20 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Ҡала Советы ултырышы була
20 апрелдә көндөҙгө сәғәт 3-тә мәғариф бүлегенең ултырыштар залында Баймаҡ ҡала Советының ултырышы була. Сараға Баймаҡ ҡала Советы депутаттары, ҡаланан һайланған муниципаль район Советы депутаттары, предприятие, ойошма һәм учреждениелар етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, эске эштәр бүлегенең участка хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре, урам һәм йорт комитеттары рәйестәре саҡырыла.

Бөйөк Еңеү хөрмәтенә

6-7 майҙа “2011-2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү” дәүләт программаһы нигеҙендә Еңеү көнөнә һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика автоуҙышы үтәсәк. Унда ДОСААФ-тың Урал аръяғы бүлексәләре ҡатнашасаҡ. 6 майҙа колоннаның Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, 7 майҙа – Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районынан үтеүе көтөлә.
     
Гимнастика буйынса ярыш
Яңыраҡ Баймаҡ лицей-интернатында Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары араһында XIV спартакиада сиктәрендә художестволы гимнастика буйынса өсөнсө зона этабы үтте. Унда көньяҡ-көнсығыш төбәк спортсылары – 5-6-сы класс уҡыусылары “С” ауырлыҡ категорияһында ярышты. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Белорет, икенсене – Баймаҡ, өсөнсөнө Межгорье алды. Гимнастик һикереүҙә шәхси беренселектә 3-сө мәктәп уҡыусыһы Динислам Солтангәрәев III урын яуланы.
А. Ишназаров.

Хроника
Муниципаль район хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге буйынса әйҙәүсе белгесе итеп быға тиклем эске эштәр органдарында эшләгән Кинйәбаев Вячеслав Фәрит улы тәғә-йенләнде.
Муниципаль район хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге буйынса әйҙәүсе белгесе булып эшләгән Аҡсабаев Азат Абрар улы үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды.

Сәсеү - 2012

Районда ауыл хужалығы тармағының иң яуаплы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәре старт алды. Ленин исемендәге, “Таналыҡ”, “Аҡморон”, “Октябрь”, “Рассвет”, “Байҡара”, “Новатор-Баймаҡ” хужалыҡтары, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Урал аръяғы” МТС-ы күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төштө. Был эш бөтәһе 1195 гектарҙа башҡарылған. Уның иң күп өлөшө Ленин исемендәге, “Таналыҡ” хужалыҡтарына, МТС-ҡа тура килә. Ленин исемендәге АХК дым ҡаплау эшен дә башланы, күләм 100 гектар тәшкил итә.
Район буйынса 785 тонна орлоҡ ағыуланған. “Йылайыр”, “Октябрь”, “Урал”, Салауат исемендәге хужалыҡтарҙа, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә был эшкә әле булһа тотонмағандар.
Барлығы 94,9 тонна дизель яғыулығы, 4,6 тонна бензин тупланған.
Шуныһы һөйөнөслө, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең хәстәрлеге менән быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә беҙҙең районға 51 млн һум аҡса бүленә. Ул минераль ашламалар, иген һәм мал аҙығы культураларының элиталы һәм юғары репродукциялы орлоғо, ағыулау препараттары һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Был иһә яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыу һәм яҡ-шы уңыш алыу мөмкинлеге бирер, тигән ышаныс бар.


Баҫыу эштәрен тиҙләтеү мөһим
А.С. Йыһаншин төбәк райондары етәкселәренә шундай бурыс ҡуйҙы
Кисә муниципаль район хакимиәтендә БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин етәкселегендә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү стратегияһына арналған төбәк кәңәшмәһе үткәрелде. Уның эшендә төбәк райондарының хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы бүлеге начальниктары ҡатнашты.

Афарин!

Уҡытыусы династияһын дауам итеүсе

Үткән аҙнала 10 көн буйы гөрләп барған “Йыл уҡытыусыһы-2012” республика конкурсы тамамланды. Унда 123 конкурсант көс һынашҡан. Улар араһында Баймаҡ лицей-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфидә Рәмова ла ҡатнашты. 


