9 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар



Иң күп тауышты В.Путин йыйҙы
Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты һайлауҙарында беҙҙең район буйынса иң күп тауышты Владимир Путин йыйған.
Һандар теле менән әйткәндә, тауыш биреүҙә ҡатнашыусы 35426 һайлаусының 91,3 проценты (йәғни 32345 кеше) В.В. Путинға ышаныс белдергән. Унан һуң КПРФ лидеры Геннадий Зюганов килә, уға һайлаусыларҙың 1836-һы – 5,18 проценты тауыш биргән. “Ғәҙел Рәсәй” партияһы рәйесе Сергей Мироновҡа Баймаҡ һайлаусыларының – 1,14 проценты (405 кеше), ЛДПР лидеры Владимир Жириновскийға – 0,97 проценты (343 кеше), олигарх Михаил Прохоровҡа – 0,96 проценты (341 кеше) тауыш биргән.
С. Кейекбирҙина.
Атайҙар һәм малайҙар
Ишмөхәмәт ауылы китапханаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған “Атайҙар һәм уландар” исемле кисә үтте. Унда урындағы мәктәптең 4-се класс уҡыусылары һәм уларҙың атайҙары ҡатнашты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көсө менән уҙғарылған был сара йыр-моң, китаптар менән танышыу, уйындар менән бергә үрелеп барҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлниса Абдуллина бала тәрбиәләгәндә атайҙың роле тураһында сығыш яһаны.
Асия Үлйәбаева,
китапханасы.
Кисәләр
Ошо көндәрҙә Байыш ауылында Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар өсөн “Халыҡ йырҙары – халыҡ күңелендә”, ғаиләләрендә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе әсәләр өсөн “Сабыр йөрәкле әсәләр” исемле кисәләр үтте. Уларҙың тәүгеһе башҡорт халҡының йыр-моңона, ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләһә, икенсеһендә иһә яҙмыш һынауҙары алдында баш эймәгән көслө рухлы әсәләргә дан йырланды.
Нәйлә Сөләймәнова,
китапханасы.

8 март — халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө


Һеҙ – донъя йәме, тормош ҡото


Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!
Ысын йөрәктән һеҙҙе иң матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!
Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр – ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙҙең күбегеҙ оло һөйөү менән балаларын тәрбиәләп, мең мәшәҡәттән торған йорт эштәрен башҡарыуҙан тыш, һөнәри эшмәкәрлегендә лә оло уңыштарға лайыҡ була. Юғары эш сифаттарығыҙ, яуаплылыҡ, ойоштороу һәләтегеҙ районыбыҙҙың социаль-иҡтисади, әхлаҡи-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта һеҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Аллы-гөллө сәскәләр, матур маҡтау һүҙҙәре, иң ҡиммәтле бүләктәр менән дә һеҙҙең күңел йылығыҙ өсөн рәхмәт әйтеп бөтөрлөк түгел. Шуға күрә көслө зат вәкилдәре һеҙҙе ихтирам итергә, терәк-таяныс, ышаныслы тормош юлдашы, тоғро дуҫтар, иғтибарлы коллегалар булырға тейеш.
Ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, әсәлекте, ғаиләне һаҡлау – йәмғиәттең үҫеш кимәлен билдәләй. Башҡортостанда был мәсьәләләр сәйәси йүнәлешкә индерелеп, ҙур эштәр башҡарыла. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, киләсәктә лә һеҙҙең тормошоғоҙ матди һәм рухи яҡтан яҡшырһын, белемегеҙҙе, даланығыҙҙы артабан үҫтереү, борсоған проблемаларығыҙҙы хәл итеү өсөн бар шарттар булдырылыр, тип ышанабыҙ.
Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләйем! Был көн барығыҙ өсөн ҡыуаныс-яҡтылыҡҡа төрөнөүен, бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре һәм йылмайыуҙар бар ғүмерегеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек йылыһына сорнауын теләйем. Бәхетле булығыҙ, яратып, яратылып йәшәгеҙ!
И. СИТДЫҠОВ,
муниципаль район хакимиәте
башлығы.

Нурҙар балҡышы уның күҙҙәрендә...
Ҡалабыҙҙың Малыш биҫтәһендәге “Гөлназ” магазины – һатып алыусыларҙың ихтирамын күптән яулаған сауҙа предприятиеһы. Ҡаланың уңған эшҡыуарҙары Гөлнур менән Рәфҡәт Ибраһимовтар ойошторған сауҙа нөктәһе халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн барыһын да эшләй. Магазинда һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндереү кимәленең юғары булыуын, һатыусыларҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Гөлдәр Буранова – тап шундай уңған һатыусыларҙың береһе.

