24 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Ваҡыты күсерелә
25 апрелдә халыҡ ижады үҙәгендә уҙасаҡ Баймаҡ районы муниципаль район Советы ултырышының башланыу ваҡыты сәғәт 10-ға күсерелә.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро
25 апрелдә халыҡ ижады үҙәгендә “Ғаиләне балаларыбыҙ өсөн һаҡлайыҡ!” тип аталған район ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһы үтәсәк. Бында шулай уҡ “Сабыр ҡәйнәләр, уңған килендәр” конкурсының финалы ла буласаҡ. Унда иң-иңе тип табылған ҡәйнә-килендәр бүләкләнәсәк. Үҙенсәлекле сараға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың килеүе көтөлә. Килендәр һәм ҡәйнәләр билдәле шағирҙың  ижады буйынса ла һынау тотасаҡ. 

Йәштәргә—эш!
27 апрелдә 105-се һөнәрселек лицейында “Йәштәргә—эш” акцияһы үткәрелә. Сарала эш һәм уҡыу урындары тураһында мәғлүмәт биреләсәк, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса консультация һәм район эшҡыуарҙары менән осрашыу уҙғарыласаҡ.

Йүгереү һәм милли көрәш

28 апрелдә 10.00 сәғәттә Ҡуянтау—Баймаҡ юлында йүгереү буласаҡ. Сарала мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр ҡатнашасаҡ. Ошо уҡ көндө Темәс ауылында Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһына арналған милли көрәш буйынса турнир үтәсәк. 

Балалар өсөн майҙансыҡ

Үткән шәмбелә ҡаланың Гәрәев урамының бер төркөм ата-әсәләре урамға өмәгә сыҡты. Улар урамдың буш ятҡан урынын сүп-сарҙан таҙартып, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙә башланы. Өмәлә малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәре лә ҙур теләк менән ҡатнашты. Был кескәйҙәрҙе хәүефле юлдан һаҡлау, улар өсөн айырым уйнау урыны булдырыу өсөн эшләнде.

Күргәҙмәләр үтә
Баймаҡ тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында 25 апрелдән 5 майға тиклем — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына, 5 майҙан 25 майға тиклем Бөйөк Ватан һуғышындағы яҡташ геройҙарыбыҙға арналған күргәҙмәләр үтә.
Г. Иҫәнгилдина.

Таулыҡайҙар шәп йөҙә!
Үткән аҙнала спартакиада иҫәбенә ойошмалар араһында йөҙөү буйынса ярыш үткән. Ауыл биләмәләре араһында Айгөл Исмәғилева, Рәмил Сәғәҙәтов, Рита Ҡоланбаева, Зилә Күсәрбаева, Фәннүр Сәйетов, Фаил Үҙәнбаевтан торған Таулыҡай командаһы беренселекте яулаған. 
А. Баййегетова, мәҙәниәт йорто директоры.

Күсмә ҡабул итеүҙәр

В.Исхаҡов: “Эшебеҙҙең үҙенсәлектәре күп”
 
Алдан хәбәр ителеүенсә, ошо көндәрҙә беҙҙең районда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты тарафынан күсмә ҡабул итеү ойошторолдо.
Граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса комитет рәйесе урынбаҫары В.Р. Исхаҡов ҡабул итте. Ҡабул итеүҙәргә дүрт кеше килде. Урындағы эре һәм ҡеүәтле төҙөлөш предприятиеһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы вәкиле Фәнил Әхмәтйәнов дәүләт заказын урынлаштырыуҙа хоҡуҡи майҙан сиктәрендә законһыҙ эш итеүсе конкуренттарҙы “ауыҙлыҡлау” мәсьәләһен күтәрҙе. “Заказдар менән идара итеү” МУП-ы етәксеһе Рауил Баййегетов заказдар урынлаштырыу, клиенттар менән эшләү өлкәһендәге эш алымдары тураһында ҡыҙыҡһынһа, ошо предприятие белгесе Рәил Яратов дәүләт заказдары урынлаштырыуға, контракт төҙөүгә ниндәй документтарҙың нигеҙ булыуы хаҡында һорашты. Әйткәндәй, Валерий Рим улы был предприятие эшмәкәрлегенә ярҙам итеү мөмкинлектәре булыуын әйтеп үтте. 


Артабан мәҙәниәт бүлеге иҡтисадсыһы Айгөл Мортазина “Юридик берәмектәрҙең айырым төрҙәре тарафынан тауарҙар һатып алыу, эш башҡарыу һәм хеҙмәт күрһәтеү тураһында”ғы  223-сө федераль Законға ярашлы, бүлектең автономлы учреждение булараҡ эшмәкәрлек алып барыу үҙенсәлектәре тураһында белеште. В.Исхаҡов барлыҡ һорауҙарға ла төплө яуап бирҙе, ошо өлкәлә килеп тыуған мәсьәләләр менән туранан-тура комитетҡа мөрәжәғәт итегеҙ, тип кәңәш бирҙе.
Һуңынан көнүҙәк мәсьәләләр буйынса барлыҡ бюджет учреждениелары һәм ауыл биләмәләре бухгалтерҙары өсөн семинар үтте.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһы.

