4 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Өмәләр башлана
Көндәр йылытыу менән ҡар аҫтынан сүп-сар сыға башланы. Шунлыҡтан бөгөн ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса саралар планы ҡабул ителде. Уға ярашлы учреждение, ойошма, предприятие биләмәләрен, урамдарҙы ҡый-ҙан таҙартыу өсөн өмәләр ойоштороу ҡарала. Апрель баштарында уҡ “Таҙа кесе йома” старт аласаҡ.
 
Биркалау башланды
Көтөүҙәрҙе ойоштороу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булараҡ, уға быйыл да етди иғтибар биреләсәк. Бигерәк тә урман зонаһындағы ауылдарҙағы малдың көтөүһеҙ йөрөүе ҙур борсолоу тыуҙыра. Был иһә уларҙы урлауға булышлыҡ итте. Шул сәбәпле, бөгөн шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙы биркалау башланды. Был сара Беренсе Этҡол ауыл биләмәһендә тамамланыуға табан бара.
 
Л. Такаева.
 
02 хәбәр итә
Баймаҡ эске эштәр бүлеге хәбәр итеүенсә, һуңғы осорҙа үлтереү менән янау, ирҙәрҙең ҡатындарын туҡмау кеүек енәйәт ҡылыуҙар йышайған. Шулай уҡ уҡ аҙна һайын үҙ-үҙен үлтереү йәки үлтерергә маташыу кеүек күңелһеҙ осраҡтар күҙәтелә. Ошо арала бер ҡыҙ 2-се ҡаттан ташланып донъянан ваз кисергә уйлаған. Ул ҡотҡарып ҡалынған. 1970 йылғы ир аҫылынып үлгән. Һауа шарттарының үҙгәреүсән булыуы сәбәпле, юл-транспорт хәл-ваҡиғалары ла йышайған. 
 
Ғаиләләр ярышты
3-сө мәктәптә инвалидтар араһында “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” тип аталған спорт ярышы үтте. Бында 6 команда ҡатнашты. Атайҙар, әсәйҙәр, балалар өсөн айырым ярыш төрҙәре ҡаралған ине. Сарала ҡатнашҡан бер кеше лә иғтибарһыҙ ҡалманы, һәр береһенә бүләктәр тапшырылды.
 
Уңған килендәр...
Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған “Уңған килендәр, сабыр ҡәйнәләр” конкурсы үткәрелде. Үҙенсәлекле сарала бар яҡтан матур, өлгөлө ғаиләләрҙең ҡәйнә-килендәре сығыш яһаны. Еңеүселәр 10 апрелдән зона ярыштарында ҡатнашасаҡ.
 
“Зарница” уйыны
Каникул мәлендә Йәнйегет мәктәбендә уҡытыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторған. Балаларҙың күңеленә айырыуса “Зарница” уйыны хуш килгән. Етеҙлекте һәм ныҡышмалылыҡты талап иткән сарала уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнашҡан. 
 
Саралар гөрләй
Ишмөхәмәт мәктәбендә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған класс сәғәттәре үткәрелгән. Ҡышты оҙатыу тантанаһы иһә йәрминкә, концерт менән биҙәлеп, сағыу сараға әүерелгән.  Мәктәптә шулай уҡ Рәсәй тарихы йылына арналған махсус дәрес күрһәтелгән, стенд эшләнгән.  
 
Г. Иҫәнгилдина.

Хроника
«Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры итеп быға тиклем ҡаланың 4-се мәктәбендә тарих, йәмғиәтте һәм хоҡуҡты өйрәнеү дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләгән Сирусин Илшат Нәғимйән улы тәғәйенләнде.
«Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Ишморатова Наталья Николаевна үҙ теләге менән  биләгән вазифаһынан бушатылды.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Сафа Ишҡыуатов –
республика конкурсы лауреаты!
 
