29 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Халыҡ иғтибарына

Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлау көнөндә – 4 мартта ауыл биләмәләренең һайлау участкаларында халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе ойоштороласаҡ.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы.

Мәктәптәргә – келәмдәр!

Яңыраҡ Учалыла 1996-1998 йылғы үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса асыҡ беренселек үткәрелде. Ул Советтар Союзы Геройы Ж.Ғ. Сөнәғәтуллиндың иҫтәлегенә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланды. Ярышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының милли көрәште һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән “Сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн көрәш” акцияһы сиктәрендә районыбыҙға махсус келәмдәр тапшырылды. Улар Урғаҙа, Таулыҡай, Юлыҡ, Буранбай, Әхмәр мәктәптәренә бүленәсәк.

Өлкәндәр бирешмәне

Ошо көндәрҙә Байымда ғәҙәти булмаған спорт ярышы – күп төрлө алыш (многоборье) үткәрелде. Унда Байымдан ике команда, Икенсе Этҡолдан – 1, Ниғәмәт һәм Үрге Яйыҡбайҙан 1 йыйылма команда һәм ҡунаҡтар – Муллаҡай спортсылары ҡатнашты. Ярышсылар пневматик винтовканан атыуҙа, тенниста, волейболда һәм шашка уйынында көс һынашты. Һөҙөмтәлә I урынды Байымдың өлкәндәр командаһы, II урынға этҡолдар, өсөнсөгә ниғәмәттәр лайыҡ булды. Әйткәндәй, бындай киләһе ярыш Икенсе Этҡолда уҙасаҡ.

Балалар ярышты

Йәш техниктар станцияһы Баймаҡ ДОСААФ-ы менән берлектә ҡала мәктәбе уҡыусылары өсөн спорт ярышы ойошторҙо. Рәсәй тарихы йылына арналған сарала балалар дартс, атыу, арҡан тартыу, һикереү һ.б. буйынса көс һынашты. Беренсе урынды – 3-сө, икенсене – 2-се һәм лицей-интернат, өсөнсө урынды 4-се мәктәп уҡыусылары яуланы. Балалар Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Темәстә – спектакль

Темәс ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ә.Яхинаның “Бабайға кәләш эҙләйем” спектаклен әҙерләгән. Күмәк көс менән әҙерләнгән комедияны темәстәр йылы ҡабул иткән.

 Һөт һауыу

(27 февралгә ҡарата көндәлек һауым, килограмдарҙа)
Хужалыҡтар
2011
2012
Ленин ис.
8,8
11,2
Рассвет”
4
7,3
Байҡара”
6,9
7,3
Баймаҡ”
3,3
5,8
Мырҙаҡаев”
4,2
5,8
Уңыш”
2,9
5,7
Союз”
4
4,5
Октябрь”
3,3
4,4
Таналыҡ”
4
4,2
Йылайыр”
3,4
3,9
Салауат ис.
3,2
2,9
Аҡморон”
2,1
2,3
Урал”
2
1,2
Район буй.
4
5,3
Ауыл хужалығы бүлегенең үҙәк диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, көндәлек тулайым һауым 206 центнер тәшкил итә, был 21 центнерға күберәк. Ленин исемендәге (56 центнер), “Уңыш” (34 ц), “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе (21 ц), “Байҡара” (20,3 ц), “Рассвет” (18,2 ц) хужалыҡтары тулайым продукция етештереүҙә үҫешкә өлгәшә. Был хужалыҡтарҙа, билдәле, көндәлек уртаса һауым да район кимәленән юғарыраҡ.
Һуңғы осорҙа һөт етештереү әкренләп арта башланы. Малдарҙың күпләп быҙаулауы, аҙыҡтың етерлек булыуы ла ҙур роль уйнай. Шулай ҙа технологик дисциплинаның аҡһауы производство үҫешенә кире йоғонто яһай.

