1 мар. 2012 г.

Рәсми бүлек

РФ Хөкүмәт рәйесе – Башҡортостанда

Ошо көндәрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы үтте. Уның пленар ултырышында РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин сығыш яһап, ил халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләргә, айырыуса ауыл хужалығын үҫтереү перспективаларына туҡталды. “Үҫешкән ауыл хужалығы тәүге сиратта илдең ныҡлығын билдәләй, ул йыһанды үҙләштереү, машиналар эшләү тармағы кеүек үк бик мөһим. Был йүнәлештә яңы технологиялар ҡулланып, заманса фекер йөрөтөп эшләргә өйрәнергә кәрәк. Киләсәктә лә ауыл хужалығын үҫтереүгә иғтибар кәмемәйәсәк. Мәҫәлән, яңы эш башлаусы фермерҙарға һәм эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы буласаҡ, ошо йүнәлештәге федераль программаны бойомға ашырыу маҡсатында 2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был эштән төбәктәр ҙә ситтә ҡалмаҫ, тип ышанам”, – тине ул. Владимир Владимирович әйтеүенсә, быйылдан һөт етештереүсе ғаилә фермаларын үҫтереү программаһы ла киңәйтеләсәк, ер участкаларын бүлеү буйынса эш дауам итәсәк. Шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр килеменә нуль ставкалы һалым ваҡыты оҙайтыласағы тураһында ла белдерҙе ул. Пленар ултырышта, аграр мәсьәләләрҙән тыш, башҡа проблемалар ҙа күтәрелде (мәҫәлән, контрактлы армия барлыҡҡа килтереү, губернаторҙар тәғәйенләү һ.б.).

Форумдан һуң РФ Хөкүмәте рәйесе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Владимир Путин республикабыҙҙың иҡтисад һәм социаль өлкәләр, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы үҫеше темпын ыңғай баһаланы. “Статистика мәғлүмәттәрен өҫтән генә ҡарап сыҡһаң да, республикала хәлдәрҙең тотороҡло булыуы күҙәтелә. Рәсәй буйынса сәнәғәт производствоһы үҫеше 4,7 процент тәшкил итһә, был күрһәткес Башҡортостанда – 9 процент. Ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөү, социаль өлкәгә бәйле мөһим моменттар буйынса һөҙөмтәләрегеҙ яҡшы”, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов республиканың бөгөнгө хәле, киләсәккә пландар тураһында һөйләне: “Әле бына беҙҙә агрофорум үтте. Сәсеү кампанияһы алдынан үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ. Уны сифатлы һәм ваҡытында үткәреү өсөн кәрәкле ресурстарыбыҙ бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең төбәктә ҡар аҙ булыу сәбәпле, ужым ашлыҡтарының 20-25 проценты юҡҡа сыҡты.
Шулай уҡ аграрийҙарға ауыл хужалығы механизмдары, башҡа ҡорамалдар, машиналар, комбайндар алыу өсөн өҫтәп аҡса бүлдек. Бынан тыш ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр тарафынан тапшырылған һөттөң һәр литрына өҫтәп 1,8 һум түләнек. Шуға ла был тәңгәлдә үҙебеҙҙе тыныс тоябыҙ”.
Башинформ“.