Уның әйтеүенсә, рус теле һәм әҙәбиәте секцияһында 38 уҡытыусы ярышҡан, финалға шуларҙың 15-е үткән. “Уларҙың береһе мин булдым. Шулай уҡ “Уҡытыусылар династияһын дауам иткән һәм һөнәри традицияларҙы үҫтергән өсөн” номинацияһында еңеүсе булыуым – минең өсөн иң ҙур бүләк. Сөнки минең әсәйем – Әминә Рәмова – Йылайыр районында 38 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Уға ҡарап мин кескәйҙән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булам, тип үҫтем. 5 йыл уның янында эшләп тәжрибә туплағандан һуң, 10 йыл элек Баймаҡ лицей-интернатына эшкә килдем. Бында коллегаларым, мәктәп администрацияһы минең потенциалымды күреп, тәүге көндән үк ҙур өмөт бағлағанға күрә, үҙ-үҙемде үҫтерә алдым. Бөгөнгө еңеүемдә уларҙың ярҙамы тос булды. Шуға күрә хеҙмәттәштәремә рәхмәт.
Конкурста ҡатнашыуҙан, коллегаларым, баһалама төркөмө менән аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алдым. Мәғариф бүлегенә, профсоюз ойошмаһына, минең менән конкурсҡа барған, минең өсөн ысын мәғәнәһендә “ауырыған” көйәр-мәндәрем – БЛИ-ның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңдинур Атанғолова менән информатика уҡытыусыһы Наилә Ҡалмукашеваларға рәхмәтем сикһеҙ. Уларҙың терәк булыуын тойоу ҙа миңә күп көс бирҙе”, – тип ҡыуанысы менән бүлеште Әлфидә Дәүләткилде ҡыҙы.

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Күсмә ҡабул итеүҙәр

Маҡсат – халыҡты социаль яҡлау
 
Халыҡты борсоған һорауҙарҙы бер ни тиклем хәл итеү юлдарын барлау маҡсатында уҙған шишәмбелә РФ социаль страховкалау фондының республика буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы М.М. Латыпов муниципаль район хакимиәтендә халыҡты күсмә ҡабул итте. 


Уға шәхси һорау менән бөтәһе 6 кеше мөрәжәғәт итте. Мөрәжәғәт итеүселәр социаль страховкалау фондына эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе теркәү һәм страховкалау, инвалидлыҡ буйынса түләнгән пособие күләмен арттырыу, профессиональ ауырыуҙарға дусар булыусыларға реабилитация үткәреү, эш урындарын аттестациялау кеүек мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе. “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса белгесе Л.А. Симирикова предприятиела производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙы һәм профессиональ ауырыуҙар һанын кәметеү өсөн иҫкәртеү сараларына финанс бүлеү мөмкинлеге хаҡында белеште.
Марат Мөкмин улы бөтә һорауҙарға ла ентекле яуап бирҙе, ҡайһылары буйынса яҙма яуап бирәсәктәре тураһында белдерҙе.

Сәлимә Кейекбирҙина.

 
Фермерҙарға – грант
 
РФ Ауыл хужалығы министрлығында “2012-2014 йылдарҙа эш башлаусы фермерҙарға ярҙам күрһәтеү” маҡсатлы программаһының проекты эшләнде. Ул фермер хужалыҡтарын булдырыуға (1,5 млн һумға тиклем аҡса бүлеү) һәм фермерҙың көнкүрешен яҡшыртыуға (250 мең һумға тиклем) грант бүлеүҙе күҙ уңында тота.
Был программа фермер хужалыҡтарының производство базаһын булдырыу, киңәйтеү һәм модернизациялауҙы, эш башлаусы хужалыҡтар өсөн финанс ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлеген, яңы эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең өҫтәмә сараларын булдырыу, шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнгән граждандарға КФХ булдырырға ярҙам итеү кеүек мәсьәләләрҙе бойомға ашырырға мөмкинлек бирә.
Программала 19-58 йәшлек Рәсәй гражданины булған һәм конкурс һөҙөмтәләре буйынса төбәк комиссияһы тарафынан һайланған кешеләр ҡатнаша ала.
Уны тормошҡа ашырыуға 2012 йылда федераль бюджеттан – 44, республика бюджетынан 32,3 млн һум аҡса бүлеү күҙ уңында тотола.
Белешмәләр өсөн “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә 2-17-15 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Н. Филина, үҙәктең юрисы.

Шаңдау

Сәсеүлектәрҙе  малдан тапатмайыҡ!

Күптән түгел “Һаҡмар” гәзитендә баҫылған Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Йәнсуриндың “Ат көтөүҙе тәртипкә һалыу – көнүҙәк мәсьәлә” тигән үткер фекерле сығышына мин дә үҙ фекеремде өҫтәйем. Был мәҡәлә шул тиклем көслө һәм дөрөҫ яҙылған. 


