16 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Хәтер кисәһе була
Йома көндө сәғәт 11-ҙә Урғаҙа ауылында, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, Ленин орденлы “Йылайыр” совхозының билдәле баш агрономы Юрий Петрович Моряковтың (1937-1997й.й.) тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтәсәк. Унда Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар, Ю.Моряковтың бергә эшләгән иптәштәре, дуҫтары ҡатнашыуы көтөлә.
 
Ҡышты оҙатабыҙ
Был шәмбелә сәләмәт тормош һөйөүселәр ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына ҡышҡы спорт миҙгелен оҙатырға йыйыласаҡ. Унда сәғәт 11-ҙә спартакиада иҫәбенә уҡыусылар, уҡыу йорттары, ауыл биләмәләре, хеҙмәт коллективтары араһында саңғы буйынса эстафета уҙғарыла.

Ижадына 25 йыл
18 мартта халыҡ ижады үҙәгендә билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминеваның ижадына 25 йыл тулыуға арналған “Был донъяны нисек яратмайһың?” исемле концерты үтәсәк. Унда Фәрүәз Урманшин, Филүс Ҡасимов менән дуэттар, яңғыҙ йырҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Флера Шәрипова ла сығыш яһаясаҡ. 
 
Ҙур еңеү яуланды
Салауат ҡалаһында үткән  “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһының республика финал уйындарында Баймаҡтың 4-се мәктәбе командаһы ҡыҙҙары бик яҡшы сығыш яһаны. Ярыш Башҡортостан  Республикаһы мәктәп уҡыусыларының XIV спартакиадаһы иҫәбенә үтте. Беҙҙең ҡыҙҙар республиканың биш зонаһынан финалға һайлап алынған 9 команда араһында Белорет спортсыларынан ғына ҡалышып, II урын яуланы.
А. Ишназаров
 
Шағир иҫтәлегенә
Яңыраҡ Йәрмөхәмәт мәктәбендә халҡыбыҙҙың билдәле шағиры Рәми Ғариповҡа арналған кисә уҙғарылды. Уны ауыл китапханасыһы Гөлнара Ишҡыуатова ойошторҙо. Тамашасылар – уҡыусылар, ата-әсәләр иғтибарына шағирҙың тормошона, ижадына байҡау яһалды. Гөлнур Хәлиуллина башҡарыуындағы “Кәкүк” йыры, Ярат мәктәбе уҡыусылары Н.Хәлиуллина, Р.Ишҡыуатова һөйләгән шиғырҙар барыһына ла оҡшаны. Ошондай матур кисә үткәргәне өсөн Гөлнара Сөнғәт ҡыҙына ауылдаштар исеменән рәхмәт белдерәм. 
Зәкиә Мөхәмәтшина.

Спектакль күсерелә 
16 мартта үтәсәк «Ғәлиәбаныу» спектакле, актерҙар ауырып китеү сәбәпле, апрелгә күсерелә.

Ҡотлайбыҙ!
Финанс-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индергәне, эште сифатлы башҡарғаны һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль ҡаҙналыҡтың идаралыҡ бүлеге начальнигы Салихов Илгиз Мөрит улы Федераль ҡаҙналыҡтың (Рәсәй ҡаҙналығы) Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
*  *  *
РФ Пенсия фонды тарафынан журналистар араһында иғлан ителгән “Ышаныс” конкурсында “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Такаева Лилиә Разгил ҡыҙы 2011 йылда киң мәғлүмәт сараларында социаль һәм пенсия тематикаһын яҡшы яҡтыртҡаны өсөн конкурс номинанты тип билдәләнде һәм РФ Пенсия фонды дипломы менән бүләкләнде. Хеҙмәттәшебеҙгә артабан да ижади үрҙәр, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләп ҡалабыҙ.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр


Егерме бер йыл ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлаған Фәниә Тәүфиҡ ҡыҙы Ҡыуатова бынан ун бер йыл элек үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм тормош иптәше Иғдисам Ғиниәт улы менән хәләл ит ризыҡтары менән һатыу итә башлайҙар. Тырыш хеҙмәт емеше үҙен оҙаҡ көттөрмәй: бөгөн уларҙың өс сауҙа нөктәһе эшләй. Бының менән генә сикләнеп ҡалмай Ҡыуатовтар, әле улар тимер-бетондан һәм ағастан төрлө төҙөлөш материалдары етештерәләр. Иғдисам ағай таҡта ярыу ҡоролмаһын үҙ ҡулдары менән ҡороп ултырта. Был иһә ғаилә бюджетын күпкә экономиялай.
Атанан күргән – уҡ юнған, инәнән күргән – тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Ҡыуатовтарҙың улдары Фидан менән Руслан бөгөн ғаилә бизнесын үҫтереүгә тос өлөш индерә. 8-се класта белем алып йөрөгән Илнур ҙа ағаларынан ҡалышмаҫҡа тырыша.
 
Л. Такаева.

һайлау йомғаҡтары

Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәте
 
2012 йылдың 4 мартында Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына һәм алты ауыл биләмәһе ауыл Советына депутаттар һайланды
Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһендә үткән һайлау йомғаҡтары түбәндәгесә:

Төбәк-ара бәйләнештәр

Силәбеләр беҙҙә ҡунаҡта
 
Башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе өлкәһендә милләт рухын тотоп тороусы, йәштәрҙе ылыҡтырыусы, 50 йылдан ашыу тарихы булған  “Айгөл” ансамбле ошо аҙнала беҙҙең районда ҡунаҡта. Уларҙың маҡсаты – аҫаба халыҡ йәшәгән төбәктең мәҙәниәте менән танышыу, бынан рух осҡоно алып ҡайтыу. Төбәктең тарихы менән хәбәрҙар булыу маҡсатында улар тәүге көн ҡалабыҙҙың тарих һәм крайҙы өйрәнеү, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү,  икенсе көн Сибай ҡалаһының, Иҫке Сибай мәктәбенең музейҙары буйлап сәйәхәт ҡылды. Бынан тыш йыр, бейеү, ҡурай, думбыра буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡараны.
 
Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

15 март – Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө

Кредит алғанда уяу булығыҙ
 
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Сибай территориаль бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәр йылдың 15 мартында үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй, ләкин был көн ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау көнө кеүегерәк тә ҡарала. Тормошобоҙҙоң, йәшәйешебеҙҙең сифаты тап ошо өлкә хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә бәйле лә инде.
Шул уңайҙан Сибай территориаль бүлеге белгесе Рәсимә Мәзит ҡыҙы Әминева ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле үҙенең кәңәштәрен бирә:
– Йыл һайын был көн билдәле бер девиз аҫтында үтә. Быйыл ул “Беҙҙең аҡса, беҙҙең хоҡуҡтар: финанс хеҙмәт баҙарында дөрөҫ компаниялар һайлау” тигән йүнәлеш алды.
Ни өсөн һәр кем финанс яҡтан грамоталы булырға тейеш? Аналитиктар белдереүенсә, халыҡтың финанс яҡтан белемле булыуы – ярлылыҡтан сығыуҙың, илдең иҡтисади тотороҡлоғон һаҡлауҙың бер алымы ул. Ҡулланыусыларҙың финанс яҡтан хоҡуҡтарын яҡлау бурысы Роспотребнадзорға йөкмәтелән. Шунлыҡтан беҙҙең бар эшмәкәрлегебеҙ ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән. Ошоға бәйле, бөгөн банк өлкәһенә ҡағылышлы кәңәштәремде биреп үткем килә.

Борсоулы хәл

Үҙем тапҡан мал түгел,
Хөкүмәттеке йәл түгел...
 
