18 апр. 2012 г.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

2012 йылдың икенсе ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыу кампанияһы старт алды. Район-ҡала тормошо, яңылыҡтар менән ваҡытында танышып барырға теләһәгеҙ, почта бүлексәһендә йәки почтальондар аша

«һаҡмар» гәзитенә яҙылығыҙ!
Гәзиттең индексы - 50772
Ярты йылға яҙылыу хаҡы - 316 һум 86 тин.

Яңылыҡтар

Ташҡын булмаһын өсөн
Районда хәүефле ташҡынды булдырмау өсөн “Һаҡмар” һыу һаҡлағысы һәм Граф күле плотинаһы тәүлек әйләнәһенә белгестәр тарафынан күҙәтелә. Әлегә бында һыу күләме юғары кимәлдә. Шулай уҡ район биләмәһендә һыу ташыуҙан зыян күргән юлдарҙы йүнәтеү эштәре алып барыла. 
 
Дәррәү рәүештә  – өмәгә!
14 апрелдә Ишбирҙе ауылы халҡы дәррәү рәүештә шәмбе өмәһенә сыҡҡан. Ауыл советы биләмәһе, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб хеҙмәткәрҙәре һ.б. ҡарҙан асылған урынды сүп-сарҙан таҙартҡан. Ишбирҙеләр әйтеүенсә, йылға буйҙары кибеү менән улар ҙа ҡыйҙан таҙартыла башлаясаҡ. 
 
“Хәүефһеҙ объект” операцияһы
Шәхси милекте енәйәтселәрҙән һаҡлау, ошо йүнәлештәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау һәм асыу өсөн Баймаҡ эске эштәр бүлеге 17 апрелдән 24 апрелгә тиклем “Хәүефһеҙ объект” профилактик сараһын үткәрә. Белешмә өсөн телефон 2-16-54.
 
Һаҡ булыу мөһим
Янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре район халҡын 1 апрелдән 15 майға тиклем сүп-сар яҡҡанда айырыуса абай булырға саҡыра. Үткән аҙнала ҡаланың Өмөтбаев урамында һәм Кәрешкә ауылында йорттар янып киткән. Бынан тыш 3 янғын сығыу осрағы теркәлгән. 

Беҙҙекеләр һынатмай!
Өфөлә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте ойошмаһы республика фестивален үткәргән. Унда районыбыҙҙан Мөслим Илтинин вокал буйынса – I, гармунсы Әхәт Урмантаев та I урынды яулаған. Юғары кимәлдә сығыш яһаған халыҡ инструменттары ансамбленә лә грамота тапшырылған.
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.  
 
Уҡыусыларҙың шашка ярышы
Республикала шашка спортына уҡыусы балаларҙы йәлеп итеү буйынса төрлө саралар күрелә. Бына беҙ ҙә ҡала, район мәктәптәре араһында шашка буйынса команда беренселеге үткәрергә ҡарар иттек. Команда составы: 1998 йылғы һәм унан кесерәк 3 малай, 1 ҡыҙ.
Ярыш 19 апрелдә «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында сәғәт 11-ҙән үткәрелә.
Райондың шахмат-шашка федерацияһы. 

Күсмә ҡабул итеү
20 апрелдә 14.00 сәғәттә муниципаль район хакимиәте бинаһында (Баймаҡ, С.Юлаев проспекты, 36) БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Новиков Сергей Владимирович граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса күсмә ҡабул итә.
Үҙегеҙ менән паспорт алып килеү мотлаҡ. Белешмә һәм яҙылыу өсөн телефон: 3-10-07.

Иғтибар: «тура бәйләнеш»
20 апрелдә сәғәт 10-дан 11-гә тиклем Рәсәй почтаһының Башҡортостан филиалы етәксеһе Ғәлимов Ирек Миңлевәли улы республика халҡы өсөн «Тура бәйләнеш» ойоштора. Бер сәғәт эсендә һәр кем 8(347) 272-13-78 телефонына шылтыратып, почта темаһына ҡағылған һорауҙарын бирә ала йәки почта тармағын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен әйтә ала.