Ултырыштар

Һыуһағанда эсәр һыу булырмы?
 
Ҡала Советының сираттағы ултырышының көн тәртибенә 9 мәсьәлә сығарылды.
Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин ҡала халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһын күтәрҙе.
Был мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры О.А. Наздрачев, “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Байбулатов, “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һының баш инженеры Н.Г. Тимербулатов сығыш яһаны. Ысынлап та, ҡала халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә йыш ҡына өҙөклөктәр булып тора. Саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, был мәсьәлә әле булһа үҙенең хәл ителешен көтә. Был тәңгәлдәге проблемаларҙы урам комитеттары ла күтәрҙе.
Ҡалалағы учреждение, ойошма, предприятие биләмәләрен төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса саралар планы тураһында ҡала биләмәһе башлығы урынбаҫары М.Ә. Әбүбәкиров сығыш яһаны. Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Р. Яҡшығолова ҡала йәштәренең буш ваҡытын уҙғарыу, төрлө кисәләр ойоштороу тураһында һөйләне. Ҡала биләмәһе хакимиәтенең баш бухгалтеры Р.Ф. Исхаҡова 2011 йылда ҡала биләмәһе бюджетының үтәлеше тураһында отчет бирҙе. Артабан ҡала Советы рәйесе Г.В. Давыдов сығыш яһап, депутаттарҙың ҡабул итеү графигын раҫлау, шулай уҡ хеҙмәт күрһәтеү буйынса хаҡтарҙың ставкаларын үҙгәртеү һәм махсус туҡталыштарҙы ойоштороуға рөхсәт биреү тураһындағы ҡарарҙарҙың ғәмәлдән сығыуы, ҡала биләмәһе муниципаль ҡаҙна тураһындағы положениеға өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү, Баймаҡ ҡалаһында торлаҡ объекттар биреү тәртибен раҫлау тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ултырышта күтәрелгән бөтә мәсьәләләр буйынса ла өҫтәмәләр менән ҡарарҙар ҡабул ителде.
 
Лилиә ТАКАЕВА.   

Беҙҙең интервью

Сәсеүҙе тиҙләтергә кәрәк
Игенсе өсөн үтә яуаплы мәл – яҙғы баҫыу эштәре башланды. Быйылғы сәсеү кампанияһының үҙенсәлектәре, уны үткәреү стратегияһы тураһында һөйләүен һорап, беҙ “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары, райондың баш агрономы Р.Ғ. Рәхмәтуллинға мөрәжәғәт иттек.
– Радик Ғәлеарслан улы, быйылғы сәсеү майҙандары структураһының үҙенсәлеге ниҙә? Ниндәй культураларға өҫтөнлөк биреләсәк?
– Сәсеү майҙаны быйыл бөтәһе 115 мең гектар тәшкил итәсәк, был үткән осорға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән, иген культуралары – 64 мең (+ 1%), төп аҙыҡ-түлек культураһы – бойҙай – 36 мең (+6 %), мал аҙығы культуралары 39 мең гектарҙы (+11 %) биләйәсәк. Иҡтисади яҡтан файҙалы культураларҙың – ҡаты бойҙай, борсаҡ, ҡарабойҙай, мал аҙығы культураларынан кукуруз, күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәрҙең – майҙаны артасаҡ.

Сәфәрҙәр

Баймаҡ – Сорғот: дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалынды
Башҡортостан һәм Ханты-Манси араһында бәйләнештәр нығына
11-16 апрелдә хакимиәт башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге Баймаҡ районы делегацияһы Ханты-Манси автономиялы округына ҡараған Сорғот районының Түбәнге Сортым ҡасабаһында булып ҡайтты. Эшлекле сәфәр барышында баймаҡтар ҡасабаның социаль-иҡтисади тормошо менән яҡындан танышты, производство предприятиеларының, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләренең эше менән ҡыҙыҡһынды, аҫаба халыҡтың көнкүрешен өйрәнде. Шуныһы үҙенсәлекле,  сит ерҙә лә тыуған ерен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаусы һәм киләсәк быуынды ла рухлы итеп тәрбиәләүсе милләттәштәребеҙ менән осрашыу баймаҡтарҙы һоҡландырҙы. Делегация составында муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Сырлыбаев, Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Х. Йәнсурин, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ғ. Вәхитова,  “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе директоры М.Б. Салихов барҙы.