Мин 20 йыл фермер булып эшләйем. Был дәүерҙең һуңғы өс-дүрт йылында күргән үҙәккә үтерлек ауырлыҡты кисергән булманы. Өс йыл рәттән үҙемдең 146 гектар ерҙәге уңыш Темәс, Әмин, 3-сө ферма, Таһир, Муллаҡай ауылдары халҡының көтөүһеҙ йөрөгән йылҡы малы тарафынан юҡҡа сыҡты. Исмаһам, 2-3 тонна ла уңыш йыйып булманы.

“Тура бәйләнеш”

«Бишбармаҡ цехы асырға уйлайым...»

Мәшғүллек үҙәге үҙ эшеңде асырға ярҙам итә 7 апрелдә Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры В.Р. Хисмәтуллин “Тура бәйләнеш”тә халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. 
А.М. Әйүпова, Баймаҡтан:
– Бишбармаҡ, ләүәш етештереү буйынса цех асырға уйлайым. Бизнес планын күрһәтә аламмы? – Әлбиттә. Һеҙгә финанс ярҙам биреү-бирмәү мәсьәләһен бизнес планын ҡарау менән шөғөлләнгән комиссия хәл итәсәк. Ярҙам 58800 һум тәшкил итә. Быйыл бөтәһе 15 гражданға ярҙам бүлеү ҡаралған.
 
Г.Д. Ҡасимова, Иҫке Сибайҙан:
– Һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнергә уйлайбыҙ, йөк машинаһы ла бар.
– Һыйыр малы үрсетеү менән шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү нигеҙендә лә шөғөлләнергә мөмкин. Әгәр ҙә Мәшғүллек үҙәге аша финанс ярҙамына өмөт итәһегеҙ икән, бының өсөн шәхси предприятие йәки КФХ итеп теркәлергә кәрәк. Әммә был осраҡта Мәшғүллек үҙә-генә, һалым инспекцияһына, Пенсия фондына һ.б. органдарға отчет бирергә, һалым түләргә кәрәк буласаҡ. Шуның өсөн ныҡлап уйлағыҙ. Әгәр ҙә эште ойошторорға ниәтләһәгеҙ, бизнес планығыҙҙы алып килегеҙ.
 
Ф.Н. Үлйәбаева,
– Сауҙа эшмәкәрлеге ойоштороу өсөн финанс ярҙамы алып буламы?
– Бизнес пландарын ҡарау-тикшереүсе комиссия сауҙа бизнесы ойоштороуға финанс ярҙамы бүлеүҙе кире ҡаға, сөнки районда был тармаҡ яҡшы үҫешә. Әгәр ҙә икенсе йүнәлеш буйынса үҙ эшегеҙҙе асырға уйлаһағыҙ, дәүләттән ниндәйҙер ярҙамға өмөт итергә мөмкин.

Йүнселлек

«Шәкәр «мамығы» алығыҙ!..»

Һуңғы ваҡытта бер нисә тапҡыр Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда булырға тура килде. Барған һайын түбәтәй кейгән мөләйем генә бер егеттең шәкәр “мамығы” эшләп һатып торғаны күҙгә салынды. Балалар ыңғайына түҙмәй үҙем дә “мамыҡтан” ауыҙ итеп ҡарағым килеп китте. Әл-лә-лә! Ауыҙға инеп өлгөрмәй, тәмен тойор-тоймаҫтан иреп кенә тора! Силәбе өлкәһенән килгән “Айгөл” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышын ҡарарға килгәндә егетебеҙ, мулығып китеп, артистарға “мамыҡты” бушлай ҙа таратып торҙо әле. Ҡунаҡтарҙың тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынғас: “Силәбелә шәкәр “мамығын” 60 һумға һаталар, ә бында беҙ бушлай һыйландыҡ”, – тип көлөштөләр күҙҙәре осҡонланып. 


