6 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Юбилейға әҙерлек тикшерелде
4 мартта ҡалала эш сәфәре менән БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов булды. Илшат Азамат улы район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов менән Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Унда шулай уҡ Баймаҡ баҡыр иретеү заводының 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау тураһында ла һүҙ барҙы.

Ремонт әүҙем бара
Ленин исемендәге АХК-ла техник потенциалды яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү тамамлана. Әле 3 берәмек МТЗ-80, бер К-700 тракторы, бер сәскес ремонтлана, улар аҙна-ун көн эсендә әҙерлек һыҙығына баҫтырыласаҡ. Башҡа булған бөтә техника-агрегаттар, шул иҫәптән тырмалар һәм сәскестәр, тулыһынса баҫыу эштәренә әҙер. Ремонт эштәрендә Зәкир Балхин, Хадарис Мортазин, Айрат Туйсин, Мостафа Салихов, Әхмәҙи Ишкинин уңғанлыҡ күрһәтә. Әйткәндәй, запас частарға ҡытлыҡ юҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары ла туплана.

Янғындан һаҡланығыҙ!
Уҙған шәмбелә ҡаланың Кооператив урамында урынлашҡан 24-се йортта электр селтәренең ҡыҫҡа тоташыуы һөҙөмтәһендә ут сыға яҙа.
Күңелһеҙ хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, мейестәрҙе ҡыҙыу яҡмаҫҡа, электр селтәренең, приборҙарҙың төҙөклөгөн тәьмин итергә саҡырып ҡалабыҙ. 
 
Махсус иҫәп асылды
6 февралдә Сыңғыҙ ауылында Усмановтар йортонда янғын сыға. Һөҙөмтәлә, йорт тулыһынса янып бөтә, ғаилә хужаһы һәләк була, улдары, 9-сы класс уҡыусыһы Ғаяр үҙәк ҡала дауаханаһына эләгә.
Усмановтар ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн Рәсәй һаҡлыҡ банкының Сибай бүлексәһендә Маһира Хөрмәт ҡыҙы Усманова исеменә махсус иҫәп асылды. Уның реквизиттары: иҫәп номеры 42307.810.1.0643.6105073 Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Баймаҡтағы №7760/00025 Сибай бүлексәһе.

Эш Сәфәрҙәре

Премьер райондағы эштәрҙе юғары баһаланы
Үткән шәмбелә районда һәм ҡалала эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов булды. Хөкүмәт рәйесен муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов оҙатып йөрөнө.

Азамат Фәттәх улы эш сәфәрен Ниғәмәт ауылында мәҙәниәт йортон төҙөү эштәре менән танышыуҙан башланы. Билдәле булыуынса, объекттың генподрядсыһы булып “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы сығыш яһай. Әле төҙөүселәр бинаны биҙәкләү, инженер коммуникациялары үткәреү, фасадты сайдинг менән көпләү эштәре менән шөғөлләнә. Премьер-министр объекттағы эштәрҙе юғары баһаланы, төҙөлөштө тамамлау өсөн ярҙам вәғәҙә итте. Ошонда уҡ урындағы биләмә башлығы Ф.Ғ. Вәхитова Премьер-министрҙы ауылдарҙың бөгөнгө социаль-иҡтисади тормошо менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, пландары менән бүлеште.
Артабан А.Ф. Илембәтов Ҡуянтау ауылында булып, “Баймаҡ” ҒПБ-һының “Аҡъял” ипподромын ҡараны, һыбайлыларҙың һәм юртаҡтарҙың сығышын күҙәтте.