Был эшлекле сәйәхәт Башҡортостан һәм Ханты-Манси автономиялы округы араһында яңы дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалды, Баймаҡ районы һәм Сорғот районының Түбәнге Сортым ҡасабаһын туғанлаштырҙы. Урындағы үҙидара эшен өйрәнеү, социаль-иҡтисади йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеү, мәҙәниәт, рухиәт өлкәләре буйынса бәйләнеште нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был сәфәр үҙ маҡсатына иреште, ике яҡ та унан бик ҡәнәғәт ҡалды. Һуңынан Баймаҡ районы хакимиәте һәм Түбәнге Сортым ҡасабаһы муниципаль берәмеге, “Сорғотнефтегаз” ААЙ-һының “Түбәнге Сортымнефть” нефть һәм газ табыу идаралығы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешелде.
И.Х. Ситдыҡов:
– Был сәфәр беҙҙә тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы, унда беҙ Сорғот районының заман талаптарына ярашлы үҫешкән төбәк икәненә инандыҡ, юғары технологиялар файҙаланып эшләгән предприятиеларында булдыҡ, башҡорт диаспораһы менән осраштыҡ. Юлдарҙың юғары сифатлы, йорттарҙың яңы проекттарға ярашлы төҙөлөүе, бөтә ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ булыуы беҙҙә тик һоҡланыу тойғолары уятты.
“Түбәнге Сортымнефть” нефть һәм газ табыу идаралығы – донъялағы иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе, уның етештереү ҡеүәте йылына 18 млн тонна тәшкил итә. Шуныһы үҙенсәлекле, был производство ҡасабаға һәр яҡлап ярҙам итә, аҡса бүлә, шуға ла ул заманса үҫешә.

Сәфәр барышында Баймаҡ районы һәм Түбәнге Сортым ҡасабаһы араһында ике яҡлы килешеү төҙөргә килештек, был хаҡта айырым протоколға ҡул ҡуйылды. Ул, беренсенән, ике муниципаль берәмек үҫешендә яңы проекттарҙы берлектә тормошҡа ашырыу, төҙөлөш, продукция алыш-биреше кеүек өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүҙе һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Икенсенән, яҡтар йәштәр сәйәсәте араһында дуҫлыҡ күпере булдырыу, уҡыу учреждениелары араһында бәйләнеште үҫтереү, берлектә төрлө кәңәшмәләр, семинар-конференциялар үткәреүҙе күҙ уңында тота. Өсөнсөнән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, физкультура һәм спорт өлкәләрендә бәйләнеште киңәйтеү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың һәм йәштәрҙең ялын берлектә ойоштороу; һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, муниципаль-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса аныҡ пландар бар.  Был протокол Баймаҡ районы хакимиәтенең, Түбәнге Сортым муниципаль берәмеге хакимиәте башлығы П.В. Рымарев һәм “Сорғотнефтегаз” ААЙ-һының “Түбәнге Сортымнефть” идаралығы начальнигы С.А. Слюсаренконың ҡултамғалары менән нығытылды. Шуның нигеҙендә быйыл июнь айында хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы Килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Г.Х. Йыһаншина:
– Түбәнге Сортым юғары мәҙәниәтле, матур ҡасаба булыуы менән таң ҡалдырҙы. Иң оҡшағаны – унда йәшәүсе башҡорттарҙың бик татыу көн итеүе. Әйтергә кәрәк, араларында баймаҡтар ҙа күп, улар бер ғаилә кеүек берҙәм, дуҫ йәшәй һәм һәр саҡ бер-береһенә ныҡ ярҙам итә.
Ҡасабала мәҙәниәт бик үҫешкән. Бик матур һәм үҙенсәлекле түңәрәктәр, мәҙәни-ял итеү үҙәге эшләй, уларҙа башҡорт балалары милли йырҙар, бейеүҙәрҙе өйрәнә, ҡурайҙа уйнау серҙәрен үҙләштерә. Танылған хореографтар эшләй, улар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа күп.
Аҫаба халыҡ – хантыларҙың мәҙәниәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә таныштыҡ. Ҡунаҡсыл, мәғлүмәтле милләт.
Түбәнге Сортымдарҙы үҙебеҙҙең һабан туйына саҡырып ҡайттыҡ. Киләсәктә ике яҡ араһында сәнғәт, мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу, халҡыбыҙҙың милли йола-традицияларын төплөрәк өйрәтеү һәм өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Унда баймаҡтарҙың ҙур концертын ойошторорға уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта Сорғоттағы башҡорт балаларына сәнғәтебеҙҙе милли колоритлы итеп күрһәтеү һәм өйрәтеүҙе лә үҙебеҙҙең бурысыбыҙ итеп һанайбыҙ. 


