30 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Аграрийҙар йыйылды
Үткән аҙнала Аҡъярҙа Башҡортостан Республикаһы  Ауыл хужалығы министрлығы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары В.Незнанов алып барған кәңәшмәлә сәсеүгә әҙерлек тикшерелде, аграрийҙарға күрһәтеләсәк дәүләт ярҙамы, хужалыҡтарҙы минераль ашламалар, орлоҡ, химик препараттар менән тәьмин итеү тураһында һүҙ барҙы. Беҙҙән кәңәшмәгә район хакимиәте, ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәре, райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм баш белгестәре барҙы.
 
А. Сәйфуллина,
мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш зоотехнигы.  

 
Сәсеүгә әҙерлек тикшерелде
Ошо көндәрҙә “Таналыҡ” АХК-һы һәм “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү буйынса район семинар-кәңәшмәһе үткәрелде. Унда атап үтелгән хужалыҡтарҙа техника-агрегаттарҙы ремонтлау, орлоҡ фондын әҙерләү барышы ҡаралды, тәжрибә өйрәнелде. Кәңәшмәнең эшендә район башлығы И.Х. Ситдыҡов, уның урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров, төрлө хеҙмәттәр, хужалыҡ  етәкселәре һәм баш белгестәре ҡатнашты.  
 
Спорт яңылыҡтары
Был аҙнала “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спартакиада иҫәбенә ҡаланың ойошма-предприятиелары араһында футзал  ярыштары уҙа. Йомала иһә билдәле көрәшсе Илшат Ғүмәров иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район беренселеге (спартакиада иҫәбенә ауыл биләмәләре араһында), шәмбелә  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Булат Рәхмәтуллин иҫтәлегенә ҡала һәм райондың ойошма-предприятиелары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында спартакиада үтәсәк.   
 
Һөнәр һайлауға ярҙам
Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм сығарылыш класс уҡыусылары араһында профориентация үткәреү маҡсатында йәштәр эштәре буйынса сектор тарафынан Түбә һәм Мерәҫ ауылдарында осрашыуҙар үтте. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы директоры Т.Н. Сәйғәфәрова уҡырға инеү  шарттары һәм учреждение биргән һөнәрҙәр менән таныштырҙы. Студенттар насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү буйынса программа менән сығыш яһаны, слайдтар күрһәтте һәм йырлы-моңло тамаша ойошторҙо.       
 
А. Ишназаров.
 
Усмановтар – Баймаҡта!
Башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Зилә һәм Хәсән Усмановтар беҙҙең районға концерт менән килә. Улар 2 апрелдә Темәстә, 4 апрелдә Баймаҡ ҡалаһында сығыш яһаясаҡ. Концертта уларҙың ижадташ дуҫтары – йәш йырсы, баянсы Иҙел Нурғәлин, юмор оҫтаһы Марс Сәйетғәлин, бейеүсе Эльвира Ғәниева, Ҡазан ҡалаһынан музыкант Айнур Тәҡиуллин ҡатнаша.
 
Иғтибар: «тура бәйләнеш»
2012 йылда берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу процедураһында ниндәй үҙгәрештәр булды?
Ниндәй предметтарҙан берҙәм дәүләт имтихандары үткәреләсәк?
Әгәр ҙә уҡыусы тейешле балдарҙы йыймаһа, ул берәй уҡыу йортона инә аламы? Сөнки имтиханды кире бер йылдан һуң ғына тапшырырға мөмкин.
Ҡайҙа уҡырға барырға? Бөгөнгө көндә райондың белем биреү системаһына ниндәй белгестәр талап ителә?
Район халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына  мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан үткәрелгән «Тура бәйләнеш»тә муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Фазыльян улы Ильясов яуап бирә.
Һорауҙарығыҙ менән 31 мартта сәғәт 10-дан 12-гә тиклем 3-14-85 телефонына шылтыратығыҙ.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Дәүләт эшҡыуарлыҡҡа ярҙамды көсәйтә
 
Кисә район хакимиәтенең ултырыштар залында Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә “Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү һәм ярҙам  күрһәтеү” тигән темаға төбәк семинары ойошторолдо. 

Уның эшендә БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары М.Б. Фәтхуллин, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин, БР Фермерҙар ассоциацияһы рәйесе З.И. Сәйетғәлиев, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитеты, БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге, Рәсәй ауыл хужалығы, Һаҡлыҡ банкыһы һ.б. ведомстволар етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәгә төбәк райондарының һәм Сибай ҡалаһының мәғлүмәт-консультация үҙәге, фермер хужалыҡтары етәкселәре саҡырылды. Семинар менән А.С. Йыһаншин етәкселек итте.