* * *
 
Яҙғы саҡырылыш осоронда райондан нисә кеше Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына алынасаҡ?
Кемдәргә хәрби хеҙмәт ваҡыты кисектерелә?
Кемдәргә альтернатив хеҙмәт итеү мөмкинлеге бирелә?
Элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүгә нисек эләгергә?
Контракт буйынса кемдәрҙе хеҙмәткә алалар?
Хәрби хеҙмәттәгеләр тураһында хәрби комиссариат аша нисек мәғлүмәт алырға?
 Район халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан ойошторолған “Тура бәйләнеш”тә Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Хәмитов Хөрмәт Хәмит улы яуап бирә.
Кесе йомала, 19 апрелдә, сәғәт 10-дан 12-гә тиклем 3-10-94 телефонына шылтыратығыҙ.

Сәсеү-2012

Яҙғы баҫыу эштәрен – ҡулайлы ваҡытта
БР Хөкүмәтендә видеоселектор кәңәшмәһе үтте
БР Хөкүмәтендәге республика видеоселектор кәңәшмәһендә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү, 2012 йылдың беренсе кварталында малсылыҡтың эш һөҙөмтәләрен барлау һәм “КФХ базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһын үтәү мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды. Кәңәшмә менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев етәкселек итте.
– Һуңғы осорҙа көндәрҙең ҡапыл ныҡ йылытып ебәреүе яҙғы баҫыу эштәрен башлауҙы ашыҡтыра, – тине Эрнст Фәрит улы. – Республика Хөкүмәте тарафынан яңы миҙгелде лайыҡлы ҡаршы алыу һәм тейешле кимәлдә үткәреү өсөн бөтә саралар күрелде, бының өсөн 750 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Был үткән осорға ҡарағанда 360 млн һумға күберәк. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә 2011 йылда алған техникаһы өсөн субсидия бирелә башлаясаҡ. Был маҡсатта 140 млн һум ҡаралған, уның 40 млн һумы үҙләштерелгән дә инде.

Кәңәшмәләр

Техника хәүефһеҙ булырға тейеш!
Үткән йомала районда тракторҙарға һәм уларҙың тағылмаларына йыл һайын дәүләт техосмотры ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса зона семинар-кәңәшмәһе уҙғарылды. 


Уның эшендә  Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһының үҙәк аппараты етәкселеге һәм белгестәре, Урал аръяғы дәүләт техник надзор инспекциялары начальниктары ҡатнашты. Сарала шулай уҡ райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, баш инженерҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ла булды.  

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышында
 

Уҙған йомала муниципаль район хакимиәтендә район Советының сираттан тыш 41-се ултырышы булды. Унда депутаттар, хакимиәттең бүлек етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары ҡатнашты. Ултырышты муниципаль район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы.
Көн тәртибенә ике мәсьәлә сығарылды. Уның тәүгеһе буйынса – Баймаҡ районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында район Советы секретары Радмир Ишбулатов сығыш яһаны.  Уның әйтеүенсә, муниципаль район Советы Уставына үҙгәрештәр индереү “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль Закондың  үҙгәреүе менән бәйле. Радмир Зөбәйер улы Уставҡа индереләсәк төп үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Һөҙөмтәлә, депутаттар яңы редакциялағы муниципаль район Уставы проектын раҫланы. Шулай уҡ Совет ҡарары проекты буйынса 2012 йылдың 10 майында асыҡ тыңлауҙар үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Уны муниципаль район Советы Президиумы уҙғарасаҡ.
Артабан депутаттар, муниципаль хеҙмәткә күсеү сәбәпле, район Советы депутаты Мөнир Кайниевтың депутатлыҡ вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
 

Сәлимә Кейекбирҙина.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Умартасылар кәңәшмәгә йыйылды
Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын урындарҙа уңышлы тормошҡа ашырыу дауам итә. Ошо көндәрҙә Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге етәкселеге һәм белгестәре, ғалимдары беҙҙең төбәк райондарында булып, умартасылар, мәктәп директорҙары менән осрашыуҙар үткәрҙе. 12 апрелдә бындай семинар Баймаҡта ла уҙҙы.


