16 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Ғаилә юбилейын билдәләүселәргә
2012 йылда никахҡа инеүҙәренә 50, 60, 70 һәм 75 йыл тулған ғаиләләрҙең түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ:
- Баймаҡ ҡалаһында йәшәүселәр ЗАГС бүлегенә (С.Юлаев проспекты, 36, 103-сө бүлмә);
- ауылдарҙа йәшәүселәр ауыл биләмәләре хакимиәттәренә.
Муниципаль район хакимиәте.

Күсмә ҡабул итеү
17 апрелдә сәғәт 2-нән 4-кә тиклем муниципаль район хакимиәте бинаһында (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36) Рәсәй Федерацияһы социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе — дәүләт учреждениеһы идарасыһы Латыпов Марат Мөкмин улы граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса күсмә ҡабул итә. Үҙегеҙ менән шәхесте аныҡлаусы документ алып килеүегеҙ һорала.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-10-07.

Ташҡын үтте
Яҙғы ташҡын район халҡы өсөн ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырманы. Алдан тулы әҙерлек алып барыу үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Урғаҙа ауылында бер быуа йырылған. Байыш, Түбәнге Таулыҡай, Йомаш, Әбдрахман, Ишмырҙа, Иҫке Сибай ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһының бер нисә урамында бер аҙ һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән. Йылға-быуалар ташып китеү сәбәпле, Сәрмән – Баймаҡ трассаһында ике урында, Комсомол, Моҡас, Казанка, Ниғәмәт ауылдарына илткән автомобиль юлдары һыу аҫтында ҡалып, өлөшләтә емерелгән. Бөгөн һыу ташыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар алып барыла. Юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн район предприятиеларының бөтә техникаһы йәлеп ителгән.

Өмәләр башланды
Ауылдарҙы һәм ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү маҡсатында өмәләр башланды. Ҡаланың бөтә учреждение, ойошма, предприятие коллективтары “Таҙа кесаҙна”ға сығып ҙур әүҙемлек күрһәтә. Шулай уҡ “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы эшселәре ҡаланы көн дә сүп-сарҙан таҙартыуға йәлеп ителгән.

Ауылдарҙа – спектакль
Ниғәмәт ауылының уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған “Һаҡмар” халыҡ театры Гәрәй Исхаҡовтың “Яралы яҙмыш” спектакле менән күрше-тирә ауылдарға гастролгә сыҡҡан. Артистар ошо көндәрҙә Икенсе Этҡол, Байым, Үрге Яйыҡбай ауылдарында сығыш яһаған.

Хроника

«Аҡморон» АХК-һы рәйесе итеп быға тиклем «Байкай» ЯСЙ-һы директоры булып эшләгән Сәйетов Фаил Рафаэль улы һайланды.
«Аҡморон» АХК-һы рәйесе Әсәнов Рәүф Рәфҡәт улы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды. 

Әрме

Һорауҙарығыҙ булһа...
 
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре иғтибарына
2012 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы осоронда килеп тыуған һорауҙарығыҙ менән  түбәндәге “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефондарына шылтырата алаһығыҙ:
  • Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлеге: 3-16-11, 3-10-94;
  • Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте: 3-14-47, 3-16-47;
  • Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге: 2-26-86;
  • Баймаҡ районы прокуратураһы: 3-15-64, 3-16-49;
  • Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариаты: контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы әҙерләү, саҡырыу һәм йыйыу бүлеге начальнигы – 8(347) 253-13-48;
  • Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе: 8(347) 228-02-92;
  • Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы: 8(347) 250-05-10;
  • Киҫкен психологик ярҙам: 8(347) 273-09-00.
Х. Хәмитов,
БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы.

Ҡотлайбыҙ!

Яңы лауреаттар билдәләнде
 
12 апрелдә район китапханаһында Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаттарын билдәләү тантанаһы үтте. Положениеға ярашлы, премия ике йылға бер тапҡыр 35 йәшкә тиклемге рус һәм башҡорт телендә яҙышҡан гәзит хеҙмәткәрҙәренә бирелә һәм Ю.Мәҡсүтовтың исемен мәңгеләштереү, шулай уҡ йәш журналистарҙы дәртләндереү, уларҙы әүҙемләштереү маҡсатын күҙ уңында тота.
 