Р.Х. Йәнсурин:
– Был сәйәхәт күңелдә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Түбәнге Сортымға иртә менән барып еттек, беҙҙе башҡорт милли кейемдәрендә, ҡурай уйнап, йылы ҡаршы алдылар. Әйтергә кәрәк, унда йәшәү кимәле бик юғары. Беҙҙе нефть етештереү базаларына, төрлө объекттарға экскурсияға алып йөрөнөләр.
Сорғот районында 13 биләмә бар. Шуларҙың береһе – барлыҡҡа килгәненә 25 йыл тулған Түбәнге Сортым ҡасабаһында 20 меңдән ашыу кеше йәшәй. Күптәре вахтасылар, үҙҙәренән 200-300 км алыҫлыҡтағы нефть ятҡылыҡтарына йөрөп эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта эргә-тирәләге 27 ятҡылыҡты эшкәртәләр, киләсәктә тағы ла 8 яңы ятҡылыҡта эш башлау планлаштырыла. Әйткәндәй, ҡасабала төрлө милләт, дин вәкилдәре үҙ-ара килешеп татыу йәшәй, электән эшләп килгән мәсет һәм сиркәү бар, шул уҡ ваҡытта заман талаптарына яуап бирерҙәй яңы мәсет һәм сиркәү төҙөлөшө бара. 1700 балаға тәғәйенләнгән заманса мәктәптә балалар ике сменала уҡытыла. Балалар баҡсаһы уңышлы эшләй. 50 кешегә тәғәйенләнгән дауахана, поликлиника бар. Ҡасабаның мәҙәни-ял итеү үҙәге тураһында ла күп һөйләргә мөмкин. Заманса архитектуралы бинала ике тамаша залы, бейеү, вокал, хатта ҡурай кластары, бейеү майҙансығы бар, китапхана урынлашҡан. Китапхана моделлегә әйләндерелә, йәғни электрон китаптар уҡырға мөмкинлек буласаҡ. Мәҙәни-ял итеү үҙәгендә хеҙмәткәрҙәр штаты ла ҙур ғына: 40-лаған кеше эшләй. Яңы спорт комплексы төҙөлә: унда ике спортзал, сауна, бассейн, ябыҡ боҙ майҙаны буласаҡ.
Ҡасаба Советы ҡарамағындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Йорттарға һыуыҡ һәм эҫе һыу килә. Матур итеп тротуарҙар эшләнгән. Халыҡҡа шәхси хужалыҡты үҫтерер өсөн ер участкалары бүленә. Әлеге мәлдә аукцион үткәреп, 12 участканы биргәндәр. Матур-матур йорттар һалына. Урындағы предприятие эшселәренә процентһыҙ ипотека кредиты бирелә. Йәш белгестәргә иғтибар ҙур: торлаҡ йә булмаһа йәшәгән фатир өсөн аҡсаһы түләнә, подъемный бирелә. Тағы ла иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: гараждар йорттарҙан айырым ерҙә урынлашҡан.
Шуны ла әйтеп үтер инем: Ханты-Манси автономиялы округында 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Урындағы етәкселәр әйтеүенсә, Баймаҡтан эшкә килеүселәр күп. Шуныһы ҡыуаныслы: яҡташтарыбыҙҙың күбеһе иң ауыр һәм яуаплы эштә йөрөй, быға тиклем һынатҡандары юҡ.
Эшлекле сәфәр барышында “Түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.  Унда “Талҡаҫ” шифаханаһында ҡырыҫ Себер шарттарында эшләгән предприятие эшселәренең ялын ойоштороу, мәҙәни хеҙмәттәшлек, белгестәр әҙерләү, районда етештерелгән экологик таҙа продукцияны һатыу өсөн ҡасабала сауҙа нөктәһе асыу, ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәреү, атап үткән предприятиеның мөмкинлектәрен йәлеп итеп, районыбыҙҙа производство һәм социаль инфраструктураны үҫтереү тураһында һүҙ бара. Минеңсә, был тарихи ваҡиға. Тәүге тапҡыр нефть-газ сығарыу идаралығы һәм муниципаль берәмек араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. 
Ф.Ғ. Вәхитова:
– Сорғот районына барып ингәс тә, юлдарҙың төҙөклөгө, Түбәнге Сортым ҡасабаһының матурлығы хайран ҡалдырҙы. Унда күп милләтле халыҡ йәшәй, әммә бик татыуҙар. Айырыуса башҡорттар, шул иҫәптән баймаҡтар, бер туғандар кеүек йәшәй. Мәҫәлән, беҙҙең Ниғәмәт ауылынан ғына унда 10 ғаилә үҙ тормошон ҡорған. Иҫке йорттар бөтөнләй юҡ, торлаҡ-коммуналь хужалығы бик яҡшы эшләй. Бик бай ҡасаба, уның йыллыҡ бюджеты 100 млн һумға етә. Штатында 20 кеше тора.
Урындағы нефть һәм газ сығарыу идаралығы ҡасабаға һәр яҡлап ярҙам итә, шуға ла уның социаль-иҡтисади, мәҙәни-рухи  үҫеше һәр яҡлап һоҡланыу тойғоһо уята. Түбәнге Сортым 2006 йылда “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡасабаһы” булып танылған.
Урындағы мәктәптә башҡорт класы бар, унда балалар рәхәтләнеп үҙ телендә һөйләшә, бейей, йырлай, ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Мәҙәни-ял итеү үҙәге лә бик әүҙем эшләй. Әйткәндәй, ҡурай түңәрәген Аҡморон ауылынан сыҡҡан Илдар атлы егет алып бара.
Сорғот районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәбир Нурмөхәмәт улы Һибәтуллин – Ниғәмәт ауылы егете. Был ойошма бик әүҙем эшләй, ул милләттәштәребеҙгә бар йәһәттән дә ярҙам итергә әҙер тора.
Түбәнге Сортымда булған көндәрҙә мин үҙемде Баймаҡта йөрөгән кеүек хис иттем. Сөнки унда ысын башҡорт мөхите хөкөм һөрә, һәр кемдең йөрәгендә башҡорт рухы йәшәй.
Тағы бер дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек күперенә нигеҙ һалынды. Ул Баймаҡ һәм Түбәнге Сортымды туғанлаштырып ҡына ҡалмаһын, ә Башҡортостан һәм Ханты-Манси автономиялы округы араһындағы бәйләнештәрҙе тағы ла нығытһын. Йәшәһен Баймаҡ һәм Сорғот дуҫлығы!