Кәңәшмәне үҙәктең генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ә.М. Ишемғолов алып барҙы. Был тармаҡ мәсьәләләре буйынса аңлатыу эштәре быға тиклем  Хәйбулла, Бөрйән, Ейәнсура райондарында барҙы. Кәңәшмәгә мәктәп директорҙары, умартасылар йыйылды. Әмир Миңләхмәт улы  килгәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт әйтеп, ҡараласаҡ төп мәсьәләгә күсте. Белеүебеҙсә, 2011 йылда БР Хөкүмәте тарафынан Урал аръяғында башҡа төр тармаҡтар менән бер рәттән умартасылыҡты ла үҫтереү кәрәк, тигән ҡарар ҡабул ителгәйне.

«Тура бәйләнеш»

Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа – субсидия
 
5 апрелдә муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге эшҡыуарлыҡ мәсьәләһенә ҡағылышлы “Тура бәйләнеш” ойошторҙо. Һорауҙарға муниципаль район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса сектор мөдире Гөлшат Мөхтәр ҡыҙы Асылова яуап бирҙе.
“Тура бәйләнеш” ваҡытында түбәндәге һорауҙар яңғыраны:
Туғыҙбаева Айгөл, Кәрешкә:
– Ҡул менән әүәләп билмән әҙерләү цехы асырға уйлайбыҙ. Бының өсөн урында келәт бинаһы бар. 2012 йылдың ғинуарында шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлдек. Беҙ ниндәй ярҙамға дәғүә итә алабыҙ?
Әхмәтов, Баймаҡ:
– Сувенирҙар эшләү менән шөғөлләнәм. Хакимиәттән берәй ярҙам өмөт итә аламмы?
Рахманғолов, Бикеш:
– Корпуслы мебель эшләү буйынса эш асырға уйлайым. Субсидиялар биреү тураһында ишеткәйнем, уны алыр өсөн ниндәй документтар юлларға кәрәк?
Йәнтүрин М.Ю., Мәмбәт:
– Транспорт хеҙмәте күрһәтеү буйынса шөғөлләнергә теләйем. Техника бар. Ниндәй йүнәлеште һайларға кәңәш бирһәгеҙ ине.
Мөхәмәтйәнов Урал, Баймаҡ:
– Техник хеҙмәтләндереү станцияһы асыр өсөн ниндәй документтар талап ителә? Райондан ниндәйҙер ярҙам алырға мөмкинме?
Дәүләтбаев И.С., Әбдрахман:
– Шәхси хужалығымда ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә уйлайым. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа субсидиялар бирелеүе тураһында ишеткәйнем. Уны алыр өсөн ниндәй документтар талап ителә?
– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты субсидиялау муниципаль программаһына ярашлы Баймаҡ районында 2012 йылға бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын башланғыс стадияһында субсидиялау ҡарала.
Был программа буйынса финанс ярҙамға бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ла дәғүә итә ала. Уның өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары тейешле шарттарға яуап бирергә һәм кәрәкле документтарҙы тултырып тапшырырға тейеш.
Уның өсөн түбәндәгеләр талап ителә:
  • бизнес-план (хакимиәт тарафынан раҫланған форма буйынса);
  • сығымдар сметаһы (хакимиәт тарафынан раҫланған форма буйынса);
  • субсидия суммаһының 25 проценты күләмендә индергән үҙ сығымдарыңды раҫлаусы документтар (килешеүҙәр, ҡабул итеү-тапшырыу акттары, касса чектары, накладнойҙар).
Тағы ла шуға иғтибар бирергә кәрәк, шәхси эшҡыуар булараҡ дәүләт теркәүе үткән датанан алып бер йыл эсендә генә субсидияға дәғүә итергә мөмкин. Ул һораған сумманың 25 процентынан да кәм булмаған үҙ килем индерелгән осраҡта ғына бирелә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты бер тапҡыр ғына субсидия алырға хоҡуҡлы һәм уның суммаһы 100 мең һумдан артырға тейеш түгел.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн муниципаль район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса секторына (101-се кабинет) мөрәжәғәт итергә.

Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Спорт

Шәкирйән Ғәлин иҫтәлегенә
 
Байымда көрәшселәрҙең район ярышы ойошторола
Байым ауылынан Шәкирйән Фәйзрахман улы Ғәлин – район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Ул бар ғүмерен “Урал” колхозының производствоһын үҫтереүгә арнай,  колхозсы ла, ферма мөдире лә булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп миҙал һәм билдәләргә, Почет грамоталарына һәм дипломдарға  лайыҡ була, һөнәре буйынса бер нисә тапҡыр район чемпионы булып таныла. Ҡырҡ ете йыл буйы туған хужалығына ал-ял белмәй хеҙмәт итә.

Шәкирйән Ғәлин алдынғы колхозсы ғына түгел, ә мәшһүр ҡурайсы ла ине. Үҙенең ҡурайы менән Өфө, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар, Мәскәү сәхнәләрендә йыш сығыш яһаны, Йомабай Иҫәнбаев һәм Ғата Сөләймәнов призына үткәрелгән ҡурайсылар конкурстарында еңеүсе булды. Ваҡытында Башҡортостан телевидениеһының “Хазина” ижад берекмәһе Ш.Ф. Ғәлин тураһында айырым тапшырыуҙар әҙерләп күрһәтте.
Шәкирйән Фәйзрахман улын район халҡы оҫта көрәшсе булараҡ та хәтерләй. Кесе йәштән милли көрәш менән шөғөлләнеп, ауыл, район һабантуйҙарындағы бәйгеләрҙең береһен дә ҡалдырманы, иң көслө көрәшселәрҙең береһе булараҡ дан алды. Ул бер нисә тапҡыр район чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Атаҡлы ҡурайсы һәм билдәле көрәшсе Ш.Ф. Ғәлин беҙҙең аранан бик иртә китте. Әммә уны яҡташтары, район халҡы онотмай. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында 1999 йылда “Урал” колхозы милли көрәш буйынса район бәйгеһе үткәрергә ҡарар итә һәм ярыш юғары кимәлдә ойошторола. Үкенескә ҡаршы, был башланғыс артабан һүнеп ҡала.
Быйыл шәхестең туғандары, район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса секторы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте, “Урал” АХК-һы Шәкирйән Ғәлин исемендәге призға район ярышын ҡайтанан тергеҙергә ҡарар итте һәм уны үткәреү көнө итеп 21 апрель билдәләнде. Ул шәхестең тыуған ауылында – Байым мәктәбендә үтәсәк.
Ярышта мәктәп уҡыусылары 30, 40, 50, 60 кг һәм унан юғарыраҡ,ә өлкәндәр 65, 75 кг һәм унан юғарыраҡ ауырлыҡ категорияларында көс һынашасаҡ. Бәйгегә рәхим итегеҙ!

Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттә: Ш.Ғәлин.

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Йәшәү өсөн быҫҡып түгел,
Дөрләп янырға кәрәк!

 