Өфөлә 27 – 31 мартта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012» төбәк-ара конкурсы үтте. 2012 йылдың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеменә 58 педагог, шул иҫәптән Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән биш уҡытыусы көс һынашҡан. Был мәртәбәле бәйгелә Баймаҡта үткән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012” исеменә лайыҡ булған Баймаҡ лицей-интернаты уҡытыусыһы Сафа Ишҡыуатов та ҡатнашып, финалға сыҡҡан һәм конкурстың лауреаты булған. Уның менән ҡыҫҡаса ғына әңгәмә ҡороп алдыҡ.
 “Дүрт көн буйы барған бәйгелә үҙең менән таныштырыу, оҫталыҡ дәресе күрһәтеү, инновацион проекттарҙы яҡлау, халыҡ алдында лекция һөйләү, дебаттар конкурстары булды. Тәүге турҙа тыуған яғыбыҙҙың йәме булған Ғәҙелша, Талҡаҫ тураһында, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ лицей-интернаты, киләсәккә хыялдарым, үҙем эшләгән мәктәпте, балаларҙы нисек күрергә теләүем хаҡында,  видеояҙмаға таянып, бәйән иттем. Инновацион проекттарҙы яҡлағанда әҙәбиәт дәресен уҡытҡанда үҙем ҡулланған алымдар менән таныштырҙым. Лекция һөйләрҙән алда бер көн кис барыбыҙға ла “Был донъяла беҙҙән ни ҡала?” тигән тема таратып бирҙеләр, шул турала 7 – 10 минутлыҡ лекция һөйләргә тейеш инек. Дебаттар уҡытыу процесындағы проблемалар, ФГОС, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон хаҡында булды.
Конкурс Р.Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатта, ә бүләкләү тантанаһы М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте. Гран-приҙы Ишембай ҡалаһынан Рифат Әйүпов исемле егет яуланы. Финалға сыҡҡан 5 кеше лауреат исеменә эйә булдыҡ”, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Сафа Ишҡыуатов.
Алты тиҫтәгә яҡын педагог араһынан  финалға үтеү бер ҙә еңелдән булмағандыр һәм ошондай оло бәйгелә еңеү яулап ҡайтҡан яҡташыбыҙҙы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға артабан да эшендә уңыштар, алға ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға яҙһын, тип теләйбеҙ.
Айгөл Иҙелбаева.

Спорт

Спортта ла һынатманы етәкселәр
 
Шәмбе ярышы район һәм ҡалабыҙҙың спорт тормошонда онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған шәхескә - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре, БР мәғариф отличнигы Булат Нуриәхмәт улы Рәхмәтуллиндың иҫтәлегенә бағышланған ине. Ойошма-предприятие етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары был көндө спартакиадала көс һынашты.

Сара башында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, бөгөн беҙ район спорты лидерҙарының береһен, ысын мәғәнәлә үҙ еренең патриотын  иҫкә алабыҙ, тип белдерҙе.
– Булат Нуриәхмәт улы арабыҙҙа етенсе йыл булмаһа ла, уны иҫләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ, – тине Илшат Хәмит улы. – Шуныһы һөйөнөслө, ул үҙенең артынан бик күп спортсы, тәғлимәтен ҡабул иткән тренер, уҡытыусыларҙы ҡалдырҙы. Ә бөгөнгө ярышҡа килеүселәргә рәхмәт белдерәм, берҙәмлек, спорт рухы һәм дуҫлыҡ еңһен!
Артабан ярыш флагын күтәреү хоҡуғы шәхестең улы Иҙел Булат улына бирелгәс, Б.Н. Рәхмәтуллин менән бергә эшләгән дуҫы Хәлил Зәбир улы Ғүмәров үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште.
Ярыштың баш судьяһы И.Вәлитов ҡағиҙәләр менән таныштырып үтте. Спортсылар 6 төрҙә: командалы волейболда, дартс, армспорт, шашка, йөҙөүҙә һәм арҡан тартышыуҙа көстәрен һынаны.
Волейбол буйынса ярышта И.Х. Ситдыҡов, В.Я. Шәрипов, Р.Ф. Ильясов командалары еңһә, арҡан тартышыуҙа Р.В. Мараканова, И.Х. Ситдыҡов һәм И.Ә. Бураншин етәкләгән спортсылар төркөмө алдынғы булды. Дартста ҡатын-ҡыҙҙар араһынан йәш натуралистар станцияһы директоры О.Пономарева һәм ир-егеттәрҙән Урғаҙалағы “Байсура” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры И.Ғөбәйҙуллин иң мәргән икәне асыҡланды. Шашканан район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Яҡшығолова һәм Түбә ауыл хакимиәтенән Ш.Тутаев ышаныслы еңеү яуланы. Йөҙөүҙә район хакимиәтенең юридик бүлек начальнигы З.Бүләкова һәм Ф.Мортазин (Байыш мәктәбе директоры), армспортта район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире Й.Йәғәфәров  иң көслөһө булып сыҡты.             
Аҙаҡтан еңеүселәр физик культура һәм спорт секторы әҙерләгән Почет грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
 
Айбулат Ишназаров.
Автор фотоһы.