Азамат Мөхәмәтшин, Сәлимә Кейекбирҙина.
Фотоларҙа: производство участкаларында; ике яҡлы һөйләшеүҙәр бара; И.Х. Ситдыҡов менән П.В. Рымарев.

Комиссия ултырышы

“Ҡатыным эскәнгә нисек түҙәйем?”
 
Административ комиссияға саҡырылған ир ҡатынына ҡул күтәреү сәбәбен шулай аңлатты
18 апрелдә муниципаль район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән административ комиссияның сираттағы ултырышында 40 административ эш ҡаралды. Уның менән комиссия рәйесе урынбаҫары М.Ә. Әбүбәкиров етәкселек итте.
Шуныһы күңелде өйкәне: “баштарын эйеп” килеүселәрҙең күптәре алкоголле эсемлек тәьҫирендә ғаиләһендә ғауға ҡуптарған. Темәстән килгән ир: “Эштән ҡайтам – ҡатыным иҫерек, балалар алдында әхирәттәрен йыйып эсә лә ултыра. Быға нисек түҙмәк кәрәк? Шуға асыуланып ҡул күтәрҙем инде, – тип әсенде. – Балалар әсәһенә бармай ҙа. Әле мин бында, ә ҡатыным унда ни хәлдәлер, белмәйем”, – тине. Икенсеһе лә: “Мин эштән ҡайтҡан һайын иҫерек ултыра, ике бәләкәй баланы ҡарамай. Йәнем көйөп, ҡайһы саҡта үҙем дә эштән һуң “һуғып” ҡайтам, шунан ғауға сыға”, – тине. Ә инде икенсе берәү: “Минең өйөмдө тартып алырға уйлайҙар, шуға саҡ ҡына берәй нәмә булһа, полицияға шылтырата башлайҙар”, – тип үҙен аҡларға маташты. Баймаҡ ҡалаһынан иһә бер ир быға тиклем ғаиләһенә ҡарағанда араҡыны яҡыныраҡ күргән, эсеп алып йыш ҡына тауыш күтәргән икән. Әйтеүенсә, хәҙер ул айыҡ тормош алып бара: “Ул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөүе лә оят”, – тине ул башып эйеп.  


– Административ эш ҡуҙғатылған икән – беҙ уны өйрәнергә, тикшерергә һәм сара күрергә тейешбеҙ, – тине М.Ә. Әбүбәкиров.– Һәр береһенең үҙ тарихы, ләкин бөтә бәлә башында араҡы, эскелек тора. Беҙ бында уларҙы мотлаҡ язаға тарттырырға түгел, ә профилактик эш алып барырға тейешбеҙ.
Ысынлап та, иҫерткес эсемлек эсеп ғауға күтәргән ата-әсәләр балаларына ниндәй “өлгө” күрһәтеүе, “тәрбиә” биреүе аңлашыла. Эшһеҙлеккә, заман ауырлығына һылтанып, тормоштарын “еңеләйтергә” маташыусылар – йәмғиәтебеҙҙең ауырыу бер ҡатламы. Комиссия ултырышында ҡаралған 40 эштең 27-һе “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Кодексының 13.8-се статьяһы, йәғни ғаилә-көнкүреш янъялы буйынса төҙөлгән.
Комиссия шулай уҡ төнгө тынлыҡты боҙоп, граждандарҙы борсоусыларҙың да эштәрен ҡараны. Уларға “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Кодексының 13.5-се статьяһы буйынса яза сығарылды: 500 һумдан 1000 һумға тиклем штраф һалынды.
Ошо уҡ Кодекстың 6.3-сө статьяһы буйынса яуапҡа тарттырылған шәхси эшҡыуарға сауҙа нөктәһе биләмәһен төҙөкләндермәгәне, сүп-сарҙан таҙартмағаны өсөн 3 мең һум күләмендә штраф һалынды.
Комиссия ултырышына повестка алып та килмәүселәрҙең эше ситтән тороп ҡаралды һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Тәбиғәт һәм беҙ

