһәтеүе кәйефте ҡырҙы. Ошо етешһеҙлектәргә күҙ йомоп ҡарағанда, конкурс бик матур, юғары кимәлдә үтте, тип әйтергә була. Уны киләсәктә ҙурыраҡ сәхнәлә, күберәк тамашасыға еткереү тағы ла фәһемлерәк булыр ине. Йәштәр секторы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән быйыл ҙур ғына бүләктәр әҙерләнгән. Әммә иң ҙур бүләк – ҡатнашыусыларҙың таланты – тамашасы күңелен һалҡын көндә арыу ғына итеп йылытҡандыр, моғайын.
Айгөл Иҙелбаева.

Спорт

Темәстәр йәнә беренсе!

Былтырғы “Йәгеҙ әле, егеттәр!” ярышының фавориттары – Темәс командаһы – быйыл да беренсе урынға лайыҡ булды
Үткән шәмбелә 1-се мәктәптә ойошторолған хәрби-патриотик рухтағы сарала Темәс, Мерәҫ, Икенсе Этҡол, Йомаш, Кәрешкә һәм ҡаланың 1-се, 4-се мәктәптәре командалары ҡатнашты. Улар тәүҙә үҙ зоналарында көс һынашып еңгәйне.
 
Егеттәргә иң тәүге һынау строевой әҙерлекте күрһәтеү булды. Отделение һәм уның командиры менән урында начальникка доклад яһау, боролоу, шеренгаларға бүленеү, сафта атлау, йыр менән тантаналы маршта үтеү – ошоларһыҙ әрме тормошон күҙ алдына ла килтереп булмай. Бында яҡшы хәрби әҙерлек күрһәтеп, беренсе урынды Темәс командаһы, икенсене – Мерәҫ, өсөнсөнө иһә ҡаланың 4-се мәктәбе алды. Шуны билдәләргә кәрәк, быйыл командалар бөтәһе лә тиерлек камуфляжлы китель-салбарҙа ине, тик 4-се мәктәп кенә үҙенсәлекле кейемдә – моряк формаһында булды.
Артабан буласаҡ һалдаттар Рәсәй армияһының иң төп ҡоралы– АК-74 автоматын ваҡытҡа һүтеү-йыйыуҙа ярышты. Бында 4-се мәктәп алдынғылыҡҡа сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы 1-се мәктәп менән темәстәр бүлеште.