Һайлау – 2012

Ҙур ойошҡанлыҡ һәм әүҙемлек менән
Уҙған ялда Рәсәй Федерацияһы Президентын һәм урындағы вәкәләтле органдарға депутаттар һайлауҙары булып үтте.
Рәсәй буйынса Президент һайлауҙары алдан фаразланған һөҙөмтәләр менән тамамланды. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров белдереүенсә, Президент һайлауҙары бер турҙа үтте. Ил буйынса исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 65,3 проценты ҡатнашҡан. Шуларҙың 63,75 проценты, йәғни 45 миллион кеше үҙ тауышын Владимир Путинға биргән. Президентлыҡҡа кандидаттарҙан КПРФ партияһы лидеры Геннадий Зюганов 17,19 процент (12,166 миллион тауыш), бизнесмен Михаил Прохоров – 7,82 процент (5 миллион 536,5 мең), ЛДПР лидеры Владимир Жириновский 6,23 процент (4,409 миллион), “Ғәҙел Рәсәй” партияһы рәйесе Сергей Миронов 3,85 процент (2,724 миллион) тауыш йыйған.
Республика буйынса һайлауҙың нисек үтеүенә байҡау яһайыҡ. Дөйөм алғанда, Башҡортостан һайлаусыларының 77,53 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан. БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, территориаль һайлау комиссиялары протоколдарының 93,6 процентын эшкәрткәндән һуң, Башҡортостан буйынса 76,93% тауыш йыйып, Владимир Путиндың алда барыуы билдәле булған. Геннадий Зюгановҡа һайлаусыларҙың 13,75%, Владимир Жириновскийға – 3,28%, Михаил Прохоровҡа – 3,03%, Сергей Мироновҡа – 2,3% тауыш биргән.
Беҙҙең районда был мөһим сара бик ойошҡанлы үтте һәм унда ғәҙәттәгесә баймаҡтар бик әүҙем ҡатнашты. Ҡалала һәм ауылдарҙа һайлау участкаларында халыҡ өсөн төрлө күңел асыу саралары, спорт ярыштары, сауҙа-йәрминкәләр ойошторолдо. Дөйөм алғанда, һайлау бар урында ла байрам кәйефе менән ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ, тыныс үтте.
Һайлау һөҙөмтәләренә килгәндә, Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре түбәндәгесә: 38967 һайлаусының 91,15 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Кандидаттар өсөн тауыштарҙың нисек бүленеүе менән гәзиттең киләһе һанында территориаль һайлау комиссияһы таныштырыр.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Мәғлүмәт төркөмө – халыҡ араһында

Юлдарға ремонт кәрәк
Уҙған йомала муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары З.Т. Ушанов етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө Йомаш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа булып, халыҡ менән осрашты.
Төркөм үҙенең эшен Йомаш ауылынан башланы. Халыҡтың күп булыуы сараның мөһимлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Төркөм етәксеһе З.Т. Ушанов район хакимиәтенең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт биреп, төбәктең социаль-иҡтисади тормошона байҡау яһаны, пландар менән таныштырҙы.
Артабан Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры В.Р. Хисмәтуллин, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире Т.В. Денисова сығыш яһаны.
Йомашта ла, Юлыҡ ауылында ла халыҡ төҙөлөш өсөн ағас ала алмауҙарына зарланды. Юлыҡ участка урмансылығы лесничийы Р.Ф. Әҙеһәмов, быйыл районға бик әҙ күләмдә лимит бирелде, тип белдерҙе. Шунлыҡтан бөтә ғаризалар буйынса ла һорауҙарҙы ҡәнәғәтләндереү мөмкин түгел.
Ике ауыл халҡы ла юлдарҙың насар булыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ишбирҙе – Баймаҡ араһындағы юлдар күптән инде ремонт күргәне юҡ. Ағымдағы ремонт тигәне лә тош-тош урындарға эре-эре таштар түгеү менән генә сикләнә. Ә ундай юлдан бөтөнләй йөрөрлөк булмай. Йыл һайын бирелгән “буш” вәғәҙәләрҙән халыҡ ялҡып бөткән инде.
Йомаштар почтальондың гәзит-журналдарҙы аҙнаһына тик бер тапҡыр ғына таратыуына, шул сәбәпле яңылыҡтар менән ваҡытында танышып барыу мөмкинлеге булмауға зарлана. Был үҙе үк матбуғатҡа яҙылыуға кире ҡараш уята. Ауыл халҡы үҙәк ҡала дауаханаһына дауаланырға ятып булмай, тип тә белдерҙе.
Юлыҡ ауылы халҡы балалар баҡсаһы бинаһын һатмауҙы, уны ҡайтанан балалар баҡсаһы итеп тергеҙеүҙе һораны. Сөнки бөгөн ауылда мәктәпкәсә йәштәге 80 бала иҫәпләнә, был һандың артабан да үҫеүе көтөлә.
Халыҡ менән осрашыу ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле һәм отошло булды.
Лилиә ТАКАЕВА.