Этҡол батыры хөрмәтенә
 
Милли көрәш районыбыҙҙың ғорурлығы, уның үҙенә күрә символы тип хаҡлы рәүештә әйтергә мөмкин. Уның менән шөғөлләнеүселәрҙең, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулаусыларҙың күплеге быны дәлилләй. Шулай ҙа иң мөһиме – үҫеп килгән быуынға борондан килгән был спорттың серҙәрен еткереүселәрҙең барлығы.    
Уларҙың иҫәбендә 2-се Этҡол бәһлеүәне, уҡытыусы, тренер Илшат Ғүмәровты әйтергә кәрәк. Милли көрәш үҫешенә күп көс һалған спортсы иҫтәлегенә йыл да район беренселеге үткәреү тәбиғи.
“Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексына үткән йомала 160-тан ашыу спортсы килде. Улар 40 - 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында ярышты. Әйтергә кәрәк, мәктәп уҡыусылары, өлкәндәр шәхси беренселеккә дәғүә итһә, ауыл хакимиәттәре көрәшселәре спартакиада иҫәбенә сығыш яһаны.
Уҡыусылар араһында еңеүселәр түбәндәгесә булды:
40 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһы: Баязит Исхаҡов (Таулыҡай), А.Иҙелбаев (БЛИ), И.Бигилдин (Татлыбай);
50 кг-ға тиклем: Р.Рәсүлев (Ниғәмәт), Байрас Исхаҡов (Таулыҡай), Р.Хөсәйенов (2-се Этҡол);
60 кг-ға тиклем: А.Суфьянов (2-се Этҡол), Т.Солтанов (Юлыҡ), А.Яҡшыбаев (Татлыбай);
60 кг-дан ашыу: В.Нәбиев (Татлыбай), И.Йәноҙаҡов (БЛИ), Д.Ҡоланбаев (Таулыҡай).
Өлкәндәр араһында 60 кг-ға тиклем Д.Ғүмәров (2-се Этҡол), Ш.Солтанов (Юлыҡ), Ғ.Ғүмәров (Үрге Яйыҡбай), 70 кг-ға тиклем А.Ҡорбанғолов (2-се Этҡол), В.Моталлапов, Ф.Исхаҡов (Таулыҡай), 80 кг-ға тиклем Й.Әҙеһәмов (Юлыҡ), Р.Мәмбәтҡолов (2-се Этҡол), И.Әбйәлилов (Темәс) һәм 80 килограмдан ашыу категорияла А.Ғөбәев (2-се Этҡол), Т.Өмөтбаев (Әхмәр), И.Баййегетов (Таулыҡай) беренсе урындарҙы яуланы.
Ауыл хакимиәттәре араһында Ниғәмәт, Таулыҡай һәм Йомашҡа етеүсе булманы. Ярыш аҙағында еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырылды. 
 
А. Сөнәғәтов.

Рәсми хәбәр

Янғынға ҡаршы режим индерелә
 
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры А.Ф. Илембәтов, республикала янғын хәүефе тыуыу сәбәпле, “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Закондарына һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2004 йылдың 21 декабрендә ҡабул ителгән “Дәүләт янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 1 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге режимын индереү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Бойороҡта “Торлаҡ” профилактика операцияһын әүҙемләштерергә ҡушыла. Күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән ололар, инвалидтар, социаль яҡтан ауыр иҫәпләнгән ғаиләләр, шулай уҡ асарбаҡтарҙың йәшәгән урындары буйынса тикшереү уҙғарырға һәм контролдә тоторға, торлаҡ фонды һәм кеше йәшәгән урындарҙа үтәсәк саралар һәм борсоған мәсьәләләр буйынса мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткерергә, бөтә муниципаль янғын һүндереү бүлексәләрендә янғын һүндереү ҡоролмаларын, һыу алыу урындарына илткән юлдарҙы таҙа тоторға әйтелә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Белгес кәңәше