Гөлдәр Кинйәбай ҡыҙы Ҡыуат ауылында тыуып үҫкән. Һатыусы һөнәрен алғас, ул Баймаҡта бәләкәй баҙарҙа эшләй. Ә “Гөлназ”да ике йыл. Тормош иптәше Мораҙым менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Ислам 2-се класта уҡый, ә ҡыҙҙары Яҙгөл балалар баҡсаһына йөрөй.
Гөлдәр Буранова яңыраҡ сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыу урындары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармаҡтары араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Эйе, йөҙө яҡты, күңеле матур, өлгөлө хужабикә быға һис шикһеҙ лайыҡлы.
А. Ишназаров.

Ир-егеттәргә өгөт-нәсихәттәрҙән
Яңы быуат үҙ хисабын һүтә,
Тормош ҡына артҡа барғандай.
Һиҙелмәйсә айҙар, йылдар үтә,
Шул ҡояш бары, шул уҡ ай...
Донъя уңға, берсә һулға бәрҙе
Кире ҡайтты иҫке ҡоролош.
Илкәйемдең бик күп иркәйҙәре
Баҙап ҡалды: “Ҡайҙан был тормош?..
Ил терәге булыр аҫыл ирҙәр
Рухы һынып сүгеп ҡалғанда,
Эй, ҡатын-ҡыҙ, һыҡтамайса бер ҙә
Ғаилә тиеп баҫтың ҡалҡандай.
Күптәрҙең бар кәләш йәки әсәй,
Йомшаҡ диван, юрған-яҫтығы.
Ҡатын-ҡыҙ елкәһендә йәшәй
Ир-егеттең теүәл яртыһы.
Кәңәшем бар һеҙгә, ир-егеттәр,
Йәшәү кәрәк шундай шарт менән:
Ҡотла ҡатын-ҡыҙҙы һәр көн иртән
Һигеҙенсе, тиеп, март менән!
Көслө ҡулдар эштән арыһындар,
Көлөп торһон йәрҙәр, әсәйҙәр!
Ожмахтарҙы улар барыһы ла
Беҙҙең аяҡтарға түшәйҙәр.

Шәфҡәт Әбйәлилов, Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге

әҙәби премия лауреаты. Буранбай ауылы.




Сәләмәт рухлы булайыҡ!
Яҙҙың иң тәүге көндәрендә, ҡатын-ҡыҙға ҡояшҡай үҙенең нурҙарын мул итеп өләшкәндә – 8 март байрамын билдәләйбеҙ. Был көндө барыбыҙ ҙа әсәй, өләсәй, әхирәт, апай-һеңлеләребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Һәм йылмаябыҙ. Ҡысҡырып көлөргә лә ихласланабыҙ. Ә бит йылмайыу – яҙ билдәһе, баштар юғары күтәрелә, күҙҙәргә нур ҡуна. Әйтерһең дә, алыҫтағы йондоҙ яҡыная һәм уның балҡышынан һәммәбеҙгә лә тигеҙ өлөш сыға. Һәм беҙ, ҡасандыр әсәйҙәрҙе ҡотлаған ҡыҙҙар, үҙебеҙ әсәй, өләсәй булыу бәхетен татыйбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙы, ейәнсәрҙәребеҙҙе тәбрикләү һөйөнөсөнән кинәнәбеҙ. Үҙебеҙҙең ни тиклем бәхетле икәнлегебеҙҙе тойомлайбыҙ. Сөнки һәр беребеҙ бәләкәй генә донъяның – өйөбөҙҙөң хакимәһе. Һәр беребеҙ балаларын һәм ирен һыйындырыусы, ҡулында йылы аш, йөрәгендә наҙ йөрөтөүсе, яҡындарын барлыҡ афәттәрҙән ҡурсалаусы, көсһөҙ ҙә, көслө лә фәрештә.
Әммә ғаиләнең ҡото ҡатын-ҡыҙҙың рух көсөнә, уңғанлығына бәйле. Ир ҡатыны булыу – үҙе бер һөнәр. Икенсе яртыңдың кеше араһында кемлеге – һинең ижадың емеше. Камилыраҡҡа әйләнгән һайын затлы емеште ауыҙ итергә теләүселәр ҙә табылыуы ихтимал. Ошо мәлдә сабырлыҡ, аҡыл кәрәк тә инде беҙгә, әхирәттәр! Һәр үкенестең дә иртәгә ҡыуанысҡа әүерелеүе ихтимал бит.
Ҡәҙерле әхирәттәр! Яҙҙың тәүге айы һеҙгә яңы һулыш, көс-ҡеүәт, илһам алып килһен. Һөйгәндәрегеҙҙең, балаларығыҙҙың яратыуын тойоғоҙ, ғүмерҙең һәр миҙгеле мөхәббәт, бәхет-шатлыҡтар бүләк итһен. Сәләмәт рухлы булайыҡ, хатта балалар ҙа күтәренке кәйефле, сәләмәт әсәйҙәрҙе ярата бит. Ҡыҙҙарыбыҙҙың алһыу хыялдары тормошҡа ашып, үҙ яртыларын табып бәхетле булһын, кескәй генә ҡулдарында ҡурсаҡтарын һөйгән бәләкәс ейәнсәрҙәребеҙ мөхәббәтле ғаиләлә үҫһен. Ғаилә именлеге, балаларҙың бәхете, илебеҙҙең ныҡлығы ҡатын-ҡыҙҙың дуҫлығында, һөйөүендә булыуын онотмайыҡ. Байрам менән, гүзәл заттар!
Л. ДӘҮЛӘТШИНА,
район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Борон-борондан ҡатын-ҡыҙ йәмғиәттең терәге һәм выжданы, ғаилә усағын һаҡлаусы булды һәм шулай булып ҡала. Хоҙай Тәғәлә ҡатын кешегә иң изге бурыс – әҙәми затҡа йән өрөү һәм ғүмер баҡый кешене һөйөп иркәләү бурысын йөкмәткән. Әлмисаҡтан бирле әсә, тоғро ҡатын ғаилә тотҡаһы булған һәм хәҙер ҙә шулай. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бөгөнгө һәм киләһе быуыны ла ошо йолаларҙы юғары тотһон һәм дауам итһен.
Матур байрамығыҙ айҡанлы ихлас ҡотлап, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ныҡлы һаулыҡ, саф мөхәббәт, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ә үҙегеҙ ер йөҙөндәге иң гүзәл зат булып ҡалығыҙ!
Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексының
 ир-егеттәре һәм ветерандар советы.

