13 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар


КФХ-лар саҡырыла
15 мартта халыҡ ижады үҙәгендә райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Унда фермер хужалығын ойоштороу, уға дәүләт ярҙамы, яңы эш башлаусы КФХ-ларға белгестәр кәңәшен еткереү һәм башҡа күп мәсьәләләр ҡараласаҡ.
“Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге. 

Күсейҙәр иманға өндәй
Күсей ауылы китапханасыһы Флүзә Ыласынова “Иманлы булайыҡ!” тип аталған кисә ойошторҙо. Унда Рәсәй Ислам университетында белем алыусы Әлиә Илбулова, ауылдың имам-хатибы Ғиниәт Игебаев, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Әлиә Дамир ҡыҙы бәләкәйҙән дингә ынтылған, “Иман нуры” район конкурсында бер нисә йыл призлы урынға сыҡҡан. Әлиә үҙе белем алған уҡыу йорто менән таныштырҙы, иманлы булырға саҡырҙы.
Р. Кинйәбаева, Күсей мәктәбе уҡытыусыһы.

Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ
“Атайсал”, ағинәйҙәр клубтары тарафынан ойошторолған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тип аталған эстафета дауам итә. Тиҙҙән таулыҡайҙар йылъяҙма туплана башлаған ҡомартҡыға тиң альбомды ишбирҙеләр ҡулына тапшырасаҡ.

Концерттың дискыһы сыҡты
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Б.Вәлид исемендәге премияһы, шулай уҡ бихисап республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Рауил Харрасовтың алтын юбилейына арналған “Рауил Харрасов дуҫтарын йыя” концертының дискыһы сыҡты.

Яңы йортҡа күсәләр
Баймаҡ ҡалаһында авария хәлендәге тағы ла бер йорт һүтеп алынасаҡ: Тыныслыҡ урамының 2-се йортонда йәшәүселәр яңы һалынған йорттарға күсәсәк. Ләкин уларға ҡәтғи талаптар ҙа ҡуйылған: фатир һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәр буйынса бурыстар ҡалырға тейеш түгел. Ә инде быға ҡәҙәр төҙөлгән кәртә-ҡуралар, келәттәр юҡ ителергә тейеш. Кәрәкле бөтә документтар менән “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы шөғөлләнә.

Анонс!
16 мартта Халыҡ ижады үҙәгендә Стәрлетамаҡ  башҡорт дәүләт драма театры “Ғәлиәбаныу” спектакле менән сығыш яһаясаҡ. Унда ике йәш йөрәктең — Ғәлиәбаныу менән Хәлилдең драматик һөйөү яҙмышы сағыла. Ролдәрҙе йәш һәм талантлы актерҙар Резеда Әмәкәсова менән Баймаҡ районы егете Рафиҡ Хәсәнов башҡара.

Күсмә ҡабул итеүҙәр
2012 йылдың 16 мартында сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем “Медента” ЯСЙ-һы бинаһында (Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 2д),  сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһында (Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1; 2-се ҡат, профилактика кабинеты)   Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы территориаль фонды дәүләт учреждениеһының Сибай филиалы директоры, әйҙәүсе белгесе, врач-эксперты А.И. Пономарева медицина ярҙамы алғанда мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса страховкаланған граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса халыҡты ҡабул итә.

Төбәкте үҫтереү программаһы


Урал аръяғын үҫтереүгә

Урал аръяғын үҫтереү комплекслы программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 2011 йылда биш миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шуларҙың 3,5 миллиарды – төрлө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға, ә 1,5 миллиарды социаль инфраструктураға киткән. Күрелгән саралар 1,6 меңдән ашыу эш урыны булдырырға мөмкинлек биргән. Был турала БР Дәүләт Йыйылышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет менән сығыш яһаған төбәк Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Ул былтыр йыл аҙағында ҡабул ителгән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһы тураһында ла һөйләне. Уны тормошҡа ашырыуға аҡса быйыл бүленә башлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта был төбәктең транспорт инфраструктураһын төҙөүгә генә 2012 йыл аҙағына тиклем 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла.
«Башинформ».