Һайлау

Донъя сәйәсәте хаҡында

Московский комсомолец” гәзитенең дүшәмбе һанында Владимир Путиндың “Рәсәй һәм үҙгәреүсән донъя” тип аталған сираттағы мәҡәләһе донъя күрҙе. Унда РФ Президенты вазифаһына кандидат төп иғтибарҙы илебеҙҙең АҠШ һәм НАТО менән мөнәсәбәттәренә йүнәлтә. Автор фекеренсә, уларҙың үҙ-үҙен тотошо заманса үҫеш логикаһына тап килмәй. Мәҫәлән, Европала ПРО системаһын булдырыу донъяла тотороҡһоҙлоҡ тыуҙыра һәм Рәсәйҙең хәүефһеҙлеге тураһында ла уйланырға мәжбүр итә. Владимир Путин ракеталарға ҡаршы оборона булдырыу темаһы тап Вашингтон менән мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһай, тип иҫәпләй.
НАТО-ның үҙенә хас булмаған “обороналаусы альянс” булырға маташыуын беләбеҙ. Беҙ уларҙың гуманитар операциялары ҡорбандары хаҡында ла онотмайбыҙ. Был альянс менән Америка Ҡушма Штаттарының хәүефһеҙлек тураһындағы фекерҙәре беҙҙекенән бөтөнләй айырыла.
Эске конфликттарға тыштан ҡыҫылыу донъялағы хәл-торошто тағы ла ҡатмарландырҙы. Ливия миҫалында быны асыҡ күрәбеҙ. Уның Сүриәгә ҡарата ла ҡабатланыуына юл ҡуйырға ярамай. Халыҡ-ара берлек иң тәү сиратта әлеге илдә тыныслыҡ, үҙ-ара килешеү булдырыуға йүнәлтелергә тейеш. Иң мөһиме – оло граждандар һуғышы сығыуға ҡамасауларға. Бөгөн Рәсәй менән Ҡытай, БМО резолюцияһына ҡаршы төшөп, тап ошо хаҡта уйлап эш итә. Ә башҡаларҙың, Сүриәлә Ливия сценарийын ҡабатларға маташыусыларҙың, беҙҙең был аҙымды күреп, йәндәре көйҙө.
Дөйөм алғанда, ғәрәп илдәрендәге түңкәрелештәрҙән фәһем алырға була. Ваҡиғалар демократияны көс ысулдары менән урынлаштырырға маташыуҙың кире эҙемтәһен күрһәтә. Әллә ҡайҙан экстремистик көстәр барлыҡҡа килеп, илдәрҙең тотош үҫешен үҙгәртмәксе. Рәсәй урталыҡта торған ислам вәкилдәре менән һәр ваҡыт яҡшы бәйләнештә булды. Бөгөн дә сәйәси, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытырға әҙербеҙ. Әле төп иғтибар үҙәгендә – Иран. Беҙҙең илде уға ҡаршы һуғыш башлау ихтималлығы хәүефләндерә”, – тип яҙа В.Путин.
Мәҡәләлә Төньяҡ Кореяның ядро проблемаһы буйынса ла етди хәл-торош булыуы телгә алына. Күршеләрҙе һайлап алмайҙар тигән кеүек, Рәсәй был ил менән бәйләнеште тыныс шарттарҙа нығытыу яҡлы.
Премьер-министрҙың мәҡәләһендә эре һәм көслөләр иҫәбендә торған Ҡытайҙың үҫеше тураһындағы фекерҙәре лә ярайһы ғына урын биләй. Был юҫыҡта мөнәсәбәттәр тыныс ҡына булһа ла, үҙ-ара инвестицияларҙың кимәле түбән, тауар әйләнеше структураһы тирәләй эшләйһе эштәр бар, шулай уҡ беҙгә Ҡытайҙан миграция ағымын да күҙәтеп барырға кәрәк. Беҙҙең ил менән байтаҡтан дуҫлыҡта йәшәгән Һиндостандың йылдам үҫешенән дә файҙа алырға була.
Әлбиттә, Рәсәй Азия илдәре менән генә түгел, ә Европа менән дә яҡшы бәйләнештәр урынлаштырыу яҡлы. Ватандаштарҙың күбеһе үҙен Европа кешеһе тип тә һанай, сөнки илдең бер өлөшө Европаға инә. Тап шуның өсөн дә Рәсәй Атлантиканан Тымыҡ океанғаса “Европа союзы” тип аталған берҙәм иҡтисади һәм кешелек берлеген төҙөргә тәҡдим итә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәсәйҙе объектив баһалау өсөн, беҙҙә халыҡ-ара сараларҙы уҙғарыу мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Былар – “Ҙур егерме” һәм “Ҙур һигеҙ” илдәренең саммиты, Ҡаҙанда Универсиада, 2014 йылда Сочиҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары, 2016, 2018 йылдарҙа донъя буйынса хоккей һәм футбол чемпионаттары.
Рәсәй артабан да донъя сәйәсәтендә үҙенең именлеген һәм милли мәнфәғәтен әүҙем конструктив рәүештә тәьмин итергә ниәтләнә. Беҙ һәр сит ил партнеры менән эшлекле һәм ике яҡҡа ла уңай шарттарҙа хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Уларҙы аңларға, мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға ынтылабыҙ, шул уҡ ваҡытта беҙҙең мәнфәғәттәрҙе лә ихтирам итеүҙәрен һорайбыҙ”, – тип тамамлана мәҡәлә.
С. Фәритова.
(Интернет мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Һайлау – 2012