Бәйгеләр

Баймаҡ дөлдөлдәре һынатманы

 
25 февралдә күрше Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһы ипподромында “Верхнеуральск масленицаһы” тип аталған халыҡ байрамы үтте. Матур йолаға ярашлы, был тамашаны ат спорты ярыштарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Быйыл да 17-се ҡышҡы өлкә ат спорты бәйгеһендә Силәбе өлкәһенең төрлө райондарынан, Башҡортостандан иң көслө юртаҡтар һәм менге аттары ҡатнашты. Был юлы ла республика намыҫын Баймаҡ районы яҡланы – баймаҡтар ярышҡа 6 юртаҡ һәм менге аты әҙерләп алып барғайны. “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының спорт аттары иң етеҙҙәре булып сыҡты. Ә шулай ҙа иң юғары уңышҡа Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һы арғымағы – Реактор ҡушаматлы сабыш аты иреште – 6 км араға уҙышыуҙа ул берәүҙе лә еткермәне. Әйткәндәй, күршеләрҙә үткән халыҡ байрамына район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге Баймаҡ делегацияһы ла тамаша ҡылды.
Ат спорты ярыштарынан тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотоһында: Р.Таймасов Ходкий ҡушаматлы юртаҡ менән.

Дәүләт ярҙамы

Яғыулыҡҡа хаҡтар арзанайтылды

Билдәле булыуынса, ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә дәүләт тарафынан йылдың-йылы маҡсатлы ярҙам күрһәтелә. Бындай хәстәрлектән, әлбиттә, беҙҙең район аграрийҙары ла ситтә ҡалмай. Быйыл да ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнгән шәхси предприятиеларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙам бүлергә ҡарар итте. Был, иң беренсе сиратта, яҙғы баҫыу эштәрен тейешле кимәлдә ҡаршы алыу һәм үткәреү һәм атап үтелгән милекселек формаларына яғыулыҡ-майлау материалдарына һатып алыу хаҡтарын арзанайтыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Март, апрель, май һәм июнь айҙарында ауыл хужалығы эштәрен атҡарыу өсөн республика аграрийҙарына яғыулыҡ-майлау материалдарын һатып алыу хаҡтары кәметелде. Әгәр ҙә бөгөн дизель яғыулығының 1 тоннаһы 33 мең һум торһа, яҙғы баҫыу эштәре осоронда ул атап үтелгән милекселек формаларына 17 мең һумдан артмаясаҡ. Был хаҡтар сәсеүлектәрҙе химик утау эштәре осоронда ла үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Әйткәндәй, беҙҙең районға быйыл льготалы хаҡ менән 1410 тонна дизель яғыулығы, 65,2 тонна автобензин бүленәсәк.
Р. Рәхмәтуллин,
Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең
үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары.


Субсидиялар бирелде

Үткән аҙнала “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре тарафынан БР Ауыл хужалығы министрлығы приказы нигеҙендә 2011 йыл өсөн тибен йылҡысылығына һәм һарыҡсылыҡҡа субсидиялар биреүгә заявкалар ҡабул ителде. Бөтәһе 3867 баш тибен аты, 1045 баш һарыҡ теркәлде. Хәҙер бер йылҡыға Рәсәй Федерацияһы бюджетынан – 200, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 580 һум субсидия бүленә. Быйылдан башлап һарыҡсылыҡҡа ла иғтибар артты: бер һарыҡ башына РФ ҡаҙнаһынан – 100, БР ҡаҙнаһынан 340 һум субсидия биреләсәк. Уны алыу өсөн документтар БР Ауыл хужалығы министрлығына тапшырылды, субсидия март урталарында көтөлә. Әйткәндәй, беҙҙең райондың тибен йылҡысылығы – 2 млн 886 мең, һарыҡсылыҡ тармағы 330 мең 440 һум аҡса аласаҡ. Күреүебеҙсә, бөгөн һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ҙә отошло. Әммә бындай дәүләт ярҙамына шәхси ярҙамсы хужалыҡтар түгел, ә рәсми рәүештә теркәлеү үткән һәм даими отчет биреп барған ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар, ШП-лар ғына өмөт итә ала.
Ф. Баййегетов,
үҙәктең белгес-эксперты.

Һайлау

Кандидатты яҡлап – Мәскәүгә!

