20 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар


Юл фажиғәләренә ҡаршы
Баймаҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы юл фажиғәләренән йолоп ҡалыу өсөн махсус профилактик операция иғлан итте. Уның барышында мәктәптәрҙә балалар менән осрашыуҙар үткәрелә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре аңлатыла. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ата-әсәләрҙең ябай ҡағиҙәләрҙе белмәүе, үтәргә теләмәүе бала өсөн насар миҫал булып тора.  

Йәш техниктар уңышы
Ошо көндәрҙә республика йәш техниктар үҙәге Рәсәй тарихы йылына арналған конкурс үткәрҙе. Баймаҡ йәш техниктар станцияһы тәрбиәләнеүселәре сарала ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 1-се мәктәп уҡыусыһы Луиза Көмөшбаева – беренсе, 2-се мәктәп уҡыусыһы Олег Новиков  икенсе урынды яуланы. Уларҙың фәнни эштәре жюри тарафынан юғары баһаланған.  

“Наркотиктарға – юҡ!“
Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы йыл һөҙөмтәләре буйынса “Наркотиктарға – юҡ!” конкурсында өсөнсө урынды яулаған. Бындай профилактик сара йыл һайын йәштәр ойошмалары араһында үткәрелә. 

Яҙыусы менән осрашыу
Йәнйегет ауылында яҡташ журналист, яҙыусы Рәзилә Рыҫҡужина менән осрашыу үтте. Сарала ҡатнашҡан уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары Р. Рыҫҡужинаға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, яҙыусының тәүге “Әй, әттәгенәһе”тигән  китабы тураһында фекер алышты. 
Гөлсөм Мусина.

Рәйес һайланды
Ниғәмәт ауылында ауыл хакимиәте менән берлектә урындағы “Атайсал” клубының йыйылышы үтте. Ойошманың яңы рәйесе итеп ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Р.С. Хәсәнов һайланды. Йыйылышта “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” район эстафетаһында ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды. 
Гөлбикә Кейекбаева, 
китапханасы.

Исемлек оҙонайған
Быйыл йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһим һаналған дарыуҙарҙың исемлеге, былтырғы менән сағыштырғанда, 29 препаратҡа артҡан. Унда 567 дарыу индерелгән.
Тәү сиратта йөрәк ҡан-тамырҙары, онкологик һәм шәкәр диабеты сирҙәрен дауалауҙа ҡулланылған препараттарға хаҡты дәүләт көйләй. Уларҙың өстән бер өлөшө сит илдеке, ҡалғаны – Рәсәйҙә йәки сит ил компаниялары менән берлектә етештерелгән дарыуҙар.
С. КЕЙЕКБИРҘИНА.

Саралар


Хәтерләйҙер уны һаман да баҫыуҙар...

... Тантаналы биҙәлгән сәхнәлә – Юрий Петровичтың портреты. Уң яҡта, экранда, данлыҡлы агрономдың тормош юлы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын данлаған видеофильм күрһәтелә. 
Үткән йомала Урғаҙалағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының тамашалар залында БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, Ленин орденлы “Йылайыр” совхозының баш агрономы Ю.П. Моряковтың иҫтәлегенә хәтер кисәһе булды. 

Сараға Юрий Петровичтың туғандары, дуҫтары, уның тәғлимәтен ҡабул иткән уҡыусылары, хеҙмәттәштәре йыйылды. Залда шулай уҡ техникумдың студенттарын күреү айырыуса ҡыуаныслы булды.
Иң башта һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек бүлеге начальнигы А.Х. Ноғоманов алды. Ул Юрий Петрович менән ғилми-тикшеренеү эштәрен бергә башҡарыуы һәм уның алдынғы эш алымдарының районда һәм республикала әүҙем ҡулланылыуын белдерҙе, дуҫының хеҙмәткә юғары ҡарашы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.  Шулай уҡ элекке “Йылайыр” совхозы ерҙәре потенциалының юғарылығы, мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт еткерҙе.    

Спорт


Ҡышҡы миҙгел тамам!

