6 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Әүҙем бара
“Аҡморон” АХК-һында техника паркын яңы миҙгелгә хәстәрләү ойошҡанлы бара. Әле биш К-700, ике Т-150, дүрт Т-4 һәм ДТ-75 тракторы әҙерлек һыҙығына баҫтырылған. Ваҡытында запас частар алына, техника механизаторҙар менән комплектлана, башҡа мәсьәләләр ыңғай хәл ителә.
 
Мәҙәниәт йорто асыласаҡ
Билдәле булыуынса, Ниғәмәт ауылында өр-яңы мәҙәниәт йорто төҙөлә. Объекттың генподрядсыһы булған “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы төп төҙөлөш эштәрен тамамланы. Әле биләмәне төҙөкләндереү һәм асфальт йәйеү эштәрен атҡараһы ҡалған. Тиҙҙән мәҙәниәт йортон тантаналы рәүештә асыу көтөлә. Учреждение 150 урынға иҫәпләнгән, ул заманса төҙөлөүе менән айырылып тора.

Ш.Ғәлин иҫтәлегенә
Атаҡлы ҡурайсы, район бәйгеләрендә бил бирмәҫ көрәшсе, алдынғы малсы Шәкирйән Фәйзрахман улы Ғәлин иҫтәлегенә 21 апрелдә уның тыуған ауылы Байымда милли көрәш буйынса район ярышы үтәсәк. Сараны райондың спорт һәм физик культура буйынса секторы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе, шәхестең туғандары ойоштора. Ярышта мәктәп уҡыусылары, төрлө йәштәге көрәшселәр ҡатнаша.
 
Малды тамғалау дауам итә
Райондың ветеринария хеҙмәте һыйыр малын биркалау һәм йылҡыны тамғалауҙы әүҙем алып бара. Бөгөн райондың бөтә ауылдарында ла тиерлек был эш ойошҡанлы дауам итә. Моҡас, Ишмырҙа, Йомаш, Беренсе Этҡол ауыл биләмәләрендәге ветеринария хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауҙары менән айырылып тора. Был эш малдың иҫәбен алыуға, мал көтөүҙе тәртипкә һалыуға булышлыҡ итәсәк.
Бер үк ваҡытта райондың ауыл хужалығы предприятиеларында, шәхси секторҙа малдарҙы яҙғы ветеринар эшкәртеүҙәр башланды. Бөгөнгә 5 меңдән ашыу һыйыр малы һәм 1,5 мең йылҡы эшкәртелгән дә инде.
 
Спортсыларға уңайлыҡ
Ҡалалағы “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексына һәм бассейнға килеүселәргә автомобиль ҡуйыу урыны тар булыуы күп мәшәҡәттәр тыуҙыра. Айырыуса был төрлө ярыштар мәлендә һиҙелә. Ниһайәт, проблема хәл ителәсәк – комплекс янында, юл аша махсус туҡталҡа ҡороу башланды.

Венера Әбйәлилова, БДУСИ студенты.

Хроника

Салауат исемендәге АХК рәйесе итеп быға тиклем Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы булып эшләгән Мөхәмәтғәлиев Илшат Мәүләүи улы һайланды.
Салауат исемендәге АХК рәйесе Әхмәров Фәнил Ғаззали улы ошо уҡ хужалыҡта икенсе эшкә күсерелде.

Ҡотлайбыҙ!
Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының физик тәрбиә биреү кафедраһы мөдире, тарих фәндәре кандидаты, доцент, СССР-ҙың спорт мастеры Әминев Фәнил Ғабдрафиҡ улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» тигән исем бирелде. Яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

Иғтибар: «тура бәйләнеш»
Нисек үҙ эшеңде асырға?
Бөгөн ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеү отошло?
Юридик һәм бухгалтер мәсьәләләре буйынса ҡайҙа консультация алырға, бизнес-планға заказ бирергә мөмкин?
Кемдәр дәүләттән финанс ярҙам ала ала?
Пай ере алырға хоҡуғы булып та, ниндәйҙер сәбәптәр менән быны эшләй алмаған граждандарға ни эшләргә?
Пай ерҙәре менән нисек файҙаланырға?
Пай еренә милек хоҡуғы алырға буламы?
Район халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан үткәрелгән “Тура бәйләнеш”тә
– сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса сектор мөдире Асылова Гөлшат Мөхтәр ҡыҙы,
– халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Хисмәтуллин Вил Рәғип улы,
– “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Сирбаев Рөстәм Фирғәт улы яуап бирәсәк.
Һорауҙар менән 7 апрелдә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем 2-17-15 телефонына шылтыратығыҙ.