Илебеҙ мөһим тарихи ваҡиға алдында – ошо йәкшәмбе беҙҙе Рәсәй Президентын һайлау көтә. 4 мартта илебеҙ граждандарының Президент булырға теләгән 5 кандидаттың кемеһен иң лайыҡлыһы тип иҫәпләүен беләсәкбеҙ.
Гөлгенә Азамат ҡыҙы Ғүмәрова – мәғариф бүлеге иҡтисадсыһы. Әле йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул дәртләнеп эшләүе һәм йәшәүе менән айырылып тора. Ил сәйәсәтенә һәм киләсәгенә битараф булмаған ҡыҙ ике йыл элек “Берҙәм Рәсәй” партияһы сафына инә. Мәскәү ҡалаһында Владимир Путинға теләктәшлек белдереп уҙғарыласаҡ митинг тураһында ишеткәс тә, Г.А. Ғүмәрова унда ҡатнашыу теләген белдерә.
Гөлгенә сәйәхәте тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашып: “Мәскәүгә Башҡортостандан 103 кешенән торған делегация барҙы. Уларҙың 80-е – ”Берҙәм Рәсәй”ҙән булһа, 23-ө – ”Йәш гвардия”сылар ине. Митинг 23 февралдә “Лужники” стадионында үтте. Унда илебеҙҙең һәр төбәгенән делегациялар килгән ине. Ғөмүмән, был көндө В.В. Путинға теләктәшлек белдереп, 130 мең самаһы халыҡ йыйылды. Тәүҙә Рәсәйҙең сәхнә «йондоҙҙары» ҡуйған концерт булды. Уның барышында илебеҙҙең билдәле сәйәсмәндәре лә сығыш яһаны. Артабан сәхнәгә В.В. Путин сыҡты. Ул беҙҙе һәр саҡ берҙәм булырға саҡырҙы, күп һанлы милләттәр татыу йәшәргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ», – тип белдерҙе. Был көндө башҡа кандидаттар өсөн дә митингтар йыйылһа ла, Владимир Путинды яҡлаған кешеләр күберәк ине. Артабан беҙ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән дә осраштыҡ”, – тине.
Беҙ үҙебеҙҙең дөрөҫ, хаҡ юлда икәнебеҙҙе яҡшы беләбеҙ”, – тигән Гөлгенә Ғүмәрова киләсәктә лә мөһим, тарихи ваҡиғаларҙың бәхетле шаһиты булыр, тип ышанабыҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Спорт

Үткән аҙнала “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙенә бокс яратыусыларҙы йыйҙы. Бында 1998-1999, 2000 йылғы үҫмерҙәр араһында бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының асыҡ, шәхси-командалы беренселеге уҙғарылды. Ул шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар, яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә һәм “Көнсығыш” зонаһы уҡыусыларының III спартакиадаһы иҫәбенә арналған ине.
Ярыш өс көн дауам итте. Баймаҡ, Сибай, Учалы, Белорет, Нефтекама ҡалаларынан, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан килгән спортсылар 30-38,5, 40-48, 50-59, 62-68, 72, 76 һәм 76 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында көс һынашты.
Һөҙөмтәлә командалар араһында беренсе урынға – Әбйәлил, икенсегә – Учалы, өсөнсөгә иһә белореттар лайыҡ булды. Шулай уҡ шәхси беренселектә еңеү яулаған, үҙ ауырлыҡ категорияларында чемпион булған беҙҙең боксерҙарҙы – Данил Солтанов, Ринат Ғарипов, Фидан Уразаев, Валера Жданов, Наил Теләүҡабуловты, 2-се урын алған Дмитрий Шеварановты билдәләп үтергә кәрәк. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
А. Ишназаров.
Автор фотоһы.

Белгес кәңәше

Нисек мул һөт һәм ит алырға?

Бының иң отошло юлы – малды яһалма ҡасырыуҙа
Һуңғы йылдарҙа республикала һыйыр һәм таналарҙы яһалма ҡасырыуҙың алдынғы технологиялары әүҙем тормошҡа ашырыла. Был иһә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә түбән продуктлы һыйырҙарҙы юғары генетик потенциалы булған малдар менән алмаштырыу мөмкинлеге бирә.
Һис шикһеҙ, малсылыҡ тармағын үҫтереүҙә яһалма ҡасырыуҙың роле ифрат ҙур. Мул һөт һәм ит, һау һәм эре үрсем алыу өсөн бөгөн ошонан да отошлораҡ ысул юҡ. Юҡҡа ғына ауыл хужалығы предприятиелары, эре крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ошо юлды һайламай. Ә бына шәхси секторҙа хәлдең тап киреһе күҙәтелә, күптәр һаман булһа малын тоҡомһоҙ үгеҙҙәрҙән ҡасырыуҙы хуп күрә. Һуңғы йылдарҙа халыҡ малды яһалма ҡасырыуҙың өҫтөнлөктәрен аңлап, был алымға йөҙ бора башланы. Әммә был ғына ситуацияны көйләй алмай. Былтыр райондың шәхси секторында 1531 баш һыйыр һәм тана яһалма ҡасырылған, был бөтә малдың 9,3 процентын тәшкил итә. Республика кимәлендә был яҡшы күрһәткес, шулай ҙа тынысланырға урын юҡ.