«Йәш ғаилә» конкурсы Темәстә башланды
Яңы ғына балалыҡтан сығып, хәҙер инде үҙҙәре шуҡ ҡына кескәйҙәр үҫтергән йәш ғаиләләр йәмғиәт тарафынан да, ололар яғынан да шул тиклем яҡлауға мохтаж. Бәләкәй  генә эшмәкәрлеген дә ҙур итеп күреп, ваҡытында баһалау улар өсөн шундай мөһим. Ошо йәһәттән уларҙы дәртләндереү маҡсатында йыл һайын республика кимәлендә “Йәш ғаилә” конкурсы үткәрелеп тора. Быйыл бындай мәртәбәле бәйге көҙ айҙарына планлаштырыла. Әммә район бәйгеһенең төбәктәрҙәге этабы старт алды ла инде. Шуның тәүгеһе уҙған аҙнала Темәс ауылында үтте.
Бәйгелә Темәс ауылынан Ләйсән һәм Иршат Йәмлихиндар, Үрге Иҙристән Рәмзилә һәм Рәфис Һиҙиәтуллиндар, Түбәнән Дилбәр һәм Фаил Ғәйетовтар, Ҡолсоранан Зөлфирә һәм Артур Ғафаровтар, Билалдан Сәғирә һәм Марсель Ғайсиндар ҡатнашты. Конкурсанттарҙың эштәрен һәм сығыштарын муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы начальнигы З.Яҡшығолова, секторҙың баш белгесе Р.Ниғмәтуллин, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Р.Йәғәфәрова составындағы баһалама төркөмө “хөкөм итте”.
Йәш ғаиләләрҙең Темәс мәҙәниәт йортоноң тамаша залына ҡуйылған ҡул эштәренең сағыулығынан, аш-һыуҙың төрлөлөгөнән күҙ ҡамаша хатта. Шунда уҡ ғаиләнең йәшәйеше, ялы тураһында стена гәзиттәре лә сығарылған.
Конкурс, һәр ваҡыттағыса, үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланды. Был турҙа конкурсанттарҙың барыһының да йыр-моңға һәләте асылды. Рәфис Һиҙиәтуллиндың: “Минең ғаиләм – минең байлығым”, Ҡолсоранан Артур Ғафаровтың: “Алда маҡсат торһа, йәшәүе еңелерәк. Етеш тормошта йәшәйем, тиһәң, ҡояштан алда тороп, һуң ятырға кәрәк”, Сәғирә Ғайсинаның:

Йәшәү өсөн артҡа түгел,
Алға ҡарарға кәрәк.
Йәшәү өсөн быҫҡып түгел,
Дөрләп янырға кәрәк!
— тигән шиғыр юлдары менән әйткән һүҙҙәрен тамашасы ихлас алҡышлап ҡабул итте.
“Мин – буласаҡ йондоҙ” конкурсында кескәй  ғаилә ағзалары матур сығыштары менән һөйөндөрһә, “Ғаилә йолалары һәм байрамдары” конкурсында барыһы ла ғаиләләренең яратҡан байрамдары – тыуған көн, Яңы йыл, ә яратҡан ризыҡтары сәк-сәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әлбиттә, тыуған көн һәм Яңы йылды бөтә ғаиләләр ҙә билдәләй. Аҙ ғына башты эшләткәндә, үҙенсәлекле йолаларҙы ла иҫкә төшөрөргә булыр ине. Мәҫәлән, Ғафаровтарҙың көрәшсе булыуы районда билдәле. Бәлки, улына һабантуй алдынан көрәш алымдарын өйрәтеүе, Иршат Йәмлихиндың эше ағас менән бәйле булғас, ағас ултыртыу һ.б. йолаларҙы күрһәтеү күпкә отошло булыр ине, тип уйлайым. Ғаиләләрҙең бер-ике көн эсендә генә әҙерләнеүен иҫәпкә алғанда, уларҙы ла аңларға була. Әҙерләнергә кәм тигәндә бер аҙна бирелергә тейештер.
Ә алда еңеүсе ғаиләне – Ғафаровтарҙы – 15 майҙа үтәсәк район конкурсында тағы бер тапҡыр үҙ көстәрен һынау мөмкинлеге көтә. Үрҙә әйтелгәндәр иҫәпкә алыныр һәм был көслө ғаилә  үҙенсәлекле йолаһы менән барыһын да хайран итер, тип ышанғы килә.
Еңеүселәргә йәштәр эштәре буйынса секторҙың Рәхмәт хаттары һәм йәш ғаиләләр йәшәгән ауыл биләмәләре башлыҡтары тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
 
А. Ишемғужина.