Комиссия ҡарарына ярашлы, быйыл ике журналист ошо премияға лайыҡ булды: “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Айгөл Иҙелбаева һәм “Атайсал” гәзите хәбәрсеһе Резеда Усманова. Тантанала уларға лауреат дипломдары һәм аҡсалата премия тапшырылды.
Коллегабыҙ Айгөл Иҙелбаеваны матур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да ижад ҡомарының кәмемәүен, яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштарға ирешеүен теләйбеҙ.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылап

Юбилейға әҙерлек эштәре башланды
Сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн БР Хөкүмәте ҡарар ҡабул итте
Билдәле булыуынса, 2011 йылдың 11 ноябрендә БР Президенты Р.З. Хәмитов “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында”ғы 628-се Указға ҡул ҡуйғайны. Ә 6 апрелдә БР Хөкүмәте ошо Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында махсус ҡарар ҡабул итте.

Һис шикһеҙ, республика Президенты һәм Хөкүмәтенең беҙҙең төбәккә йөҙ менән боролоуы, уның социаль-иҡтисади тормошон үҫтереү тураһында етди хәстәрлек күреүе иртәнге көнгә өмөт уята. Бығаса үгәйһетелеп килгән төбәк бындай иғтибарға күптән лайыҡ һәм Башҡортостан тормошонда Баймаҡтың йәнә иң ҡеүәтлеләр рәтенә баҫасағына  ныҡлы ышаныс тыуҙыра. Бер үк ваҡытта ҡала һәм район иҡтисадын күтәреү өсөн ал-ял белмәй эшләгән район хакимиәте етәкселегенең дә маҡсатлы эшен билдәләп үтмәү мөмкин түгел.

Йүнселлек

80 йәштә лә егеттәрҙән уңғаныраҡ
Сәйғәфәрҙән З.Килдеғошов йәштәргә үрнәк күрһәтә
Был донъяла кешегә фәҡәт ныҡышмалы хеҙмәт кенә бәхет килтерә. Бары тир түгеп тырышҡанда ғына әҙәм балаһы ысын мәғәнәһендә ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Тормошобоҙҙо намыҫлы хеҙмәте менән биҙәгән кешеләр беҙҙең арала ла бихисап. Шулар иҫәбенә Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе Килдеғошов Зиннур Ғилметдин улын да индерергә мөмкин.
Ошо көндәрҙә 80  йәшлек юбилейын билдәләгән Зиннур Ғилметдин улы 1932 йылдың 14 апрелендә Йомаш ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Бала сағы ауыр замандарға тура килеү сәбәпле, хеҙмәт юлы бик иртә башлана уның. Үҙҙәрендә 3-сө класты тамамлағандан һуң, 11 йәшлек малай күрше Семеновск ауылындағы алтын сығарыу руднигына, 2-се баҫҡыста һыуҙы өҫкә ебәреү эшенә китергә мәжбүр була. 1949 йылда Комсомолға ҡайтып,  ауыл малын көтә башлай.  Үҫеп буй еткән егетте Совет Армияһына хеҙмәткә алалар. Төркмәнстандың Ҡыҙыл Арбат ҡалаһында 3 йыл да 4 ай хеҙмәт итеп, 1955 йылдың октябрь айында тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.

Хеҙмәт коллективтарында

Икмәктән оло аш юҡ

Беҙҙең өсөн йәшәү сығанағы булған икмәк хуш еҫ бөркөп өҫтәлебеҙгә килеп ултырғансы әллә күпме юл үтә. Ҡара ерҙең һутын алған һәм игенсенең алтын ҡулдары аша үткән бойҙай бөртөктәре артабан он итеп эшкәртелә. Был донъяла иң ҡәҙерле нәмә – әсәнән ҡала икмәк.
Элекке заманда өҫтәлдәрҙә  һәр уңған хужабикәнең бешергән икмәге булһа, заман үҙгәрә килә күптәребеҙ әҙер икмәкте һатып алыуҙы хуп күрә.
Баймаҡ ҡалаһында бер нисә пекарня бар, шуларҙың береһе – ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәк бешереү һәм кондитер цехы уңышлы эшләй.