Мин – ҡайын, һеҙгә өндәшәм...
Япраҡтары йәшел аҡ ҡайындың
Хәтфә йәйгән кеүек һәр яғы.
Әйлән-бәйлән уйнай йәш балалар,
Гөрләп тора һәр көн тау яны.
Мин—ҡайын. Бына 37 йыл инде һәр яҙ йәш-елкенсәкте үҙ ҡосағымда көтәм. Мине һәм башҡа ағастарҙы Баймаҡтың йәшел ҡулсаһы итеп Ишкилде тауына 1975 йылда ултырттылар. Ул ваҡыттағы көслө ҡоролоҡҡа ҡарамай, кешеләрҙең һәр ваҡыт ҡарауын-һаҡлауын тойоп үҫтек. Мин тәбиғәтем менән оҙон ғүмерле—300 йылға тиклем йәшәйем. Ә бына ҡала янында ғүмерем ике тапҡырға ҡыҫҡара. Яҙ етеү менән яныма бөрө, һут алыусылар, йәйгеһен еләк, бәшмәк йыйыусылар, миндек һындырыусылар, күңел асыусылар килә. Мине “сибәрһең, матурһың, таҙаһың” тип, эргәмдә ял итеп китәләр, сәй эсәләр, йырлашалар, кәйеф-сафа ҡоралар. Беҙҙең затты йыш ҡына Рәсәйҙең символы тип атайҙар. Мине илебеҙҙең күп билдәле кешеләре: шағирҙар, яҙыусылар С.Есенин, А.Леонов, Н.Мусин, М.Кәрим, А.Игебаев, рәссам Куинджи үҙҙәренең әҫәрҙәрендә һылыу ҡыҙ, йәш кәләш менән сағыштырған. 


Мине кеше нисек кенә ҡулланмай! Меңәр йылдар элек ҡайын сыраһы яҡтыртып, туҙымда тарих биттәрен яҙҙылар, сағыу эҙҙәрен ҡалдырҙылар, ҡышҡы һыуыҡтарҙа мин йылытам, ҡайын бөрөһө, ҡайын бәшмәге, һуты, дегете, һағыҙы бик күп кәрәкле матдәләр туплап кешене һауыҡтыра. Ә мине ҡосаҡлап бер миҙгелгә тынып ҡалыу һеҙгә күпме шатлыҡ, ләззәт бирә, кешеләр! Мин күп кешеләрҙең насар энергияһын үҙемә алам. Шуға күрә яныма килегеҙ, ҡосаҡлағыҙ, ярҙам һорағыҙ, аралашығыҙ һәм һеҙ күңелегеҙгә еңеллек, тыныслыҡ алырһығыҙ.
Ә тәбиғәттә мине беренсе ағас (няня) тип атайҙар. Сөнки асыҡ урындарҙа беренсе булып үҫәм, ә минең күләгәмдә башҡа ағастар — уҫаҡ, ҡарағай, шыршы ағастары иркенләп үҫә. Мин һеҙгә, кешеләр, урманды матурлап, тынлыҡ, саф, таҙа һауа бүләк итәм. Ә беләһегеҙме, тәбиғәттә һеҙ ҡалдырған тимер консервалар—60-80, пластмасса шешәләр—150, ә быяла һауыттар 500 йылдан һуң ғына тарҡала? Миңә һәм башҡа ағастарға кеше яғынан насар баҫым бик күп, беҙ уны күтәрә алмайбыҙ, әкрен генә үләбеҙ. Беҙгә ярҙам итегеҙ, зинһар! Яҙ һайын вәхшиҙәрсә олономдо тишкесләп һут йыяһығыҙ, унан һуң мин ярамдан яйлап ҡына тереклек һыуымды юғалтып ҡоройом, күҙ йәшемде түгеп яфаланам. Йәй етеү менән бер нисә миндек өсөн балта менән тамырымдан сабып, үлтерәләр.
Һаҡлағыҙ беҙҙе, зинһар! Ә беҙ һеҙҙе һәр ваҡыт ҡаршыларбыҙ, шатландырырға тырышырбыҙ, сафлыҡ һәм именлек бүләк итербеҙ. Мин һеҙгә С.Экзюпери һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итәм: “Ошондай боҙолмаҫ ҡағиҙә бар: иртән уянып йыуыныу менән, бар планетаны тәртипкә килтерергә тотон”. Тик шул саҡта ғына Ер-әсәбеҙ мәңге йәшәр, йәшел бөҙрәләре менән ҡыуандырыр.
 
