9 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эшһеҙҙәргә – финанс ярҙам
 
2012 йылдың 26 мартында БР Хөкүмәте “Башҡортостан Республикаһында халыҡты эш менән тәьмин итеү өлкәһендә айырым сараларҙы тормошҡа ашырыу тураһында”ғы ҡарар ҡабул иткәйне. Уға ярашлы, эшһеҙ граждандарҙың үҙмәшғүллеген тәьмин итеүгә финанс ярҙамы күрһәтеү тәртибе билдәләнә. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы алыу өсөн халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә бизнес-проект алып килергә кәрәк.

Экологик өмәләр башлана
 
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 28 мартындағы 319-сы ҡарарына ярашлы, республикабыҙҙың ҡала-ауылдарында санитар-экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында 14 апрелдән 19 майға тиклем биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йә-шелләндереү буйынса экологик өмәләр үтәсәк.

Күргәҙмә эшләй
 
Әлеге ваҡытта ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында яҡташыбыҙ, фронтовик-шағир Нәжиб Иҙелбайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, билдәле яҙыусы Р.Ғ. Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлына арналған күргәҙмәләр эшләй.

 “ 200 йыл һүнмәҫ дан...”
 
Район китапханаһы тарафынан ҡалабыҙҙың 4-се мәктәбендә 8-се класс уҡыусылары өсөн Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға арналған “200 йыл һүнмәҫ дан...” тип аталған асыҡ дәрес ойошторолдо. Китапханасы Елена Викторова һуғыштың йәмғиәт өсөн ни тиклем ҡот осҡос күренеш булыуы, еңеүҙең ҡәҙере хаҡында һөйләне. Уҡыусыларға тарихи китаптар күргәҙмәһе лә бик оҡшаны.
 
Гөлфирә Байтурина,
БДУСИ студенты.

Хроника

 
Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы итеп Кайниев Мөнир Ғәйнетдин улы тәғәйенләнде.

Сәсеүгә әҙерһеңме?

“Аҡморон” АХК-һы: киләсәккә өмөт менән
 
Күптән түгел “Таналыҡ” АХК-һы һәм “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә үткән район семинар-кәңәшмәһендә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә хужалыҡ милкен әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймау, 


уға һаҡсыл ҡарау бурысын ҡуйғайны. Илшат Хәмит улы,  предприятие милкенә ҡул һуҙыусылар менән һөйләшеү ҡаты буласаҡ, тип иҫкәртте һәм, бындай етәкселәр эшләргә тейеш түгел, тигән һығымта яһаны.
Райондың эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – “Аҡморон” АХК-һы бөгөн ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй? Ҡасандыр банкротлыҡ процедураһына дусар булған кооперативтың иртәнге көнгә ышанысы бармы? Хужалыҡтың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге нисек? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, беҙ “Аҡморон” АХК-һына сәфәр яһаныҡ, төп производство участкаларында булдыҡ.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Маҡтаулы исем
 
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтына рәсми хат килеп төштө. Унда яҡташыбыҙ, билдәле ғалим-методист Булат Юнысбаевҡа Тәбиғәт белеме Рәсәй Академияһының “Атҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре” Почетлы исеме бирелеүе хаҡында әйтелә.
 
Булат Хәләф улы   педагогик эшмәкәрлеген Йомаш мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Мәктәп янындағы тәжри-бә хужалығы эшенең һөҙөмтәләре буйынса бер нисә тапҡыр СССР-ҙың ВДНХ һәм уҡыусыларҙың Бөтә Союз хеҙмәт берекмәләре конкурсы еңеүсеһе булды. Тикшеренеү һәм тәжрибә-эксперимент эше һөҙөмтәләре буйынса Булат Юнысбаев кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Б.Х.Юнысбаев 20 йылдан ашыу үҙе булдырған биология, химия һәм география уҡытыу методикаһы кафедраһын етәкләй. Уның инициативаһы буйынса мәктәп предметтарын мәғлүмәтләштереү буйынса байтаҡ эштәр баш-ҡарыла. Ғилми хеҙмәттәре яңылығы, көнүҙәклеге һәм ФГОС-ты ғәмәлгә ашырыу шарттарында әһәмиәтле булыуы менән айырылып тора. Уның тарафынан 95 хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография, 50-нән ашыу ғилми мәҡәлә, 4 инновацион эшкәртмә һәм 35 уҡыу-методик әсбап яҙылған.
Яҡташыбыҙҙы маҡтаулы исем бирелеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.