Райондың ветеринария хеҙмәте малды яһалма ҡасырыу эшенә йылдың-йылы ҙур иғтибар бүлә, күптәргә үҙ эшен асырға ярҙам итә. Бөгөн Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Темәс, Ҡуянтау, Төркмән, Урғаҙа, Йомаш, Таулыҡай ауылдарында яһалма ҡасырыу пункттары эшләй, улар ваҡытында орлоҡ, кәрәкле ҡоролмалар, материалдар менән тәьмин ителә. Быйыл уларға 878 доза элиталы орлоҡ таратып бирелде. Йыл башынан иһә 127 баш мал яһалма ҡасырылған.
Малды яһалма ҡасырыуҙың өҫтөнлөктәре нимәлә һуң? Иң беренсе сиратта, быҙауҙар ҡулайлы ваҡытта эре һәм һау булып тыуа, киләсәктә юғары продуктлы мал булып китә. Икенсенән, һыйыр һәм таналарға йоғошло ауырыуҙар таралмай, мәҫәлән, бруцеллез, лейкоз, трихоманоз, хламидиоз, лептоспироз, вибриоз. Өсөнсөнән, малдың эре нәҫел үгеҙенән йәрәхәт алыу мөмкинлеге юғала.
Яһалма ҡасырыу эшен йәнләндереү буйынса саралар юҡҡа ғына тормошҡа ашырылмай. Был, иң беренсе сиратта, шәхси хужалыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу, уларҙағы малсылыҡ тармағын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тимәк, халыҡ та мәсьәләнең мөһимлеген, ниһайәт, аңларға һәм танырға тейеш – ошо юл менән генә беҙ тармаҡҡа яңы һулыш бирә аласаҡбыҙ. Ә бит уның бер ҡыйынлығы ла юҡ – бары тик пунктҡа йәки урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы белгестәренә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Улар халыҡҡа һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Әйткәндәй, һыйыр йәки тананы ҡасырыу өсөн 450 һум түләргә кәрәк. Материал-препараттарҙың ҡиммәт булыуын иҫәпкә алғанда, хаҡ арзан килеп сыға.
Ғөмүмән, малды яһалма ҡасырыуҙың отошло булыуы бәхәсһеҙ һәм уны һәр шәхси ихатала ғәмәлгә индереү үҙен тулыһынса аҡлаясаҡ. “Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра” тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Шуны онотмайыҡ.
А. Иҫәнов,
район һәм ҡала ветстанцияһы начальнигы.
А. Ишназаров фотоһы.

Һорау—яуап

Алтын тапһаң...

Кеше хазина тапһа, уны дәүләткә тапшырырға тейешме? Бының өсөн уға күпме түләнә? Юғиһә, “ерҙәге бар байлыҡ—Хөкүмәттеке” тип тартып алалар, тиҙәр. Кемдер 25 процентын ғына бирәләр, ти. Улай булғас, алтын йәки башҡа төрлө хазинаны тапшырыуҙан ябай халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙа юҡмы ни?

Һорауға район прокурорының өлкән ярҙамсыһы И.З. Рәхмәтуллин яуап бирә:
Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ Кодексының 233-сө статьяһына ярашлы, ергә күмелгән йәки башҡаса йәшерелгән аҡса, ҡиммәтле әйберҙәр хазина тип атала.

Хәтер

Игенсе тигән даны ҡалды

Данлыҡлы агроном Ю.П. Моряковтың тыуыуына – 75 йыл
Тормош ҡанундары аяуһыҙ: шатлыҡтары менән бер рәттән ҡайғыһы ла булып тора. Ләкин уларҙың бер мәлгә тура килеүен нисек аңларға? Әсе яҙмыш типме? Юрий Петрович Моряков менән дә тап шулай булды. Теүәл ун биш йыл элек уның 60 йәшлек юбилейы бөтә район кимәлендә ҙур тантана итеп ойошторолғайны. Ә бер аҙна ла үтмәҫтән ул мәрхүм булып ҡалды...