Х. БИКТИМЕРОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Иҫке Сибайҙа шәп ғаиләләр көс һынашҡан
 
Халҡыбыҙҙың үткәненә, ғөрөф-ғәҙәттәренә мөрәжәғәт иткән ғаилә – ерҙә ныҡ баҫып торған улдар һәм ҡыҙҙар үҫтереүсе институт ул. Иҫке Сибай ауылында үткән “Йәш ғаилә” район конкурсын ойоштороусыларҙың береһе, йәштәр эштәре секторы белгесе Әлфиә Латыпова менән конкурс хаҡында әңгәмәләшеүҙән шундай фекергә килдек. Был төбәктә 4 ғаилә – Йәнйегеттән Ғәлиә һәм Заһир Көмөшҡоловтар, Иҫке Сибайҙан Гөлсирә һәм Булат Кинйәбаевтар, Байыштан Гөлгөнә һәм Ғәлинур Вәлиевтар һәм Октябрь бүлексәһенән Гөлшат менән Ринат Латыповтар ҡатнашҡан. Был парҙарҙың исемдәре йырлап тороуы етмәгән, Кинйәбаевтар ғына өс бала тәрбиәләһә, ҡалғандар барыһы ла 5 балаға ғүмер биргән!
Был төбәктә конкурстың төп һәм ғаиләләрҙең ижади һәләтен асыусы  “Ғаилә байрамдары һәм йолалары” туры ауылдарҙа милли рухлы һоҡланғыс ғаиләләр йәшәүен асты. Мәҫәлән, Вәлиевтар аҙна һайын бер кис ултырып халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙҙәренең шәжәрәһен, иман нигеҙҙәрен өйрәнә икән. Көмөшҡоловтар буш ваҡыттарын милли уйындар уйнауға, йыр-моңға бағышлай. Уларҙың Салауат Баййегетов исемле туғандары Чечняла һәләк булған һәм уның исеменә кубок булдырып, уҡыусылар өсөн спорт ярыштары ойоштороп торалар. Кинйәбаевтар улдарына ҡурай эшләү, уйнау, балыҡсылыҡ, ә ҡыҙҙарына аш-һыу серҙәрен өйрәтһә, Латыповтар баҡсасылыҡ менән мауыға.
“Бындай шәп ғаиләләрҙе асҡан бәйгелә Күсей, Моҡас ауыл биләмәләре йәштәренең ҡатнашмай ҡалыуы ғына үкенесле”, — ти Әлфиә Латыпова. Шулай итеп, район конкурсына был төбәктән ике ғаилә – беренсе һәм икенсе урынды яулаусы Кинйәбаевтар менән Көмөшҡоловтар үткән. Уларға артабан да уңыш йылмайһын!
 
Айгөл Иҙелбаева.

“Киленемдең йылмайыуы ҡояштан...”
Килен ҡәйнә тупрағынан ярала... Быуаттар төпкөлөнән килгән мәҡәлгә ҡарап, халҡыбыҙҙың ни тиклем тапҡыр һүҙле булыуына тағы ла хайран ҡалаһың. Ысынлап та, ҡәйнәнең баҙнатһыҙ ғына яңы йортҡа килеп төшкән ҡыҙ баланы нисек ҡабул итеүе, киленсәктең был ғаиләнең йолаларын иғтибарға алыуы, үҙләштереүе йәш парҙың киләсәген билдәләй.
Районыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм район китапханаһы иғлан иткән “Сабыр ҡәйнәләр, уңған килендәр” сараһы яныбыҙҙа ғына ни тиклем һоҡланғыс, уңған ханымдарҙың йәшәүен күрһәтте. Үткән аҙнала Темәс мәҙәниәт йортонда Түбә, Һаҡмар, Таһир, Түбәнге Иҙрис, Ҡуянтау, Темәс ауылдарының ҡәйнә-килендәре сәмле ярышҡа сыҡты. 