Ике аҙнанан – “Йәш ғаилә” район конкурсы башланған көндә – күптән күргән таныштарҙай күрешкәс, түҙмәнем, ҡасандан был шөғөлгә тотоноуы, нисек “мамыҡ” килеп сығыуы, уны яһай торған аппаратты ҡайҙан алыуы менән ҡыҙыҡһындым. Егеттең исеме Динар Санъяров, Темәс мәҙәниәт йортонда эшләй, “Темәс” төркөмө йырсыһы, “Йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе икән.
–Нимә менәндер шөғөлләнеү теләге уянды ла, “мамыҡ” эшләп ҡарағым килде. Таныштар аша белешеп, аппаратты Белгородтан алдырҙым. “Мамыҡ” яһар өсөн ни бары шәкәр генә кәрәк. Барабандың уртаһына ҡойоп тораһың, ул ҡыҙҙырып, “мамыҡ” итеп сығара. Уртаһына ҡуйыр өсөн таяҡсаларҙы һатып алам. Шөғөлләнә башлауыма бер айҙан ашыу ваҡыт үтте. 20 һумдан һатам. Әлегә килеме хаҡында әйтә алмайым. Әммә балалар яратып ала. Йәйгеһен баҙар тирәһенә барып һатырға уйлайым. Кешегә файҙа килтереүем оҡшай.
Егет быйыл өсөнсө йыл диндә икән. “Башта төрлө юлдарҙа йөрөргә тура килде. Хәҙер сағыштырып ҡарайым да, айырмаһын, әлеге тормошомдоң өҫтөнлөгөн күрәм. Йәштәргә лә теләгем шундай: туйҙарҙы эскеһеҙ үткәрергә кәрәк. Сөнки “шайтан һыуы” янында әйтелгән теләктәр тормошҡа ашмай. Дингә килегеҙ! Дин тик изгелеккә генә өндәй. Был тормошта бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп кенә йәшәһәк ине!”
Динар үҙе ғаилә ҡормаған, инсафлы ғына буласаҡ икенсе яртыһын эҙләй. Уға кәсебенең уңын биреп, буласаҡ ғүмер юлдашын табып, бәхетле ғаилә ҡорорға насип булһын!

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Сифат һәм хәүефһеҙлек

Страховкалау ирекле булырға тейеш

Гәзитебеҙҙә донъя күреп килгән “Сифат һәм хәүефһеҙлек” рубрикаһына күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Уларға Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Сибай территориаль бүлеге белгесе Р.М. Әминева яуап бирә.
1-се һорау: Банк заемсының кредит бурыстары тураһындағы белешмә биргән өсөн түләүҙе кредит килешеүенә индерергә хаҡлымы?
Яуап: Юҡ, был ҡануниәтте һәм ҡулланыусының хоҡуғын боҙоу тигәнде аңлата. Кире осраҡта яҙма рәүештә банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
2-се һорау: Кредит биреү ойошмалары заемсыларҙың ғүмерен һәм һаулығын (кредит алған көндән түләп бөткәнсә) мәжбүри рәүештә страховкаларға хаҡлымы?
Яуап: Юҡ, кредит ойошмаларының ундай хоҡуғы юҡ. Страховкалау ирекле рәүештә булырға тейеш. Әгәр ҙә кредит ойошмаһы мәжбүри страховкалай икән – судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. 
3-сө һорау: Автомобилде автосервисҡа тапшырғанда ниндәй документтар тултырырға кәрәк?
Яуап: Ҡулланыусы менән яҙма рәүештә килешеү төҙөлөргә тейеш. Ғәҙәттә, ул заказ-наряд формуляры буйынса тултырыла. Килешеүҙә ҡаралған бөтә эштәр өсөн иҫәпләшеү ҡулланыусы алдында квитанциялар, жетондар, чектар менән нығытылырға тейеш.
Хеҙмәт күрһәтеү тураһындағы килешеүҙә түбәндәге мәғлүмәттәр булырға тейеш:
  • башҡарыусы ойошманың тулы юридик адресы: рәсми исеме һәм уның урынлашҡан урыны, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, дәүләт теркәүе тураһындағы мәғлүмәт;
  • ҡулланыусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме, телефоны, адресы;
  • заказ алынған дата һәм уны башҡарыу срогы;
  • күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләү суммаһы, түләү тәртибе;
  • автотранспорттың маркаһы, моделе, дәүләт номеры, төп агрегаттарҙың һаны;
  • яҡтарҙың килешеүе буйынса автотранспорттың билдәләнгән хаҡы;
  • күрһәтелгән хеҙмәт төрө (башҡарыласаҡ эш), башҡарыусы тарафынан алынған запас частар һәм материалдарҙың исемлеге, уларҙың хаҡы һәм һаны;
  • башҡарылған эш өсөн гарантия ваҡыты.
Килешеү төҙөлгәс, унда заказды ҡабул итеүсенең (килешеү төҙөүсенең) исеме, фамилияһы, атаһының исеме күрһәтелә, уның һәм ҡулланыусының ҡултамғаһы булырға тейеш.
Әгәр ҙә ҡулланыусы автотранспортын техник хеҙмәтләндереү өсөн ҡалдырһа, башҡарыусы килешеү менән берлектә ҡабул итеп алыу-тапшырыу акты ла төҙөргә бурыслы. Унда автотранспорт сараһының торошо, комплект тулылығы, күренгән тышҡы етешһеҙлектәр һәм дефекттары, ҡулланыусының килтергән запас частары һәм материалдары (дөрөҫ исемдәре, торошо һәм хаҡы) яҙылырға тейеш.
Ҡабул итеп алыу-тапшырыу акты башҡарыусы яғынан яуаплы кешенең һәм ҡулланыусының ҡултамғалары менән нығытыла һәм башҡарыусының мисәте ҡуйыла.

Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ҡаҡшамаҫ  рухлы ханым

Йөрәк һәр кемдә лә берәү генә, әммә ихтыяр көсө барыһында ла бер тигеҙ түгел. Һәммәһе лә яҡшы булып килеп, юҡ ҡына түңгәккә лә абынып, күңел төшөнкөлөгөнән юлдан яҙғандар ҙа була... Әммә минең яҙмам ундайҙар хаҡында түгел, киреһенсә, әллә күпме кәртәләр аша үтеп, яңғыҙы биш баланы аяҡҡа баҫтырған ҡаҡшамаҫ рухлы ысын ҡатын-ҡыҙ тураһында.


Асия Исхаҡова Күгәрсен районы Төпсән ауылында донъяға килгән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, уны ҡабат күрергә насип булмай – хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙы килә. Әсәһенең ҡулына ҡарап ҡалған биш баланың иң өлкәне – апалары Күлйортау ауылындағы алтын ҡаҙыу рудаһына эшкә килгәс, күмәкләп бында күсенәләр. Өҫтәре кейемгә, тамаҡтары икмәккә туймаған һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Кейем булмау сәбәпле, Асия туғыҙынсы йәше киткәс кенә Күлйортау башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Артабан уҡыуын Баймаҡта дауам итә. Әхирәте Вазифа Дәүләтшина менән бергә йөрөп уҡыйҙар. Класташтар әлеге көндә лә, дуҫлыҡҡа тоғро ҡалып, аралашыуын дауам итә. Асия мәктәптә тырышлығы, әүҙемлеге менән айырылып тора, спорт ярыштарынан, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренән ҡалмай, мәктәп данын яҡлап сығыш яһай.

Мәҙәниәт

Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы

Ут күршеләр беҙҙә сығыш яһаны

Үткән йомала әбйәлилдәр “ҡунаҡ ашы” менән беҙҙең халыҡ ижады үҙәгендә ҙур концерт ҡуйҙы. Шығырым тулы зал күршеләрҙең республика конкурстары лауреаты булған район мәҙәниәт йорто хорының, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре, район мәҙәниәт йортоноң ҡурайсылар һ.б. ансамблдәренең һәм иҫ киткес көслө, сағыу айырым сығыштарҙы ҡарап һоҡланды.


 Бигерәк тә “Байыҡ” телевизион фестиваленең 2010 йылғы Гран-приһын яулаусы Илдар Сабитов, 2011 йылда Гран-приға эйә булған Радик Хәлилов һәм быйыл оло өмөттәр уятыусы кескәй Динис Әхмәтовтың сығыштары дәррәү алҡыштарға күмелде. Ир-егеттәр вокалы башҡарыуындағы “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” йырына башҡорт ҡыҙҙарының уҡ-һаҙаҡ тотоп, яугир ҡыпсаҡ ҡыҙҙарын һынландырған бейеүе лә тәрән һоҡланыу тойғолары уятты. Шулай ҙа алҡыштарҙың иң көслөһө “Миләш” фольклор төркөмө “Кәзәкәй” йыры менән сығыш яһағанда, бигерәк тә сәхнәгә мөгөҙлө әртис – кәзә сығып баҫҡас, булғандыр.
Кәзә ҡымыҙы шифаһын
Эсеп ҡарап белегеҙ!
Һеҙҙе ҡунаҡҡа көтәбеҙ,
Әбйәлилгә килегеҙ! –
тип сығыш яһаны әбйәлилдәр.