Был цехта эш ике сменала ойошторолған. Оҫта ҡуллы апайҙар – Хәлиҙә Биктимерова, Зәйтүнә Төлкөбаева, Гөлгөл Иҫәнаманова, Рәхимә Имамбаева, Гөлшат Мөхәмәтйәрова һ.б. булка изделиелары, бәлештәр, торт, сәк-сәк, пицца, кекс кеүек тәмлекәстәр бешерә. Бында шулай уҡ төрлө ярымфабрикаттар – котлет, тефтель, билмән, голубцы һ.б. етештерелә. Төнгө смена хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәүлегенә 1300 тирәһе буханка икмәк бешерелә. Етештерелгән продукция ҡулланыусылар йәмғиәте магазиндарына ебәрелә, шулай уҡ ҡала һәм райондың башҡа сауҙа нөктәләре аша ла һатыла. Бынан тыш, заказ буйынса ла байтаҡ эш башҡарыла. Төрлө байрамдарға, туйҙарға, аят уҡытыуға һ.б. халыҡтан заявкалар күп була. Был үҙ сиратында етештерелгән икмәк һәм кондитер изделиеларының сифаты тураһында һөйләй.
Уңған коллективҡа халыҡ мәнфәғәтендә уңышлы эшләүен теләйһе генә ҡала.

Гөлфирә Байтурина, БДУСИ студенты.

Тантаналар

ДОСААФ-ҡа хеҙмәт итәм!
20 мартта киң билдәле булған йәмәғәт ойошмаһы – ОСОАВИАХИМ – РОСТО – ДОСААФ-ҡа 85 йыл тулды. Армияға белгестәр әҙерләү, техник-спорт төрҙәрен үҫтереү, йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү маҡсатын ҡуйып, Армияға, Авиацияға һәм Флотҡа ярҙам итеүсе ирекле ойошманың Баймаҡ районы бүлексәһе 11 апрелдә үҙенең юбилейын тантаналы шарттарҙа билдәләне.

Байрам сараһы 105-се һөнәрселек лицейында барҙы. Беренсе ҡаттағы фойела Баймаҡ бүлексәһе коллективының ҡаҙаныштарын иҫбатлаған Почет грамоталарынан, кубоктарынан, ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ошонда уҡ эшләгән электрон тирҙа үҙенең мәргәнлеген һынап ҡараусылар ҙа күп булды.

Конкурстар

Бөйөк Еңеүгә дан йырланды
Ошо көндәрҙә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында «Бөйөк Еңеүгә дан» тип аталған конкурс булды. Ярыштың төп маҡсаттары булып патриотик рухтағы йырҙарҙы башҡарыусы йәш таланттарҙы билдәләү, уларҙы ошо йүнәлештә тәрбиәләү, рухи һәм ижади үҫешкә юл асыу торҙо. Бында 30 йәшкә тиклемге айырым вокал коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар сығыш яһаны. Конкурс шарттары буйынса ҡатнашыусыларҙың тәүге йыры һуғыш йылдарына, Тыуған илгә, еңеүгә бағышланһа, икенсеһе тыныслыҡ, әрме, Афған һуғышына арналған булыуы мотлаҡ ине.


Сараны 2010 йыл конкурсы еңеүселәре Руслан Хисамиев менән Руслан Тимербулатов асып ебәрҙе. Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға бирелде. Ул был конкурста бөтә райондың әүҙем ҡатнашыуын, шул уҡ ваҡытта бөгөнгө көндә патриотик-тәрбиәүи эштәрҙең етешмәүен билдәләне һәм ошондай темаларға арналған сараларҙың күберәк үткәрелеүен теләне. Һуңынан һүҙ район ветерандар советы рәйесе Төхвәт Бикҡоловҡа бирелде. Ул һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорға байҡау яһап, ҡатнашыусыларға совет ветерандары исеменән рәхмәт белдерҙе.

Арҙаҡлы яҡташтар

Самолет торбаһын ҡурай итеп...

