22 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Субсидиялар буласаҡ
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы приказы нигеҙендә “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2011 йылдың 3 кварталында етештергән һөт өсөн дәүләт статистикаһы бүлегенә отчет тапшырыусы  ауыл хужалығы предприятиеларына субсидиялар юллауға документтар йүнәлтелде. Бер килограмм етештерелгән һөткә субсидия ставкаһы 1,77 һум тәшкил итә.

Оҙайлы ялдар көтөлә
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, байрам көндәре уңайынан 2012 йылдың 29 һәм 30 апреле, 1, 6 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.  

"Яҙғы тамсылар"
Ошо исем аҫтында Дүртөйлө ҡалаһында  республика йыр бәйгеһе уҙҙы. Унда райондан 3 кеше ҡатнашты. Сосновка мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Миңлегөл Ишмөхәмәтова халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы өсөн беренсе урынға лайыҡ булды. Темәс  мәктәбенең 6-сы класында белем алған Руслан Ғәлиевҡа эстрада йүнәлешендә III дәрәжә диплом тапшырылды. Буранбай мәктәбенән Вилдан Ҡотоев та уңышлы сығыш яһаны.

Р.Ҡолһарин иҫтәлегенә
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында милли көрәш буйынса көньяҡ-көнсығыш төбәк ярышы ойошторолдо. Ул яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә арналды һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты менән берлектә үткәрелде. Турнирҙа 6 команда ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, баймаҡтар, турнир хужаларынан ғына ҡалышып, II урынға лайыҡ булды. Шәхси беренселектә иһә үҙ ауырлыҡтары чемпиондары Даян Ғүмәровты һәм Фәнзил Түләковты әйтеп үтергә кәрәк.

Күсмә ҡабул итеү
Татлыбай ауыл биләмәһе хакимиәтендә уҙған аҙнала халыҡты күсмә ҡабул итеү ойошторолдо. Росреестр, “Башҡортостан Республикаһы БТИ-һы”ның  Баймаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре, Сибай һалым инспекцияһы пай ерҙәрен, йорт яны биләмәләрен, өйҙәрҙе теркәү, күп балалы ғаиләләргә ер участкалары бүлеү кеүек һорауҙарға яуап бирҙе. Бындай  сараларҙы үткәреү халыҡ өсөн бик ҡулайлы, сөнки Баймаҡта оҙон сираттарҙа тороу кәрәкмәй.
А. ИШНАЗАРОВ.

Ҡотлайбыҙ!
РФ Пенсия фонды идараһының 2012 йылдың 15 февралендәге “Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында”ғы 6(пл)-сы ҡарарына ярашлы, РФ Пенсия фонды системаһын ойоштороуға, нығытыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы Мараканова Роза Вәлиәхмәт ҡыҙы “Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының почетлы хеҙмәткәре” знагы менән бүләкләнде.
* * *
Башҡортостан Республикаһының һайлау системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Баймаҡ районы муниципаль район Советы секретары Ишбулатов Радмир Зөбәйер улы  Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
* * *
Башҡарма власть һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Баймаҡ районы муниципаль район Советы секретары Ишбулатов Радмир Зөбәйер улы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

23 март—Бөтә донъя метеорология көнө

Һауа шарттарын күҙаллаусылар
 
Йыл һайын, 23 мартта, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тырышлығы менән Бөтә донъя метеорология көнө үткәрелә.
Бөгөн илебеҙҙең күп кенә иҡтисад тармаҡтарының туҡтамай эшләүе, экологик хәл-торош, транспорт хәүефһеҙлеге, халыҡты тәбиғәт һәләкәттәренән һаҡлап ҡалыу метеорологтарҙың яуаплылығына, хеҙмәтен юғары кимәлдә башҡарыуына барып тоташа. Һәм, әлбиттә, кешенең сәләмәтлеге, үҙен нисек тойоуы ла һеҙҙең һауа торошон алдан дөрөҫ һәм оператив иҫкәртеүегеҙгә бәйле.
Райондың метеорология хеҙмәткәрҙәре киләсәктә лә иҡтисадыбыҙҙың үҫешенә, уның социаль өлкәһен нығытыуға ҙур өлөш индерер тип ышанам.
Уларҙы ысын йөрәктән һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, аҡ бәхеттәр теләйем!