Татыу һәм берҙәм ғаилә

 
Данилова Анастасия Максимовна – урыҫ милләтенән, ләкин ғүмерен башҡорт ауылы, башҡорт мөхите менән бәйләгән. Йылайыр районының Кананикольск ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙмышы Баймаҡ районының Тәкәһуҡҡан ауылына алып килә. Ошонда мәктәпте тамамлай һәм артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфө ҡалаһының кооператив техникумына уҡырға килә. Хеҙмәт юлын Икенсе Этҡол ауылы магазинында һатыусы булараҡ башлай һәм бар ғүмерен ошо өлкәгә бағышлай, 1993 йылда хаҡлы ялға сыға.


Анастасия Максимовнаның тәүге ире вафат булғас, өс бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған Анастасия  бәхетен икенсегә һынап ҡарамаҡ булып, башҡорт егете, Икенсе Этҡол мәктәбенең математика уҡытыусыһы Мөхәмәтйән Ғатаулла улы Ғәҙелшинға кейәүгә сыға. Ғаиләгә шатлыҡ-ҡыуаныс өҫтәп, ҡыҙҙары Светлана тыуа.
Башҡорт ерлегендә йәшәгәнгәме, ғаиләлә балаларҙы ниндәй мөхиттә тәрбиәләргә тигән һорау уларҙы бер ваҡытта ла борсомай. Киреһенсә, Анастасия Максимовна балаларын бөтә яҡлап та үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләргә тырыша, уларҙың башҡорт телен дә белеп үҫеүе мотлаҡ, тип һанай. Улдары Александр, армиянан һуң белорус ҡыҙы Любаға өйләнеп, Хабаровскиҙа йәшәргә ҡала. Ике балалары бар.  Икенсе улдары Леонид башҡорт һылыуы Гөлсөм менән өс бала үҫтерәләр. Анна Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Икенсе Этҡол ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тормош иптәше Тәфтизан менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Ә Светлана БДУ-ның математика факультетын тамамлап, бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә эшләй. Тормош иптәше Рәил менән өс  бала тәрбиәләйҙәр.
Башҡорт рухлы балалар тәрбиәләгән Анастасия Максимовнаға ошо көндәрҙә 75 йәш тулды. Мөхәмәтйән Ғатаулла улы менән Анастасия Максимовнаның бергә йәшәүҙәренә 32 йыл да булып киткән. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Конкурстар

Бөйөк шәхесте ололап
 
Беҙҙең Баймаҡ ерен яҡташыбыҙ Фәниә Кәримова “Ҡурайсылар иле” тип атай ошондай уҡ исемле йыйынтығында. Бында төбәгебеҙ ғорурлығы булған 100-ҙән ашыу ҡурайсының портрет-һүрәтләмәһе ингән. Был һан үҙе үк тәбиғәттең бөйөк мөғжизәһенә һөйөүҙең ни тиклем көслө булыуына асыҡ дәлил.


 Ә яҡташыбыҙ Ғата Сөләймәнов тураһында Фәниә Муса ҡыҙы былай тип яҙа: “Ғата Сөләймәнов беҙҙең генә түгел, ә бөтә башҡорт халҡының ғорурлығы. Ябай ғына үлән ҡурайҙы профессиональ сәхнә бейеклектәренә беренсе булып күтәргән иң абруйлы шәхестәрҙең береһе ул. Республикала тәүгеләрҙән булып сәнғәт училищеһында ҡурай бүлеге асып, киләсәк быуынға ҡурайҙа уйнау методикаһын һәм теорияһын тыуҙырыусы булды. Бөгөнгө көндә сәнғәт училищеһында һәм институтында йәштәрҙең ҡурай уйнау серҙәрен өйрәнеүендә, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләп йөрөүҙәрендә Ғата Зөлҡәфил улының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡурай сәнғәтен үҫтереү һәм пропагандалау буйынса күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул «Башҡортостандың халыҡ артисы», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә, С.Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды”. 

