23 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Уҡырға инергә теләүселәр өсөн
Санкт-Петербург дәүләт аграр университетына һәм Силәбе дәүләт агроинженерия академияһына маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инергә теләүселәрҙе 25 апрелгә тиклем муниципаль район хакимиәтенә (306-сы бүлмә) мөрәжәғәт итеүҙәрен йәки 3-10-33, 3-14-14 телефондарына шылтыратыуҙарын һорайбыҙ.
Муниципаль район хакимиәте.
 
Гимназия уҡырға саҡыра
Сибай гимназия-интернаты 6-сы, 7-се, 10-сы (профилле) кластарға уҡыусылар ҡабул итә. Әңгәмә 24 апрелдә 14 сәғәттә Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 21 адресы буйынса 105-се һөнәрселек лицейында уҙасаҡ. Үҙегеҙ менән шә-хесте раҫлаусы документ (тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки паспорт), ағымдағы уҡыу йылына (I-III сиректәргә) өлгәш табеле, портфолио алып килергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 89378306541.
 
Мәрхәмәтлелек концерты
25 апрелдә ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусылары Халыҡ ижады үҙәгендә киске сәғәт 7-лә мәрхә-мәтлелек концерты менән сығыш яһаясаҡ. Ошонда уҡ ата-әсәләр һәм уҡыусылар иғтибарына мәктәп формалары өлгөләре лә тәҡдим ителәсәк.
Билет хаҡы – 30 һум.

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!
Башҡорт чаты шиғри бәйге иғлан итә. Кем ижад өлкәһендә беренсе аҙымын яһай, кем бер нисә йыл шиғыр яҙа, шулай уҡ кем китабын сығарып өлгөргән – бәйге һеҙҙең өсөн! Үҙегеҙҙең ижадығыҙҙы башҡаларға тәҡдим итегеҙ, уларҙың шиғырҙарын баһалағыҙ, тәнҡитләгеҙ, үрнәк алығыҙ!
Еңеүсегә бүләккә – ноутбук.
Белешмә өсөн адрес: vk.com/aitesh; телефон: 89063741636.
 
Л.Такаева.

Ҡабул итеүҙәр

Депутат халыҡҡа яҡын булырға тейеш
Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш. Мырҙабаеваның ярҙамсыһы Әлмира Тәхи ҡыҙы Байтурина  граждандарҙы ҡабул итте. Уға район-ҡаланан төрлө һорауҙар менән 30 кеше мөрәжәғәт итте. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, депутат ярҙамсыһы менән берлектә БР буйынса РФ “Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы” рәйесе Ә.В. Ғабдрахманов, уның урынбаҫары Р.Р. Хилажев һәм БР буйынса РФ Юристар ассоциацияһы филиалы рәйесе Ф.Ғ. Исхаҡова ла үҙ эшен алып барып, халыҡҡа төрлө йүнәлештә аңлатмалар бирҙе.


Әлмира Тәхи ҡыҙы гәзитебеҙгә биргән интервьюһында: ”С.Ш. Мырҙабаева баш ҡаланан алыҫ урынлашҡан райондарҙа ҡабул итеүҙе йыш ойоштора. Сөнки күп кешеләрҙең Өфөгә барырға ваҡыты йәки мөмкинселеге юҡ. Уңайҙан файҙаланып, беҙгә телефон аша һәм хат менән дә мөрәжәғәт итеп булыуын әйткем килә. Беҙҙең телефон 276-20-14, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йортта урынлашҡанбыҙ. Әйткәндәй, беҙ күпселек осраҡта хаттар менән эшләйбеҙ. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы, проблемаһы. Шулай ҙа ҡабул итеүҙәр, хаттар, телефон бәйләнеше аша беҙ шуны аңланыҡ: күпселек осраҡта граждандарҙың үҙ хоҡуғын белмәүе аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра. Беҙ бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Кешеләрҙе һаулыҡ, дауаланыу, торлаҡ, эшкә урынлашыу, балаларына белем биреү һ.б. мәсьәләләр борсой. Депутатҡа ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүгә ҡарап, тотош Рәсәй күләмендә закондар ҡабул ителеүен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Сөнки юғары власть халыҡ менән аралашмайынса уларға кәрәкле законды ҡабул итә алмай”, – тине.

Төҙөкләндереү

Халыҡ экологик өмәгә сыҡты
 
Ҡалала көндәр йылыныу менән экологик өмәләр башланды. Оҙон ҡыш буйы ҡар аҫтында ҡалған сүп-сарҙан арыныр өсөн учреждение, предприятие, ойошма коллективтары үҙ биләмәләрендә аҙна һайын “таҙа кесаҙна”ға сыға. 