Етди әҙерлек бара

Алда һайлау ғына түгел, һынау көтә...
Былтыр башланған һайлау эпопеяһы дауам итә. Алдағы йәкшәмбелә ил башлығын, шулай уҡ урында ҡала Советына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Ошо мөһим сара алдынан халыҡ ижады үҙәгендә һайлауҙы ойоштороусылар, йәғни район активы менән инструктив семинар-кәңәшмә үтте. Унда һайлауҙы тейешле кимәлдә ойоштороу мәсьәләләре күтәрелде, бурыстар билдәләнде. Кәңәшмәне муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов алып барҙы.
Иң тәүҙә территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шәрәфетдин Моталлапов мөһим сараны лайыҡлы үткәреү, комиссиялар эшендә өҙөклөктәр, ғәҙәттән тыш хәлдәр булдырмау, йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау кеүек үҙенсәлектәр тураһында һөйләп үтте. “Әлеге көнгә ҡарата районда 40475 һайлаусы иҫәпләнә. 27 граждан территориаль һайлау комиссияһынан, 230-ы участка һайлау комиссияларынан теркәүҙән төшөрөү тураһында таныҡлыҡ алған. 3 мартта бөтә һайлау участкаларында ла комиссиялар тулы составта эшләйәсәк, ул көндө киске сәғәт алтыла һайлаусыларҙың һуңғы исемлеге раҫланасаҡ. Дөйөм алғанда, һайлауҙы ҙур яуаплылыҡ менән, законға ярашлы үткәрәйек”, – тине ул.
Артабан участка һайлау комиссиялары, райондан урындарға барасаҡ вәкилдәрҙең бурыстары, хоҡуҡтары һ.б. хаҡында район Советы секретары Радмир Ишбулатов, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса протоколды дөрөҫ тултырыу тураһында территориаль һайлау комиссияһының система администраторы Руслан Ҡаһарманов, финанс мәсьәләләре буйынса бухгалтер Динә Лыткина, телефон һәм веб-камералар бәйләнеше хаҡында район элемтә үҙәге начальнигы Айрат Ҡадыров, юлдар торошо тураһында ДРСУ-ның баш инженеры Рәис Рәхимов, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Рәшит Иҫәнғолов сығыш яһаны. Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусыларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирелде.
Унан һуң һайлауҙы ойоштороусылар Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы уҙғарған селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров алып барҙы. 4 мартта һайлау участкалары тейешле кимәлдә эшләргә, барыһы ла законға ярашлы башҡарылырға тейеш, тип билдәләне ул. Алдағы һайлау процесының үҙенсәлектәренә туҡталып, кандидаттарҙың һәм сит илдәрҙән күҙәтеүселәрҙең күп буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул илдең территориаль һәм участка һайлау комиссияларына, хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итеп, участкаларҙы, документтарҙы һаҡлауға ҙур иғтибар биреүҙәрен һораны. Кәңәшмә барышында мөһим сараны тейешле кимәлдә үткәреү өсөн яуаплы булған төрлө федераль хеҙмәттәр етәкселәре, төбәктәрҙән һайлауҙы ойоштороусылар отчет бирҙе, әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
Аҙаҡтан селектор-кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев дауам итте. “Республика биләмәһендә тауыш биреү өсөн бөтәһе 69 территориаль, 3509 һайлау участкаһы барлыҡҡа килтерелгән. Һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа: тикшереү изоляторҙарында, дауаханаларҙа веб-камералар ҡуйылманы. Дөйөм алғанда, республикала 3537 видеокүҙәтеү комплексы бар.
Йола буйынса бөтә һайлауҙар араһынан иң ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы ил Президентын һайлау тыуҙыра. Шуға күрә беҙҙең яҡташтарыбыҙ декабрҙә үткән һайлауҙарҙағы кеүек үк ҙур әүҙемлек күрһәтер, һайлауҙы ойоштороусылар мөһим сара лайыҡлы үтһен өсөн бар көсөн һалыр, тип ышанам”, – тине ул.
Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Бәйгеләр

Уҡтай осто толпарҙар...

Баймаҡ арғымаҡтары иң етеҙҙәре булып танылды
Хәбәр итеүебеҙсә, үткән шәмбе күрше Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһы ипподромында “Верхнеуральск масленицаһы” исемле халыҡ байрамы ойошторолдо. Электән килгән матур йолаға ярашлы, унда йыл да юртаҡ һәм арғымаҡтарҙың ҡышҡы өлкә ат спорты ярыштары үтә. Бына шул бәйгелә беҙҙең райондың спорт аттары әүҙем ҡатнаша һәм һәр саҡ еңеү яуламайынса ҡайтмай.

