27 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Рәсәй тарихы йылына бағышлап
Ярат ауылының “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубтары Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһына ярашлы Ярат, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт мәктәптәрендә “Иң яҡшы дәрес”, “Иң яҡшы класс сәғәте”, “Эҙләнеү эше” конкурсы иғлан итте. Еңеүселәргә премияларҙы бағыусылар – “Атайсал”, ағинәйҙәр клубтары етәкселәре һәм ағзалары, урындағы мәсеттең имам-хатибы тапшырасаҡ. Йомғаҡ 25 майҙа – Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында яһаласаҡ.
М. Монасипов. Ярат ауылы.

Иман нурына ҡойондоҡ Сыңғыҙ ауылы мәсетендә “Иман нуры”ның төбәк конкурсы үтте. Унда Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарынан 35 кеше ҡатнашты. Буранбайҙан 12 йәшлек Зөлхизә Усманова Гран-приға һәм төп приз – велосипедҡа эйә булды. Сараның бағыусылары – Буранбайҙан С.Усманов, Таулыҡайҙан Ф.Ҡотдосов, Сыңғыҙҙан Х.Туйсин һәм Ленин исемендәге АХК.
Айбулат Хәлилов, Сыңғыҙ клубы мөдире.

Тарих аҙналығы шәп үттеТөркмән мәктәбендә тарих аҙналығы Столыпиндың реформаларына арналды. Уҡыусылар аҙна буйы кроссвордтар систе, викториналарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты, асыҡ дәрестәр булды. Аҙналыҡты тарих уҡытыусыһы Б.Ишморатов менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Ҡаһарманова ойошторҙо. Ул Ҡышты оҙатыу байрамы менән тамамланды.
Фәрзәнә Гусельникова, китапханасы.

Халыҡ таланттары концерт ҡуяБеренсе Этҡол ауыл биләмәһе Рәсәй тарихы йылына арналған смотрға бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләгәйне. Әлеге ваҡытта ошо программа менән Ғәҙелбай, Шүлкә, яҡын-тирә ауылдар буйлап концерт менән йөрөйбөҙ. Йыр-моң һөйөүсе таланттарҙың сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде.
Миңлегөл Ғәлина, клуб мөдире.

Конкурстар, осрашыуҙар...Үҙәк район китапханаһында яҡташ яҙыусы Нәжип Иҙелбайҙың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан  ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында уның шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы үтте. Сарала 21 уҡыусы ҡатнашты, араһында шағирҙың шиғырҙарына яҙылған  йырҙар ҙа яңғыраны. Конкурстың Гран-приһына 4-се мәктәптең 8-се “в” класы уҡыусыһы Наилә Иҫәнбаева лайыҡ булды.
Балалар район китапханаһында “Ҡурайсылар иле” китабы авторы, Б.Вәлид премияһы лауреаты, ер-һыу атамаларын өйрәнеүсе Фәниә Кәримова менән осрашыу ҙа бик фәһемле үтте.
Айгөл Иҙелбаева.

01 хәбәр итә
Ятаҡта... төтөн

Кешеләрҙең уйламай эш итеүе, йыш ҡына алама ғәҙәттәренә баш була алмауы күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә.
23 мартта 23 сәғәт 30 минутта Тыныслыҡ урамы, 21-се йорттоң бер бүлмәһендә ҡапыл төтөн сыға. Был урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр килеп етә. Һөҙөмтәлә, 4 кешенең бүлмәлә иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуы, тәмәке тартыуы асыҡлана. Шул саҡ унда ҡуйы төтөн күтәрелә (уның сәбәбен тикшереү эштәре күрһәтәсәк). Ике кеше дауаханаға оҙатыла. Әммә уларҙың төтөндән түгел, ә иҫерткес эсемлектәрҙе оҙайлы ваҡыт ҡулланыуҙан ағыуланыуы асыҡлана.
Ҡайһы бер кешеләрҙең хәмерҙе артыҡ ҡулланыуы, ятаҡ бүлмәһендә, коридорҙа тәмәке тартыуы үҙҙәренең генә түгел, ә башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуын онотмаһағыҙ ине.
Илдар ХӘМИТОВ,
янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторы.

“Ышаныс телефоны”Үҫмер балалар һәм йәштәр араһында суицид йәки башҡа төр кризис буйынса профилактика эштәре алып барыу маҡсатында тәүлек әйләнәһенә “Ышаныс телефоны” эшләй. Шылтыратыу бушлай.
Т. 8 (347) 273-09-00.   