И.Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Хәл яйға һалына
 

“Аҡморон” АХК-һы – райондың эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Ҡасандыр төп тармаҡтар буйынса артҡа тәгәрәгән хужалыҡта һуңғы осорҙа хәл әкренләп яйға һалына. Шуныһы үҙенсәлекле, ҡайһы бер предприятиеларҙан айырмалы рәүештә, Р.Р. Әсәнов етәкләгән коллектив хужалыҡ милкен уңға-һулға осороуға юл ҡуйманы, төп фондтарҙы, техник потенциалды һаҡлап ҡалды. Төп тармаҡтарҙың береһе булған малсылыҡта ла хәл тотороҡлана. Әйткәндәй, мал һаны һаҡланып ҡалды, бөгөн үткән осорҙағыға ҡарағанда күберәк продукция етештерелә.
Әле кооперативта мал ҡышлатыу уңышлы дауам итә, аҙыҡ етерлек. Бер үк ваҡытта яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек яҡшы бара: техника-агрегаттар ремонтлана, тейешле орлоҡ фонды тупланған, башҡа мәсьәләләр хәл ителә. Ғөмүмән, хужалыҡта бөгөн ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.
Хужалыҡ үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән билдәле. Һеҙ һүрәттә күргән Рәйес Райманов ана шундай уңған егеттәрҙең береһе. Бында оҙаҡ йылдар эшләү осоронда ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Хужалыҡ миҙгеленең төрлө осоронда ул ремонтсы ла, малсы ла булып китә. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Рәйес Фәрит улы малсылар араһындағы район хеҙмәт ярышында еңеп, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды.
 
А. Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотоһы.

Ултырыштар

Депутаттар эш башлай
19 мартта Баймаҡ ҡала Советына һайланған өсөнсө саҡырылыш депутаттарының ойоштороу ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенән идаралыҡ начальнигы урынбаҫары И.Ф. Зарипов, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, район Советы секретары Р.З. Ишбулатов, Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы М.Ә. Әбүбәкиров ҡатнашты.
Ултырышты Баймаҡ ҡалаһы һәм районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов асып, 4 мартта ҡала Советына депутаттар һайлау һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.
Артабан депутаттарҙан төҙөлгән инициатив төркөм рәйесе В.Р. Хисмәтуллин ҡала Советы рәйесе вазифаһына 2-се округ депутаты Давыдов Геннадий Васильевичты тәҡдим итте. Депутаттар бер тауыштан Г.В. Давыдовты икенсе срокка ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәйес урынбаҫары вазифаһына – 4-се округ депутаты Х.Х. Хәмитов, ә Совет секретары итеп Н.Ш. Сирбаева һайланды. Баймаҡ ҡалаһы ҡала Советы ҡарамағында дүрт комиссия төҙөлдө.
И.Х. Ситдыҡов депутаттарҙы ҡотлап, улар алдына халыҡ мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ ҙур бурыстар ҡуйылыуын белдерҙе.  Һайлаусылар һеҙҙең өсөн тауыш биргән икән, тимәк, ышаныс күрһәтәләр, тине ул.
И.Ф. Зарипов 4 мартта үткән Рәсәй Президентын һайлауҙа Баймаҡ районы ҙур әүҙемлек күрһәтте тип белдерҙе. Рәсәйҙә, республикала алып барылған социаль йүнәлештәге программалар артабан да дауам итәсәк. Бөгөн айырыуса ауылды үҫтереү, торлаҡ йорттар төҙөү буйынса етди саралар күрелә.
Ултырыш һуңында Баймаҡ ҡала Советының өсөнсө саҡырылыш депутаттарына таныҡлыҡтар тапшырылды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышы була
23 мартта сәғәт 10-да халыҡ ижады үҙәгендә
Баймаҡ районы муниципаль район Советының сираттағы ултырышы үтә.
Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр сығарыласаҡ:
  1. 2011 йыл өсөн Баймаҡ районы муниципаль районы бюджетының үтәлешен раҫлау тураһында. (Хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.И. Сирғәлиндың мәғлүмәте).
  2. Баймаҡ районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 23 декабрендәге “2012 йылға  Баймаҡ районы муниципаль районы бюджеты тураһында”ғы 357-се ҡарарына (2012 йылдың 13 ғинуарындағы 373-сө, 2012 йылдың 3 февралендәге 378-се ҡарарҙар редакцияһында) үҙгәрештәр индереү тураһында. (Хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.И. Сирғәлиндың мәғлүмәте).
  3. 2012-2013 йылдарҙа Баймаҡ районы муниципаль районының дөйөм белем биреү учреждениелары селтәрен оптималләштереү программаһын бойомға ашырыу хаҡында. (Мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясовтың мәғлүмәте).
  4. Баймаҡ районы муниципаль районының белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса саралар планы тураһында. (Мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясовтың мәғлүмәте).
  5. Баймаҡ районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлегенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчеты хаҡында. (Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Ғ.Х. Юлдыбаевтың мәғлүмәте).
Ултырышҡа район Советы депутаттары, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, хужалыҡ, ойошма, учреждение, предприятие етәкселәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ауыл мәҙәниәт йорттары директорҙары, ауыл участка дауаханаларының баш врачтары, полицияның участка хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.