Мусин Нурмөхәмәт Әбүләис улы 1911 йылда Баймаҡ районының Янғаҙы ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалып, Заһира һәм Мостафа Тимербулатовтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Үҫә төшкәс, көтөүсе булып яллана. Мал көткәндә киң яланда йырлап, ҡурайҙа ла һыҙғырып ебәрер булған.
Ҡурайҙа уйнау маһирлығын, яңы көйҙәрҙе Нурмөхәмәт данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтан өйрәнә. Йәше еткәс, үҙ ирке менән армияға китә. Өс йыл кавалерист булып хеҙмәт итеү дәүерендә лә ҡурайын ташламай. Тыуған яҡтарын һағынып, моңло, һағышлы көйҙәрҙе һыҙғырта. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Һамарҙа тракторсылар әҙерләү мәктәбендә директор булып эшләй. Намыҫлы, эшсән, егәрле егетте артабан уҡырға өндәп, Мәскәүгә юғары партия мәктәбенә ебәрәләр. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, Янғаҙы ауылында хужалыҡ рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Халыҡтың ауыр тормошон бер аҙ булһа ла еңеләйтер өсөн Нурмөхәмәт эшселәренә иген таратып бирә. Әлбиттә, был эҙһеҙ үтмәй, дәүләт милкен һорауһыҙ тотонғаны өсөн ғәйепләп, төрмәгә ябалар. Тап ошо 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Нурмөхәмәт Мусин үҙ теләге менән төрмәнән һуғышҡа китә. Ул Оршо, Борисово, Молодечино, Невель ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Белоруссия, Литва, Кенигсберг ерҙәрен дошмандарҙан азат итеүҙә ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Бөйөк Еңеүҙе  Пруссияла ҡаршылай.

Яңы китап сыҡты

Һөйөнөслө бүләк
 
Ошо көндәрҙә Баймаҡ район типографияһында яҡташыбыҙ, Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫкән Зилә Ғәйетҡолованың шиғырҙар китабы донъя күрҙе. Зилә юҡҡа ғына тәүге йыйынтығын “Урман ҡыҙымын” тип атамаған. Үҙенең тормошон тәбиғәтһеҙ, йәшел урмандарһыҙ, зәңгәр күлдәрһеҙ, йылан кеүек борғоланып аҡҡан Әмәндәкһеҙ, тыуған яғыбыҙҙың Йәншишмәһе – Һаҡмарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай ул. Бәлки, шуғалыр ҙа Ниғәмәт урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетына уҡырға инә. 


Зилә Вәлләм ҡыҙы бына ике тиҫтә йылдан ашыу  Бикеш урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Балаларҙы ярата, уларға әсә теленең нескәлектәрен өйрәтә. Уҡыусылары ла, апайҙарын шатландырып, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулап торалар.
Зилә Ғәйетҡолова Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, уны район уҡытыусылары араһында ойошторолған “Поэтик һүҙ” бәйгеһенең ике тапҡыр еңеүсеһе тип тә беләбеҙ.
“Урман ҡыҙымын” китабы ла үҙ уҡыусыһын табыр, тип ышанабыҙ. Уға, төклө аяғың менән, тиергә генә ҡала.


Яҙ башы
Ҡышҡы оҙон йоҡоһонан талып,
Шаулап аҡты боҙҙар Һаҡмарҙа.
Затлы бүләк – Яҙһылыуҙы алып
Ҡоштар ҡайтты тыуған яҡтарға.
Йәшкелт ашъяулығын йәйҙе ергә
Йомарт яҙым ҡарҙар бөтөүгә.
Йәш үләндән ауыҙ итергә
Малдар сыҡты ҡырға көтөүгә.

Һөйөү гөлөм
 
Етемһерәп ҡалды хисле йөрәк,
Ҡайҙа юғалдылар моңдарым?
Илһам ҡошом – йәндәй күргән терәк
Күптән сиртмәй күңел ҡылдарын.
Һөйөү гөлөм шау сәскәлә генә,
Һулырға бит уға иртәрәк.
Бар өмөтөм, иркәм, һиндә генә,
Һыу һибергә ашыҡ тиҙерәк!

Хаттарҙан юлдар

Беҙҙең Сосновка ауылы почта бүлексәһе начальнигы Рәшиҙә Раҡаева, ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен эшлекле хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Миңә, мәҫәлән, төрлө йомош менән почтаға йыш инергә тура килә. Унда һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип, ингән кешеләргә йылы мөнәсәбәт күҙгә ташлана, халыҡтың йомоштары ла тиҙ генә үтәлә. Рәшиҙә Хәҙис ҡыҙы   психолог ролен дә үтәй. Почтаға ингән саҡта күңелең төшөнкө булһа, Рәшиҙә менән аралашҡандан һуң, кәйефтәр күтәрелеп сыға.
Рәшиҙә ханым өйөндә лә уңған. Тормош иптәше Дамир менән ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт тота. Ихаталарында ла тәртип, йәй айҙарында йорто яны гөл-сәскәгә күмелә. Бер ҡыҙ үҫтереп тормошҡа сығарҙылар, ҡыҙҙары БДАУ-ҙың иҡтисад факультетында белем ала.
Бына шулай бар яҡтан да өлгөлө ҡатын, почта бүлексәһе начальнигы эшләй беҙҙә. Уға оҙон ғүмер, һаулыҡ, ғаилә шатлығы теләйбеҙ.
Ғәлимйән Сәғитов.