Был ипподромда үткән ат ярыштарының бөгөн инде өлкә генә түгел, ә төбәк-ара статусын алыуы уның абруйын бермә-бер күтәрә, күршеләрҙә был спорт төрөнә иғтибарҙың арта барыуы тураһында һөйләй. Һуңғы йылдарҙа бәйгелә ауыл хужалығы предприятиелары ғына түгел, ә фермер, шәхси хужалыҡтар ҙа әүҙем ҡатнаша. Шуныһы һөйөнөслө, ярыштарҙа Баймаҡ районында тәрбиәләнгән юртаҡ һәм менге аттарының Башҡортостан намыҫын яҡлап уңышлы сығыш яһауы ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Бындай ҡаҙаныштар иң беренсе сиратта ул саҡтағы Баймаҡ тәжрибә хужалығының, бөгөн инде “Баймаҡ” ғилми-производствоһы берекмәһенең йылҡысылыҡ спортына булған маҡсатлы ҡарашының һөҙөмтәһе ул. Бында, әлбиттә, предприятиеның элекке директоры, бөгөн инде район башлығы И.Х. Ситдыҡовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Илшат Хәмит улының йылҡысылыҡ спортына булған фанаттарса ҡарашы, уны һәр яҡлап маҡсатлы үҫтереүе арҡаһында бөгөн Ҡуянтау арғымаҡтарын республикала ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә яҡшы беләләр һәм юғары баһалайҙар.
Верхнеуральск ҡалаһы ипподромында үткән төбәк-ара ат спорты ярыштарына баймаҡтар 6 юртаҡ һәм менге ат алып барғайны: “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы (Ходкий ҡушаматлы юртаҡ), “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе (Грант, Камгия, Торнадо ҡушаматлы юртаҡтар, Буян ҡушаматлы менге ат) һәм Иҫке Сибай ауылынан “А.Шөғөров” КФХ-һы (Реактор ҡушаматлы менге ат) ҡатнашты был бәйгелә.

Әйтергә кәрәк, ярыштар мауыҡтырғыс, әммә шул уҡ ваҡытта үтә көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо. Пони, төрлө тоҡомло һәм төрлө йәштәге юртаҡтар, менге аттар төрлө дистанцияла 10 заезда үҙ-ара көс һынашты. Силәбе өлкәһенең төрлө райондарынан, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан йыйылған командалар араһында Башҡортостандыҡы айырым бер баҫҡысҡа күтәрелде. Рәмзил Таймасов идара иткән Ходкий ҡушаматлы юртаҡ орлов тоҡомло 4 йәшлек юртаҡтар араһында – 3-сө, Камгия – 2-се, Грант 4-се урындарҙы яуланы. Менге аттар араһында 2000 метрға сабышыуҙа иһә Сәлим Торғонбаев Буянында икенсе булып килде.