Эшлекле сәфәрҙәр

Урмансылар берләшә
 
27 мартта Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Р.Б. Нәбиуллин беҙҙең районда эш сәфәре менән булды.


Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында райондың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ағас эше менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар һ.б. ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы эш тәртибе һәм ҡараласаҡ мәсьәләләр менән таныштырҙы. 

Беҙҙең интервью

Биш йыл эсендә – 500 ферма!
 
Башҡортостанда биш йыл эсендә 500 һөтсөлөк фермаһы тергеҙеләсәк һәм файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был хаҡтағы Республика программаһы 2012-2016 йылдарға иҫәпләнгән. БР Ауыл хужалығы министрлығында программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелеп кенә ҡалмай, ә республикала яңы проектты башлауға булышлыҡ иткән ғәйәт ҙур саралар атҡарыла. Ошо темаға беҙ БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Н.А. Коваленко менән әңгәмәләшәбеҙ.

– Николай Анатольевич, “500 ферма” программаһы идеяһы ҡайҙан килеп сыҡты?
– Был республика маҡсатлы программаһы “2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау. Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу” тип атала һәм ул БР Президенты Р.З. Хәмитовтың ҡушыуы буйынса беҙҙең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан эшләнде. 2011 йылдың апрелендә БР Хөкүмәте һәм РФ һөт етештереүселәренең Милли союзы араһында Башҡортостан Республикаһында һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы бойомға ашырыу буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республиканың бөтә райондарында ла дөйөм алғанда 500 ферма модернизацияланасаҡ.

Янғын хәүефһеҙлеге

Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай
 
2012 йылдың башынан 23 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 944 янғын теркәлгән, уларҙа бөтәһе 108 кеше, шул иҫәптән 4 бала һәләк булған. (Былтыр ошо осорҙа янғындарҙа 110 кеше, шул иҫәптән 11 бала һәләк булғайны). Янғындар 46 миллион һумлыҡ матди зыян килтергән. Әйткәндәй, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда ут сығыу осраҡтары 20-гә кәмегән.

Элекке кеүек үк янғындарҙың күбеһе торлаҡ йорттарҙа һәм граждандар ихаталарындағы кәртә-ҡураларҙа, һарайҙарҙа сыҡҡан – 75,6 процент. Янғын сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү (33%), электр ҡорамалдарын урынлаштырыу һәм эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу (23%), мейестәрҙең төҙөк булмауы, уларҙы яңылыш урынлаштырыу (21,7%).
Айырыуса янғында кешеләрҙең күпләп һәләк булыуы аяныс. Мәҫәлән, 3 ғинуарҙа Бәләбәй районының Илкен ауылында янып киткән йортто һүндергәндә һәм һүткәндә 4 кешенең кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәбе – йорт хужабикәһе эскән килеш үрт һалған.

Заманса технологиялар

Росреестрға сиратҡа – Интернет аша
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте (Росреестр) үҙ эшмәкәрлегенә дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең электрон төрҙәрен индереүен дауам итә һәм камиллаштыра. 2012 йылдың март айынан Росреестрҙың Интернет-порталында “Алдан яҙылыу” тип аталған яңы сервис 
эшләй башланы.

Был сервис менән файҙаланыу, йәғни күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-бирешкә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе үткәреүгә документтар тапшырыу өсөн Росреестрҙың Интернет-порталының (https://portal.rosreestr.ru) “Офистар һәм ҡабул итеүҙәр” бүлегенә инеп  алдан яҙылырға була. Артабан үҙегеҙгә кәрәкле офисты һайлағандан һуң, датаһын, ваҡытын, мөрәжәғәт итеү маҡсатын күрһәтеп, талон-саҡырыу ҡағыҙы сығарып алырға кәрәк. Был билдәләнгән ваҡытта үҙегеҙ теләгән офисҡа килеп документтарығыҙҙы тыныс ҡына тапшырыу мөмкинлеге бирә.

Саралар

Мәктәп һылыуҡайы билдәләнде
 
Беҙҙең мәктәптә уҡыусылар араһында “Семен мәктәбе һылыуҡайы–2012” конкурсы үтте. Сара йыл да уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булды. Ойоштороусылар тарафынан  кисәнең һәр өлөшө ентекләп уйланылғанға күрә, беҙгә – конкурста ҡатнашыусыларға –  ул еңел үтте.
Быйыл гүзәлдәрҙән гүзәл, күркәмдәрҙән күркәм, оҫта ҡуллы, һәләтле 10 һылыуҡай мода, прическа, ҡул эштәре,             аш-һыу әҙерләү буйынса ярышты. Кисәнең иң үҙенсәлекле мәле конкурсанттарҙың үҙенә ярҙамға 1 – 5-се класс ҡыҙҙарын алыуы булғандыр. Улар һәр бәйгене берҙәм үтергә тейеш ине.
Конкурстың иң тулҡынландырғыс мәлен түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Ниһайәт, “Семен мәктәбенең 2012 йылғы һылыуҡайы” исеменә 9-сы класс уҡыусыһы Алһыу Әбделмәнова лайыҡ булыуын иғлан итеп, һылыуҡайҙың күсмә тажын кейҙерҙеләр. Башҡа ҡатнашыусылар “Оҫта ҡуллы”, “Һәләтле”, “Мөләйем”, Тамашасы һөйөүен яулаусы” һ.б. номинацияға лайыҡ булды. Ә иң йәш һылыуҡай булып 1-се класс уҡыусыһы Мәҙинә Шәрипова иғлан ителде. Һәр һылыуҡайға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Илүзә Бейешева, 9-сы класс уҡыусыһы.

Хоҡуҡ һаҡлау

“Судьяға яуаплылыҡ тойғоһо хас булыуы мөһим”

2011 йылда Баймаҡ район судында яңы федераль судья А.Ф. Искәндәров эш башланы. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

– Артур Фәрит улы, үҙегеҙ менән таныштырып үтмәҫһегеҙме?
– Мин 1978 йылда Өфө ҡалаһында донъяға килгәнмен. Мәктәпте тамамлағас, “Автомост” фирмаһында ябай эшсе булып хеҙмәт юлымды башланым. Артабан БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында юридик белем алдым. Өфө ҡалаһында эксперт-аналитик булып, Благовещенск ҡалаһының “Полиэф” ААЙ-һында баш белгес булып эшләнем. Өйләнгәнмен, ике бала тәрбиәләйбеҙ.

1812 йылғы Ватан һуғышына - 200 йыл


Ҡарағай ҙа үҫер, ай, йәм өсөн,
Бал ҡорттары осор бал өсөн,
 Яман ирҙәр үлер, ай, мал өсөн,
Яҡшы ирҙәр үлер ил өсөн.
(башҡорт халыҡ әйтеме) 
йәки
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис.
(“Любизар” - башҡорт халыҡ йыры)
Башҡорт яугирҙәре Рәсәй һағында

1556-1557 йылдарҙа үҙ иректәре менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылып, унан һуң бигерәк тә 1798 йылда идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, башҡорттарҙың хәрби бурысы даими эске һәм тышҡы хеҙмәттән ғибарәт булған. Тәүгеһе – йыл әйләнәһенә Ырымбур сик һыҙығында илдең көньяҡ-көнсығыш сиген һаҡлауға ҡайтып ҡала. 

Ил сиге - ҡаҙаҡ һәм Себер халыҡтарынан ҡурсалау өсөн махсус рәүештә төҙөлгән нығытмалар системаһы менән әйләндереп алынған була. Ул Тубыл йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем һуҙылған. Сик һыҙығы биш дистанцияға бүленеп шуларҙың Уй, Верхнеурал, Орск, Уральский дистанцияларына башҡорттар һәм мишәрҙәр йыл һайын 5-6 мең кеше ҡуйған. Башҡорттарҙың  был хеҙмәте 300 йылға яҡын дауам итеп, 1840-1850 йылдар арауығында Ҡаҙағстандың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң ғына туҡтатылған.
Ә башҡорттарҙың тышҡы хәрби хеҙмәте Рәсәй дәүләте алып барған бөтә һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуҙан торған. Уларҙы һанап китһәң — байтаҡ. Балтик диңгеҙенә сығыу өсөн Швеция, Польша, Бөйөк Литва кенәзлегенә ҡаршы һуғыштар (1558-1583), Азов походы, Ҡырым һуғышы, поляк һәм швед интервенттарына ҡаршы алыштарҙа атлы полктарҙың әүҙем ҡатнашыуы билдәле.
1611-1612 йылдарҙа башҡорт атлылары Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы составында поляк интервенттарынан Мәскәүҙе азат итеүҙә ҡатнаша. Ул ғына ла түгел, унан һуң тиҫтә йылдар үткәс башҡорттар К.Минин һәм Д.Пожарский һәйкәлен төҙөүгә аҡса йыйып бирә.    
XVIII быуатта Рәсәй алып барған өҙлөкһөҙ хәрби хәрәкәттәр, оҙайлы походтарҙа - Пруссияға ҡаршы Ете йыллыҡ һуғыш (1756-1763), поляк баярҙары конфедерацияһына ҡаршы һәм Балтик диңгеҙе ярҙарын ҡулға төшөрөү өсөн яуҙарҙа башҡорт яугирҙәре һәр ваҡыт әүҙем һәм ойошҡанлы рәүештә урыҫтар менән яуҙаш булған.