Техниканы – әҙерлек һыҙығына

Ремонт аҙағына яҡынлаша 

“Уңыш” АХК-һында миҙгелгә яҡшы әҙерләнәләр

... “Уңыш” АХК-һының үҙәк ремонт оҫтаханаһына килеп инеү менән, бында техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү кампанияһының дәррәү барыуы шунда уҡ күҙгә ташланды. Хужалыҡтың баш инженеры Р.И. Ноғоманов менән оҫтахана мөдире Ғ.Х. Байтурин да унда булып сыҡты. Етәкселәр оҙатыуында барлыҡ цехтарҙағы эштәр менән танышып, ремонтсылар менән әңгәмәләшеп алдыҡ. Шуныһы үҙенсәлекле, хужалыҡтың ысын патриоттары йыйылған коллективта кәйеф күтәренке, һәр кем яңы миҙгелгә ең һыҙғанып әҙерләнә. Әйткәндәй, механизаторҙар һәм слесарҙар өсөн бында бөтә шарттар тыуҙырылған: йылытылған ял итеү бүлмәһе эшләй, хеҙмәтсәндәрҙе ташыу өсөн махсус автобус бүленгән, үҙәк ашханала эш хаҡының  30 процентын тотоп ҡалыу иҫәбенә яҡшы итеп ашатыу ойошторолған. Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлектә ҡаршы алыуҙарына шикләнмәй кооператив хеҙмәтсәндәре.

Ғәҙәттә, хужалыҡ техниканы, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлауға районда иң беренселәрҙән булып тотоноусан. Был юлы ла хужалыҡ етәкселеге техник потенциалды нығытыу эшен үткән йыл аҙағында уҡ башланы.  Ваҡытында запас частар алынып, техниканы ремонтлау өсөн айырым звено булдырылды. Бөгөн бында ремонт эштәре әүҙем бара, аҙағына яҡынлаша. Әйтеп үтелгәнсә, предприятие ҡеүәтле техник базаға эйә – бөтәһе 41 берәмек техника бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, оҫтаханала ремонт эштәренең тулы циклы башҡарыла, йәғни техниканың барлыҡ узелдарын һәм агрегаттарын үҙҙәрендә төҙөкләндерәләр. Марсель Ҡоланбаев, Зөфәр Көмөшҡолов, Айҙар Сирғәлин, Ғаяз Юлдашбаев, Искәндәр Ҡәйепҡолов, Рамаҙан Ирназаров, Азамат Вәлиев, Александр Ильин, Наил Хөсәйенов, Миңлеғәле Ишбаевтарҙы айырыуса маҡтап телгә алды етәкселәр – улар ремонт эштәрендә үҙ иңенә тапшырылған бурысты теүәл һәм сифатлы үтәй.


– Техниканы әҙерлек һыҙығына баҫтырыу яҡшы бара, – ти Ғәлиәхмәт Хажиәхмәт улы. – Егеттәрҙең барыһы ла тырышып эшләй, хужалыҡ етәксеһенең хәстәрлеге менән ваҡытында запас частар алына. Оҫтаханала тейешле тәртип бар, бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ремонт эштәренә 25 кеше йәлеп ителде. Дөйөм алғанда, билдәле графикка ярашлы  тракторҙарҙы ваҡытында сәсеүгә сығарасаҡбыҙ.

Һөйөнөслө яңылыҡ

1 апрелдән пенсия артты

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән ағымдағы йылдың 1 апреленән пенсия күләмен индексациялау коэффициенттары раҫланды. Шулай итеп, хеҙмәт пенсияһы алыусыларҙың пенсияһы 3,41 процентҡа артты. Әйтергә кәрәк, был категория граждандарҙың пенсияһы быйыл икенсегә өҫтәлде – 1 февралдә хеҙмәт пенсиялары 7 процентҡа арттырылғайны.
 Апрелдән социаль пенсиялар, шулай уҡ дәүләт пенсияларының социаль пенсия күләменә бәйле барлыҡ төрҙәре (саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә булғанда инвалидлыҡ алған хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, радиация тәьҫиренән зарар күреүселәргә һ.б.) 14,1 процентҡа артты.
Индексация һөҙөмтәһендә Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 7760 һум тәшкил итә, хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме – 7260 һум, барлыҡ пенсияларҙың уртаса күләме 7040 һумға тиң.
Бынан тыш, 1 апрелдән ҙур ҡаҙаныштары булған һәм айырым хеҙмәт күрһәткән граждандарға (Советтар Союзы  һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Ленин ордены менән бүләкләнеүселәргә) өҫтәмә матди тәьмин итеү күләме лә 14,1 процентҡа артты.
Шулай уҡ райондың 6194 федераль льготасыһы айлыҡ аҡсалата түләүҙе 6 процентҡа күберәк аласаҡ.
Яңы күләмдәге пенсия һәм башҡа түләүҙәр тулыһынса финансланды һәм улар 3 апрелдән билдәләнгән график буйынса таратыла башланы.
Килеп тыуған һорауҙар менән урындағы Пенсия фонды идаралығына – 3-18-70 телефонына шылтырата алаһығыҙ.