Баймаҡтарҙан иң юғары һөҙөмтәгә Иҫке Сибайҙан КФХ етәксеһе Алмас Шөғөровтың Реактор ҡушаматлы менге аты иреште. А. Шөғөров йылҡысылыҡ спорты менән уңышлы шөғөлләнә һәм был тәңгәлдәге ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Реактор бөгөн районда ғына түгел, ә тирә-яҡта киң танылыу яулаған арғымаҡтарҙың береһе. Иҙел Бикбулатов идара иткән 6 йәшлек сабыш аты 6000 метрлыҡ дистанцияла һоҡланғыс һөҙөмтә күрһәтте. Тәүҙән үк яҡшы старт алып, Реактор алға сыҡты һәм аҙаҡҡаса берәүҙе лә еткермәй килде. Шулай ҙа һуңғы әйләнештә уға Силәбе өлкәһенән бер дәғүәсе яҡынлашты. Шул саҡ Алмас: “Иҙел, теҙгенде тартма, бушат!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Һыбайлының теҙгенде ебәреүе булды, Реактор керештән атылған уҡ кеүек алға ынтылды һәм башҡа аттарҙы хатта ярты әйләнешкә үк ҡалдырып китте. Бәйгегә тамаша ҡылған халыҡ атҡа һоҡланыуын йәшермәне. “Ура, Башҡортостан, Баймаҡ!” тигән тауыштар оҙаҡ ишетелеп торҙо.
Һис шикһеҙ, баймаҡтар был юлы ла төбәктә иң көслө командаларҙың береһе булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы. Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә булды. Шуларҙың береһе – Баймаҡ һыбайлылары үҙҙәренең мөмкинлеген тулыһынса файҙаланмауы. Әйтәйек, юртаҡтар араһында беҙҙекеләр тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәгә ирешә алыр ине. Бында улар менән идара иткән егеттәрҙең уңышлы старт ала алмауы төп сәбәп булды. Киләсәктә был тәңгәлдә эшләйһе бар әле.
Верхнеуральск масленицаһы” халыҡ байрамы кискәсә дауам итте. Ул көн ысын мәғәнәһендә ҙур тамашаға әйләнде, халыҡ ҡыш миҙгелен оҙатып, яҙҙы ҡаршыланы. Байрам майҙанында төрлө уйын-аттракциондар ойошторолдо, фестивалдәр үтте. Унда хатта дөйә менән боланды ла күрергә мөмкин булды.
Күршеләрҙәге байрамға тамаша ҡылғандан һуң шундай фекер тыуҙы: Баймаҡта ла бындай сараларҙы ойоштороу мотлаҡ. Тик үҙебеҙсә, нәҡ баймаҡса үткәрергә кәрәк. Элегерәк бер урында (мәҫәлән, элекке аэропорт биләмәһендә үткән кеүек) ойошторола ине, шуны практикаға индереү мөһимдер.
Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотолары.

Уңғандар беҙҙең арала

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ғүмәр ауылында йәшәгән Марс Зәбир улы Мырҙабаевты белмәгән кеше һирәктер. Сөнки ул күптән инде йомшаҡ, йылы, сифатлы, уңайлы быйма баҫыусы булып танылыу алған.
Ауылда ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоздар бөтөрөлөү сәбәпле, төбәктә халыҡ эшһеҙ ҡала. Шуға ла күптәр ситкә Себер яҡтарына китә, ә бәғзеләр генә үҙ эшен булдырып, тырышып, ауыл еренә ерегеп донъя көтә. Марс ағай ҙа икенселәр иҫәбендә. Төрлө ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар аша үтеп, бары тик үҙенең тырышлығы менән һынауҙарҙы еңеп, эшҡыуарлыҡҡа, быйма баҫыу эшенә тотона.
Быйма баҫыу – мәшәҡәтле эш. Ҡатыным менән халыҡтан көҙгө йөндө йыйып алабыҙ. Йөндөң өйөмөн тәртипкә килтереү өсөн генә күпме ваҡыт кәрәк! Уны таҙартырға район үҙәгенә йөрөйбөҙ. Артабан йөндө эҫе һыуға һалып, туҡмаҡтар менән туҡмап, төйгөс менән төйөп, ҡалыпҡа кейҙерелгән быйманы баҫабыҙ. Шулай һылап-һыйпап ултырғанда ғына быйма йомшаҡ, килешле була. Аҙаҡтан янып бөткән мейес йылыһында әҙер быймаларҙы киптереп алам”, – тине Марс ағай.
Быймаларға һорау быйыл бигерәк ҙур. Үҙҙәре килтергән һарыҡ йөнөнән баҫтырыу өсөн алдан заказ биргәндәре лә бар”, – тип һүҙгә ҡушылды Әнисә апай ҙа.
Марс ағайҙың ете таянысы, ете терәге булып ете улы үҫеп килә. Шундай матур, тырыш ғаилә бер ваҡытта ла эш юҡ, тип зарланып, ҡул ҡаушырып ултырмай, һоҡланырлыҡ итеп донъя көтә. Төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ла ҡайнарға өлгөрә улар.
Әйткәндәй, Марс Зәбир улы баш ҡалала яратҡан йырлы-моңло “Юлдаш” каналы үткәргән “Ҡышҡы һабантуй”ҙа ҡатнашып, хатта тамашаның бағыусыһы ла булды. “Юлдаш” каналын һәр ваҡыт яратып тыңлайбыҙ, ул беҙгә эшләргә, йәшәргә дәрт-илһам бирә”, – ти йорт хужаһы.
Сара мөхәббәткә сорналған илаһи байрамдарҙың береһе – Ғашиҡтар көнө һәм сессияны тамамлап, яңы ғына каникулдан килгән студенттарҙың икенсе семестр башланыуын берләштереүе менән үҙенсәлекле ине. Ҡышҡы байрамдың төп бүләге – быйма отоу булды. Марс ағайҙың сифатлы, үҙ ҡулдарының йылыһын һалып етештергән быймалары иң оҫта бейеүсегә тәғәйенләнде. Йылы аяҡ кейеме менән бүләкләнгән еңеүселәребеҙ йөҙөндә бары тик ҡыуаныс, шатлыҡ сағылғайны. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, халыҡты ҡыуандырған Марс ағайға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, хеҙмәтенең емешен татып, имен-һау эшләүен теләйбеҙ.
С. РАМАЗАНОВА.