Байрамығыҙ менән!
Урман хужалығында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм хеҙмәт ветерандарын ысын йөрәктән яҙҙың иң гүзәл байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ғүмерҙең оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлыһын, тормоштоң йәмлеһен, бәхеттең ташып торғанын теләйбеҙ. Һәр килгән көнгә, атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, уңыштарына һөйөнөп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ғүмер итергә яҙһын. Гел шулай яғымлы, хәстәрлекле булып ҡалығыҙ. Барлыҡ изге уйҙарығыҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ!
Баймаҡ урмансылығы ир-егеттәр коллективы
һәм ветерандар советы.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө


Мин – ҡатын-ҡыҙ, ҡәҙер белгән өсөн,
Тоғролоҡҡа йәнем тапшырам.
Һөйөү менән мин яҡшыраҡ булам, 
Матурыраҡ булам, яҡтырам.




Тормошо батырлыҡҡа тиң
Асия Шафиҡ ҡыҙы Рәхимғолова районыбыҙҙа ғына түгел, ә бар республикаға киң билдәле кеше. Сөнки ул фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған яғыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индергән, ә уның эшһөйәрлеген күптәргә үрнәк итеп ҡу йырлыҡ.

Асия Шафиҡ ҡыҙы 10-сы класты тамамлағас та, “Алға” колхозында эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта «Йылайыр» совхоз-техникумында ситтән тороп зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Тәүҙә сусҡасылыҡта, артабан һауынсы булып, тик маҡтау һүҙҙәре ишетеп эшләй. Асия Шафиҡ ҡыҙы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Почет билдәһе” знагы, «Хеҙмәт батырлығы», ВДНХ-ның ике көмөш, ике бронза, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. Асия инәйҙең Почет грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Тормош иптәше менән өс бала үҫтереп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған. Улар ҙа үҙ сиратында тырышып, матур итеп донъя көтә.
Асия инәй 75 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, әле лә тынғыһыҙ, эшлекле булыуы менән айырылып тора. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙән көс-дәрт алып, һәр көнөнән йәм табып йәшәгән Асия инәйгә бәхетле, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Һөнәре буйынса иң яҡшыһы
Салауат исемендәге АХК райондың ауыл хужалығы тармағында ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Бөгөн ко-оперативта малды имен ҡышлатыу, яҙғы баҫыу эштәрен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алыу өсөн булған мөмкинлектәр күрелә. Бының нигеҙендә коллективтың һәр ағзаһының ныҡышмалы хеҙмәте ята. Нурия Утарбаева – бар ғүмерен ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнаған һәм намыҫлы хеҙмәте менән район кимәлендә хаҡлы абруй ҡаҙанған алдынғы һауынсыларҙың береһе.