Уҙған шәмбе  спорт яратыусылар һәм сәләмәт ял итергә теләүселәр өсөн тәбиғәт йомарт булды. Аҙна буйы ҡары, бурандары менән көйһөҙләнеп торған һауа торошо был көнгә тынысланып, аяҙ күк, йылы көн бүләк итте. Шуға ла 17 мартта ҡышҡы спорт төрҙәренең миҙгелен тамамлау байрамы уҙыуы бик тә отошло булды.

Муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы һәм спорт мәктәбе уҙғарған сара һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә үтте. Был саңғысыларҙың күплегендә, уларҙың әүҙемлегендә сағылды. Ул көндө уҡыусылар, уҡыу йорттары, ауыл биләмәләре, ҡаланың хеҙмәт коллективтары спартакиада иҫәбенә эстафетала көс һынашты. Спортсылар шулай уҡ шәхси беренселектә лә сығыш яһаны.   
Боҙ өҫтөндәге саңғы юлы алдан ҡаргиҙәр ярҙамында һалынған ине. Ир-егеттәрҙең уҙышыу араһы 3 км, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 2 км тәшкил итте. Әйткәндәй, ир-егеттәр завод янындағы тауҙың  текә еренән төштө. Тап ошо урында саңғысыларҙың таҫыллығы күренде лә инде – кемдер ҡурҡмай юғары тиҙлектә шыуһа, берәүҙәр ҡолап та алды.
Һөҙөмтәлә эстафетала тәүге урындарҙы хеҙмәт коллективтары араһында Рәсәй ауыл хужалығы банкының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы һәм район хакимиәте алды. Ауыл биләмәләре араһында Ҡолсора, Темәс, Ниғәмәт, уҡыу йорттарынан балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, лицей-интернат, 4-се мәктәп алдынғы булды. 
Ярышта йәмғеһе 24 мәктәп командаһы ҡатнашты.  Улар араһында Ҡолсора, Баймаҡ лицей-интернаты, Ярат һәм Бетерә, Үрге Иҙрис, Муллаҡай I-III урындарҙы яуланы. 
Шәхси беренселеккә килгәндә, һөҙөмтәле урындарҙы 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ф.Ғәлина (Ярат), З.Әминева (Темәс), Т.Байғотлина (БЛИ), 40 йәштән өлкән категорияла С.Мырҙаҡаева (Ярат), Ф.Солтанова (Һаҡмар) яуланы. Ир-егеттәр араһында 40 йәшкә тиклем Ғ.Сыңғыҙов (Ҡолсора), И.Йосопов (Ишбирҙе), А.Сыңғыҙов (Ҡолсора) һәм Х.Моталлапов (Баймаҡ), С.Намаҙҡаев (Темәс), Бикештән Р.Ишмырҙин (40 йәштән өлкән) беренсе урындарҙы алды. Уҡыусылар араһында пьедесталдың тәүге баҫҡыстарына А.Абдрахманов, Б.Әбсәләмов (Ҡолсора), А.Әхмәров (БЛИ) лайыҡ булды. Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, миҙалдар  тапшырылды.  

А. Сөнәғәтов.
Автор фотоһында:«Старт алдыҡ!»

Хеҙмәт коллективтарында


Йорттарға газ килә

“Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Сибайгаз” филиалы халыҡты “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү буйынса ҙур эштәр башҡара. Белеүебеҙсә, уҙған йылда ҡаланың күп кенә урамдарына газ килеп етте, ауылдарға ла трассалар һуҙылды.
Былтыр Баймаҡ ҡалаһында 14271 метр оҙонлоҡта газ селтәре төҙөлгән. Улар Чкалов, Горький, Азанов, Крәҫтиән, С.Юлаев, Ленин, Революция, Йолалы, Ғафури, Заманов, Фрунзе, Почта, Октябрь, Кооператив, Пролетар, Совет, Халтурин, Беренсе Май, Энергетиктар урамдарында, Рудник тыҡрығында үтте. Шулай уҡ ҡаланың Юбилей урамының 22-се “а”, Еңеү урамының 3-сө “а” һәм 3-сө “б” өс ҡатлы яңы йорттарына ла газ инде. 