Спорт

Шахмат ярыштары...

Шахмат буйынса ҡала кубогы ярышының ярымфиналына Ә.Ғәлин, Х.Үтәев, Ш.Ҡашҡаров һәм Ғ.Кинйәбулатов сыҡты. Финалда иһә Әхмәт Ғәлин сираттағы еңеүен яуланы.
Кубок хужаһы һәм ҡалған өс призлы урынды алыусы район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса секторының Почет грамотаһы, аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Тағы бер шахмат ярышы үткәрелде – район кубогының беренсе этабы. Ете турҙа 7 мәрәй йыйып, беренселеккә Ә.Ғәлин сыҡты. Икенселә – Х.Үтәев. Өсөнсө һөҙөмтәгә (4,5 мәрәй) Ғәҙелбай ауылынан И.Фәйзуллин һәм Баймаҡтан Р.Үтәев менән Ғ.Кинйәбулатов өлгәште.


... һәм шашка кубогы

Быйылдан шашка буйынса район кубогына ярыштар ойошторола. Үткән ялда беренсе этап турнирҙары үткәрелде. Шуныһы һөйөнөслө: ҡатнашыусылар бик күп булды – 58 кеше, уларҙың яртыһынан күберәге – уҡыусылар.
Ҡыҙҙар араһында Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Ҡужабәкова иң көслөһө булып танылды. Артабанғы урындарҙа – Төркмән ауылынан Ғәлиә Ҡужина, апалы-һеңлеле Гөлсәриә һәм Рәлиә Юлыевалар (Ғүмәр ауылы).
Малайҙар турнирында Фәнил Сафинға (Төркмән) етеүсе булманы. Икенсе, дүртенсе урындарҙа – Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары Иҙел Фәйзуллин һәм Ғәзим Абдулов. Өсөнсөлә иһә 4-се мәктәп уҡыусыһы Рәил Рәхмәтуллин. Әйткәндәй, ул дүртенсе генә класта уҡый. Тимәк, һәләтле малайҙың уңыштары алда әле.
Өлкәндәр араһында ярыш һәр ваҡыттағыса көсөргәнешле булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсегә Р.Ҡоланбаева сыҡты (Таулыҡай ауылынан). Икенселә – Баймаҡтан З.Вилданова, ә өсөнсө урында – З.Баййегетова (Таулыҡай).
Ир-егеттәр турниры туғыҙ турҙа үткәрелде. 8,5 мәрәй йыйып, еңеүҙе Х.Үтәев яуланы, икенсе урында – Р.Үтәев, өсөнсөлә – С.Үлйәбаев (Бөрйәнйылға ауылынан). Алтышар мәрәй йыйған И.Хәмитов, Ә.Ғәлин һәм Ғ.Ғәйетбаев та һәйбәт уйын күрһәтте.
Р. Зиннәтов.

Хоҡуҡ һаҡлау

Бурыстарығыҙ йыйылмаһын

Баймаҡ районы прокуратураһы Пенсия фонды идаралығы менән берлектә мотлаҡ пенсия һәм медицина страховкалауы буйынса бурыстарҙы түләү буйынса махсус тикшереү үткәрҙе. Һуңынан пенсия иғәнәләрен ваҡытында түләмәгән етәкселәр менән кәңәшмә уҙғарылды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, махсус пенсия һәм медицина страховкалауы буйынса түләүҙәр ваҡытында индерелмәһә, был хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары тупаҫ рәүештә боҙолоу булып һанала.
Ошондай бурыстары йыйылған етәкселәргә тиҙ арала был етешһеҙлектәрҙе хәл итергә ҡушылды.
А. Тимерханов,
прокурор ярҙамсыһы.




Яла яҡма кешегә!