Моряков үҙ ғүмеренең утыҙ ете йылын яратҡан игенсе шөғөлөнә бағышланы. Ошо йылдарҙың егерме дүрте “Йылайыр” совхозына тура килә. Бик һирәктәр генә бер урында белгес булып ошолай оҙаҡ йылдар эшләй алалыр. Етмәһә, республиканың иң ҙур игенселек хужалығында. Әйткәндәй, тәү ҡарамаҡҡа ғәжәп һымаҡ тойолһа ла, Өфө ҡалаһынан сыҡҡан егет шундай шәп агроном булып киткән.
Хәҙер патриотизм, Тыуған ил алдында бурыс, үҙ эшеңә бирелгәнлек кеүек төшөнсәләр нисектер онотола бара. Ә бына данлыҡлы агроном өсөн улар ҡоро һүҙҙәр генә булманы, уның тормош асылын билдәләне, йәшәү мәғәнәһенә әйләнде. Уны бер нисә тапҡыр Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренә, республиканың башҡа райондарына эшкә саҡырҙылар. Ләкин Юрий Петрович һәр төрлө ҡыҙыҡтырғыс вәғәҙәләргә ымһынманы, ә Баймаҡ еренә тоғро булып ҡалды.

Замандаш

Нурлы йорт, ырыҫлы ғаилә

... 1957 йыл. Яҡын-тирәләге 8 ауыл Советынан йыйылған малайҙар һәм ҡыҙҙар Түбә 2-се башҡорт урта мәктәбенең 8-се класына уҡырға килгәнбеҙ. Әлбиттә, тәүге ваҡытта бер-беребеҙҙең кем икәнлеген белмәйбеҙ. Шулай ҙа ваҡыт үтеүгә һәммәһе менән дә тигәндәй танышырға өлгөрҙөк.
Ул мәлдә мәктәптә 500-ҙән ашыу уҡыусы белем алды. Балалар күп булғас, уҡыу ике сменала ойошторолдо, бер класта кәмендә 25-30 бала уҡыны. Беҙ, һигеҙенселәр, өс класс инек. Иптәштәрем араһында башлыса Икенсе Этҡол, Муллаҡай, Күсей, Таһир, Бетерә мәктәптәрен тамамлаусылар булды.

Бына ошо уҡыусылар араһында урта кәүҙәле, бер аҙ шаяныраҡ, белемгә зирәклеге менән айырылып торған Вәкил исемле малай ҙа бар ине. Етмәһә, ул беҙҙең күрше – Байым ауылынан булып сыҡты.
Түбә урта мәктәбендәге өс йыл уҡыу һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Өлгөргәнлек аттестаты алған 18 егет һәм ҡыҙ төрлөбөҙ төрлө ауылдарға таралыштыҡ.
Ә минең класташым Вәкил, һис уйлап тормай, Юлдыбайҙа урынлашҡан профтехучилищеға уҡырға инә һәм уны тик юғары билдәләр менән тамамлай. Уҡыу йорто дирекцияһы уны уҡытыусы булып ҡалырға өгөтләй, әммә ата-әсәһе риза булмағас, Вәкил ауылына ҡайта. Бер килке тракторҙа эшләгәс, ул Совет Армияһы сафына саҡырыла. Өс йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң туған “Урал” колхозында бер йыл самаһы тракторҙа, комбайнда эшләп ала. 1966-1968 йылдарҙа Байым һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә хеҙмәт, физкультура дәрестәренән белем бирә, шуның менән бер рәттән тәрбиәсе лә булып эшләй. Шул уҡ йылдарҙа Муллаҡай ауылы ҡыҙы уҡытыусы Мәҙинә менән сәстәрен сәскә бәйләй.