19 апрелдә ҡаланың һәр мөйөшөндә өмәселәрҙе күрергә була ине. Был сарала мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Баймаҡ ҡала дауаханаһы, мәғариф учреждениелары, БТИ, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы, китапхана, “УралСиб” банкы, халыҡ ижады үҙәге, Пенсия фонды һәм башҡа хеҙмәт коллективтары өмәлә ихлас ҡатнашты. Ә бына “Восток” энергия-тәьмин итеү компанияһы коллективы быйыл беренсе тапҡыр шундай өмәгә сыҡҡан! Ленин, Тыныслыҡ урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләре был саранан ситтә ҡала.


Шәхси ихаталарҙағы ҡыйҙы дөйөм ҡыйлыҡҡа сығарыу өсөн предприятиеларҙан транспорт бүленәсәк. Үҙәк ҡала дауаханаһы (тел. 3-21-61) – Ниғмәти, Зөлҡәрнәев, Урман, Бабич, Дәүләтшина, район элемтә үҙәге (тел. 3-17-57) – Калинин, Гагарин, Башҡортостан, Титов, Копылов, “БРСУ” МУП-ы (тел. 2-14-44) – Белов, Хоҙайбирҙин, Шайморатов, Иҙелбай, Ирәндек, Аҡташ һәм ГРП микрорайоны, “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы (тел. 3-15-51) – Крәҫтиәндәр, С.Юлаев, Ветеринар, Ғафури, Йолалы, АТП (тел. 2-26-36) – Ленин, Горький, Свердлов, Фәйзи, Журавлев, “БЛМЗ” ААЙ-һы (тел. 3-36-52) – К.Маркс, Р. Люксембург, Куйбышев, Чапаев, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы (тел. 3-14-19) – М.Кәрим, Р.Яхин, Ишморатов, Буранбай сәсән, 105-се һөнәрселек лицейы (тел. 3-16-53) – Юбилей, Артамонов, Б.Вәлид, Гвардия, “БИП “Комфорт Плюс” ЯСЙ-һы (тел.  3-16-45) – Таналыҡ, Пименов, Миңлеғолов, Коммунистик, Чайкина, “Урал аръяғы” МТС-ы (тел. 3-34-56) – “Шанхай” микрорайоны, ДРСУ (тел. 3-34-54) – Азатлыҡ, Гуревич, Чернышевский, Каширин, район электр селтәре (тел. 3-32-28) Энергетиктар, Рудник, Пушкин урамдарында эшләйәсәк. Үрҙә күрһәтелгән телефондар аша алдан заявка бирергә кәрәк буласаҡ. Сүп-сарын һәр кем үҙе тейәйәсәк.
 
Лилиә ТАКАЕВА.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышы була
25 апрелдә сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының ултырышы була. Унда түбәндәге һорауҙар ҡараласаҡ:
  1. Районда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың үҫеше һәм уларға ярҙам күрһәтеү; «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтары тураһында»ғы БР Законының һәм «2010-2012 йылдарҙа  Башҡортостан Республикаһында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү» республика программаһының районда тормошҡа ашырылыу барышы.
  2. Уҡыусылар һәм үҫмерҙәр менән йәйге һауыҡтырыу эштәрен ойоштороу, йәйге осорҙа уҡыусыларҙы эш менән тәьмин итеү.
Ултырышҡа муниципаль район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, хужалыҡ, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ауыл мәҙәниәт йорттары директорҙары һәм мөдирҙәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдирҙәре, имам-хатиптар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.

Дәүләт ярҙамы

Техникаға – субсидия
БР Ауыл хужалығы министрлығы приказы нигеҙендә “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре һатып алынған яңы ауыл хужалығы техникаһы өсөн түгелгән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия юллауҙы башланы. Ул 2012 йылда ауыл хужалығы тауары етештереүселәре тарафынан тулы хаҡына һатып алынған ауыл хужалығы техникаһына бирелә. Ставка күләме Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан раҫланған номенклатураға ярашлы билдәләнә (әммә техниканың дөйөм хаҡының 40 процентынан күберәк булырға тейеш түгел).
2012 йылда техника һатып алған һәм уны быйыл алырға йыйынған ауыл хужалығы тауары етештереүселәре (АХК, ЯСЙ, МУП, ШП, КФХ) “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең белгес-эксперты Ф.Ғ. Баййегетовҡа субсидия юллау өсөн мөрәжәғәт итергә тейеш. Шулай уҡ банктар аша техниканы кредитҡа алырға теләүселәрҙең үҙәктең инженеры У.Р. Ғәйнуллинға килеүҙәре һорала. Унда улар кәрәкле консультация аласаҡ һәм тәүге иғәнәне күсереү өсөн завод дилерҙары менән килешеүҙәр төҙөйәсәк.