Нурия – Мерәҫ ауылы ҡыҙы. Урындағы мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын “Таналыҡ” колхозында һауынсы булып башлай. Бына шул ваҡыттан алып Нурия Асрар ҡыҙы яратҡан һөнәренән айырылмай, ошо көнгәсә уға тоғро булып ҡала. Кейәүгә сыҡҡас, хеҙмәтен Салауат исемендәге хужалыҡта дауам итә. Һауынсы булып өс тиҫтә йыл эшләү осоронда ул үҙ эшенең алдынғыһы булып танылды, район ярыштарында еңеп сыҡты. Былтыр Н.Утарбаева 681 центнер тулайым һөт һауып алып, 2011 йыл йомғаҡтары буйынса район кимәлендә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды.
Тормош иптәше Самат Ғәйнислам улы менән (ул да урындағы хужалыҡта тырышып эшләй) 3 балаға ғүмер биреп, уларға юғары белем алырға, үҙаллы тормош ҡорорға ярҙам иткәндәр. Әйткәндәй, производстволағы эштәрен намыҫ менән башҡарыуҙан тыш, Утарбаевтар матур итеп донъя көтөргә лә, шәхси хужалығын үҫтерергә лә ваҡыт таба. Ошондай ғаиләләр – ауыл ҡото һәм киләсәге!
А. Салауатов.
Тик гүзәл заттар эшләгән бүлек
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының неврология бүлегендә үҙ эшен яратҡан, тырыш ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Улар бик ауыр хәлдә килтерелгән ауырыуҙарға ла өмөт нуры өләшеп, аяҡҡа баҫтыра. Уңған аҡ халатлылар менән билдәле та- бип Асия Сәфәрғәле ҡыҙы Ҡоланбаева етәкселек итә. Байрам алдынан неврология бүлегендә дауаланған Шүлкә ауы-лының имам-хатибы Юламан олатай Раев бар ауырыуҙар исеменән рәхмәтен белдереп: “Билдәле шифаханалар- ға ҡарағанда ла яҡшыраҡ дауалайҙар”, – тине.

Кешеләрҙе әжәлдән йолоп ҡалып, ғүмер бүләк иткән неврология бүлеге хеҙмәткәрҙәрен 8 март байрамы менән ҡотлап, бәхеттәр генә теләйбеҙ.

Ҡояштай балҡыған өләсәй
Буранбай ауылында йәшәгән Факиһа өләсәйемә бала саҡта бик йыш барҙым. Уның күршеһендә генә Хәбибъямал инәй менән Мәһәҙи олатай Ҡотоевтарҙың ҙур ғаиләһе бал ҡортондай мәж килеп йәшәне. Урамдарына инһәң, һәр нәмә үҙ урынында, ә өй эсе ялтырап балҡып тора. Уларҙың өлкән ҡыҙы — һомғол буйлы, оҙон сәсле Таңһылыу апайҙың эшлекле, аҡыллы булыуына һоҡлана инек. Ошо матур апай менән йылдар үткәс тағы осрашырға тура килде. Уның дәрәжәһе артҡан, хәҙер инде өләсәй булған, ейәне Мәһәҙи беҙҙең балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Ул, атаһының яҡты рухына тоғролоҡ һаҡлап, ейәненә атаһының исемен ҡуштырған.

Таңһылыу апай Сөнәғәтова Түбә ҡасабаһында йәшәй. Бер ҙә үҙгәрмәгән, һаман да ҡояштай балҡып тора. Хәҙер инде ул мине тышҡы матурлығы менән генә түгел, ә күңел байлығы менән арбаны. Мәһәҙи ейәне минең төркөмгә йөрөй башлағас, апай уң ҡулыма әйләнде һәм бар ата-әсәләргә бала тәрбиәләүҙә үҙен аҡыллы кәңәшсе итеп күрһәтте. Мәҫәлән, “Өләсәй, әсәй, ейән” конкурсына Таңһылыу апай беренселәрҙән булып әҙерләнә башланы, ҡыҙына, ейәненә бейеү һалды, үҙе яҙған шиғыр, ҡобайырҙы уҡып барыһын да һоҡландырҙы. Әлбиттә, улар Гран-приға лайыҡ булды.
Район һәм ҡала тәрбиәселәренә кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәтергә кәрәк булғас, Таңһылыу апайға мөрәжәғәт иттем. Ул әхирәте менән кейеҙ баҫыу кәрәк-яраҡтарын алып, Түбәнән килеп тә етте. Бәләкәй балаларға аңлайышлы итеп һөйләп, күрһәтеп, бергәләшеп кейеҙ баҫтылар. Дәрес тәрбиәселәргә бик оҡшаны, өләсәйҙәргә рәхмәтебеҙ бик ҙур. Таңһылыу апай үҙе баҫҡан башҡорт орнаменты төшөрөлгән кейеҙҙе төркөмөбөҙгә бүләк итте. Ул “Өләсәй- ҙә ҡунаҡта”, “Әкиәттәр илендә” дәресендә ҡатнашып, балаларға рухи тәрбиә бирҙе.
Таңһылыу апай килеп инһә, бүлмә яҡтырып китә. Балалар уны һырып алып, һорауҙар яуҙыра башлай. Таңһылыу апай ейәненең генә түгел, ә төркөмдәге бар балаларҙың иң яҡын кешеһенә, өләсәһенә әүерелде.
Минең дуҫтарым бик күп, уларҙың барыһы ла тормошто яратып, матур йәшәгән кешеләр. Теләгем – донъялар имен торһон, үҫеп килгән йәш быуындың киләсәге яҡты булһын”, – ти ул.
Әлфиә ФӘЙЗУЛЛИНА, “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.