Хоҡуҡ һаҡлау

Браконьер” операцияһы

Мышы атыусыны тотоу өсөн күтәрткес кран кәрәк була
Баймаҡ районының хозур тәбиғәтенә элек-электән кем генә һоҡланмаған! Матур ерҙәр шиғыр юлдарына һалынған, йыр итеп йырланған, легендаларға әүерелгән. Шул уҡ ваҡытта тыуған тупрағыбыҙ яман уйлы кешеләрҙе лә йәлеп иткән. Үкенескә ҡаршы, сит-ят тарафтарҙан килеп, хозур тәбиғәтебеҙгә ҡул һуҙыусылар, уны вәхшиҙәрсә талаусылар әле лә бар.
Баймаҡ районының мул балыҡлы йылға-күлдәре, йәнлеккә бай урмандары браконьерҙарҙы ныҡ йәлеп итеүе билдәле. Айырыуса Сибай ҡалаһы, Ырымбур, Силәбе өлкәһенең мылтыҡ тотҡан кешеләре еңел табыш, мажара эҙләп беҙҙең яҡтарға килеүсән.
Яңы йыл каникулында эшһеҙ “йонсоп ятҡан” өс дуҫ Сибай ҡалаһына йүнәлә. Сил илдә эшләнгән иң ҡиммәтле, иң “текә” машиналарға тейәлгән өс таған Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһынан Башҡортостанға “һә” тигәнсе килеп тә етә. Сибай ҡалаһында йәшәгән ир дуҫтарының йәнлек аулау теләге менән янып килеүен аңлап, уларҙы тау-урманға һыйынып ултырған Юлыҡ ауылына алып китә. Бында Силәбе күстәнәстәре менән мәжлес ҡороп, ҡыҙып алған ирҙәр, “Урал” йөк машинаһына тейәлеп, урманға йүнәлә. Машинаның кабинаһына ла, кузовына ла ултырған кешеләр тирә-яҡты ҡарап, аңдып бара. Шул саҡ шишмә буйлап биш мышы килеп сыға. Бәҫкә күмелгән урман, сылтырап аҡҡан шишмә, уның буйындағы ҡолонсаҡтарын эйәрткән инә һәм ата мышы матур күңелле әҙәм балаһы өсөн әкиәт донъяһы булып күренер ине. Бындай хозурлыҡты өркөтөргә түгел, ә унан һүрәттәр генә төшөрөргә ине лә бит. Тик саҡырылмаған ҡунаҡтар, күп уйлап тормай, бер мышыны атып йыға. Унан «Һунарсы өйө» тип аталған ергә килеп табындарын дауам итә. Ирҙәр тракторсы яллап, мышыны һөйрәтеп алып килеп, тиреһен тунайҙар, итен өлөштәргә бүләләр. “Һуңынан килеп алабыҙ”, тип итте Йомаштағы таныштарында ҡалдыралар.
Ошо браконьерҙарҙы эйәртеп алып йөрөгән, уларҙың енәйәтен йәшергән, үҙенең тыуған ерен таларға ярҙам иткән Баймаҡ ирҙәре тураһында уйлаһаң, иҫ-аҡылың китер. Ата-бабаларыбыҙ ғүмерен биреп һаҡлаған ерҙе улар бер нисә шешә араҡыға һата бит!
Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр. Юлыҡ урманында браконьерҙарҙың мышы атыуы тураһындағы хәбәр Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренә билдәле була. Полицейскийҙар шунда уҡ эшкә тотона. Браконьерҙарҙы билдәләгәндән һуң, Баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары майор Ф.Ә. Моратов етәкләгән оператив төркөм Копейск ҡалаһына йүнәлә. Сибай ҡалаһында йәшәгән браконьер, иптәштәрен һатмаҫ өсөн, мышыға атҡан кешенең исем-фамилияһын ғына әйтә лә, уның йәшәгән адресын, эшләгән урынын бирмәй. Копейскта бик таралған исем-шәриф булғанға күрә, әшнәһен тапмаҫтар тип өмөтләнә. Шуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ хоҡуҡ һаҡсылары тиҫтәләгән кеше араһында браконьерҙы асыҡлай. Тик уның фатиры бикле булғанға, Баймаҡ полицейскийҙарына төндө подъезда үткәрергә тура килә. Браконьерҙың кеҫә телефонына шылтыратҡас, ул үҙенең ҡаланан ситтә булыуын, ҡасан ҡайтырын белмәүен белдерә. Шулай ҙа Ф.Ә. Моратов кеҫә телефоны компанияһы аша уның ҡайҙалығын билдәләттереп ҡарай. Енәйәтсенең фатирында йәшенеп ятыуы асыҡлана. Тик ул барыбер ишекте асмай, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Ф.Ә. Моратов Копейск ҡалаһының прокуроры Дмитрий Сергеевич Пикельныйҙан браконьерҙың фатирына үтеп инергә рөхсәт һорай. Прокурор рөхсәт бирә һәм: “Беҙҙең хоҡуҡ һаҡсылары ла башҡорт полицейскийҙары кеүек эшләһә, беҙҙең урмандарҙа ла мышы булыр ине”, – тип ҡуя.
Кран менән дүртенсе ҡатҡа күтәрелгән полиция майорын күргән браконьер тәҙрәһен ярғанды көтмәй, балкон ишеген аса һәм: “Бер мышы арҡаһында шул тиклем шау-шыу тыуҙыраһығыҙмы?!” – тип үпкәһен белдерә.
Атылған мышының хаҡын 43 мең һумға баһалайҙар. Бынан тыш РФ Енәйәт Кодексының 258-се статьяһына ярашлы (Законһыҙ һунар итеү), енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, браконьерҙарҙың Баймаҡ ерендәге был тәүге вәхшилеге түгел. Талҡаҫ күлендә тоҡлап ҡыҫала тотоусылар, Әбделкәрим ауылы янындағы һыуһаҡлағыста балыҡ һөҙөүселәр хөкөм эскәмйәһенә эләккәйне инде.
Судтың йомшаҡлығына өмөт итеп, төркөм менән эш итеүҙә ғәйепләнмәҫ өсөн (билдәле булыуынса, бындай осраҡта ҡатыраҡ закон ҡулланыла), енәйәтте бер кеше өҫтөнә ауҙарған браконьерҙар ғәҙел хөкөм ителер тип ышанғы килә.
Күпме генә уйланһам да, мышы атыусыларҙы күңелем менән бер нисек тә аҡлай алманым. Үҙҙәре йәки балалары ас ултырһа, бәлки, аңлашылыр ҙа ине. Әммә бай, етеш йәшәгән кешеләрҙең өҫтәле ризыҡтан һығылып торһа ла, күңел асыуҙың һәр төрөнә аҡсалары тулып ятһа ла, уларҙың “бәхете” өсөн мышының йәне кәрәк булып сыҡҡан.
Оператив эш иткән, браконьерҙарҙы тотҡан Баймаҡ полицейскийҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Тәбиғәтебеҙҙең һәр мөйөшө, йәнлеге, ҡошо өсөн шулай көрәшһәк, Ер-әсәбеҙ һәр саҡ хозурлығы һәм ҡабатланмаҫ матурлығы менән арбар, ә яман уйлы кешеләр беҙҙе урап үтеүҙе хәйерлерәк күрер.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.