Баймаҡ һәм баймаҡтар

Тарихты үҙебеҙ яҙабыҙ
2013 йылда Баймаҡ ҡалаһы үҙенең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Ҡала статусы бирелгәндән алып бөгөнгә ҡәҙәр Баймаҡ бөтә яҡлап та ҙур үҙгәрештәр кисерҙе: күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сыҡты, “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етте, юлдар һалынды... Быларҙың барыһында ла кеше хеҙмәте ята.
Баймаҡ ҡалаһы кисә һәм бөгөн... Уның үткәне ниндәй булған, бөгөнгөһө нисек, ә иртәгә?.. Рубрикабыҙҙың исеменән үк күренеүенсә, бында һүҙ ҡала һәм уның кешеләре тураһында барасаҡ. Ошо йүнәлештә һеҙҙән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хаттар көтөп ҡалабыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.

Баймаҡ һәм баймаҡтар” рубрикаһын башлап, тәүге һүҙҙе Баймаҡ районының архив бүлеге начальнигы Ф.Ғ. Харрасоваға бирәбеҙ:
Баймаҡ тарихҡа бик бай. 2013 йылда уға нигеҙ һалыныуға 265, ә ҡала статусы алыуға 75 йыл туласаҡ. Ошо дәүер эсендә Баймаҡ оҙон һәм ҡатмарлы юл үткән. Бынан 264 йыл элек Баймаҡ Бикбулатов атлы уҙаман үҙенең ғаиләһе менән ошо ерҙә нигеҙ һалған. Ул Бөрйән волосының старшинаһы һәм 1755 йылдарҙа Батырша етәкселегендәге ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан батырҙарҙың береһе булған.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Лайыҡлы тормош юлы
Ошо көндәрҙә үҙенең барлыҡ хеҙмәт юлын Ленин исемендәге колхоз производствоһын үҫтереүгә арнаған Зәкир Рамаҙан улы Шәйхисламов 70 йәшлек юбилейын билдәләй.


Зәкир Рамаҙан улының бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килә. Бәләкәйҙән эшкә егелеп, хеҙмәттә сынығып үҫә. Тыуған ауылы Буранбайҙа башланғыс, Беренсе Этҡолда урта мәктәпте тамамлай. Уҡыу һәр ваҡыт колхоз эше менән йәнәш бара, бесән тырматыу, күбә тарттырыу үҫмер малайҙар иңенә төшә. 1959 йылда Юлдыбай тракторсылар курсын тамамлағас, колхоздың Буранбай бригадаһында тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай.Ер һөрөү, иген сәсеү кеүек эштәрҙә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән егеткә бригаданың хисапсыһы вазифаһын ышанып тапшыралар. Яҙыу-һыҙыуға, документ эшенә сослоғон баһалап, 1962 йылда колхоздың Таулыҡай ауылындағы үҙәк контораһына диспетчер итеп алалар. Шул йылда әрме хеҙмәтенә алынып, өс йыл Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп ҡайта.

Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығына ҡарата

Үҫештең яңы этабы үткәндәрҙән һут ала
«Беҙҙең республикала сәнәғәт күрһәткестәре илдәге уртаса күрһәткестән яҡшыраҡ. Был бик һәйбәт, ләкин быны беҙҙең быуын ҡаҙанышы ғына тип иҫәпләп булмай. Республиканың ҡеүәтле сәнәғәт комплексы тиҫтәләрсә йылдар дауамында булдырылды.
«Тулайым төбәк продуктына тейәп оҙатылған сит ил продукцияһы өлөшө» кеүек параметр буйынса республика Волга буйы федераль округында унынсы урында. Тимәк, был тәңгәлдә уйланырға, эшләргә урын бар».
БР Президенты Р.З. Хәмитовтың БР Дәүләт
Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән.


Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ҡалабыҙға ошо статусты биреүсе иң эре сәнәғәт предприятиеһы һанала. Заводтың ҡойоу, металл эшкәртеү, механик йыйыу һәм ремонт – механика производствоһының барлыҡҡа килеүе, үҫеүе һәм камиллашыуының 100 йылға яҡын (1913-2013й.й.) тарихы бар.Элекке баҡыр иретеү заводының (1913-1957й.й.) төп металлургия производствоһын хеҙмәтләндереп, ҡойоу-механика хеҙмәттәре заводтың ҡойолма продукцияға, стандарт булмаған һәм махсус технологик ҡорамалдарға (металл иретеү мейестәре, һауа өрҙөрткөстәр, баҡыр иретеү мейестәре, һыу менән һыуытыла торған кессон формалары һ.б.) булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.