Тантаналар

“Булмышым менән баймаҡмын”
Үткән шәмбе Баймаҡта ҙур тантана – 1963-1969 йылдарҙа партияның Баймаҡ район комитетын етәкләгән В.С. Мәҡсүтовтың 80 йәшлек юбилейына арналған сара ойошторолдо. Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән оҫта етәксе, Ленин ордены кавалеры, билдәле ғалим, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесен хөрмәтләргә баймаҡтар ғына түгел, ә күрше райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы вәкилдәре, ғалимдар килгәйне. Район хакимиәте тарафынан ойошторолған был мәртәбәле сара бер тынала, күркәм үтте.

Юбилярҙы иң тәүҙә район башлығы И.Х. Ситдыҡов тәбрикләп, ҡотлау сәләмен еткерҙе. Үҙенең сығышында Илшат Хәмит улы В.Мәҡсүтовтың райондың, республиканың халыҡ хужалығы тармағын үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Һуңынан юбилярға БР Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтовтың Рәхмәт хатын, Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы. Баймаҡтар исеменән иһә район тәбиғәте күренеше һүрәтләнгән картина бүләк итте.
Артабан Вилким Сабир улын Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Р.Һ. Сыңғыҙов (ул юбилярға “Яҡтыгүл” шифаханаһына путевка бүләк итте), Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х. Сөләймәнов ҡотланы.
Сәхнәгә бер-бер артлы В.Мәҡсүтов менән бер осорҙа эшләгән, бөгөн инде абруйлы ветерандар булып киткән А.С. Манылов, В.Б. Буранбаев, Р.Ә. Һиҙиәтуллин, А.З. Антонова, С.С. Үҙәнбаев, ғалим З.М. Хамматовтар күтәрелде, улар үҙҙәренең йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, юбилярға артабан да әүҙем тормош позицияһы теләне. Ҡотлау телеграммалары ла уҡып ишеттерелде.
Артабан В.Мәҡсүтовты Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институты хеҙмәткәре А.Р. Аҡсурин, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы проректоры Ш.З. Вәлиев (ул РФ Дәүләт Думаһы депутаты А.Н. Дегтяревтың да ҡотлауын еткерҙе) тәбрикләне. Райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре иһә  Вилким Сабир улына йылҡы бүләк итте.
Юбилейға арналған сара халыҡ ижады үҙәге, район таланттарының концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рауил Харрасов, Флүрә Туйсина, Руслан Хисамиев, Руслан Тимербулатовтарҙың моңло йырҙары, Вилүр Баймырҙин, Регина Иҫәнбаеваларҙың дәртле бейеүҙәре кисәгә бермә-бер йәм өҫтәне. Әйткәндәй,  сараны юғары кимәлдә ойоштороуға үҙәк район китапханаһы (улар фойела юбилярҙың тормош юлын һүрәтләгән күргәҙмә әҙерләгәйне), “Ҡомартҡы” фольклор ансамбле лә тос өлөш индерҙе.
– Ошондай күркәм сара ойошторғандары өсөн район хакимиәтенә, барлыҡ баймаҡтарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Күп ваҡыт үтһә лә, мин бар булмышым менән баймаҡ булып ҡалам, – тине үҙенең рәхмәт һүҙендә В.Мәҡсүтов. – Райондың уңыштарына ҡыуанам, етешһеҙлектәренә көйөнәм. Һуңғы йылдарҙа төбәктең ҙур юғалтыуҙарға дусар булыуы мине бик ныҡ борсолдора ине. Шөкөр, һуңғы осорҙа район тормошонда ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Мин ышанам, бер нисә йылдан Баймаҡ үҙен күрһәтер әле!

Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотоһы.