Хеҙмәт бәхәсе комиссияһы тураһында
 
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 2-се статьяһы кеше хоҡуғын һәм азатлығын яҡлай. 37-се статья – шәхси һәм коллектив хеҙмәт бәхәстәренә хоҡуҡтарҙы билдәләй, федераль законда ҡаралған сараларҙы, шул иҫәптән забастовкалар ойоштороуҙы ла хуплай.
Хеҙмәт бәхәсе беренсе сиратта Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексында ҡарала. Уның XII бүлеге тулыһынса хеҙмәткә хоҡуҡ һәм азатлыҡ, хеҙмәт бәхәсе, хеҙмәт ҡануниәтен яҡлау, хеҙмәт нормаһын боҙоу кеүек һорауҙарҙы үҙ эсенә ала. Эш биреүсенең һәм ялланып эшләүсенең мәнфәғәттәре тап килмәүе лә ихтимал һәм был аңлашыла ла. Хеҙмәт бәхәсе төрлө осраҡтарҙа килеп тыуыуы мөмкин һәм уның тора бара ҙур проблема тыуҙырыуы ихтимал. Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы уларҙы ыңғай хәл итергә була.

Эш биреүселәр иғтибарына

Отчеттар ҡабул ителә
 
2012 йылдың 2 апреленән Рәсәй Пенсия фондының барлыҡ идаралыҡтарында ла ағымдағы йылдың беренсе кварталы өсөн страховка иғәнәһе түләүселәрҙең - эш биреүселәрҙең отчеттарын ҡабул итеү башланды. 2009 йылдың 24 июлендәге “Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондына, Рәсәй Федерацияһы социаль страховкалау фондына, Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фондына страховка иғәнәләре тураһында”ғы 212-се федераль законға индерелгән үҙгәрештәр менән бәйле, физик берәмектәргә түләүҙәр башҡарыусы эш биреүселәр өсөн отчет тапшырыу формаһы үҙгәрҙе.
Пенсия фонды сайтында РСВ-1 буйынса отчет биреүҙең яңы формаһы, уны тултырыу тәртибе, 2012 йылдың 1 ғинуарынан ҡулланыла башлаған страховка иғәнәләре түләүселәрҙең тарифтары кодтары бирелә (бында шулай уҡ 2012 йылдың 23 мартында РФ Юстиция министрлығында 23588-се һан менән теркәлгән РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының 2012 йылдың 15 мартындағы 232(н)-се приказы ла килтерелә). “Эш биреүселәр” бүлегендә отчетты әҙерләү өсөн махсус программалар: 2012 йылдың 27 мартындағы редакцияла “Spu_orb” программаһы һәм CheckXML-UFA форматлы-логик контроль программаһы ҡуйылған.
Страховка иғәнәләре тураһындағы федераль закон нормаларына ярашлы, түләүселәр квартал һайын бер үк ваҡытта ике типтағы документ: РСВ-1 отчеты һәм шәхси иҫәп тураһындағы мәғлүмәт тапшыра. Ағымдағы йылдың беренсе кварталы өсөн отчеттарҙы 2012 йылдың 15 майынан да ҡалмай тапшырыу мотлаҡ.
Эш хаҡы буйынса СЗВ-6-3 формаһындағы мәғлүмәтте страховка иғәнәһе түләүселәр йылына бер тапҡыр иҫәп-хисап осоро һөҙөмтәләренә ярашлы тапшыра. Килеп тыуған һорауҙар менән Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы Пенсия фонды идаралығына 3-18-67, 3-18-09, 3-18-94 телефондары аша шылтыратып белешә алаһығыҙ.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Яҙмыш бүләк иткән булмыш
 
Уҡытыусы тигән мәртәбәле һөнәргә эйә булыу өсөн үҙеңдә тәү сиратта иң күркәм кешелек сифаттарын туплау, балаларҙы ысын йөрәктән яратыу, уларға һәр саҡ өлгө булыу мөһим.
Яҙасаҡ геройым дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, туған телебеҙҙең серҙәрен, матурлығын өйрәтеүгә бағышлаған. Сөнки ун балалы ғаиләлә икенсе булыу, үҙ артыңда тағы ла һигеҙ туғаның тороуы арҡаһында яҙмыш тарафынан бәләкәстән уға тәрбиәсе булмышы һалынғандыр инде.
 