Китапхананың йәме
Борон-борон заманда түгел, ә ошо көндәрҙә йәшәй икән, ти, мөләйем генә гүзәл зат. Һәр саҡ йылмайып ҡына йөрөгәне өсөн уны йыш ҡына ҡояшҡа ла тиңләп ҡуялар, ти. Ҡояштың йәше булмағандай, уның да теүәл генә йәшен билдәләүе ҡыйын икән. Йылмайыуы уны йәшәртә лә ҡуя, ти.

Ә ул “ҡояш” Таулыҡай ауылында абруйлы ғына бер ғаиләлә матур тәрбиә алып, ай үҫәһен көн үҫеп буй еткергән. Бәләкәстән китап яратып, бар тирә-яҡ мөхитте, тәжрибәне ошо аҡыл һандығынан алып үҫкәнгә, киләсәген унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмағанға Өфө китапхана техникумына уҡырға ингән. Бында буласаҡ һөнәренә һөйөүе тағы ла артып, Баймаҡ ҡалаһына эшкә ҡайта. Үҙәк район китапханаһында абонемент китапханасыһы булып башлай, шул уҡ йылда уҡыу залы библиографы итеп күсерелә. Ә һуңғы 8 йылда ул уҡыу залы мөдире, юҡ, ҡояшы булып хеҙмәт итә. Кем ул, тип һорайһыңмы, гәзит уҡыусым? Шунда уҡ үҙеңдең китап менән дуҫ түгел икәнеңде лә һата яҙҙың түгелме? Сөнки уҡыу залына килмәгәндәр генә Венера Ишбаеваны белмәйҙер, тигән уйҙамын. Бында ҡала ғына түгел, ауылдан да китап һөйөүселәр йыш була. Үҙәк район китапханаһында үткән төрлө сараларҙа, кисәләрҙә, байрамдарҙа Венера Әғзәм ҡыҙы йыш ҡына алып барыусы. Бигерәк тә уны 10 йылға яҡын “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең кураторы тип беләләр. Яҡты, иркен, матур уҡыу залында үҙе лә ҡояш кеүек ҡаршы алғанға, берекмә ағзалары ултырыштарға ҡыуанып йыйы-ла, бер осрашҡас, һүҙҙәр бөтмәй, айырыла алмай хушлаша.
Венера Әғзәм ҡыҙы Баймаҡ егете Ишбаев Фирғәт Хәмит улы менән Рәфис һәм Рәмзил исемле ике ул үҫтерә. Тырыш ғаилә үҙҙәре хан һарайындай йорт һалып сыҡҡан.
Рәфис Ишбаев хаҡында ишетмәгән, белмәгәндәр һирәктер. Был үтә лә моңло, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған егет тураһында айырым яҙмау яҙыҡ булыр. Ул “Ирәндек моңдары”, “Туған моңдар” республика конкурстарында – Гран-при, Туймазыла үткән “Оҙон көй” конкурсында беренсе урын, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге йыр бәйгеһендә махсус приз менән бүләкләнгән. Был һанап киткәндәре – иң эреләре генә. Уға тиклем төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнашыу, сәмләнеп тотоноу уға ижади яҡтан үҫергә ярҙам иткән дә инде. Моңло егет әле Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт итә, сержантлыҡҡа уҡып йөрөй. Уға тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтып төшөргә яҙһын. Рәмзил иһә, ағаһынан айырмалы рәүештә, техника менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Әммә ҡурай түңәрәгендә лә яратып шөғөлләнә. Бына шундай улдар үҫтергәндәр Ишбаевтар.
Китап уҡыуҙан тыш тәмле итеп бешеренергә, баҡса үҫтерергә яратҡан нәзәкәтле Венера ханымды Яҙ һәм Гүзәллек байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап, уға оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге теләге килә.
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.
Урманһыҙ йәшәй алмайым...”
Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы Урманова ғүмерлек һөнәренә тоғро ҡалған, олоһона ла, кесеһенә лә дини тәрбиә биргән, донъяуи мәсьәләләр, милләт, тел өлкәһендәге алдынғы ҡараштары менән айырылып торған инәй. Ул 1939 йылда Ҡыуат ауылында донъяға килгән. Юлдыбай урта мәктәбен тамамлап, Алтай крайындағы Рубцовск ҡалаһында ауыл ху-жалығы техникумында белем ала. Ләкин уҡытыусы булыу теләге көслөрәк булып сыға.
Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы хеҙмәт юлын Кәрешкә мәктәбендә башлай. Ошо уҡ ваҡытта Белорет педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлай. Эшенә намыҫ менән ҡараған уҡытыусыны уҡыусылары әле лә рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала, шылтырата. Кешенең хеҙмәтенә иң ҙур баһа ошо бит.
Ғәлиә инәй йәшләй генә тол ҡалып, дүрт балаға матур тәрбиә биргән. Ҡыҙҙарына матур туйҙар үткәреп, милләтебеҙгә хас булғанса тейешенсә оҙатып, әле улы Наил, килене Әлфиә менән гөрләтеп йәшәй. Туғыҙ ейән-ейәнсәренә алмаштырғыһыҙ ҡәҙерле өләсәй, ғәзиз кеше лә ул.
Ғәлиә инәйҙең теккән-сиккән әйберҙәренән ҙур күргәҙмә яһарлыҡ. Күңеле матурлыҡҡа ынтылған кеше, әлбиттә, гөлдәр үҫтерергә лә ярата: тәҙрә төптәрендә тамсы гөлдәр, баҡсаларында төрлө-төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала.
Урманһыҙ йәшәй алмайым”, – ти ул. Балалары бәләкәй саҡта уларҙы эйәртеп сыҡһа, хәҙер иһә урман-ҡырҙарға ейән-ейәнсәрҙәре менән юл тота.
Ғәлиә инәйҙең ҡулына гәзит-журнал тотмаған ваҡытын күрмәҫһең. Республика баҫмалары менән генә түгел, үҙәк баҫмалар менән дә бик дуҫ. Балалары төрлө яҡлап үҫешһен өсөн көсөн дә, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй ул. “Беҙ күп уҡыныҡ, мәғлүмәтле булдыҡ, сөнки әсәйебеҙ шундай ине. Бар эшкә үҙе өйрәтте, намыҫсан булды. Атайыбыҙ ҙа бик күркәм, матур холоҡло кеше ине. Ғүмере йәшләй генә фажиғәле өҙөлдө. Әсәйебеҙ бәләкәс һеңлебеҙ Риммаға ауырлы булып ҡала. Уға атайыбыҙҙы күрергә насип булманы”, – тип һөйләй балалары.
Ғәлиә инәйҙең улы Наил Әбделкәрим мәктәбендә эшләй, килене Әлфиә – математика уҡытыусыһы. Дилә йәш техниктар станцияһында методист, Ләлә – Йәнйегет мәктәбендә, Римма БДУСИ-ла уҡыта.
Ғәлиә инәйҙең теле иҫ киткес һутлы, мәҡәл-әйтемдәргә бай булыуы менән айырылып тора. Боронғо һүҙҙәрҙе һәр саҡ урынлы ҡулланып, балаларының күңеленә һеңдереп килгән. Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙының бала тәрбиәләү буйынса биргән һабаҡтарын әйтеп бөткөһөҙ. Халыҡ йырын һуҙһынмы ул, йә таҡмаҡлап ебәрһенме – ейән-ейәнсәрҙәре ҡушылып йырлап, тыпырлап бейеп китә. Мейесен һүрелтмәй, өй йылыһын һаҡлаған, йырлай-йырлай самауыр ҡуйған, шыжлатып ҡоймаҡ ҡойған, йүгереп йөрөп икмәк һалған Ғәлиә инәйҙең ғүмере оҙон һәм бәхетле булһын.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Ярты юлда туҡтап ҡалмай ул
Яратҡан эш урыныңдан яҙыу эсәр һыу, һулар һауанан мәхрүм булыуға тиңдер ул. Ниғәмәт ауылы клубы янып көлгә ҡалғас, Нурия Ғатауллина ла шундай ауыр тойғолар кисерә. Шулай ҙа, шөкөр, мәктәп хеҙмәткәрҙәре уны яндарына алғас, элекке үк ялҡын менән булмаһа ла, эшен ихлас дауам итә.
Нурия Фәхрислам ҡыҙы Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән. 10-сы класты тамамлағас та уны клубҡа художество етәксеһе итеп эшкә алалар. Бер йылдан Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына (хәҙерге техникум) театр бүлегенә көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. Өс йылдан театр коллективы режиссеры булып тыуған ауылына эшкә ҡайта һәм 30 йылдан ашыу ошонда арымай-талмай хеҙмәт итә. Һуңғы алты-ете йыл инде мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын тарта. 2009 йылда оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