Концерт башланырҙан алда ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында Әбйәлил муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлшат Зиннәт ҡыҙы Лавренова менән әңгәмәләшеп алыуҙан шул билдәле булды: әбйәлилдәрҙән 5 автобуста 150 кеше килгән. Бындай концерт менән Силәбе өлкәһендә, Мәскәүҙә, Ҡазанда, Екатеринбургта сығыш яһап өлгөргәндәр. Быйыл республиканың бөтә райондарында ла күрһәтмәкселәр. Ә был концерт Әбйәлил – Баймаҡ дуҫлығын нығытыуға бағышланып, “Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тип аталған һәм тиҙҙән баймаҡтар әбйәлилдә сығыш яһаясаҡ.

Айгөл Иҙелбаева.

Спорт

Баймаҡ көрәшселәре – икенсе!

Шәмбе-йәкшәмбелә ойошторолған ХХ Ауыл спорт уйындары сиктәрендә милли көрәш буйынса финал ярыштарын үткән аҙналағы иң ҙур спорт ваҡиғаһы тип билдәләргә кәрәк. Унда республиканың 24 район һәм 7 ҡала-район йыйылма командаһы, 180-дән ашыу көрәшсе ҡатнашты.
Сара башында Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Р.Ғ. Бикембәтов сығыш яһаны. Ул үҙенең телмәрендә көрәшселәрҙе спорт байрамы менән тәбрикләне.


–Беҙҙең министрлыҡта көрәште үҫтереү өсөн барыһы ла эшләнә, – тине Руслан Ғиниәт улы. – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты аша мәктәптәргә махсус келәмдәр тапшырыу, ҙур ярыштар ойоштороу бының эсенә инә.
Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ә. Бураншин алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән спортсыларға рәхмәт белдереп, еңеүҙәр теләгәс, былтырғы чемпиондар – Саҡмағош һәм Мәләүез командалары капитандары ярыш флагын күтәрҙе.
Көрәшселәр 60, 70, 80, 90 һәм 90 килограмдан ашыу ауырлыҡ  категорияларында көс һынашты. Йыйылма командалар араһында сығыш яһаған Баймаҡ бәһлеүәндәре, учалыларҙан ғына ҡалышып, икенсе урынға лайыҡ булды. Өсөнсөнө иһә Мәләүез спортсылары алды. Унан тыш беҙҙең көрәшселәр шәхси беренселектә лә ал бирмәне, район намыҫын лайыҡлы яҡланы. Даян Ғүмәров (60 кг) – беренсе урын алды, Азамат Ғөбәев (90 кг), Тимур Өмөтбаев (90 кг-дан ашыу) – икенсе, Ғәзиз Ғүмәров (60 кг) өсөнсө урынды яуланы.
Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Р.Ғ. Бикембәтов:
– Үҫеп килгән быуынды милли көрәш спортына йәлеп итеү бик мөһим. Бөгөнгө ярыштың тап Баймаҡ ерендә үтеүе осраҡлы түгел. Бында көслө спортсылар, талантлы тренерҙарҙың байтаҡ булыуы, судьяларҙың ғәҙеллеге ХХ Ауыл спорт уйындарының көрәш буйынса финалы ойошторолоуын хәл итте.
 
А. Ишназаров.


Ҡул һуғышы сәмле үтте

“Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы кесе йомала үҙенә Урал аръяғы райондарының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәрен йыйҙы. Улар ҡул һуғышы буйынса ярышты.
Үҙҙәренең хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлегенә арналған был ярыш йыл һайын үткәрелеп, матур традицияға әүерелде. Унда Баймаҡ, Сибай, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсуранан командалар ҡатнашты. 


Шуны әйтке килә: ҡул һуғышы полиция, көс структуралары, һаҡ хеҙмәте кеүек һөнәр эйәләрен күп яҡтан сыныҡтыра, самбо, дзюдо, каратэ, бокс алымдарын эштә, енәйәтсене тотоуҙа, хәүефтән һаҡлауҙа ҡулланырға өйрәтә. Баймаҡтар араһында ла был спорт төрөн камил белгәндәр булыуы һөйөндөрә. Үҙ ауырлыҡ категорияларында тикшереү бүлеге тәфтишсеһе, юстиция лейтенанты Р.Р. Йә-ноҙаҡов, енәйәттәрҙе эҙәрлекләү бүлеге оперуполномоченныйы, полицияның кесе лейтенанты Р.Р. Шәйнуров, штаб начальнигы, эске эштәр майоры А.Р. Исламғолов, ИВС полицейскийы, полицияның өлкән сержанты Х.Х. Такалов –  икенсе, ЮХХДИ инспекторы, полиция лейтенанты Т.Б. Заманов өсөнсө урынды яуланы. Ә Баймаҡ командаһы II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
 
Назар Булатов.
Автор фотоһында: ярыш мәле.