Ҡолсора ауылында тыуған Мәстүрә Йосоп ҡыҙы Мөхәмәтҡужина 1971 йылда Сибай педагогия училищеһын тамамлап, туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Ситтән тороп БДУ-ла уҡый. Хеҙмәт юлын тик бер мәктәптә генә үтә. Педагогтың үҙ һөнәрен яратыуы, эшенә яуаплы һәм талапсан ҡарашы белем сифатында ла, уҡыусыларының  тәртибендә лә ыңғай сағылыш тапты. Мәстүрә Йосоп ҡыҙының уҡыусылары район олимпиадаһында һәм ғилми-тикшеренеү эштәрендә, инша конкурстарында призлы урындар яуланы. Уҡытыу-тәрбиә эшендә күргәҙмә әсбаптар ғына түгел, кабинеттың торошо ла ҙур әһәмиәт уйнай. Мәстүрә Йосоп ҡыҙының кабинеты һәр ваҡыт өлгөлө булды, материалдарға бай булыуы, заманса талаптарға тура килеүе менән ул район буйынса беренсе урынды яуланы. Предметына тәрән һөйөү тәрбиәләгәнгә, күп уҡыусылары араһында педагогтың юлын артабан дауам итеүселәр ҙә байтаҡ.
Талантлы, тәжрибәле педагог әлеге мәлдә хаҡлы ялда. Күптән түгел генә ул 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ауылда хөрмәт ҡаҙанған Сәғиҙә Тәңребирҙе ҡыҙы һәм Йосоп Һиҙиәт улы Фазуллиндарҙың татыу, өлгөлө ғаиләһендә тәрбиәләнеп, алты һеңлеһен һәм ике ҡустыһын үҫтереүгә күп көсөн һалыусы  Мәстүрә Йосоп ҡыҙы, ата-әсәһенән үрнәк алып, тормош иптәше Камил Айытҡол улы менән ике ул һәм ике ҡыҙына яҡшы тәрбиә биреп, уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы.
Уны матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай өлгөлө өләсәй, уңған хужабикә, туғандарға ярҙамсыл апай, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Рина Баязитова.
Ҡолсора ауылы.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Ҡарлы-буранлы тип тормай...
 
Миңә 85 йәш тулһа ла, һаман да район, республика баҫмаларын алдырмай ҡалмайым. Күҙҙәрем насар күрһә лә, телевизор ҡарамай, гәзит уҡыйым. Яратып уҡыған баҫмаларым – “Һаҡмар” менән “Йәшлек”. Ошо гәзиттәр менән ваҡытында, ҡарлы-буранлы йә ямғырлы көн тип тормай, хат ташыусыбыҙ Фәнүзә Иҙелбаева тәьмин итә. Уға булған рәхмәтемде яратҡан гәзитем “Һаҡмар” аша еткергем килә.

Ул ваҡытында ошо баҫмаларға яҙҙыра, унан ай һайын электр уты өсөн аҡса йыя, ваҡ-төйәк тауарын да һата. Үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған почтальон почта килеү менән баҫмаларҙы айырып сыға, кемгә – хат, йә заказлы хат булһа, уларын тик адресаттың ҡултамғаһы менән генә тапшыра. Беҙ уның эшенән ҡәнәғәтбеҙ.
Фәнүзә, өҫтәүенә, уңған хужабикә лә. Өйөндә һәр саҡ ҡот уйнап тора, таҙалыҡ, тәртип күҙгә ташлана. Ғаилә башлығы Хәйҙәр менән улар өс балаға ғүмер биреп, үҫтереп, кеше иттеләр, хәҙер улар барыһы ла үҙ ғаиләләрендә балалар үҫтерә, матур йәшәй.
Беҙ, пенсионерҙар, Фәнүзәнең артабанғы хеҙмәтендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
 
Мөслимә Сәйетбатталова.
Ишбирҙе ауылы.

Фекер

Бөткән ауылдарҙы онотмайыҡ!
 