Уңғандар беҙҙең арала



Венера Әхмәтйән ҡыҙы Түләкова йәштәр комитеты янындағы социаль-психологик хеҙмәттең педагог-психологы булып эшләй. Кешеләрҙең йәнен дауаларға, уларға ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итеү тураһында хыялланған Венера Әхмәтйән ҡыҙы был һөнәрҙе үҙләштереү өсөн БДУ-ла, артабан мәғарифты үҫтереү институтында белем ала.
Венера Түләкова ҡатмарлы хәл-ваҡиғаға тарып, баҙап ҡалыусыларға “Ышаныс телефоны” аша һәм күҙгә-күҙ ҡарашып, әңгәмә ҡороп ярҙам итә. “Кешеләр психологҡа мөрәжәғәт итергә тартынмаһын ине. Был донъялағы бар проблемаларҙы ла хәл итеп булыуын онотмағыҙ. Балалар менән, үҙ-ара мөнәсәбәт киҫкенләшһә һ.б. ауырлыҡтарҙы хәл итеү юлын психологтар менән бергәләшеп табыуы күпкә еңелерәк”, – ти Венера Әхмәтйән ҡыҙы.     
Эшен яратып башҡарған педагог-психолог йыл йомғаҡтары буйынса район хеҙмәт ярышында еңеп, хаҡлы рәүештә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Венера Әхмәтйән ҡыҙына киләсәктә лә тик уңыштар йылмайыуын теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Иғтибар — акция!


Үлемесле кәсепкә ҡаршы

19 марттан 29 мартҡа тиклем республикабыҙҙа наркотиктар ҡулланыуға ҡаршы йүнәлтелгән “Ҡайҙа үлем менән кәсеп итеүҙәрен хәбәр ит!” тигән  Бөтә Рәсәй акцияһының беренсе этабы үтәсәк. Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы үткәргән сарала республика Эске эштәр министрлығы, һаулыҡ һаҡлау белгестәре һ.б. ойошмалар ҡатнаша.
Башҡортостанда замана ағыуы менән кәсеп итеүселәр, һаҡлаусылар, наркомандар йыйылған урын тураһында тәүлек әйләнәһенә мәғлүмәт туплаған “Ышаныс телефоны” – 8-800-347-20-30  эшләй. Беҙгә килгән бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Граждандар хәбәр иткән адрестар буйынса махсус оператив-тикшереү төркөмө ебәреләсәк. 
Шулай уҡ наркоманияны профилактикалау, наркомандарҙы дауалау мәсьәләләре буйынса 229-75-58, 229-75-59 (наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы), 282-04-83 (“Индиго” психологик-медицина үҙәге), 223-11-08 (“Эскелеккә һәм наркоманияға—юҡ!” фонды), 250-80-86 (Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты), 8 917 384 4060 (Рус православие сиркәүе Өфө епархияһының реабилитациялау үҙәге) телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин. 
Наркотиктарға ҡаршы көрәш юлдары,  борсоған уй-мәсьәләләрегеҙ менән беҙҙең сайт – www.gnkrb.ru йәки 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 26  адресы буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. 
2012 йылдың башынан 8-800-347-20-30 “Ышаныс телефоны”на ике йөҙҙән ашыу хәбәр килде. Шуларҙың яртыһынан күберәге раҫланып, тейешле саралар күрелде.  
Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Һорау—яуап


Ғәйбәт һөйләһәң...
“Күршем минең менән ныҡ булыша. Үҙем, ғаиләм, балаларым тураһында ялған хәбәр тарата. Тәүҙә иғтибар итмәй инем, уның һайын шаша, хатта түҙер әмәлем ҡалманы. Миңә нимә эшләргә?”
А. Баймаҡ ҡалаһы.