Һорау—яуап

Ноутбугым боҙолдо
Р.Йәнтүрина, Баймаҡ ҡалаһы: “Ҡалалағы бер сауҙа нөктәһенән ноутбук һатып алғайным. Ике көндән һуң боҙолдо. Магазинға кире тапшырғандан һуң уны сервис үҙәгендә ремонтлап бирҙеләр. Бер айҙан һуң тағы боҙолдо. Магазинда уны икенсегә алмаштырып биреүҙәрен талап иттем, ләкин баш тарттылар”.
Р.М. Әминева, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Сибай территориаль бүлеге белгес-эксперты: “Ноутбуктың етешһеҙлеге һатып алғандан һуң тәүге ике көндә асыҡланһа ла, ҡулланыусы хоҡуғынан файҙаланмаған. Закондың 18-се статьяһына ярашлы, техник яҡтан ҡатмарлы тауар һатып алғандан һуң 15 көн эсендә ҡулланыусы сифатлы ноутбукка алмаштырыуҙы йәки аҡсаһын ҡайтарыуҙы талап итә ала. Бының өсөн яҙма рәүештә ғариза яҙып дәғүә белдерергә кәрәк. Икенсе тапҡыр боҙолғанда ла уны алмаштырта йәки аҡсаһын ҡайтартырға мөмкин ине.
Законға ярашлы, әгәр техник яҡтан ҡатмарлы тауарҙың етешһеҙлеге һатып алғандан һуң йәки ремонттан һуң 15 көн үткәс асыҡланһа; гарантия буйынса ремонт оҙаҡҡа һуҙылһа һәм 45 көндән артып китһә; гарантия осоронда төрлө етешһеҙлектәр арҡаһында бер нисә тапҡыр ремонтланһа һәм тауар 30 көндән ашыу файҙаланылмаһа, ҡулланыусы тауарҙы алмаштырыуҙы йәки аҡсаны ҡайтарыуҙы талап итә ала”.
Л. Разгилева әҙерләне.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Ҡыш китергә уйламай
Ҡыш әле булһа үҙенең хакимлығынан баш тартырға уйламай. Уҙған аҙна аҙағында көндәрҙең ҡар яуып, буранлап алыуы көнкүрешебеҙгә мәшәҡәттәр генә өҫтәне. Баймаҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары, башҡа хеҙмәттәр был көндәрҙә нисек эшләне? Ҡайҙа ниндәй проблемалар булды?
Район электр селтәре. Ауылдарҙа һәм Баймаҡ ҡалаһында электр менән тәьмин итеүҙә ҙур авариялар теркәлмәгән. Ҡайһы бер урындарҙа, сымдарға епшек ҡар һырыу сәбәпле, электр энергияһында өҙөклөктәр булған.
Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы. Тәү сиратта автобустар йөрөгән ауылдарға илткән юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу маҡсатында предприятие коллективы тәүлек әйләнәһенә эшләгән. Барлығы 14 берәмек техника йәлеп ителгән.  Кисә иң төпкөл һаналған Ҡыуат, Монасип, Дәүләт ауылдарына ла юл ярылған. Бөгөн был коллективты бер генә мәсьәлә борсой: йылғалар аша һалынған торбаларҙы боҙҙан таҙартыу.
Район элемтә үҙәге. Телефон бәйләнеше буйынса етди проблемалар булмаған. Бары тик Байыш ауылында ғына, электр энергияһы һүнеү сәбәпле, бер аҙға телефон бәйләнеше өҙөлгән.
Бынан тыш район элемтә үҙәге коллективы үҙҙәренә беркетелгән ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу буйынса ла етди саралар күрә: улар Кирбес, 1 Май, Почта, Ветеринар урамдарында эшләгән.
Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы. Коллектив шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре айырым эш графигына күсеп эшләгән. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бөтә көс йәлеп ителгән. Шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу буйынса килеп тыуған проблемалар ваҡытында бөтөрөлгән.
Авария-диспетчер хеҙмәте. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән дежур төркөмдәр буран көндәре айырым графикка күсергә мәжбүр булған. Электр, һыу һәм канализация селтәре етди контролгә алынған. Подъездарҙы, ишек алдарын ҡарҙан таҙартыу буйынса саралар күрелгән. Бөгөн дә был хеҙмәт бурандан һуңғы эҙемтәләрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләй.
Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт. Һуңғы бурандар һыу селтәрендәге проблемаларҙы көсәйтеп кенә ебәрҙе. Күсимов, Кудимов, Шайморатов, З.Космодемьянская, Дәүләтшина, Ҡарлы, Пименов, Коммунистик, Блюхер, Геологтар, Иҙелбай, Ирәндек, Шайморатов, С.Юлаев, Крәҫтиән урамдарында һыу колонкалары туңған. Ҡайһы бер урындарҙа был проблема әле лә хәл ителмәгән.
Бөгөн ҡаланың Әхмәтов, Юбилей урамдарындағы һыу торбаларында килеп тыуған авария эҙемтәләре бөтөрөлә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Һөйләшеүгә саҡырабыҙ