“Йәшлек” гәзитенең 16 марттағы һанында Фәнирә Ғайсинаның “Ер-һыуҙарыбыҙҙың атамалары онотолмаһын, йәки бөткән ауылдар урынына ташҡа яҙылған билдә ҡуяйыҡ” тигән көнүҙәк мәсьәләгә арналған мәҡәләһе баҫылған.
Был проблема бигерәк тә шундай бөткән ауыл кешеләре өсөн мөһим, сөнки уларҙың бала-сағаһы ата-әсәләренең ауылын, тамырын, ерен-һыуын белеп, хәленән килгәнсә ҡәҙер итеп йәшәргә тейештер тип уйлайым.
Заманалар  үтеү менән, бик күп ауылдар төрлө сәбәптәр арҡаһында юҡҡа сыҡты. Миҫал өсөн генә әйткәндә лә, Баймаҡтан Талҡаҫ күленә барып еткәнсе, мин белгәндән Күлйортау, Шура, Йылҡыбай, Беренсе һәм Икенсе Торф ауылдары. Ваҡытында улар шаулап торҙо. Мәҫәлән, ошо ауылдарҙы берләштергән Шура ауыл советы була торғайны, ике Торфта 1500-гә яҡын кеше торф ҡырҡыуҙа эшләне. Уны паровоз менән ташынылар. Шулай уҡ ете йыллыҡ мәктәп тә булды.
Был мәсьәләне хәл итеүгә күп сығым да, үрҙәге властан әмер ҙә талап ителмәй. Ауыл биләмәләре, район хакимиәте лә ҡарар сығара ала.
Бөткән ауылдар урынына ташҡа яҙылған бик матур билдәләр ҡуйылһа, унда тыуып үҫкәндәр өсөн ҙур ҡыуаныс булыр ине. Гәзит уҡыусылар минең тәҡдимемде яҡлар тип ышанам. Сөнки һәр ауыл – йөҙәрләгән, хатта меңәрләгән яҙмыш булыуын онотмайыҡ, ҡәрҙәштәр!
 
Фәрғәт СӘЙЕТҠОЛОВ,
“Башмедьстрой” тресы ветераны.
Сибай ҡалаһы.

Хаттарҙан юлдар

Мин Билал мәктәбендә уҡыйым. Көрәш һәм бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнергә яратам. Тағы ла мәсеткә йөрөйөм, “Иман нуры” конкурсында ла ҡатнашам.
Минең ике өләсәйем бар, улар Ишһылыу һәм Бибикамал исемле, ә олатайҙарым вафат булған. Билалдағы өләсәйемә барһам, ул мине яҡты йөҙө менән көтөп тора. Мин уларға ярҙам итәм. Гел генә олатайҙарымды иҫкә алып торабыҙ.
Әле тышта йәмле яҙ. Мин рәхәтләнеп уйнайым, китап уҡыйым, әсәйемдәргә ярҙам итәм.
 
Вилүр Зәйнуллин,
7-се класс уҡыусыһы.
 
* * *
Баймаҡтың үҙәк урамы буйлап бер ҡатын атлай. Ул – минең әсәйем. Янынан үткән кешеләр уның нескә яурынына күпме ауырлыҡ төшкәнен белмәй шул. Ул уйсан ҡарашын алыҫ-алыҫ офоҡҡа төбәгән, беҙҙең киләсәкте уйлай, хәстәрләй.
Минең ҡәҙерлемә тәбиғәт башҡорт ҡыҙҙарына хас батырлыҡты, саялыҡты, матурлыҡты йәлләмәгән. Әсәйем беҙҙе яңғыҙ тәрбиәләй, бар ауырлыҡтарҙы бер үҙе кисерә. Ул беҙгә әсәй ҙә, атай ҙа. Өйөбөҙ ҡотло, матур, яҡты, өҫтәл тулы ризыҡ булыуы менән ҡыуандыра. Әсәйебеҙ беҙгә – ике ҡыҙына – кәңәшсе лә, әхирәт тә. Ул гөл-сәскә үҫтерергә, бәйләргә әүәҫ. Ваҡыт әсәйемдең сәстәренә беренсе көмөштәрҙе лә һипте. Аҡ сәстәре уны өлкәнәйтмәй, матурлай ғына. Әсәйем, сәстәрең көмөш, ғүмер көндәрең алтындан ғына булһын!
 
Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА,
1-се мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы. 
 
* * *
Бәләкәйҙән генә ата-әсәһеҙ ҡалыуға ҡарамаҫтан, өләсәйем ауырлыҡтарға бирешмәй. Уҡырға, һөнәр алырға мөмкинлек булмағанлыҡтан, икмәк бешереүсе булып эшләй, кешеләргә төрлө эштәрен башҡарырға, балаларын тәрбиәләргә ярҙам итә. Етемлектең әсе һурпаһын татыған өләсәйем ҡартатайым Йомағужа Булатовҡа кейәүгә сығып, етем балаларға әсәй була, үҙе алты балаға ғүмер бирә. Сабыр, миһырбанлы өләсәйем, барыһын бергә туплап, татыу ғаиләләге ул һәм ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтыра. Беҙ, уның ейән-ейәнсәрҙәре, өләсәйебеҙҙең дәртле, эшһөйәр булыуына һоҡланабыҙ, өлкән булһа ла, йәштәрсә зауыҡ менән йәшәргә ынтылыуын хуплайбыҙ. Өләсәйебеҙ ҡул эштәренән өҙөлмәй, беҙҙе лә бәйләү-сигеү серҙәренә өйрәтә. Ауырлыҡтарға бирешмәй, йәшәүҙән йәм табып йәшәгән өләсәйебеҙ һәр кемгә үрнәк ул.
 
Алина ВӘЛИЕВА,
Әбделкәрим мәктәбе уҡыусыһы.
 
* * *
Мәктәбебеҙ – йылы усағыбыҙ. Һыуыҡ көндә йылы усаҡҡа нисек һыйынһалар, беҙ ҙә шулай йылы, ғәзиз, туған мәктәбебеҙгә һыйындыҡ. Беҙ тигәнем – 40, 30, 20, 10 йыл элек Иҫке Сибай мәктәбен тамамлаусы уҡыусылар. Бында беҙҙе бала саҡ дуҫтарыбыҙ, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ көтә ине.
Сәстәребеҙҙе ҡырау һуҡһа ла, маңлайҙарға тәүге һырҙар һалынһа ла, үҙебеҙ атай-әсәй, өләсәй-ҡартатай булып бөтһәк тә, беҙ бында үҙебеҙҙе яңы ғына мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар итеп тойҙоҡ. Һәр кемебеҙ яратҡан уҡытыусыларыбыҙға йөрәк түрендәге оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, баш эйҙек, мәрхүм һәм мәрхүмәләрҙе иҫкә алдыҡ. (Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын). Кисәлә беҙ бер нисә сәғәткә генә йәшлегебеҙгә – иҫәр саҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ.
Әлеге ваҡытта балаларға төплө белем биргән мәктәбебеҙгә тағы ла юғарыраҡ уңыштар, Рафиҡов Сәлих Мөхитдин улы етәкләгән мәктәп коллективына ауыр, яуаплы эштәрендә сабырлыҡ, түҙемлек, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
 
1982 йылдың 10-сы б сығарылыш класы
уҡыусылары исеменән – Ғилминур Юнысбаева (Ҡотлоғәлләмова).
Сәйғәфәр ауылы.
 
* * *
 
Өфө кардиоүҙәк дауаханаһында Баймаҡ районы ҡыҙы, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Ғәлимә Исмаҡова менән йәнәш өҫтәлдәрҙә йөрәккә операция яһанылар. Операциянан һуң реанимацияла күрше булырға тура килде. Ғәлимә апай, үҙе саҡ йөрөүгә ҡарамаҫтан, миңә лимонлы сәйҙәр килтереп, хәленән килгәнсә ярҙам итеп йөрөнө.Реанимациянан һуң икенсе палаталарға күскәс, ҡатындар палатаһында уның таҡмаҡ әйткәне ҡолағыма салынды. Ҡараһам, Ғәлимә апай таҡмаҡ әйтеп талғын ғына бейеп йөрөй, ә палаталағылар уға дәррәү ҡул саба. Үҙебеҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының шундай дәртле, сабыр булыуына әле һаман да һоҡланып бөтә алмайым. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам.

Фәнил Йәнйегетов.
Өфө районы, Алексеевка ҡасабаһы.