Хата булырға тейеш түгел

Йыл һайын тиҫтәләгән кеше Баймаҡ судына хеҙмәт кенәгәһенең дөрөҫлөгөн дәлилләүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Эш шунда: хеҙмәт кенәгәһендә исем-шәрифтәр төп документ – паспортта яҙылған кеүек булырға тейеш. Әммә унда бик күп хаталар күҙәтелә. Хеҙмәт кенәгәһендә фамилия, исем, атаһының исеме тулыһынса яҙылырға, тыуған көнө дөрөҫ итеп күрһәтелергә тейеш. Тәү ҡарашҡа ошо ябай ғына мәғлүмәтте тултырғанда бик күп хаталар ебәрелә, ә граждандар кенәгәһен иғтибар менән ҡарамай. Ә бит исемдә бер хәреф яңылыш яҙылһа ла, документ ғәмәлгә яраҡһыҙ тип иҫәпләнә. Хеҙмәт кенәгәһендәге исем-шәрифтәр һ.б. мәғлүмәт паспорттыҡы менән тура килмәһә, граждандар судҡа мөрәжәғәт итә.
Йыш ҡына кешеләр хаҡлы ялға сыҡҡанда ғына хеҙмәт кенәгәһендәге хаталар билдәле була. Пенсия тәғәйенләгәндә документтарға талап бик ҙур ҡуйылыуын онотмағыҙ. Шуға күрә хаҡлы ялға сығыр алдынан тәүҙә хеҙмәт кенәгәһен иғтибар менән ҡарағыҙ, хаталар булһа, уны мәлендә төҙәтеү сараһын күрегеҙ. Был эшкә яуаплы ҡарау һеҙҙе күп проблемаларҙан аралар.
М. ҠУЖАБАЕВ, судья ярҙамсыһы.