Бөйөк шәхесте ололап ошо көндәрҙә Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә уның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған төбәк-ара йәш ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Сараны Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И. Ә. Зәйнуллин асып ебәрҙе. Конкурста ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе һәм был сараның тап Баймаҡ ерендә башланып китеүе бик урынлы тип билдәләне.  Артабан алып барыусылар Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов етәкселегендәге мәртәбәле һәм ғәҙел жюри ағзалары менән таныштырҙы. Ю. И. Ғәйнетдинов ҡурайҙы һөнәри кимәлгә еткереүсе Ғ.Сөләймәнов хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе һәм сара йыл  дауамында барасаҡ тип иғлан итте. Конкурста Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Белорет, Хәйбулла районы ҡурайсылары көс һынашты. Береһенән-береһе оҫта ҡурайсы йәштәр «Урал», «Азамат», «Бөркөт», «Ҡаһым түрә», «Йәйәүле Мәхмүт», «Сыңрау торна», «Төйәләҫ» һәм башҡа халыҡ көйҙәрен яңғыратты.

Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡатнашыусылар араһында ҡыҙҙар ҙа булды. Мәҫәлән, Бүребай сәнғәт мәктәбенең йәштәр ансамблендә бер ҡыҙҙың булыуын һәм яңғыҙ башҡарыусылар араһында Дилүзә Бикҡолованың ҡурайҙа өҙҙөрөүен билдәләп үтеү урынлылыр. Улар үҙ халҡының киләсәгенә битараф булмай, ҡурай моңон һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереүсе булып торалар. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы тыңлап бөткәндән һуң, Гала-концерт ваҡытында жюри ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне: бәйгенең төп призы – Гран-при Белорет егете Фидан Сибәғәтовҡа тапшырылды. 


Баймаҡ ҡурайсыларынан 7 йәштән 11 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә Илнур Әҙелғужин – беренсе урын, Фәрүәз Әхмәтов – икенсе, Динислам Ҡасҡынов өсөнсө урынға эйә булды. Ә 12 йәштән 16 йәштәгеләр араһында беренсе урын Азамат Әҙелғужинға бирелһә, Рифат Исҡужин өсөнсө булды.
10 ансамбль араһынан Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе ансамбле (етәксеһе И.Мырҙаев) –   икенсе һәм Буранбай ауылы  ансамбле (Ф.Аралбаев) өсөнсө урынды яулауы районыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс.  Еңеүселәргә Вилүр Рәхимғолов һәм Салауат Баймөхәмәтов әҙерләгән бүләктәр, аҡсалата премия тапшырылды.

Юлай Ғәйнетдинов, танылған ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты:
 – Бәйгенән тәьҫораттарым иҫ киткес. Уның мәғәнәһе нимәлә? Әгәр ҡатнашыусылар көслө булһа, уның кимәле лә юғары. Бөгөнгө бәйгелә республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнашып йөрөгән балалар ярышты һәм был юлы ла һынатманы. Бик моңло балаларҙы тыңланыҡ. Бүләк биргән саҡта халыҡтың нисек алҡышлауын күрҙегеҙ бит? Был, тимәк,  жюри дөрөҫ баһаланы, тигән һүҙ.
Ғата Сөләймәнов иҫтәлегенә баймаҡтар бик ҙур эште башлап ебәрҙе. Был эш Октябрьский ҡалаһында ла дауам ителәсәк – быйыл ундағы конкурс Ғ.Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналасаҡ. Көҙгөһөн, Алла бирһә, сәнғәт училищеһында ҡурайсыларҙың республика бәйгеһе үткәреләсәк.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Назаров былай тип әйткән:
Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел,
Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,
Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы!
Күрәһегеҙме нисек көслө әйткән? Ҡурай – ябай һәм ҡатмарлы. Башҡортлоҡто ҡурайға тиң ҡуя. Шуға күрә бөгөн бәйгелә киләсәктә халыҡтың, милләттең рухын һаҡлаясаҡ балаларҙы күрҙек, тип һанайым. Был – иң мөһиме!

Айгөл Иҙелбаева,
Айгөл Абдрахманова. БДУСИ студенты.