Һорауға Баймаҡ районы прокуроры ярҙамсыһы Е.А. Михайлов яуап бирә.
– Кеше тураһында ялған хәбәр таратҡан граждандар РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.60-сы статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыла. Уға ярашлы, бер мең һумдан ике мең һумға, ун мең һумдан егерме мең һумға һәм йөҙ мең һумдан ике йөҙ мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Әгәр кешегә нахаҡ яла киң мәғлүмәт саралары аша яғылһа, штрафтың күләме арттырыла. Кемдеңдер ауыр енәйәт ҡылыуы тураһында ялғанлаһалар, бының өсөн ҡатыраҡ закон ҡаралған. 
Иң мөһиме – үҙеңде яҡлап, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмау. Ул саҡта һеҙҙе бер кем дә нахаҡҡа рәнйетә алмаҫ. Шул уҡ ваҡытта бындай эштәрҙең бик сетерекле, ауыр булыуын иҫегеҙҙә тотоп, бер-берегеҙҙең тормошон боҙмай йәшәгеҙ.

Ташҡын – 2012


Яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды
Яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреүҙе ойоштороу маҡсатында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ситдыҡов махсус ҡарар ҡабул итте. Уға ярашлы Баймаҡ районында ташҡынға ҡаршы комиссия булдырыу һәм уның һәр ағзаһына бурыстар билдәләү маҡсаты ҡуйылды.


Муниципаль район биләмәһендә яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү тураһында саралар планы төҙөү ҡарала. Ҡарарҙа Баймаҡ ҡалаһы һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошма етәкселәренә ташҡынға ҡаршы сараларҙы ойошҡанлы алып барыу өсөн авария бригадалары төҙөргә һәм яуаплы кешеләр билдәләргә, ташҡын мәлендә һәм боҙ киткән осорҙа ведомство ҡарамағындағы объекттарҙы һаҡлау буйынса саралар планын төҙөргә, ташҡын мәлендә һәм боҙ киткән осорҙа вазифа биләүсе хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға, шулай уҡ һыу баҫа ҡалған осраҡта халыҡты, мөлкәтте һәм малды ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн урын әҙерләү мөһимлеге күтәрелә.
Гидротехник ҡоролмаларҙы үҙ балансында тотоусыларға һәм ошо гидротехник ҡоролмаларға илткән юлдарҙы таҙартырға, төҙөкләндерергә һәм 2012 йылдың 25 мартына тиклем был объекттарҙың һыу ташлауға әҙерлеге хаҡында Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы органына хәбәр итергә. 
Белем биреү учреждениеларында ташҡын осоронда һыу объекттарында хәүефһеҙлек саралары тураһында дәрестәр үткәреү мөһим. 
Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаевҡа йөкмәтелде.
Лилиә ТАКАЕВА.

Пенсионерҙар өсөн


«Халыҡ университеты» эшен дауам итә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 17 майындағы “2011-2013 йылдарға “Халыҡ университеты” республика маҡсатлы программаһы тураһында”ғы 156-сы ҡарарҙы бойомға ашырыу дауам итә. Уҡыуға хоҡуҡ пенсия йәшенә еткән граждандарға ( 55 йәштән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 60 йәштән олораҡ ир-егеттәргә) бирелә.
Программала дүрт төрлө йүнәлештә уҡыуҙы үҙ эсенә алған төп саралар системаһы ҡаралған:
  1. Компьютер белеме нигеҙҙәрен өйрәнеү;
  2. Инглиз телен өйрәнеү;
  3. Ғаилә психологияһы нигеҙҙәрен өйрәнеү;
  4. Шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәрен һәм алымдарын өйрәнеү.