Хоҡуҡ һаҡлау

Бур тотолған
Билдәле булыуынса, районда иң күп таралған енәйәттәрҙең береһе – урлыҡ. Ҡайһы саҡта бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға балиғ булмағандарҙың да йәлеп ителеүе айырыуса хәүефле. Енәйәтселәр тотолоп язаһын алыуына ҡарамаҫтан, бындай енәйәт йыш теркәлә.
Шулай бер кеше ял мәлендә төнгө Баймаҡ буйлап “һунарға» сыға. Хужалары өйҙә булмаған, алырлыҡ әйберҙәре булған йортто оҙаҡ аңдый ул. Тиҙҙән бур бындай өйҙө билдәләй һәм ҡапҡа аша һикереп төшә. “Тәжрибәле” кеше ишекте бик еңел аса. Ул бүлмәләр буйлап йөрөп сыға һәм кеҫә телефондары, көнкүреш техникаһы, ҡиммәтле кейем-һалым, биҙәүестәргә һ.б. “айыу майы” һөртә.
Хөкөм эскәмйәһенә ултырғас, бур үҙен аҡлау, язаһын еңеләйтеү өсөн төрлө сәбәптәр уйлап таба. Тик уның енәйәтенең сәбәбе бер генә – еңел табыш эҙләү. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән йәш ир күптән шундай тормош алып барған булып сыға. Һөҙөмтәлә, ул 3 йыл ярым ваҡытҡа төрмәгә ебәрелә.
Граждандарҙың үҙенең мөлкәтен һаҡлау сараһын күреп, ныҡлы ишек-ҡапҡа ҡуйыуын, өйөн аҙға ғына ла асыҡ ҡалдырмауын һорар инек.
А. ТИМЕРХАНОВ, прокурор ярҙамсыһы.

Байрамдар

Шәжәрәмдә – сал тарихы бабаларҙың
Шәжәрә ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә,
Ал бер үрнәк бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма
ҡор ояңды,үр шәжәрә!
Февраль аҙағында Сибай ҡалаһында Баймаҡ районы Байым ауылының арҙаҡлы шәхесе Байым ишан нәҫелдәренең «Ырыу көсө – тамыр көсө» тип аталған шәжәрә байрамы үтте. Унда республикабыҙҙан, Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ районынан саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтар һәм Байым ишандың ырыу-ара тоҡомдарының вәкилдәре ҡатнашты. Сибай педагогия колледжы коллективы башланғысы менән ҡаланың драма театры бинаһында үткәрелгән был сараға Байым ишандың нәҫел сылбырын дауам итеүселәр – Байымовтар, Вәлиевтар, Тажетдиновтар, Ғәлиндар саҡырылды. Сараны ойоштороуға, йәғни материалдар туплауға мәғариф ветераны, тарихсы А.Ә. Тажетдинов, проект авторы педколледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Ф. Мәжитова ҙур көс һалды.