– Клуб янғанда грамоталарым да, ғүмер буйы яҙған сценарийҙарым да янып юҡҡа сыҡты. Шулар өсөн йәнемдең әрнеүҙәре!.. – тип күҙҙәренә йәш алып хәтерләй ул. Шулай ҙа Нурия Фәхрислам ҡыҙы б аҙап ҡалмай, йәштәр өсөн дә, ололар өсөн дә байтаҡ кисәләр ойоштора. – Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәнемә үкенмәйем. Мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, улар менән бергә эшләйбеҙ. Ферма, яландарға агитбригадалар менән йөрөнөк.
Кемдер: “Эш урыным юҡ, һәйбәт булды әле”, – тип ҡыуанып өйҙә генә ятыр ине, бәлки. Ә тынғыһыҙ Нурия ханым ярты юлда туҡтап ҡалғандарҙан түгел. Төҙөлөп ятҡан мәҙәниәт йортоноң үҙ ишектәрен асыуын ауылдаштарынан бигерәк ул түҙемһеҙләнеп көтә. Эстән генә ниндәй саралар, кисәләр, байрамдар үткәреүҙе күптән билдәләп ҡуйғандыр әле, моғайын.
Өс бала әсәһе Нурия ханымдан: “Балаларығыҙҙың һеҙҙең юлды һайлауына ҡаршы булмаҫ инегеҙме?” – тигән һорауыма ул: “Юҡ. Бәләкәй ҡыҙымдың бейеүсе булғыһы килә. Матур йырлай ҙа. Әгәр ул ошо йүнәлештә уҡырға, эшләргә теләһә, мин ҡар-шы булмаясаҡмын”, – тип яуапланы.
Үҙе лә моңо менән ауылдаштары күңелен арбаған, театрҙы үҫтереүгә, мәҙәниәтте күтәреүгә күп көс һалған Ниғәмәт мәҙәниәт йорто директоры Нурия Ғатауллинаның эшендә артабан да уңыштар, яңы йорттоң тиҙерәк асылып, унда ул бөтә уйлаған матур сараларҙы ҡыуанып тормошҡа ашырыуҙарын те-ләйбеҙ.
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.
Ҡалабыҙға таҙалыҡ бүләк иткән апай
Беҙҙең ҡалала һуңғы йылдарҙа яңы йорттар ҡалҡып сығыуы, үҙәк урамдарҙа машиналарҙың гөжләп тороуы тормошобоҙҙоң алға тәгәрәүен күрһәтә. Кешеләр күп булғанға күрә, урам һепереүселәргә лә эш етерлек. Улар иртә таңдан ауыр, әммә һәммәбеҙ өсөн кәрәкле булған эшкә тотона.
Ҡалабыҙҙың таҙалығы өсөн көсөн йәлләмәгән Фәниә Ҡаһарман ҡыҙы Усманова 2002 йылда был эшкә килә. Ул 1957 йылда Йәрмөхәмәт ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Атаһы Карл Маркс исемендәге колхозда алдынғы тракторсы була, ә әсәһе төрлө эштәрҙә йөрөй.