Минең өләсәйем йылмайһа, бөтә донъя яҡтырып киткән кеүек тойола. Уның бар хәстәре, бар хистәре, бар хеҙмәте, бар оҫталығы – тик беҙҙең өсөн. Өләсәйһеҙ беҙгә йәшәүе күңелһеҙ булыр ине. Уның исеме – Фәриҙә Йосоп ҡыҙы Әбсәләмова, мәктәптә технология уҡытыусыһы булып эшләне, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Уҡыусылары район, республика конкурстарында, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай торғайны. Өләсәйем нимә генә эшләмәй: өй эсендә сыр-сыу килгән ейән-ейәнсәрҙәренә тәмле аштар бешерә, йылы бейәләй бәйләй. Барыһына ла нисек ваҡыт таба икән? Ҡәҙерле кешебеҙгә бик рәхмәтлебеҙ. Уға оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр генә теләйбеҙ.
Асия Ғүмәрова, Һаҡмар мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.



Китап беҙҙең тормошобоҙҙа иң кәрәкле әйбер ул. Шәхсән үҙем унһыҙ йәшәй алмайым. Бәләкәйҙән күп әкиәттәрҙе яттан белә торғайным. Әсәйем дә миңә күп китап уҡыны. Хәрефтәрҙе өйрәнгәндән алып ҡулымдан төшөргәнем юҡ. Донъя серҙәренә, нисек йәшәргә мин китап аша өйрәндем.
Китап – минең иң ҙур ярҙамсы дуҫым.
Люба Ленкина, Бикеш урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.



Яҙғы каникул ваҡытында Күлтабан мәктәбенең фольклор түңәрәгендә шөғөлләнеүсе бер төркөм уҡыусылар Өфө ҡалаһына юл тотто. Ата-әсәләр изге юл теләп оҙатып ҡалды. Ниәтебеҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ А.Игебаев менән осрашыу, оло әҙиптең хәлен белеү, ижады, тормошо менән яҡындан танышыу ине. Үкенескә ҡаршы, ул сирләп китеү сәбәпле, экскурсиябыҙҙың төп өлөшө төшөп ҡалды. Маһиҙә инәй үкенес белдереп, ғәфү үтенде. “Баймаҡтарға рәхмәтлебеҙ, улар беҙҙе бер ваҡытта ла ситкә типмәне. Насип булһа, осрашырбыҙ әле. Изге юлда йөрөйһөгөҙ. Уңыштар юлдаш булһын”, – тине ул.
Маршрутты бөтөнләй үҙгәртеп, Өфөнөң ботаника баҡсаһына юл тоттоҡ. Эҫе илдәрҙә генә үҫә торған был үҫемлектәрҙе беҙҙең яҡтарҙа оранжереяларҙа ғына күрергә мөмкин. Экскурсовод уҡыусыларҙы бындағы үҫемлектәрҙең ике йөҙҙән ашыу төрө менән таныштырҙы. Баҡса эргәһендә генә вольер бар. Унда уҡыусылар дөйә, ишәк, бүре, төлкө, ҡарһаҡ, мышы, айыуҙар һәм башҡа йәнлектәрҙе күрҙе.
Сәйәхәтебеҙҙе Өфө урман хужалығы техникумының лимонарийында дауам иттек. Исеменән үк күренеүенсә, бында лимондар үҫә. Ә өлгөргән лимондар ағаста йыл ярым тирәһе ҡойолмай тора. Шуға  бер үк ағаста сәскәләрҙе лә, йәшел йоморсаларҙы ла, һап-һары лимондарҙы ла күрергә мөмкин.
Артабан Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, З.Вәлиди исемендәге милли китапханала, Дуҫлыҡ монументы янында, М.Ғафури, С.Юлаев һәйкәлдәре эргәһендә булдыҡ.
Бына шулай, бер көнлөк кенә экскурсиябыҙ йөкмәткеле, тәьҫораттарға бай, онотолмаҫлыҡ булды.
А. Шахмөхәмәтова, төркөм етәксеһе.