Шәжәрә байрамының төп маҡсаты – нәҫелдәр ебен, туғандарҙы барлау, сараға килеүселәрҙе Байым ауылына нигеҙ һалыусы Байым ишан тоҡомоноң ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән таныштырыу ине. Ойоштороусылар был маҡсатҡа тулыһынса иреште, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә була. Үҙ халҡының тарихын, ырыу-нәҫелен хөрмәт итеүсе, илдең, милләттең киләсәге өсөн янып йәшәүсе Байым ишан тоҡомдары – әлеге ваҡытта Байым ауылында һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр аралар алыҫлығынан һис ҡурҡманы – драма театры залы халыҡ менән шығырым тулы булды.
Тәүҙә Байым ишан нәҫеленең әруахтарына имам-хатип Салауат Әғзәм улы Тажетдинов аят бағышланы. Артабан ҡунаҡтарҙы Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Р. Хәйруллин, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин сәләмләне.
Мәртәбәле сараға килеүселәрҙе тәбрикләп, Байым ишандың нәҫел ебен дауам итеүсе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов ҡотлау хаты ебәргән ине. Унда: «... Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, үткәнен белгән халыҡ ҡына киләсәктә ныҡлы баҫып, ышаныслы йәшәй ала. Шәжәрә байрамдары ҡала һәм райондарҙа ырыуҙаштарҙың нәҫел тамырҙарын барлауға, ҡан-ҡәрҙәштәр менән яңынан күрешеү-осрашыуға, туғандарҙың киләсәген бергәләп хәстәрләүгә арнала. Данлыҡлы шәхес, дин әһеле, мәғрифәтсе Байым ишандың нәҫелен дауам итеүсе ғаиләләр мәғрифәт, фән, сәйәсәт, сәнғәт өлкәһендә лә республикала киң билдәле. Үҙ шәжәрәңде өйрәнеү мауыҡтырғыс шөғөл генә түгел, ә кешелек бурысы ла, киләсәк быуында тарихи хәтер тәрбиәләү, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау яуаплылығы ла», – тиелә.
Сибай педагогия колледжы директоры, педагогия фәндәре кандидаты Зәйтүнә Йәнбәкова сығыш яһап: «2012 йыл Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов тарафынан Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип, ә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев тарафынан Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә Сибай педагогия колледжы коллективы Баймаҡ районы Байым ауылында тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе Байым ишандың шәжәрәһен өйрәнде, уны тулыландырыу маҡсатында ентекле эҙләнде һәм эш барышында был нәҫел тамырҙары тарих төпкөлөнә барып тоташҡанын асыҡланы», – тине ул һәм сараны ойоштороуға булышлыҡ итеүселәргә, килгән ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан байрамды алып барыусылар педколледж уҡытыусылары Мәзүнә Әхмәтйәнова, Йәғәфәр Нәҙершин, 2-се курс студенты Лилиә Салиховалар Байым ишан тураһындағы тарихи мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Байым Динебәков Бохара мәҙрәсәһен тамамлап, ислам динендә иң юғары ишан дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Ауылында мәҙрәсә асып, арифметика, география, астрономия фәндәрен тәрән белеүен күрһәтә. Прогрессив ҡарашлы ишан Ҡөрьән, шәриғәт ҡанундарына таянып, кешеләрҙе дауалауы менән халыҡты үҙенә ылыҡтыра. Уның әүлиәлек һәләте тирә-яҡҡа тиҙ тарала. Заманының сәйәсәтен халыҡҡа дөрөҫ аңлата алырлыҡ аңлы сәйәсмәндәр рәтендә була. Ҡайһы бер документаль материалдарға ҡарағанда 1798 йылдан алып 1816 йылға тиклем Ырымбур губернаторының ислам дине буйынса ярҙамсыһы һәм көньяҡ башҡорттары араһында вәкәләтле кешеһе була. 1795 йылдан ул йәшәгән Атйетәр ауылы Байым ишан тере саҡта уҡ Байым тип йөрөтөлә башлай. Байым ишан йәшәгән йылдар ҡатмарлы дәүергә (1739 – 1740 йылдарҙа – Ҡараһаҡал, 1755 – 1756 йылдарҙа – Сурағол, Батырша, Сураш, Әмин батырҙар, 1773 – 1775 йылдарҙа Пугачев етәкселегендәге ихтилалдар осорона) тура килә. Шул замандарҙа Байым ишан үҙ халҡын ҡурсалаусы, яҡлаусы тынғыһыҙ зыялы булған. 
 