“Йылайыр” өҫтөндә болоттар ҡуйыра
“Үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел”  тигән халыҡ әйтемен бер аҙ үҙгәртеп, мәҡәләгә ошондай исемде бушҡа ғына ҡуйманыҡ. Бөгөн элекке “Йылайыр” совхозы, бөгөн инде “Йылайыр” ЯСЙ-һы менән тап ошондай хәл килеп тыуҙы.
Данлыҡлы хужалыҡтың әле ниндәй осор кисереүе берәүгә лә сер түгел. Исеме бар илгә таралған, атаҡлы игенселәр, һәләтле белгестәр һәм ауыл хужалығы производствоһын оҫта ойоштороусы етәкселәр тәрбиәләгән предприятие ҡырағай баҙар шарттарына ҡаршы тора алмай, ҙур һынауҙарға дусар булды. Быға ул осорҙағы йылғыр етәкселәрҙең хужалыҡты аңлы рәүештә банкротлыҡ процедураһына еткереп, төп фондтарҙы уңға-һулға осороуы ла сәбәпсе.
Район хакимиәте тарафынан предприятиены нисек тә булһа һаҡлап ҡалыу маҡсатында ғәйәт ҙур эштәр алып барылып,  хужалыҡ малын һаҡлап ҡалыу өсөн республика бюджетынан 20 млн  һум аҡса бүленгәйне. Һөҙөмтәлә, коллектив яңы тәғәйенләнгән етәксе менән дәртләнеп эш башлап ебәргәйне. Әммә көтмәгәндә ошо көндәрҙә Урғаҙаға яңы һынау “килеп төштө”. Ябай һынау түгел, хәтәр һынау. Хәйер, киҫкен проблеманы асып биреү өсөн urgaza.ru порталына мөрәжәғәт итәйек. Унда бына нимә тип яҙыла (текст бер аҙ ҡыҫҡартып бирелә. -ред): “23 февралдә Урғаҙа ауылының административ бинаһында “Йылайыр” ЯСЙ-һы һәм фермер хужалыҡтары етәкселәренең йыйылышы булып, унда хужалыҡтың артабанғы яҙмышы көн үҙәгенә сығарылды.

Закон һәм беҙ

Эшсе-мигранттарҙың хоҡуғы

2011 йылдың 11 июлендә 186-сы федераль Закон менән эшсе-мигранттарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының хоҡуҡи статусы тураһындағы килешеү раҫланды. Уға 2010 йылдың 19 ноябрендә Евразия иҡтисади берләшмәһенең дәүләт-ара советы Санкт-Петербург ҡалаһында ҡул ҡуйғайны. Килешеү быйыл 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде. Ошоға бәйле, халыҡты Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сит ил граждандары эшмәкәрлегенең дөйөм ҡағиҙәләре менән таныштырмаҡсыбыҙ. Әйткәндәй, ул 2010 йылдың 25 июлендәге “Рәсәй Федерацияһында сит ил граждандарының хоҡуҡи хәле тураһында”ғы 115-се федераль Закон менән көйләнә.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

Ҡылыс менән яҙылған тарихтың балҡышы
 
Беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған, тигән батыр;
Беҙҙең тарих ҡаурый менән яҙылған, тигән ғалим.
Беҙҙең тарих таштарға ырғытылған, тигән тарихсы;
Беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған, тигән йыраусы.

Таулыҡай ауылында тап ошо фәһемле әйтемде сағылдырған бик сағыу сара үтте — “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһын Йомаш ауылының делегацияһы таулыҡайҙарға тапшырҙы. Зауыҡ менән биҙәлгән мәҙәниәт йортоноң фойеһында ауылдың ағинәйҙәре, “Атайсал” клубы ағзалары музыкаль сәләм менән ҡаршы алды. Күргәҙмәлә З.Мусина, С.Ҡыуатова, З.Сәғәҙәтова, М.Салихов, мәктәп уҡыусыларының ҡул эштәре халҡыбыҙҙың оҫталығы, күңел матурлығы тураһында бәйән итә. Мәҙәниәт йорто директоры А.Баййегетова менән китапханасы З.Күсәрбаева сараны бик йәнле итеп алып барҙы. Йомаштың хеҙмәт ветераны М.Килдеғошовтың сығышы бик тә йөкмәткеле, йомаштарҙың концерты сағыу йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән бай булды. Тамаша һуңында М.Килдеғошов Таулыҡайҙың аҡһаҡалы, “Атайсал” клубы рәйесе Ә.Салиховҡа бай эстәлекле, матур  итеп биҙәлгән эстафета альбомын тапшырҙы. Ә.Салихов үҙенең сығышында башҡорт халҡының тыуған ил өсөн барған һуғыштарҙа әүҙем ҡатнашыуы, яҡташтарының батырлығы тураһында һөйләне. Ир-егеттәр янында батырҙарса һуғышҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа телгә алынды. 1812 йылғы Ватан һуғышынан имен-һау әйләнеп ҡайтып,  таулыҡайҙар Ирәндек аръяғындағы Хәсән, Йәнйегет, Байыш, Кәрешкә һәм башҡа ауылдарға нигеҙ һалған икән. Шулар араһында Ҡәҫтәрән Буранғолов та була. «Төньяҡ амурҙары»ның уҡты бик мәргән, оҫта атыуҙарына ғәжәпләнгән Наполеон генералы Марбо үҙенең тәьҫораттарын яҙып ҡалдыра: “Улар беҙҙең ғәскәрҙе һәр саҡ һағалап ҡына торалар. Саҡ ҡына уңайы сығыу менән һағыҙаҡ күсе кеүек ябырылалар. Ә уларҙы ҡыуып етеүе бик ҡыйын”. Беҙҙең ата-бабалар бына шулай һуғышҡан. Таулыҡайҙарҙың халыҡ менән шығырым тулған мәҙәниәт йортондағы яуап концерты юғары кимәлдә үтте.

Х. Биктимерова,
ағинәйҙәр клубы рәйесе.

Яңы китап сыҡты

“Беҙҙең Вилким Сабир улы”,
 йәкиШәхестәр тормошо ил тарихынан айырылғыһыҙ

Бай тормош юлы үткәндәрҙең биографияһына күҙ атыу менән тап ул йәшәгән осорҙа тарихтың ниндәй  дәүер кисереүен дә билдәләргә була. Мәҫәлән, сығышы менән Архангел районынан булған Ленин ордены кавалеры, билдәле ғалим, бихисап фәнни хеҙмәттәр авторы, элекке партия хеҙмәткәре Вилким Мәҡсүтовтың тормошо ил тарихынан айырылғыһыҙ. Ул 1955 йылда Ленин орденлы К.Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының иҡтисад факультетын тамамлаған. Артабан Стәрлебаш МТС-ында, район ауыл хужалығы инспекцияһында баш агроном вазифаларын башҡарған. СССР фәндәр академияһының иҡтисад институты аспиранты була,  унан төрлө өлкәләрҙә фәнни хеҙмәткәр, доцент, профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ул үҙендә һирәктәр өлөшөнә тейгән фән менән сәйәсәтте берҙәй үк уңышлы берләштерә алған шәхес. Вилким Сабир улы  сәйәси баҫҡыс буйлап уңышлы ғына күтәрелә: 1963 – 1970 йылдарҙа партияның Башҡортостан обкомы ағзаһы, КПСС-тың XXIII съезы делегаты, БАССР-ҙың Юғары Советының етенсе саҡырылыш депутаты һәм уның президиум ағзаһы була. Бер нисә тапҡыр Баймаҡ район һәм ҡала Советтары депутаты булып һайлана. Биографияһының Баймаҡ районы менән бәйле өлөшөнә килгәндә, ул 1963 – 1964 йылдарҙа – Баймаҡ совхоз-колхоз производство идаралығының беренсе партком секретары, 1965 – 1969 йылдарҙа – КПСС-тың Баймаҡ райкомының беренсе секретары вазифаларын башҡара.