Мәғариф


БДИ – ниндәй үҙгәрештәр көтә?

1 мартҡа тиклем районыбыҙҙың сығарылыш класс уҡыусылары ниндәй фәндәрҙән имтихандар тапшырасағын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) тапшырыуға үҙгәрештәр индерелде. Быйыл 452 бала имтихан тапшырасаҡ, шуларҙың 427-һе – 2012 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары.

Уҡыусылар ниндәй фәндән БДИ тапшырасаҡ һуң? Рус теле – 100%, математика – 100%, йәмғиәтте өйрәнеү – 68,3%, физика – 48%, биология – 47,3%, тарих – 8,6%, география –17%, әҙәбиәт – 7,9%. 
БДИ-ның документтарын ҡарауға сикләү ҡуйыласаҡ. Тимәк, был йәшерен документтарға рөхсәте булған кешеләр уны асҡан, таратҡан өсөн яуап бирәсәк. Имтихандарҙың эш йөкмәткеһе үҙгәртелде. Уларҙың формаһы менән БДИ-ның сайтында танышырға мөмкин. Бер нисә вариант яуап тәҡдим ителгән тарих, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү, биология, география, информатика фәндәренән эштәр һаны ҡыҫҡартыласаҡ. Тарихтан уҡыусыға төрлө дәүерҙән бер шәхестең (уҡыусы кем тураһында икәнлеген үҙе һайлай) эшмәкәрлеген анализлаған инша яҙыу тәҡдим ителәсәк. Математиканан “Вероятность һәм статистика” бүлегенән яңы мәсьәләләр өҫтәләсәк. Информатиканың заданиелары ла үҙгәртелеп, беренсе бүлектә 18 эштән 13-кә тиклем ҡыҫартыласаҡ, ә икенсе – ҡатмарлыраҡ бүлектә, киреһенсә, 10-дан 15 эшкә тиклем күбәйтеләсәк. 

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы


“Кесе йома – изгелек эшләү көнө...”

Йыл һайын район ҡатын-ҡыҙҙар советы үҙенең башҡарған эштәренә йомғаҡ яһай, киләсәккә пландар билдәләй. Ошо айҙа үткән семинар-кәңәшмәлә төп иғтибар эскелеккә һабышҡан әсәләргә йүнәлтелеп, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған саралар планы раҫланды. Шулай уҡ район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем эшләгән президиум ағзаларын һәм рәйестәрен бүләкләне. 

“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларға: “Һеҙҙе хәҙерге ғаиләләрҙә ниндәй проблемалар борсой? Уларҙы хәл итеү юлдарын ниҙә күрәһегеҙ? “ тигән һорау бирелде.

Л.В. Хисмәтуллина, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары, врач-гинеколог:
– Элегерәк гинекологҡа үҫмер ҡыҙҙарҙың әсәләре лә һирәк мөрәжәғәт итә торғайны. Хәҙер бәләкәй ҡыҙыҡайҙарҙы ла алып килә башланылар. Бының сәбәбе – антибиотиктарҙы самаһыҙ  ҡулланыу. Көслө дарыуҙар айырыуса ҡыҙҙарҙың организмына бик насар тәьҫир итә. 
Икенсе борсоған мәсьәлә – үҫмер ҡыҙҙарҙың енси тормошто иртә башлауы. Элегерәк бындай кире күренеш ҡала ҡыҙҙарына хас ине. Хәҙер, киреһенсә, ауылда йәшәгән ҡыҙҙар оло тормошҡа бик иртә сума. 