Һәр бер ырыу үҙенең ырыуҙаштары араһында кешеләрҙең һаны менән түгел, ә уҡымышлы, арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурлана. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ Мөхтәр Байымов, Берйән Байымов, Азамат Ҡәҙерғолов, Ғәйфулла Ғәлин, Шәкирйән Ғәлин һ.б. Байым ишан исеменә барып тоташа.
Мәҫәлән, Мөхтәр Байымов – ғалим, иң беренсе филология фәндәре кандидаты, дәүләт эшмәкәре. Ул Ырымбур педагогик техникумын тамамлаған, Ҡазанда Көнсығыш пединститутында, Ленинградтағы Көнсығышты өйрәнеү институтында уҡыған, ошонда уҡ тарих һәм тел белгесе булараҡ аспирантура тамамлаған. Әйткәндәй, ошо мәртәбәле сараға әҙерлек барышында Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры А.Илембәтов Баймаҡ районы Байым ауылының тулы булмаған урта мәктәбенә Мөхтәр Байымов исеме бирелеүе тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ошо ауылдан сыҡҡан Берйән Байымов – фольклорсы ғалим, яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, журналист булараҡ республикабыҙҙа яҡшы таныш. Ул Өфө тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй журналистар союзы һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы булған. Ғәйфулла Ғәлин – талантлы журналист, Йылайыр кантонының халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор, ә Баймаҡ районы төҙөлгәс, «Ҡыҙыл Баймаҡ» гәзитендә тәүҙә яуаплы секретарь, 1934 – 1941 йылдарҙа мөхәррир вазифаһын башҡарған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та фронтҡа китә һәм 1942 йылда батырҙарса һәләк була. Азамат Ҡәҙерғолов – район, республика гәзиттәрендә мәҡәләләре йыш баҫылған, танылған журналист, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондары гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләгән. Уның “Етем ялан“ романы, “Илек бүләге” китабы уҡыусыларға күптән таныш инде. Шәкирйән Ғәлин – заманында бил бирмәҫ көрәшсе булып ҡына түгел, мәшһүр ҡурайсы булараҡ та танылыу алған. Йомабай Иҫәнбаев һәм Ғата Сөләймәнов призына үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе үҙенең ҡурайы менән Өфө, Ленинград, Екатеринбург, Һамар, Мәскәү сәхнәләрендә лә сығыш яһаған.
Артабан һүҙ Байым ишан нәҫеленең тарихын, шәжәрәһен өйрәнеп, күп материалдар туплаусы абруйлы, дәрәжәле ир уҙамандарының береһе Байым ишан тоҡомон дауам итеүсе Азамат Тажетдиновҡа бирелде. Ауыл шәжәрәһенең нигеҙен төҙөүсе Азамат Әғзәм улы үҙенең эҙләнеүҙәре, «Беҙ – байымдар» китабының яҙылыу тарихы тураһында һөйләп үтте.
Унан һуң һүҙ туғандары, нәҫел-тамырҙары менән яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн һәр бер ырыу-ара вәкилдәренең үҙҙәренә бирелде. Атап үткән дүрт фамилияны йөрөтөүселәр вәкилдәре бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде, үҙҙәре менән таныштырҙы, концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы.
Быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡ хистәрен нығытыуҙа, һәр ырыуҙаштың, ара-нәҫелдәштең үҙ шәжәрәһе алдында яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеү, тарихи хәтерен тергеҙеү, арҙаҡлы шәхестәрҙең данын күтәреү, уларҙы илгә танытыу йәһәтенән шәжәрә байрамдарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Шуға ла һәр кем үҙ тамырҙарын белергә тейеш.
С. Байымова.

Байым ишан нәҫелдәренән оло рәхмәт
Ил Президенты тарафынан иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылында Урал аръяғының үҙәге – Сибай ҡалаһында Баймаҡ районы Байым ауылында йәшәүселәр һәм уларҙың яҡташтары өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды – бөйөк ғалим Байым ишан (1733-1816) нәҫелдәренең шәжәрә байрамы үтте.
Беҙ, Байым ишан нәҫелдәре, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Х.Х. Сөләймәновҡа, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа, Сибай педагогия колледжы директоры З.Р. Йәнбәковаға, уның коллективына, драма театры директоры Д.М. Ғәлимовҡа матур сара ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Унда һәр беребеҙҙең күңеле йылы хистәргә сорналды, рухи көс-дәрт йыйҙыҡ, ҙур һәм данлыҡлы ырыуҙың бер өлөшө булыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыу тойғолары кисерҙек. Осрашыуға килгәндәрҙең йәше лә, ҡарты ла үҙенең тыуған ауылы тураһында әллә күпме тарихи яңылыҡ асты, быуындарын барланы, һәләтле һәм билдәле яҡташтарын иҫкә алды. Үҙебеҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең фотолары тупланған альбом менән таныштыҡ, А.Тажетдиновтың тыуған ауылыбыҙ, уның арҙаҡлы шәхестәре тураһындағы китабын өйрәндек. Байым ауылы һәләттәренең сығышын ҡарап кинәндек. Үҙебеҙҙең ерлектә тыуған йыр-бейеүҙәрҙе белеү, уны халыҡҡа сығарыу – кескәй Ватаныбыҙға һөйөүебеҙҙең бер сағылышы түгелме ни?! Милли аш-һыу менән һыйлаған Сибай педагогия колледжы ашнаҡсыларына ла ҙур рәхмәт!
Бындай байрамдар тарихта ҡала. Ғүмер уҙа, быуындар алмашына, беҙҙең урынға балалар баҫыр. Ил, республика, ҡала, район, ауыл киләсәге балаларыбыҙға ниндәй идеалдар ҡалдырыуыбыҙға бәйле. Килер быуындарға ҡалдырылған рухи мираҫ йәмғиәтебеҙ мәнфәғәтендә алға китешебеҙгә ҙур йоғонто яһаясаҡ, балаларҙа ла илгә, ергә һөйөү тәрбиәләйәсәк.
Шәжәрә байрамын ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Ғәлиә Мөхәмәтйәнова,
БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, СССР һәм РФ мәғариф отличнигы, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты;
Лира Камалова,
Социалистик Хеҙмәт Геройы.