“Халыҡ университеты” программаһы уҡыу йорто булған теләһә ниндәй ауылда, ҡалала эшләүгә иҫәпләнгән. Унда килеменә, белем кимәленә һәм һаулыҡ торошона ҡарамаҫтан, теләгән кеше уҡый ала. Иң мөһиме, теләк булһын. Бер төркөмдөң минималь уҡыу ваҡыты 40 сәғәт тәшкил итә. Уҡыу төркөмө 20 кешенән тора.
Уҡырға теләүселәргә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегенә Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә. Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-65, 3-10-01, 3-18-81.  
С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Нәжип Иҙелбайҙың тыуыуына – 100 йыл


Күп һөнәр эйәһе
Китапханасы. Металлург. Журналист. Төҙөүсе. Тәржемәсе. Шул уҡ ваҡытта – Шағир.  Бер ҡараһаң, төрлө һөнәрҙәр. Күп кеше хаҡында һүҙ барамы икән әллә, тип уйларға ла мөмкин. Юҡ, һүҙ ошо һөнәрҙәрҙең барыһына ла эйә булған бер шәхес – теүәл быуат элек районыбыҙҙа тыуып, ошо ерҙә тәпәй баҫҡан, аҙаҡ тыуған ергә хеҙмәт көсөн түккән СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Нәжип Иҙелбай хаҡында.

Нәжип Сафа улы Иҙелбай районыбыҙҙың Иҙелбай ауылында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә бер ни тиклем уҡығас, урман ҡырҡыусы, ауыл советында секретарь, китапханасы булып эшләй. 1929 йылда Баймаҡ тау-сәнәғәт техникумын тамамлағас, бер нисә йыл Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләй. “Ҡыҙыл Баймаҡ” район гәзите ойошторолғас, журналистика эшенә күсә. 

Спорт


Мерәҫ морягы иҫтәлегенә
Үткән аҙнала “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Ф.Ишморатовтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район асыҡ беренселеге уҙғарылды.

Был сара йыл да үтә, унда спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса секциялары тәрбиәләнеүселәре һәм был спорт төрөн үҙ иткәндәр ҡатнаша.      
Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы яңыраҡ Учалы ҡалаһында 1996-1998 йылғы үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса көньяҡ-көнсығыш төбәк асыҡ беренселек чемпионы булған Таулыҡай егете Дим Ҡоланбаевҡа бирелде.

Техосмотр: уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ

2011 йылдың 1 июлендә РФ Президенты Дмитрий Медведев автомобилселәрҙең тормошон күпкә еңеләйтеүгә тәғәйенләнгән яңы 170-се федераль законға ҡул ҡуйғайны. Был законға ярашлы, транспорт сараларын техник күҙәтеүҙе контролдә тотоу страховкалаусыларҙың профессиональ берләшмәһенә – Рәсәй автостраховка берлегенә йөкмәтелде.
Әлеге ваҡытта техосмотрҙы  Рәсәй автостраховка берлегендә махсус аккредитация үткән коммерция структуралары ла башҡара ала. Хәҙер техник күҙәтеү тураһындағы ғәмәлдәге талон булмауға яуаплылыҡ юҡ, йәғни ЮХХДИ инспекторы талон булмаһа ла штраф һалырға тейеш түгел. Техник күҙәтеү талоны иң тәүге сиратта ОСАГО килешеүе төҙөү өсөн кәрәк, уның барлыҡ-юҡлығын һеҙ ОСАГО полисы һорап мөрәжәғәт иткән страховка компанияһы тикшерәсәк. Ләкин  ҡулығыҙҙа техосмотр талоны булмаһа, бер ниндәй ҙә страховка компанияһының һеҙҙең менән килешеү төҙөргә хоҡуғы юҡ. Беренсе ҡарамаҡҡа барыһы ла ябай ғына. Шуға ҡарамаҫтан, техосмотр талоны тураһында яңы закон автоһөйөүселәрҙә бихисап һорауҙар уята, ҡайһы саҡта уйҙырмалар ҙа барлыҡҡа килә.