Кешеләрҙең бер-береһен кәмһетеүе, түбәнһетеүе өсөн административ яза көтә. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.61-се статьяһына ярашлы, бының өсөн граждандарға – бер мең һумдан өс мең һумға, вазифалы урынды биләүселәргә – ун мең һумдан утыҙ мең һумға, юридик берәмектәргә илле мең һумдан йөҙ мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Әгәр кешегә киң мәғлүмәт саралары аша, халыҡ йыйылған урында яла яҡһалар, кәмһетһәләр, штрафтың күләме өс меңдән биш мең һумға, утыҙ меңдән илле мең һумға, йөҙ меңдән биш йөҙ мең һумға тиклем арттырыла.
Граждандарға мөрәжәғәт итеп, кешеләрҙе бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булырға өндәр инем. Сөнки яҡын туғандарҙың да бер-береһенә яла яҡҡан осраҡтары күбәйҙе.
Е. МИХАЙЛОВ,
прокурор ярҙамсыһы.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

1418 көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышында СССР дәүләтенең бар ҡитға халыҡтарын фашист баҫҡынсыларынан һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығын донъя халыҡтары әле лә онотмай.
Ошо изге һуғышта Башҡортостан ерендә төҙөлгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының азатлыҡ яуында күрһәткән ҡаһарманлығы менән бер рәттән еңеүгә индергән өлөшө, биргән ҡорбандары халыҡтар тарихында мәңгелеккә һаҡланасаҡ.

Герой исеменә лайыҡлы!

Дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың данлы һәм шанлы исеме халыҡтар телендә һәм күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған һәм шулай һаҡланасаҡ. Азатлыҡ өсөн көрәштә, яу ҡырында, 44 йәше лә тулмаған геройыбыҙҙың вафатына 2012 йылдың 23 февралендә 69 йыл тулды.

Әлеге көнгә ҡәҙәр генерал- майор М.Шайморатовҡа Герой исемен бирмәүҙе ғәҙелһеҙлек тип һанайым. Шуға ла бергәләп оран һалырға ваҡыт! 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 16-сы гвардия кавдивизияһы тип исеме үҙгәртелһә лә, есеме бар бит!

Проблема күтәрәбеҙ

Почтальондарҙы аяғыҙ!

Һеҙ йыл һайын нисә почтальондың бәйһеҙ эттәрҙән тешләнеүе тураһында уйланғанығыҙ бармы? Юҡтыр. Сөнки гәзит-журнал ташыусылар был проблема менән яңғыҙы көрәшергә мәжбүр. Уҫал эт өҫтөңә ташланырға әҙер торған йорттоң тупһаһына баҫыу түгел, янынан үтеүе ҡурҡыныс булһа ла, почтальондар үҙ эшен намыҫ менән башҡара. 
 
Баймаҡ почтамты етәкселеге, почта йәшниген хәүефһеҙ урынға урынлаштырмаған, хат-хәбәр ташыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өҫтәмә иҫкәртеүһеҙ туҡтатыласағын белдерә. Кешеләр эттәрен мотлаҡ бәйҙә тоторға тейеш. Шулай уҡ дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы подъезда, баҙҙа, ятаҡта һ.б. урында тотоу тыйыла. Ишек алдында эт булыуы тураһында иҫкәртеү яҙып элеү мотлаҡ.
Шуны ла әйтергә кәрәк, почтальон тешләнгән осраҡта, ул күргән матди һәм әхлаҡи зыянды йорт хайуанының хужаһы түләй. Эттәрҙе тотоу тәртибен боҙған өсөн 10-15 хеҙмәт хаҡы күләмендәге штраф ҡаралған.
Шулай уҡ почта йәшниге почтальондың һаулығы, ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған, насар яҡтыртылған йәки бөтөнләй яҡтыртылмаған ерҙә урынлаштырылһа, баҫҡыс-баҫмалары боҙоҡ булған, йорт алды ҡар-көрттән таҙартылмаған осраҡта ла кешеләргә гәзит-журналдар ташыу туҡталыуы ихтимал.
Кешеләр үҙҙәрен яңылыҡтар менән ҡыуандырған хат ташыусыларҙы бер ҡасан да ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ, тип ышанғы килә.


Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ауылыбыҙҙың абруйлы ғаиләһе

Тәбиғәттең уянған матур сағында ҡоролған ғаиләләр ғүмер буйы шулай саф булып ҡалалыр инде ул. Быны беҙ йәшлек дуҫтарыбыҙ – Беренсе Төркмән ауылынан беҙҙең өсөн яҡын һәм ныҡ ихтирам иткән Фуат Ишморатов менән Роза Үҙәнбаеваның ғаиләһенә ҡарап та әйтә алабыҙ. Ошо көндәрҙә улар зөбәржәт туйҙарын билдәләй.
Роза Хөсәйен ҡыҙы ҡулына уҡытыусы дипломын алғас, йүнәлтмә буйынса Беренсе Төркмән мәктәбенә эшкә ебәрелә. Бында ул үҙенең мөхәббәтен, ауылдың иң әүҙем егеттәренең береһе – Фуатты осрата. Күп тә үтмәй йәштәр ғүмерлеккә сәстәрен-сәскә бәйләй. Уларҙың никахы ауыл клубында тантаналы шарттарҙа теркәлә һәм шаулатып-гөрләтеп комсомол туйы үтә. Фуат Рәхимйән улы партияның район комитетында инструктор, колхозда партком секретары, Бетерәлә мәктәп директоры кеүек яуаплы вазифаларҙа эшләне. Һуңғы йылдарҙа Төркмән мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ялда булыуына ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ дуҫыбыҙ йәмәғәт эштәренән һис тә бушамай: Төркмән ауылында Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙы етәкләй. Тыуған ил алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бихисап миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Роза Хөсәйен ҡыҙы иһә бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышланы, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы исемдәрен лайыҡлы йөрөтә. Әле ул да хаҡлы ялда.
Ишморатовтар ике ул тәрбиәләп үҫтерҙе, уларға юғары белем биреп, үҙаллы тормош юлына сығарҙы. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бөгөнгө тормоштарына ҡыуанып, барына риза булып татыу, матур ғүмер кисерә. Өлгөлө ғаилә, ауылдың абруйлы ветеран уҡытыусылары, дуҫтарыбыҙҙы матур ғаилә байрамдары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ, ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер үрҙәрен артабан да бергә артылығыҙ!
Рәшиҙә Һөйәрғолова.
Сибай ҡалаһы.

Тәбиғәт һәм беҙ

Тағараҡ элдек ҡоштарға

Ярат мәктәбе уҡыусылары тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу буйынса бик күп эштәр башҡара. Мәҫәлән, ҡоштарҙы сатлама һыуыҡтарҙан һаҡлау өсөн улар йыл һайын “Тағараҡ” операцияһы үткәрә. Уның барышында балалар “Иң матур”, “Иң уңайлы”, “Иң шәп” ҡоштар “ашханаһын” әҙерләү буйынса көс һынаша. Шуныһы ҡыуаныслы, уҡыусыларға ата-әсәләре был йәһәттән бик ҙур ярҙам күрһәтә, үҙҙәре лә сәмләнеп ярышҡа ҡушыла. 
 
Рима Ғүмәр ҡыҙы Әминева үҙенең 3-сө класс уҡыусылары менән “Тағараҡ” операцияһында йыл һайын ҙур теләк менән ҡатнаша. Балалар беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, улар ниндәй һыйҙы яратыуын да бик яҡшы белә. Тыуған яғын, тәбиғәтен яратҡан кескәйҙәр булған саҡта беҙҙең киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында:
3-сө класс уҡыусылары тағараҡтарын элә.

Һалым – бюджет сығанағы

Касса операциялары ҡарала

2012 йылдың 1 ғинуарынан шәхси эшҡыуарҙар, яңы положениеға ярашлы, касса операцияларын алып барыу тәртиптәрен күҙәтергә бурыслы. Шул иҫәптән, ҡалған ҡулаҡса лимитын билдәләргә, банк иҫәбендә лимитта ҡаралғанса ҡалған аҡсалата сумма, касса ордерҙары менән эш итеү, касса документтары һәм касса операцияларын башҡарғандағы башҡа төр документтар булырға тейеш. Касса китабының да булыуы мотлаҡ.
Положениеның 1.3 пунктына ярашлы, юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар 2012 йылдың 1 ғинуарынан ҡалған аҡсаның суммаһын үҙҙәре билдәләй. Ҡулаҡса менән эшләүҙә һәм касса операцияларын алып барыуҙағы тәртиптәрҙе боҙған өсөн административ яза ҡаралған.


О. Мелехина,
37-се һалым инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.