Урындағы үҙидара

Уҡыуҙар – артабанғы эшмәкәрлеккә ярҙам

2-7 апрелдә “Талҡаҫ” шифаханаһында районыбыҙҙың ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эштәр идарасылары өсөн семинар-уҡыуҙар ойошторолдо. Улар менән бер рәттән бында  Бөрйән һәм Йылайыр райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары ла белемен камиллаштыра.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, үҙидара органдарының вәкәләтле хеҙмәт-кәрҙәре булараҡ, урындарҙа халыҡты көн һайын борсоған бихисап мәсьәләләрҙе хәл итә. Шуға ла уларға донъя, ил, республика, төбәк яңылыҡтары тураһында белеп тороу, яңы закондар, уларға индерелгән үҙгәрештәр, өҫтәмәләр менән таныш булыу, төрлө категория граждандар өсөн эшләп килгән социаль программаларҙы өйрәнеү, документтар менән эш итә белеү мотлаҡ.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

“Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ”
 
Районда ауыл биләмәләре араһында 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ”
эстафетаһы дауам итә. Ошо дүшәмбелә яраттар уны тантаналы шарттарҙа мерәҫтәргә тапшырҙы.
Мерәҫ ауылының “Етегән” фольклор ансамбле ҡунаҡтарҙы дәртле йырҙары, таҡмаҡтары менән ҡаршы алды. Яраттар ҙа үҙҙәренең сәләмен йыр-моң аша тапшырҙы. Мәктәп директоры М.Р. Алтынбаев сараны башлап, мәктәп тормошо менән таныштырҙы. Уның һүҙен 4-се класс уҡыусылары дауам итеп, Ватан һуғышына бәйле шиғырҙары, йырҙары менән һөйөндөрҙө.


Яраттар артабан сараны үҙ ҡулдарына алды. Урындағы “Атайсал” клубы рәйесе М.Ф. Монасипов Рәсәй тарихы йылына ҡарата Ярат ауылы биләмәһендә үтәсәк саралар планы менән таныштырҙы. Әлеге көндә  мәктәптә ҙур эштәр алып барыла. Асыҡ класс сәғәттәре, асыҡ дәрестәр һәм эҙләнеү эштәренә конкурс иғлан ителгән. Уның барышында быға тиклем тарихта билдәле булмаған яңы асыштар барлыҡҡа килеүе һөйөндөрә. Уҡыу йылы аҙағында иң-иңдәре һайлап алынасаҡ һәм еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ. Йәштәр араһында наркоманияға, эскелеккә ҡаршы профилактика эше алып  барыу маҡсатында лекциялар уҡыла. Социаль яҡтан ауыр һаналған ғаиләләр иҫәпкә алынған, улар даими контролдә тотола. Халыҡты берләштереү маҡсатында онотола барған кәсептәрҙе тергеҙеү түңәрәктәре эшләй. Бигерәк тә кейеҙ һуғыуға күптәр теләп йөрөй.

Эшҡыуарҙар иғтибарына

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың 2012 йылдың 15 мартындағы РП-54-се бойороғон бойомға ашырыу маҡсатында ағымдағы йылдың 29 майынан 1 июненә тиклем Өфө ҡалаһында сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм кесе бизнес буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XX ултырышы үтәсәк.
Эш төркөмө 2003 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин тәҡдиме менән ойошторолғайны. Уның эшмәкәрлеге Рәсәй биләмәләрендә кластерҙар, айырым иҡтисади зоналар барлыҡҡа килтереү, кооперация өлкәһендә үҙ-ара бәйләнештәрҙе, төбәктәр һәм предприятиелар кимәлендә сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-техник хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү менән бәйле.
Эш төркөмөнөң йылына ике тапҡыр паритет нигеҙендә Рәсәйҙә һәм Италияла уҙғарылған ултырыштарында Рәсәй һәм Италия инвестиция проекттары презентациялары үткәрелә, ике ил эшҡыуарлығы араһында туранан-тура бәйләнеш булдырыла.
Ошоға бәйле, муниципаль берәмек биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар билдәләнгән формалағы анкеталарҙы сифатлы итеп тултырып, 2012 йылдың 10 апреленә тиклем БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына ебәрә ала.

Әрме

8 апрель – Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Ысын йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө 1918 йылдың 8 апрелендә Халыҡ комиссарҙары советының декреты менән раҫлана. Шул ваҡытта Рәсәйҙең һәр губернаһында хәрби комиссариаттар асыла башлай.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы РФ Ҡораллы Көстәре хеҙмәтенә саҡырыу, уны ойоштороу, кешеләрҙе һәм махсус техниканы хәрби иҫәпкә алыу менән шөғөлләнә. Ошондай яуаплы, мөһим мәсьәләләрҙе ул район хакимиәте, йәмәғәт, ветерандар ойошмалары менән берлектә башҡара.
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләй, Ватанды һаҡлауҙың изге бурыс булыуы тураһында аңлатыу эштәре алып бара.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, илебеҙҙең именлеген һәм хәүефһеҙлеген нығытыу, тәьмин итеү кеүек мөһим эшегеҙҙә ҙур-ҙур уңыштар теләйем!
 