Эшҡыуар ҙа ярҙамһыҙ ҡалмай

“2012 йылда Баймаҡ районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” программаһына ярашлы, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидиялар бирелә. Финанс ярҙамы дәүләт теркәүе үҙәккә мөрәжәғәт иткән ваҡыттан бер йылдан артмаған, иҡтисади эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлешен үҫтереүгә һалынған үҙ саралары, бизнес планда билдәләнгәнсә һәм ҡаралғанса,  һоралған саралар суммаһының кәмендә 25 проценты күләмендә булғанда бирелә.
 
“Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге.

Бөйөк Еңеүгә дан!

Күпме саҡрымдар үтелгән...
 
Был шиғыр юлдарының авторы – Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылынан 1943 йылдың мартында Бөйөк Ватан һуғышына киткән гвардия өлкән сержанты Ибраһим Әхмәтшәриф улы Бейешев. Дәһшәтле яу яланында һуғышҡан Ибраһим ағайға ни бары 18 йәш кенә була. Уның тураһында иҫтәлектәр, көндәлектәр минең ҡулымда һаҡланып ҡалды. Ибраһим минең бер туған ағайым ине. Яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, батырлыҡтары мәңгелек һаҡланһын, уларға дан йырлайыҡ, тигән маҡсатта был мәҡәләмде яҙырға булдым.

Һаулыҡ һаҡлау

Йыл һайын Европала иммунизациялау аҙналығын үткәреү йолаға инеп ҡалды. Быйыл был сараны уҙғарыу 21-27 апрель көндәренә билдәләнгән.
Вакцинацияны эшләтеү мотлаҡмы? Халыҡ теүәл йөрөймө? Ваҡытында йөрөмәү нимәгә килтерә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу маҡсатында үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Ш.Т. ӘбдрӘхимовҡа мөрәжәғәт иттек.


Вакцинация яһатыу мотлаҡ

– Шәүкәт Тәүфиҡ улы, вакцинация яһатыу ни өсөн кәрәк?
– Шуны әйтеп үтергә кәрәк, вакцинацияланғандарҙың һаны күп булған һайын ауырыусылар әҙәйә. Бөгөнгө көндә районда эпидемиологик хәлдең торошо яҡшы ғына. Шулай ҙа 2010 йылда беҙҙең илгә Тажикстан республикаһынан индерелгән полиомиелит вирусы әле булһа ла иҫтә. Ул йылды 700 ауырыу теркәлгәйне, шуларҙың 15-е был донъя менән хушлашты. 


– Былар нимәгә килтереүе бар?
– Полиомиелит вирусы зәғифлеккә, пароксизмаль фалиж, йәиһә үлемгә килтерһә, ҡыҙылса сире киҫкенләшеп китеүе һәм шулай уҡ үлем менән тамамланыуы ҡурҡыныс тыуҙыра.

Халыҡ иғтибарына

Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы:
теркәү, техосмотр, талаптар һәм ҡағиҙәләрБилдәле булыуынса, бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһында дәүләт теркәүе үткәндән һуң ғына бәләкәй суднолар менән идара итергә була. Шулай уҡ судно билетында йыл һайын техник күҙәтеү үтеү тураһындағы билдә һәм техник талон булыуы ла мотлаҡ. Тимәк, моторлы кәмәләрҙе һәм катерҙарҙы тәүге сиратта бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһында теркәргә, уларҙың хужаларына имтихан бирергә һәм судно йөрөтөүсе танытмаһы алырға кәрәк.


Мотлаҡ теркәлергә тейеш:
  • двигателе 75 ат көсөнән күберәк ҡеүәтле диңгеҙ катерҙары;
  • стационар двигателе 75 ат көсөнән күберәк катерҙар;
  • ҡеүәтенә ҡарамаҫтан, аҫылмалы моторлы кәмәләр;
  • һыу мотоциклдары (гидроциклдар);
  • елкәнле-моторлы суднолар;
  • 100 кг һәм унан күберәк ауырлыҡҡа иҫәпләнгән ишкәкле кәмәләр;
  • ауырлығы 225кг һәм күберәк булған өрөп тултырмалы резина йәки ПВХ кәмәләр;
  • 150 кг һәм унан күберәк ауырлыҡҡа иҫәпләнгән байдаркалар.