Иғтибар итегеҙ: «тура бәйләнеш»
Хәҙерге көндә ҡаланың ниндәй микрорайондарынан шәхси торлаҡ төҙөүгә ер участкаһы алырға була?
Шәхси торлаҡ төҙөүгә ер участкаһы алыу өсөн күпме түләргә кәрәк?
Ер участкаһы алыу тәртибен аңлатһағыҙ ине.
Башҡа кешеләрҙән нисек ер участкаһы һатып алырға?
Йорт төҙөү өсөн ер һатып алыуға әсәлек капиталын ҡулланып буламы?
Район халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан үткәрелгән “Тура бәйләнеш”тә райондың баш архитекторы Бритов Василий  Вячеславович яуап бирәсәк.
Һорауҙар менән 24 мартта сәғәт 10-дан 12-гә тиклем 2-20-23 телефонына шылтыратығыҙ. 

Осрашыуҙар

Алға, йәштәр!
 
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында студенттар үҙидаралығы һәм районыбыҙҙың йәштәр йәмәғәт ойошмалары активы лидерҙары осрашыуы үтте. Сарала 105-се һөнәрселек лицейы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы һәм Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы лидерҙары ҡатнашты.

Йәштәр эштәре буйынса секторҙың педагог-ойоштороусыһы Зөлфиә Сапарова етәкселегендә үткән семинар-кәңәшмәлә һәр уҡыу йортоноң активистары сығыш яһаны.
Рәсми өлөштән һуң студент егеттәр араһында “рыцарь турниры” конкурсы ойошторолдо. Унда “рыцарҙар” үҙҙәре менән таныштырҙы, батырлыҡҡа, парын табыуға, парлы бейеүгә, мушкетерлыҡҡа һ.б. һынау үтте.
Егеттәрҙән һуң һылыуҙар ярышты. 7 ҡыҙ – 7 мөғжизә – прическа яһау, сәхнәләштереү, мода күрһәтеү кеүек нәзәкәтлелек буйынса ярышҡан ҡыҙҙар араһынан  Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының “Супер шаян килендәр” командаһы сағыу, шаян сығыштары менән беренсе урынға лайыҡ булды.
Конкурстарҙы был уҡыу йорттарының йәш таланттары сығыштары биҙәне. Сараға “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте (Ф.Күсеева) бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

Гөлназ Арыҫланбаева,
халыҡ ижады үҙәге методисы.
Һүрәттә: һылыуҙар ярыша.

Мәғариф

Йәш техниктарҙың уңышы
 
Сибай ҡалаһында балалар ижады буйынса фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Унда Әбйәлил, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларының йәш техниктар станцияһы, үҙәге тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Баймаҡтан үҙенсәлекле сарала 17 уҡыусы ярышты. Баймаҡ йәш техниктар станцияһы – I, Ҡуянтауҙан Владислав Әмирханов – I, 1-се мәктәптән Алина Байсарина – I, Вадим Мөхәмәтйәров – II, Таһир мәктәбенән Илназ Яҫыбаев – I, Кәрим Байраҡаев II урынды яуланы.
Шулай уҡ конференцияла әүҙем ҡатнашҡаны өсөн И.Ильясов, В.Ғибәҙәтов, Р.Ильясов, В.Земсков, Ю.Йосопов, А.Ирназаров, А.Ишарин, Д.Козлова, Н.Вәлиева, З.Килдеғошова, Ф.Әлибаев һ.б. Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Балаларҙы яҡшы әҙерләгән Б.Н. Ишкинин, Р.Ш. Әмирханов, Н.А. Әлибаев, Ф.Ә. Фәхрисламова ла яҡшы яҡтан билдәләнде.

Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Хоҡуҡ һаҡлау

Бурҙарҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн
 
Кеҫә телефондары беҙҙең тормошобоҙға ныҡлап үтеп инде. Хәҙерге ваҡытта был замана элемтәһе булмаған кешене һирәк осратырһың. Шул уҡ ваҡытта кеҫә телефондарына бәйле енәйәттәр ҙә арта бара.
Беҙгә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың бәләгә тарыуында күпселек осраҡта үҙҙәре ғәйепле булып сыға. Шуларҙың иң йыш таралған сәбәптәре:
  • иҫерек булыу,
  • кешегә артыҡ ныҡ ышаныу (урамда, кафе, автобус, мәктәптәрҙә һ.б. урында таныш булмаған кешеләргә телефондарын бирәләр),
  • асығауыҙлыҡ бәләһе (телефондарын асыҡ кабинетта, магазинда һ.б. ерҙә ҡалдырып китәләр),
  • телефонды муйынса, салбар ҡайышында йөрөтөү (бындай кешеләр бурҙарҙың еңел табышына әүерелә).
2012 йылда эске эштәр бүлегенең тәүтикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре кеҫә телефонын урлау буйынса өс енәйәт эшен ҡуҙғатты.
Баймаҡ ҡалаһында М. үҙенең танышы С.-тың йортонда ошондай хоҡуҡ боҙоуға бара. Енәйәтсе бер йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде.
Шулай уҡ ҡалала бер кеше үҙенең дуҫының кеҫә телефонына “айыу майы” һөртә. Уның да ирке шартлы рәүештә сикләнде.
Шуныһы үкенесле, ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар йылдан-йыл арта ғына бара. Ә бит бурҙарҙан, тәү сиратта, үҙ әйберенә һаҡһыҙ булған, иғтибарһыҙ кешеләр зыян күрә. Йыш ҡына граждандар кеҫә телефонын ҡайҙа һалғанын да иҫләмәй. Шуға күрә халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, уларҙың һаҡ һәм абай булыуын, үҙ әйберенә хужа була белеүҙәрен үтенгебеҙ килә. Шул саҡта ғына һеҙҙе күп күңелһеҙлектәр урап үтер.

Ләйсән САДЫҠОВА,
тәүтикшереү бүлеге начальнигы, полиция капитаны.

Йылы һүҙ - йән аҙығы



Уңған бухгалтер

Һай был ғүмер тигәндәрең! Ололар әйтмешләй, атҡан уҡ, аҡҡан һыу һымаҡ үтә.
Мәнсүрә Зия ҡыҙы ла мәктәп йылдарын тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алып, ҙур тормош юлына аяҡ баҫыуын һиҙмәй ҙә ҡала. Ул Темәс ауылында Зөләйха Ҡотлоғужина һәм Зия Буранғоловтың дүртенсе балаһы булып донъяға килә. Атаһы ғүмер буйы механизатор булып элекке “Һәүәнәк” совхозында, ә әсәһе психоневрология интернатында санитарка булып эшләй. Бәхетле ғаиләлә 9 бала үҫә. 

Мәнсүрә Зия ҡыҙы 1977 йылда Түбә тегеү фабрикаһына эшкә килә. Шунда Рәмил Сәғит улы Мөхәмәтғәлинды осратып, өйләнешәләр. 
1978 – 1992 йылдарҙа улар Ҡаҙағстанда йәшәй. Мәнсүрә унда торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләй. Шулай 15 йыл үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, ләкин тыуған тупраҡ, үҫкән ер уларҙы кире тарта. Мәнсүрә Богачевка ауылында баш бухгалтер булып эшкә урынлаша. 1997 йылда Мәнсүрә Зия ҡыҙын Сибай элеваторына бухгалтерҙың урынбаҫары итеп күсерәләр. Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин менән ун йыл буйы иңгә-иң терәп эшләй улар. Аҙаҡ белемле, тәжрибәле кешене «Сибай» АХК-һына баш бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр.