2 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Идарасылар өсөн уҡыуҙар
2-7 апрелдә “Талҡаҫ” шифаханаһында ауыл биләмәһе хакимиәттәренең эштәр идарасылары өсөн уҡыуҙар ойоштороласаҡ. Бында шулай уҡ Йылайыр һәм Бөрйән райондары ауыл биләмәләренең башлыҡтары ла белемен камиллаштырасаҡ. Уларҙы бай программа көтә: ҡануниәт  нигеҙҙәрен, төрлө норматив акттарҙы өйрәнеү буйынса уҡыуҙар буласаҡ.
Л.ТАКАЕВА.

Юл ябыла
РФ Хөкүмәтенең Ҡарарына ярашлы 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем “Урал” М-5, “Волга” М-7, “Өфө – Ырымбур” Р-240 һәм Өфө ҡалаһының көнбайыш яғындағы М-5 участкаһынан М-7 участкаһына тиклем юлдар йөк машиналары өсөн ябыла.
Был тыйыу халыҡ-ара йөк, дарыу, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ, орлоҡ, почта ташыған, тәбиғәт һәләкәттәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр урынына йүнәлтелгән һәм хәрби транспорт, пассажир автобустарына ҡағылмай.
Айырым осраҡтарҙа “Һамар – Өфө – Силәбе” юл агентлығы, БР-ҙың транспорт һәм юл хужалығы комитеты, килтергән зыянды ҡаплау шарты менән, ҡайһы бер йөк машиналарына йөрөргә рөхсәт бирә ала. Башҡа ойошма, ведомство, муниципаль берәмектәр һ.б. водителдәргә пропуск биреү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Баймаҡ ЮХХДИ-һы.

“Атайсал”дар йыйылды

Үрге Яйыҡбай ауылы китапханаһында оло һәм урта йәштәге ир уҙамандарының йыйылышы үтте. Унда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф.Ғ. Вәхитова ҡатнашты.   
Йыйылышта урындағы “Атайсал” клубына яңы ағзалар һайланды. Уның яңы рәйесе – уҡытыусы Рауил Ғарифуллин. Шулай уҡ көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде һәм “Атайсал” клубының киләсәккә эш планы билдәләнде.
Люция Мусина, китапханасы.


Хроника
Баймаҡ районы муниципаль районының «Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы» муниципаль бюджет учреждениеһы директоры итеп быға тиклем «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының ижтимағи-сәйәси программалар студияһы комментаторы булып эшләгән Ишбулатова Гөлнур Азамат ҡыҙы тәғәйенләнде.

һөйөнөслө яңылыҡ

Тағы ла дүрт инәйгә бәхет йылмайҙы
 
Районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарын ҡыуандырып, торлаҡ алыуға сертификат тапшырыу дауам итә. Ошо көндәрҙә район етәксеһе И.Х. Ситдыҡов Темәстән Зәлифә Ноғоман ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева, Билалдан Бибикамал Ғиззәт ҡыҙы Зәйнуллина, Абҙаҡтан Зәкирә Мөхәмәтдин ҡыҙы Сәхәүетдинова һәм Әбделкәримдән Ғәрифә Ибраһим ҡыҙы Ғәбитова инәйҙәрҙе ошо һөйөнөслө ваҡиға менән тәбрикләне.
 

Илшат Хәмит улы: “Бөйөк Ватан һуғышының ауазы йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, һеҙҙең тормош иптәштәрегеҙҙең сәләме һаман килеүе, уларҙың баҡыйлыҡта ла ғаиләһен хәстәрләүе әһәмиәткә, хөрмәткә лайыҡ. Хәҙерге көндә районға 419 торлаҡ сертификаты килде. Ололарҙың ғүмер көҙөндә йылы, уңайлы шарттарҙа йәшәүе беҙҙең өсөн бигерәк тә ҙур ҡыуаныс”, – тине.
Эйе, республикала ошондай торлаҡ сертификатын 4 мең самаһы ветеран һәм тол ҡатын алып һөйөнгән. Беҙҙең райондың был йәһәттән беренсе булыуы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Т.В. Денисованың тырыш хеҙмәтенең емеше.
Артабан инәйҙәрҙе ҡыуаныслы көндәре менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов, Т.В. Денисова тәбрикләне. Бәхетле сертификат эйәләре һәм уларҙың балаларына торлаҡ һатып алыуҙың тәртибе өйрәтелде, яңы фатирҙа ейәндәр, балалар түгел, ә оло кешеләр үҙҙәре йәшәргә тейеш икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Илебеҙ иң ауыр мәл кисергән саҡта тырышып эшләгән, балалар үҫтергән, һәр яҡлап үрнәк булған инәйҙәрҙең яңы фатирҙарында ҡыуанып-һөйөнөп, бала игелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

АПК-ны үҫтереү

Субсидия бирелә
 
БР Ауыл хужалығы министрлығы приказы нигеҙендә “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге тарафынан дизель яғыулығына түгелгән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, миҙгелле ауыл хужалығы эштәре үткәреү маҡсатында субсидия алыуға документтар әҙерләү башланды. Ул 2011 йыл йомғаҡтары буйынса дәүләт статистикаһы бүлегенә отчет биргән аграрийҙарға бүленәсәк. Субсидия ставкалары мал аҙығы культураларына (үткән йылдарҙағы күп йыллыҡ үләндәрҙән тыш) – 77 һум, иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культураларға – 117, техник һәм майлы культураларға – 118, шәкәр сөгөлдөрөнә – 119, асыҡ грунт йәшелсәләре һәм картуф өсөн – 140, ултыртылған күп йыллыҡ үҫемлектәр өсөн 160 һумдан билдәләнгән.
 
“Баймаҡ” МКҮ-һе.

Хоҡуҡ һаҡлау

Водителдәр иғтибарына
 
Руль артына иҫерек килеш ултырып хөкөм алдына баҫҡан граждандар йыш ҡына үҙенең ғәйебен танымай. Улар автомобилдә булмауҙарын белдерә йәки ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең медицина тикшереүе үтергә тәҡдим итмәүҙәренә зарлана. Шуға күрә бындай осраҡтарҙа ике бүнәтәй саҡыртыла. Транспортты водителдән тартып алыу, иҫерткес эсемлектәргә медицина тикшереүе үткәреү тик уларҙың алдында уҙғарыла. Бүнәтәйҙәр булмаған осраҡта, граждандар полиция хеҙмәткәрҙәренән бының өсөн ике кешене саҡырыуҙы талап итә ала. 


Граждандарҙың хәмер эсеү-эсмәүе полицейскийҙар тарафынан алкотестер һәм дауаханала медицина тикшереүе аша билдәләнә.
Суд барышында ҡайһы бер водителдәр протоколға ҡул ҡуйырға теләмәүҙәрен, быны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең баҫымы аҫтында эшләүҙәрен белдерә. Әммә быны бер нисек тә иҫбатлай алмайҙар. Сөнки протоколды тултырғанда был хаҡта бер ниндәй ҙә яҙма эшләнмәгән була. Шулай уҡ водителдәр судта юл-транспорт хәл-ваҡиғаһын күргән шаһиттарҙы саҡыртыуҙы һорай. Әммә уларҙың шул урында булыуы протоколда күрһәтелмәй ҡалғас,  күрһәтмәләре шик аҫтына ҡуйыла.
Хөрмәтле граждандар, протоколға ҡул ҡуйыр алдынан уны иғтибар менән уҡығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙ үҙегеҙҙең хаҡлы булыуығыҙҙы иҫбатлай алырһығыҙ.

М. ҠУЖАБАЕВ, судья ярҙамсыһы.

Яҙғы сәсеүгә әҙерһеңме?

Ауыл хужалығында һынылыш яһау мөһим
Район башлығы семинарҙа ошондай бурыс ҡуйҙы
Яҙғы баҫыу эштәрен тейешле әҙерлек менән ҡаршы алыу, уны ҡулайлы ваҡытта һәм кәрәкле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыу, ауыл хужалығы тармағы алдында торған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү, был өлкәлә һынылыш яһау – ошо көндәрҙә “Таналыҡ” АХК-һы һәм “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә үткән район семинар-кәңәшмәһендә аграрийҙарға шундай мөһим бурыс ҡуйылды. Уның эшендә район башлығы И.Х. Ситдыҡов, урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров, ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге, ветеринария хеҙмәте, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм баш белгестәре ҡатнашты.

Семинар үҙенең эшен “Таналыҡ” АХК-һының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген ҡарау менән башланы. Әйтергә кәрәк, М.Ш. Абҙаҡов етәкләгән коллективта бөгөн ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, хужалыҡ яңы миҙгелгә лә әҙерлекте яҡшы алып бара. Мирза Шәкирйән улы әйтеүенсә, сәсеүгә етерлек орлоҡ фонды тупланған, тик арпа менән һолоноң шытыусанлығы 60-70 проценттан артмай. Тимәк, был тәңгәлдә орлоҡто яңыртыу талап ителә.
Хужалыҡтың МТМ-һында техниканы ремонтлау эше тейешенсә ойошторолған. Бөтә цехтар ҙа эшләп тора, ремонтсылар өсөн йылытылған бүлмә бар. Баш инженер С.Р. Ямантаев әйтеүенсә, К-700 тракторына яңы тапшырыуҙар ҡумтаһы, двигатель һатып алынған, тиҙҙән тағы берәүһе Новотроицк ремзаводынан ремонттан ҡайтарыласаҡ. Бынан тыш, МТЗ-82.1 тракторының двигателе капиталь ремонтланған; ДТ-75-теке лә ошондай ремонтҡа йәлеп ителгән. Бер үк ваҡытта тағы бер “Беларусь” тракторының йөрөү өлөшө төҙөкләндерелә. Ғөмүмән, бында ремонт әүҙем бара, сәсеүгә кәмендә 7 техника сығасаҡ.
Семинарҙа ҡатнашыусылар артабан “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендәге эштәр менән танышты. Шуныһы  үҙенсәлекле, ремонт эштәре бында аҙағына яҡынлаша. Оҫтахана бинаһы йылытыла, ремонт эштәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әле 3 берәмек К-700-ҙөң икәүһе, 2 берәмек “Волгарь” тракторының берәүһе әҙер. Бер Т-4 тракторы ла төҙөк. Ошо көндәрҙә 8 берәмек “Беларусь” тракторының барыһы ла ремонттан сығасаҡ. Әйтергә кәрәк, ваҡытында запас частар алына, бер К-700 тракторына яңы тапшырыуҙар ҡумтаһы ултыртыласаҡ. Баш инженер Х. Ә. Буранбаев әйтеүенсә, ауыл хужалығы машиналарының барыһы ла әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.

Халыҡ иғтибарына

Сәлиә Мырҙабаева:
Һәр ветеранға – яҡшы фатир

 
(Граждандарҙың мөрәжәғәттәре һөҙөмтәләре буйынса комментарий)
Депутатҡа мөрәжәғәттәрҙе социаль проблемаларҙың үҙенсәлекле индикаторы, тиһәң дә була. Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һүҙҙәре буйынса, мөрәжәғәттәр һаны артҡандан-арта бара. Иң мөһим һорауҙарҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һуғышта һәләк булған яугирҙарҙың,  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарының ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү.

– Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күп йылдар үтһә лә, һуғыш ветерандары һәм инвалидтары әле булһа үҙҙәренең хоҡуҡтары боҙолоуға зарлана, – ти депутат. – Ветерандарҙан ғаризалар даими рәүештә килеп тора. Күп осраҡта улар муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәте ҡарамағындағы комиссияларҙың торлаҡ бинаһының йәшәүгә яраҡлы йәки яраҡһыҙ тип билдәләүе тураһындағы һығымтаһына нигеҙләнеп,  уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған кешеләр исемлегенә индермәүҙәренә зарлана.

ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАЛАРЫНДА

Баймаҡтарға диплом тапшырылды
 
Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының эше юғары баһаланды
Ошо көндәрҙә Өфөлә республика ветерандарының һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың үткән йыл йомғаҡтарына арналған йыйылышы үтте. Унда беҙҙең райондан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар советы рәйесе С.Ш. Мирзин етәкселегендәге делегация (составында –  афған яуы ветерандары Камил  Сөнәғәтуллин, Мөхтәр Хәсәнов, Чечен һуғышында булған Альберт Сәғәҙиев) ҡатнашты.
Йыйылышта ветерандарға, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, һәр яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре күтәрелде. Шуныһы үҙенсәлекле, хәҙер һәр ветеран республиканың профилакторий һәм госпиталдәрендә бушлай дауаланыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн урындағы ветерандар йәиһә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар советтарына мөрәжәғәт итеү ҙә етә – ҡалғанын рәйестәр үҙҙәре хәстәрләйәсәк.

Һөйләшеүҙә Сәғит Шәрифйән улы Мирзин етәкләгән Баймаҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар советының эше һәр яҡлап яҡшы тип табылды һәм башҡаларға үрнәк итеп ҡуйылды. Йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм инвалидтарына, һәләк булып ҡалған яугирҙар ғаиләләренә ярҙам итеүҙе ойошторғаны, 112-се Башҡорт атлы дивизияһына БАССР Юғары Советы Президиумының байрағын тапшырыуға 70 йыл тулыуға арналған Республика тантаналы кисәһендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Баймаҡ советы БР Президенты Хакимиәте, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “

Тарих биттәренән

Өмөтбай менгиры
 
Өмөтбай ауылы янындағы Әүлиә тауы хаҡында күптәр ишетеп-күреп беләлер, моғайын. Уға илткән юлдың тапалып бөтөүе бынан халыҡтың өҙөлмәүе тураһында һөйләй. Уның итәгендәге урман араһында ҙур булмаған аҡлан бар, әйтерһең дә, тәбиғәт тап ошонда туҡтап ял итергә, сәй эсергә саҡыра. Килеүселәр тау башына күтәрелгәс, ҡыҙыл кирбес менән уратып алынған Әүлиә ҡәберлеге янында әруахтарға бағышлап аят уҡый, ил-йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп, тейешле йола үтәй. Сәй эсеп алғандан һуң ошонда уҡ ятып бер аҙ серем итеп алырға кәрәк икән. Фәҡәт йоҡлаған ваҡытта ғына Әүлиә дауаһы килешә, тиҙәр.

Элегерәк тауҙың көнсығыш битләүенән шишмә лә аҡҡан. 1970 йылдарҙа ауылға шоссе юл һалынғас, уны быуалар. Күлдең яҫылығы яҡынса 620 кв.м. Ауылдың һәр балыҡсыһы унда балыҡ ебәрер булған. Әүлиә күленең батҡағы һәр ауырыуға ла шифа, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа дөйөм көтөүгә йөрөмәүсе берәҙәк малдың күлде саңдау урынына әйләндереүе күңелде ҡыра...