Төбәк-ара бәйләнештәр


Рух көсөбөҙ – бай тарихыбыҙҙа

«Саф башҡорт рухы менән һуғарғанығыҙ өсөн рәхмәт, баймаҡтар!» — тиҙәр силәбеләр
“Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” Башҡортостан Республикаһы дәүләт программаһы буйынса Силәбе өлкәһенең халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк конкурстары лауреаты “Айгөл” йыр һәм бейеү буйынса халыҡ ансамбле  үткән аҙнала районыбыҙҙа ҡунаҡта булды. 
Ансамбль Силәбе ҡалаһы һәм өлкәһендә иң популяр коллективтарҙан һанала. Уға нигеҙ 1959 йылда Металлургтарҙың мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы Рамаҙан Шәғәлиев тарафынан һалынған.  Маҡсаты – сит милләттәр араһында башҡорт рухын һаҡлап ҡалыу була. Тәүҙә ул театр коллективы булараҡ ойошторолған, әммә әкренләп төрлө жанрлы ансамблгә әүерелгән. Рамаҙан Нурғәле улы  40 йылдан ашыу үҙ янына ижадҡа, йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ энтузиастарҙы туплай. Ансамблдең биографияһында йөҙҙәрсә кешенең тырышлығы ята, шуға күрә уларҙың сығыштарында милли рух, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һөйөү сағыла. Бөгөнгө көндә ансамблдең төп составын – өлкәндәр төркөмөн – ҡалала уҡып йөрөүсе студент йәштәр тәшкил итә. Улар художество етәксеһе Земфира Хәйруллина менән Баймаҡ районына сәфәргә бик теләп килгән. Уларҙы республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара бәйләнештәр буйынса баш белгесе Рөстәм Баһаув оҙатып йөрөнө. 

Тәүге көн
Силәбеләр Баймаҡ ҡалаһы, урындағы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы менән танышты. Темәс буйлап сәйәхәт ҡунаҡтар хәтеренә айырыуса ныҡ уйылғандыр, моғайын. Алға йүгереп булһа ла шуны әйтеп китеү урынлы булыр: һуңғы көндәрҙә тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынғанда ансамблдең  элекке етәксеһе, бейеүсе, концертты алып барыусы Инвир Хисаметдинов: “Темәс ауылының Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы булыуын мин  белмәнем. Бында килгәс, үҙемде ысын тарихтың үҙәгендә тороуымды аңланым”, – тип тетрәнеүен йәшермәне. 
Шулай итеп, Темәс ауылында сәфәр тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланды. Тантаналы ҡаршы алып, ерлегебеҙҙең ғорурлығы һаналған Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең бюсына сәскәләр гөлләмәһе һалғандан һуң, ҡунаҡтар музейға үтте. Директоры Рәмилә Әбсәләмова Темәс ауылының тарихы, музей, бындағы тарихи сыуалыштар тураһында ентекле итеп һөйләне. Уның һүҙҙәре, үткәнебеҙҙе сағылдырған  милли кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре, ҡоралдар, тарихи геройҙарыбыҙҙы сағылдырған балауыҙ һындар – барыһы ла заманыбыҙҙың төрлө осорҙарына алып китте. Әйтерһең дә, ваҡыт машинаһына ултырып сәйәхәт итергә сыҡҡанбыҙ. Бында нисәнсе тапҡыр булыуыма ҡарамаҫтан, шәхсән үҙем һәр ваҡыт тетрәнеү кисерәм. Былтыр Сибай сәнғәт колледжы студенттары бүләк иткән картиналар Темәс ауылында булып үткән дауыллы йылдарҙы тағы бер тапҡыр күҙ алдына баҫтырҙы. Ошондай уҡ тойғоларҙы ҡунаҡтарҙың йөҙҙәрендә лә уҡыным. Музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Зәбир Үтәбаев боронғо балаҫ һуғыу станогының бер нисә предметынан, интернеттан һыҙмаларға ҡарап, балаҫ һуғыу станогы эшләгән. Үҙе ошо станокта төҫлө тауар киҫәктәренән балаҫ һуғып күрһәтте. Ҡыҙығып китеп ҡунаҡтар үҙҙәре лә был эшкә тотоноп ҡараны. 