80 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, сәхнәлә моңло йырҙарын һуҙып,тамашасыларҙың һөйөүен яулаған Мәфтуха инәй Хоҙайғолова килене Гөлсинә тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтеп үтте. Ә инде Һаҡмар ауылынан килгән Ниғмәтуллиналар быуындар бәйләнешен күрһәтеп, ҡыҙы, әсәһе һәм өләсәһе бергә сығыш яһап, ғаиләләренең йолаларын, үҫтерергә яратҡан сәскәләре менән таныштыра алды. Шулай уҡ Һаҡмарҙан Зәйнуллиналар тураһында ла балалары бик йылы итеп һүҙ башланы.
Темәстән Яңылбикә инәй Ғарифуллина һәм килене Гөлгенәнең ҡул эштәре һоҡландырҙы. Шулай уҡ Яңылбикә инәйҙең: “Ҡәйнәләр сабыр булһа, килендәре уның янында йүгереп йөрөргә тейеш”, – тигән һүҙҙәре алҡышҡа күмелде. Ә бына Таһирҙан Фәриҙә инәй Ҡунаҡбаева һәм килене Сәриәнең дини йолаларға иғтибар биреүе, “бабай телдәрен йоторлоҡ аштарын да бешерәм” тип һамаҡлап үтеүе, киленсәктең мандолинала уйнауы бик сағыу булды.
Түбәнге Иҙристән Хафиза инәй һәм Айгөл Мусиналар тамашасыларҙы таҡмаҡ менән сәләмләне. Килен кешенең ҡәйнәһе тураһында: “Ул беҙҙең ғаилә карабының капитаны”, – тип ололауы, ә килен тураһында: “Үҙе Йомаштан, йылмайыуы – ҡояштан!” тигән һүҙҙәр ишетеү айырыуса күңелгә хуш килде.
Ҡуянтауҙан Миңзифа инәй Хәлитова һәм Эльвира Баймөхәмәтова был донъяла һәр ғаилә ауырлыҡтарға бирешмәй, уларҙы бергәләп еңеп, тик яҡшылыҡ, изгелек кенә ҡылып йәшәргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Килен-ҡәйнәләр ғаилә табыны, байрамдарҙы ниндәй һый-ниғмәт менән ҡаршы алыу серҙәре менән дә уртаҡлашты. Шуныһы һөйөнөслө, улар милли аш-һыуға ҙур иғтибар бирә икән. Бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, ҡоротто әҙерләүҙең, сәк-сәк, төрлө бәлештәр бешереүҙең дә йөҙ төрлө ысулы булыуына инандыҡ.
Бәйгеселәргә Темәс ағинәйҙәре әҙерләгән тапҡыр һорауҙарға ла яуап бирергә тура килде. Килендәрҙең дә матур телле булыуы, юғалып ҡалмауы һөйөндөрҙө. Бынан тыш һәр ғаилә бай күргәҙмә эштәре лә әҙерләгән ине.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы конкурсҡа йомғаҡ яһап, һәр ғаиләгә бүләктәр әҙерләгән китапханасыларға, бағыусылар Б. Макаров, К. Низамов, С. Әүәлбаевҡа оло рәхмәтен белдерҙе. “Килен менән ҡәйнә татыу, бер һүҙле булған саҡта ғына тормошобоҙ яҡты, балаларыбыҙ бәхетле булыр”, – тине ул.
Шулай итеп, Темәстән Яңылбикә Ғарифуллина “Иң уңған ҡәйнә” титулына лайыҡ булды. Беренселеккә – Түбәнге Иҙрис, икенсегә – таһирҙар, өсөнсө урынға ҡуянтауҙар лайыҡ булды. Һәр ҡәйнә-килен төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды.
Был үҙенсәлекле конкурста сығыш яһаған килен-ҡәйнәләрҙең татыулығы, берҙәмлеге тағы ла нығыр, ғаилә ҡәлғәһенә ҡаҡшамаҫ көс бирер, тип ышанайыҡ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: Һаҡмарҙан Зәйнуллиналар сығыш яһай.

Һорау – яуап

“Престиж” - иң шәп ысул!
“Тиҙҙән картуф ултыртыу мәле етә. Уны колорадо ҡуңыҙынан һаҡлау өсөн йыл да төрлө препарат ҡулланабыҙ, әммә файҙаһы әҙ. Шул уҡ ваҡытта һуңғы осорҙа картуфлыҡты проволочник (ҡаты ҡорттар.– ред.) баҫты. Уларҙан нисек ҡотолорға? Берәй эффектлыраҡ препарат юҡмы икән?”
Баҡса миҙгеле башланыр алдынан редакцияға ошондай ише һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың был үтенесен беҙ, әлбиттә, яуапһыҙ ҡалдыра алманыҡ һәм мәсьәләгә аныҡлыҡ биреүен һорап муниципаль район хакимиәтенең үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса агрономы Н.И. Хәсәновҡа мөрәжәғәт иттек. Ул бына нимә тип яуап бирҙе:
– Ысынлап та, колорадо ҡуңыҙы һәм ҡаты ҡорттар баҡсасыға бик күп мәшәҡәттәр тыуҙыра, күп кенә уңышты юҡ итә. Тәүгеһе менән беҙ көрәшергә өйрәнеп барабыҙ, ә бына ҡаты ҡорттар менән иһә хәл икенсерәк. Ҡаты ҡорттар – сытырлаҡтар ғаиләһе ҡуңыҙҙары ҡарышлауыҡтары, күп ауыл хужалығы культураларының ҡурҡыныслы ҡоротҡостары. Уны юҡ итеүсе препараттар бар, әммә файҙаһы артыҡ шәптән түгел. Шуның өсөн колорадо ҡуңыҙынан һәм проволочниктан бер юлы ҡотолоу өсөн яңы препарат булдырылған һәм ул һынауҙы бик уңышлы үткән. Ул “Престиж” тип атала.
Препаратты нисек файҙаланырға? Сәсер алдынан орлоҡ өсөн тәғәйенләнгән картуф бүлбеләре ошо ағыу менән эшкәртелә, ул бер аҙ ваҡыт ятырға тейеш. Әйткәндәй, был препаратты ҡулланыу тәртибе менән беҙгә килгәндә ентекләп аңлатырбыҙ.
“Престиж”ды һатып алыу өсөн муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә (208-се бүлмә) мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.
 
А. Салауатов әҙерләне.