Милли матбуғат

Рухи хазинабыҙ өлгөһө
Былтыр төбәгебеҙҙә “Сураш” исемле гәзит сыға башланы. Урал аръяғы район һәм ҡалалары халҡы өсөн тәғәйенләнгән баҫма биттәрендә төбәктең аҡһаҡалдар советы эшмәкәрлеген, башҡа ижтимағи ойошмаларҙың, халыҡтың эшен яҡтыртыу ҡаралған. Шул уҡ мәлдә йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған проблемаларҙың хәл ителеүе лә күҙ уңында тотола.
Әле гәзиттең 5-се һаны донъя күрҙе. Төбәктең үҙенә генә хас һорауҙары күп, уларҙы хәл итеү өсөн халыҡты туплау, бергәләп тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләү, табыу һәм тәҡдим итеү мөһим эш булып тора. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре гәзит биттәрендә баҫылып та сыҡты.

Редакция почтаһынан

Әсә ҡулдарының мөғжизәһе
1945 йылда атайым һуғыштан ҡайтҡанда миңә өс йәш тирәһе булғандыр. Землянка тәҙрәһенә күрше Иванов ҡаты итеп туҡылдатып: “Встречайте, Нарынбаев едет!” – тине. Бер ваҡыт өйгә өлкән бабайҙар, ирҙәр килеп тулды. Араларында атай ҙа булғандыр, тик мин уны белмәй инем.
Минән башҡа өйҙә Хәтифә апайым, Мәүлетдин, Әбүталип ағайым, тағы атайҙың ҡарындашы Фатима апайҙың улы, минән бер йәшкә кесе  Альберт йәшәне. Атайымдың әсәһе күршелә үҙенең күмәк ғаиләһе менән торҙо. Ҡартатайҙы репрессияға эләктереп, Себергә һөрөп, атҡандар. Һуғыш ваҡытында балалар паегын өй башына өләшкәс, күмәк ике өй балаһына ул ғына аҙыҡ етмәгәнлектән, ҡартәсәй күрше землянкаға күсеп сығырға мәжбүр булған.
Атай һуғышҡа киткәндә 1 айлыҡ булып әсә ҡарынында ҡалғанмын. Был хаҡта бер кем дә белмәгән. Ҡартәсәйем: “Ошо мартты үтеп тыуһа, беҙҙең бала түгел”, – тип йөрөгән. Мин ваҡытында донъяға килһәм дә, атайым миңә ҡарата һалҡын ҡарашта булды, буғай. Атай Торфта десятник булып эшләй башланы. Әҙерәк ваҡыт үткәс, уны Свердловск ҡалаһына торф ҡырҡыу технологияһын өйрәнергә уҡырға ебәргәндәр. Атайҙың ҡайтыр ваҡыты етһә, әсәй май бешеп, Баймаҡ баҙарында һатып, ашарға алып ҡайтыр булған. Бер көн кис йыйған ҡаймағын бешә башлаған. Ә беҙ, балалар, уны уратып алғанбыҙ. Уртала – әсәй һәм торбаһыҙ шәм. Май бешкән саҡта, ҡаймаҡ әҙерәк кенә ситкә сайпылһа, беҙ йәһәт кенә эләктереп, ялап алабыҙ. Шулай ҡаймаҡ сайпылған саҡта, Мәүлитдин ағайым уны ялайым тип, ҡулы менән шәмде минең алға ауҙарған. Мин дөрләп янып киткәнмен. Әсәйем һүндерергә тотонған, минең эскә утты ебәрмәҫ өсөн күлдәкте йыртырға уйлаһа ла, ҡалын кейемде йырта алмаған. Ағайым ҡартәсәйгә сығып йүгергән. Улар кире килгәндә әсәйем мине ялмаған утты һүндергән ине. Ҡартәсәйем килеп ингәс тә мине алдына алды. “Эсең яндымы, ауыртамы?” – тип һорай, мин “эйе” тип иркәләнәм. Ә әсәйем илай-илай ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй һыҙлана. Шунан һуң әсәйем бер ай буйы ыҙаланы. Ә миңә рәхәт, бер ерем дә янмаған, хатта ҡурҡмағанмын да. Миңә бары тик әсәй, ҡартәсәй наҙы ғына кәрәк булған. Бер ерем дә ауыртмағанын хәтерләп, әле лә ғәжәпләнәм. Бына бит әсәй ҡулдары ниндәй мөғжизәгә эйә!
Эйе, ҡояш һәр ваҡыт булған һайын, балаларын мөхәббәткә сорнаған әсәйҙәр ҙә оҙаҡ йәшәһен!

Ғәлиә КЕЙЕКБИРҘИНА.
 


Шәхес итеп тәрбиәләйек
Һәр бала яҡты донъяға килгәндә үҙенә генә хас бер шәхес булып тыуа. Ғаиләһенән айырылып сыҡҡас, тәүге ойошмаһы – балалар баҡсаһы. Балалар баҡсаһында эшләүселәргә бик яуаплы эш йөкмәтелгән. Тәрбиәсенең эше балалар менән уйнау, уларҙы ашатыу, йоҡлатыу тип уйлаусылар ныҡ яңылыша. Балалар баҡсаһында беҙҙең ғәзиздәребеҙ тирә-йүн, ҡатмарлы социаль кешелек тормошо менән таныша башлай, тәүге белемде лә балалар баҡсаһы бирә.
Балалар баҡсаға килеү менән яңы тормош башлана: яңы дуҫтар, тәрбиәселәр. Баланың бер-береһе, социум менән аралаша белеүе уның бик күп проблемаларын да өҫкә сығарып һала. Әгәр бала үҙ-үҙенә ышанмай икән, яйлап был социаль проблемалар шәхси проблемаларға әйләнә. Бындай балалар оялсан, тыныс, үҙ-үҙенә бикләнеүсән була, һөйләшеп бармай. Социаль ышанысһыҙлыҡ тойоусы балаларҙың тәртибен, үҙен тотошон баҫалҡылыҡ һәм үтә активлыҡҡа бүлеү – билдәле бер характер йөрөтә. Балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәрҙең төп маҡсаты – балаларҙа үҙ көсөнә ышаныс, үҙенә, тирә-йүнгә билдәле ҡараш тәрбиәләү.
Был тормошҡа насар яраҡлашҡан бала тормош мәсьәләләрен үҙаллы сисергә ашыҡмай, ә көс һалмай ғына әҙер яуапты алыуына ышана. Уны эштең барышы түгел, ә һөҙөмтәһе генә ҡыҙыҡһындыра. Шуның өсөн дә ата-әсәләр бәләкәйҙән үк балаларына үҙенең уңыштары һәм еңелеүҙәре булырға тейешлеге тураһында аңлатырға тейеш. Шул саҡта ғына балала, һуңынан өлкән кешелә, аңлы рәүештә үҙ тормошон һайлай алыу мөмкинлеге формалаша. Был үҙ нәүбәтендә социаль ышаныслы тәртип, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмау, дөрөҫ юл таба алыу сараһын барлыҡҡа килтерә.
Һәр балаға ла һөйөү атмосфераһы, психологик ыңғай ҡараш талап ителә. Әгәр был шарттар булмаһа, балала кире кисерештәр тыуа. Быларҙың барыһы ла уның үҫешенә кире йоғонто яһай. Үҙен уратып алған кешеләрҙең, яҡындарының һөйөүен бала физик яҡтан ғына түгел, ә интеллектуаль, эмоциональ яҡтан да тоя.
Ғаилә ағзалары балаға иң кәрәкле ғаилә ағзаһы итеп ҡарарға тейеш. Шул саҡта ғына бала үҙенең кәрәклеген тоясаҡ.
Ата-әсәләр, балаларыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмайыҡ. Уларҙың шәхси яҡтан үҫешенә кесе йәштән үк йоғонто яһайыҡ, балалар баҡсаһы менән бергә эшләйек.

Тәнзилә Самарбаева,
Ҡолсора ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.