Ат көтөүҙе тәртипкә һалыу – көнүҙәк мәсьәлә
Шәхси хужалыҡтағы йылҡы малын йәйге осорҙа көтөүҙе ойоштороу – иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Был проблема бигерәк тә Урал аръяғында, шул иҫәптән Баймаҡ районында, бик киҫкен тора.
Әгәр ҙә 90-сы йылдарҙа районда 800-гә яҡын ат булһа, бөгөн тик Темәс ауыл биләмәһендә генә лә 522 баш (теркәлгәне генә) йылҡы иҫәпләнә. Әлбиттә, халыҡтың малсылыҡ тармағын үҫтереүгә ныҡлап тотоноуы ҡыуаныслы, әммә һәр нәмәлә тәртип булырға тейеш. Хәҙер ауылдарҙа быҙау, ҡаҙҙар урынына ҡарауһыҙ аттар йөрөүе ғәҙәти күренешкә әүерелде. Улар сәсеүлектәрҙе, бесәнлектәрҙе тапай, тәбиғәткә ҙур  зыян килтерә. Әйтәйек, үткән йылда ғына игенселек менән шөғөлләнгән 3-4 фермер мал тапау арҡаһында уңышын бөтөнләй йыйып ала алманы, гектарлап бесәнлектәр юҡҡа сыҡты.

Эшҡыуарлыҡ

Таулыҡай фермеры
Һуңғы йылдарҙа районда эшҡыуарлыҡ субъекттарының артҡандан-арта барыуы, халыҡтың йүнселлеккә йөҙ бороуы күҙгә ташлана. Баҙар ҡанундарына яраҡлашып, әле бер, әле икенсе яңы эш башлап ебәреүселәр һәр ауылда ла күбәйә, бының менән өҫтәмә эш урындары булдырыла, йәшәү кимәле яҡшыра. Һис шикһеҙ, был ҡыуаныслы күренеш.
Таулыҡай ауылынан Нурислам Баййегетов үҙ эшен асҡанға ҡәҙәр ауыл хужалығы производствоһында бай тәжрибә туплаған белгес. “Йылайыр” совхоз-техникумының ветеринария бүлеген тамамлағандан һуң, Ленин исемендәге хужалыҡта веттехник, ферма мөдире, Богачевкала баш ветврач булып эшләй. Бынан ике йыл элек эшҡыуарлыҡҡа тотонорға ҡарар итә  һәм райондың  ветеринария хеҙмәтенең тәҡдиме һәм ярҙамы менән Таулыҡайҙа малды яһалма ҡасырыу пункты асып ебәрә. Кәрәкле материалдар һатып алыу өсөн райондан бүленгән 58800 һум субсидия ла ярап ҡала. Бөгөн инде Нурислам Йыһанур улы был йүнәлештә иң уңышлы эшләгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһе, уның эш тәжрибәһе район кимәлендә һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыла.

Осрашыуҙар

Һирәктәр өлөшөнә тейгән бәхет
Флера Шәрипованың «Йырҙарым һеҙҙең өсөн» китабына фатиха бирелде
Була бит шундайҙар: үҙҙәре шул тиклем ябай, уларға барыһы ла ылыға, ә аралаша башлаһаң, унан да талантлыраҡты табыуы мөмкин түгел. Күптән түгел үҙәк район китапханаһында осрашҡан яҡташыбыҙ Флера Шәрипова ла тап шундай булып сыҡты. Күҙҙәренән моң-нур түгелгән  ханымдың шағирә, композитор, йырсы, рәссам кеүек һәләттәргә эйә булыуы уның ижад кисәһенә килгәндәрҙең барыһында ла сикһеҙ  һоҡланыу уятты. Флера ханым сығышы менән Йылайыр районынан булһа ла, Баймаҡ ҡалаһында 3-сө мәктәптә, балалар баҡсаһында эшләгән. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй.
Флера Шәрипованың ижадын яратыусылар ул көндө “Йырҙарым һеҙҙең өсөн” исемле китабының исем туйына йыйылды. Йыйынтыҡ район типографияһында донъя күргән. Унда уның шиғырҙары, йырҙары, һүрәттәре ингән.

Хаттарҙан юлдар

Икенсе Этҡол мәҙәниәт йортонда “Ауылымдың уңған килендәре, сабыр ҡәйнәләре” исемле сара үтте. Шуныһы үкенесле, ауылда бар яҡтан өлгөлө ҡатын-ҡыҙ күп булһа ла, ҡатнашырға баҙнат итеүселәр аҙ булды. Был кисәне ойоштороуҙа мәғариф ветераны Сәлимә Хәсәнова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы ҙур булыуын да билдәләгем килә. Сарала Камаловалар, Мәмбәтҡоловалар, Бүребаевалар, матур сығыш яһап, ғаилә татыулығын, үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Ҡәйнә-килендәрҙең һәр береһе эшһөйәрлеге, матурлығы, нәзәкәтлеге менән айырылды. Сараны үткәрергә ярҙам иткән Гөлдәр Миҙхәт ҡыҙы Әминеваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Фирүзә БҮЛӘКОВА,
китапханасы.

