4 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Атлы дивизияға арнап

Темәс китапханаһында 112-се башҡорт атлы дивизияһына арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелгән. Унда урындағы “Атайсал” клубы, Баймаҡ ағинәйҙәре, 11-се класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашҡан. Шулай уҡ сараға дивизияла хеҙмәт иткән яҡташ яугирҙарҙың яҡындары ла саҡырылған.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро

Кисә район ҡатын-ҡыҙҙар советының семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, ойошманың президиум ағзалары ҡатнашты. Семинарҙа әсәлек һәм балалыҡ, ғаилә проблемалары күтәрелде. Шулай уҡ яҡшы эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар советтары билдәләнде.

Сәхнәлә – гүзәл заттар

Күгиҙел ауылында “Сәхнәлә тик ҡатын-ҡыҙҙар!” тип аталған бай йөкмәткеле концерт үткәрелгән. Дәртле йыр-бейеүҙәр менән һуғарылған сарала “Күгиҙел ынйылары” төркөмө лә сығыш яһаған.
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Мерәҫтә – концерт

Мерәҫ ауылында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәсәй тарихы йылына арналған концерт менән сығыш яһаны. Күңелдәргә ял биргән сара ойошторғандары өсөн уларға бар ауыл халҡы исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Д. ЯХИНА.

Быуындар бәйләнеше сағылды

Ошо көндәрҙә Ярат ауыл биләмәһе халыҡ ижады үҙәгендә 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Быуындар бәйләнеше” тип аталған фольклор күренешен күрһәтте. Унда Байыҡ сәсән һәм халыҡтың ир-егеттәрҙе яуға оҙатыуы, һуғыш, “Любизар” йырының килеп сығыуы, яугирҙарҙың кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу күренештәре халыҡ йырҙары, бейеүҙәр менән биҙәп күрһәтелде. Тамашаны сценарий авторы һәм режиссеры Рәсимә Назарова сәхнәгә ҡуйған.
А. ИҘЕЛБАЕВА.

Водителдәр иғтибарына

Реорганизация үтеү сәбәпле, бар теркәү эштәре хәҙер Сибай ЮХХДИ-һында башҡарыла. Баймаҡ ЮХХДИ-һы транспорт сараһын теркәүгә, водитель таныҡлығы алыу йәки алмаштырыу, ОСАГО страховкалауына һ.б. документтар ғына әҙерләй. Белешмәләр өсөн телефон – 3-34-44. Ҡабул итеү көндәре: дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома, йома 9.30 – 18.00, шәмбе 10.00 – 13.00 сәғәттә.

АПК-ны үҫтереү


Аграрийҙарға ярҙам дауам итәсәк

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумында илдең агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды. Унда аграрийҙарға артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеү, юғары технологияларҙы ғәмәлгә индереү, яңы эш урындары булдырыу, илде үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, инвестициялар йәлеп итеү, яңы программаларҙы тормошҡа ашырыу, фермерҙарға яңы импульс биреү, ауылды социаль үҫтереү кеүек үтә актуаль йүнәлештәр тураһында һүҙ барҙы. Билдәле, форумда тикшерелгән ғәйәт ҙур программаларҙы тормошҡа ашырыу агросәнәғәт комплексына яңы һулыш бирәсәк.
Был һөйләшеү ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ниндәй өлөш индерәсәк? Дәүләт ярҙамы агросәнәғәт комплексын яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирерме? Федераль программалар урындарҙа тормошҡа ашырыламы һәм ул аграрийҙарҙың проблемаларын хәл итә аламы?

Ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ районы муниципаль район Советы секретары Ишбулатов Радмир Зөбәйер улы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу үҫешенә айырым ҡаҙаныштары өсөн» Почетлы билдәһе менән бүләкләнде.
* * *
Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн Түбә ауыл биләмәһе башлығы Хәсәнова Миңһылыу Фитрат ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
* * *
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ муниципаль районы Әбделкәрим ауыл советы ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Кәримов Һаҙый Әбдрәхим улы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Гөлфирә – фән докторы

Тағы ла бер яҡташыбыҙ – Баймаҡ ҡыҙы Гөлфирә Рәүил ҡыҙы Байрамғолова «биология фәндәре докторы» исеменә лайыҡ булды. Бала саҡтан тырыш, алдына ҡуйған маҡсатына ынтылыусан булып үҫкән Гөлфирә Рәүил ҡыҙының был сираттағы оло еңеүе.

Гөлфирә Байрамғолова ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлағас, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Урта махсус белем менән генә сикләнеп ҡалмай, белемен камиллаштырырға Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана, фармакология факультетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Г.Байрамғолова БДУ-ның Сибай институтында башлай, студенттарға медицина буйынса белем бирә. Бер үк ваҡытта фән менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй: бөгөн яҡташыбыҙ биология фәндәре докторы. Был уңышы менән Гөлфирә Рәүил ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.

Рейд

Йылылыҡ ҡайҙа китә?

 
Кисә “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең баш инженеры Н.Ғ. Тимербулатов, мастеры Ә.С. Ишҡыуатов һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән торған комиссия ҡала объекттарында йылылыҡ системаһы торошон тикшереү буйынса рейд үткәрҙе. Предприятие тарафынан йылылыҡ барлыҡ объекттарға ла тигеҙ өләшелһә лә, йылытыу миҙгелендә күп кенә биналарҙа эҫе, йә һыуыҡ, йәки дымлы булыуы тураһында зарланыу һүҙҙәре ишетергә тура килә.Был нимә менән бәйле һуң? Рейдҡа сығыусылар ошо һорауҙарға яуап эҙләне.

2012 - Рәсәй тарихы йылы

Аманат итеп һаҡлайыҡ!

Баймаҡтар йомаштарға эстафета альбомы тапшырҙы
Ошо көндәрҙә, районыбыҙ тарихын байытып, тағы ла бер йылъяҙма барлыҡҡа килде. Үҙәк район китапханаһы менән берлектә “Атайсал” тип янған йөрәктәр”, ағинәйҙәр клубтары ағзалары 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тип аталған эстафета альбомы булдырҙы. Ул йыл дауамында бөтә ауыл биләмәләрен әйләнеп сығырға тейеш. Был башланғыс ике быуат элек илде аяҡҡа баҫтырған Ватан һуғышында ҡатнашҡан, унда башын һалған йәки әйләнеп ҡайтҡан, наградаларға эйә булған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр туплау, һаҡлау һәм киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыу маҡсатында ойошторолдо ла инде.
Шулай итеп, эстафета Баймаҡ – Йомаш маршруты менән башланып китте. Баймаҡ үҙәк район китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина, китапхана хеҙмәткәрҙәре Әлфиә Кәримова, Елена Викторова, “Атайсал” клубы рәйесе Ғәлимйән Баймурзин, уның урынбаҫары Борис Хәйретдинов, ағинәйҙәр клубы ағзаһы Алһыу Баймурзина – күмәкләшеп альбомды ҡәҙерләп кенә тотоп, изге ниәт менән Йомаш тарафтарына йүнәлдек. Улар һәр ваҡыттағыса ихлас ҡаршы алды. Китапханасы Роза Саникина дәртле генә итеп “Тарихымды онотмам, тамырымдан айырылмам” тип аталған матур сараны башлап та ебәрҙе. Урындағы “Атайсал” клубы рәйесе Мирхәт Килдеғошов клубтың эшмәкәрлеге, алдағы пландар буйынса сығыш яһаны. Артабан Илгиз Алсынбаев уның сығышын тулыландырып, күптән түгел генә архивтан алынған Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеге менән таныштырып үтте. Был исемлекте эстафета альбомына индерергә кәрәклеге телгә алынды. Йомаш “Атайсал” клубы секретары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Йәналина дәрестә был һуғыш тураһында ниндәй мәғлүмәттәрҙе уҡыусыларға еткереүҙәре хаҡында бәйән итте. Йомаш мәктәбе педагогтары Зөлфиә Тимербулатова, Йәғәфәр Йәналиндың уҡыусылары Гөлназ Барлыбаева менән Илһам Тойғонов тарихыбыҙҙа ҙур урын алған һуғыш тураһында үҙҙәренең фәнни-тикшеренеү эштәренән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Кисә хатта фәнни-тарихи кәңәшмәгә әүерелеп китә яҙҙы. “Атайсал” клубы ағзаһы Сания Барлыбаева уҡыусыларға матур ғына нәсихәттәрен еткерҙе, Елена Викторова тематик китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, һуғыш ваҡытында башҡорт аттары, уҡтары тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләне. “Һуғышта ни тиклем ауыр булмаһын, башҡорт егеттәре араһында дезертирлыҡ күренеше булмаған. Башҡа милләттәрҙә ундай хәлдәр булған бит”, – тип егеттәргә лә фәһемле итеп еткереп, сығышын исемһеҙ геройҙар тураһындағы шиғыр юлдары менән тамамланы.
Урындағы клуб ағзалары сығышынан һуң Ғәлимйән Баймурзин сараның төп маҡсаты менән таныштырҙы. Борис Хәйретдинов тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны, Миңлеғәле Шайморатовҡа ниңә элегерәк герой исеме бирелмәүе тураһындағы һорауға яуап бирҙе. Һәүәҫкәр композитор Борис ағай үҙе ижад иткән йырҙарҙы йырлап, күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе.
Ниһайәт, иң тантаналы мәл – эстафета альбомы Ғәлимйән Ситдыҡ улы ҡулынан урындағы “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубтары рәйестәре Мирхәт Килдеғошов менән Фәниә Биктимерова ҡулына күсте. Луиза Дәүләтшина: “Был альбомда иң беренсе булып һеҙҙең эшегеҙ яҙыла. Эстафета тамамланғас, ҙур итеп йомғаҡлау кисәһе үткәрәсәкбеҙ. Аҙаҡ альбом музейға тапшырыласаҡ. Беҙҙең бөгөнгө һөйләшеп ултырыуҙарыбыҙ иртәгә тарихҡа ҡаласаҡ”, – тип йомаштарҙы дәртләндереп ебәрҙе. Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Мәжит Баййегетов та: “Эстафетаны беҙҙән башлауығыҙ – ҙур баһа”, – тип рәхмәтен белдерҙе, ауыл биләмәһендә тарихты тергеҙеү буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуын һөйләп үтте. Йомаш мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Илүзә Рәхмәтуллинаның “Бородино” шиғыры, моңло йыры, мәктәп уҡыусылары Нургизә Алсынбаева, Зөлхизә һәм Наҙгөл Ирғәлиналар (етәкселәре Әлфиә Баймырҙина), ағинәйҙәр Фәниә һәм Һөйәрбикә Биктимеровалар, Миңсара Аралбаевалар дәртле йырҙары менән, ә мәҙәниәт йорто директоры Дияр Барлыбаев баян телдәрендә һандуғас һайратып, сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Йомаштар, үҙ сиратында, эстафета альбомын таулыҡайҙарға тапшырасаҡ.
Ата-бабалар аманатын
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ!
Киләсәккә имен тапшырып,
Улар ышанысын аҡлайыҡ!
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Хәтер

Ул кешеләрҙе яратты...

Бер нәмә лә, бер кем дә мәңгелек түгел, тиҙәр. Ләкин арабыҙҙан киткәндәрҙең һаман да халыҡ хәтерендә, телендә йәшәүен нисек аңлатырға? Мин дә фотоальбомды асҡан һайын, уның һүрәттәрен күреп, үҙен дә, бергә уҡытҡан уҡыусыларыбыҙҙы ла һағынам.