Фәниә Усманова 1968 йылда мәктәп-интернатҡа уҡырға килә. Теремек, көләс йөҙлө ҡыҙыҡайҙы уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа йылы ҡабул итә. Интернатта балаларға хеҙмәт тәрбиәһен дә бирәләр. Уҡыусылар хеҙмәт һәм ял лагерында йәшелсә үҫтерә, сөгөлдөр утай, төрлө саралар үткәрә. Фәниә Усманованың тәрбиәсеһе булып тәүҙә М.Ғәбитова, юғары класта Г.Р. Яҡупова эшләй. Фәниә апай спорт буйынса ла алдынғылар рәтендә була. Ул үҙенең уҡытыусыларын – Гөлсара Йәнтүрина, Лотфиямал Хәсәнова, Зәкиә Лоҡманова һ.б. һағынып хәтерләй.
Ата-әсәһе тырыш, эшһөйәр ҡыҙы менән ғорурланып йәшәй. 1974 йылда мәктәп-интернатты тамамлаған Фәниә апай төҙөүсе эшенең серҙәренә өйрәнә. Унан Баймаҡ ПМК-һында хеҙмәт юлын башлай. Артабан ул Сибай ПМК-һында эшләй. 1975 йылда Сибай егетенә тормошҡа сығып, бик матур ғаилә ҡоралар. Мөхәббәт емеше булып, бер-бер артлы өс бала донъяға килә. Тик иптәше 35 йәшендә генә вафат була. Йәш ҡатын яңғыҙы, береһенән-береһе бәләкәй бала менән тороп ҡалһа ла, артабан тормошон дауам итергә, бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға көс таба. Ике улы ла армия сафында хеҙмәт итә. Рәис Чечен Республикаһында эшләп, өйләнеп, шунда төпләнеп ҡала. Рәфис Сибайҙа тормош ҡора. Әсәһенә оҡшап эшһөйәр булып үҫкән ҡыҙы иһә Ҡырмыҫҡалыла йәшәй. Балалары ситтә булһа ла, әсәләрен онотмай, көн дә хәбәрләшеп торалар. Әсә бәхете өсөн күп кәрәкме инде!
Фәниә апай тырышып донъя көтә. Тынғыһыҙ, эшһөйәр урам һепереүсе 2006 йылда район бәйгеһендә еңеү яулап, чемпион таҫмаһына лайыҡ була. Фәниә Ҡаһарман ҡыҙының ыжғыр бурандарҙа ла, әсе һыуыҡта ла үҙенә беркетелгән урамдарҙы, йорттарҙы таҙалыҡта тотоуы һоҡланғыс. Барыһына ла өлгөрә тырыш ҡатын! Уның эшенә, тормошона зарланғанын бер кем дә ишеткәне юҡ. Фәниә апай хеҙмәттәштәре менән эште “һинеке-минекегә” лә бүлмәй. Көләс йөҙлө, кешеләргә тик шатлыҡ өләшкән Фәниә Ҡаһарман ҡыҙы һәр кемгә ярҙам итергә әҙер, йылы һүҙҙәре менән кешеләрҙе дауалай, тынысландыра белә. Шуға күрә уның үҙен дә, эшен дә ихтирам иткән баймаҡтар уға бик тә рәхмәтле. Ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән Фәниә апайҙың һәр таңы ҡояшлы булыуын теләге килә.
Г. Салауатова.
Хеҙмәттән йәм табып
Тырыш, хөрмәтле китапханасы. Көслө, өлгөлө шәхес. Ябай, яғымлы кеше. Хәстәрлекле әсә, тормош иптәшенә – тоғро ҡатын. Был һүҙҙәр Мерәҫ ауылының китапханасыһы Дилбәр Яхинаға әйтелгән хаҡ баһа.

Темәс ауылында тыуып үҫеп, мәктәп йылдарында уҡ уҡыу алдынғыһы, мәктәптең комсоргы, уҡыу комитеты рәйесе, вожатый була. Бала саҡтан китапты яратыуы киләсәк яҙмышын билдәләй – ул Өфөләге китапхана тех- никумына юллана. Уҡыуын уңышлы тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Мерәҫ ауылы китапханаһына ебәрәләр. Ул дәртләнеп эшкә тотона, белемен тағы ла камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтын тамамлай. Ошо ваҡыт эсендә ул ауылдаштары араһында оло абруй яулай, ауыл китапханаһында тағы ла тырышып эшләүен дауам итә – ауыл халҡын китап менән хеҙмәтләндереп кенә ҡалмай, ә пенсионерҙар, инвалидтар, төрлө төркөм китап уҡыусыларҙың өйҙәренә йөрөп китап тарата. Шулай уҡ төрлө байрамдар, тематик кисәләр, осрашыуҙар үткәреп тора. Мәктәп уҡыусылары өсөн китапханала ҡыҙыҡлы дәрестәр, әңгәмәләр, ә балалар баҡсаһы “уҡыусылары” өсөн мауыҡтырғыс бәйге-ләр үткәреп тә өлгөрә.
Дилбәр Ғәйфулла ҡыҙы ойошторған “Атайсал”, ағинәйҙәр, “Таңсулпан”, “Шоңҡар”, “Игебай мәктәбе” клубтары бөгөн дә эшләп килә.
Уның намыҫлы хеҙмәте баһаланмай ҡалмай – ике тапҡыр “Иң яҡшы китапхана”, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”, “Мин – китапханасы” конкурстары еңеүсеһе, район буйынса ғына түгел, Мәҙәниәт министрлығы тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары ла байтаҡ.
Дилбәр ханым тормош иптәше Хәмит Ғәбит улы менән Алмас исемле улдарын матур итеп тәрбиәләй.
Тырыш, яғымлы Дилбәр Ғәйфулла ҡыҙына киләсәктә лә эшендә уңыштар, тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар, ғаилә именлеге, бәхет кенә теләйбеҙ.
Лена Нәҙербаева.
Мерәҫ ауылы.