Артабан Темәс музыка мәктәбенә юлланған ҡунаҡтар ауылдың бер күрке булып тау башында нурланып ултырған мәсетте лә урап үтмәне. Ә музыка мәктәбендә улар вокал буйынса оҫталыҡ дәресе ҡараны. Фортепиано буйынса педагог Әлфиә Нурмөхәмәтова ярты сәғәт эсендә уларға башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарырға өйрәтте. Силәбеләрҙең һәр өйрәткәнде тырышып-тырмашып ҡабул итеүҙәре, һеңдереп ҡалырға тырышыуҙары һоҡландырҙы. Артабан ансамбль “Урал” мәҙәниәт йортонда Темәс халҡына үҙҙәренең матур, сағыу сығыштарын бүләк итте. Төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәре араһында татар, мари, испан, ирланд бейеүҙәре бар ине. “Башҡортостан – тыуған илем”, “Йәйләүсе”, “Аҡҡоштар” исемле башҡорт бейеүҙәре юғары кимәлдә, бигерәк тә рух күтәренкелеге менән башҡарылып, тамашасы күңелен арбаны. Тамаша һуңында “Темәс” тарих-мәҙәни үҙәктең директоры Нур Ҡолмурзин силәбеләргә Рәхмәт хаты, Темәстең тарихи урындарының фотокомпозицияһын бүләк итте.

Икенсе көн
Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе ҡунаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Директоры Александр Бондарев  мәктәптең ойошторолоу тарихы, бүлектәре, филиалдары, тәрбиәләнеүселәрҙең уңыштары менән таныштырҙы. Ҡурай бүлеге педагогы Ирек Мырҙаев ҡурай буйынса оҫталыҡ дәресе тәҡдим итте. Ҡурай сәскәһенән ҡурайҙы нисек эшләргә, уны ауыҙға нисек терәргә, һыҙғыртырға өйрәтте. Төбәгебеҙҙең билдәле ҡурайсыларының береһе Ғата Сөләймәновтың был музыка ҡоралын профессиональ кимәлгә сығарыуы, Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай бүлеге асыуы хаҡында һөйләне. Милли музыка инструментының төрҙәре менән таныштырҙы. Шпон ҡурайҙы Сибай ҡалаһында Салауат Баймөхәмәтов исемле кеше эшләй икән. Ирек Марат улы башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды, ә тәрбиәләнеүсеһе, йәш музыканттарҙың республика конкурсында икенсе урын яулаған  Илнур Әҙелғужин башҡорт халыҡ көйө “Таштуғай”ҙы башҡарҙы. Ҡурайҙы баян менән дә, думбыра менән дә башҡарып булыуын күрһәттеләр. Октябрьскийҙа үткән республика ҡурайсылар конкурсында икенсе урын яулаған Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар ансамбле исеменән Ирек Марат улы ике тәрбиәләнеүсеһе менән өс тауышҡа “Ҡазанды алыу маршы”н уйнап ишеттерҙе. 
Оҫталыҡ дәресенән һуң силәбеләр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙыра ла башланы. “Татарҙарҙың ҡурайы башҡорттарҙыҡынан нимәһе менән айырыла?” – тигән һорауға халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара бәйләнештәр буйынса баш белгесе, ҡурайсы Рөстәм Баһаув былай тип яуап бирҙе: “Бындай ҡурай тик Башҡортостанда ғына бар, ул Татарстанда үҫмәй. Хатта орлоғон сәскән хәлдә лә ул бөтә ерҙә лә сыҡмай. Уны Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Илһам Байбулдин ғына сәсеп үҫтерә алды. Шуға күрә татарҙарҙың ҡурайы юҡ. Ҡурайға оҡшаш туйдук тигән үлән бар, ул да Ҡаҙағстанда ғына үҫә”. Артабан ул һөргөндә саҡта олатайҙарыбыҙҙың миләш ағасынан, һуғыш ваҡытында немец самолеттарының көпшәһенән ҡурай эшләүе хаҡында мауыҡтырғыс итеп бәйән итте. “Әгәр күңел һорай икән, тимерҙән дә ҡурай эшләп була. Һуғышта немец самолетын күрһәләр: “Ана, ҡурай осоп бара!” тип шаяртҡандар”, – тип көлдөрҙө. Ул ҡурай тартҡанда нисек дөрөҫ тын алырға өйрәтте, у-шу алымын өйрәнеү менән сағыштырҙы. Ҡурайға ҡыҙыҡһыныу уянған силәбеләр күмәкләшеп уны һыҙғыртырға керештеләр. 
Артабан улар Сибай ҡалаһының, Иҫке Сибай мәктәбенең музейҙары менән танышты. Музыка мәктәбенең “Атайсал” өлгөлө ансамбленең сағыу сығыштарын ҡараны.