Ул – Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова. Үкенескә ҡаршы, Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы туғандарын, уҡыусыларын, коллегаларын һағышҡа һалып, етмешен дә тултырмай, яҡты донъя менән хушлашты.
Мәүжидә Айытҡолова 1942 йылдың 8 мартында Иҫке Сибай ауылында Хәмиҙә инәй менән Рахманғол олатайҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Ул атаһының һуғыштан килгән өсмөйөшлө хаттарын күрһәтә торғайны. Яуҙа һәләк булған ҡәҙерле кешеһе тураһында хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡланы.

Сифат һәм хәүефһеҙлек

Сыр һатып алғанда һаҡ булығыҙ

 
Кеше именлеген һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй Федерацияһының ҡулланыусылар баҙарына сифатһыҙ сыр һатыуға сығарылыуы тураһында хәбәр итә. “Прометей” крәҫтиән-фермер шәхси предприятиеһында (Украина, Чернигов өлкәһе), “Перятинский сырзавод” акционерҙар йәмғиәтендә (Украина, Полтава өлкәһе), “Гадячсыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (Украина, Полтава өлкәһе) етештерелгән сыр продукцияларының 2008 йылдың 16 июнендә ҡабул ителгән 88-се “Һөт һәм һөт аҙыҡтарына техник регламент” федераль Закон талаптарына яуап бирмәүе асыҡланды. Шуға күрә сыр һатып алғанда иғтибарлы булыуығыҙҙы һәм үрҙә атап кителгән иҫкәртеүҙе иҫәпкә алыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы
буйынса Сибай территориаль бүлеге.

Спорт

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ

Темәстән шәхси эшҡыуар Радмир Фәрит улы Ирназаров ауылда сәләмәт тормош алып барыуға ҙур өлөш индерә. Ул йыл һайын төрлө спорт уйындары буйынса ярыштар ойоштора. Ауылдаштарыбыҙ бигерәк тә хоккей, милли көрәш, волейболды ярата. 
 
Дүртенсе йыл инде ауылда волейбол буйынса күсмә кубокка ярыш үтә. Быйыл да ул бик көсөргәнешле булды. Радмир Фәрит улы әҙерләгән ике команда, эшҡыуар Венер Миҙхәт улы Сәфәровтың, мәктәп һәм Темәс кирбес заводының командалары ҡыҙыу көрәш алып барҙы. Көн оҙоно дауам иткән уйын ике урында ойошторолдо: мәктәп һәм мәҙәниәт йорто спорт залдарында. Тамаша ҡарарға килгәндәрҙең шат ауаздары уйынсыларҙы дәртләндереп кенә торҙо. Еңеүсе командаларҙы ҡиммәтле приздар көтөүе лә көс өҫтәне, сәм уятты.
Иң тантаналы һәм мауыҡтырғыс мәлде һәр кем ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Шулай итеп, иң көслө команда тип бер тауыштан Радмир Ирназаровтың 1-се командаһы танылды. Мәктәп йыйылма командаһы – икенсе, кирбес заводы – өсөнсө, Р.Ирназаровтың 2-се командаһы – дүртенсе һәм В.Сәфәровтың командаһы бишенсе урындарға сыҡты. “Иң оло уйынсы” – Вәкил Ишбулатов, “Иң йәш уйынсы” –Ильяс Сәфәров, “Иң көслө һаҡсы” – Нияз Исчурин менән Рәмил Маннаповтар, “Оҫта пас биреүсе” – Илсур Сәфәров, “Оҫта һөжүм итеүсе” булып Артур Кәримов менән Фәдис Байрамғоловтар танылды.
Ярышты ойоштороусы Радмир Фәрит улы Ирназаров уйында ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын, дуҫтарын байрамдар менән ҡотлап, барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. “Спорт менән шөғөлләнеү ул – сәләмәт тормош алып барыу. Ошондай ярыштар берҙәмләштерә, дуҫлаштыра. Шуға күрә лә төрлө ярыштар ойоштороуға артабан да айырым иғтибар бирергә кәрәк”, – тине ул. Тимәк, алда беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ уйындар көтә.
Самат Намаскаев,
ярыш судьяһы.