Р. Мараканова, Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Районда эшҡыуарлыҡ үҫеш ала
 
Дәүләт ярҙамы яңы мөмкинлектәр аса

Билдәле булыуынса, бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Был тәбиғи ҙә, сөнки илебеҙҙең киләсәген был йүнәлештән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Бәләкәй бизнестың үҫеүе иҡтисадтың рациональ структураһын булдырыу, эшһеҙлек проблемаһын көйләү, урта класты формалаштырыу, баҙарҙы тауарҙар һәм уңайлыҡтар менән байытыу, төбәк, урындағы бюджеттарҙы тулыландырыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн Баймаҡ районында 1800-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Бәләкәй һәм урта бизнеста 4 мең кеше эшләй, был иҡтисади әүҙем халыҡтың 6 процентын тәшкил итә. Дөйөм алғанда, эшҡыуарҙар етештергән продукция күләме 20 процентҡа етә.
Бизнестың үҫеше эшҡыуарҙың тырышлығы, өлгөрлөгөнә генә бәйләнмәгән, әлбиттә, был тәңгәлдә төрлө кимәлдәге дәүләт ярҙамы ла ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, төрлө льготалар, субсидиялар бүлеү яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға ғына түгел, ә аяғында ныҡлы баҫып торған бизнесмендар өсөн дә этәргес ярҙам. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа дәүләт эшҡыуарлыҡҡа йөҙ менән боролдо, төрлө программалар уңышлы эшләй. Районда “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә үҙ эшен асырға теләүсе һәр кем юридик һәм бухгалтерлыҡ мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә, бизнес планы төҙөтә, кәрәкле бөтә мәғлүмәт ала.
Былтыр урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт тарафынан хәтһеҙ ярҙам күрһәтелгән. Әйтәйек, “Старт-ап” программаһы буйынса бөтәһе 10 эшҡыуар 1 млн һумлыҡ субсидия алған, муниципаль бюджеттан иһә 100 мең һум бүленгән. Атап үтелгән 10 йүнселдең 6-һы ауыл хужалығында эшләй. Шуларҙан Азамат Янышев (Ишмөхәмәт ауылынан) – трактор, Марат Килмөхәмәтов (Баймаҡ) – ит продукттарын ыҫлап киптереү термокамераһы, Станислав Артамонов (Урғаҙа)- балыҡ ыҫлап киптереү камераһы, Фәтих Әхмәров (Ҡыуат) – бейәләр, Альберт Йәрмуллин (Урал) ер эшкәртеү өсөн һабан һәм катоктар һатып алды. Икенсе Этҡолдан Гөлдәр менән Амур Әминевтар иһә 30 баш һыйыр малына иҫәпләнгән аҙбар төҙөп ултыртҡан. 


Гөлдәр һәм Амур Әминевтарҙың КФХ-һы бөгөн малсылыҡ йүнәлеше буйынса уңышлы эшләгән һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән бәләкәй хужалыҡтарҙың береһе. Әле  уларҙа ике тиҫтәгә яҡын һыйыр малы, шул иҫәптән 5 һауын һыйыры, тиҫтәгә яҡын йылҡы аҫрала. Хужалыҡ ҡышты имен сығып килә, аҙыҡ базаһы ла ныҡлы ғына. Әминевтар быйыл тағы ла бер аҙбар төҙөп ултыртыу һәм малсылыҡ тармағын киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереүгә лә тотонмаҡсылар – ошо арала күпләп романов тоҡомло һарыҡтар һатып алырға йыйыналар. Ғөмүмән, был ғаиләнең тырышлығы күптәргә өлгө булырлыҡ. Әйткәндәй, былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Әминевтарҙың фермер хужалығы районда иң яҡшыларҙың береһе булараҡ билдәләнде.
                 Һүрәттә: А.Әминев.


Үткән йылда БР Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса райондың урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына 25 млн 820 мең һум дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Был субсидиялар һөт һәм ит малсылығын, йылҡысылыҡты, умартасылыҡты, һарыҡсылыҡты үҫтереүгә, дизель яғыулығы, орлоҡ һ.б. һатып алыуға бирелде.
– Дәүләт ярҙамы районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереүгә булышлыҡ итте, – тип билдәләне   ошо көндәрҙә район хакимиәтендә эшҡыуарҙар, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәре менән булған төбәк кәңәшмәһендә сығыш яһап район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. – Әгәр ҙә һуңғы 10 йыл эсендә фермер хужалыҡтары 56-нан 197-гә ҡәҙәр үҫһә, дәүләт ярҙамы арҡаһында былтыр ғына тағы ла 64 яңы КФХ теркәлде. Бөгөн фермер хужалыҡтары бөтә сәсеү майҙанының 25 процентын эшкәртә, райондағы һыйыр малының 12 һәм йылҡының 20 процентын аҫрай. Ауыл хужалығында уларҙың тулайым продукцияһы арта һәм йыл башына 13 процент тәшкил итте. Әйткәндәй, дәүләт ярҙамы быйыл да дауам итәсәк. Район бюджетынан ғына эшҡыуарлыҡҡа 500 мең һум ярҙам бүленәсәк.

Ташҡын – 2012

Ҡарҙар ирей, һыу таша...
 
Һуңғы бурандар һәм ямғыр ташҡын хәүефен арттырып ебәрҙе. Бөгөн районда уға ҡаршы ниндәй саралар күрелә? Ҡайҙа һыу баҫыу ҡурҡынысы янай? Ошо һорауҙар менән муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире Й.А. Йәғәфәровҡа мөрәжәғәт иттек:
– Башҡортостан Республикаһы Президентының ҡарарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Баймаҡ муниципаль район хакимиәтендә махсус ҡарар ҡабул ителде һәм барлыҡ саралар ҙа шуға ярашлы башҡарыла. Яҙғы ташҡынды имен-аман үткәреү өсөн төҙөлгән махсус комиссия был мөһим мәсьәләне етди контолдә тота.
Талап ителгән урындарҙа боҙҙо шартлатыу өсөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы менән килешеү төҙөлгән. Бөтә һыуһаҡлағыс һәм быуаларҙағы гидротехник ҡоролмаларға яуаплы кешеләр беркетелгән.
“Һаҡмар” һыуһаҡлағысында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған. Бөгөн бында һыу күләме 12 млн. куб/м тәшкил итә (быға тиклем 26 млн. куб/м һыу булған). Ҡуянтау быуаһында ла һыуҙы ағыҙыу графикка ярашлы алып барыла. Бөгөн бер нисә ауылдағы бәләкәй йылғаларҙарғы туңған шәреләр ҙур проблема тыуҙыра. Әле уларҙы бысыу, таҙалау эштәре бара.
Шулай уҡ район биләмәһендәге автомобиль юлдары аша һалынған һыу торбаларын таҙартыу буйынса саралар күрелә. Был мөһим эшкә Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы йәлеп ителгән.
Һыу ташыуҙың юғары нөктәһе былтыр 11-13 апрелдә булһа, быйыл ул 3-13 апрелгә тура киләсәк, тип күҙаллана.
Ошо уңайҙы файҙаланып, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, йылға, күл, быуаларҙағы боҙҙар өҫтөнән йөрөүҙән тыйылырға кәңәш итәм. Әле боҙ ныҡ йоҡарған һәм улар үтә лә ҙур хәүеф тыуҙыра. Рөхсәт ителгән юлдарҙан ғына йөрөргә кәрәклеге хаҡында тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәм. Йылғаларға яҡын барырға ярамай, яңылыш ҡына яһалған бер аҙымдан да һыу эсендә ҡалыуығыҙ ихтимал. Емерелгән яр буйында тороу ҙа хәүефле. Бигерәк тә балаларҙы йылғаға яҡын ебәреү үтә лә ҡурҡыныс. Уларға һыу ятҡылыҡтарына яҡын урындарҙа уйнарға рөхсәт итмәгеҙ.
Ә шулай ҙа, һыуға төшә ҡалһағыҙ, бар көсөгөҙҙө туплап, боҙ өҫтөнә түшегеҙ менән ятырға тырышығыҙ һәм ярҙамға саҡырығыҙ. Ҡотҡарыусыларға иһә боҙ өҫтөнән аяҡ-ҡулдарҙы киң йәйеп, батыусыға табан әкрен генә шыуышырға һәм уға бау, арҡан, ҡайыш йәиһә таҡта ташларға кәңәш ителә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда уны иҫкәртеү күпкә еңелерәк.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ

1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең иң яҡшы шәжәрәһен төҙөү буйынса район конкурсының положениеһы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ““Шәжәрә байрамы” халыҡ байрамын үткәреү тураһында”ғы Ҡарарына ярашлы, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең шәжәрәһен төҙөү буйынса конкурс иғлан итә.



Сара быйыл февраль-май айҙарында үтә.
Конкурстың маҡсаты
  1. Халҡыбыҙҙа милләтебеҙҙең тарихына ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнеү теләге уятыу,
  2. Шәжәрәне төҙөгәндә фәнни-тикшеренеү, крайҙы өйрәнеү, этнографик эшмәкәрлекте үҫтереү, йәштәрҙе ошондай әһәмиәтле эштәргә йәлеп итеү,
  3. Тыуған төйәгебеҙгә ҡарата патриотик тойғолар тәрбиәләү, уның тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡларға өйрәтеү,
  4. Милли йолаларыбыҙ нигеҙендә быуындар бәйләнешен булдырыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау,
  5. Йәштәрҙә тарихи үҙаң  һәм юғары әхлаҡ тәрбиәләү,
  6. Ғаилә тарихы аша Ватан тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеү,
  7. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү,  милли ғорурлыҡ тәрбиәләү.
Иң яҡшы шәжәрә түбәндәге номинацияларға ҡарап билдәләнәсәк:
  1. “Шәжәрәне ентекләп өйрәнеү”
  2. ”Быуаттар төпкөлөнән килгән (иң боронғо) шәжәрә”
  3. ”Шәжәрәне төҙөгәндә табылған фәнни асыш”
  4. “Үҙенсәлекле һәм ижади шәжәрә”
  5. ”Шәжәрәне төҙөгәндә ғаилә ҡомартҡыларын ҡулланыу”.
Конкурста теләгән кеше ҡатнаша ала. Шәжәрәне төҙөгәндә конкурста ҡатнашыусылар ғаиләлә, музейҙа, китапханала һаҡланған архив һәм документаль мәғлүмәттәр, шулай уҡ ғалимдарҙың фәнни тикшеренеүҙәрен ҡуллана ала.
Конкурс февралдән майға тиклем дауам итәсәк.
I этап – халыҡтан заявка һәм материалдарын ҡабул итеү (13 февралдән 1 майға тиклем). II этап – район комиссияһының ултырышы, 20 майҙа үткәрелә.
 
Конкурсты үткәреү шарттары
  1. Конкурста ҡатнашыусылар комиссияға Башҡортостан Республикаһының дәүләт телендә яҙылған заявкаһын һәм материалдарын тапшыра.
  2. Материалдарға ҡуйылған төп талаптар:
  • грамоталы һәм сағыу итеп биҙәлгән шәжәрә,
  • материалдарҙың электрон вариантта булыуы,
  • фотодокументтар менән эшләү,
  • шәжәрә төҙөүсе тураһында мәғлүмәт биреү,
  • туғанлыҡты белдергән терминдарҙы дөрөҫ ҡулланыу,
  • башҡорт ырыуының һәм араларының вариҫтарына күсә килгән ергә хоҡуғын дәлилләгән документтарҙы ҡулланыу,
  • ата-бабаларҙың был ерҙәргә ҡасан, ҡайҙан килеүе тураһында мәғлүмәт биреү,
  • сит ерҙән күсеп килеүселәрҙең ер биләүсе башҡорттарҙан ерҙе алыуы тураһындағы мәғлүмәт (һатылған, арендаға бирелгән, килешеү буйынса һ.б.),
  • шәжәрәнең архив материалдарына таянып дөрөҫ яҙылыуы,
  • шәжәрәне төҙөгәндә киң мәғлүмәтле архив документтарын ҡулланыу,
  • шәжәрәне төҙөгәндә мәғлүмәти яҙмалар эшләү, йәғни йәшәү йылдарын, звание, дәрәжәһен күрһәтеү,
  • ырыу атрибуттарын (тамға, ҡош, ағас һ.б.) күрһәтеү,
  • айырыуса сағыу һәм әһәмиәткә лайыҡ булған тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләү, унда ҡатнашҡан шәхестәр тураһында яҙыу,
  • ауыл һ.б. атамаларға исеме бирелгән шәхестәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт,
  • ете быуындан кәм булмаған ата-бабаларҙы һанап үтеү.
Конкурсҡа бирелгән материалда:
Авторҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған йылы, урыны, белеме, эшләгән урыны, вазифаһы, адресы, телефондары күрһәтелергә тейеш.
Коллектив заявка булһа, етәксе һәм һәр ҡатнашыусы тураһында мәғлүмәт бирелә.
Заявкалар мәҙәниәт бүлегендә ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-14-07, 3-15-31.

Смотрҙар

«Бер ай эсендә 700-ҙән
ашыу
артист сығыш яһаны»,

– ти мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Йыһаншина
Йыл һайын ҡыш, яҙ айҙарында районыбыҙ үҙешмәкәр смотрҙар менән бер гөрләп ала. Үҙенә күрә яңы таланттарҙы аса, һәләттәрҙе үҫтерә һәм коллективты татыулаштыра торған сара ул. Быйыл да изге йолаға тоғро ҡалып, февраль – март айҙарында халыҡ ижады үҙәге район коллективтарының сығыштарынан шаулап торҙо.
Смотрҙар үтте. Ауыл артистары нисек сығыш яһаны? Яңы асыштар булғанмы? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Үҙешмәкәр смотрҙар ниндәй маҡсат менән ойошторола? Уны үткәргәндә ниндәй бурыстар ҡуйыла?
– Бүтән райондарҙа бындай смотрҙар бер нисә йылға бер генә тапҡыр ойошторолһа, беҙ яңы таланттарҙы асыр, булғандарын юғалтмаҫ өсөн смотрҙарҙы йыл һайын үткәрәбеҙ. Быйыл ауылдарҙың инәйҙәре тырышып, сәмләнеп әҙерләнгән, матур кейемдәр тектергән.
Йыл һайын тематика үҙгәреп тора, республика, ил күләмендә ниндәй йыл иғлан ителә – шуны сығыштарыбыҙҙың төп темаһы итеп алабыҙ. Быйыл Башҡортостанда йылдың исеме һуң билдәле булыу сәбәпле, һуңыраҡ башланыҡ. Элегерәк декабрь айында уҡ положениеһы әҙер булып, ғинуарҙа сәмле сығыштар старт ала торғайны.
Быйыл коллективтарҙың үҙешмәкәр ижадын, башҡарыу кимәлен, сәхнә оҫталығын үҫтереү, яңы таланттарҙы асыу, йәштәрҙә тыуған яҡтың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуҙы маҡсатыбыҙ итеп алдыҡ. Ижади аралашыу һәм ярышыу һәр коллективтың тормошона ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай.
– Быйыл коллективтар ниндәй программа буйынса сығыш яһаны?
– Ауылдың, тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған концерт программаһында бер блок 1812 йылғы Ватан һуғышына арналырға тейеш ине. Бынан тыш ауыл биләмәләре борондан алып хәҙергәсә һаҡланып ҡалған халыҡ кәсепселегенә арналған, шулай уҡ декоратив ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторҙо.

Жанр йәһәтенән, һәр ваҡыттағыса, вокал (яңғыҙ, ансамбль, хор), инструменталь ансамбль, хореография (коллектив, дуэт, яңғыҙ), нәфис һүҙҙе үҙ эсенә алған концерт программаһы төҙөлөргә тейеш ине.
Тағы ла бер яңылыҡ индерҙек: йыл һайын бер ауыл биләмәһе икенсеһенә эстафета кеүек алып барып тапшырһа, быйыл ауылдағыларҙың сығыштарын ҡала халҡы ла күрһен әле, тип халыҡ ижады үҙәгендә ҡуйҙырҙыҡ. Бының ыңғай ҙа, шул уҡ ваҡытта кире яҡтары ла булды.  Темәс ауыл биләмәһе башлап ебәрҙе. Тәүге көндәрҙә залда халыҡ булды, аҙаҡҡа ҡарай бушай башланы. Шуға күрә һуңғы бер нисә ауыл биләмәһенә – Ишбирҙе, Иҫке  Сибай, Семеновск, Күсей – үҙҙәрендә ҡуйырға рөхсәт иттек.

Бер ай эсендә 700-ҙән ашыу артист халыҡ ижады үҙәгендә сығыш яһаны. Ә хәҙер ҡала буйынса смортҙар башланды.
– Быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы, һеҙ ошо теманы концерттың үҙәгенә ҡуйғанһығыҙ. Был тематика тейешенсә асылдымы? Халыҡ тарихҡа мөрәжәғәт иткәнме?
– Күптәр тыуған яғының тарихын асырға тырышты, кемдәрҙеңдер сығыштары тик йыр-бейеүгә генә ҡоролғайны. Ҡайһы бер ауыл биләмәләре мәктәп уҡыусыларын ҡатнаштырған. Был мәктәп күләмендәге сара түгел, шуға күрә тик ауыл халҡы сығыш яһарға тейеш. Уҡыусылар булһа ла, юғары кластар һәм бер нисә генә бала рөхсәт ителә. Быны киләсәктә лә иҫәпкә алһындар ине.
Быйыл Семеновск ауыл биләмәһе беҙҙе ҡыуандырҙы. Уларҙы беҙ үҙебеҙ барып ҡараныҡ. Клубтары юҡ, ауылда мәғариф та, мәҙәниәт усағы ла булып мәктәп һанала, күпселекте ололар тәшкил итә – шулай булыуға ҡарамаҫтан, алты парҙан торған бейеү ансамблен сығарғандар, инәйҙәрҙең вокалы шәп булды. Биләмә башлығы үҙе лә сығыш яһаны. Ауылдарында клуб булып та илке-һалҡы әҙерләнгән ҡайһы бер ауыл биләмәләренә уларҙан өлгө алырға ине.