И. Ситдыҡов,
район хакимиәте башлығы.


Яҙғы саҡырыу комиссияһы эшен башланы
 
Һәр илдең көсө, Ер шарында тотҡан урыны—уның яҡшы ҡоралланған, ҡеүәтле ар-мияһына бәйле. Шуға күрә Ватанды һаҡлау һәр ваҡыт изге бурыс булып һанала.
Ошо көндәрҙә яҙғы саҡырыу комиссияһының эшендә ҡатнашып, буласаҡ һалдаттарҙың әрме тормошона әҙерлек кимәле ниндәй булыуын билдәләй алдыҡ.
Комиссия ағзалары булған район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов, шулай уҡ табип Ф.А. Ниғмәтуллин, мәғариф бүлеге белгесе Р.С. Мифтахетдинов, секретарь И.Й. Зарипов ал-дына баҫҡан йәш егеттәр үҙҙәренең ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итергә теләүен белдерә һәм ҡыҙыҡһындырған йәки борсоған һорауҙарын бирә ала ине. Был көндө комиссияға төрлө уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән студенттар саҡырылған булып сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһенең Ватанға хеҙмәт итергә теләк белдереүе ыңғай күренеш. Кемдер диплом алмаҫ элек әрмегә барып ҡайтыу теләген белдерҙе. Егеттәр үҙҙәре әйтеүенсә, улар элиталы булып һаналған һауа-десант, махсус ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә теләй икән.

Саралар

“Киләсәк беҙҙең ҡулдарҙа!”

Ошо исем аҫтында яңыраҡ Урғаҙалағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында райондың уҡыу йорттары командалары араһында “Шаяниум-2012” уҙғарылды. Был үҙенсәлекле сараны муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы ойошторҙо.

Байрам башында алып барыусы, йәштәр эштәре буйынса секторҙың педагог-ойоштороусыһы З.Б. Сапарова сығыш яһап, сараның маҡсаты тураһында һөйләне. Унан һуң студенттар үҙ проекттарын яҡланы: Г.Баянова – техникум үҙидараһының эше, Л.Ҡадырова – хәҙерге заман йәштәренең проблемалары, А.Закиров социаль проект буйынса доклад яһаны. Техникум директоры Гөлнара Марат ҡыҙы Хәсәнова иһә профориентация тураһында телмәр тотоп, 105-се һөнәрселек лицейы уҡыусыларын үҙҙәренә уҡырға саҡырҙы. Әйткәндәй, был көндө уҡыу йортона Ырымбур өлкәһе Кваркен районының Уртазым ауылынан сығарылыш класс уҡыусылары делегацияһы экскурсияға килгәйне.  
Ниһайәт, осрашыуҙың иң күңелле мәле – “Шаяниум-2012” конкурсы башланды. 105-се һөнәрселек лицейы – “Яңы һулыш”, Өфө яғыулыҡ-энергетика коллеждының Баймаҡ филиалы – “40 тонна позитив”, хужалар “Йәш йөрәктәр” исемен алып, “Киләсәк беҙҙең ҡулдарҙа!” темаһына көс һынашты. “Беҙ йәш, беҙ әле йәш...” исеме аҫтында визитка, “Көс йыйыу”, биатлон, музыкаль өйгә эш – барыһы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Көтөлмәгән һорауҙарға тапҡыр яуаптар, ҡыҙыҡлы миниатюралар, йәшлек энергетикаһы, залдағыларҙан көслө алҡыштар байрамға йәм генә өҫтәне.  
Һөҙөмтәлә, беренсе урынды “Йәш йөрәктәр” яулаһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “Яңы һулыш” менән “40 тонна позитив” алды. Шулай уҡ әүҙем йәштәр – Рифат Ғарипов, Айгиз Закиров, Гөлсимә Хөббөтдинова тәбрикләнде. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Аҙаҡтан шаяндар һәм тапҡырҙар дискотекаға йыйылып күңел асты.
Бына шулай, райондың уҡыу йорттары араһында “Шаяниум-2012” гөрләп үтеп тә китте. Осрашыу аҙағында, бының ише сараларҙы ауыл мәҙәниәт усаҡтарында, мәктәп уҡыусылары араһында үткәреү яҡшы булыр ине, тигән фекер яңғыраны. 
 
Айбулат Ишназаров.
Автор фотоһы.