* * *

Түбәнге Иҙрис ауылында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы айҡанлы “Ләйсән” балалар баҡсаһында тәрбиәсе В.В. Рәхмәтуллина “Халҡыбыҙҙың йолалары” аҙналығын үткәрҙе. Уның барышында әңгәмәләр, һөйләшеүҙәр, дәрестәр уҙғарылды. Сараны йомғаҡлап, өләсәйҙәребеҙҙе саҡырып “Йолаларҙа тарих сағылышы” исемле бик фәһемле дәрес-осрашыу үтте. Уның маҡсаты—башҡорт халҡының йолалары, шөғөлө, кейемдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, ризыҡтары менән балаларҙы яҡындан таныштырыу ине. Башҡорт күлдәгендә килгән Фәриҙә инәй кескәйҙәрҙе милли кейемебеҙҙең атамалары менән таныштырһа, Гәүһәр, Гөлшат инәйҙәр үҙҙәренең төрлө ептәрҙән нағышлап сигелгән әйберҙәрен, ҡорамаларын күрһәтте. Сара балаларҙың моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.

Вәлимә Рәхмәтуллина,
тәрбиәсе.
* * *
Күсей ауылында “Ҡыҙы барҙың—наҙы бар” тигән үҙенсәлекле кисә үтте. Нәркәс Илдар ҡыҙы һәм Гөлсирен Үтәғолова, Гөлнара Әхмәт ҡыҙы һәм Рәфилә Исламғолова, Айгизә Айрат ҡыҙы һәм Дилбәр Баймөхәмәтова үҙ-ара көс һынашып, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, аш-һыу, ҡул эштәре буйынса ярышты. Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙарҙың зирәклеге, һылыулығы һәр кемде таң ҡалдырҙы. Моңло йырсыларыбыҙ Вәсилә Сафина, Гөлиә һәм Рүзилә Әбдрәхимовалар уларға көс-дәрт биреп, оҫта итеп сығыш яһаны.
Беҙҙең ауылыбыҙҙа төрлө мәҙәни саралар юғары кимәлдә һәм бик матур үтә. Күсейҙәр уларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша, сәхнәләге яҡындарының уңыштары өсөн һөйөнә. Шуға күрә киләсәктә лә беҙҙә бындай саралар йыш үтер тип ышанабыҙ    

Флүзә ҮТӘГӘНОВА,
китапханасы.

* * *

Башҡорт республика компьютер лицей-интернатында “Әгәр егет булһаң” тип аталған асыҡ класс сәғәте үтте. Унда Ғәҙелбай мәктәбенең физик тәрбиә уҡытыусыһы Рәсих Йортбәков менән хаҡлы ялда булған элекке тәрбиәсебеҙ Хөснә Рыҫбаева ҡатнашты. Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән халыҡ әйтеме төп геройыбыҙға тура килеп тора. Уның Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары һәм кубоктары ошо хаҡта һөйләй. Хөснә Әнүәр ҡыҙы менән әңгәмә лә бик йәнле булды.
Гөлсөм
Баймөхәмәтова,
БРКЛИ-ның 10-сы класс уҡыусыһы.

Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
Ояңдан осоп сыҡ!..
Йәш натуралистар станцияһы тарафынан 1 марттан ҡала һәм районыбыҙ мәктәптәрендә “Сыйырсыҡ” акцияһы иғлан ителде. Ошо уңайҙан 3-сө мәктәптә башланғыс класс уҡыусылары араһында сыйырсыҡ оялары конкурсы үтте. Уларҙың ниндәйе генә юҡ! Хатта ағас ҡыуышынан да яһап маташҡандар! Ояның матур итеп семәрләп эшләнгәне лә, хатта буялғандары ла бар. Ана, берәүһенә сыйырсыҡ ҡунаҡлаған да инде!..


Беренсе урындарҙы Дилә Дәүләтбаева (һүрәттә), Динар Баййегетов, Зөлфиә Хунафина яуланы. Иң яҡшы сыйырсыҡ оялары йәш натуралистар станцияһы тарафынан паркка, урманға ҡуйыласаҡ.

А. Ишемғужина.
Автор фотоһы.