–  Борондан алып хәҙергәсә һаҡланып ҡалған халыҡ кәсепселегенә арналған, шулай уҡ декоратив ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо, тигәйнегеҙ. Боронғо кәсепселек  өлгөләре булдымы?
– Күргәҙмә тиһәң, халыҡ бәйләү, тегеү буйынса ҡул эштәре тип аңлай. Ә беҙ урындағы эшҡыуарҙарҙың ҡул эштәрен күрергә теләгәйнек. Мәҫәлән, темәстәр буҙа, туҙ һағыҙы эшләп килтереп һаттылар. Ағастан, туҙҙан эшләнгән эштәр, һунарсылыҡты сағылдырған күргәҙмәләр булды.
– Быйыл ниндәй асыштарға юлыҡтығыҙ?
– Семеновск ауылының бейеү, Аҡморондан ҡалаҡсылар, Ишбирҙенән инәйҙәр бейеү ансамблдәренең сығыштарын, Йомаштан ике флейтасы, бер гитарасы егеттең инструменталь триоһын асыш, тип атар инем. Шуныһы ҡыуаныслы, күп ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙҙәре лә ҡатнашты, ҡайһылары алып барыусы булды.
– Кемдәр еңеүсе булды? Улар тағы ниндәй сараларҙа сығыш яһаясаҡ?
– Шулай итеп, Гран-приҙы темәстәр яуланы. Беренсе урынға – Күсей, икенсе урынға – Ярат һәм Ниғәмәт, өсөнсө урынға – Семеновск, Ишбирҙе, Татлыбай ауыл биләмәләре лайыҡ булды. Ҡул эштәре күргәҙмәһе буйынса ла беренселекте темәстәр бирмәне. Икенсе урынды Түбә һәм Бикеш, ә өсөнсө урынды – Беренсе Этҡол, Ишмырҙа ауыл биләмәләре бүлеште. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Гала-концерт үткәреп булмай. Шулай ҙа еңеүселәр күңелдәрен төшөрмәһен: иң яҡшы сығыштар район һабантуйын биҙәйәсәк.
– Йәнле әңгәмә өсөн рәхмәт!


Күргәҙмәләрҙә – халыҡ көнкүреше
Халҡыбыҙҙың көнкүреш йәшәйешен кәсепселек, һунарсылыҡ, малсылыҡ тәьмин иткән. Шөкөр, бөгөнгө көндә лә уларҙың һаҡланып ҡалған төрҙәре осрай. Быйылғы үҙешмәкәр смотрҙа шуларҙың күпселеге халыҡ хөкөмөнә тәҡдим ителде. Халыҡ ижады үҙәге методисы Сулпан Ирназарова менән күргәҙмә эштәренә йомғаҡ яһағанда, смотр ваҡытында төшөрөлгән һүрәттәр аша халҡыбыҙҙың ни тиклем бай күңелле, ҡомартҡыларҙы һаҡлай, йолаларҙы дауам итә белгән заттан булыуына тағы бер ҡат инандыҡ.

 Кәсепселеккә килгәндә, һирәк осраған күренештәрҙең береһе – туҙ менән эш итеү. Халыҡта “туҙға яҙмағанды һөйләмә” тигән әйтем бар. Кешелектең иң тәүҙә туҙға яҙып өйрәнеүе тарихтан  билдәле. Әммә әлеге көндә лә туҙҙы файҙаланыусылар бар  икән. Түбә ауыл биләмәһенең күргәҙмәһендә лә туҙҙан тырыздар, темәстәрҙекендә туҙ һағыҙы  булды, Бикештән Кулаков Николай туҙҙан сабата үреп килтергән.
Шөкөр, тәбиғәтебеҙ урманға бай булыу арҡаһында иң күп осраған ҡул эштәре – ағастан һырлап эшләү. Бөтә күргәҙмәлә лә ағастан ниндәй ҙә булһа ҡул эштәре осрамай ҡалманы. Мәҫәлән, Буранбайҙан Рәил Раев заманса ашнаҡ мөйөшө, ултырғыс, өҫтәл эшләһә, бикештәрҙең боронғо ағас һауыттары, йөн иләгестәре, һ.б. күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр күп булды.
Халҡыбыҙҙың йәшәйешендә кейеҙ баҫыу күренеше ҙур урын алып тора. Һыуыҡтан да, эҫенән дә һаҡлаусы был әйберҙәр түбәләрҙең күргәҙмәһен биҙәне. Унда бесәй кейерлектән алып 40-сы үлсәмлеһенә тиклем быймалар, балалар өсөн жилет, пальто, башлыҡтар ҙа бар ине. Улар концерт барышында кейеҙ баҫыу  йолаһын тәҡдим итте. Уларҙан тыш яраттар кейеҙҙән һуғылған шәжәрә килтергәйне.
Мәрйендәр теҙелгән ҡул эштәре борон ҡатын-ҡыҙҙың биҙәүестәре араһында иң затлыларҙан һаналһа, хәҙерге көндә лә мәрйендән биҙәүестәр генә түгел, башҡа әйберҙәр ҙә тыуҙырыла. Мәҫәлән, әбделкәримдәрҙең күргәҙмәһендә мәрйендән картиналар, аҡса ағастары булды, Бикештән Наталья Үтәбаева Баймаҡтың эмблемаһын эшләгән. Әбделкәримдән Ғилмияза Буранғолованың ҡашмауҙары, түшелдеректәре боронғоларҙан бер яғы менән дә айырылмай.
Аш-һыу күргәҙмәһе хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: ҡымыҙ, буҙа, ҡорот, талҡан, эремсек һ.б. милли ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Ит, һөт, он ризыҡтарынан торған бындай бай ассортиментлы күргәҙмәне һабантуйҙарҙа ғына күрергә булалыр, моғайын.
Ғөмүмән, һәр күргәҙмәлә халыҡтың тырышлығы, ихласлығы һалынғайны. Кемдәрҙер һәр ризыҡ янына исемен, хатта эшләнешен, ниндәй сирҙән дауа икәнен дә яҙып ҡуйған. Дарыу үләндәре, тегеү, сигеү, ҡорамалар, һунарсылыҡ буйынса күргәҙмәләр ҙә иғтибарҙы йәлеп итерлек ине. Ошондай ярыштар һәр кемдең йәшерен талантын асырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, тәжрибә уртаҡлашыу мәле лә ул.


Тарихыбыҙҙы тағы бер ҡат байҡап...
Тарихыбыҙға юйылмаҫ эҙҙәр һалған ваҡиғалар булып тора. Рус тарихсылары Беренсе Ватан һуғышы тип атаған 1812 йылғы һуғышта башҡа милләт вәкилдәренән тыш башҡорттар ҙа ҡатнашып, дошманды еңеүгә тос өлөш индергән. Тарихи сығанаҡтарҙан белеүебеҙсә, “Ҡаһым түрә”, “Байыҡ”, “Любизар”, “Ерән ҡашҡа” һ.б. йырҙар, бәйеттәр ошо хаҡта һөйләй.
Ике быуат үтһә лә, тарихҡа әйләнгән йырҙар онотолмаған, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. 2012 йылдың Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителеүе лә быға асыҡ миҫал булып тора. Ауылдарҙа ошо дата айҡанлы мәҙәни саралар күп үтә.

Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Сәлимова район күләмендә Рәсәй тарихы йылына арналған смотр үтәсәк, беҙгә лә ҡатнашыу мотлаҡ, тип белдергәс, тәүҙә баҙап ҡалдыҡ. Тема ла ауыр тойолдо. Күҙгә күренмәгән ҡаршылыҡтар ҙа сығып тора бит ул кәрәкмәгән саҡта! Шулай ҙа тырышлыҡ үҙенекен итте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ “Ерән ҡашҡа” йырын оҫта итеп башҡарып та ҡуйҙы. Артабан йәштәребеҙҙең парлы бейеүен, ҡыҙҙарҙың “Беләҙегем-йөҙөгөм”, йәш уҡытыусы Ләйлә Иҫәнбаева башҡарыуында “Бөрйән ҡыҙы”, “Һаҡмар һылыуы” бейеүҙәрен халыҡ яратып ҡабул итте.
Ағинәйҙәр ансамбленең, биләмә башлығы Гөлшат Сәлимова башҡарған “Ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ” йырҙары, Семеновск мәсете имам-хатибы Фәйзулла олатай Мансуровтың скрипкала уйнауы был сараға мәртәбә генә өҫтәне. Үҙенсәлекле тауышлы Азамат Әбүбәкиров исемле йәш егетебеҙ “Ирәндек” халыҡ йырын һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың “Почтальон малай” шиғырын халыҡҡа еткерҙе.
Семеновск ауылында ла ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап, бесән сабып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп кенә түгел, замана ауырлыҡтарына баш эймәй, йыр-моңға ла тартылған йәштәребеҙ бихисап. Уларға ҡарап: “Һәләтле, егәрле, дәртле йәштәребеҙ барҙа, ауылыбыҙ йәшәйәсәк”, – тип һөйөнәбеҙ.
Миңзәлә Мырҙабаева, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Махсус битте Айгөл Иҙелбаева әҙерләне.