Өсөнсө көн
Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбенең думбыра буйынса педагогы Луиза Иҫәнғолованың оҫталыҡ мәктәбе лә силәбеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларҙы думбырала замана көйҙәрен уйнап буламы икәнлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең иң заманса көйҙәрҙе лә “думбырҙатыуы” уларҙа һоҡланыу уятты.
Сыңғыҙ ауыл клубында  Буранбай мәктәбенең Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зарифа Аралбаева етәкләгән “Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамбле менән “Айгөл” халыҡ бейеү ансамбленең тәжрибә уртаҡлашыу сараһы бик тә фәһемле булды. “Еҙ үксә”ләр Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һалған “Ҡара юрға” коллектив бейеүен башҡарҙы. Зарифа Аралбаева был бейеүҙе силәбеләргә өйрәтте. Был ижади мәл уларға ла бик оҡшаны – ҡыҙҙар айырым, егеттәр айырым “ҡара юрға” хәрәкәттәрен өйрәнде. 
Артабан буранбайҙар менән силәбеләр бергә бик матур йөкмәткеле концерт тамашаһы күрһәтте. 

Дүртенсе көн
Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы ла ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Бында ла урғаҙаларҙың “Йәйғор” бейеү ансамбле менән силәбеләр аралаштырып шәп концерт ҡуйҙы.
Бейегән һайын бейеге килә, тигәндәй, дүрт көн буйы йыр-моң менән һуғарылып, урындағы бейеүҙәрҙе ҡарап туймаған “Айгөл” халыҡ ансамбле артистары яңы хәрәкәттәр өйрәнеп,  тағы ла матур бейеүҙәр ҡуйыу ниәте менән тыуған яҡтарына юлланды.

Земфира Хәйруллина, ансамблдең художество етәксеһе:
 – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән ныҡлы бәйләнеш тотабыҙ. Бөгөнгө сәфәребеҙ – уларҙың ҡаҙанышы. 

Мин ансамбль менән 15 йыл етәкселек итәм. Ике йыл элек уның 50 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Ансамблгә йөрөгән йәштәр үҙҙәре мәҙәниәт һарайын килеп табып, әлеге ваҡытта ҙур теләк менән бейергә өйрәнә, ял ваҡыттарын үткәрә. Күпселек өлөшөн Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарынан килгән йәштәр тәшкил итә. Металлургия комбинатына эшкә килгәндәр араһында йыр-моңға һәләте булғандарҙы тиҙ генә эләктереп алып, үҙебеҙгә йәлеп итәбеҙ. Ансамбль ике төркөмдә 70 ағзанан ғибәрәт.  Балалар төркөмөнә 5 йәштән алып йөрөйҙәр. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Былтыр “Байыҡ” телевизион фестивалендә беҙҙекеләр ҙә сығыш яһаны. 
Баймаҡта шул тиклем оҡшаны. Мәҫәлән, беҙ бейеү ансамбле һаналабыҙ бит инде, ә беҙгә вокал буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Шул тиклем оҡшаны. Егеттәр, ҡыҙҙар: “Их, әҙ генә булды шул!” – тип үкенде. Беҙ “Азамат” халыҡ йырын өйрәндек. Бер көн бер халыҡ йырын, икенсе көн икенсе йырҙы өйрәнергә ине! Был йырҙы быға тиклем ишетмәгәндәр икән. Тимәк, киләсәктә улар уны ишетеп ҡалһа, шунда уҡ Баймаҡты иҫкә төшөрәсәк. Ҡурай, думбыра буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә шундай оҡшаны. Көн һайын булһа ине, тиҙәр. Сыңғыҙҙа, Урғаҙала бейеү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу бик ҡыҙыҡ булды.

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотолары.